Контроль-баһалау материалдары

Байрамғолова Гөлнур Рәүф ҡыҙы
Изложение һәм диктант текстары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 3-4 класс18.42 КБ
Файл 5-9 класс67.24 КБ
Файл 9 класс534.77 КБ

Предварительный просмотр:

                                     3 класс

                      Диктант № 1 “Көҙ”

  Көҙ. Ҡояшлы аяҙ көн. Урмандар һарыға мансылып, тыныс ҡына ойоп ултыра. Һирәк кенә ҡуян ҡыуған эт тауышы ишетелә.

  Ҡыр эштәре тамамланған. Баҫыуҙар ял итә. Һәр ерҙә муллыҡ, бәрәкәт күҙгә ташлана.

  Берлек ауылы халҡы хужалыҡ эштәре менән мәшғүл. Уҡыусылар мәктәп баҡсаһына алмағастар ултырта. (42 һүҙ.)

                                 Диктант №2  “Өфө”

  Өфө – Башҡортостандың иң матур ҡалаларының береһе. Уның урамдары киң, оҙон. Өфөгә поезд, самолет һәм пароход менән барып була. Күп ерҙәрҙән бында автобус менән киләләр. Өфөлә парктар, ял итеү урындары бар. Бындағы кино һәм театрҙарҙа һәр ваҡыт халыҡ күп була. Өфөнө уратып Ағиҙел йылғаһы аға. (44 һүҙ.)

                              Диктант № 3 “Каникул тураһында”

  Беҙ класта йәйге каникул тураһында инша яҙҙыҡ. Азат үҙҙәренең баҡсаһын һүрәтләне. Ул әсәһе менән баҡсаға төрлө сәскәләр ултыртҡан. Вәлимә апаһы менән һыу һипкән. Уларҙың емеш ағастары мул уңыш бирә. Июль айында сейә, ҡарағат, ҡурай еләге бешә.

  Сентәбрь башына алмалар ҡыҙара. Баҡсала сыйырсыҡ оялары күп. Ҡоштар ағастарҙы бөжәктәрҙән һаҡлай. (48 һүҙ.)

                       Диктант” Тәнәфестә”

  Ҡыңғырау сыңы ҡолаҡты яра. Улбалаларҙы тәнәфескә саҡыра. Улар гөр килеп тышҡа атыла.

  Урамда саф һауа. Ҡояш сағыу яҡтырта. Уның нурҙары биткә йылы бөркә.

  Танауҙы сәскә еҫтәре ҡытыҡлай. Улар күҙҙең яуын алып баҙлап ултыралар. Сәскәнән сәскәгә күсеп күбәләк оса. Ул шулай йәй килеүенә ҡыуана.

  Балалар сыр – сыу килеп уйнарға кереште. (50 һүҙ.)

                    Диктант “Йәйғор”

  Ямғыр ҡойоп яуҙы ла туҡтаны.Тирә-яҡта шундай тыныс. Яҡында ғына тамсы йыры ишетелә.

  Зәңгәр күктә төрлө төҫтәр балҡып китте. Йәйғор күренде. Ул, йылмайып көлгәндәй, нурҙар уйната. Ҡапыл төрлө төҫтән туҡылған йәйғор юғалды.

  Ҡояш ныҡ итеп ҡыҙҙырып ебәрҙе. Шунан тағы ямғыр яуып үтте. Ямғырҙан һүң матур булып йәйғор ҡалҡты. Уны күреү менән бөтә ғаләм шатланды. (55 һүҙ.)(С.Кәрим буйынса.)

                    Изложение “Йәй”

Йәмле йәй мәле. Бына бөгөн Юлай атаһы менән бесәнгә барҙы. Аҡтырнаҡ та уларҙан ҡалманы, эйәреп китте. Хозур тәбиғәтҡосағында бесән сабыуы бик күңелле булды. Шулай ҙа эш- эш инде, арытты. Күбәләктәр, сиңерткәләр баҫтырып, сысҡан өңдәрен соҡоп, сабып йөрөгән Аҡтырнаҡ та арыны.

  Юлай ҡайтҡас та көсөктөң ашарына бирҙе. Тик арыуы еткән көсөк ашап та бөтөрә алманы- татлы йоҡоға талды.

               4 класс Диктант №1 “Көҙ етте”

 Һалҡын көҙ етте. Әсе ел ыжғыра. Беҙҙең йылға буйындағы ҡарт тирәктәр, ҡыуаҡлыҡтар яланғасланып ҡалды.

  Аяҡ аҫтында ағастарҙан ҡойолған һары япраҡтар ҡыштырлай. Һыу өҫтөндә төрлө төҫтәге япраҡтар, ҡаҙ мамыҡтары аға. Йылға тынып ҡалған. Күпер өҫтөнән ҡарағанда , һыу төбө ялтырап күренеп ята.

 Ҡоштар йылы яҡтарға осоп киттеләр. Урмандарҙа, ҡырҙарҙа тынлыҡ урынлашты. Беҙҙе ҡышлаусы ҡоштар ғына ҡалды. Йылғаларҙа, күлдәрҙә ҡаҙҙар һәм өйрәктәр генә күренгеләй.

 Диктант №2 “Ҡайынлы тау”

 Һөҙәк тау итәгендәге аҡ ҡайындар суҡлы шәл ябынғандар. Талғын елгә зифа ҡайын аҡрын ғына сайҡалып ҡуя. Уның йәшел япраҡтары шыптырлашалар. Оҙаҡ йәшәгән бөҙрә ҡайындың эргәһенән генә һалҡын шишмә башлана. Шишмәнең тәмле һыуы күптәрҙе үҙенә тарта. Арыған юлсылар ҡайынлыҡта ял итеп китәләр. Аҡ ҡайындың ҡуйы тәлгәштәрендә ҡоштар тирбәлә. Улар күңелле һайрашалар. Ҡайынлы тау итәге емеш-еләккә бай. Ҡайынлы тау итәген һәр кем ярата.

 Диктант “Зәңгәртүш” 

Зәңгәртүштең ояһы баҡсалағы еләклектә. Ул балаларына ашарға ташый. Мин ҡойма артына боҫтом да, ҡошто күҙәтәм. 12 Ем ҡапҡан Зәңгәртүш тәүҙә сейәлеккә килеп ҡуна. Ботаҡтан ботаҡҡа һикергеләй. Тирә-яҡты йәһәт кенә байҡап ала. Унан ҡоймаға күсә. Бында ла уңға-һулға ҡарана. Шунан ҡомға батҡан таш кеүек еләк араһына сума. Ул шул тиклем тиҙ юғала, хатта күҙ эйәрмәй ҡала. Мин онотолоп, һаман шул тирәгә ҡарап торам. Ә ул бөтөнләй башҡа урындан сығып оса. Күҙ яҙҙырған була, йәнәһе.

                        Диктант №4“ Илем- Башҡортостан”

  Башҡортостан- бик бай ил. Уның ере иҫ киткес уңдырышлы, урмандары кейеккә бай, йылғалары саф таҙа һыулы. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, көмөш һыулы йылғалар ҙа, икһеҙ- сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.

  Беҙ йәшәгән ерҙең ҡуйынындағы байлыҡтарҙы һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ тиһеңме, күиер һәм металл тиһеңме, алтын һәм баҡыр тиһеңме- бөтәһе лә бар был ерҙәрҙә.

  Шулау уҡ ҡиммәтле тирее хайуандары, иҫ киткес балы менән дан ҡаҙанған Башҡортостан.(77 һүҙ.)

               Диктант №5  Талҡаҫ күле.

Юлдаш менән Ҡыҙырас аяҡтарын күлдең йомшаҡ ҡомона батырып,оҙаҡ ултырҙылар.Талҡаҫ буйы һоҡланып бөткөһөҙ матур ине.Иртәнге һауала тауыш көслө яңғырай.Унда,Һаҡмар буйында,трактор геүләй.Һулда комбайн шаулай.Алыҫта йәштәрҙең йырлаған,көлгән тауыштары ишетелә.Оло юлдан иген,мәғдән тейәгән машиналар өҙлөкһөҙ үтә.Бейектә самолет күренә.Ул Өфөнән Баймаҡҡа почта килтерә.

Ә бында Талҡаҫ күле.Ул тып-тын ята.Күлдең уртаһында,күкһел томан эсендә,Уртаташ күренә.(З.Биишеванан). 

             Изложение “Ҡорғаҙаҡ”

Исеме бөтөн илгә билдәле Янғантау шифаханаһы янында оло юл өҫтөндә барыһының да күҙенә ташланып ултыра Ҡорғаҙаҡ шишмәһе туҡталышы. Был – ҡышын да туңмай торған шишмәләрҙең беҙҙә иң ҙурыһы. Йыл әйләнәһенә һыу температураһы 16 градустан ашмай. Ҡорғаҙаҡтың һыуы ныҡ минералле, ашҡаҙан өсөн файҙалы. Шишмә Ҡаратау һыртынан башлана ла Йүрүҙәнгә ағып төшә. Был һырт Салауат районының көнбайыш сигенән үтә, оҙонлоғо 80 саҡырым, иң бейек түбәһе булған Ашығарҙаҡ тауы 700 метр бейеклектә.

Ҡорғаҙаҡ шишмәһе – оло юл буйлап үтеүсе туристар һәм автоюлсылар туҡтап ял итеп китерлек урын итеп эшләнгән.



Предварительный просмотр:

5 класс

Контроль эштәр өсөн материалдар

Толомбаев Х.А., Атнағолова С.В..Диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теленән 5-9 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө, “Китап”,2001.-256 бит.

Диктант №1 ”Көҙ етте”14 бит

Йәмле йәй үтте. Тәбиғәттә көҙ билдәләре күберәк күренә башланы. Болондар ҙа , яландар ҙа үҙҙәренең йәшел төҫтәрен юғалттылар. Буш ҡалған иген баҫыуҙары ла көҙ башланыуы тураһында хәбәр итә.

Ағастарҙа һары япраҡтар күбәйҙе. Ҡоштар ҙа һайрауҙан туҡтаны. Ҡара ҡарлуғастар һәм торналар йылы яҡтарға осоп киттеләр.

Беҙҙе соғап алған тәбиғәт көндән-көн үҙгәрә бара.(50 һүҙ) Е.Кучеров б-са)

1. Исем ҡушығыҙ.

2.Ҡалын һуҙынҡылы һәм нәҙек һуҙынҡылы 2-шәр һүҙ яҙығыҙ.

                                          Диктант №2 “Ҡара айғыр”36-37 бб

   Йәғәфәргә ун өс йәш ине.Уның хыялын Ыласын исемле йәш дыуамал ҡара айғыр биләне.

  Аҙбарҙа кеше юҡ саҡта малай Ыласынға иркә һүҙҙәр менән өндәшә.

  Көндәр үтә торҙо, Йәғәфәр ҙә ҡыйыулана төштө. Бер ваҡыт ул ҡапҡа аша үрелде лә айғырҙың муйынынан һыйпаны. Ыласын күҙенең ағын әйләндереп ҡараны ла яй ғына ашауында булды. Малай уғата батырланды,кеҫәһенән тоҙ һипкән икмәк алды ла айғырға һондо. Малҡай икмәкте еҫкәгәндәй итте, әҙ генә аптырап торҙо ла ашай башланы.

  Бынан һуң Йәғәфәрҙең кеҫәһенән икмәк өҙөлмәне. Аҙбар саҡ ҡына һил булдымы, ул шунда ашыҡты,айғырҙы һөйҙө, уның бесәнен рәтләне. Ыласын да малайҙы ҡәнәғәт тауыш биреп ҡаршылай башланы.

                                        Диктант № 3 “Әсә шатлығы” 69 бит

  Мин ун бер йәштәрҙә булғанмындыр, яңы ғына уҡыуҙан ҡайтҡайным.

  • Балам, бар, килтер әле таныҡлығыңды!- тине әсәй.

  Мин быны сабырһыҙлыҡ менән көтә инем. Урынымдан нисек һикереп торғанымды белмәйем.

 Алтын хәрефтәр менән яҙылған ҡиммәтле ҡағыҙҙы әсәйемә килтереп бирҙем. Был – мәктәпте тамамлауым тураһында таныҡлыҡ ине.

 Билдәләр оялтырлыҡ түгел, бөтәһе лә “бишле”. Был – минең өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бәхет ине. Таныҡлығымды мең тапҡыр уҡығанмын, унда ни барын яттан беләм. Шулай ҙа уны әсәйем ауыҙынан ишетке килә.” Ни тиһең, әсәй, яраймы?”тигән ҡараш менән күҙҙәренә текәлдем. Яуап көтәм. Ул һалмаҡ ҡына күҙ йөрөтөп сыҡты ла:

-Рәхмәт, балам, рәхмәт, күҙ нурым, тырышҡанһың,- тине.

                   

            Диктант № 4 ”Дуҫтар” 12 бит

  Борис менән Камал утрауҙа үҙҙәре генә ҡалған. Улар нимә тураһындалыр шым ғына һөйләшә.

  Был утрау бер юғала, бер һыу аҫтынан ҡалҡып сыға. Уға ситке урам малйҙары хужа. Бында улар ниндәй генә серҙәр серләшмәй, ниндәй негә уйындар уйнамай! Йә бәһлеүән, йә партизандар командиры, һис юғында шәфҡәтле атаман булалар. Ошонда ғына Азаматтың өс тапҡыр Чапай,  бер тапҡыр Пугач булғаны бар. Ә Салауат булған маҡтың инде иҫәбе лә, һаны ла юҡ.

  Малайҙар  һөйләшеп туйҙылар ҙа һыу инергә тотондолар. Шунда улар төҫө ҡасҡан Азаматты күрҙеләр. Уға ни булған?

           

                      Диктант №5 Кемдәр шатлана? (69 -70 бит)

 Бер ваҡыт Йәмлиха яман сыйылдашып осҡан ҡарлуғастарға иғтибар итә ҡалды. Ҡыйыҡҡа күҙе төштө. Унда күршеләренең оло бесәйе! Йәмлихә йүгереп килде, һөйәп ҡуйылған ҡолғаны эләктерҙе лә ҡараҡ  бесәйгә ташланды.Бик ҡаты һелтәнеп йүгерҙе, ләкин бесәй етеҙерәк булып сыҡты. Әммә уның шул һелтәүеәллә күпме ҡыуаныс тыуҙырҙы, сөнки күктәә – ҡарлуғастар, ерҙә әсәһенең итәгенә тағылып йөрөгән малай шатланды.

  Бына ул көйәнтә- биҙрәләрен алды ла һыуға китте.Йәмлихаатлай, уның алдында ғына ҡарлуғастар осоп бара.

 Улар уны ҡоҙоҡҡа тиклем оҙата барҙылар. Бына Йәмлиха һыу алды, ә ҡарлуғастар уның баш осонда әйләнеп торҙолар, бөтмәҫ- төкәнмәҫ шатлыҡтарын һөйләй – һөйләй, серләшеп бергә ҡайттылар.

 

   

                                             

                6 класс

              Диктант №1”Көҙ етте”14 бит

Йәмле йәй үтте. Тәбиғәттә көҙ билдәләре күберәк күренә башланы. Болондар ҙа ,яландар ҙа үҙҙәренең йәшел төҫтәрен юғалттылар. Буш ҡалған иген баҫыуҙары ла көҙ башланыуы тураһында хәбәр итә.

Ағастарҙа һары япраҡтар күбәйҙе. Ҡоштар ҙа һайрауҙан туҡтаны. Ҡара ҡарлуғастар һәм торналар йылы яҡтарға осоп киттеләр.

Беҙҙе соғап алған тәбиғәт көндән-көн үҙгәрә бара.(50 һүҙ)

          Диктант №2 “ Башҡортостан- йырҙар иле”89 бит

Башҡортостан- йырҙар иле. Уға бары шундай ғына исем бирергә мөмкин. Башҡорт ерҙәренең шиғри исемдәре ниндәй генә йырға кермәгән дә, ҡайһы ғына яҡҡа барып етмәгән! Күкһелләнеп ятҡан Урал тауҙары, Ағиҙел, Ашҡаҙар, им, Һаҡмар, Танып, Ыҡ йылғалары йөҙҙәрсә башҡорт, татар йырҙарында йырланалар. Хатта ғүмерендә Өфөнө, Ағиҙелде, Димде, Һаҡмарҙы, Уралды күрмәгән татар кешеһе лә шул исемдәр менән йырҙар ижад итә. Татарҙар башлыса Кама, Вятка, Ыҡ, Сәрмәсән буйҙарында йәшәгәндәр.Әммә был йылғаларҙың исеменә арналған йырҙар беҙҙә бик һирәк.

  Башҡортостан- ул ысын мәғәнәһендә йырҙар бишеге, көйҙәр ватаны, музыка шишмәһе, шиғыр баҡсаһы.

                Диктант №3” Туғандар ҡәбере” 99 бит

  Латвия ерендә йәм – йәшел баҡсалары, нәфис фонтандары, готик стилдәге һарайҙары, тарихи йорттары менән дан тотҡан Лудзе ҡалаһы бар.Уның үҙәк өлөшөндәге киң майҙанда мөһабәт таш һәйкәл тора. Ҡулына эре- эре лавр япраҡтары тотоп, батырҙарса һәләк булған улдарын хөрмәтләп иҫкә алыусы Ватан-әсә һәйкәле был. Әсә иңенә ҡара плащ һалған, башына ҡап- ҡара ҡалпаҡ кейгән. Яңғыҙ әсә ҡайғылы уйсан күҙҙәрен туғандар ҡәберлегенә төбәгән.

  Унда башҡорт мәргәне Хәкимйән Әхмәтғәлин, татар ҡаһарманы Яҡуп Шәкүров, урыҫ баһадиры Михаил Шкураков, сыуаш батыры Матвей Чернов, ҡырғыҙ бөркөтө Тоҡомбай Тайгәрәев, тажик ыласыны Чутак Уразов, украин улы Петр Сыроежкиндар ерләнгән. Уларҙың тиңһеҙ батырлығы кемдәрҙе генә таң ҡалдырмай! (“Аманат”)

              Диктант  № 4“ Минең яратҡан һөнәрем”

  Бишенсе синыфта уҡытыусы беҙгә ошо темағаинша яҙырға ҡушҡайны. Мин оҙаҡ уйлап тормаҫтан:” Әллә нисәмә атты алмаштырырлыҡ тракторҙы һыңар ҡулым менән генә йөрөткөм килә”- тип башлап киткәйнем.

  Бына хәҙер механизаторҙар курсында уҡып сыҡтым. Икенсе йыл инде күрше колхозда трактор йөрөтәм. Теге йәки был рычагты һыңар ҡулым менән генә тарттыммы, тимер әзмәүер мин теләгән эште башҡара. Ә уның бер көйгә генә гөрөлдәүе нисек! Трактор тауышын ниндәйҙер дәртле бер көйгә оҡшатам мин.

  Ауылыма үткән ҡыш ҡына ҡайтып әйләнгәйнем. Шунан аҙаҡ ҡайтырға форсат булманы. Шуға ла көҙгө баҫыу эштәренән һуң әсәйем янына ҡайтып килмәксе булдым. Райондағы магазиндан әсәйемә сағыу биҙәкле күлдәкле тауар,шәлъяулыҡ, ҡуңыслы калуш алдым. (Н. Мусин.)105 бит.

                        Диктант № 5 ”Ҡара алтын”

Ә бит булған шундай замандар, ер майы үҙе өҫкә һарҡып сығып ятҡан. Кешеләр ҡоҙоҡ һымаҡ тәрән соҡор ҡаҙығандар, биҙрәләр менән һоҫоп сығарғандар нефтте. Аҙаҡтан, йылдар үтеү менән, нефть бик күп кәрәк була башлағас, уны ерҙең ҡатламдарынан эҙләй башлағандар. Ҡайҙа ғына бырауламайҙар! Геологтар һыуһыҙ сүлдәрҙе лә, диңгеҙ төптәрен дә, мәңгелек туң ҡоршаған төньяҡ киңлектәрен дә айҡап- байҡап сығалар. Тәүҙәрәк, дөм ҡараңғылаһәрмәнгән төҫлө, тоҫмаллап, ҡына ер төпкөлдәренә бырау төшөрәләр. Өмәттәр аҡланмайынса ҡалған ваҡыттар ҙа була.

   Шулай ҙа тәрәндә, бик тәрән ҡатламдар аҫтында йыйылып ятҡан нефть, газ байлыҡтарын асалар. Шул ятҡылыҡтарҙан миллионлаған тонна яғыулыҡ ер өҫтөнә торбалар буйлап урғыла, иҫәбе-хисабына сыға алмаҫлыҡ машиналарға хәрәкәт бирә.Ә нефть һаман етмәй, ә ул тағы ла күберәк кәрәк. Ҡайһы илдең нефте күп-шул ил ҡеүәтле. Нефть – алтын, “ҡара алтын” ғына түгел, ысын мәғәнәһендә алтын. (Ш.Янбаев.)115 б

                               

  7 класс 

                  Диктант № 1 Тәрбиәле бала.

Тәртипле баланың ҡулъяулығы, тарағы булыр. Үҙ ҡулъялығына битен,ҡулын һөртөр, үҙ тарағы менән сәсен тарар.Тәрбиәле бала һис ваҡытта ла аяҡ өҫтө ашап йөрөмәҫ. Тәртипле бала үҙ эшен үҙе эшләр. Кейемдәрен бысратһа, үҙе таҙартыр, әгәр үҙенең көсө етмәҫлек эштәр булһа, ул өлкәндәрҙән ярҙам һорар. (44 һүҙ) ( Р.Фәхретдин)

           

                     Биремле диктант № 2 Рәүеш.

Күп,алпан- толпан, бишләтә, боландай, хәҙер, бөтөнләй, йыш-йыш, бөгөн, үҙ-ара, һыбай, айыуҙай, минеңсә, берәм-һәрәм, бушҡа, башҡортса, юрамал, тиҙерәк, тулыр- тулмаҫ, көҙөн, ялан өҫ, асыҡтан- асыҡ, иртәнән һуң, ҡул алмаш, йөҙ түбән, арлы- бирле, элек- электән, аяҡ өҫтө, көскә- көскә, һуңыраҡ.

Эш. Рәүештәрҙең яһалышы буйынса төркөмләп яҙырға, улар янына ҡылымдар ҡуйырға.124 бит.

                         

              Диктант № 3  “Елбәҙәк таш”

Сеү! Ни был тағы? Һалдың башы нимәгәлер барып төртөлдө. Арттағы быуындар алдағыларын шаҡырлатып ҡыҫтылар, урталағы ике быуынды ҡыҫып уҡ сығарҙылар.

  • Һаййй! Малайҙар! Ярҙамға!- тигән тауыш ишетелде.

  Команда биргәнде лә көтмәнеләр, малайҙар һалды ҡотҡарырға ташландылар. Шаптыр-шоптор килеп, Миҙхәт өҙөлгән быуындарҙың береһенә барып менде. Лоцман, бау тотоп, уға ярҙамға килде.

  Айырым өлөштәрҙе берләштереп ҡуйғанда, таң атҡайны инде. Яғылған усаҡ янына Шакир менән Сабит килде. Уларҙың кейемдәренән лыстырлап һыу аға ине. Ул арала һал теҙмәһе өҫтөнән мышнай-мышнай Миҙхәт тә килеп етте.

  Бына шулай төрлө мажаралар менән һалсылар Өфөгә килеп еттеләр. Балаларҙы министр үҙе ҡаршы алды:

-Ә-ә-ә, килдегеҙме? Бына молодецтар! Ай-һай, ҡарағыҙ әле, ҡояшта нисек бешкәндәр! Шәп-шәп. Ә был ташты ҡайҙан таптығыҙ?

 - Елбәҙәк таш! Теге тауҙа ялтлап ятҡан таштар улар. Һо-һой, унда был таштар донъя! (К.Мәргән.) 136 бит.

                        8 класс

       Диктант № 1“Урман – тыуған төйәк”

Беҙҙең ауылды итәктәрендә ялбыр ҡайындар, түбәләрендә һырғый ҡарағайҙар үҫкән тауҙар уратып алған. Йәй көнө бөҙрә йәшеллеккә күмелеп ултырған ҡайындар ҡышҡы һыуыҡтарҙа ап-аҡ бәҫ, ә буран мәлдәрендә ҡалын боҙлауыҡ менән ҡаплана. Ҡарағайҙар иһә йәйге эҫегә лә, көҙгө ҡырауға ла, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарға ла бирешмәй, һәр саҡ йәшел, гелән мәғрур.

