Ата-әсәләргә ярҙамға

Ата-әсәләргә психолог кәңәше:
  1. Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
  2. Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
  3. Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булдырығыҙ.
  4. Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
  5. Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
  6. Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
  7. Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
  8. Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
  9. Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
  10. Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
  11. Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
  12. Баланы кәмһетмәгеҙ.
  13. Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
  14. Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
  15. Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
  16. Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
  17. Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.

*Барыһынан да бигерәк, балағыҙға бер ҡасан да, бер ниндәй хәлдә лә таныш булмаған кешеләрҙән тәм-том әйберҙәре, аҡса ниндәй ҙә булһа бүләк алырға, шулай уҡ үҙе, ғаиләһе һәм өйө тураһында һүҙ башларға ярамағанлығын аңлатығыҙ.Балаларҙың иғтибарын йәлеп итергә тырышыусы енәйәтселәрҙең “эш методы” бер үк: эт йәки башҡа хайуанды күрһәтеү йәки табырға ярҙам итеү, кәнфит, шоколад, һағыҙ, уйынсыҡ биреү кеүек мауыҡтырғыс тәҡдимдәр.

* Биш йәштән бәләкәйерәк балаларҙың өҫ кейеме эсенә фамилияһын, исемен һәм йәшен күрһәтеп яҙылған туҡыма киҫәге тегеп ҡуйырға кәрәк.

* Балағыҙҙы ишектәге “күҙ”ҙән файҙаланыу ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ.Әгәр “күҙ” аша тышҡы яҡта бер кеше лә күренмәһә, ишекте асмаҫҡа кәрәк.

     Насар компания үҫмерҙәр өсөн генә тип уйлаһағыҙ- яңылышаһығыҙ. Беренсе класс уҡыусылары өсөн дә насар дуҫтар шулай уҡ ҡурҡыныс.

    Шулай итеп, тәртипле, аҡыллы тип йөрөгән малай сығырҙан сыҡҡан хулиганға, ә тыйнаҡ, оялсан ҡыҙ тупаҫ, оятһыҙ “әхирәт” кә тап булырға мөмкин.Әлеге “дуҫлыҡ” ҡа ҡаршы сығып ҡына нәтижәгә ирешеп булмаясаҡ. Шуға күрә, баланың үҙен кешеләрҙе танырға өйрәтеп ҡарарға кәрәк:

1.Балағыҙҙың дуҫтары менән танышығыҙ.Бының өсөн уларҙы өйөгөҙгә саҡырығыҙ.

2.Мәктәп, дуҫтар тураһында бала менән күбәрәк һөйләшегеҙ, ҡыҙыҡһынығыҙ, әммә балағыҙҙың дуҫтары хаҡында насар һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылығыҙ, киреһенсә, баланың үҙенә дуҫы эшләгән батырлыҡ тураһында уйланырға тәҡдим итегеҙ. Мәҫәлән, ул уҡытыусыға тупаҫ яуап ҡайтарған, ти. “Әгәр уҡытыусы урынында һинең апайың йәки әсәйең булһа, ни эшләр инең?”- тигән һорау биреп ҡарағыҙ.

3.Әгәр инде дуҫлыҡ кәрәгенән артыҡ икән, балағыҙҙы төрлө секцияларға, түңәрәктәргә яҙығыҙ.Уның хулиган дуҫы менән аралашырға ваҡыты кәмейәсәк һәм дуҫлыҡ үҙенән үҙе һүнәсәк.

 

 

 

Башҡорт телен өйрәнеүгә ярҙамға интернет-һылтанмалар:

 

1. Русса-башҡортса тәржемә итеү өсөн https://ru.glosbe.com/ba/ru/ .

2. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре: https://incubator.wikimedia.org/wiki/Wq/ba/

3. БСТ телепроекты – Мин башҡорт телен өйрәнәм: http://tv-rb.ru/teleproekty/poznavatelno-razvlekatelnye/ya-uchu-bashkirskiy-yazyk/