Тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр

Акбарова  Инзиля   Салаватовна

ТИҘӘЙТКЕСТӘР,    ТЕЛ   ТӨҘӘТКЕСТӘР 

 

     

 

А хәрефе алмала,

А хәрефе ағаста,

А хәрефен яратабыҙ,

Өйрәнәбеҙ  иң башта. (а)

 

Мин әйтә алам,

Кем әйтә ала,

Әхмәт, һин әйтеп ҡара. (э, а)

Әрәмәдәге әрем әсе. (э)

 

Әхәт әтәсләнеп Әнисәне әрләне.

Әхәткә Әнисә сәрелдәй-сәрелдәй ә-ә-ә тип әрләштеМин әйтә алам,

Кем әйтә ала,

Әхмәт, һин әйтеп ҡара. (э, а)

Әрәмәдәге әрем әсе. (э)

 

« Ә “ тиһәм, “ ә” ти,

  “ Мә” тиһәм, “ мә” ти.

    Үҙе бирмәй, бирһәм алмай,

   Һүҙгә яуап ҡайтармай.

 

Тәкәрлек, тәкәрлек, тәңкәң булһа, миңә бир.

 

Йәйҙең йәмле көндәрендә

Еләк йыя Йәмилә, (й.ә)

                       

Вагондар уҙып бара,

Вәли ҡул болғап ҡала.

 

Выж-выж, выж-выж,

Выжылдайҙыр вышкалағы вертолет,

Вертолетта – Вәкил, Вәсил,

Ваһап, Вил, Вафир, Вәлит.

 

Гөлбаҡсабыҙ гөрләй.

Гөлбаҡсабыҙ гөрләүектәй гөрләй,

Гөлбаҡсабыҙ гөжләй, геүләй, гел-гел...

Гәпләшһәләр Гөлнур, Гөлдәр, Гөлкәй,

Гәпләшһәләр Гәүһәр, Гөлшат, Гөлгөл. (Ә. Әхмәт-Хужа.)

 

Мин ағайҙың дағаланған

Атын дағалағанмын, (ғ).

 

Килгән Ғата, кейгән ҡата ,

 Урам буйлап ләстит һата,

  Инде хәҙер көтөү ҡайта

 

Ҙур йорттар һала-һала,                    

Ҙур булып үҫте ҡала.

 

 Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙҙеке, һеҙҙең үгеҙегеҙүҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙҙекеме?  

 

Үгеҙегеҙ үҙегеҙҙеке,

Мөгөҙө үгеҙегеҙҙеке, (ҙ)

 

Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа, Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә  

 

Мин ҡыҙҙарҙы ҡаҡмайым,

Мин ҡыҙҙарҙы яҡлайым.

 

Ҡыҙарып, янып юлдан уҙабыҙ.

Туҡтап, ял алып, ҡулдар йыуабыҙ.

Асыҡ һауала ҡарҙа шыуабыҙ,

Сана шыуабыҙ, саңғы шыуабыҙ.

 

*Ҡар кеүек аҡ айыуҙар

Ҡар өҫтөндә аунайҙар.

 

Баҫма, тиһәң, баҫалар,                 

 Аҫмалы баҫма,

Был ни нәмә, балалар?          

 Һин яҙа баҫма!

 

Тел шымартҡыс

 

Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай матур баҫа,

Са-са-са – тыпырлап күңел аса,

Са-са-са – дәртләндерәм: «Их, ас-са!»

Са-са-са – бейей шулай башҡортса.

 

Күпер башында күп күркә,

Күп күркәгә кәрәк күп көрпә, (к, ү)

 

Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар-ҡар,

 Бында еләк бар-бар-бар,

  тик яланы тар-тар-тар,

Еләк өҫтө ҡар-ҡар-ҡар.

Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға,

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Аттым ҡарға, төштө ҡарға,

Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн

 

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Ҡапҡан таптым, ҡапҡанға ҡаптым.

 

Ҡарға, ҡарға, осоп кил,

Беҙгә яҙҙы алып кил.

Бергәләшеп йөрөрбөҙ,

Тәмле бутҡа бирербеҙ.

Уртаһына төшөп кенә

Май булып та ирербеҙ.

 

Ҡара ағай ҡарағай ҡырҡа,

Ҡырталаша ҡарағай.

Ҡырҡма, ҡара, йөҙөң ҡара

Ҡайт ҡалаңа, Ҡара-ағай .

 

 Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ!

 Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ !

 

 Ҡара ҡарға ҡарға ҡарағанда ҡара, ҡарға ҡарағанда ҡара ҡарға ҡара .

 

Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным,

Ҡара ҡарға ҡараңғы ла ҡараһаң да,

Ҡарамаһаң да ҡара ҡарғаға ҡарағанда

Ҡара ҡарасҡыға оҡшап тора.

 

 Ҡаҙҙар ҡаңғылдашып

- Ҡанат ҡағынды.

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға

Ҡайтты тағы ла.

Ҡара ҡарҡа ҡарҙан бара

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаҡа. (ҡ ,р,ғ)

 

Ҡарҡа, ҡара, ҡара, ҡарға!

Ҡаррыҡ, ҡаррыҡ, ҡарҡылдама! (ҡ,р)

 

Туҡый, туҡый туҡыған,

Туғыз талны суҡыған, (т, к)

 

Тау башындағы таллыҡта

Туҡрандар туҡылдый, (т)

 

Ҡыҫала менән ҡырмыҫҡа

Баҫмала дуҫлашҡандар,

Иҫтәлеккә аҫыл төҫтәге

Таҫмалар алышҡандар.

 

Өйгә ингән сыпсыҡ,

Осоп йөрөй сыпсыҡ,

Сып-сыҡ, сып-сыҡ,

Сыҡ, сыпсыҡ,

Осоп сыҡ, сыпсыҡ,

сыҡ, ҡошсоҡ,

Сыҡ, сыҡ, ҡошсоҡ,

осоп сыҡ!

 

Сейәлектән сыҡҡан саҡта,

Сей сейә сәйнәй-сәйнәй,

Сикәләрем сатнар сиктә.

 

Серәкәй себенде себендәк, ти,

Себен серәкәйҙе серелдәк,ти.

Сибәр, Сәймә һәм Сәлимә

Сәй әсәләр өсәүләп.

Сулпан ситтә сәсәй-сәсәй

Сәй көтә был өсәүҙән.

 

Һары Сабираға һары сандали,

 

Һары сандалиға. һары Сабира.

Һары Сабираны һары сандали.

 

Һап-һоп итеп сейәгә апара.

 

Һыуыҡ һыу һалҡын була,

Һыуыҡ. килһә, һыу туңа.

 

Һарыҡ һап-һоп баҫып,

һыйырға һыйланырға килгән,

һыйыр, һәлпелдәй-һәлпелдәй,

һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам менән һыйлаған.

 

Һигеҙ һыйыр аҫырағансы һимеҙ һыйыр аҫра. (ҫ, ҙ)

 

Һәҙи! Һыйырҙарға, һарыҡтарға һоло һаламы һал!

Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа, Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.

 

Мейес башында биш. бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы,

Биш бесәйҙең биш башына,

Емерелмәһен мейес башы.

 

Шакирҙың шары шарт-шорт шартланы,

Шакир шуға Шаңҡып, шып-шым ғына шаҡ ҡатты.

 

Шыуа-шыуа шыуғалаҡ,

Шып-шыма ялтыр ҡалаҡ.

 

Сыбыҡ-сабыҡ тип сығып сабып,

Саҡ сыбыҡ-сабыҡҡа абынманым, (с, ҡ)

 

Тауҙар беиек талдарҙан

Тал бөрөһө балланған, (л,ҙ)

 

Үҫмәгәнде үчти-үчти тип үҫтереп булмай. (ү)

Үгеҙегеҙ үҙегеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙегеҙҙеке.(ү,ҙ)

 

Өй бурайҙар атайҙарым: оса ғына йомошҡа!

Ошоно  йыйып өйөп барам- мин дә ярайым йомошҡа.(о,ҡ)

 

Көңгөр-көңгөр-көңгөрә, әй йөгөрә, элдерә.

Көңгөр-көңгөр-көңгөрә бөтәһендә көлдөрә. (ө,ң)

 

Таҫтамал– һөртөнөр өсөн, таҫтамал– көрәшер өсөн.

Таҫтамал  ул батыр өсөн, күрһәтә алса көсөн.

 

Тауҙар беиек талдарҙан

Тал бөрөһө балланған, (л,ҙ)

 

                                            Тел шымартҡыстар .Таҙа әйткестәр.

 

Һыйыр мөңрәй му-у-у, му-у-у,

Безәүкәйе мө-ө-ө, мө-ө-ө.

 

Айыу килә доп-доп-доп,

Ә йөрәгем дөп-дөп-дөп.

 

Машиналар выж-выж-выж,

Бал ҡорттары гөж-гөж-гөж.

 

Өп-өп-өп – эттәр сабыша өрөп,

Өп-өп-өп – төндәр буйына йөрөп.

 

Кө-кө-кө – ҡунаҡҡа килгән өкө,

Тө-тө-тө – төндәр буйына йөрөп.

Өҫтәл өҫтөнә баҫтым-

Ҡарағыҙ ниндәй үҫтем!

 

Бабай йоҡлай ғыр-ғыр-ғыр,

Мыяубикә мыр-мыр-мыр.

Күгәрсендәр гөлдөр-гөлдөр,

Күркә, һуйыр ғолдор-ғолдор.

 

Әйтсе.

Әйтсе миңә, әйтсе миңә,

Әйтсе серен, әсәкәй!

Әллә һин бешергәнгәме,

Бигерәк тәмле әпәкәй! (А. Игебаев.) (Ә)

 

Лат-лат-лат  

Өҫтәл артында Айбулат

Ҡа- ҡа-ҡа

Ашап ултыра бутҡа.

Ты-ты-ты

Сынаяҡты йә ҡалаҡты

Та-та-та

Һәр саҡ яңылыш тота

Һыйыр мөңрәй му-у-у, му-у-у,

Безәүкәйе мө-ө-ө, мө-ө-ө.

 

Айыу килә доп-доп-доп,

Ә йөрәгем дөп-дөп-дөп.

 

Машиналар выж-выж-выж,

Бал ҡорттары гөж-гөж-гөж.

 

Өп-өп-өп – эттәр сабыша өрөп,

Өп-өп-өп – төндәр буйына йөрөп.

 

 Кө-кө-кө – ҡунаҡҡа килгән өкө,

Тө-тө-тө – төндәр буйына йөрөп.

Өҫтәл өҫтөнә баҫтым-

                       
Өп-өп-өп – эттәр сабыша өрөп,

Өп-өп-өп – төндәр буйына йөрөп.
Еп-еп-еп – хужаһы еткән килеп,
Еп-еп-еп – эте икәнен белеп.

Рә-рә-рә – урман буйлап йүгерә,
Ра-ра-ра – ҡулын болғап саҡыра.
Рө-рө-рө – япраҡ ярған бөрө,
Рө-рө-рө – урманда тыныс йөрө.

Са-са-са – был бит беҙҙең Миңниса,
Се-се-се – Миңниса, ярҙам итсе.
Сә-сә-сә – әсәйең шалҡан сәсә,
Се-се-се – орлоҡтарҙы бирһәңсе.

Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай матур баҫа,
Са-са-са – тыпырлап күңел аса,
Са-са-са – дәртләндерәм: «Их, ас-са!»
Са-са-са – бейей шулай башҡортса.

Та-та-та – Талип тауыҡ ашата.
Ти-ти-ти – саҡыра, ти-ти-ти.
Тә-тә-тә – күршенекен өркөтә,
Ти-ти-ти – йөрөмә бында, кит, ти.
Ты-ты-ты – күрше тауығы ҡурҡты,
Тө-тө-тө – кәртәнән осоп төштө.
Те-те-те – Талип тағы ем һипте,
Тө-тө-тө – Талиптың еме бөттө.

Уа-уа-уа – хуш еҫ бөркә яҙын һауа,
Уы-уы-уы – татлы шул шишмә һыуы.
Уа-уа-уа – үҙе инде бер дауа,
Уы-уы-уы – ялан буйлап атлауы.

Фа-фа-фа – тырышып яҙа Сафа,
Фе-фе-фе – кәкре-бөкрө хәрефе.
Фа-фа-фа – матур яҙыу бер яфа.
Ҫа-ҫа-ҫа – ручканы ул баҫа,
Са-са-са – хәрефтәр унан ҡаса,
Фа-фа-фа – һаман тырыша Сафа.
Фе-фе-фе – матур сыҡты хәрефе,
Фе-фе-фе – күтәрелде кәйефе.


Һа-һа-һа – Һәҙиә айға осһа,

Һә-һә-һә – ракетала ул елһә,

Һы-һы-һы – бар бит кире ҡайтаһы,

Һе-һе-һе – ҡыуанысты бүләһе.


Һең-һең-һең – ҡайҙан ҡайтып киләһең?
Һаң-һаң-һаң – ял итеп ал арыһаң.
Һәң-һәң-һәң – дәртле баҫып йөрөһәң,
Һәң-һәң-һәң – бөтә эшкә өлгөрһәң,
Һең-һең-һең – моратыңа етерһең.

Һы-һы-һы – был Һиҙиәт ҡустыһы,
Һе-һе-һе – кемдеке һуң берәүһе?
Һен-һен-һен – танып алдым икәүһен,
Һөн-һөн-һөн – саҡырығыҙ өсөһөн,
Һе-һе-һе – нисә булды бөтәһе?

Ша-ша-ша – Шакир шарға талаша,
Шы-шы-шы – ҡыҙыу уйын барышы.
Шә-шә-шә – малайҙар шар бәрешә,
Ше-ше-ше – уйнай ала һәр кеше.

Ыж-ыж-ыж – һыуыҡ әйтә: «Ыж-ыж-ыж»,
Аж-аж-аж – йүгереп йөрө, Ғилаж.
Жыу-жыу-жыу – елдәр әйтә: «Жыу-жыу-жыу»,
Шыу-шыу-шыу - Ғилаж, тауҙан шыу ҙа шыу.

 

Аҫ-аҫ-аҫ – шулай матур баҫ.

Ыҫ-ыҫ-ыҫ – хуш еҫле ылыҫ.

Әҫ-әҫ-әҫ – ағастарҙа бәҫ.

Иҫ-иҫ-иҫ – көслөрәк ел иҫ.

Өҫ-өҫ-өҫ – ниндәй матур төҫ.

Ҫә-ҫә-ҫә – минең матурым үҫә.

Ҫе-ҫе-ҫе – инде ҙур булып үҫте

.

Сыҡ-сыҡ-сыҡ - сыйыр-сыйыр сыйырсыҡ,
Сыҡ-сыҡ-сыҡ - һиңә ҡуйҙым оясыҡ.
Сыҡ-сыҡ-сыҡ - матур ғына сыйырсыҡ,
Сыҡ-сыҡ-сыҡ - ҡунаҡ булып тороп сыҡ.

 

Кү-кү-кү-күк йөҙө күм-күк.

Ҡа-ҡа-ҡа-ҡарасы аҫҡа.

Ға-ға-ға-ҡарасы уңға,

Гә-гә-гә-һулда күләгә

 

 Ға-ға-ға - әйҙә киттек урманға!

Шә-шә-шә - урманда еләк бешә!

Ле-ле-ле – ауыҙ итәйек әле.

Ге-ге-ге – ҡалай тәмле еләге.

 

Ҡа-ҡа-ҡа – кил әле беҙҙең яҡҡа.

Ҡы-ҡы-ҡы – мә, беҙгә китап уҡы.

Ҡо-ҡо-ҡо – юҡ, килә минең йоҡо.

Ҡа-ҡа-ҡа – ҡолағында матур алҡа.

Ҡу-ҡу-ҡу – ҡуян килде ҡунаҡҡа.

Ҡә-ҡә-ҡә – Ҡәҙриә алды ҡәләм.

Ҡы-ҡы-ҡы – ҡыйыҡтан тама тамсы.

 

Ам-ам-ам - мин ҡурайҙы яратам,
Ам-ам-ам - ҡулдарымды уйнатам,
Ҙар-ҙар-ҙар - бармаҡтарым уйнайҙар,
Ҙар-ҙар-ҙар - улар һис тә талмайҙар.

Ва-ва-ва – тәгәрәй икән арб(в)а,
Ма-ма-ма – арбаға яҡын барма.
Һы-һы-һы – бигрәк матур арбаһы.
Лап-лап-лап – тыңғыр-тыңғыр йыр йырлап,
Һы-һы-һы – бараһы ла бараһы.

 

Ға-ға-ға – ҡаҙҙар китте йылғаға.

Ға-ға-ға – ҡара әле ҡуянға:

Ғо-ғо-ғо – ҡыҫҡа ғына ҡойроғо,

Ғы-ғы-ғы –оҙон ғына ҡолағы.

 

 Ға-ға-ға – ҡарға килгән ҡарғаға

Ға-ға-ға – ҡарғаларын һанарға.

Ға-ға-ға – киткән былар баҙарға

Ға-ға-ға – төҫлө ҡәләм алырға.

Ға-ға-ға – әйҙә киттек урманға,
Шә-шә-шә – урманда еләк бешә.
Ле-ле-ле – ауыҙ итәйек әле,
Ге-ге-ге – ҡалай тәмле еләге.


Гә-гә-гә – кәзә килгән кәзәгә,
Ға-ға-ға – эләктем тип ҡазаға.
Ҙа-ҙа-ҙа – ҡойроҡ ҡалды ҡаҙауҙа,
Ға-ға-ға – ҡаҙау ҡалһын язаға.
Гә-гә-гә – эләктереп мөгөҙгә,
Гә-гә-гә – көстө түккәндәр бергә.
Гә-гә-гә – мөгөҙ тейгән мөгөҙгә,
Гә-гә-гә – тәкмәс атҡандар ергә.

Да-да-да – ҡуян саба урманда,
Ды-ды-ды – иңләп-буйлап урманды.
Дә-дә-дә – барса бөжәк үләндә,
Ды-ды-ды –ҡуян күреп ҡыуанды.


Ҙа-ҙа-ҙа

Беҙҙең Ғәҙилә ҡайҙа?

Ҙа-ҙа-ҙа

Беҙҙең Ғәҙилә өйҙә.


Ҙа-ҙа-ҙа – ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?
Ҙы-ҙы-ҙы – ҡаҙҙар йылғаға барҙы.
Ҙә-ҙә-ҙә – рәхәтләнеп эй йөҙә,
Ҙы-ҙы-ҙы – ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.

Кәк-күк, кәк-күк – саҡыра кәкүк,
Рүк-рүк-рүк-рүк – туҡтама берүк.
Рәк-рәк-рәк-рәк – саҡыр шәберәк,
Кәк-күк, кәк-күк – ниндәй аяҙ күк.

Лы-лы-лы – соҡорло ла саҡырлы,
Ле-ле-ле – урамдарың (э)Стәрле.
Лы-лы-лы – баш әйләнә, аҫмалы,
Ле-ле-ле – күперҙәрең селтәрле.

 

Лә-лә-лә – бик матур бейей Ләлә

Гә-гә-гә – ҡунаҡҡа килгән беҙгә

Сә-сә-сә – өләсәйем сәй эсә

Ме-ме-ме – һеҙҙең быҙау һөҙәме?
Ма-ма-ма – һөҙә икән, алама.
Мы-мы-мы – көтөүгә ул барамы?
Мы-мы-мы – әллә өйҙә ҡаламы?
Ме-ме-ме – һине лә ул һөҙәме?
Мы-мы-мы – киреләнеп торамы?
Мө-мө-мө – мөгөҙҙәре бөтөнмө?
Мы-мы-мы – ҡойроҡ сәнсеп торамы?
Мы-мы-мы – юлын өйгә борамы?

 

Ңә-ңә-ңә – Миңлегөл көлә ниңә?

Нимә һөйләй ул һиңә?

Ңө-ңө-ңө – был була төлкө өңө
Ңа-ңа-ңа – йылғала һыуҙар туңа


Ңө-ңө-ңө – ана айыуҙың өңө,
Нө-нө-нө – үкерә көнө-төнө.
Ңы-ңы-ңы – өңө уның өр-яңы,
Нө-нө-нө – тығылыр микән өнө.
Нә-нә-нә – япраҡ өйә өйөн

 

На-на-үнә бара машина,

Ни-ни-аш бешерә әсәй,

Ти-ти-эштән ҡайта атай,

Ый-ый-уҡыуҙан ҡайта ағай.

 

Ҫа-ҫа-ҫа – беҙҙең Аҫыл шәп баҫа.

Ҫе-ҫе-ҫе – көн бөгөн бик эҫе.

Ҫә-ҫә-ҫә – баҡсабыҙҙа гөл үҫә,

Ҫө-ҫө-ҫө – бигерәк матур төҫө.

Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай оҫта баҫа,

Ҫо-ҫо-ҫо – ултырма әле боҫоп.

Ҫы-ҫы-ҫы – бигерәк матур икән балаҫы.

 

Аҫ-аҫ-аҫ – шулай матур баҫ.

Ыҫ-ыҫ-ыҫ – хуш еҫле ылыҫ.

Әҫ-әҫ-әҫ – ағастарҙа бәҫ.

Иҫ-иҫ-иҫ – көслөрәк ел иҫ.

Өҫ-өҫ-өҫ – ниндәй матур төҫ.

Ҫә-ҫә-ҫә – минең матурым үҫә.

Ҫе-ҫе-ҫе – инде ҙур булып үҫте.

 

Сә-сә -ел исә.

Ға-ға-һыу аға.

Уа-уа-яңғыр яуа.

Лы-лы –урамда йылы.

Әк-әк-болонда үҫә сәсәк.

Әй-әй-сәйнүктә сәй,

Ар-ар-тышта яуа ҡар,

Ю-ю-урамда ҙур айыу,

Ке-ке-тауыҡ эзләй төлкө.

 

Һы- һы- һы- бигерәк матур арбаһы,

Ңө- ңө- ңө- ана айыуҙың өңө,

Ңы- ңы- ңы- өңө уның өр- яңы,

Нә- нә- нә- айыу беҙгә күренә,

Уа- уа-уа- хуш еҫ бөркә яҙын һауа,

Ға- ға- ға- ҡарға килгән ҡарарға.

 ****

Кә-кә-кә, мин киләм мәктәпкә,

Ға-ға-ға, мин сығам таҡтаға,

Ты-ты-ты, мин алам китапты,

Де-де-де, өйрәнәм мин телемде

 

****

Фа-фа-фа-тырышып яҙа Сафа,

 Фе-фе-фе- кәкре-бөкрө хәрефе.

 Фа-фа-фа-матур яҙыу бер яфа.

 ҫа-ҫа-ҫа- ручканы ул ныҡ баҫа,

 са-са-са- хәрефтәр унан ҡаса.

 

Ҡә-ҡә-ҡә – Ҡәҙриә алды ҡәләм,                                  

Ҡы-ҡы-ҡы – ҡыйыҡтан тамсы тама.

 

Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа,

Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.

 

Әлимә, Әсмә, Әлиә                                                          

Сәй эсәләр күмәкләп.

 

Рә-рә -рә –йүгерә

Ра-ра-ра –саҡыра.

Ро-ро-ро –ҡоро.

 Рө-рө-рө –бөрө.

 

Ҙа- ҙа –ҙа ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?

Ҙы- ҙы- ҙы ҡаҙҙар йылғаға барҙы,

Ҙә- ҙә- ҙә рәхәтләнеп йөҙ әйҙә,

Ҙы- ҙы- ҙы ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.

 

Ға- ға- ға әйҙә киттек урманға,

Шә- шә- шә урманда еләк бешә,

Ле- ле- ле ауыҙ итәйек әле,

Ге- ге- ге ҡалай тәмле еләге.

 

Ва- ва- ва тәгәрәй икән арба,

Ма- ма- ма арбаға яҡын барма,

Һы- һы- һы бигерәк матур арбаһы,

Лап- лап, тыңғыр- тыңғыр йыр йырлап,

Һы- һы- һы бараһы ла бараһы.

Да- да- да ҡуян саба урманда,

Ды- ды- ды иңләп- буйлап  урманды,

Дә- дә- дә барса бөжәк үләндә,

Ды- ды- ды ҡуян күреп ҡыуанды.

 

Кәк-күк, кәк- күк, саҡыра кәкүк,

Рүк- рүк, рүк- рүк, туҡтама берүк,

Рәк- рәк, рәк- рәк, саҡыр шәберәк,

Кәк- күк, кәк- күк, ниндәй аяҙ күк.

 

Һең- һең- һең ҡайҙан ҡайтып киләһең?

Һаң- һаң- һаң ял итеп ал арыһаң,

Һәң- һәң- һәң дәртле баҫып йөрөһәң?

Һең- һең- һең мораҙыңа ирешерһең,

Һәң- һәң- һәң бөтә эшкә өлгөрөрһөң

.

Ша- ша- ша Шакир шарға талаша,

Шы- шы- шы ҡыҙыу уйын барышы,

Шә- шә- шә малайҙар шар бәрешә,

Ше- ше- ше уйнай ала һәр кеше.

 

Һы- һы- һы был Һәҙиәт ҡустыһы,

Һе- һе- һе кемдеке һуң берәүһе?

Һең- һең- һең танып алдым берәүһең,

Һөң- һөң- һөң саҡырығыҙ өсөһөн,

Һе- һе- һе нисә булды бөтәһе?

 

Ыж- ыж- ыж һыуыҡ әйтә:”Ыж- ыж- ыж!”

Аж- аж- аж йүгереп йөрөй Гилаж,

Жыу-жыу-жыу елдәр әйтә:”Жыу-жыу- жыу!”

Шыу- шыу- шыу Гилаж тауҙан шыуҙа шыу.

 

ңө- ңө- ңө ана айыуҙыү өнө,

нө- нө- нө үкерә  көнө-төнө,

ңы- ңы- ңы өнө уның өр яңы,

нә- нә- нә япраҡ өйә өйөнә,

ңы- ңы- ңы етер уянмаҫ таңы,

нә- нә- нә һунарсының күҙенә,

ғы- ғы- ғы күренмәй йоҡлар тағы.

 

Өп- өп- өп эттәр сабыша  өрөп,

Өп- өп- өп төндәр буйына йөрөп,

Эп- эп- эп хужаһы еткән,

Эп- эп- эп эте икәнен белеп.

 

Рә- рә- рә урман буйлап йүгерә,

Ра- ра –ра ҡулын болғап саҡыра,

Рө- рө- рө япраҡ ярған бөрө,

Рө- рө- рө урманда тыныс йөрө.

 

Са- са- са был бит беҙҙең Миңниса,

Се- се- се Миңниса ярҙам итсе,

Сә- сә- сә әсәйең шалҡан сәсә,

Се- се- се орлоҡтарҙы бирһәңсе.

 

ҫа- ҫа- ҫа ҡайһылай матур баҫа,

са- са- са тыпырлап күңел аса,

са- са- са дәртләндерәм:”Их асса!”

Са- са- са бейей шулай башҡортса.

 

Та- та- та Талип тауыҡ ашата,

Ти- ти- ти саҡыра:”Ти- ти- ти”

Те- те- те Талип тағы ем һипте,

Тө- тө- тө Талиптың еме бөттө.

 

 

Уа- уа- уа хуш еҫ бөркә яҙын һауа,

Уы- уы- уы татлы шул шишмә һыуы,

Уа- уа- уа үҙе инде бер дауа,

Уы- уы- уы ялан буйлап атлауы.

 

Фа- фа- фа тырышып яҙа Сафа

Фе- фе- фе кәкре –бөкрө хәрефе.

ҫа- ҫа- ҫа ручканы ул баҫа

Са- са- са хәрефтәр унан ҡаса.

 

Һа- һа- һа Һәҙиә айға осһа

Һә- һә- һә ракетала  ул елһә

Һы- һы- һы бар бит кире ҡайтаһы

Һе- һе- һе ҡыуанысты бүләһе.

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Тиҙәйткестәр63 КБ

Предварительный просмотр:

Алланған алма аша,

Балдары тама-тама.

Аша алһыу алманы,

Балына мана-мана.

 

Абағаға баға-баға,

Башым бәрҙем бағанаға.

 

Бүрәнә баҫты бүҙәнә,

Бүҙәнәне баҫты бүрәнә.

Ғәйеп бүрәнәлә лә бар,

Бүҙәнәлә лә бар.

 

Барый балаһы башын бағанаға бәргән дә больнцаға барған. Больницала Барый балаһының башына бинт  бәйләгәндәр.

 

Булдыҡһыҙ Баныу баҫмаға баҫҡайны, баҫма Баныуҙың баҫыуынан бәүелеп батты.

 

Бәширә әбей бөгөн байрамға балаларға баллы-баланлы бәлеш бешергән, балалар баллы-баланлы бәлеште бешереп сыҡҡас та бик яратып, бешә-бәшә, берәм-берәм ашай башланылар.

 

Бәләкәй балалар бәпкәләй баҫып бөгөн балалар баҡсаһына баралар.

 

Башта балта, таш баҫҡыс башына баҫ. Баҫҡыс башына башыңды бәрмә.

 

Быҙау, быҙау, быҙауҡай,

Быҙау буйлы быҙауҡай,

Быҙаулаған быҙауҡай,

Быҙауҡайҙай быҙауҡай.

 

Баныу баҡ-баҡ тип баҡылдаған баҡаны быуаға батырҙы.

 

Батыр баҡырып-баҡырып, буҫығып илап, бирешмәйем тип, бахыр, башын бутап-бутап, баҡырсаға бәрҙе.

 

Батырҙың эше лә батыр, һүҙе лә батыр, үҙе лә батыр, йөҙө лә матур.

 

Башта башлап таш баҫҡыс баҫҡысына баҫтым.

 

Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа,

Беҙҙең Зөһрә бөҙрә.

 

Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үҙебеҙҙеке. Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үҙегеҙҙекеме?

 

Килгән Ғата,  кейгән ҡата,

Урам буйлап ләстит һата,

Инде хәҙер көтөү ҡайта.

 

 

Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар-ҡар,

Бында еләк бар-бар-бар,

Тик яланы тар-тар-тар,

Еләк өҫтө ҡар-ҡар-ҡар.

 

Аҡ ҡарға,ҡара ҡарға,

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Аттым ҡарға, төштө ҡарға,

Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн,

Ҡарға йыйылған ҡарға.

 

Ҡарамалылағы ҡара ҡашлы Ҡарағол ҡарттың ҡап-ҡара ҡаҙы ҡайҙалыр ҡасҡан.

 

Ҡарға, ҡарға осоп кил, беҙҙгә яҙҙы алып кил. Бергәләшеп йөрөрбөҙ, тәмле бутҡа бирербеҙ. Уртаһына төшөп кенә май булып та ирербеҙ.

 

Ҡарамалы ауылы ҡара Ҡарағолға сана ҡарамалатырға биргәйнем. Ҡарамаланымы икән, ҡарамаламанымы микән. Ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамаламауына, ҡарамалауына ҡарамайынса ҡарап ҡына алып ҡайт әле.

 

Ҡара ҡарға ҡороған ҡарағайға ҡунды, ҡара ҡарғаның, ҡарға ҡарағас, ҡапыл ғобараһы осоп, ҡороған ҡарағастың ҡап-ҡара ботағынан ап-аҡ ҡарға ҡап-ҡара ҡарға ҡоланы.

 

Мейес башында биш бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы,

Биш бесәйҙең биш башына,

Емерелмәһен мейес башы.

 

Ҡап-ҡара ҡарағат ҡаптым, ҡап-ҡара ҡуңыҙҙан ҡотом ҡойолоп, ҡап-ҡара ҡарағат ҡыуағы аҫтына ҡастым, ҡарағат ҡыуаҡтары артынан ҡояшҡа ҡарап ҡаттым.

 

Ҡара ағай ҡарағай ҡырҡа,

Ҡырталаша ҡарағай.

Ҡырҡма, ҡара, йөҙөң ҡара

Ҡайт ҡалаңа, ҡара ағай.

 

Ҡаҙҙар ҡаңғылдашып

Ҡанат ҡағынды.

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға

Ҡайтты тағы ла.

 

Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡар-р-р!

Ниндәй ҡайғы бар? Бар?

 

Күпер башында күк күркә,

Күк күркәгә кәрәк күп көрпә.

 

Күрше күркә Ҡәйүм күҙҙәрен ҡыҫа-ҡыҫа, ҡулын ҡаҡ маңлайына ҡуйып, күккә ҡарай-ҡарай ҡояштың ҡыҙарып күтәрелеүен,ҡып-ҡыҙыл нурға күмелеп ҡырҙарға ҡалҡыуын күҙ ҡабағы аҫтынан күҙәтте.

 

Ҡарға ҡарғағанға ҡарап, ҡар яумай тормаҫ.

Ҡапҡан таптым, ҡапҡанға ҡаптым.

 

Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ!

Ҡапҡа ҡаҡма, таҡта ҡаҡ!

 

Ҡара ҡарға ҡарға ҡарағанда ҡара, ҡарға ҡарағанда ҡара ҡарға ҡара.

 

Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным,

Ҡара ҡарға ҡараңғыла ҡараһаң да,

Ҡарамаһаң да ҡара ҡарғаға ҡарағанда

Ҡара ҡарасҡыға оҡшап тора.

 

Килгеләштергеләштергеләп йөрөгөлә, ултырғылаштырғылаштырғылап торорбоҙ.

 

Ары ла лап-лап, бире лә лап-лап, һөнгө һаплап, кейеҙ ҡаплап, лап-лап-лап.

 

Мышлаған-мышлаған,

Мейес башында ҡышлаған.

Тирләмәгән, бешмәгән,

Белмәһә лә үҫмәгән.

 

Мәкәримов Мирсаяф Мирғәли малайы машина майы менән маңлайын майлаған да мендәренә менеп мендәрҙе майлаған.

 

Әйттем таҡмаҡ таҡмаҡлап,

һин дә миңә тап таҡмаҡ.

 

Мин бейермен – тап таҡмаҡ,

Таҡмаҡ тапмаған – ахмаҡ.

  1. Бөҙрә баш Барый Баймаҡтан ҡайтҡас, билсәнде бөтөрәм тип, баҡсаһына барған. Бөгөлөп-һығылып, бар белемен биреп, билсәнде ботарлай башлаған, бер бөгөлөп, бер эйелеп йөрөй торғас, бахыр Барый билен бөтөргән, билсәнде бөтөрөргә булыш тип, Баныуҙы саҡырған. Барый менән. Баныу бөтөрөлөп-бөтөрөлөп билсән утағандар. Билсәнде .бөтөрөрлөк булмаған. Бөҙрә баш Барый, бахыр Баныу был тиклем бөтөрөлгәнсе тип, бил яҙлыҡты рырға булған. Барыйҙың да, Баныуҙың да билдәре ҡатҡан, билһеҙ булып былар бөкрәйеп бер сәғәт ятҡан.
  2. Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа, Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.
  3. Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке. Беҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?
  4. Килгән Ғата, кейгән ҡата ,

          Урам буйлап ләстит һата,

          Инде хәҙер көтөү ҡайта.

5.  Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар-ҡар,

     Бында еләк бар-бар-бар,

     Тик яланы тар-тар-тар,

     Еләк өҫтө ҡар-ҡар-ҡар.

      6.Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға,

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Аттым ҡарға, төштө ҡарға,

Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн

Ҡарға йыйылған ҡарға.

       7. Ҡарамалылағы ҡара ҡашлы Ҡарағол ҡарттың ҡап-ҡара ҡаҙы ҡайҙалыр ҡасҡан.

       8.Ҡарға, ҡарға, осоп кил, беҙгә яҙҙы алып кил. Бергәләшеп йөрөрбөҙ, тәмле бутҡа бирербеҙ. Уртаһына төшөп кенә май булып та ирербеҙ.

       9. Ҡарамалы ауылы ҡара Ҡарағолға сана ҡарамалатырға биргәйнем. Ҡарамаланымы икән, ҡарамаламаны микән. Ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамаламауына, ҡарамалауына ҡарамайынса ҡарап ҡына алып ҡайт әле .

       10. Ҡара ҡарға ҡороған ҡарағайға ҡунды, ҡара ҡарғаның, ҡарға ҡарағас, Ҡапыл ҡобараһы осоп, ҡороған ҡарағастың ҡап-ҡара ботағынан ап-аҡ ҡарға ҡап-ҡара ҡарға ҡоланы.

      11. Мейес башында биш. бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы,

Биш бесәйҙең биш башына,

Емерелмәһен мейес башы.

      12. Ҡап-Ҡара ҡарағат-ҡаптым, ҡап-ҡара ҡуңыҙҙан ҡотом ҡойолоп ҡайтҡара ҡарағат ҡыуағы аҫтына ҡастым, ҡарағат ҡыуаҡтары артынан ҡояшҡа ҡарап ҡаттым.

      13. Ҡара ағай ҡарағай ҡырҡа,

Ҡырталаша ҡарағай.

Ҡырҡма, ҡара, йөҙөң ҡара

Ҡайт ҡалаңа, Ҡара-ағай .

      14. Ҡаҙҙар ҡаңғылдашып

- Ҡанат ҡағынды.

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға

Ҡайтты тағы ла.

     15. Ҡар-р-р, Ҡар-р-р, ҡар-р-р!

Ниндәй ҡайғы бар? Бар?

     16. Күпер башында күк күркә,

Күк күркәгә кәрәк күп көрпә.

     17. Күрше күркә Ҡәйүм күҙҙәрен ҡыҫа-ҡыҫа; ҡулын ҡаҡ маңлайына ҡуйып, күккә ҡарай-ҡарай ҡояштың ҡыҙарып күтәрелеүен,ҡып-ҡыҙыл нурға күмелеп ҡырҙарға ҡалҡыуын күҙ ҡабағы аҫтынан күҙәтте.

     18. Ҡарға ҡарғағанға ҡарап, ҡар яумай тормаҫ.

     19. Ҡапҡан таптым, ҡапҡанға ҡаптым.

    20. Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ!

     21. Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ !

     22. Ҡара ҡарға ҡарға ҡарағанда ҡара, ҡарға ҡарағанда ҡара ҡарға ҡара .

     23. Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным,

Ҡара ҡарға ҡараңғы ла ҡараһаң да,

Ҡарамаһаң да ҡара ҡарғаға ҡарағанда

Ҡара ҡарасҡыға оҡшап тора.

   24. Килгеләштергеләштергеләп йөрөгөлә, ултырғылаш тырғылаштырғылап торорбоҙ.

Ҡарамалылағы бер ҡартҡа ҡараманан сана ҡарамаларға биргәйнем. Ҡарамаланы микән, ҡарамаламаны микән? Ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамалағаны на, ҡарамаламағанына ҡарамайынса үҙең барып алып ҡайт. Ул ҡарамаламаһа, үҙем ҡарамалармын. Ҡараманан сана ҡарамалау — борондан килгән һөнәр.

