9 класс

"Башҡорт аты" темаһына өҫтәлмә материал


Башҡорт атына тиңдәр булмаҫ...

10-01-2012, 06:14 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Башҡорт атына тиңдәр булмаҫ...Башҡорт ҡымыҙы һәм аты бренд булараҡ күптән бөтә ил буйынса танылыу яуланы. Уларҙы яҡлау һәм һаҡлау кәрәклеген Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та билдәләгәйне. Беҙҙә ҡымыҙҙы яратып эсәләр, башҡорт аты ла күптән ихтирам яуланы. Бындай уңышҡа ошо тармаҡта ал-ял белмәй эшләгәндәрҙең фиҙакәр хеҙмәте һалынған. 119-сы йылҡысылыҡ заводы ла, һис шикһеҙ, шундайҙар рәтендә.
Был хужалыҡтың бөгөнгөһө нисек? Өфө янында милли йылҡысылыҡ паркы буласаҡ, тиҙәр, ул ҡасан төҙөләсәк? Ҡымыҙ етештереү табышлымы? Ошолар һәм башҡа мәсьәләләр тураһында завод директоры Рәдиф ХАЛИҠОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. 
– Рәдиф Рәйес улы, данлы тарихлы 119-сы йылҡысылыҡ заводының бөгөнгөһө тураһында бер аҙ һөйләп үтһәгеҙ ине. Ниндәй уңыштарығыҙ менән ҡыуандыраһығыҙ, ниндәй маҡсаттар ҡуйып эшләйһегеҙ?
– Беҙҙең завод йылҡы үрсетеү, ҡымыҙ етештереү, уҙыш аттары әҙерләү менән шөғөлләнә. 700 башҡорт тоҡомло ат менән 150 юртағыбыҙ бар. Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә: 1936 йылда нигеҙ һалынған предприятиебыҙҙың былтыр 75 йыллығын билдәләнек.
Уңыштарыбыҙ байтаҡ ҡына. Башҡорт брендтарының береһе – ҡымыҙҙы етештереүҙә һынатҡаныбыҙ юҡ. Уны йылына йәмғеһе 145 – 150 тонна әҙерләйбеҙ. Был – 18-19 миллион һумлыҡ продукция. Ә бына 2010 йылғы ҡоролоҡтан һуңғы табыш сығымды ҡапларлыҡ ҡына булғайны. 
Башҡорт атына тиңдәр булмаҫ...Ҡымыҙҙы “Матрица”, “Байрам”, “Полушка”, “Семерочка” һәм башҡа сауҙа селтәрҙәренә, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Нефтекама ҡалаларына һатыуға сығарабыҙ. Үҙебеҙҙең Ольхово ауылында, Өфөлә өс сауҙа нөктәһе эшләй. 
Хужалыҡтың 2 200 гектар ере бар, шуның 750-һе — һөрөнтө ер. Былтыр мул ғына уңыш йыйып алдыҡ. Малдарыбыҙ көр, ашлыҡ етерлек әҙерләнде. Аллаға шөкөр, элгәре йылғы кеүек уны һатып алырға тура килмәне.
Ҡымыҙҙы беҙҙән “Янғантау”, “Красноусол” һәм башҡа шифаханалар, туберкулез диспансерҙары һатып ала. Йәрминкәләргә лә сығарабыҙ. Беҙ етештергәне һәр ваҡыт халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.
Әлбиттә, республика етәкселегенең ярҙамы ла һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Мәҫәлән, ҡымыҙ етештереү өсөн субсидия үҫешкә өҫтәмә этәргес булды. Уға ярашлы, бер литр ҡымыҙға хәҙер 24,5 һум тирәһе ярҙам алабыҙ. Бер атты ҡарауға 3600 һум субсидия бүленә. Бындай тос ярҙам өсөн иң тәүҙә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Эрнст Исаевҡа рәхмәт белдергем килә. Ысынлап та, йылҡысылыҡты дәүләт ярҙамынан тыш үҫтереүе бик ауыр.
– Һеҙҙең аттар һатыуға ла сығарыла...
– Нәҡ шулай. Юртаҡтар өсөн йыл да аукцион ойошторабыҙ. Бигерәк тә 2010 йылда һатып алыусылар күп булды. Былтыр уҙыш аттарына ихтыяж әҙерәк булһа, байтаҡ хужалыҡтар ҡымыҙ етештереүҙе үҫтерә башлағанлыҡтан, башҡорт атын күп алдылар. Әйтеп үткәнемсә, республика Хөкүмәте улар өсөн субсидия бирә, шуға күрә йылҡыны беҙҙән алыу күптәргә отошло.
Кемдәр беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итә? Мәҫәлән, юртаҡтарҙы күпләп хужалыҡтар һәм, сер түгел, хәллерәк кешеләр ала. Ҡайһы берәүҙәр һатып алғандан һуң, уларҙы беҙҙең ҡарамаҡта ҡалдырыуҙы хуп күрә, ошонда тәрбиәләйҙәр, өйрәтәләр.
– Хужалыҡта ҡымыҙҙан башҡа аҙыҡ-түлек етештереләме?
Башҡорт атына тиңдәр булмаҫ...– Йылҡы ите, ҡаҙылыҡ әҙерләйбеҙ. Шулай ҙа төп йүнәлешебеҙ – ҡымыҙ етештереү һәм тоҡомло йылҡы малы үрсетеү. Ит етештереү беҙҙең өсөн отошло түгел, сөнки беҙ иң тәүҙә – тоҡомсолоҡ заводы. Әгәр беҙҙең аттарға һорау булмаһа, беҙ уны иткә әйләндереп һатыуға сығарыр инек. Мәҫәлән, әле аттарыбыҙҙы ике-өс меңгә еткереү мөмкинлеге бар, әммә көтөүлектәребеҙ сикләнгән. Ошо арҡала йәй малды Архангел, Ҡырмыҫҡалы ғына түгел, хатта Баймаҡ райондарына көтөүгә сығарырға мәжбүрбеҙ. Мәсьәләне хәл итеүҙә республика етәкселеге ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Бына шул осраҡта хужалыҡта башҡорт аттарын өс меңгә тиклем еткереп, итте лә күберәк етештереп булыр ине. Ә беҙҙең өсөн был отошло түгел, сөнки тоҡомло йылҡыларыбыҙҙы һатып алырға теләүселәр ярты йылға алдан сиратта тора. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең йылҡыны Ырымбур, Пермь, Тверь, Төмән өлкәләренән, Татарстан, Карелия, Бүрәт, Ҡырым һәм Ҡаҙағстандан һатып алыусылар булды. Мәҫәлән, былтыр ғына Татарстан, Сыуашстан республикаларынан, Ульяновск, Силәбе, Мәскәү өлкәләренән алдылар, баҡһаң, улар ҙа үҙҙәрендә ҡымыҙ етештереүҙе яйға һалыуҙы күҙаллай икән. 200-ҙән ашыу үрсем алғайныҡ, уларҙы ла ҙур теләк менән һатып алдылар.
– Ҡымыҙҙы йылдың ҡайһы миҙгелендә күберәк һорайҙар? Уны етештереү бөгөн отошло тип әйтеп буламы?
– Иң тәүҙә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә: беҙ етештергән ҡымыҙ тәбиғи. Шуға ла уны йыл әйләнәһенә һорайҙар. Шулай ҙа йәй һәм ҡыш ихтыяж күберәк, ә көҙ бер аҙ кәмей төшә, сөнки емеш-еләк өлгөрә. Әммә ҡымыҙ һәр миҙгелдә лә сәләмәтлек өсөн бик файҙалы, тип әйткем килә. Юҡҡа ғына күренекле урыҫ яҙыусылары Лев Толстой, Антон Чехов һәм башҡалар Башҡортостанға килеп дауаланмаған бит. 
Ғинуар – апрель айҙарында бейәләр һөттө әҙерәк бирә башлай, шуға ла етештереү кәмей. Беҙ был мәсьәләне лә хәл иттек – ҡымыҙ эсемлеге уйлап таптыҡ. Ул бейә һөтөнән яһалған әсетке нигеҙендә эшләнә. 
Бейә һөтө составы буйынса әсә һөтө менән бер. Шуға ла унан киләсәктә балалар өсөн ҡоро аҙыҡ эшләүҙе яйға һалырға ниәтләйбеҙ. Әлегә бындай аҙыҡты донъяла бер кем дә етештермәй. Был йәһәттән беренсе буласаҡбыҙ. Әйткәндәй, совет заманында япон эшҡыуарҙары менән ошо турала килешеү ҙә булған икән. Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында Көньяҡ Уралда балалар аҙығы етештереүсе һөт-консерва заводының проекты ла әҙерләнгән. Башҡортостанды ҡымыҙ етештереү һәм уны сит илдәргә сығарыу буйынса үҙәккә әйләндереү күҙ уңында тотолған. Советтар Союзы тарҡалғас, был тормошҡа ашмай ҡалған. Шуға күрә әлегә беҙҙең дә төп маҡсатыбыҙ – был эшкә инвесторҙар йәлеп итеү.
Ҡымыҙ етештереү – бик төшөмлө тармаҡ. Уҙыш аттары килтергән табыш менән сағыштырғанда ла был асыҡ күренә. Мәҫәлән, юртаҡ ҡолонлағанда уҡ беҙҙең сығым 89 мең һум тирәһе тәшкил итә. Аҙаҡ уны өйрәтергә, тәрбиәләргә кәрәк бит әле. Ә ҡымыҙ йыл әйләнәһенә табыш килтерә. Әгәр яҡын киләсәктә балалар аҙығы ла етештерә башлаһаҡ, килем икеләтә артасаҡ, тип көтәбеҙ.
– Шуға ла бөгөн ҡымыҙҙы һәр магазинда табырға булалыр...
– Эйе, уны халыҡ бик яратып эсә. Әммә бының икенсе яғы ла бар. Сер түгел: бөгөн ҡымыҙ тип магазиндарҙа йыш ҡына ялған продукция һатыуға юл ҡуйыла. Уйлап ҡарағыҙ, исмаһам, бер генә бейә тотмайынса, сауҙа нөктәләрен ҡымыҙ менән тәьмин итеү мөмкинме? Үкенескә ҡаршы, ундайҙар ҙа бар, улар әсеткенән генә ҡымыҙ яһап һата. Бер литр бейә һөтөнөң хаҡы һыйыр һөтөнөң ун литрына торошло, шуға ла ҡайһы берәүҙәр алдашыуҙы хуп күрә. Ундайҙар башҡорт ҡымыҙының исеменә тап төшөрә – ошоноһо икеләтә үкенесле.
Беҙ һәр ваҡыт сәләмәт конкуренция яҡлы. Алдаҡҡа юл ҡуйылырға тейеш түгел. Мәҫәлән, беҙҙән тыш, шәхсән мин белгәндәрҙән “Йоматау” шифаханаһы менән “Өфө дәүләт конюшняһы” ҡымыҙҙы ысын бейә һөтөнән етештерә. Ҡайһы берәүҙәр кеүек кәзә һөтөнән дә, башҡаһынан да түгел. Әлбиттә, бөгөн фермерҙар араһында ла ҡымыҙ яһаусылар байтаҡ, продукцияһының сифаты өсөн улар үҙҙәре яуаплы. Шуға ла магазиндан ҡымыҙ һатып алғанда, һәр кем дөрөҫөн белергә тейеш. 
– Йылҡысылыҡ буйынса туристик парк төҙөү тураһында ла һүҙ булғайны. Был проект нисек тормошҡа ашырыла? Ул ҡасан эшләй башлаясаҡ?
– Ул ошонда, хужалыҡ нигеҙендә булдырыласаҡ тип күҙаллана. Беҙҙә юғары кимәлдәге милли йылҡысылыҡ паркы булдырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Эргәлә генә Ағиҙел ағып ята, ҡаланан йыраҡ түгел, 28 саҡрымда ғына, урынлашҡанбыҙ. Үҙебеҙҙең ипподром, аттарыбыҙ бар. Ҡунаҡханалар төҙөләсәк. Шуға ла халыҡты, бигерәк тә балаларҙы, йәлеп итә алырыбыҙға ышанам. Һәр кем ғаиләһе менән килеп, ике-өс көн дауамында рәхәтләнеп ял итә аласаҡ. Ҡымыҙ барында бөтәһе лә рәхәтләнеп һыйлана, йылҡы итен, ҡаҙылыҡты тәмләп ҡарай аласаҡ. Шулай уҡ арбала, санала, һыбай йөрөү мөмкинлеге буласаҡ. Был йәш быуынды тәрбиәләүҙә лә отошло алым, минеңсә. Аттың аҡыллы хайуан икәнен уның менән таныш һәр кем белә. Шуға ла үҙебеҙгә туристарҙы йәлеп итеү эшен бөгөндән башлағанбыҙ. 
Әммә был мәсьәләлә тотҡарлыҡтар ҙа юҡ түгел. Әле беҙ федераль ойошма, республика ҡарамағына күсеү буйынса эш алып барабыҙ. Яҡын арала был проблема хәл ителергә тейеш. Шул ваҡытта инвесторҙарҙы йәлеп итеү ҙә еңелерәк буласаҡ. Республика етәкселеге тарафынан был маҡсатҡа аҡса планлаштырылған да инде. 
– Хеҙмәт алдынғыларын да билдәләп үтһәгеҙ ине... 
– Хужалыҡта эшенә яуаплы ҡараған, тырыш коллектив тупланыҡ. Бөгөн беҙҙә 102 кеше эшләй. Баш зоотехник Әкрәм Хөсәйенов, ат ҡараусы Григорий Аркадиев, ат өйрәтеүсе Анатолий Дмитриев, һауынсылар Таисия Хәмзина, Рима Дерюгина, Ольга Кушнарева – алдынғылар рәтендә. Беҙҙә хеҙмәт хаҡы ла һәр саҡ ваҡытында түләнә, уртаса ул айына 11 500 һум тәшкил итә.
– Ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?
– Ниәттәр элеккесә ҡала: тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеү. Йылҡы һанын арттырыу иҫәбе лә бар. Юртаҡтар әлегә етерлек, шулай ҙа яңыраҡ тоҡомсолоҡ өсөн Брянскиҙан ун ат алып ҡайттыҡ. Шулай уҡ туризмды үҫтереүгә бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Милли йылҡысылыҡ паркы тиҙҙән Өфө халҡын ғына түгел, ә бөтә республикабыҙҙы ҡыуандырыр тигән өмөт менән эшләйбеҙ.
