Главные вкладки
Материалы по подготовке к ОГЭ
Демоверсии по подготовке к ОГЭ по башкирскому языку (2-ая линия)
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 31.15 КБ | |
| 21.58 КБ | |
| 23.14 КБ | |
| 22.11 КБ |
Предварительный просмотр:
Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының IX класс уҡыусылары өсөн 2023 йылда туған (башҡорт) теленән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү өсөн контроль-үлсәү материалдарының демонстрацион варианты
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IX класс уҡыусылары өсөн
2023 йылда туған (башҡорт) теленән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы Эш биремдәрен башҡарыу өсөн күрһәтмә
Туған (башҡорт) теленән имтихан ваҡытында уҡыусылар төрлө эш биремдәре башҡаралар.
Беренсе өлөштә тест үтәләр. Тест үтеү барышында һорауҙар ҡатмарлана бара. 1-10-сы һорауҙарҙа яуап варианттары араһынан 1 генә дөрөҫ яуап билдәләнә.
Икенсе өлөш.
11-20-се һорауҙар текст буйынса бирелгән, уҡыусылар был эш биремдәре буйынса ҡыҫҡаса яуап яҙалар.
Был һорауҙар аша уҡыусының башҡорт теле бүлектәренән (фонетика, лексика, морфология, синтаксис) туплаған теоретик белеме, төрлө тел нормаларын үҙләштереү кимәле, тексты уҡып аңлау күнекмәләре тикшерелә.
Өсөнсө өлөш.
Был эш төрөндә башҡорт халҡының киң билдәле мәҡәле йәки әйтеме, башҡорт теленең фразеологик берәмеге бирелә. Уҡыусылар шул тел элементының мәғәнәһен асыҡларға тейеш (8-10 һөйләм). Был яҙма текста фекер киңлеге, тел-һүрәтләү саралары ҡулланылышы, грамоталылыҡ мөһим.
Имтихан барышында уҡыусы тел буйынса төрлө һүҙлектәр ҡуллана алалар.
Бөтә һорауҙарға ла яуап бирер өсөн 90 минут ваҡыт ҡаралған.
Эш биремдәренә яуаптар яуап бланкыһына сағыу (гелле) ҡара ручка менән яҙыла.
Һорауҙарға яуап биргәндә ҡаралама менән дә ҡулланырға мөмкин, тик ҡараламалағы яҙыуҙар тикшереү комиссияһы тарафынан баһаланмай.
Өс өлөштәге балдар бергә ҡушыла һәм дөйөм балдар һаны сығарыла.
Уңыштар теләйбеҙ!
Эш биремдәре Беренсе өлөш
хәрефтәр һәм өндәр һаны ҡайһы юлда тап килә?
- ямғыр, йәй, болот
- ҡар, ынйы, аяҙ
- һары, япраҡ,уңыш
- йәм, бөрө, дәрт
2.Ҡайһы һүҙ түбәндәге лексик мәғәнәгә эйә: «Дөрөҫ яҙылыш нормаларын билдәләй һәм өйрәнә торған фән»?
- орфоэпия
- синтаксис
- орфография
- һүҙьяһалыш
3.Кәкре ҡайынға терәтеү тигән фразеологик берәмектең мәғәнәһен аңлатығыҙ
- маҡтаныу
- алдашыу
- урлашыу
- мыҫҡыллау
4. Даръя, һабаҡ, мәҙрәсә һүҙҙәре ниндәй пассив һүҙҙәр ҡатламының төркөмөнә ҡарай
- терминдар
- архаизмдар
- неологизмдар
- историзмдар
5. Ҡара диңгеҙ тигән ҡушма һүҙ ниндәй юл менән яһалған?
- парлау
- ҡабатлау
- бәйләү
- ҡыҫҡартыу
6. Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ һөйләмендә хәбәр ниндәй килештә кигән?
- төп
- эйәлек
- төшөм
- сығанаҡ
7.Түбәндәге исемдәрҙән II зат эйәлек формаһын билдәләгеҙ
1) китабыбыҙ
2) китабың
3) китабы
4) китабым
8 . Бирелгән синонимик рәттә доминантаны билдәләгеҙ
- ҡасыу
- тайыу
- һыҙыу
- шылыу
9.Үҙләштерелгән һүҙҙәргә ялғау дөрөҫ ҡушылған рәтте күрһәтегеҙ
- жюриҙы, деталдә, митингынан
- августта,октябрьҙа,фамилияла
- класстан, секретарьҙы, киоскка
- танкыла, тушьты,кафегә
10. Торба, бүрәнә ( рус һүҙҙәренән- труба, бревно).Был ниндәй күренеш?
- элизия
- протеза
- эпентеза
- редукция
Икенсе өлөш
Тексты уҡып сығығыҙ. Текст буйынса һорауҙарға яуап бирегеҙ.
