Региональный компонент

Галиакберова Рафина Акмановна
Региональный компонент

Национально-региональный компонент (родная природа, культурное наследие — памятники архитектуры, искусства, декоративно-прикладного искусства, художественно-ремесленные традиции, язык, обряды, фольклор, народные игры и др.) в дошкольном бразовании помогает детям ощутить и сознать свою принадлежность к своей «Малой Родине», к своему дому, воспринимая всю полноту ближайшего окружения, усваивая при этом общечеловеческие и национальные ценности в духовном, материальном и морально-эстетическом плане.

День национального костюма

Скачать:


Предварительный просмотр:

                                              Халыҡ уйындары

Маҡсат: 1) республикаға исем биргән ерле халыҡтың (башҡорт халҡының) теленә, тарихына, мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү (уятыу).

Кластан тыш сараның барышы.

  1.Инеш һүҙ.

   Халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫыбыҙ. Башҡорт халыҡ эпосы, легенда һәм әкиәттәренән күренеүенсә, уйындар, төрлө ярыш – һынауҙар борон – борондан халыҡ тормошонда бик ҙур һәм мөһим урын алған.

  Халыҡ уйындары халыҡтың тормошона һәм шөғөлөнә тығыҙ бәйләнгән, борон – борондан баланы тормошҡа әҙерләү сараһы булып хеҙмәт иткән.

  Халыҡ уйындары, йөкмәткеләренән сығып, ике ҙур төркөмгә бүленә: драмалы (сюжетлы йәки башҡарыусанлы) һәм хәрәкәтле (ҡағиҙәле) уйындар. Бынан тыш, балалар уйыны йыл миҙгелдәренә ҡарап та төркөмләнә, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре – ҡыш, икенселәре – яҙ, өсөнсөләре – йәй һәм көҙ көндәрендә генә уйнала.

  Бөгөн беҙ бейеүле – таҡмаҡлы уйындар күрһәтәсәкбеҙ.

  Бейеүле – таҡмаҡлы уйындар, ғәҙәттә, дәртле, көслө темперамент менән етеҙ башҡарыла, төҙөлөшө яғынан улар ике төп өлөштән тора: һәр уйнаусы тәүҙә түңәрәк буйынса әйләнеп, төрлө бейеү фигуралары яһай, үҙенең бейеү оҫталығын күрһәтә, унан, көйҙөң икенсе өлөшөндә тыпырлауға күсә.

 

2. Уйындар (таҡмаҡлы – бейеүле уйындар, һанашмаҡтар, таҡмаҡтар).

  1. Таҡмаҡтар. 

Ҡыҙҙар.

Ҡульяулығың алһыу-алһыу,

Алһыуға мандың мәллә?

Моңаяһың, һарғаяһың,

“Икеле” алдың мәллә?

Малайҙар:

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

 Исемдәре Миңлегөл.

Дәрестә йоҡлап ултырма,

Тәнәфестә уйна, көл.

Ҡыҙҙар:

Ағиҙелкәй бик шәп аға,

Тулҡыны ярға ҡаға.

“Икеләрең” бик күп булһа,

Тапшыр утиль – сырьеға.

Малайҙар:

Кисә алған белемдәрен

Тоҙлап һалған һауытҡа,

Белмәй килгәс, оҡшап ҡалған

Йөнөн йолҡҡан тауыҡҡа.

Ҡыҙҙар:

Беҙҙең синыф малайҙары

Тәнәфестә бик батыр

Дәрестәр башланды иһә,

Ултыралар “дер ҡалтыр”.

Бергә:

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, уҡыйыҡ,

Биреп бөтә теләкте.

Уҡыу бөткәс, бик һуң булыр,

Тешләп булмаҫ терһәкте.

  1. “Ҡурайсы” уйыны. (“Байыҡ” көйөнә)

       Ҡурай тауышын ишетеп,

        Беҙ сығабыҙ болонға.

       Ҡурайсы менән бергәләп

       “Кем ҡурҡты”ны уйнарға.