Төрлө йәнлектәргә ғәжәп бай ул беҙҙең тау-урмандар. Унда сығып йөрөгәнеңдә лапы аҫтынан тоҡор ҡуян сығып ҡасҡанын әй һонтор ҡойроҡло төлкө үтеп киткәнен күрергә мөмкин. Ҡарағай баштарында тейендәр ҙә, йүкәлек йә имәнлектә һуҫарҙар ҙа бар. Урман шырлығында бүреләр ҙә осрай, ғорур мышылар ҙа юлға килеп сыға. Ҡарағайлыҡта – һуйырҙар, ҡайын урманында яҡын-тирәлә ҡорҙар ҡаптырлашып оса. Һунарға сыҡтыңмы, һис юғында берәй ҡош-ҡорт атып алып ҡайтаһың

(Н.Мусин)

Контроль диктант № 2 ” Музыкант”

Өй эсендәмоң ағылды. Ҡурай        тауышына ла, гармун телдәренең сыңлауына ла оҡшамағайны ул. Разыя инәй берсә көмөш тәңкәләрҙең бергәләшеп зыңғылдауын, берсә тамсыларҙың ҡыйыҡ баштарынан, ағас ботаҡтарынан суп-суп итеп ергә тамған тауышын ишетте.

  Өйгә килеп ингәндә, бик йәлләүес күренгән, ҡарпыш ҡолаҡлы, һипкелле малай ҙа хәҙер икенсе ине. Ҡояшҡа бәбәктәрен асҡан мәк сәскәһендә алһыу йөҙөндә, саф ямғыр тамсыһындай мөлдөрәгән ҡара күҙҙәрендә, әле генә уйнауҙан туҡтаған нәҙек оҙон бармаҡтарында баяғы моң шаңдауы сыңлай һымаҡ тойолдо.

  Айсыуаҡ, эргәһендә музыканы ихлас тыңлаған һәйбәт кеше ултырғанға, туҡтау белмәй уйнаны. Ул байып барған ҡояштың һуңғы нурҙарына ҡараштарын текләгән дә ҡолас йәйеп уйнай. Айсыуаҡ алға эйелһә, эргәһендә ултырған Разыя инәй ҙә алға эйелә. Айсыуаҡ ҡалҡынһа, ул да ҡалҡына. Ейәненең уйнауын бирелеп тыңлай. (Ш.Насиров.)147 бит.

Контроль диктант № 3 “Ҡышлаусы ҡоштар”

Ҡыш. Бөтә ерҙә ап-аҡ ҡар һырынтылары. Урман тып-тын, ул уйға сумған төҫлө. Ҡар аҫтында һығылған ағастар әкиәттәге кеүек булып ҡалғандар.

Ғинуар беҙҙең яҡта бик ҡаты була. Һалҡындар хатта 40 градустан да уҙып киткеләй. Ыжғыр буранлы көндәр күп. Ел һыҙғыра, олой, ҡоторона, ләкин ул ҡапыл туҡтай. Һыуыҡ йомшара, тағы ла тынлыҡ урынлаша.

Тәжрибәле натуралист һәр саҡ ҡарҙа ҡышҡы йән эйәләренең эҙҙәрен таба. Бына ҡар өҫтөндә дегәнәк баштары туҙҙырылған, бында ҡарабаш турғайҙар ем эҙләгән.

Сел, һуйыр, ҡор кеүек ҡоштар сатлама һыуыҡтар үткәнен тәрән ҡар эсендә көтәләр. Тик һайыҫҡан, ҡарға, турғайҙар ғына көслө һыуыҡтарға бирешмәйҙәр, улар кеше йәшәгән урындарға яҡыныраҡ киләләр. Сөнки бында аҙыҡ табыуы еңелерәк уларға. Поляр өкөһө төньяҡта йәшәй, ә ҡышын беҙгә күсеп килә.

Башҡортостанда 70-тән артыҡ ҡош ҡышлай. Һеҙҙә ниндәй ҡоштар ҡышлай? Уларға һеҙ нисек ярҙам итәһегеҙ?

(“Совет Башҡортостаны”)

                Диктант  № 3 “Ырыу ораны”

Башҡорттар йәшәгән ҡурған төҫлө ҡалҡыу урынға дошман һөжүм итә. Алыш, ике-өс көн туҡтамай, алһыҙ- ялһыҙ бара.

 Ҡор башы, һыбайлыларын бергә туплап, сардауылға сығара. “Тоҡсаба” ораны яңғырай. Шул оранды ҡысҡырып, ҡыйҡыулашып, атлылар дошманға ташлана. Иҫ киткес алыш башлана: ҡылыстар айҡала, сафтар сайҡала, баштар киҫелә, аттар ауа.

  Яу инде тамамланды тигәндә, дошманға өҫтәмә көс килеп ҡушыла. Шул мәл ҡор башы, ҡарағош төшөрөлгән тыуҙы күтәреп, тағы оранлап, ҡалған яугирҙары менән тегеләргә ташлана. Ҡара көс, бындай алышҡа сыҙамайса, һырт бирә.

  Ҡары- ҡыпсаҡ ырыуы тарихында яу ошолай һүрәтләнә. Ҡыпсаҡтар боронғо тоҡсаба ырыуы менән тоҡомдаш. Тарихсылар яҙыуынса, тоҡсабалар урыҫ кенәзе Игорь менән һуғышта ла ҡатнашҡандар.

  Ана ҡайҙан тарих төпкөлөнән килә “Тоҡсаба” ораны.

      Диктант № 4 ”Бәхетле ер”

Беҙҙең яҡта кешенең кешелеген уның ҡатын- ҡыҙҙарға булған мөнәсәбәтенә ҡарап билдәләйҙәр. Мин дә шуға ҡушылам:” Илдең бөйөклөгөн, ундағы прогресты ҡатын-ҡыҙҙың хәленә ҡарап билдәләргә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ күҙ йәше аҡҡан ерҙә тормош шәп түгел, ә ҡатын-ҡыҙ йырлаған ер иһә- бәхетле ер”- тип әйтер инем.

 Әсә йыры- донъяла иң бөйөк йыр.Ҡалған бөтә йырҙар ҙа шунан башлана. Әгәр ҙә сәңгелдәк йыры булмаһа, һис шикһеҙ, бүтән йырҙар ҙа тыумаҫ ине. Ул ваҡыт, күрәһең, донъяла бәхет тә, шатлыҡ та әлегенән байтаҡҡа ҡайтышыраҡ булыр ине. Беҙ әсә йырын тиҫтәләрсә йылдар үткәс тә, тормошобоҙҙоң иң ауыр һәм иң бәхетле сәғәттәрендә иҫкә төшөрәбеҙ.

  Тау халҡы йүнһеҙ кеше тураһында: “Сәңгелдәктә ятҡанда, әсәһе, моғайын, уға йыр йырламағандыр”,- ти.

  Валентина Терешкова, ҡатын- ҡыҙҙарҙан беренсе космонавт, йыһандан әйләнеп ҡайтҡас, сит ил хәбәрселәре һорайҙар:”Яратҡан кешеңдең исеме кем?” “Әсәй”, - тип яуап биргән Валя. (Р. Ғамзатовтан.)188 бит.

                                 

   9 класс

                             Диктант № 1”  Яугир менән  ат  “

  Һуғышта ҡатнашҡан һыбайлы һәм яугир яҡшы белә: атының ҡаты яраланып, ҡан һауған эсен тырҡылдатып, йән бирә алмай ятыуын күреүҙән дә ауыр йөрәк ғазабы юҡтыр.Тик хәҙерге киноларҙа ғына кавалерист, әгәр ҡаты яраланып ауһа, һә тигәнсе пистолетын сығара ла уға мөлдөрәп текләгән, күҙҙәренән соборлатып йәш ағыҙып ятҡан атының маңлайына терәп ата ла китә. Дөрөҫ түгел был, дөрөҫ түгел! Быға ышанмағыҙ! Һуғышҡа үҙең менән тире һеңешкән башын һәр саҡ яурыныңа һалып, бер ҡарағанда йәшкелт, ә икенсе ҡарағанда муйыл кеүек сөм-ҡара күҙҙәре менән һиңә йәнтәслим бирелгәнлеген тик әйтә генә алмай текләп торған. Мең ғаләм араһында һине бер кем менән дә бутамай, үҙәге өҙөлөп көткән атыңды үҙ ҡулың менән атып китеү- үҙеңдең йән дуҫыңды атып үлтереү менән бер ул. (Р.Өмөтбаев.)

191 бит.

                         Диктант № 2 Бәхетле ҡартлыҡ

  Ҡунаҡтар оҙаҡ көттөрмәнеләр, иң элек ҡарсығы менән Ғариф ағай килде. Бригадир ҡунаҡҡа барғанда ғына һандыҡтан сығара торған төлкө тунын, ҡама бүркен, аяғына яңы быймаһын кейеп, билен яҫы билбау менән ҡымтып быуған. Ҡунаҡҡа барған саҡта ҡупшы кейенеү- уның яратҡан ғәҙәте.Берҙән, ул быға кеше алдында үҙеңде һынатмау, икенсенән, үҙҙәрен саҡырыусы хужаларҙы хөрмәтләү тип ҡарай. Шулай уҡ, уныңса, ҡунаҡҡа күстәнәсһеҙ барыу ҙа ҙур мөрәүәтһеҙлек һанала; уның был ҡылығын ҡарсығы Мәғфиә лә күптән үҙ итеп бөткән инде, ул да биш билле әҙрәс бишмәттән, эре суҡлы ҡалын шәлдән ине.

 Улар иҫәнлек- һаулыҡ һораштылар. Шул арала уҡ Ҡадир, уларҙы ололап, сисендерә башланы. Ғариф ағай:

-Иртә килгән урын өсөн, һуңға ҡалған тамаҡ өсөн,-тип һөйләнә-һөйләнә, түр башына менеп тә ултырҙы.

- Бер ҙә ҡартая белмәйһең, ғариф ағай,- тине Ҡадир, уның етеҙ хәрәкәтенә һоҡланып.

-Ваҡыт юҡ, ҡустым, ваҡыт юҡ. Күкрәк киреп йәшәр саҡ етте,үлемдән отсрочка һорап торорға тура килер, навернай. (Б.Бикбай)

                      Диктант  № 3 “Телдән төшмәҫ”

Рәми ағай Ғарипов йәштәрҙе яратыр ине. Ҡайһы бер абруйлы ағайҙар үҙҙәренең дәрәжәләре юғары булыуын мәле менән иҫкәртеп ҡуйһалар – ҙур шағир бер ваҡытта ла йәш дуҫтары алдында үҙенең өҫтөнлөгөн белгертмәне.Шунлыҡтан күңеле оло, үҙе бөйөк булды.

  Арабыҙҙа Рәми ағай юҡ.

  Донъялар буталып, әҙәп теҙгене бушап киткәндә:” Рәми ағай тере булһасы!”- тибеҙ.

 Билдәлелек заманы килде.Рәми Ғариповтың ҡайһы бер хыялдары тормошҡа аша һымаҡ: республика суверенитет яуланы, халыҡ үҙенең бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың 100 йыллығын билдәләп үтте. Кеше күңел азатлығын яулағанда, туған телебеҙҙең киләсәге, уға дәүләт статусы өсн көрәш барғанда, йәнә: “Рәми ағай тере булһасы!”- тибеҙ.

  Ярай әле, күңелдәренә халҡыбыҙҙың, Рәми Ғариповтың сая рухын алған, республикабыҙҙың, туған телебеҙҙең яҙмышы өсөн көрәшкән башҡорт улдары бар.

  Күңелдәрҙе күкрәтер яҙ килә. Яҙ яҡынайғанда, хәтерҙә шағирҙың аманаты яңғырай:

  Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,

  Телгә алыр улар мине лә.

 Сөнки мин киләсәк менән бергә

  Һаҡлап сыҡтым, телем, һине лә.

  Халҡым йәшәгәндә, шағир исем телдән төшмәҫ. (Т. Йосопов.) 203 бит.

                             

               Диктант № 4 Күңелле ине ул саҡтар

Әсәһе сәләмәт саҡта, ҡайһылай күңелле ине! Улар ял көндәрендә Дим буйына сыға торғайнылар. Иртәнсәк тымыҡ урамдар буйлап, селәүсен тултырылған ҡалай банка тотҡан һәм, мылтыҡлы һалдат һымаҡ, ҡармаҡ һаптарын иңбашына һалған Сәлих иң алдан бара;уның артынан биҙрә күтәргән әсәһе; ә иң арттан, йоҡоһо асылып етмәгән Рәшиҙәне елкәһенә атландырып, атаһы атлай.

   Өфө ултырған тауҙан һоҡланғыс күренеш асыла: тау аҫтында Ағиҙел тын ғына ағып ята; уға һалынған тимер күпер аша, төтөнөн аҡ шарфтай елберләтеп, поезд сығып бара; күперҙән бер ни тиклем үрҙәрәк Ағиҙелгә тымыҡ Дим килеп ҡушыла; ә йылға аръяғында күҙ иңләмәҫ яландар һәм урмандар. Тиҙерәк шул урмандарға!Һәм Сәлих тау аҫтына йүгереп төшөп китә.

  Дим буйында улар балыҡ тоталар, тәмле балыҡ һурпаһы бешерәләр, һыу керәләр, ҡомға ятып, ҡояшта ҡыҙыналар, туйғансы йоҡлайҙар һәм кисен генә, күҙ бәйләнер алдынан ғына, өйгә ҡайталар ине.

 Ә хәҙер Сәлих бер ҡайҙа ла сыға алмай: ауырыу әсәһен өс йәшлек һеңлеһе Рәшиҙәне ҡарар кеше юҡ.(Х.Мохтар.)

                   

                            7 класс   Дәүләт теле

                    Диктант № 1 Янғантау

Республикабыҙҙың Салауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.

Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.

Янғантау шифаханаһында быуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә 16-18 градус була. Һыуы шифалы: ашҡаҙан-эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла. (66 һүҙ) (Мәктәп календарынан.)

                         

  Диктант №2   Шәжәрә

Шәжәрә – ырыу тарихының йылъяҙмаһы. Башҡорттарҙа борон-борондан ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм уны һаҡлау йолаһы йәшәгән. Шәжәрәгә ырыуҙың ирҙәр исеме генә индерелгән һәм уларҙы иҫтә тотоу талап ителгән. Нәҫел-ырыу тураһындағы мәғлүмәттәр ныҡлы һаҡланылған, быуындан быуынға аманат рәүешендә ҡалдырыла килгән.

 Үҙеңдең шәжәрәңде белеү ғәҙәте башҡорттарҙа бик борондан һаҡланып килгән, элек 7 быуыныңды белеү ғәҙәти хәл булған. Хатта ата-бабаларын 10-12 быуынға тиклем белеүселәр бар.

 Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләрҙең әһәмиәте бик ҙур. (68 һүҙ.) (Мәктәп календарынан. )

                     Диктант №3  Халыҡ хаҡ һөйләй

Аҙ һөйлә, күп тыңла. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ. Һүҙҙебирә лә бел, үтәй ҙә бел. Ике уйла, бер һөйлә. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ. Балтаһыҙ урманға барма. Батырлыҡ яуҙа беленер, мәргәнлек ауҙа беленер. Үҙеңде ҙурлама, кешене хурлама. Һүҙеңдең башынан элек төбөн уйла. Башлай белһәң, бөтөрә бел, ала белһәң, килтерә бел. Кисеү күрмәй, итек сисмә. Ҡулың күтәрә алмаҫлыҡ суҡмарҙы билеңә бәйләмә. Ялған һөйләһәң - тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң – ҡотолорһоң. (69 һүҙ.)

  1. Үҙегеҙ белгән бер мәҡәл өҫтәп яҙығыҙ.
  2. Мөнәсәбәт һүҙҙәр, ымлыҡтар ҡулланып 3 һөйләм яҙығыҙ.

                6 класс Дәүләт теле

                   Диктант№ 1 Икмәк тураһында уйҙар

Беҙҙең илебеҙ икмәккә бай. Магазиндарҙа төрлө печенье, булка, бойҙай һәм арыш икмәктәре тулып ята. Икмәк – ул йәшәү көсө, бөйөк бәхет!

Ләкин игенде үҙе үҫтермәгән, аслыҡты бер ҙә күрмәгәнҡайһы берәүҙәр икмәктең ҡәҙерен белмәй. Урамдарҙа икмәк һыныҡтарын типкеләгәнде күрергә мөмкин. Шуға беҙҙең, оло быуын кешеләренең, эсе боша, күңеле әрней.

Икмәк – бөтә халыҡ байлығы.Уны ҡәҙерләргә, хөрмәтләргә, һаҡларға кәрәк! (61 һүҙ.) (А. Гиталовтан.)

                     Диктант № 2 Һыу-байлыҡ.

Һыу-тәбиғәттең иң киммәтле байлығы. Унан башҡа тормош юҡ. Башҡортостан йылға, күлдәргә бик бай. Беҙҙә 2000 күл, 52 ҙур йылға бар. Йылғаларҙың дөйөм оҙонлоғо 42 мең километр тәшкил итә, һәр квадрат метр ағын һыу тура килә.

Һыу буйҙары башҡорттарҙың борон-борондан яратҡан төйәге булған. Улар йылға, күлдәрҙең һәр береһенә тиерлек йырҙар, легендалар ижад иткән.

       Контроль диктант № 3   Файҙалы үтһен ялың!

Йәй минең иң яратҡан миҙгелем. Бөтә ер иҫ киткес матурлыҡҡа төрөнә. Урманға барһаң, серле тәбиғәт доньяһы асыла. Унда ниндәй генә сәскәләр, үләндәр үҫмәй, ниндәй генә ҡоштар һайрамай.

Йәй матур, әлбиттә. Ләкин мин матурлыҡҡа һоҡланып ҡына йөрөмәйем. Каникулымды файҙалы үткәрергә тырышам. Әҙәби китаптар, гәзит-журналдар уҡыйым.

Йәй көнө мин әсәйемә ярҙам итергә тырышам өй йыйыштырам, баҡсала емеш-еләккә һыу ҡоям, атайым, ҡоймаҡ ҡоям, торт бешерәм.

             

                           8 класс Дәүләт теле

                               Диктант  № 1   Көҙгө урман

           Көҙгө һуҡмаҡ буйлап терпе килә. Аяҡ аҫтында япраҡтар ҡыштырлай. Урман тыныс.

Уҫаҡ эргәһенән үтешләй терпе туҡтап ҡалды. Уның күҙе ерҙәге япраҡтарға төштө. Ҡып- ҡыҙыл, һап- һары булып, балҡып яталар түңәрәк кенә япраҡтар. “Ҡыҙыма алып ҡайтайым әле мин уларҙы, туйғансы уйнар”,- тип уйланы терпе  һәм эәнәләренә бер нисә чпраҡты сәнсеп тә алды. Аҡ ҡайын янынан үткән саҡта ла баҡыр төҫлө еп-еңел япраҡтарҙы күрҙе. Уларын да энәләренә ҡаҙаны.

  Күрһәгеҙ ине һеҙ терпене! Төрлө япраҡтарға күмелеп ҡайтып килә. Ҡыҙылы ла, йәшеле лә, көрәне лә, һарыһы ла бар.(84 һүҙ) (А. Йәғәф        әрованан)

          Контроль диктант №2  Балет.

Балет спектаклдәре тәүге тапҡыр Францияла ҡуйыла. 1581 йылдың 5 октябрендә Париж ҡалаһы сәхнәләренең береһендә сәнғәттең яңы төрө – балет күрһәтелә. Балет – бейеп башҡарылған спектакль ул. Бейеү менән моңло көй аша тамашасы спектаклде һүҙһеҙ ҙә аңлай. Балет спектаклен ижад иткәндә башта либретто яҙалар. Ошо либреттоға нигеҙләнеп, композитор көй ижад итә. Ә балетмейстер бейеүҙе көйгә һала. Балет артистары уларҙың хеҙмәтен тамашасыға еткерә. Бына шулай балет спектакле тыуа.

Башҡортостанда тәүге балет 1954 йылда ижад ителә. Шунан һуң бер-бер артлы балет спектаклдәре ҡуйыла башлай. (80 һүҙ.)

        Контроль диктант № 3 Ҡош юлы.

Бик борон булған был хәл. Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош юлы ла яралмаған, ти. Ҡайҙандыр алыҫтан, көньяҡтан, Урал тауы, Һаҡмар, Ағиҙел йылғалары буйҙарына торналар килеп йәйләр булған.

Бер йылды торналар йылы яҡҡа осҡан ваҡытта, ел-дауыл ҡупҡан. Бала торналар аҙаша, ҡайһылары арып, ергә төшә башлаған. Шул саҡ оло торналар, ҡалғандарына юл күрһәтең өсөн, ҡауырһындарын күк йөҙөнә сәскән. Улар йондоҙға әйләнгән. Торналар осҡан юлда ана шулай йондоҙҙар барлыҡҡа килгән. Ҡош юлы исеме шунан ҡалған. Рустар Ҡош юлын Млечный путь тип исемләгән. Уға хикәйәт тә сығарған. (85 һүҙ.)

               Диктант  № 4“Ай Уралым, Уралым

Ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, быылай тип яҙған башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти :” Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда” Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төнъяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далалары һәм Ҡаҙағстанға барып сыға.

  Мәғрур Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һоҡланып, ул “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр ижад иткән.

  “Урал” атамаһы башҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы һанала.

  1. класс Дәүләт теле  №1  Матур йылға

     Иҙел бит ул тәрән бит ул,

     Иҙел бит ул киң бит ул...-                                                                                

тип йырлана йырҙа. Ысынлап та, Ағиҙел йылғаһы – бик матур йылға. Уны элек йышыраҡ Иҙел, Аҡ Иҙел тип атағандар.

  Хәҙер /Ағиҙел буйлап пароходтар, теплоходтар, “Ракеталар”, “Метеор”ҙар, баржалар йөрөй.

  “Грозный” һәм “Быстрый” пароходтары 1858 йылда Ағиҙел буйлап тәүге һынау рейстары яһайҙар. Өфөгә килгән беренсе пассажир пароходының исеме “Ольга” була.

  Ул заманда пароходтар Өфөлә генә туҡталып ҡалмай, Стәрлетамаҡҡа тиклем күтәрелгән. Ошо хәл ул саҡта Ағиҙелдең мул һыулы, ҙур булыуы тураһында һөйләй.(83 һүҙ) (“Пионер” журналынан)

                 Диктант № 2  Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр.

  Аҙ һөйлә, күп эшлә. Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма. Ҡулың оҫта булһын, ҙең ҡыҫҡа булһын. Ҡуллана белмәһәң, ҡоралға үпкәләмә. Ҡыйын эшкә ҡыйыу бул. Ҡулы белгән бал ашар. Тырыштан тир кипмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ. Хеҙмәтең ҡаты булһа, тотҡаның татлы булыр. Асыу йыйма, аҡыл йый. Уңған кеше баҫҡан ерендә ут сығара. Егәрленең ҡулы ете.

         Диктант № 3 Башҡорттар

  Башҡорттар борон – борондан ҡунаҡсыллығы менән айырылып торған. Ҡунағын ул изге йән итеп күргән һәм уға иң һуңғы ризығын ашатҡан, һуңғы һарығын йәки атын һуйған.

  Үткән быуаттарҙы атаҡлы сәйәхәтселәр, ғалимдар, урыҫ яҙыусылары башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы тураһында бик күп хәтирәләр яҙып ҡалдырған.

  Урыҫ яҙыусыһы Ф.Д.Нефедов “Ҡымыҙҙа” тигән әҫәрендә былай тип яҙа: “Башҡортостан буйлап йөрөгәндә, һәр ваҡыт уларҙың тирмәһенә бара инем. Ҡунаҡсыл башҡорттар ҡымыҙ менән һыйлай торғайны”.

  Л.Н.Толстой ҙа башҡорттарҙа күп тапҡыр ҡымыҙ менән дауаларып ята. Уныңса, башҡорттар – байлыҡ артынан ҡыумаған ҡунаҡсыл, тоғро, ябай, инсафлы халыҡ. С.Г. Рыбаков, П.И. Добротворский, В.Н. Львов, П.П. Никольскийҙар ҙа үҙҙәренең әҫәрҙәрендә башҡорттарҙың килгән кешене кем икәнлеген һорап та тормай хөрмәт күрһәтеүҙәре тураһында яҙа.(100 һүҙ) (Башҡортостан календарынан)

                Диктант №  4    Июнь

Июнь-йылдың иң матур айы.Болон ,туғайҙар гөрләп сәскә ата.Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа ҡырҡтан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин.

Йылға,күлдәр өҫтөн ап-аҡ һәм һап-һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.

Май,июнь-ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты.Улар балаларына ашарға ташып бер була.Мәҫәлән,бәләкәй генә себен сәпсеге тәүлегенә 560 тапҡыр осоп,аҙыҡ килтерә.

Июндә күбәләктәр оса.Бал ҡорто күс айыра.

Июнь-тәүге еләктәр айы.Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә.

22 июнь-йыл эсендә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн.Бер нисә көн шулай тигеҙ тора,шунан йәйге көн ҡыҫҡара башлай.(92һүҙ) (“Йәншишмә”гәзитенән). 

         10 класс

Диктант № 1 “Башҡортостан ҡоштары”

  Аяҙ күктә, бейектә- бейектә, торналар тубы оса. Уларҙың моңло сыңрауы һауаларҙы ярып алыҫтарға тарала. Тыуған ерҙән туймаһалар ҙа, ҡышҡылыҡҡа туйынырыҡ ерҙәргә – йылы яҡтарға китәләр.