(1) Төрлө дуҫтар була донъяла. (2) Ләкин уларҙың күбеһен башыңа ҡайғы төшкәндә генә аңлайһың икән.
(3) Ҡапыл, аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек, йөрәк сире мине аяҡтан йыҡты. (4) Дуҫтарымдың күбеһе быны белмәне, ә ҡайһы берәүҙәре белмәмешкә һалышып, урамдың икенсе яғына янтайҙы. (5) Күптән күрешмәгән дуҫым, ялын, Ҡара диңгеҙ буйын ташлап, яныма осоп ҡайтты. (6) Аҙнаға яҡын карауатым эргәһенән китмәне. (7) Юҡ(...) йәлләмәне ул мине. (8) “Бөгөлмә, бөгөлгәнде тағы ла нығыраҡ бөгәләр, ә аҙаҡ һындыралар”, – тине ул һәм икенсе көндө осоп та китте.
(9) Башҡа ваҡытта, күңел күгем ҡояшлы саҡта, йөрәгем тыныс һәм талғын типкәндә, эштәрем алға киткәндә, ул ана шулай юғала ла ҡуя. (10) Төрлө дуҫтар була донъяла...
1-3 һөйләмдәр араһынан фразеологик берәмектәрҙе табып яҙығыҙ.
- (7) һөйләмдә (...) йәйәләр эсендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйылырға тейеш?
13. (5) һөйләмдә “күрешмәгән дуҫым” һүҙбәйләнешендә “күрешмәгән” һүҙе ниндәй ҡылым төркөмсәһенә (затһыҙ ҡылымға) ҡарай?
14. (4) һөйләмдәге “янтайҙы” һүҙен ниндәй синоним һүҙ менән алмаштырып була?
15. (6) һөйләмдәге “карауатым ” һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.
16. Дуҫ, дуҫлыҡ темаһына бер мәҡәл яҙығыҙ.
17. (6) бер составлы һөйләм төрөн билдәләгеҙ.
18. (10) һөйләмдәге “ дуҫтар” һүҙенең антонимын яҙығыҙ?
19. Килтерелгән текстың (7) һөйләмендәге “йәлләмәне мине”эйәртеүле һүҙбәйләнештең төрөн билдәләгеҙ.
20. (9) ҡушма һөйләм төрөн билдәләгеҙ.
Өсөнсө өлөш
“Минең дуҫым” темаһына 8-10 һөйләмдән торған бәләкәй текст яҙығыҙ.
Яуаптар бланкыһына башта һорауҙың һаны (номеры), унан һуң яуап яҙыла. Уҡыусы теге йәки был һорауға яуап бирә алмаһа, һорау һанынан һуң яуап урынына һыҙыҡ (прочерк) ҡуйыла.
Яуаптар.
Беренсе өлөш.
1. 4
2. 3
3. 2
4. 2
5. 3
6. 1
7. 2
8. 1
9. 1
10. 3
Икенсе өлөш.
11.Башыңа ҡайғы төшкәндә, аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек
12.Өтөр
13.Үткән заман сифат ҡылым
14. Күсте, сыҡты
15. Карауатым– исем, нимә? һорауына яуап бирә, б.ф. – карауат, уртаҡлыҡ, төп килештә, берлектә,
I затта, һөйләмдә урын хәле булып килә
16. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын; Ағас ағасҡа таяна, кеше дуҫына таяна.
17.Билдәһеҙ эйәле һөйләм
18.Дошмандар
19.Башҡарылыу
20.Эйәртеүле ҡушма һөйләм.
Предварительный просмотр:
Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының IX класс уҡыусылары өсөн 2024 йылда туған (башҡорт) теленән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү өсөн контроль-үлсәү материалдарының демонстрацион варианты
Беренсе өлөш
- Ҡайһы юлдағы һүҙҙәр төркөмөндә хәрефтәр һәм өндәр һаны тап килә?
- егет, ҡуян, юл, мамыҡ
- йәм, дәрт, йәшел, бөрө
3) ямғыр, йәй, саф, болот
4) таяҡ, егерме, ашъяулыҡ, уңыш.
2.Төп башҡорт һүҙҙәренән генә торған юлды билдәләгеҙ:
- Ҡәләм, әсәй, ҡул, өйөрмә
- Сәскә, мәғариф, бәхет, бала
- Әсәй, сәскә, ағас, үлән
- Егет, тәьминәт, бүрәнә, эшләпә.
3.Алтын һүҙе ҡайһы осраҡта тура мәғәнәһендә ҡулланылған?
- алтын көҙ
- алтын балдаҡ
- алтын туй
- аҡылың алтын икән.
4.Ҡатын-ҡыҙ, йүгерә-атлай һүҙҙәре ниндәй юл менән яһалған?