       Һай, һай, һай, һай

       Уйнап алайыҡ шунда.

       Ҡурайыңды беҙгә бир ҙә,

       Үҙең ҡарама бында.

       Түңәрәк буйлап тауышһыҙ

       Беҙ йүгереп йөрөйбөҙ.

       Шауламағыҙ, шауламағыҙ,

       Ҡағылып алһын берәү.

       Һай, һай, һай, һай.

       Мин түгел дә, мин түгел.

       Һай, һай, һай, һай,

       Кем ҡағылды, үҙең бел.

  1.  “Күрһәт әле, үҫкәнем” хороводы.
  • Күрһәт әле, үҫкәнем,

      Гөлдәр нисек үҫәләр?

  • Бына шулай, бына шулай,

      Гөлдәр шулай үҫәләр.

  • Күрһәт әле, үҫкәнем,

      Ҡоштар нисек осалар?

  • Бына шулай, бына шулай,

      Ҡоштар шулай осалар.

  • Күрһәт әле, үҫкәнем,

      Ҡыҙҙар нисек бейейҙәр?

  • Бына шулай, бына шулай,

      Ҡыҙҙар шулай бейейҙәр.

  • Күрһәт әле, үҫкәнем,

      Нисек күңел асалар?

-     Бына шулай, бына шулай,

      Күңел шулай асалар.

  1. Һанашмаҡтар.

Сахар – махар, помидор

Эс пус, дини пус

Бында торма,

Тиҙерәк ос!

Олоға – утын ярырға,

Ә һиңә сығып алырға,

Уртансыға – мейес  яғырға,

Ә һиңә ҡаҙан аҫырға,

Сәтәкәйгә - уйын башларға,

Балаларҙың күңелен асырға.

Бер бабай юлға сыҡҡан,

Тәгәрмәсе боҙолған.

Тәгәрмәсте төҙәтергә

Нисә сөй кәрәк булған?

Йә, әйт тиҙерәк!

 

 

 

 


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

« Төлкө менән торна »


Предварительный просмотр:

ҠЫШҠЫ НАРДУҒАН

Сәхнәгә бала-сағалар йүгерешеп сыға.

Балалар.

Нар-нар, Нардуғанға бар, бар!

Нардуғанға бармағандың күңеле булыр тар-тар.

1-се бала.

Нар-нар, нарына,

Бәхет бирһен барына!

2-се бала.

Мал-тыуарың түл йәйһен!

3-сө бала.

Бала-сағаң ит ейһен!

4-се бала.

Малың ашһын ҡуранан!

5-се бала.

Ашың ашһын буранан!

6-сы бала.

Илең-йортоң һил булһын!

7-се бала.

Күңелегеҙ киң булһын!

Хужабикәләр сыға.

1-се хужабикә. Һай, рәхмәт төшкөрҙәре! Изге теләктәрегеҙгә мең рәхмәт! Минән байрамға бер тауыҡ.

2-се хужабикә. Юрауығыҙ юш килһен, изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Минән әле генә мейестән сыҡҡан йылы икмәк.

3-сө хужабикә.

Минән  һеҙгә  бер  һарыҡ,

Етһен  һыйларға  барын,

Имен-аман,  байрам  итеп

Ҡышты  ҡышларға  яҙһын!

4-се хужабикә.

Бына  ете  баш  ҡорот,

Бергә-бергә  ултырып

Беҙгә  яҙһын  ашарға,

Нардуғанды  башларға!

5-се хужабикә.

Селлә  бабай  килеүгә,

Ҡышҡа  бит  Селлә  хужа,

Яман  сырхауҙар  булмаһын,

Әсетеп  ҡуйҙым  буҙа.

Минән  буҙа  бер  үнәк,

Бергә  эсер  беҙ  күмәк.

Бер күнәк сығарып тоттора.

Балалар.

Ҡот  килһен  малығыҙға,

Именлек  барығыҙға!

Донъялар  булһын  йәмле,

Ашығыҙ   булһын  тәмле,

Бала-саға   туҡ  булһын,

Сырхау, зәхмәт юҡ булһын!

