Ата-әсәләргә кәңәштәр
КӘҢӘШТӘРСкачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 28 КБ | |
| 24 КБ | |
| 23.5 КБ | |
| 36.5 КБ | |
| 23.5 КБ | |
| 24 КБ | |
| 16.01 КБ | |
| 18.1 КБ |
Предварительный просмотр:
Ата-әсәләр ҡолағына
*Барыһынан да бигерәк, балағыҙға бер ҡасан да, бер ниндәй хәлдә лә таныш булмаған кешеләрҙән тәм-том әйберҙәре, аҡса ниндәй ҙә булһа бүләк алырға, шулай уҡ үҙе, ғаиләһе һәм өйө тураһында һүҙ башларға ярамағанлығын аңлатығыҙ.Балаларҙың иғтибарын йәлеп итергә тырышыусы енәйәтселәрҙең “эш методы” бер үк:эт йәки башҡа хайуанды күрһәтеү йәки табырға ярҙам итеү, кәнфит, шоколад, һағыҙ, уйынсыҡ биреү кеүек мауыҡтырғыс тәҡдимдәр.
* Биш йәштән бәләкәйерәк балаларҙың өҫ кейеме эсенә фамилияһын, исемен һәм йәшен күрһәтеп яҙылған туҡыма киҫәге тегеп ҡуйырға кәрәк.
* Балағыҙҙы ишектәге “күҙ”ҙән файҙаланыу ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ.Әгәр “күҙ” аша тышҡы яҡта бер кеше лә күренмәһә, ишекте асмаҫҡа кәрәк.
Насар компания үҫмерҙәр өсөн генә тип уйлаһағыҙ- яңылышаһығыҙ. Беренсе класс уҡыусылары өсөн дә насар дуҫтар шулай уҡ ҡурҡыныс.
Шулай итеп, тәртипле, аҡыллы тип йөрөгән малай сығырҙан сыҡҡан хулиганға, ә тыйнаҡ, оялсан ҡыҙ тупаҫ, оятһыҙ “әхирәт” кә тап булырға мөмкин.Әлеге “дуҫлыҡ” ҡа ҡаршы сығып ҡына нәтижәгә ирешеп булмаясаҡ. Шуға күрә, баланың үҙен кешеләрҙе танырға өйрәтеп ҡарарға кәрәк:
1.Балағыҙҙың дуҫтары менән танышығыҙ.Бының өсөн уларҙы өйөгөҙгә саҡырығыҙ.
2.Мәктәп, дуҫтар тураһында бала менән күбәрәк һөйләшегеҙ, ҡыҙыҡһынығыҙ, әммә балағыҙҙың дуҫтары хаҡында насар һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылығыҙ, киреһенсә, баланың үҙенә дуҫы эшләгән батырлыҡ тураһында уйланырға тәҡдим итегеҙ. Мәҫәлән, ул уҡытыусыға тупаҫ яуап ҡайтарған, ти. “Әгәр уҡытыусы урынында һинең апайың йәки әсәйең булһа, ни эшләр инең?”- тигән һорау биреп ҡарағыҙ.
3.Әгәр инде дуҫлыҡ кәрәгенән артыҡ икән, балағыҙҙы төрлө секцияларға, түңәрәктәргә яҙығыҙ.Уның хулиган дуҫы менән аралашырға ваҡыты әҙәйәсәк һәм дуҫлыҡ үҙенән үҙе һүнәсәк.
Предварительный просмотр:
Ата-әсәләргә кәңәштәр
1. Ғаиләлә яҡын, ихлас һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырығыҙ.
2. Балағыҙҙы "Хәйерле иртә" тип уятығыҙ, һәм... яуап талап итмәгеҙ, тыныс ҡына уҙ эшегеҙ-ҙе дауам итегеҙ. Яңы көндө күтәренке кәйеф менән башлағыҙ, ә ыҙғыш-талаштан түгел.
3. Бала менән һөйләшкәндә уның күҙҙәренә ҡарағыҙ.
4. Психик һаулыҡтың борондан билдәле булған: "һин яҡшы, әммә бүтәндәрҙән бер яғың да артыҡ түгел" формулаһын бала күңеленә һеңдерегеҙ.
5. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөргә онотмағыҙ.
6. Баланан ғәфү итеүен һорай, үҙегеҙ ҙә кисерә белегеҙ.
7. Холҡондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе ваҡытында курә белегеҙ һәм хуплағыҙ.
8. Бала һеҙҙән һәр саҡ яҡлау табырына, ышаныслы таяныс булырығыҙға ышанырға тейеш. Ярҙамға мохтаж сағында һәр саҡ әҙер булыуығыҙҙы белдерегеҙ.
9. Уның менән аралашыу өсөн көн һайын "айырым ваҡыт" булдырығыҙ.
10.Балаға ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәттә булығыҙ, шәхес булараҡ хөрмәт итегеҙ.
11 .Бала менән өлкәндәрсә һөйләшегеҙ, фекере менән иҫәпләшегеҙ.
12.Бәхәсләшкәндә ҡайһы саҡта бала менән ризалашығыҙ. Ошо рәүешле һеҙ уны башҡаларға юл ҡуя, еңелеүен һәм хаталарын таный белергә өйрәтерһегеҙ.
13.Балалар алдында бүтәндәрҙе тәнхитләмәгеҙ.
14.Балаларҙың ниҙер һорауына, үтенеүенә күнеккәнбеҙ. Иғтибар итегеҙ, үҙегеҙ һәр саҡ бойороу тонында һөйләшмәйһегеҙме? Балағыҙға үтенес менән мөрәжәғәт итергә өйрәнегеҙ.
15.Намыҫлы, тоғролокло, ғәҙел һәм уның өсөн авторитет булығыҙ, ышанысын аҡлағыҙ.
Бала һеҙҙең үҙ-үҙегеҙгә ышанғанығыҙҙы белһен, бер ҡасан да дәрәжәгеҙҙе төшөрмәгеҙ.
Предварительный просмотр:
Ата-әсәләргә тәҡдимдәр
1. Баланы көн режимын үтәргә өйрәтегеҙ.
1. Өйҙә уҡыусы мөйөшөн булдырығыҙ.
2. Балала мәктәпкә һәм уҡытыусыларға һөйөү тәрбиәләгеҙ.
3. Баланы тәртип ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәтегеҙ, һәр уйын ҡағиҙәгә буйһонһон.
4. Бала хеҙмәтте яратып үҫһен. Унда ябай ғына хеҙмәт күнекмәләре тәрбиәләгеҙ. Өйҙә уның үҙ вазифаларын билдәләгеҙ (һауыт-һаба йыуыу, өйҙө йыйыштырыу, кер йыуыу, энә, кайсы менән файҙаланыу,
аш-һыу әҙерләү, өҫтәл әҙерләү, сәскәләр бағыу, бахсала ҡулынан килгән эште башҡарыу, үҙенең урынын йыйыштырыу, магазинға барыу).
5. Баланың организмын сыныҡтырыу хәстәрлеген күрегеҙ (зарядка, теш таҙартыу, саңғыла, конькиҙа һәм велосипедта йөрөү, йөҙөү, ҡул тубы уйнау, шашка һәм шахматта уйнау һ.б.)
6. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.
7. Баланың логик фекерләүен үҫтерегеҙ, уның өсөн хисаплау ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ (тигеҙ, күп, аҙ, бейек, түбән, оҙонораҡ, ҡыҫҡараҡ, йоҡараҡ-ҡалыныраҡ, оло-кесе һ.б. Әйберҙең формаларын отоп алыу күнекмәләрен өйрәтегеҙ).
8. Тәбиғәт менән таныштырығыҙ: йыл миҙгелдәренең алмашыуы, йорт һәм ҡырағай хайуандар, ашарға ярашлы һәм ағыулы бәшмәктәр, үҫемлектәр һәм ағастар, ҡышлаусы һәм күсмә ҡоштар, тәбиғәт үҙгәреше, һауа торошо.
9. Баланың ижадын үҫтерегеҙ: конструктор, пластилин, балсыҡ менән эшләргә өйрәтегеҙ; тегеү, сигеү, рәсем, ағасты көйҙөреп һырлау һ.б.
10. Баланың телмәрен үҫтерегеҙ: һөйләтегеҙ, әкиәт һөйләүҙең планын төҙөтөгөҙ, әйтем һәм йомаҡтарҙың йөкмәткеһен әйтешегеҙ, уҡырға өйрәтегеҙ, һөйләм төҙөргә ярҙам итегеҙ.