  Беҙҙең яҡтарҙа торналарҙың 14 төрө билдәле булһа ла, иң киң таралғаны –һоро торна. Оҙон ҡара муйынлы был ҡоштоң томшоғо йәшкелт һары була, башында аҡ ҡауырһындар үҫә, ҡойроғо ҡуйы, оҙон ҡаурыйлы, ҡарараҡ төҫтә, аяҡтары ҡара. Һоро торналар һаҙлыҡтарҙа, тәпәш ҡыуаҡтар араһында, ер өҫтөнә оя ҡора. Ғәҙәттә ике йомортҡа һалып, бала сығара. Улар үҫемлек, төрлө бөжәктәрҙе, тәлмәрйендәрҙе, кеҫәрткеләрҙе, ваҡ кимереүселәрҙе ашай.

  Был ҡоштарҙы атыу бөтә ерҙә лә тыйылған. Башҡорттарҙа борондан ҡаллған юрау ҙа бар – торна атһаң, ҡаза килә, тиҙр. Шуға ла халыҡта торналарҙың ояларын туҙҙырмайҙар. (107 һүҙ)

(Е.Кучеровтан.)

      Диктант № 2 “ Ҡышҡы урман”

  Быйылғы ҡарҙың күплеген әйтеп тә бөтрөрлөк түгел. Тау араларын, үҙән, йылға, соҡорҙарҙы өшөмәһендәр тигәндәй итеп ябындырған. Ул ғына етмәй, ҡарағайлы ҡалын урмандың ағастарын бөркәп, уларҙың ботаҡтары өҫтөнә уҡмашып – уҡмашып һалынап торалар. Хәлһеҙерәк ағастар. Көслө ҡарҙың ауырлығын күтәрә алмай, нәҙек оҙон кәүҙәләрен бөгөп ултыралар. Тик ҡарт ҡарағайҙар, эре ҡайындар, көслө имәндәр, ҡаты сағандар ғына ҡалын ҡарҙың ауырлығына бирешмәй, төп-төҙ булып, күккә ҡарап ултыра бирәләр. Ер өҫтөн ҡырпаҡ ҡар баҫҡандан бирле. Ҙур ҡара урмандың эсенә кеше аяғы баҫмаған. Урман үтә күҙ күреме ерҙәр бөтәһе лә саф, матур, пак, йомшаҡ ҡар бөртөктәре меннән ҡапланған. Улар ҡояшҡа гәлсәр бөртөктәренә оҡшап йымылдайҙар. (103 һүҙ) (Ғ. Дәүләтшиндан)

     Диктант № 3 “ Әсә ҡулдары”

Әсә!  Ер йөҙөндә иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ-әсә.

Шул һүҙ менән баланың теле асыла, һәм ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй наҙлы яңғырай.

Әсә кешенең мәрхәмәтле, шәфҡәтле ҡулдары белмәгән эш юҡтыр ул донъяла. Әсә йөрәге-иң тоғро һәм һиҙгер йөрәк, балаға булған мөхәббәт хисе унда бер ҡасан да һүрелмәй, балаһының яҙмышына ҡағылған бер генә нәмәне лә әсә йөрәге вайымһыҙ үткәрә алмай. Һәр кем-уйындан башҡаны белмәгән сабыйҙар ҙа, тормош кисергән сал сәсле өлкәндәр ҙә-әсә наҙына, уның мөләйем ҡарашына мохтаждар. Әсәйеңә мөхәббәтең ни ҡәҙер көслө булһа, тормошоң да шул ҡәҙәр шатлыҡлы һәм яҡтыраҡ була.

Диктант № 4     Тәржемә өсөн диктант “Капова пещера”

  Башкиры называют Капову пещеру Шульганташ. Она расположена на первом склоне реки Белой.

  Первое описание Каповой пещеры было выполнено 200 лет тому назад географом И.П. Рычковым. Особенно известнойстала Капова пещера в 1957 году. Тогда А.В. Рюмин открыл очень древние рисунки. Эти были мамонты, носороги, ликие лощади. Рисунки были выполнены красной охрой. В Каповой пещере много залов, коридоров. Стены залов и коридоров покрыты сталактитами.

  Из Каповой пещеры вытекает подземная речка Шульган. У выхода река образует Голубое озеро  - родник.

  Капова пещера – это прекрасный памятник природы и истории.

(По учебнику “ Родной Башкортостан”

Диктант   № 5 “Йәй”

Июнь-йылдың иң матур айы.Болон ,туғайҙар гөрләп сәскә ата.Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа ҡырҡтан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин.

Йылға,күлдәр өҫтөн ап-аҡ һәм һап-һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.

Май,июнь-ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты.Улар балаларына ашарға ташып бер була.Мәҫәлән,бәләкәй генә себен сәпсеге тәүлегенә 560 тапҡыр осоп,аҙыҡ килтерә.

Июндә күбәләктәр оса.Бал ҡорто күс айыра.

Июнь-тәүге еләктәр айы.Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә.

22 июнь-йыл эсендә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн.Бер нисә көн шулай тигеҙ тора,шунан йәйге көн ҡыҫҡара башлай.(92һүҙ)(“Йәншишмә”гәзитенән). 

              8 класс ( дәүләт теле)

  Изложение  № 1   “Тейен менән бүре”

Бер тейен, ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөй торғас, йоҡлап ятҡан бүренең тап өҫтөнә барып төшкән. Бүре һикереп  тороп уны тотоп алған да  ашамаҡсы булған.
— Ебәр мине,— тип ялбарған.

Бүре:
— Ярай, мин һине ебәрермен, тик һин миңә әйт әле, ниңә һеҙ, тейендәр, шул тиклем шат йәшәйһегеҙ? Миңә һәр ваҡыт күңелһеҙ. Ә һеҙгә ҡараһаң, гел генә һикереп, уйнап йөрөйһөгөҙ.

Тейен уға:
— Был турала мин ағас башынан әйтермен, ебәр, юғиһә, һинән ҡурҡам.
Бүре уны ебәрә, ағас башына менгәс, тейен:
— Уҫал булғаның өсөн һиңә күңелһеҙ, бүре.  Уҫаллыҡ һинең  йөрәгеңде өйкәп тора.Ә беҙ яҡшы күңеллебеҙ, бер кемгә лә насарлыҡ эшләмәйбеҙ,шуға күрә лә шатбыҙ.. (Л.Толстой буйынса.)

       

   Изложение №2  “Өйрәк ватылды”

  Булатты ауылға алып ҡайттылар. Иртә менән өләсәһе уға тәмле һөт эсерҙе. Ҡабарып бешкән күмәс телеме тотторҙо ла ҡаймаҡ  менән ашарға ҡушты. Сәй яһаны.

  Тамағын туйҙырып алғас, Булат ихатаға сыҡты.Унда тауыҡтар ем сүпләй ине.Ә ҡойроҡтары төрлө төҫкә буялған әтәс тирә-яҡты яңғыратып ҡысҡыра.

  Шул саҡ Булат ҡойма буйлап килгән өйрәк балаларын күреп ҡалды. Йүгереп барҙы ла береһен эләктереп тә алды. Теге үҙе йомшаҡ, үҙе пипелдәй. Ә ҡайҙа һуң уның бора торған асҡысы? Ергә ҡуйһаң, тегеләренә ҡарай ынтыла. Булат уны ҡабаттан тотто. Муйынын икенсе яҡҡа бороп ҡараны. Юҡ, бәпкә бойһонорға теләмәй.

  Оҙаҡ булашты Булат. Ниһайәт, өйрәк балаһы өнһөҙ ҡалды. Ул башҡаса йүгереп тә китмәне, пипелдәмәне лә.

  Кескәй малай, өйрәк балаһын ҡулына алып, өйгә инде.

  • Өләсәй, өйрәк ватылды,- тип илап ебәрҙе.
  • Йә хоҙай, бәпкәмде харап иткәнһең бит, балаҡайым. Эй шул ҡала, балаларҙың башын тимер уйынсыҡтар менән әйләндереп бөтөрә бит, - тип әрнене  өләсәһе. (М.Ғәли.)

         9 класс

             Изложение № 1“Ярыҡ ялғаш”

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бик һаран кеше. Ул шул тиклем һаран булған, хатта ҡарт әсәһенән бер телем икмәген дә ҡыҙғанған. Был ҡылығы өсөн уға Һаранбай тигән ҡушамат биргәндәр.

Бер ваҡыт ул шундай уйға килгән: "Был әрәмтамаҡҡарсыҡты Шайтан упҡынына алып барып ташларға кәрәк”. Шунан әсһен кәрәкмәгән ярыҡ ялғашҡа ултыртҡан да теге соҡорға алып киткән. Йөк тартырға ярҙамлашыр тип кесе малайын да эйәрткән.

Шайтан упҡынына төнләтеп кенә килеп еткәндәр. Һаранбай ялғашты түбәнгә этеп төшөрә башлағас, улы:

-    Атай, ялғашын төшөрмә, кире алып ҡайтайыҡ,  - тип ҡысҡырып ебәргән.

-    Нимәгә ул һиңә ярыҡ ялғаш?

-    Бәй, үҙең ҡартайғас, мин һине был упҡынға нимә менән килтереп ташлармын һуң?

Һаранбайҙың сәстәре үрә торған. "Ысынлап та, шулай була ҡалһа, эш харап бит”,  - тип уйлаған һәм әсәһен кире алып ҡайтып ҡәҙер – хөрмәт итә башлаған.

                                     (Башҡорт халыҡ әкиәте).

                       

                 Изложение №2 “Ағиҙел менән Яйыҡ”

Яйыҡ, Һаҡмар, Ағиҙел, Ҡариҙел, Нөгөш, Оло Эйек, Кесе Эйек — бөтәһе лә бер яҡтаныраҡ сыҡҡандар. Улар борон һөйләшә лә белгәндәр, ти. Былар һүҙ ҡуйышҡандар: «Бөтәбеҙ ҙә бер яҡҡа ағып барайыҡ. Төшлөккә ҡарай ағып китһәк, берәй ерҙә тағы ҡушылырбыҙ». Шулайтып, Урал буйлап киткәндәр.

Яйыҡ яй ғына төшөп киткән. Яй барһа ла, юлында ҡаршылыҡ булмағас, үҙе бер яры юл алған.

Эйек менән Һаҡмарҙарҙың юлында арҡыры ятҡан тауҙар осраған. Шулай ҙа күп булмаған. Улар ҙа ялан ергә килеп сыҡҡандар. Шунан бергә килеп ҡушылғапдар.

Ағиҙел менән Ҡариҙелдең юлында текә-текә тауҙар, ҡая таштар күп осрау сәбәпле, улар урау-урау юл үтеп, аҙаҡҡараҡ ҡалғандар. Артта ҡалғас, Ағиҙел тегеләргә ҡысҡыра икән.

— Эй, ҡайһы яҡҡа киттегеҙ һеҙ?

Эйек менән Һаҡмар тауыш бирергә итеп ҡараһалар ҙа, Яйыҡ уларҙы тыйған.

— Өндәшмәгеҙ, өндәшмәгеҙ. Беҙгә ҡушылмаһын. Китһен әйҙә үҙ юлы менән.

Ағиҙелгә тау-таш араһында бик күп йылғалар ҡушылған. Шуға уның һыуы ишәйгән, көсө күбәйгән. Яйыҡ шунан ҡурҡҡан. Был маҡтаныр, үҙ исемен тағыр, тип уйлаған.

Ағиҙел һаман киткән. Былар өндәшмәгәс, ул Көнгәк эргәһенән ҡырҡа боролоп, икенсе яҡҡа юл алған. Юл ыңғай башҡа йылғаларҙы ҡушып ала барған. Барған һайын көсәйеп, Ҡариҙелде юлдаш итеп алып, ул Камаға барып юлыҡҡан, унан тағы ла көслөрәк Иҙелгә ҡушылып, Каспийгә барып төшкән. Шул ваҡытта ҡараһалар, Иҙел бик ҙур, Яйыҡ бәләкәй генә.

Шулайтып, көнләшеү арҡаһында Яйыҡ һай һыулы булып ҡалған. Унда караптар ҙа йөрөй алмаған. Ә Ағиҙелдә, Ағиҙелгә ҡушылған Ҡариҙелдә (Иҙел менән Кама һыуын әйтеп тораһы ла юҡ) пароходтар йөрөп тора. Улар йырҙарҙа ла гел маҡталып ҡына йырлана.