        Байрамға  килеп, урынығыҙ  түрҙә  булһын,  апайҙар,  инәйҙәр!

Сәхнә өй итеп йыйыштырылған, түрҙә инәй ултыра. Ҡыҙҙар биҙәнеп-төҙәнгән була.

Ҡыҙҙар.

Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, Юлбарсы һайлайыҡ.

Бөтәһе бергә.

Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ. Нисек итеп һайлайбыҙ?

1-се ҡыҙ.

Әйҙәгеҙ, инәйебеҙ йомаҡ ҡойһон, кем дә кем бөтә йомаҡтарға  ла яуап  таба, шул  Юлбарсы  була.

Инәй.

Ярай, улай  булғас, тыңлағыҙ.

Тып-тып  бейей  сәпәккә,

Он  таҙарта  әпәккә.

Ауыҙы  юҡ, мороно  юҡ,

Үҙе  һәр  ваҡыт та  туҡ.

1-се ҡыҙ.

Иләк,  иләк.

Инәй.

Дөп-дөрөҫ.

Бабайым  килә  ҡағынып,

Аҡ  толобон   ябынып.

Был  кем  була  инде?

2-се ҡыҙ.

Ҡыш  була, инәй.

Инәй.

Дөрөҫ, ҡыҙым.

Йәй  ҙә  егет, ҡыш  та  егет,

Йөрөй  йәшел  кейем  кейеп.

1-се ҡыҙ.

Шыршы, йәшел  шыршы.

Инәй.

Һай, афарин,  балам,  дөрөҫ.

Ишектән  керә, түргә  уҙа,

Ҡулһыҙ  һүрәт  төшөрә,

Телһеҙ  тешләй.

3-сө ҡыҙ.

Һалҡын  була.

Инәй.

Дөрөҫ, ҡыҙым, тап  шулай.

Шәкәр  тиһәң, шәкәр түгел,

Һөт  тә  түгел - үҙе  аҡ,

Мамыҡ  тиһәң - мамыҡ  түгел,

Йә, был  нимә? Уйлап  тап.

1-се ҡыҙ.

Ҡар, инәй,  ҡар.

Инәй.

Ай,  Алла , дөп-дөрөҫ!

Утта  янмай, һыуҙа  батмай,

Тышта  таш  була,

Өйгә  инһәң, һыу  була.

4-се ҡыҙ.

Боҙ,  боҙ,  эйеме,  инәй?

Инәй.

Дөрөҫ,  балам,  дөрөҫ.

Ҡолаҡтарҙы  семетә,

Көй  ҙә  түгел,  бейетә,

Юрғалатып  йүгертә,

Бейәләйҙәр   кейҙертә.

1-се ҡыҙ.

Һыуыҡ,  ҡыш,  инәй,  шулаймы?

Инәй.

Тап  шулай, балам. Йә, кемегеҙ йомаҡтарға  күберәк яуап бирҙе?

Ҡыҙҙар. Гөлзәйнәп, Гөлзәйнәп.

Инәй.   Тимәк, Гөлзәйнәп Юлбарсы була. Ҡотлайым һине, ҡыҙым!

1-се ҡыҙ. Юлбарсы, Юлбарсы, Юлбарсыға кем ҡаршы?

Ҡыҙҙар.

Гөлзәйнәп - һин Юлбарсы,

Юлбарсыға   юҡ   ҡаршы.

Юлбарсы.

Ағастарҙы   япраҡ  биҙәй,

Сәскә  биҙәй  аҡланды,

Төндәрҙе   көмөш ай биҙәй,

Сулпан  биҙәй  сал  таңды.

Йылғаны  тулҡын   матурлай,

Ҡояш   нурлай   көндәрҙе.

Минең  дә гөл иткем килә

Тыуып   үҫкән   ерҙәрҙе.

2-се ҡыҙ. Булғас булһын, Юлбарсыға - матур күлдәк, тәңкәле камзул, башына ике яулыҡ. Береһен   алға, икенсеһен   артҡа   ҡайырып   бәйләйбеҙ.