– Яңы йылда яңы уңыштар насип булһын! Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
 
28.02.2017 НИК “Башкирская энциклопедия” http://xn­­80ab4e.xn­­­­7sbacsfsccnbdnzsqis3... 1/2 Просмотров: 861
БАШҠОРТ АТЫ, еген, менге‑еген, менге‑артмаҡлы урындағы тоҡом. Дала һәм урман типтары тоҡомдарынан килеп сыҡҡан, Башҡортостандың уртаса‑континенталь климатында йыл әйләнәһендә көтөүлектә йөрөп формалашҡан. Б.а. 17 б. алып Өфө губернаһы һәм Ырымбур губернаһында үрсетелгән, ш. уҡ Пермь губернаһы, Ҡазан губернаһы һәм Һамар губернаһында, Көнбайыш Себерҙә осраған. Хайуандар уртаса буйлы, килешле төҙөлөшлө, яҡшы үҫешкән мускулатуралы, тығыҙ конституциялы. Башы тура профилле, маңлайы киң, киҙәгәйҙәре (аҫҡы яңаҡтарының һөйәк мөйөштәре) бер­береһенән йыраҡ урынлашҡан. Муйыны йыуан, ҡыҫҡа, мундаһы тәпәш, арҡаһы киң, төҙ, осаһы уртаса һалынҡы. Ялы һәм ҡойроғо ҡуйы, оҙон. Аяҡтары ҡыҫҡа, ныҡ һөйәкле, тояҡтары ҡаты. Айғырҙың уртаса үлсәмдәре: мундаһының бейеклеге — 144 см, кәүҙәһенең ҡыя оҙонлоғо — 150, күкрәк әйләнәһе — 175, енсек әйләнәһе — 19,5 см, тере ауырлығы — 460 кг; бейәнеке ярашлы рәүештә 140, 145, 170, 18, 410. Иң күп таралған төҫтәре: аҡһыл ҡола, туры, ерән, ҡола. Башҡа тоҡомдарҙан оҙаҡ йәшәүе, юғары үрсемле булыуы м‑н айырыла (ҡара: Продукция йылҡысылығы). Бейә һөтө ҡымыҙ эшләүҙә ҡулланыла. Б.а. йөк ташыу һәм а.х. эштәрендә, ат спортында, һөт һәм ит алыу өсөн ҡулланыла. Талымһыҙ, сыҙамлы, эйәр аҫтында, йөк ташыуҙа, еккелә юғары эш һәләтлелегенә эйә. Арба юлынан 700—1000 кг ауырлыҡтағы йөктө тарта ала. Кәүҙәһе оҙонса формала булғанлыҡтан, аҙымы йомшаҡ һәм һыбайлыны талсыҡтырмай. Йыл әйләнәһенә көтөүлектә (ҡара: Тибен) йөрөүгә яраҡлашҡан. Бейәләрҙә — көтөү рефлексы, айғырҙарҙа өйөр инстинкты үҫешкән (ҡара: Өйөр йылҡысылығы). Ат башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтендә ҡулланылған. Б.а. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813— 14) юғары баһа ала. Француз ген. Ж. де Марбо үҙенең мемуарҙарында “башҡорт атлыларын бер ниндәй юл да ҡыйынһындырмай. Улар, һағыҙаҡ күсе кеүек, бөтә ерҙән килеп сығалар. Уларҙы ҡыуып етеү бик ҡыйын”, — тип яҙа. Б.а. ҡыйыу һәм ныҡышмал булыуы, һыбайлыға ышанысы, идара итеү еңеллеге, оҙаҡ ваҡыт сабып йәки юртып барыу һәләте хәрби белгестәр тарафынан юғары баһаланған. Аттарҙың сыҙамлылығы махсус күнекмәләр аша тәрбиәләнгән. 1990 й. һөт төшөү осоронда бер бейәнән уртаса һауым яҡынса 2300 кг булған “Ирендыкский” махсуслашҡан һөтлө завод тибы сығарыла. 1991 й. Б.а. халыҡ селекцияһы ысулы м‑н сығарылған тоҡом статусы бирелә. БР‑ҙа тоҡом аттары иҫәбе 8200 (2003), 2000 (2009) тәшкил итә. Б.а. м‑н тоҡомсолоҡ эштәре респ. 22 хужалығында (йылҡысылыҡ заводы № 119, Баймаҡ тәжрибә­производство хужалығы, “Өфө” дәүләт завод ат аҙбары, Әбйәлил р‑нының “Ишҡол” ЯСЙ һәм Баймаҡ р‑нының “Төйәләҫ” ЯСЙ) алып барыла (ҡара: Йылҡысылыҡ). Б.а. үрсетеүҙең файҙалы булыуы Ауыл хужалығы институтында (Ю.С.Кинйәбаев, М.А.Лоҡманов, В.С.Мурсалимов, И.А.Сайгин, Б.С.Сатыев, И.Ә.Әхәтова һ.б.) өйрәнелә. Әҙәб.: Сайгин И.А. Башкирская лошадь и пути её улучшения. Уфа, 1955; Свечин К.Б. Коневодство в Башкирии. Уфа, 1974. В.С.Мурсалимов Тәрж. М.Н.Моратш