Ошо хикәйәне һөйләй ҙә боронғолар, көнләшергә ярамай, ти торғайнылар.(Башҡорт халыҡ ижады.)

                7 класс Изложение “Тейен менән бүре”

Бер тейен, ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөй торғас, йоҡлап ятҡан бүренең тап өҫтөнә йығылып төшкән. Бүре һикереп тороп уны тотоп алған да ашамаҡсы булған. Тейен:

—   Ебәр мине, — тип ялбарған.

Бүре:

—  Ярай, мин һине ебәрермен, тик әйт әле миңә, ниңә һеҙ, тейендәр, шулай шат күңелле? Миңә һәр ваҡыт күңелһеҙ, ә һеҙгә ҡараһаң, һеҙ юғарыла һикереп уйнап ҡына йөрөйһөгөҙ, — тигән.

Тейен уға:

—  Һин иң элек мине ағас башына ебәр, унда менгәс, әйтермен, юҡһа мин һинән ҡурҡам, — тигән.

Бүре уны ебәргән, ә тейен агас башына менгән дә былай тигән:

—  Уҫал булғаның өсөн күңелһеҙ һиңә. Уҫаллыҡ  һинең йөрәгеңде өйкәп тора. Ә беҙ яҡшы күңеллебеҙ, бер кемгә лә насарлыҡ  эшләмәйбеҙ, шуға күрә шатбыҙ. (Л. Толстой буйынса.)

                         3 класс   дәүләт теле

          Контроль күсереп яҙыу №1” Ҡурай моңо”

                                          .

  Ҡайҙалыр ҡурай моңо һыҙыла. Моң йөрәктәргә үтеп инә.Ҡоштар ҙа, йәнлектәр ҙә, йылғалар ҙа тынған.Ә йөҙйәшәр ҡарағас, имән, шыршы, ҡарағайҙар ошо моңға хайран ҡалғандар. Улар аҡрын ғына тирбәлеп ойоп ултыралар.Хатта урман сәскәләре лә ошо моң тәьҫиренә бирелгәндәр. Улар тын алыуҙарын да туҡтатҡандар кеүек. Һеҙҙең ҡурай моңон тыңлағанығыҙ бармы?

Контроль диктант №2”  Үҙем тураһында“

  Мин- уҫаҡ ағасы. Яҙын япраҡты һуң ярам. Олоном таҙа, йомшаҡ. Йомшаҡ булған өсөн дә мине кешеләр әрсеп һайғау эшләй.Бүрәнәмдән өй һалалар, таҡта яралар. Минең утыным да үтә насар түгел. Йәй көндәре күберәк мине яғалар. Ҡыш ҡайырымды ҡуяндар ярата. Ә көҙөн урманға йәм биреп ултырам. Миңә һоҡланмаған кеше юҡ!

               Контроль диктант№3   Яҙ көнө.

Көн матур.Бөтә донъя тәбиғәттең яҙғы байрам шатлығы эсендә йөҙә.

Ана киң яландар, ҙур урмандар йәшәреп ултыра,бөтәһенең йөҙҙәрендә яҙҙың матур шатлығы балҡый.Матур ал, ҡыҙыл,һары,зәңгәр,күк сәскәләр был йәшел яландың йөҙөн матурлай.(35 һүҙ).

Өҫтәлмә эш:

* Һорауҙарға яуап яҙығыҙ.

1.Көн ниндәй?

2.Ниндәй сәскәләр яландың йөҙөн матурлай?

            Контроль диктант №4“ Йәйге ямғыр»

Эй ҡыҙыҡ та инде йәйге ямғыр. Ҡасан башланыуын да, ҡасан туҡтауын да һиҙмәй ҡалаһың. Ҡайҙандыр болот та сығып өлгөрҙө. Ямғыр күкрәп – йәшенләп ҡойоп та алды. Бына хәҙер күрегеҙ инде, әйтерһең дә. Бер ҙә яумаған.

Күктәге йондоҙҙар тәгәрәшеп төшөргә торалар. Ай түбән ҡарап тынып ҡалған. Йомшаҡ ҡына ел ағас япраҡтарындағы ямғыр тамсыларын ҡоя.

Урман эсендә бөтөнләй башҡа күренеш. Ямғыр һаман яуып торған кеүек. Киң япраҡтарын юл уртаһына тиклем йәйеп ултырған абағаларҙан, аҙ ғына ҡағылыу менән, ямғыр тамсылары сәселә. (77 һүҙ.)

                         

                      4 класс

                       Контроль күсереп яҙыу№1  Төнгө тынлыҡ.

  Бөтә донъя төнгө тынлыҡҡа сумған. Күктә тулы ай йөҙә, аҡ болоттар урала, йондоҙҙар емелдәшә. Һыу буйындағы бөҙрә талдар тынып ҡалған. Һыуҙа өйрәктәр ҙә, ҡаҙҙар ҙа күренмәй. Йылға әкрен генә ағыуын дауам итә. Урамдарҙағы һылыу ҡайындар, ялбыр сағандар уйға сумғандар. Кешеләр татлы йоҡоға талған.Ҡураларҙы һаҡлаған эттәр ҙә тынып ҡалғандар. Улар ҙа төнгө тынлыҡты һаҡлай. Тик һирәк-һаяҡ ат кешнәгән тауыштар ғына төнгө тынлыҡты боҙа.                                  

                          Контроль диктант №2

              Ҡышҡы күренештәр

  Ҡар бураны ҡупты. Епшек ҡар бөтә ергә һырыны.Шунан боҙлауыҡ яуҙы. Юлдар, тауҙар боҙ булды. Кешеләр, хайуандар тыйып ҡоланы. Ағастың ботаҡтары ла быяла кеүек ялтыр боҙ менән ҡапланды.

  Көньяҡтан йылы ел өрҙө. Ул ҡалын- ҡалын ҡар болоттарын ҡыуып килтерҙе. Эре күҙле йомшаҡ ҡар, ябалаҡ ҡар яуҙы.Уға күбәләк ҡар тип тә һоҡландылар. Ҡар бөртөгө балаларҙың ҡар бәрешеп уйнауын күҙәтте. Улар бейек көрткә сумдылар. Текә һырынтылар буйлап һырғалаҡ шыуалар. Өлкәндәр ҡар баҫып киткән юлдарҙы көрәне.

             Контроль күсереп яҙыу№3

                        Башҡортостан

Беҙ Башҡортостан тураһында кино ҡараныҡ. Республикабыҙҙың киң ҡырҙарын, ҡалын урмандарын, бейек тауҙарын күрҙек. Һыҙылып аҡҡан Ағиҙел, Ҡариҙел, Һаҡмар, Дим йылғаларына һоҡландыҡ.

Бына Өфө ҡалаһы. Уның киң урамдарында трамвайҙар, автобустар һәм троллейбустар, машиналар йөрөй. Халыҡ та бик күп. Туғыҙ һәм ун ике этажлы өйҙәр, театрҙар, музейҙар, төрлө һәйкәлдәр, фабрикалар, нефть эшкәртеү заводтары Өфөлә бик күп. Картина беҙгә бик оҡшаны.

         Контроль диктант №4

                       Йылы төн

Айлы төн. Күк йөҙө салт аяҙ. Ҡаршы тауҙар алыҫтан зәңгәр-зәңгәр булып

күренә. Ҡайҙалыр сыр-сыр сиңерткә ҡысҡыра. Күкшел арыш баҫыуынан йәшел һалам еҫе аңҡый. Ара- тирә йомшаҡ ҡына ел иҫеп ҡуя. Ул елгә бөтөнләй оҡшамаған. Йә эҫе ут ҡаршыһында биткә ҡағылып киткән һалҡынса әсә тынын иҫкә төшөрә.

  Юл урман эргәһенән көмөш таҫма булып һуҙылып ята. Ул алыҫ сәфәрҙән һуң ял итергә ятҡан сәйәхәтсене хәтерләтә. Тыныс һәм ләззәтле йоҡоға талған.(76 һүҙ.) (Р.Ғабдрахманов.)


                    4 класс

Диктанттар №1  Декабрҙә

Декабрь – ҡыштың тәүге айы. Декабрҙә йыш ҡына ҡар яуа. Ҡаты һыуыҡтар башлана. Йәнлектәр һәм ҡоштар ҙур ҡыйынлыҡ кисерә. Мышылар мөгөҙҙәрен ташлай. Төлкөләр ҡуян эҙенән ҡыҙыралар һәм сысҡан эҙләйҙәр. Декабрҙә көндәрҙең иң ҡыҫҡа һәм төндәрҙең иң оҙон ваҡыты. (37 һүҙ).

        2.  Яҙ килә

Яҙ килә. Көндәр йылына башланы. Ҡояш йылмая. Ҡар ирей. Ул көндән-көн йоҡара бара. Ҡыйыҡтан тамсылар тама. Шулай ҙа кискә ҡарай көн һыуыта. Тамсылар ҙа таммай башлай. Иртән тағы ҡояш сығыр, матур яҙғы көн ҡабатланыр. Тиҙҙән йылы яҡтан ҡоштар ҡайтыр. (40 һүҙ).

  1. Баш ҡала

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы.Эргәһендә генә Ағиҙел йылғаһы аға. Уға Дим һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушыла. Ҡаланың киңматур урамдарында трамвайҙар, автобустар һәм троллейбустар йөрөй.

Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл матурлана һәм йәмләнә бара.

                     

                                     

    2 класс                              

        Контроль диктант №1  Һин беләһеңме?

Урман бик файҙалы. Йылға, күл буйҙарындағы ағастарҙы ҡырҡырға ярамай. Ҡыуаҡлыҡтар ҡырҡылып бөтһә, йылғаларҙың һыуы кәмей. Күлдәр кибә. Йылғаларҙы башлап ебәреүсе шишмәләр ҡорой. Урманһыҙ ерҙә дым аҙ була. Шунлыҡтан иген насар уңа. Йылғаларҙа балыҡтар аҙая. Урманды һаҡлағыҙ, ағастар ултыртығыҙ!                                

     

         Контроль күсереп яҙыу №2 Ололар һүҙе
Яҡшылыҡ ерҙә ятмай.Ҡалған эшкә ҡар яуа. Батырлыҡ яуҙа беленә. Юртаҡ атҡа юл ҡыҫҡа.Хеҙмәте юҡтың хөрмәте юҡ. Уҡығандың теле икәү.

Ни сәсһәң, шуны урырһың. Үҙеңде ҙурлама, кешене хурлама.Белеме барҙың ҡәҙере бар.

 

               

               Күсереп яҙыу № 3 Дуҫлыҡ.

Дуҫлыҡ булғанда, донъя яҡтыра, йәмләнә,йәнләнә.Кешенең ышаныслы таянысы булыу –яҡшы күренеш. Таяныр кеше-дуҫ бит ул.Дуҫлыҡ ололарға ғына түгел, балаларға ла бик кәрәк. Бәләкәйҙән башланған дуҫлыҡ ғүмергә дауам итә, ундай кешеләр иң бәхетлеләрҙән иҫәпләнә.

             Контроль диктант №4 “Ҡуян”

Ҡояш Бөркөтлө тауы башына менеп баҫты. Ҡуян ояһынан сыҡты. Ул ҡаранып алды. Ике аяғын ҡушлап һул яҡҡа һикерҙе. Унан уңға һикерҙе. Сәйер тауышҡа иғтибар итте. Бал ҡорто икән. Балан сәскәһенән бал йыя. Ҡуян асыҡҡанын  иҫенә төшөрҙө. Ул матур еректе кимерергә тотондо.


         Контроль диктант  № 5 “Урманда”

 Күктә бер генә болот әҫәре лә күренмәй. Ел дә иҫмәй. Ҡояш ҡыҙҙыра. Урманда ҡоштар сутылдаша. Уҫаҡ япраҡтары әкрен генә ҡыштырлай. Эргәлә генә тынғыһыҙ тумыртҡа туҡылдай. Танауға хуш еҫ бәрелә. Сәскәдләр араһында бал ҡорттары безелдәй, сиңерткәләр һикерә. Төрлө төҫтәге күбәләктәр өйрөлә.

Әсәйем юлға сыға.

 Һуғыш ваҡыты. Атайым фронтта фашистарҙы туҡмап йөрөй, әсәйем колхозда

эшләй ине. Бер саҡ әсәйем, Яҡуп ағайҙың артлы санаһын егеп, Тимертауҙағы

өләсәйемде ҡунаҡҡа алып килде. Өләсәй бер-ике кис ҡунғайны инде, әсәйем

ҡайҙалыр китергә йыйына башланы.