Ҡыҙҙар Юлбарсыны кейендерә.

Инәй.  Егет-елкенсәк  килгәнсе, фал һалып алығыҙ әле, балалар.

Юлбарсы. Әйҙәгеҙ, өлкәндәр килгәнсе, фал һалып алайыҡ әле.

3-сө ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ! Кемдең күҙе кемгә төшкән, кемде ни нәмә көтә, барын беләйек эле, шаяртып көләйек әле.

Фалды ҡояш һымаҡ итеп түңәрәкләп ҡырҡылған ҡатырғаға йәки йоҡа таҡтаға һалалар. Балсыҡ урынына пластилин ҡулланырға мөмкин. Фал һалып уйнайҙар.

Юлбарсы.  Инәй, нимә  аңлата ул «Нардуған» һүҙе?

Инәй. Нар - ул монголса Ҡояш тигәнде аңлата. Нардуған - Ҡояш тыуған көн. Борон-борон заманда ата-бабаларыбыҙ Ҡояшҡа оҙон-оҙаҡ төндәрҙә, иң ҡыҫҡа кәндәрҙә мөрәжәғәт иткәндәр: «Нар туған, йөҙөң менән беҙгә борол инде!» көн оҙая башлағас, Ҡояш кешеләрҙе тыңлап, йөҙө менән борола башланы, тип ышанғандар. Был байрам декабрҙең 25-е байрам ителгән.

Юлбарсы.

Бөгөн   Ҡояш  тыуған  көн,

Оло  байрам  -  Нардуған.

Әйҙә,  бергә  әйләнәйек,

Барыбыҙ  ҙа  бер  туған.

Ҡулға-ҡул тотоношоп башҡорт халыҡ йыры «Нардуған»ды башҡаралар.

Һин  уртала, ә беҙ  ситтә

Әйләнәбеҙ   Нардуған,

Әйҙә, бергә әйләнәйек,

Нардуғанға   кил, туған!

Нардуған, Нардуған,

Нардуғанға кил, туған!

Ҡояшыбыҙ  берәү  генә,

Әсәйемдәй  йылы  ул,

Беҙҙе   иркәләй  ҙә  һөйә,

Нурҙар   уның  ҡулы  ул.

Нардуған, Нардуған,

Нардуғанға кил, туған!

Нар- Ҡояшым, нурлы бул,

Нардуғаным, йырлы бул.

Табыныбыҙ, һыйлы бул,

Матур шиғыр, көйлө бул!

Нардуған, Нардуған,

Нардуғанға кил, туған!

Ҡыҙҙар. Инәй, ноҡот һал әле. Кем килер икән беҙҙең байрамға?

Инәй ноҡот һала.

Инәй.

Оҙон-оҙаҡ  юл  булыр,  Беҙгә  кем  килә булыр?

Ноҡотҡа   берәүҙең   һыны  төшә:  үҙе ҡарт, үҙе дәрт,

Уның  байрамда   булыуы - шарт.

Селлә бабай килеп инә.

Селлә бабай. Бына, Нардуған байрамына   ашыға-ашыға  килеп  еттем.

Юлбарсы. Әйҙәгеҙ, Селлә бабайҙы бейетеп алайыҡ әле.

Балалар. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.

Бөтәһе бергә таҡмаҡ әйтәләр. Селлә бабай бейей.

Баҫ әле, Селлә бабай,

Оҫта баҫаһың ҡалай,

Беҙҙең менән йырлап-бейеп

Күңелең ас бер талай.

Баҫ, баҫ иҙәнгә,

Иҙәнебеҙ имән дә,

Рәхмәт һиңә байрамыбыҙ

Нардуғанға килгәнгә!

Селлә бабай бейеп туҡтай. Уны балалар ихтирам итеп иң түргә, инәй  эргәһенә, ултырталар. Сәхнәгә  балалар сыға.

Юлбарсы.

Нардуған, Нардуған,

Һөнәрең   күрһәт,  туған!

Нар-Ҡояш   нурға  тулған,

Йыр-бейеү  күрһәт,  туған!