Предварительный просмотр:
Балалар ниндәй хоҡуҡҡа эйә?
Тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә бала хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы мәсьәлә 1924 йылда Милләттәр лигаһы тарафынан ҡабул ителгән Женева бала хоҡуҡтары декларацияһында күтәрелә. Әммә Икенсе бөтә донъя һуғышы уны тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. 1945 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм уның Балалар фонды төҙөлөп, 1948 йылда Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһы ҡабул ителгәс кенә бала хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләһен маҡсатҡа ярашлы хәл итеү мөмкинлеге тыуа.
1959 йылдың 20 ноябрендә БМО-ның Генераль ассамблеяһы бала хоҡуҡтары декларацияһын ҡабул итә. 1989 йылдың 20 ноябрендә Берләшкән милләттәр Ойошмаһының Бала хоҡуҡтары тураһында Конвенцияһы ҡабул ителә. Был документ ҙур әһәмиәткә эйә. Ул – бала хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу гарантияларын юридик яҡтан нығытыусы тәүге халыҡ-ара хоҡуҡи акт.
Конвенцияға ярашлы, һәр бала үҙ-үҙе булып ҡалырға хоҡуҡлы. Бының төп билдәләре – исем, фамилия, гражданлыҡ, ғаилә мөнәсәбәттәре. Балаға исем ата-әсәһенең килешеүе буйынса бирелә. Фамилия ла ата-әсәһенән күсә. Ата-әсә балаға 16 йәш тулғанға тиклем генә уның исемен һәм фамилияһын үҙгәртергә хоҡуҡлы.
Баланың ғаиләлә тәрбиәләнеү хоҡуғы
Иң мөһим бала хоҡуҡтарының береһе – уның ғаилә тәрбиәһенә хоҡуғы. Был хоҡуҡ балаға ғаиләлә йәшәү һәм тәрбиәләнеү мөмкинлеген тәьмин итә. Бер ниндәй йәмғиәт тәрбиәһе формаһы ла ғаилә тәрбиәһе менән сағыштырыла алмай.
Бала ата-әсәһе менән бергә йәшәү хоҡуғына эйә. Конвенцияның 10-сы статьяһына ярашлы, ҡатнашыусы дәүләттәр тарҡалған ғаиләләрҙе яраштырыуға йоғонто яһарға бурыслы. Бала мөмкин булған тиклем үҙенең ата-әсәһен белергә хоҡуҡлы.
Бала ата-әсәһенең хәстәренә, мәнфәғәттәрен яҡлауға һәм кешелек сифаттарын хөрмәт итеүгә хоҡуҡлы. Ата-әсә айырылышып, айырым йәшәгән осраҡта ла балаға уларҙың икәүһе менән дә аралашыу хоҡуғы бирелгән.
Баланың ғаилә тәрбиәһенә хоҡуғы шулай уҡ үҙенең ҡартатайҙары, өләсәйҙәре, апайҙары, ағайҙары һәм башҡа туғандары менән аралашыуҙы ла үҙ эсенә ала. Баланың был хоҡуғы ата-әсәһенең никахы тарҡалған осраҡта ла һаҡлана.
Бала ғәҙәттән тыш хәлгә осрағанда (бәләгә тарыһа, ауыр сиргә юлыҡһа, йә ҡулға алынһа) яҡындарының айырыуса хәстәренә мохтаж. Шуға күрә бындай осраҡта етди нигеҙ булғанда ғына ата-әсәһе йә туғандары менән аралашыу тыйыла. Мәҫәлән, был кешеләрҙе реанимация палатаһына индереү бала ғүмере өсөн хәүеф менән янаһа.
Баланың милек хоҡуғы
Баланың милек хоҡуғы Ғаилә кодексы менән түгел, ә Граждандар ҡануниәте менән көйләнә. Балалар һәм ата-әсә бер-береһенең милкенә, милек хоҡуғына дәғүә итә алмай. Әммә улар бергә йәшәгән осраҡта үҙ-ара килешеү буйынса бер-береһенең милке менән файҙалана ала. Балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең хоҡуғында булған милеккә бер ниндәй ҙә айырым хоҡуҡи режим юҡ.
