Дәрес өлгөләре

Акбарова  Инзиля   Салаватовна

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

Архангел районы Тирәкле урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Т.Ғиниәтуллиндың “Миҙал” хикәйәһе буйынса дәрес-уйын

Баһауетдинова Альмира Рафаил ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы- тыусыһы

2015 йыл

Тема: Т.Ғиниәтуллиндың “Миҙал” хикәйәһе (дәрес-уйын)

Маҡсат: Т.Ғиниәтуллиндың тормошо, ижады менән таныштырыу, уҡыусыларҙың белемдәрен нығытыу; танып белеү активлығын, логик фекерләүен, хәтерен, иғтибарын һәм телмәрен үҫтереү; яҙыусыға, уның ижадына ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тойғоһо, һуғыш ветерандарына ҡарата иғтибар, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: яҙыусының китаптары, мультимедия проекторы, презентация.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу эше. 1. Сәләмләү.

Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа. Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек.

- Балалар, беҙ һеҙҙең менән осоусы балаҫҡа ултырып, төнгө күккә сәйәхәткә сығабыҙ. Ниндәй матур төнгө күк йөҙө! Унда алтын табаҡтай тулған ай йөҙә. Күк йөҙө шул тиклем яҡты, хатта ундағы Зөһрә йондоҙ ҙа бик асыҡ күренә. Ай тирәләй көмөш тәңкә кеүек мең төрлө сихри йондоҙҙар емелдәй. Улар береһенән-береһе яҡтыраҡ, тылсымлыраҡ… Ниндәй серле йондоҙҙар!.. Беҙ шул илаһи матурлыҡта йөҙәбеҙ: берсә күтәреләбеҙ, берсә түбәнгә төшәбеҙ йә йондоҙҙар араһына инеп юғалабыҙ… Күңелдәребеҙгә дәрт, көс өҫтәп, кире әйләнеп ҡайтабыҙ һәм дәресебеҙҙе дауам итәбеҙ.

  1. Тема, маҡсат әйтеү. Уҡыусылар, үткән дәрестәрҙә беҙ Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап көрәшкән батырҙарыбыҙ тураһындағы әҫәрҙәр менән таныштыҡ. 1941 йылда Гитлер ғәскәрҙәре беҙҙең илгә баҫып инеп, халыҡтың тыныс тормошон өҙә, әллә күпме ҡайғы-хәсрәт алып килә. Балалар ата- әсәләренән айырылып, етем ҡала. Фашистар ауыл-ҡалаларҙы, урман-ҡырҙарҙы яндыра.Ҡанлы һуғыш дүрт йыл дауам итә. Ә 1945 йылда беҙҙең батырҙарыбыҙ фашистарҙы ҡыйратып, Тыуған илебеҙгә Еңеү менән ҡайта.

- Дүрт йыл буйы һуғыш барған. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, һуғышҡа тәүгеләрҙән булып кемдәр алынған? (атайҙар, олатайҙар, йәш егеттәр)

- Уларҙың батырлыҡтары нисек баһаланған? (орден-миҙалдар бирелгән, Герой исеме алғандар)

- Эйе, яу батырҙарын халҡыбыҙ онотмаған, тик һәр ваҡытта ла уларға ҡарата иғтибар бар микән? Бөгөнгө дәрестә беҙ шул турала яҙылған әҫәр менән танышып китербеҙ. Ә әҫәрҙең исемен, авторын таблонан эҙләйек.

  1. Экрандағы таблонан әҫәрҙең авторын, исемен табыу.

и

в

ҫ

т

ҙ

б

к

ф

Т

а

л

х

а

з

Ғ

и

н

и

ә

т

у

л

л

и

н

н

и

с

М

и

ҙ

а

л

р

в

ү

ә

ө

ҙ

ғ

ҡ

ң

- Шулай итеп, беҙ Т.Ғиниәтуллин тураһында һөйләшербеҙ, яҙыусының тормошона һәм ижадына байҡау яһарбыҙ, уның «Миҙал» исемле әҫәре буйынса һөйләшеү алып барырбыҙ, белемдәребеҙҙе тикшереп китербеҙ.

(Число, тема яҙҙырыу)

  1. Төп өлөш. 1.Инеш һүҙ.

