Рахимова Миляуша Миннуловна

Рахимова Миляуша Миннуловна

Ҙур рәхмәт Эльвера Сәхиулла ҡыҙы!!!

Кунафина Эльвера Сахиулловна

Рәхимова Миләүшә Миңнулла ҡыҙы, сайтығыҙ тулы һәм бай йөкмәткеле. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған технологиялар ҙур ярҙам булып тора. Дәресте планлаштырғанда, дәрестең формаһын асыҡлағанда, ниндәй методтар, алымдар ҡулланырға мөмкинлеген билдәләгәндә һеҙҙең сайттан үҙемә кәрәкле күп материалдар алдым. Эшегеҙҙә ҙур уңыштар һәм ижади бейеклектәр теләйем.

Рахимова Лариса Гаязовна

Бай йөкмәткеле сайтығыҙ менән таныштым, Миләүшә Миңнулла ҡыҙы. Үҙем өсөн файҙалы мәғлүмәттәр ҙә алдым, рәхмәт! Һеҙ ижади ҡарашлы, маҡсатлы уҡытыусы. Өлгәшкән уңыштарығыҙ бихисап, афарин! Артабан да ижади үрҙәр һеҙгә!

Эшемде күрә белеүегеҙгә ҙәр рәхмәт. Үҙегеҙгә лә уңыштар теләйем!!!

Юлай Раисович Мавлеткулов

Бөгөнгө көн талаптарының береһе - мәғариф хеҙмәткәрҙәренең шәхси сайты булыу. Ул, беренсе сиратта, коллегаларының менән тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып торһа, икенсенән, барлыҡ йыйылған эштәреңде бергә туплау урыны булып та хеҙмәт итә. Миләүшә Миңнулла ҡыҙының бай йөкмәткеле сайты менән танышып сыҡҡас, сайттың мөһимлеге, кәрәклеге нимәлә икәне аңлашыла. Унда уҡыусыларға ла, үҙебеҙгә лә кәрәкле бихисап мәғлүмәт табырға була. Дәрестә файҙалана алырлыҡ байтаҡ материалдар таптым һәм үҙемдең дәрестәрҙә лә ҡулланырмын, тип уйлайым. Киләсәктә лә коллегабыҙға ең һыҙғанып эшләргә, сайтығыҙ һәр ваҡыт тулыланып торһон, үҙегеҙгә лә, уҡыусыларға ла ижади уңыштар, яңы үрҙәр һәм бейеклектәр яуларға иҫәнлек-һаулыҡ юлдаш булһын, тип теләйем.

Бергә-бергә эшләргә булһын! Рәхмәт теләктәрегеҙгә!

Дәүләтбаева Раушания Радиковна

Миләүшә Миңнулла ҡыҙы,сайтығыҙ бик бай!Уҡытыусылар, ата-әсәләр, башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныусылар күп төрлө, файҙалы мәғлүмәттәр таба ала.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ҡиммәтле тәүсығанаҡтар булыуы туған телебеҙҙе тәрәнерәк һәм төплөрәк өйрәнеү өсөн ҙур ярҙамсы булып тора.Был сайтта башҡорт теленә һөйөү,рух, юғары мәҙәниәтлелек ярылып ята, күңел күтәренкелеге өҫтәй!Сайтығыҙҙа артабан да башҡорт теленең,уҡытыусылыҡтың бәҫен арттырырҙай материалдар көтөп ҡалам, яңы ижади үрҙәр теләйем!

Фекерегеҙ менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн рәхмәт!

Игҽлҽкова Cаимә Мутагаровна

Миләүшә Миңнула ҡыҙы!!! Һеҙ эҙләнҽүсән, ижади эшләүсҽ уҡытыусы.Балаларға бҽлҽм гҽнә түгҽл, туған тҽлҽнә, тыуған ҽрҽнә һөйөү тәрбиәләүсе мөғәллим. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ уңыштарға ирешеп, гимназиябыҙҙың бәҫен арттырыуығыҙға ышанабыҙ.Уңыштар һҽҙгә!

Рәхмәт! Изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Альбина Басырова

Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн бик файҙалы,кәрәкле материалдар тупланған. Бигерәк тә аудиояҙмалар булыуы оҡшаны. Ата-әсәләр өсөн дә мөһим мәғлүмәттәр бар. Сайттың артабан да тулыланыуын, үҙеңә яңынан-яңы уңыштар теләйем, Миләүшә Миңнулла ҡыҙы!!!

Ҙур рәхмәт!!!

Асянова Дильбар Даригатовна

Хөрмәтлҽ Миләүшә Миңнулла ҡыҙы! Сайтығыҙҙа һҽҙҙҽң эшмәкәрлҽк тулыһынса яҡтыртылған.Ижади эшләүҽгҽҙ, заман мҽнән бҽргә атлауығыҙ күрҽнҽп тора. Сайтығыҙҙа үҙҽмдҽң эшҽмдә ҡулланырлыҡ матҽриалдар таптым. Уҡыусыларығыҙҙың, үҙҽгҽҙҙҽң уңыштарығыҙ бик ҙур һәм юғары кимәлдә.Артабан да эшҽгҽҙҙә уңыштар, юғары бҽйҽклҽктәр тҽләйҽм.

Рәхмәт! Һеҙгә лә уңыштар теләйем!

Гульсум Мубаряковна Мунасипова

Сайт бик оҡшаны, үҙегеҙҙең, уҡыусыларығыҙҙың ижады, өлгәшелгән уңыштары ғорурланырлыҡ. Һеҙҙең ижади эшләүегеҙ, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, тәрбиәүи, заман талаптарына ярашлы дәрес өлгөләре ҡуйыуығыҙ маҡтауға лайыҡ. Улар - хеҙмәттәштәребеҙҙе һәм уҡыусыларыбыҙҙы ижади эшләргә һәм эҙләнеүгә этәргес. Үҙемдең эшемдә ҡулланыр материалдар алдым, дәрестә мотлаҡ ҡулланасаҡмын. Аудио- һәм видеоматериалдар ҙа ҙур табыш. Һеҙгә ижади һәм һөнәри үрҙәр насип булһын! Рәхмәт!

Гөлсөм Мөбәрәковна, йылы һүҙҙәрегеҙгә рәхмәт!

Добавить запись

Защита от спам-роботов