Бала үҙенә тәғәйен милектең һәм унан алынған килемдең хужаһы иҫәпләнә. Алимент түләү тураһындағы законда ҡаралғанса, ата-әсәһенән һәм башҡа туғандарынан үҙен ҡаратыуға хоҡуҡлы. Түләнгән алимент, пенсия һәм пособие күләме лә баланың милек хоҡуғына инә, әммә бала мәнфәғәтендә был аҡса менән идара итеү хоҡуғы ата-әсәгә бирелгән. Ата-әсәләр йәиһә уларҙы алмаштырыусы кешеләр уларҙы баланы ҡарауға, тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға тотонорға бурыслы.
Бынан тыш, Рәсәйҙәге һәр бала халыҡ-ара һәм эске ҡануниәттәр нормалары буйынса түбәндәге хоҡуҡтарға эйә.
Гражданлыҡ Һам сәйәси хоҡуҡтар өлкәһендә:
– тыуғандан алып исемгә, гражданлыҡҡа, уларҙы үҙгәртеүгә;
– ирекле рәүештә фекерен белдереүгә;
– ирекле рәүештә Рәсәй сиктәренән сығырға һәм ҡаршылыҡһыҙ кире ҡайтырға;
– балалар һәм йәштәр ижтимағи ойошмаларын төҙөүгә һәм уларҙа ҡатнашыуға;
– баланың үҫешенә йүнәлтелгән һәм уның хоҡуҡтарына ҡағылышлы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә булырға, шулай уҡ баланың именлегенә зыян килтереүсе мәғлүмәттән һаҡланырға;
– тыныс шарттарҙа үткән митингыларҙа, демонстрацияларҙа ҡатнашырға.
Мәғариф өлкәһендә:
– үҙенең кешелек сифаттарын хөрмәт итеүгә;
– бушлай башланғыс, төп һәм урта дөйөм белем һәм башланғыс профессиональ белем алыуға, шулай уҡ конкурс нигеҙендә дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеларында бушлай урта профессиональ һәм юғары белем алыуға;
– Уставҡа ярашлы белем биреү учреждениеһы менән идара итеүҙә ҡатнашыуға;
– ата-әсәһе белем биреү учреждениеһын һәм белем алыу формаһын һайлағанда үҙ фекерен әйтергә;
– уҡыу йортона уҡырға ингәндә башҡалар менән бер үк хоҡуҡҡа;
– үҙенең фекерҙәрен һәм инаныуҙарын ирекле рәүештә әйтергә һәм хөрмәт итеүгә;
– уҡыу планы менән ҡаралмаған сараларға үҙ теләге буйынса йөрөргә;
– үҙ туған телендә белем алырға.
Социаль яҡлау өлкәһендә;
– пенсия алыуға, дәүләт яғынан социаль-көнкүреш ташламаларына; ҡараусыһын юғалтҡанда балаларға 18 йәшкә тиклем социаль пенсия тәғәйенләнә; бөтә балаларға ла айлыҡ пособие; ишле ғаиләләр балаларына 16 йәшкә тиклем табип рецебы буйынса бушлай дарыуҙарға, бушлай туҡланыуға.
Хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә:
– дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары уҡыуҙан буш ваҡытында эшләй ала: 16 йәше тулмағандарҙы эшкә алыу тыйыла;
– 18 йәштән кесе булғандар төнгө сменаға һәм эш сәғәтенән тыш эшкә йәлеп ителергә тейеш түгел;
– ата-әсәһенең ризалығы буйынса 16 йәшлек үҫмер закон менән тыйылмаған эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә ала;
– дөйөм белем биреү учреждениелары, предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар менән килешеү төҙөп, өҫтәмә профессиональ әҙерлек алып бара ала; профессиональ әҙерлек ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың ризалығы менән генә алып барыла;
– уҡымаған, бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән 16 йәшлек бәлиғ булмағандар эшһеҙ тип таныла; 18 йәшкә тиклемге эшһеҙҙәр айырыуса социаль яҡлауға мохтаж тип иҫәпләнә.
Предварительный просмотр:
Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ...
- Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
- Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
- Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ.
- Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
- Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
- Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
- Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
- Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
- Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
- Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
- Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
- Баланы кәмһетмәгеҙ.
- Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
- Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
- Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
- Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
- Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.
Предварительный просмотр:
Өй эштәрен әҙерләүҙе нисек ойошторорға?