 Әсәйем өндәшмәй. Бер аҙҙан һуң ул сөйҙәге тунын алып кейә, аҡ ҡалын

шәлен бәйләй, ә өләсәй уға тоғоноң биштәрен кейергә булыша. Шунан беҙ

өсөбөҙ ҙә ултырғыстарға ултырабыҙ: юлға сығырҙан алда шулай итәләр бит.

Шунан әсәйем ҡапыл урынынан тора, башта өләсәйҙе, унан һуң мине ҡосаҡлап

ала. Тышта ҡыш. үҙе төн, ә ул алыҫ юлға сыға. Әсәйем, тиҙ-тиҙ генә атлап,

ишеккә бара. Ул тағы беҙгә боролоп ҡарай ҙа: «Хушығыҙ!» — тип өй ишеген аса.

Бына ул ҡураға сыҡты, ә мин уның аяҡ тауыштарын ишетәм. Әсәйем ҡапҡаны

асып япты — инде урамда ҡар шығырлай.Тауышы алыҫая һәм аҡрыная бара:

шығыр... шығыр…

шығыр...

 Мин, йүгереп килеп, өләсәйгә һыйынам, ул минең башымдан һыйпай.

— Һинең һеңлең булһа, яратыр иненме? — тип һорай ул.

— Би-и-ик яратыр инем! (М. Кәрим.)

Эш. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе табырға, уларҙың составын

билдәләп, анализ яһарға.

Һайланма диктант.

Ҡушма һөйләмдәрҙе һәм хәл әйтеме булған һөйләмдәрҙе һайлап яҙырға.

Ат яратыу.

 Ауылдарҙа үткәрелә торған һабантуйҙарҙа ат сабыштары, мәңге юйылмаҫ- лыҡ

булып, кемдәрҙең күңел төбөндә уйылып ҡалманы икән! «Фәлән ауылда

фәләнсә көндә һабантуй үткәрелә», — тигән хәбәр ишетелгәс тә, йөрөк аты

булған кешеләрҙең йөрәгенә ут ҡабына, ул йоҡоһонан яҙа. Улар үҙ аттарын

сабышҡа әҙерләй башлайҙар. Уны «ат яратыу» тиерҙәр ине. Ләкин уның үҙ атын

яратыуын бер әҙәм дә белергә тейеш түгел. Сит кеше күҙе тейһә, атыңдан

өмөтөңдө өҙ — ул йә иң артта килә, йә яман сиргә һабыша.

 Хужа үҙ атын ҡояш ҡалҡырҙан алда, күрше- тирә ҡуҙғала башлағансы йөрөтә,

ә кисен, ҡояш байығас, донъя һил булғас алып сыға. Ат йөрөтөү теләһә кемгә

ышанып тапшырылмай : һабантуйҙа ул атҡа кем атланып сабырға тейеш, шул

малай йөрөтә.

 Башта, унар саҡрымға ебәреп, ат аҡ күбеккә төшкәнсе ҡыуалар ҙа бер нисә

көн таң ашырып алалар. Был инде атты таң атҡансы ашатмай тороу тигән һүҙ.

Шунан һуң ғына ҡоро бесән бирәләр. Аттың ауырлығы артмаһын өсөн, йәш

бесән биреү ҡәтғи тыйыла.

 Атты эсереү ҙә етди нормаға һалына: башта — бер юлы ике биҙрә, бер аҙна

үткәс — берәр биҙрә һыу үрелә; ә инде ат сабышыуға бер аҙна ваҡыт ҡалғас,

һыу ярты биҙрәгә ҡала. Ат йонсоп китмәһен өсөн, алдынан һоло өҙмәйҙәр.

 (Р. Өмөтбаев.)

Иҫкәртмәле диктант.

Яҙ башланды.

 Ҡыш нисек кенәә ҡарышмаһын, яҙ әкренләп булһа ла уны еңә. Иртәле- кисле

һыуыҡ бөтә ерҙе туңдырһа ла , көндөҙ, ҡояш күтәрелгәс, көн бермә- бер йылына.

Тәбиғәт күренеше һаман үҙгәрә, көндән-көн яңынан- яңы төҫ ала, биҙәлә.

Әлегәсә ап-аҡ булып ятҡан тау баштары ҡарая. Урман да элекке кеүек тыныс

түгел хәҙер — яланғас ағастар бөрөләнеп япраҡ ярырға әҙерләнә. Яҙҙың тәүге

йылыһына шатланып, ҡоштар оса. Ҡарабаш турғайҙар сырҡылдаша,

сыйырсыҡтар сырылдаша, күк йөҙөн иңләп осҡан ваҡ-ваҡ ҡына ҡоштар өйөрө,

бөтәһе бер юлы сыр- сыу килеп, юғары күтәреләләр ҙә, яңынан түбән төшөп,

ҡыуаҡлыҡтар эсендә юғалалар. Ғүмер буйы кәйефһеҙ күренгән тау сәпсектәре

лә, туй көнө яҡынлашҡанын һиҙеп, сикһеҙ шатланалар. Уралда ҡышлаған ҙур аҡ

өкө генә төньяҡҡа китергә ҡабаланмай, яҙғы ҡояш йылыһына иғтибар ҙа итмәй,

эргәһендәге сыбар ҡоштоң ҡарлыҡҡан тауышын тыңлай.

 Тиҙҙән ҡар бөтөнләй иреп бөтөр, боҙҙан ҡотолған йылғалар шаулап ағыр, тау

итәктәрендә умырзая ҡалҡыр, ер өҫтө йәшел үләндәр менән ҡапланыр.

 (Я. Хамматов )

Контроль диктант.Күңелле ине ул саҡтар.

 Әсәһе сәләмәт саҡта, ҡайһылай күңелле ине! Улар ял көндәрендә Дим

буйына сыға торғайнылар. Иртәнсәк тымыҡ урамдар буйлап, селәүсен

тултырылған ҡалай банка тотҡан һәм, мылтыҡлы һалдат һымаҡ ҡармаҡ

һаптарын иңбашына һалған Сәлих иң алдан бара; уның артынан биҙрә күтәргән

әсәһе килә: иң арттан, йоҡоһо асылып етмәгән Рәшиҙәне елкәһенә

атландырып, атаһы атлай.

 Өфө ултырған тауҙан һоҡланғыс күренеш асыла: тау аҫтында Ағиҙел тын ғына

ағып ята; уға һалынған тимер күпер аша, төтөнөн аҡ шарфтай елберләтеп,

поезд сығып бара; күперҙән бер ни тиклем үрҙәрәк Ағиҙелгә тымыҡ Дим килеп

ҡушыла; ә йылға аръяғында күҙ иңләмәҫ яландар һәм урмандар. Тиҙерәк шул

урмандарға! Һәм Сәлих тау аҫтына йүгереп төшөп китә.

 Дим буйында улар балыҡ тоталар, тәмле балыҡ һурпаһы бешерәләр, һыу

керәләр, ҡомға ятып, ҡояшта ҡыҙыналар, туйғансы йоҡлайҙар һәм кисен генә

күҙ бәйләнер алдынан ғына, өйгә ҡайталар ине.

 Ә хәҙер Сәлих бер ҡайҙа ла сыға алмай: ауырыу әсәһен, өс йәшлек һеңлеһе

Рәшиҙәне ҡарар кеше юҡ. (Х. Мохтар.)





“Башҡорт” һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан.

Борон-борон заманда беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, өйөр-өйөр мал көтөп , һунар итеп, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгәндәр, ти.

Бер ваҡыт улар, мал көтөр өсөн раыуыраҡ ер эҙләп,күсеп киткәндәр. Бик күп ер үткәс, балар бер көтөү бүрегә тап булғандар. Ошо көтөүҙе йөрөткән баш бүре көтөүенән айырылып сыҡҡан. Ул күсеп китеп бараусы кауран алдына төшкән дә юл башлап киткән. беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бүре артынан бара торғас, бик матур туғайлы йылғаларға, урманға, еләк-емешкә, йәнлеккә бай ергә килеп сыҡҡандар. Бындағы тауҙар, күккә олғашып, күҙ яуын алып торалар икән. Ошо ергә килеп еткәс, баш бүре туҡтаған. Ырыу ҡарттары бергә йыйылып : “Беҙ ошонан да матур ерҙе тапмайбыҙ, бындай ер донъяла юҡ, ошонда ғүмер итәйек,”- тигәндәр. Ошо матурлыҡҡа, байлыҡҡа тиңе булмаған тирмә ҡороп, мал үрсетеп, һунар итеп йәшәй башлағандар.

Шул ваҡыттан бирле ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен баш бүре артынан килгән кешеләр, йәғни “башҡорттар”, тип йөрөтөр булғандар. Борон бүрене “ҡорт” тип йөрөткәндәр. “Баш ҡорт артынан килеүсе халыҡ” тип әйтеү – “ баш бүре арынан килеүсе” тигәнгә тиң. “Башҡорт” һүҙҙе бына ошонан килеп сыҡҡан.

“Башҡорт” һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан.

Вариант

Боронораҡ ошо урманлы, таулы ерҙәрҙә Ҡыпсаҡ ырыуынан сыҡҡан бер ҡарт менән ҡарсыҡ йәшәгән. Ул мәл донъялар мәл булған. Күҙ күреме етмәҫ далаларҙа, ҡолағын ҡарпайтып, ҡылый күҙле ҡуян сапҡан, өйөр-өйөр булып боландар, тарпан аттар йөрөгән. Һыуҙа ҡондоҙ. Балыҡ күп булған. Ә тауҙарҙа сибәр өыр кәзәләре, олпат айыуҙар, ҡыйғыр ҡоштар төйәк тапҡандар.

Бабай менән әбей, ҡымыҙ эсеп, ҡорт аҫырап, һунарға йөрөп йәшәп ятҡандар. Оҙаҡламай уларҙың бер улы тыуа. Ҡарттар малайҙы, айыу тиреһенә төрөп. балыҡ майы имеҙеп, бик шәп итеп тәрбийәләгәндәр. Малай тик ятмаған, тулай-тулай үҫеп, айыу тиреһенә һыя алмай башлаған. Үҫеп ир ҡорона ингән. Ата-әсәһе вафат булғас, егет башы һуҡҡан яҡҡа юл тота. Бер тау ҡуйынында ул бик матур ҡыҙосрата. Улар бергә тора башлайҙар. Быларҙың балалары тыуа. Улары ла, үҫеп, буйға еткәс, өйләнеп ебәрә. Инде улдарының балалары була. Халыҡ ишәйеп, күбәйеп китә…

Йылдар үтә. Быларҙың тармағы ҙур бер нәҫел-ырыуға әйләнә. Бөтәһе бер ҡор булып йәшәйҙәр былар. Аталары ҡорҙоң башы була. Башҡорт һүҙе ана шул “ҡор башы”нан килеп сыҡҡан икән ул.

Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан.

Башҡотр тоҡомо Төрөк яғынан килеп сыҡҡан. Төрөктөң Ғәрбәлә тигән ҡалаһында бер туған дүрт ағай-эне йәшәгән. Бик татыу йәшәгәндәр былар, бик һынсыл булғандар. Бер саҡ оло ағалары төш күрә. Төшөндә уға бер кеше былай тип һөйләй: “Һеҙ бынан китегеҙ. Ни өсөн тигәндә, һеҙ бында йәшәгән кешеләр түгел, изге кешеләр, тотоғоҙ ҙа көнсығышҡа ҡарай китегеҙ, шунда рәхәтлек табырһығыҙ”.

Иртәнсәк тора ла был энеләренә һөйләй. Энеләре аптырап ҡала: “Ҡайҙа ул рәхәтлек? Ҡайһы яҡта ул көнсығыш тигән яҡ?” Береһе лә бер нимә лә белмәй. Икенсе көн ағалары тағы ла төш күрә. Теге кеше тағы ҡабат килеп әйтә икән: “Малдарығыҙҙы әйҙәгеҙ ҙә ҡаланы ташлап сығығыҙ. Һеҙ юлға сыҡҡас та, юлағыҙҙа бүре пәйҙә булыр, ул һеҙгә лә, малдарығыҙға ла теймәҫ, һҙ юлында булыр. Ана шул бүре туҡтағас, һеҙ ҙә туҡтағыҙ”,- ти.

Иртән торғас, былар йыйылып юлға сығыр булалар, ҡуҙғалып киткәс тә, бер бүре тап була, былар ана шул бүренең артынан юл алалар. Көнсығыш яҡҡа килә торғас, бына ошо илгә (Башҡортостандың Күгәрсен районына) еткән дә бүре туҡтаған . Артынан эйәреп килгән дүрт ағай-эне лә туҡтап, ер һайлап, дүрт урынға ултырғандар.

