Йәнһүрәттәр // Мультфильмы
Опубликовано 20.01.2026 - 22:00 - Акбарова Инзиля Салаватовна
Й Ә Н Һ Ү Р Ә Т Т Ә Р

Телевизорҙы, Интернетты русса йәнһүрәттәр баҫып алған мәлдә балаларҙы туған телдә һөйләштереү – ауыр мәсьәлә. Бының менән хатта ауылда ла осрашырға була, сөнки төрлө каналдарҙан барған сағыу йәнһүрәттәрҙән кескәйҙәрҙе айырып алыуы бик ҡыйын. Ә башҡортса йәнһүрәттәр юҡ, бары тәржемәләр тиергә була. Уҡытыусыларға ла эш еңелдән түгел. Бөтә булған методик әсбаптар, дәреслектәр – рус телендә. Ошондай шарттарҙа балала милли ҡиммәттәргә, туған телгә ҡарата нисек һөйөү тәрбиәләргә? Киләһе быуындарға туған телебеҙҙе нисек һаҡлап, түкмәй-сәсмәй тапшырырға?