Өй эштәрен намыҫ менән, тырышып, еренә еткереп эшләү уҡыусыларҙың мәктәптә дәрес ваҡытында алған белемдәрен нығытырға һәм тәрәнәйтергә ярҙам итә, эшләй белеү күнекмәләрен үҫтерә һәм камиллаштыра.Өй эштәрен әҙерләүҙе дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә һәм нығыта, үҙ һүҙендә ныҡ тороу ғәҙәтен һәм хеҙмәт һөйөү күнекмәләрен тәрбиәләй.Сисемалы эшләү ғәҙәтен тәрбиәләү өй эштәрен хеҙмәтләндереүҙең билдәләнгән бер ваҡытын булдырыуҙан башлана.Б Бынан башҡа бер нисек тә уҡыуҙа ҙур уңыштарға ирешеп булмай.Билдәле булыуынса, өй эштәрен бер үк сәғәттә әҙерләргә ғәҙәтләнгән уҡыусыларҙың организмдары ошо ваҡытҡа кире аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнергә әҙер булып тора. Күп кенә ваҡыт шуны күҙәтергә була, уҡыусы дәрес әҙерләргә ултырғас та, иғтибарын ситкә йүнәлтергә мәжбүр була:йә уның ҡәләме булмай,йә линейкаһы янында булмай, йә юйғыс кәрәк.Быға ваҡыт китә, ә иң мөһиме- был уҡыусының иғтибарын сит эштәргә йүнәлтә.Ваҡытты файҙалы ҡулланыҙың бер юлы-эш урынында тәртип булдыррыға кәрәк. Унда иғтибарҙы ситкә йүнәлтә торған бер генә артыҡ әйбер ҙә булырға тейеш түгел. Баланың өй эшен эшләү урыны уңайлы булырға тейеш.
Ата-әсәләрҙән йыш ҡына:” Өй эштәрен ниндәй тәртиптә эшләргә һуң: башта телдән үтәп,һуңынан яҙма эштәрҙәнме,еңелдән башларғамы, әллә ауырҙанмы?”- тигән һорауҙарын ишетергә тура килә. Юыға универсаль яуап биреп булмай, сөнки яңы материалды ҡабул иткәндә лә, иғтибарлыҡтың тотороҡлоғонда ла, бер эштән икенсе эшкә күскәндә лә балаларҙың һәр береһенең индивидуаль айырмаһы була.
Башланғыс кластарҙа, ғәҙәттә, өй эше әҙерләүҙе яҙма эштәрҙән башларға, ә унан һуң телдән башҡарыла торған эштәрҙе эшләргә ҡушалар. 1-2 кластар өсөн был рекомендация күп осраҡта тура килә.Ә өлкән класс уҡыусылары өй эштәрен әҙерләүҙе үҙҙәре билдәләргә тейеш.
Предварительный просмотр:
Йәйге осорҙа балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре.
Кесе йәштәге мәктәп балалары йорт адресын һәм телефон номерын белергә тейеш. Кәрәк булғанда 112 телефоны буйынса ашығыс ярҙам хеҙмәтенә шылтыратыр өсөн,уны кәрәҙлетелефон менән файҙаланырға өйрәтегеҙ.
Шырпы һәм ҡабыҙғыстарҙыбалаларҙың буйы етмәгән ерҙә һаҡлағыҙ.
Үҙегеҙҙең балағыҙға газ һәм электр приборҙары менән файҙаланырға рөхсәт итмәгеҙ.
Янғын сыҡҡаносраҡта иң мөһиме ваҡытында бинаны ташлап сығып китеү кәрәк, ә йәшеренеү түгел икәнен аңлатығыҙ.
Кесе йәштәге балаларҙы бер ниндәй сәбәп аҫтында ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Таныш булмаған кеше мөрәжәғәт иткәндә үҙеңде нисектоторға икәнен өйрәтегеҙ. Хатта матур, бик яҡшы һәм хәүефһеҙ ҡиәфәтле кеше булһа ла. Хатта яҡын һәм бер генә минутҡа булһа ла. Хатта бик ҡыҙыҡлы булһа ла. БЕР ЕРГӘ ЛӘ, БЕР ҠАСАН ДА ҺӘМ БЕР НИ ӨСӨН ДӘ барырға ярамай.