Дүрт ағай-эненең өс улы бар икән, улары ла үҙҙәренә урын алғандар. Шулай итеп, былар етеһе ете урында баш булып алғандар. Бына шунан башҡорт араһында “Ете ырыу” тигән һүҙ тороп ҡалған. Был ергә уларҙы ҡорт баш булып , эйәртеп алып килгәнлектән, ошо ете ырыуҙы “башҡорт” тип әйтер булғандар. Бына ошо ете туғандан башҡорттар таралып киткәндәр.






Предварительный просмотр:

                                     Минең йортом

Беҙҙең ауыл урман араһында урынлашҡан. Беҙҙең атайҙарыбыҙ һәм ағайҙарыбыҙ урман хужалығында эшләйҙәр. Уҡыусылар урманды һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашалар. Ҡырҡылған урман урынына ҡарағай, шыршы ағастары ултыртабыҙ. Урманды ҡороған ботаҡтарҙан һәм япраҡтарҙан таҙартабыҙ. Көҙ көнө ағас орлоҡтары йыябыҙ. Орлоҡтарҙы посылка менән мәктәптәргә ебәрәбеҙ. Был эштәребеҙ өсөн беҙгә урман хужалығы эшселәре рәхмәт әйтәләр, бүләктәр бирәләр.

                                Йыл миҙгелдәре. Көҙ

Сентябрь, октябрь, ноябрь – көҙ айҙары. Көҙ көндәр ҡыҫҡара, төндәр оҙая. Ҡайын, йүкә, саған ағастары япраҡтарын ҡоялар. Тәүлекләп, аҙналап ямғырҙар яуа. Һалҡын елдәр иҫә. Ҡоштар йылы яҡтарға китәләр. Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар ғына ҡала. Ҡуяндар, тейендәр һәм башҡа йәнлектәр йөндәрен алыштыралар. Баҫыуҙарҙа уңыш йыйыу тамамлана. Көҙ аҙағында төньяҡтан беҙгә ҡыҙылтүштәр осоп киләләр.

                                      Яҙғы каникулда.

Быйыл ҡыш бик һалҡын булды. Тик яҙғы каникулда ғына көндәр бер аҙ йылынды. Беҙ бер аҙна ял иттек. Был ваҡытты бушҡа үткәрмәнек. Ҡар иреүен, йылғала боҙ китеүен, ағастарҙың бөрөләнеүен күҙәттек. Башта ҡар аҡрын ирене. Төндә, иртәнсәк һәм кистәрен һыуыҡ булды. Аҙаҡ туңдырмай башланы.

Каникул көндәрендә беҙҙең мәктәптең ике уҡыусыһы район үҙәгендә слетта булып ҡайтты. Беҙ бергәләп кино ҡараныҡ, ата-әсәләргә концерт күрһәттек, китаптар уҡыныҡ.Каникул күңелле үтте. Хәҙер яңы көс менән уҡый башланыҡ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә яҡшы уҡыйбыҙ.

                                   Джинсы

Джинсы – кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән тығыҙ салбар. Уны Леви уйлап табып, эш кейеме итеп 1853 йылда беренсе тапҡыр донъяға сығарған. Тарихсыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, тағы ла итальян матростары ҡаты киндер салбар кейгән. Ул елкән тегеү өсөн елкәнле флот туҡымаһы булған.

“Ыштан булһа, шундай булһын” - тип әйткән Дженес. Генуя ҡалаһында итальян һүҙенән килеп сыҡҡан был исем. Унда елкән тегеү өсөн туҡыма етештергәндәр.

Шулай уҡ калын һәм ҡаты кизе-мамыҡтан яһалған туҡыманы Американың Техас штатындағы көтөүселәр (ковбойҙар) кейгән. Һуңынан ул махсус эш кейеме булараҡ ҡулланылған.

Ә хәҙер джинсы бөтә төр халыҡтың төп һәм модалы кейеменә әүерелде.

Иртән

Һоҡланғыс йәйге иртә. Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояш нурҙарында, һарғылт йәшел төҫкә инеп, әкрен генә томан күтәрелде. Күҙ яуын алып, үлән баштарында ысыҡ емелдәй, әйтерһең дә, аяҡ аҫтына һанһыҙ ынйы бөртөктәре һипкәндәр. Тәбиғәт әкренләп йоҡонан уяна. Ҡайҙалыр алыҫта һайыҫҡан шыҡырлағаны ишетелде. Уға яуап ҡайтарғандай, ике тапҡыр кәкүк тә саҡырып ҡуйҙы.

Туғайҙан һандуғас йыры ишетелде. Шуны ғына көткәндәй, таллыҡта турғайҙар сутырлаша башланы. Бар тереклеккә ҡыуаныс һәм өмөт биреп, яңы яҡты көн тыуҙы.

                Ҡурай моңо.

Ҡайҙандыр ҡурай моңо ишетелә. Моң йөрәктәргә үтеп инә. Ҡоштар ҙа, йәнлектәр ҙә, йылғалар ҙа тынған. Ағастар әкрен генә тирбәлеп ойоп ултыра. Урман сәскәләре лә ошо тәьҫиргә бирелгән. Улар хатта тын алыуҙан да туҡтаған кеүек.

Ә һеҙ, балалар, ҡурай моңон тыңлағанығыҙ бармы?

                                       Ғинуар.

Ғинуарҙа яңы йыл башлана. Ғинуар – беҙҙең Башҡортостанда иң һыуыҡ ай. Ыжғыр буранлы көндәр күп була. Әсе ел һыҙғыра, төндәрен ул олой, ҡоторона.

Селдәр, ҡорҙар, һуйырҙар ҡалын ҡар аҫтына күмелгәндәр. Улар сатлама һыуыҡтарҙың уҙғанын көтәләр. Тик һайыҫҡандар, турғайҙар ғына көслө һыуыҡтарҙа ла соҡсоналар. Улар кеше йәшәгән урындарҙан аҙыҡ эҙләйҙәр. Ябалаҡ үткер күҙҙәре менән ҡар өҫтөн күҙәтә. Ҡар аҫтындағы өңөнән сыҡҡан сысҡанды һағалай.

                         

                  Янғантау.

Республикабыҙҙың Салауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.

Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.

Янғантау шифаханаһында быуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә 16-18 градус була. Һыуы шифалы: ашҡаҙан- эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла.

               Һаулыҡ.

Тәбиғәт косағында бер ҡурҡыныс булыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ, ул-талпан.

Талпандың ҡайһы берҙәре энцефалит йоҡтора. Әгәр ул тәнегеҙгә ҡаҙалып өлгөрһә, ул урынға тәүҙә май йәки вазелин, йә кәрәсин, дегет, бензин һөртөгөҙ. 5-10 минуттан бөжәк тонсоға башлағас, уны һаҡ ҡына тартып сығарығыҙ. Урынын спирт, одеколон йәки йод менән эшкәртегеҙ.

Энцефалитты иҫкәртеү сараһын күрергә кәрәк. Вакцинаны ноябрь, декабрь айҙарында уҡ поликлиникала яһатырға була.

                    Ағиҙел.

Ағиҙел- республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы. Урал тауы итәгенән башланып, ул Башҡортостан аша 1400 километр самаһы ер үтә һәм бик күп ваҡ йылғаларҙың һыуын үҙенә йыя. Ағиҙел буйында Белорет, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалалары теҙелгән.

Ағиҙелдә параходтар, теплоходтар, баржалар, катерҙар йөрөй. Йылғаның аҡ тулҡындарына, бейек ҡаяларына һоҡланмаған кеше юҡ. Бына ниндәй ул йылғалар әсәһе Ағиҙел!

                     

                 Үҙе сәскә, ә үҙе сәғәт

Батыр менән Гөлнәзирә урманға еләк йыйырға барҙы. Икеһе лә тырызын тултырырға тырышты.

-Ҡайта һалайыҡ, ямғыр килә, - тине Батыр ҡапыл ғына.- Бына сәскәләргә ҡара әле: бәпембә күҙҙәрен йомған, япраҡтары һәленеп төшкән, туҡранбаш башын эйгән.

Ысынлап та, тиҙҙән ҡойоп ямғыр яуа башланы.

-Сәскәләр барометр кеүек икән дә! – тине Гөлнәзирә, ағас аҫтына йәшенеп.

-Улай ғына тиһеңме, сәскәләргә ҡарап ваҡытты ла белеп була. Мәҫәлән, ҡыңғырау сәскә таж япраҡтарын иртәнге етелә аса. Ябай ғына картуф сәскәһе лә – дөп-дөрөҫ сәғәт. Ул теүәл етелә асыла ла көндөҙгө өстә йоҡлай башлай.

Ямғыр нисек тиҙ килгән булһа, шулай ашығып китеп барҙы. Гөлнәзирә менән Батыр ҡайтырға сыҡты. Йәһәтерәк картуф сәскәһен ҡарарға ине: сәғәт нисә икән?

                     Ысын дуҫлыҡ

Ҡоштар ҙа оҙон ҡышҡа ныҡлап әҙерләнә. Бүрекле беснәкте генә алайыҡ. Ҡуңыҙ, үрмәксе, бойҙай, еләк – бөтәһен дә йыя. Тик уның аҙык-түлек туплау өсөн махсус һаҡлағысы юҡ. Ләкин ҡош аптырап ҡалмай. Һәр ағас һайын ярыҡ- бына һиңә меңәрләгән “келәт”.Бүрекле беснәк тапҡан һәр нәмәһен шунда йәшерә бара.

Бүрекле беснәктәр бер-береһе менән бик дуҫ. Йыйған ризыҡтарын бергәләп ашай улар. Аҙыҡ туплаған ағасты билдәләп тормайҙар. Кемдекен табып ашаһаң да ярай, тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Берәү бөтәһе өсөн тырыша, бөтәһе берәү өсөн көс түгә.

                     

    “Ай Уралым, Уралым”

Ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: “Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда”. Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төньяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далалары һәм Ҡаҙағстанға барып сыға.

Мәғрур Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һоҡланып, ул “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр ижад иткән.

“Урал” атамаһы башҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы булып һанала.

                               Исем серҙәре.

Кешенең исеме менән холҡо,яҙмышы араһында ниндәйҙер бәйләнеш барлығын боронғолар һиҙемләгән. Кешенең исеме уның үҙе тураһында күп нәмәләр һөйләй икән.

Кешенең исемен үҙгәртеп, уның яҙмышын да үҙгәртергә була, тигән ҡараш бар. Мәҫәлән, римдар, яҙмыштары ниндәйҙер икенсе боролош алһын өсөн, исемдәрен баш түбән әйләндерелгән хәрефтәр менән яҙгандар.

Чикаго табиптары раҫлауынса, исемдең кеше тормошона йоғонтоһо бик ҙур. Әгәр ул көлкөлө икән, кешенең бәләкәйҙән үк ҡаршы тороу позицияһына ҡуя. Бала үҙенә һәйбәт мөнәсәбәт өсөн көрәшергә тейеш була, һәм был уның холҡонда, психикаһында сағылыш таба. Инглиз терапевы Т. Уэстон билдәләүенсә, сәйер исемле кешеләр төрлө психик кәмселектәрҙән башҡаларға ҡарағанда йышыраҡ яфаланала.

                          Ҡыш”

Ҡарағайлыға ҡыш ҡапыл килде. Кис ваҡ ҡына ямғыр яуып торҙо. Ел һалҡын түгел ине.

Төндә һыуытып ебәрҙе. Дымлы ер өҫтө шаҡырлап туңды. Төньяҡтан һалҡын ел иҫте. Ул көсәйҙе, ас бүре кеүек олоно.

Таң алдынан буран күтәрелде. Ер менән күк бергә тоташҡандай булды. Хатта күрше йорттарҙы ла күрерлек түгел ине.

Кешеләр аптырап ҡалды. Ярты метрҙан артыҡ ҡар яуған, һырындылар өйөлгән. Бына шулай ҡыш башланды.

                            Тыуған төйәк

Июнь- йылдың иң матур айы. Болон, туғайҙар гөрләп сәскә ата. Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа 40-тан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин.

Йылға, күлдә өҫтөн ап-ак һәм һап-һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.

Май, июнь – ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты. Улар балаларына ашарға ташып бер була. Мәҫәлән, бәләкәй генә себен сәпсеге тәүлегенә 560 тапҡыр осоп, аҙык килтерә.
Июндә күбәләктәр оса. Бал
ҡорто күс айыра.

Июнь - тәүге еләктәр айы. Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә.

22 июнь – йыл эсендә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн. Бер нисә көн шулай тиғеҙ тора, шунан йәйге көн ҡыҫҡара башлай.