Уҡытыусы. Башҡорт халҡының талантлы улы, фронтовик әҙип, ысын рәссам Т.Ғиниәтуллин – бөтә илебеҙ уҡыусыларына яҡшы таныш, киң танылған яҙыусы. Уның әҙәби псевдонимы –Анатолий Генатуллин. Тыуған еренең гүзәллеген, ғәзиз халҡының күркәм рухи донъяһын, милли йөҙөн, күңел хазинаһын бөтә донъяға танытҡан оло әҙип. Рус телендә ижад итһә лә, Т.Ғиниәтуллин – үҙенең ерлеге, рухы, булмышы, характеры менән башҡорт яҙыусыһы. Уның әҫәрҙәрен башҡорт теленә яҙыусы Ә.Әминев тәржемә итә.

Ул 1926 йылда Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрешергә тура килә, колхоз эше менән шөғөлләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр фронт, яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнә.1948 йылда Талха Ғиниәтуллин демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан баш ҡалабыҙ Мәскәүгә килеп, заводта оҙаҡ ҡына йылдар эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп урта белем ала. 1966 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. “Мышағыр” (1969), “Айыу таш” (1975), “Алтын бишегем” (1984), “Тау артында ниҙәр бар” (1997), “Һин аҡ ҡайын янында тора инең” (2007) йыйынтыҡтарына тупланған хикәйә һәм повестарында, Рәсәй һәм Башҡортостан матбуғатында донъя күргән әҫәрҙәрендә яҙыусы гүзәл Башҡортостан тәбиғәтен, Учалы яҡтарының шифалы ерен ҡайнар һөйөү хистәренә һуғарып һүрәтләй.

Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған.Уның ижады башҡорт әҙәбиәтендә күренекле урын алып тора. Хеҙмәте өсөн хаҡлы рәүештә 2011 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән исемгә лайыҡ була.

  • Шулай итеп, Т.Ғиниәтуллин кем ул? (яугир,яҙыусы, әҙип)
  • Уҡыусылар, Т.Ғиниәтуллин бик матур хикәйәләр, повестар яҙған тинек. “Әсә һәм бала”, “Мәтрүшкә еҫе” исемле әҫәрҙәрен һеҙ алдағы йылдарҙа үтерһегеҙ. Ә хәҙер беҙ “Миҙал” хикәйәһе буйынса эшләп алайыҡ. Был хикәйәне һеҙ өйҙә уҡып килергә тейеш инегеҙ. Кем әҫәрҙе бик яҡшы белә икән? Дәресебеҙ ярыш формаһында барыр, шуның өсөн беҙ ике төркөмгә берләшеп ултырҙыҡ. Ҡайһы төркөм көслөрәк булыр икән?

2. “Хәтер һынаш” уйыны.

1 гейм. «Кем күберәк?». (Ҡайһы команда һорауҙарға күберәк яуап бирер? Һәр дөрөҫ яуапҡа-1 мәрәй.)

  1. төркөмгә һорауҙар:
  1. Вәлиәхмәт ҡарттың ҡушаматы (Вәликәй)
  2. Ауылда кемдәре бар? (Ҡыҙы, кейәүе, ейәнсәре)
  3. Ҡарсығының исеме? (Сания)
  4. Вәлиәхмәт ҡарт һуғышҡа нисәнсе йылда алына? (1941й.)
  5. Мәйеттең ҡулында нимә була? (миҙал)

  1. – се төркөмгә һорауҙар:
  1. Һуғышҡа киткәндә Вәлиәхмәт ҡарт нимә тип һүҙ бирә? (командир булып орден алып ҡайтырға)
  2. “Быҙау кеүек үтә йыуашһың. Эшкинмәгән.” Был кемдең һүҙҙәре? (Сания)
  3. Вәлиәхмәт ҡарт ҡасан үлә? (9 Май)
  4. Ауыл хакимиәте башлығының исеме? (Салауат)
  5. Төп миҙал ниндәй ваҡиға айҡанлы бирелә? (Еңеүҙең 50 йыллығы)

  1. гейм. «Баш бутағыстар». ( капитандар сиратлап номерҙар ала. Шул номерға тап килгән һорауҙар уҡыла. Һәр төркөмгә икешәр һорау. Һәр дөрөҫ яуапҡа – 1 мәрәй.)