Ҡаршыһына берәҙәк, өргән эт килеп сыҡҡанда нимә эшләргә икәнен өйрәтегеҙ. Йүгерергә, ҡулдарҙы һелтәргә һәм киҫкен хәрәкәттәр эшләргә ярамағанын, күҙҙәренә ҡарамаҫҡа һәм паникаға бирелмәҫкә икәнен аңлатығыҙ. Иң яҡшы вариант: туҡтарға, «фу!» йәки «ултыр» командаһын бирергә һәм әкрен генәышыҡ урынға барырға.
Бынан тыш, көн һайын балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөргә кәрәк.Ҡайҙа һәм нисек юл аша сығыу ғына түгел, шулай уҡ велосипедсылар ҡағиҙәләрендә аңлатығыҙ, сөнки йәй көнө велосипедта йәки самокатта йөрөү балаларҙың яратҡан шөғөлдәренең береһе.
Предварительный просмотр:
Уңыш сере
Барыһы ла “Уңышлы булғым килә” тип хыяллана. Ә уңышлы булыуҙың сере ниҙә? Уның сере-ете хикмәттә.
Тырышлыҡ
Был-бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә иң мөһимдәренең береһелер. Сөнки ҡайҙандыр көтөп, миңә килтереп бирерҙәр, тип уйлап ултырыу-әлеге замандың бәләһе. Шуны онотмағыҙ: уңыш һәр саҡ һеҙҙең эргәлә генә, тырышһағыҙ, уға өлгәшә алаһығыҙ.
Маҡсатлы булыу
Кеше һәр ваҡыт маҡсаттар, уй-ниәттәр менән йәшәргә тейеш. Буй етмәҫлек ҙур мотлаҡ түгел, ә үҙенең ҡулынан килерлек, тормошона мәғәнә бирерлек булһын ул. Мәҫәлән мәктәпте тамамлап, һөнәр алырға, күңелгә ятҡан эш табырға, артабан тағы ла ниндәйҙер ыңғай ынтылыштыр барлыҡҡа киләсәк.
Тәүәккәллек
Уңышҡа өлгәшеү өсөн тәүәкәллек үтә мөһим. Ҡарар ҡабул итә алмайынса икеләнеп ултырырға ярамай, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға кәрәк.
Яуаплылыҡ
Кемдер һиңә ниндәйҙер эште ышанып тапшыра икән, уны, һис шикһеҙ, еренә еткереп башҡарыу зарур.
Аралаша белеү
Беҙ даими рәүештә кем менәндер әңгәмә ҡорабыҙ, аралашыу аша яңы дуҫтар, таныштарыбыҙ барлыҡҡа килә. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кешеләрҙе барыһы ла ярата. Был сифат карьера үсешендә лә уңай. Кәрәк урында әңгәмәгә ҡушылып китеү, фекерҙәреңде еткерә белеү күпселек осраҡта ыңғай ҡараш уята. Өҫтәүенә, мөләйемлегеңде лә эшкә екһәң...
Ярҙамсыллыҡ
Яныңда ныҡлы таяныс булыуы – уңыштың башы ул. Туғандарың һәм дуҫтарыңдың ярҙамы, үҙеңдең дә уларға битараф булмауың һәр саҡ кәрәгеп тора. Кемгәлер таяна алаһың икән, аҙымдарың да ныҡлы, тигән һүҙ. Шул уҡ ярҙамсыллығың менән үҙең дә кемгәлер уңыш яуларға булышлыҡ итәһең.
Итәғәтлелек
Беҙ туҡтауһыҙ төрлө даирәлә уралабыҙ, сөнки һәр беребеҙең эш-хәрәкәттәре, мөнәсәбәте башҡа кешеләрдонъяһы менән бәйләнгән. Шуға ла оҙаҡҡа һуҙылған, дауамы йә ҡыҫҡа ғына ваҡытта барлыҡҡа килгән мөнәсәбәтме, быныһы мөһим түгел, һинең менән аралашҡан кешеләрҙең кәйефе ҡырылмаһын, күңеле кителмәһен өсөн бик һаҡ, итәғәтле булырға кәрәк. Һәм тағы ла, дуҫтар, уңышлы булыу өсөн сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Билдәле бер әҙип әйтмешләй, әгәр тормоштоң һеҙгә йылмайыуын теләһәгеҙ, үҙегеҙ уға йылмайып ҡарағыҙ.
Уңышлы булыу һәр кемдең үҙенә бәйле: баҫҡан аҙымына, эшләгән эшенә, үткәргән көндәренә...