Юлбарсы. Инәй, ә борон-борондан башҡорт халҡы тәбиғәткә табынған, тиҙәр. Нисегерәк булған ул?

Инәй. Борон-борондан халҡыбыҙҙың тәбиғәте һәм уның айырым күренештәрен йәнләндереп кенә ҡалмаған, бәлки һәр күренештең үҙ «хужаһы», үҙ  «эйәһе» бар тип уйлаған. Бына тыңлағыҙ әле, ер-һыу нисек күрһәтелә:

Ер-һыу - йөрәк тибешем,

Ер-һыу минең төп ишем,

Атайымдың төҫө ул,

Беләгемдең көсө ул,

Йөрәгемдең хисе ул,

Зиһенемдең көсө ул…

Ер-һыу тәне - кеше ул,

Ер-һыу кешенең ише ул,

Ер-һыуҙың ише - кеше ул!

Балалар. Ҡайһылай матур һүҙҙәр, эйе бит?

Инәй. Тап шулай, балалар.

Селлә бабай. Шуға күрә лә беҙҙең халҡыбыҙҙа ғына Йәйге Нардуған байрамы, йәки Аяу байрамы бар. Аяу айы тип июнь айы йөрөтөлгән. Был айҙа һунарға йөрөргә, балыҡ тоторға, ағас-урман ҡырҡырға, ҡош-ҡорттоң ҡанын ҡойорға рөхсәт булмаған. Был ваҡытта бар тәбиғәт бала үҫтерә, үрсей.

Юлбарсы. Рәхмәт, инәй, рәхмәт, Селлә бабай, ошондай бай мәғлүмәттәр өсөн.

Балалар. Рәхмәт, Селлә бабай, рәхмәт, инәй!

Юлбарсы. Ҡыҙҙар, малайҙар, әйҙәгеҙ, «Осто, осто» уйынын уйнап алайыҡ әле.

Балалар. Әйҙәгеҙ , әйҙәгеҙ.

Юлбарсы. Осто, осто торналар. Осто, осто мендәрҙәр. Осто, осто бураҙналар. Осто, осто тырмалар. Осто, осто сәүкәләр. Остолар ап-аҡ ҡаҙҙар. Остолар мамыҡ ҡарҙар. Осоп китер ҡышыбыҙ, осоп килер яҙыбыҙ. . Әйҙәгеҙ, ҡыш тураһында йырҙар йырлайыҡ әле. (йыр)

Әйҙәгеҙ, Ҡояшыбыҙға мөрәжәғәт итеп дан әйтәйек:

Нар-Ҡояшым сыҡ инде,

Һинән нурлы юҡ инде,

Ас һин яҡты күҙенде,

Күрһәт нурлы йөҙөндө!

Бөтәһе бергә.

Миһырбанлы   Ҡояшым,

Барына   нур  ҡояһың.

Донъялағы   бар   йәнлегең

Иркәләйһең,   һөйәһең.

Юлбарсы.

Малдарыбыҙға   һөт   килһен,

Йот    килмәһен, туҡ к илһен,

Ҡортобоҙ  осһон  кейәнән,

Ҡолон  тыуһын   бейәнән.

Тай-тулағыбыҙ   туҡ   булһын,

Тауығыбыҙ   күп   булһын,

Барыбыҙға - һаулыҡ,

Һаулыҡ  үҙе  ҙур  байлыҡ!

Селлә бабай. Киң ризыҡ, киң дәуләт бирһен, иҫләмәгән, уйламаған ерҙән ғәйеп ҡаҙналығы ризыҡтары бирһен, һәр ике бәндәгә киләсәген имен күреү насип булһын!

Бөтәһе бергә. Амин, шулай булһын!

Юлбарсы. Байрамыбыҙ урамда дауам итә. Рәхим итегеҙ урамға: ҙур байрамға!

 



Предварительный просмотр:

Мероприятие “День башкирского языка”

в старшей группе

(Дети забегают в зал встают полукругом)

Звучит гимн Республики Башкортостан.

Рафина Акмановна:

Добрый день! Уважаемые гости, и дорогие ребята!

Сегодня у нас большой праздник! День башкирского языка!

В нашей Республике Башкортостан живут  народы разных национальностей. У каждого народа есть свои особенности, традиции, культура. Все это отличает каждый народ друг от друга. Именно это заставляет людей гордиться за свой язык.

У каждого человека есть Родина и свой родной язык.

Каждый человек должен знать и хорошо говорить на своём родном языке.

Ребенок:

Есть у каждого язык, что родной навеки.

Без родного языка, нету человека.

Рафина Акмановна:

Доньяла иң-иң матур ил, Ул-минең тыуған илем.

Доньяла иң-иң матур тел, Ул минең тыуған телем.

Ребенок:

О, родной язык,певучий! О, родительская речь!

Что ещё на свете знал я, Что сумел я уберечь.

Рафина Акмановна:

«Балам»-тип, тыуған телдә, Өндәшә миңә әткәм.

«Әсәйем!-тип, әсәйемә, Мин тыуған телдә дәшәм.

Песня «Башкортостан»

Рафина Акмановна:

Дети, скажите, в какой республике мы живём?

Дети:

В Башкортостане.

1 Ребенок:

Башкортостан мой край родной!

 Горжусь и радуюсь тобой!

Твои долины, реки и поля –

Всё это ты, любимая земля

2 Ребенок:

Три цвета носит флаг республики моей.

Цвет синий – это ясность и чистота….

Цвет белый – миролюбие, открытость.

Зелёный – это цвет свободы, вечной жизни.

3 Ребенок:

Герб Башкортостана в зале на стене:

Салават Юлаев на лихом коне.

Храброго батыра солнце освещает,

И герой народный к миру призывает.

Рафина Акмановна:

Люди каких национальностей живут в нашей Республике?

Рафина Акмановна:

Правильно, но хотя они живут в Башкортостане, но свой

родной язык не забывают.

Ребята, чуваши, марийцы, татары которые живут в

Башкортостане приехали к нам из других республик.

В основном, большинство чуваш, татар, марийцев живут у себя

на родине. Чуваши живут в Чувашии, татары живут в Татарии,

Они там говорят на своём родном языке.

У них там свои обычаи, своя культура, свои праздники. Они,

как и мы любят песни, любят танцевать, играют в разные

подвижные и хороводные игры.

Давайте и мы с вами поиграем в  башкирские национальные  игры :

«Юрта», «Перенести яйцо в ложке». (Звучит башкирская музыка)

Рафина Акмановна: Молодцы дети, очень весело поиграли! Спасибо!

Ребята еще у каждого народа есть свой национальный костюм. Вот на нас башкирский национальный костюм. Одежда башкирской девушки, очень красива. Девушки носили длинное платье – кулдэк. Кулдэк украшали лентами, монетами, башкирским орнаментом. На платье женщины надевали нагрудную повязку, расшитую монетами и бисером. Поверх платья носили короткий безрукавный камзол. На ноги надевали кожаные башмаки.  Носили меховые шапки – бурек.

Рафина Акманона:

Каждый народ говорит на своём родном языке.

какой язык считается межнациональным языком?

Дети:

Русский.

Рафина Акмановна:

Правильно! Русский язык мы знаем все.

Рафина Акмановна:

Төрлө-төрлө телдә һөйләшсәк тә,Төрлө-төрлө милләт булһак та,

Тик бер беҙҙең тыуған илебеҙ,Тик бер беҙҙең тыуған еребеҙ.

Торһак та беҙ төрлө ерҙәрҙә, Без йәшәйбеҙ дуҫлыҡ илендә!

Һөйләшәбеҙ төрлө телдәрҙә, Аңлашабыҙ дуҫлыҡ телендә!

Танец «Башкирский флешмоб»

На этом наш праздник подошел к концу, мы желаем вам здоровья, счастья и мирного неба над головой. Спасибо всем!

Давайте все дружно попрощаемся на нашем государственном башкирском языке:

ВСЕ: Һау булығыҙ!!!!!