1)Вәлиәхмәт ҡарттың һуғышҡа тиклемге тормошо тураһында һеҙ нимә беләһегеҙ? 2)Вәлиәхмәт ҡарттың һуғышта ҡатнашыуы тураһында һеҙ нимә беләһегеҙ?

  1. Вәлиәхмәт ҡарттың һуғышта яраланып ҡайтҡандан һуң ауылдағы тормошон һөйләгеҙ.
  2. Вәлиәхмәт ҡарттың һуңғы көндәре тураһында һөйләгеҙ.

  1. гейм. «Һин-миңә, мин- һиңә». (Һәр төркөм  ҡаршы төркөмгә әҫәр буйынса 2 һорау әҙерләп бирә . Һәр дөрөҫ яуапҡа - 1 мәрәй.)

Ял минуты.

  1. гейм.  “Үҙ аллы яуаптар”.        (Команданан бер кеше билдәле һорауҙар өлкәһен һайлай. Тап килгән һорауға төркөмдәр яуап бирәләр. Һәр дөрөҫ яуапҡа- 1 мәрәй.)
  1. Ғаилә. Вәлиәхмәт ҡарттың әбейе кем? Һеҙ уны ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?
  2. Миҙал. Үлгәндән һуң Вәлиәхмәт ҡарт миҙалын ҡулына ҡыҫып тотҡан эпизод нимә тураһында һөйләй?
  3. Һуғыш һәм батырҙар. Был әҫәре менән автор беҙгә нимә әйтергә теләй?
  4. Вәлиәхмәт        ҡарт.        Вәлиәхмәт        ҡартты  һеҙ        ниндәй  кеше        итеп        күҙ        алдына килтерҙегеҙ? Ҡылыҡһырлап китегеҙ.

  1. гейм. «Барыһы ла уның тураһында». (Ҡайһы команда һорауҙарға  тиҙерәк яуап бирер? Һәр дөрөҫ яуапҡа-1 мәрәй.)

Һорауҙар:

  1. Талха Ғиниәтуллин ҡасан тыуған? (1926й.)
  2. Талха Ғиниәтуллин ҡайҙа тыуған? (Учалы районы Ураз ауылы)
  3. Талха Ғиниәтуллин ниндәй исемгә лайыҡ була?( Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы)
  4. Урта белемде ул ҡайҙа ала? (Мәскәү)
  5. Талха Ғиниәтуллин кем ул? (яҙыусы)

Йомғаҡлау. Шулай итеп, беҙ бөгөн үҙенең ижады менән башҡорт әҙәбиәтендә күренекле урын алып торған Т.Ғиниәтуллин, уның “Миҙал” исемле әҫәре буйынса һүҙ алып барҙыҡ. Т.Ғиниәтуллиндың күп әҫәрҙәренең төп темаһы – һуғыш, ул ҡалдырған ҡаза, тән һәм йән яраһы, тетрәнешле уй-кисерештәр эсендә йәшәүсе

кешеләр яҙмышы. Был хикәйәһендә лә беҙ шундай кеше тормошо менән таныштыҡ. Эйе, илебеҙҙе дошман алғанда, бер кем дә ҡул ҡаушырып ултырмаған. Бәләкәйе лә, олоһо ла, ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яуға киткән һәм, дошманды ҡыйратып, илебеҙҙе ҡотҡарған. Беҙ уларҙы бер ҡасан да оноторға тейеш түгел. Үҙҙәре үлһә лә, исемдәре халыҡ хәтерендә мәңге йәшәргә тейеш. Ә яуҙа йөрөп иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарының, бөгөнгө көндә беҙҙең арала булғандарының ҡәҙерен белеп, ярҙам итеп торайыҡ. Был хикәйәһе менән үҙе лә һуғышта булған яҙыусы һуғыш ветеранының халыҡ тарафынан иғтибарға, ҡәҙер-хөрмәткә нисек мохтаж булыуын күрһәтә. Беҙ ветерандарыбыҙға иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ. Күкрәктәрендә һәр саҡ миҙалдары сыңлап торһон, үҙҙәре ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәһен.

“Олатайым миҙалдары” йыры яңғырай.

Дәресте тамамлау. Еңеүселәрҙе билдәләү, ҡотлау.

Өйгә эш: 1) хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнергә;

2) ветерандарға арнап шиғыр яҙып ҡарарға.


Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр: