Презентациялар
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 1.35 МБ | |
| 1.34 МБ | |
| 78.5 КБ | |
| 232.5 КБ | |
| 19 КБ |
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин (1926 )
Кем ул Т алха Ғиниәтуллин ? Ҡасан ?Ҡайҙа? Ҡайҙа белем алған ? Ниндәй ? Кем ?
Тормош юлы 1926 йылда Учалы районы Ураҙ ауылында тыуа. Әҙәби псевдонимы – Анатолий Генатулин
"Мышағыр” (1969), "Айыу таш” (1975), "Алтын бишегем” (1984), "Тау артында ниҙәр бар” (1997), "Һин аҡ ҡайын янында тора инең” (2007)
Т.Ғиниәтуллин яугир яҙыусы Талантлы һүҙ оҫтаһы
“ Әсә күңеле балала- бала күңеле далала”
Әсә -Улын тәрбиәләй; -Күп эшләй; -Эҙләп таба; -Улын кеше итеп тәрбиәләһе килә;
Улы - Себерҙә эшләй; Ғаиләһе бар; Өйгә һирәк ҡайта башлай; Ҡайтһа ла эсеп йөрөй; - Әсәһенә ярҙам итмәй;
1-се төркөм: текстан сағыштырыу, фразеологизмдар, метафора таба. 2-се төркөм Әсә һәм бала тураһында бирелгән мәҡәлдәрҙең дауамын таба, мәғәнәһен аңлата. Йәннәт әсәйҙәрҙең бала күңеле далала. Әсә күңеле балала, тәңре хаҡы. Әсә хаҡы - бала етем булмай. Әсә янында аяҡ аҫтында. Бала- бәғер ите 3-сө төркөм сюжет элементтарын таба
Әсә күңеле- балала, бала күңеле-әсәлә!!!
-Мин д әрестә белдем… -Мине ҡыуандырҙы… -Мине үҙемде маҡтар инем… -Был дәрестән һуң миндә ошондай теләк тыуҙы… -Мин өйрәндем… -Мине аптыратты… -Миңә ауыр булды… -Миндә ошондай хыял тыуҙы… -Мин ошондай фәһем алдым…
Өй эше . 1.Әҫәргә ҡарата иллюстрациялар эшләргә. 2. Рифмаға ярашлы шиғыр яҙырға. ----------------- әсәйем , --------------- әсәйем ---------------- йәшәйем . ---------------- теләйем 3.Эпиграфҡа таянып инша яҙырға.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Динис Бүләков 1944 йылдың 18 майында Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Арыҫлан ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1964 йылда Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Бәләбәй, Бишбүләк һәм Йәрмәкәй райондары өсөн сығарылған «Еңеү байрағы» гәзите редакцияһында эшләй. 1965 йылда һалдатҡа алына, әрме хеҙмәтендә өс йыл була. 1968 йылда Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына ситтән тороп уҡырға инә. 1968—1974 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Ағиҙел» журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире була. 1977—1986 йылдарҙа «Пионер» журналының баш мөхәррире. 1986 йылдан — Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Артабан ғүмеренең һуңғы көнөнәсә Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡара.
Әҙәби ижады Динис Бүләков әҙәбиәт менән йәштән үк ҡыҙыҡһына башлай. Урта мәктәптә һәм техникумда уҡығанда тәүге әҫәрҙәрен матбуғатта баҫтыра. «Ҡояш ярсығы» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1971 йылда донъя күрә. Уның хикәйәләренең төп геройҙары — беҙҙең замандаштар, йәш энтузиастар. Яҙыусы геройҙарының эске донъяһын, психологик уй-тойғоларын мауыҡтырғыс тормош ваҡиғаларында һүрәтләй белә. «Ауылымдың аҡ өйҙәре», «Һары һандуғас балаһы», «Аҡбуҙ алышҡа сыға» китаптарына ингән повесть һәм хикәйәләрендә һәләтле прозаиктың әҙәби оҫталығы үҫә һәм камиллаша барыуын асыҡ билдәләп була. Яҙыусы эпик хикәйәләү алымдарын уңышлы үҙләштерә һәм мауыҡтырғыс образдар тыуҙыра. Әҫәрҙән әҫәргә, китаптан китапҡа әҙиптең ижад офоҡтары киңәйә, ҡәләме үткерләшә килде. Динис Бүләков 90-сы йылдарҙа башҡорт романсылары сафында ныҡлы урын алды. 1988 йылда донъя күргән «Килмешәк», «Туҙҙырылған тамуҡ» романдары замананың ҡырҡыу проблемаларына арналыуы менән әһәмиәтле. Яҙыусы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты.
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә] Ҡояш ярсығы. Хикәйләр. Өфө. 1971. Ауылымдың аҡ өйҙәре. Хикәйәләр. Өфө. 1973 й. Аҡбуҙ алышҡа сыға. Повесть һәм хикәйәләр. Өфө. 1977 й. Ҡыңғырау сәскә.Повесть, хикәйәләр. Өфө.1979 й. Упҡын ситендә бейеү. Повесть hәм хикәйәләр. Өфө, 1981 й. Ҡыйырсыҡ ай. Повестар, хикәйәләр. Өфө. 1983 й. Саған япраҡ яңырта. Повестар. Өфө. 1985. Шарлауыҡ. Повестар, хикәйәләр. Өфө. 1987 й. Килмешәк. Роман. Өфө. 1989 й. Ғүмер бер генә. Романдар, повесть. Өфө. 1994 й. Эҫе ҡар. Повестар. Өфө. 1998 й. Һайланма әҫәрҙәр. 1 том. Өфө. 2004 й. Һайланма әҫәрҙәр. 2 том. Өфө. 2004 й. Самая долгая ночь. Повести, рассказы. Москва. 1979 г. Танец над пропастью. Повести. Москва. 1985 г. Перекаты. Повести, рассказы. Москва 1988 г. Щербатый месяц. Повесть. Роман. Москва 1994 г. Шәфәҡ миҙгелендә. Повесть. Роман. Ҡазан. 1994 е. (тат.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1980) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992) Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1993).
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Портреты Х еҙмәт юлы Әрме хеҙмәте Мәктәптә уҡытыусы “ Әҙәби Башҡортостан” журналы “ Совет Башҡортостаны” Башҡортостан китап нәшриәте ете йыллыҡ Стәрлетамаҡ уҡытыусылар хикәйәләр романдар мәктәп институты шиғырҙар повестар очеркттар Маҡар урта БДУ мәктәбе 1931 йыл 17 июль Ишимбай районы Ҡолғона ауылы Тыуған урыны Ижады Белеме
Кеше һәм халыҡ Киләсәк Яҙмыш Мөхәббәт Тәбиғәт Әрме хеҙмәте Мәктәп тормошо Һуғыш Тарих Ижады
« Ноғман Мусин – замана яҙыусыһы, ижады тамырлы, төрлө жанрлы әҫәрҙәрендә кеше бәҫе, дәрәжәһе алға ҡуйыла, әҙәп ҡанундарының тормошсанлығы һәм матурлығы данлана ».
Тема Идея Образдар Нимә белдем ?
Ижади эш 1 рәт: 1-се бүлеккә план төҙөү 2 рәт: 2-се бүлеккә план төҙөү 3 рәт: Әсҡәт менән Рәхмәт образына ҡылыҡһырлама яҙыу.
Сәләмләйбеҙ һауаны Именлек булһын өсөн! Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы Дуҫлыҡ гел булһын өсөн !
Йөҙ һум аҡсаң булғансы,… көслө Матурлыҡ – бер көнлөк,… ҡәҙерең шундай Әйт дуҫыңды,әйтермен… йөҙ дуҫың булһын Кеше дуҫлыҡ менән… онотма Дуҫың ниндәй -… кем икәнеңде Дуҫ булһаң,дуҫ ҡәҙерен…. дуҫлыҡ-ҡүмерлек Дуҫ килгән көн- байрам көн.
Рефлексия Нимә белдем? -Бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ? -Нимә оҡшаны? -Нимә оҡшаманы? -Нимәгә өйрәндегеҙ?
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Тема: Туған тел темаһы шағирҙар ижадында
Тикшеренеү эшемдең маҡсаты һәм бурыстары : туған тел тураһында шиғырҙар менән танышыу; үҙ телеңде ҡәҙерләргә, уның бөгөнгөһөн, киләсәген хәстәрләргә өйрәнеү; илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.
Тикшеренеү эшенең актуаллеге: Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын башҡорт теле ярҙамында һаҡлап ҡалыу мөһим.
Башҡорт теле- Мостай теле, Рәми теле.
Әсәм теле миңә — сәсән теле, Унан башҡа минең халҡым юҡ, Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Тыңлап таңға ҡалған тел, Йәнгә рәхәт һалған тел. Яулап – ҡурсып ҡалған тел. Ҡан — йәш түгеп алған тел.
«Әсәм теле – иман телем, Әгәр һине һағынмаһам, Көн дә һиңә табынмаһам, Телдәремдән яҙыр инем».
Нисәмә йөҙ быуын зат- ырыуым Тас башҡортса ғына һөйләгән… Минең дә шул һәр бер молекулам, Туған телем һиңә көйләнгән. Тәнемдәге һәр бер күҙәнәгем, Йәнемдәге һәммә өлөшсә. Һинең тулҡыныңда тирбәлә лә — Һинсә йырлап, һинсә көлөшә.
Йәшен булып ялтлар тел. Дары булып шартлар тел. Ҡоштар булып һайрар тел. Бүре тешен ҡайрар тел. Елдәр булып иҫер тел. Бауырҙарҙы киҫер тел. Ҡояш булып балҡыр тел. Ҡая булып ҡалҡыр тел. Йөрәктәргә үтер тел. Ваҡыттарҙы тетер тел. Аҡтамырҙай йәйелеп, Йөрәктәргә үрелер, Башҡорт тигән йәндәрҙә Ҡабат-ҡабат терелер!
«Туған телең – башҡорт теле, Атаң-әсәңдең теле. Туған телен яратҡандар - Ярата ата-әсәһен, Ярата Тыуған илде».
Тыуғанымдан киткәнемә тиклем — Ғүмер буйы йыйған милкемде Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын Бөйөк мираҫ — туған телемде. Күкрәк һөтө, бишек йыры менән Кергән дә ул йәнде имләгән. Юҡҡамы ни кеше туған телен Тыуған иле менән тиңләгән.
Ерҙә кеше һөйәгенән Убалар үҫкән. Тел- тере шишмә — үлмәгән, Бөгөнгә еткән. Шул тел менән тыуҙым, үҫтем. Торам бөгөн дә. Аӊлай мине ғәзиз халҡым Туған телемдә.
Рус туғаным менән бергәләп Азат иттек изге еремде Көслө, бай һәм сәсән яһаныҡ Минең туған башҡорт телемде.
Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел, Үҙ телем – үҙ әйберем булғаны өсөн ярата күңел. Һәр ваҡыт шул тел менән яҙған матур китап уҡыйым, Һәр ваҡыт шул тел менән тарих уҡыйым, хисап уҡыйым.
“ Әсәй!” тигәндә лә һин кәрәк, “ Атай!” тигәндә лә һин кәрәк. Берҙән-берем, айым, ҡояшым, Тип әйтһәм дә, телем, һин кәрәк
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин, Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин, Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин, Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле.
«Тел тамыры- ил тамыры, Телем тамыры тәрән. Гүйә, нескә гөл тамыры, Уны белеү ҙә кәрәк»
«Туған тел – халҡыбыҙҙың беҙгә аманат иткән теләге». Ғайса Хөсәйенов.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Эш-хәлдең үтәлеү йәки үтәлмәү сәбәбен белдереп, ни өсөн? ниңә? нилектән? ни сәбәпле? һорауҙарына яуап булып килгән хәлдәр сәбәп хәле тип атала.
Ҡуҙғал,уян,ләғнәт ителгән, Астар һәм ҡолдар донъяһы! Беҙҙең аҡыл ҡайнай асыуҙан, Һуңғы һуғышҡа ул ярһый.
Булды инде: таш күтәрмәҫ Ҡайғылар башҡа төштө; Һыу һораныҡ, ут бирҙеләр, Ялҡындан йөрәк беште. Булды инде: рәнйеүҙәрҙән Күңелдәр сатнап туңды; Яҡут боҙҙарына ятып, Илаған саҡтар булды.
Наиләнең тулҡынланыуҙан айырым һүҙҙәрҙе йота-йота һөйләүенән әсәһе бер нәмә лә аңламаны.
Ҙур бәхеттәр һыҙғанып эшкә бирелгәндән килә, Аһ,оят, хурлыҡ, түбәнлектәр иренгәндән килә.