     25. Ары ла лап-лап, бире лә лап-лап, һөңгө һаплап, кейеҙ ҡаплап, лап-лап-лап.

     26. Мышлаған-мышлаған,

Мейес башында ҡышлаған.

Тирләмәгән, бешмәгән,

Белмәһә лә үҫмәгән.

     27. Мәкәримов Мирсаяф Мирғәли малайы машина майы менән маңлайын майлаған да мендәренә менеп мендәрҙе майлаған.

     28. Әйттем таҡмаҡ таҡмаҡлап,

Һин дә миңә тап таҡмаҡ.

Мин бейермен— тап таҡмаҡ,

Таҡмаҡ тапмаған — ахмаҡ.

     29. Төлкө, өтөлөп-өтөлөп, өйрәк өйрәһен, өрпөлдәтеп-өрпөлдәтеп

һемерҙе. Көндә өтөлөц-өтөлөп өйрәк өйрәһен өрпөлдәткәң төлкө, әйтергә көлкө, өскил булып, өйрәктән һимерҙе.

     30. Соҡалының соҡорон сыҡҡан саҡта Сәмәрәнең силәге , сатнаған.

Һиҙиәт һыйырға, һары ҡҡа һалам һалғанда һәнәген һындырып, һәнәгенең һабын Ьәҙиәгә һикһән һигеҙ һумға һатҡан.

     31. Өйгә ингән сыпсыҡ,

Осоп йөрөй сыпсыҡ,

Сып-сыҡ, сып-сыҡ,

Сыҡ, сыпсыҡ,

Осоп сыҡ, сыпсыҡ,

сыҡ, ҡошсоҡ,

Сыҡ, сыҡ, ҡошсоҡ,

осоп сыҡ!

     32. Һәҙиә һыйырына һуҡыранып,

һәнәгенең һабын һындырғансы һуҡты.

     33. Серәкәй себенде себендәк, ти,

Себен серәкәйҙе серелдәк.

     34. Һары Сабираға һары сандали,

Һары сандалиға. һары Сабира.

Һары Сабираны һары сандали,

     35. Һап-һоп итеп сейәгә апара.

Һыуыҡ һыу һалҡын була,

Һыуыҡ. килһә, һыу туңа.

     36. Һонтор Нәзиә .һалам: эшләпәһен һалпылдатып, һалм аҡ баҫып  һыуһынға һыуға килә.

Һонтор Һәҙиә һалам эшләпәһен һапылдатып, һалмаҡ баҫып һыуһынға һыуға килә.

      37. Һарыҡ, һап-һап баҫып, һыйырға һыйланырға килгән. Кыйыр, һәмгелдәп йөрөй-йөрөй, һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам менән һыйлаған.

     38. Сибәр, Сәймә һәм Сәлимә

Сәй әсәләр өсәүләп.

Сулпан ситтә сәсәй-сәсәй

Сәй көтә был өсәүҙән.

    39. Һалмауыр Һаҙыев Һәҙи һауын һыйырҙарға, һары ҡтарға һалбыр һалам һалғанда һалм аҡ һәнәк һабын һындырған.

     40. Һәҙи! Һыйырҙарға, һарыҡтарға һоло һаламы һал!

     41. Оҙон епте һаплама ла, ыҫмалалама ла, үҙем һабын һаплап, үҙем ыҫмалаһын ыҫмалалармын.

     42. Шакирҙың шары шарт-шорт шартланы, Шакир шуға Шаңҡып, шып-шым ғына шаҡ ҡатты.

     43. Шыуа-шыуа шыуғалаҡ,

Шып-шыма ялтыр ҡалаҡ.

     44. Әсмәнең әсәһенең әсәһе Әсмәнең сәсенә сәскә сәнсте. Сите сәскәле сы наяҡҡа сәк-сәк сәсте. Әсмә сынаяҡтағы сәк-сәкте, сәнскегә сәнсеп, сәйнәй-сәйнәй сәпелдәй.

     45. Шыпыр -шыпыр, шыптыр-шыптыр, ҡыптыр-ҡыптыр, мейес артында, мейес аҫтында, шыптырлағыс шыптырлай .

     46. Хәсрәттең тоҡсайы ның ҡапсығының ауыҙын, бәйләгән бауының ебенең һүрендеһенең осо.

     47. Дарыу менән өс шешә,

Шешә бауын теш сисә,

Шешә сисһәм, теш шешә .

     48. Үрмәксе, үрмәксенән күрмәксе, үргә үрелеп-үрелеп үтеп-һүтеүселәрҙе үҙенең үрмәле-үрмәле үрҙә үрелгән үрмәһенә үткәреп, үтеп, эләгеп үрһәләнеүселәрҙе үсәп-үсәп, үҙҙәре үлгәнсә көтөп, үтен эсте .

      49. Эт башындай эшемде этләнеп-этләнеп эш итә алмағас, эштә күргән этлектәрҙән этләнеп эткә әйләнә яҙҙым .

      50. Ыңғыр-ыңғыр ыңғырсаҡ,

Ҡайҙа минең бала саҡ?

Үтеп китте уйнар саҡ,

Килеп етте һыңғырсаҡ.

     51. Әхәт әтәсләнеп Әнисәне әрләне.

Әхәткә Әнисә сәрелдәй-сәрелдәй ә-ә-ә тип әрләште.

     52. Ыңғыр-ңыңғыр ыңғырсаҡ,

Эңгер-мөңгөр ҡыңғыр саҡ.

Беҙҙең хәҙер йырлар саҡ,

Ғыр-ғыр гармун уйнар саҡ.