- һүҙҙәрҙе бәйләү юлы
- һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы
- һүҙҙәрҙе парлау юлы
- һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы.
5.Түбәндәге исемдәр араһынан II зат эйәлек формаһын билдәләгеҙ:
- китапта
- китаптың
- китабым
- китабың.
6.Быйыл еләк күп булды. Билдәләнгән һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
- исем
- ҡылым
- рәүеш
- алмаш.
7.Йығылыу, тәгәрәү, ҡолау, ауыу һүҙҙәрен мәғәнәләре буйынса нисек атап була?
- синонимдар
- антонимдар
- омонимдар
- башҡа исеме бар.
8.Лексикология ул –
- һүҙҙәрҙең килеп сығышын өйрәнеүсе фән
- телдәге бөтә һүҙҙәр йыйылмаһын өйрәнеүсе фән
- телмәр өндәрен өйрәнеүсе фән
- яңғыҙлыҡ исемдәрҙе өйрәнеүсе фән.
9.Яңы һүҙҙе (неологизм) билдәләгеҙ.
- яугир
- революция
- айфон
- хан.
10. Ҡайһы юлда бөтә һүҙҙәр ҙә үҙгәртеүсе ялғауҙар (аффикстар) ярҙамында яһалған?
- Китапты, баҡсаның,барам
- Ҡыҙҙар, көҙгө,килде
- Мәктәптә,яҡшы, күҙҙән
Икенсе өлөш
1.Нектарға бай сәскәләрҙе эҙләү - разведчик ҡорттоң эше. 2.Бал ҡорто хуш еҫ бөркөгән сәскәгә ҡуна. 3. Күҙәтеүсе ҡорт ояһына әйләнеп ҡайта.4. Ул(...) кәрәҙ өҫтөндә әйләнеп(...) ҡорһағын төрлөсә бороп йөрөй. 5.Ҡорт шул юл менән бал ташыясаҡ ҡорттарға ҡайҙа осорға кәрәклеген хәбәр итә.
6. Эшсе ҡорттар нектар менән туйынған арала сәскәне һеркәләндереп тә өлгөрә.
7. Күҙәнәк бал менән тулғас, ҡорттар уны һылап ҡуялар. 8. Ҡояш байығансы уңған ҡорттар бик күп тәмле балды йыйып ала.
11.(1) һөйләмдән эйәлек килеш ялғаулы һүҙҙе табып яҙығыҙ
12.(2) һөйләмдең нигеҙен ( баш киҫәктәрен) билдәләгеҙ.
13.(2) һөйләмдәге “хуш” һүҙенә синоним яҙығыҙ.
14.(4) һөйләмдәге йәйәләр урынында ниндәй тыныш билдәләре төшөп ҡалған.Ни өсөн был тыныш билдәләре унда кәрәклеген яҙығыҙ.
15.(5) һөйләмдән уртаҡ ҡылымды табып яҙығыҙ.
16.(6) һөйләмдәге “туйынған” һүҙенә морфологик анализ эшләргә.
17.(7) һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
18.(5),(8) һөйләмдәрҙән сифат ҡылымдарҙы табып яҙығыҙ.
19. (8) һөйләмдән хәл ҡылымды табып яҙығыҙ
20.(3) һөйләм әйтелеү маҡсаты буйынса ниндәй һөйләм.
Предварительный просмотр:
Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының IX класс уҡыусылары өсөн 2024 йылда туған (башҡорт) теленән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү өсөн контроль-үлсәү материалдарының демонстрацион варианты
Эш биремдәре Беренсе өлөш
Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар?
- 27
- 33
- 42
- 44
- Ҡайһы һүҙ түбәндәге лексик мәғәнәгә эйә: «Мәғәнәләре менән бер төрлө йәки бер-береһенә бик яҡын булған һүҙҙәр »?
- антоним
- синоним
- омоним
- ялғау
Башҡорт телендә нисә-диалект бар ?
- 3
- 5
- 6
- 4
Диалект һүҙҙәр булған юлды билдәләгеҙ
- эпи, мишәк,өгөрсө
- сәңгелдәк,ҡурай еләге,сүкеш
- ҡоҙоҡ, ҡоралай,ҡулъяулыҡ
- икмәк,әсәй,турғай
Башҡорт телендә нисә тартынҡы бар?
- 23
- 17
- 27
- 14
Профессиональ һүҙҙе билдәләгеҙ.
- фехтование
- балыҡсы
- ғалим
- ҡош
Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы бар?
- 5
- 12
- 3
- 9
Антоним пары дөрөҫ булған юлды билдәләгеҙ?
- Оҙон-тар
- Ҙур-дәү
- Ҡул-аяҡ
- Көн-төн
Юҡлыҡ алмашы булған юлды билдәләгеҙ
- Бер кем, бер нимә
- Һәр кем,бөтәһе
- Минең, һинең
- Әллә кем, әллә нимә
Күплек ялғауы дөрөҫ яҙылмаған юлды күрһәтегеҙ?
- Таксилар, яланҙар,атайлар
- Менюҙар,клубтар,ағастар
- Пальтолар,парталар,ҡәләмдәр
- Таштар,урмандар,ҡырҙар
Икенсе өлөш
Тексты уҡып сығығыҙ. Текст буйынса һорауҙарға яуап бирегеҙ.
1.Ҡояшлы аяҙ көн. 2.Берлек ауылының осонан уҡ башланған урмандар, һарыға мансылып, тыныс ҡына ойоп ултыра.
3. Күптән инде ҡыр эштәре тамамланған.4. Баҫыуҙар билдәрен бөгөп, иген үҫтереп биргәндән һуң, батырҙарса күкрәп киреп ял итә.5.Күңелдәрҙе тирбәтеп ятҡан йәшел ужымдан кемдеңдер аҙғын башмағы һаман ҡайта белмәй, әрһеҙләнеп,утлап йөрөй.6.Бесән эскерттәренең арҡыры ағастарына ҡунаҡлап, тирә-йүнде сая бөркөттәр күҙәтә.7.Гүйә, улар ялан һаҡсылары, әйтерһең, тыуған төйәктәренең именлеген һаҡлайҙар.
8.Эйе, алтын көҙ. 9.Һәр ерҙән муллыҡ, бәрәкәт күҙгә ташлана. 10.Халыҡ өйҙә хужалыҡ эштәре менән мәшғүл, йәйен ҡулы теймәгән аҙбарын рәтләй, бура бурай.
Текста һүрәтләнгән миҙгелдән һуң ниндәй миҙгел килә?
- (8-10) һөйләмдәр араһынан бер составлы һөйләмде билдәләгеҙ.
(1) һөйләмдә “ҡояшлы” һүҙе ниндәй сифат?
- (3) һөйләмдәге “ҡыр” һүҙен ниндәй синоним һүҙ менән алмаштырып була?
(7) һөйләмдәге “һаҡлайҙар” һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.
- (1) һөйләмдәге “аяҙ” һүҙенә антоним яҙығыҙ.
(9) һөйләмдең баш киҫәктәрен яҙығыҙ .
- (2) һөйләмдәге “ауылының” һүҙе ниндәй эйәлек заты ялғауы ҡабул иткән?
Килтерелгән текстың (4) һөйләмендә оҡшатыу рәүешен табып яҙығыҙ.
- (9) һөйләмдәге “ерҙән” һүҙе ниндәй килештә тора ?
Өсөнсө өлөш
- 8-10 һөйләмдән торған бәләкәй текст яҙығыҙ.(теманы уҡытыусы индивидуаль бирә)
Яуаптар бланкыһына башта һорауҙың һаны (номеры), унан һуң яуап яҙыла. Уҡыусы теге йәки был һорауға яуап бирә алмаһа, һорау һанынан һуң яуап урынына һыҙыҡ (прочерк) ҡуйыла.
Предварительный просмотр:
Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының IX класс уҡыусылары өсөн 2024 йылда туған (башҡорт) теленән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү өсөн контроль-үлсәү материалдарының демонстрацион варианты
Беренсе өлөш
1. Һаңғырау тартынҡылар ғына булған һүҙҙәр ҡайһы юлда?
1) китте, туҡтат, тупта
2) яугир, батыр, ҡараҡ
3) тараҡ, ҡараҡ, баҫҡыс
4) бесән, һыйыр, эт
2. Ҡайһы юлдағы һүҙҙәр үҙ аллы һүҙ төркөмөнә ҡарай?
1) айыу, һай-һай-һай, һары
2) һәм, эйе, йәшәргә
3) ҡара, беренсе, Айгөл
4) эй-й-й, кил, эшлә
3. Көн ҡапыл боҙолдо: болоттар ҡуйырҙы,әсе ел иҫә башланы. Һөйләмдең
төрөн билдәләгеҙ.
1) ябай һөйләм
2) тиң эйәрсәнле ҡушма һөйләм
3) теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
4. Бүрәнә, карауат, мейес, өҫтәл, эләүкә, эҫкерт. Был һүҙҙәр ниндәй телдән
үҙләштерелгән?
- фарсы
- рус
- ғәрәп
- инглиз
5. Ҡатын-ҡыҙ, йүгерә-атлай һүҙҙәре ниндәй юл менән яһалған?
1) һүҙҙәрҙе бәйләү юлы
2) һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы
3) һүҙҙәрҙе парлау юлы
4) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы
6. Һөйләмдән ҡылымды табып, төрөн билдәләгеҙ.
Әнисә Кәримовна, мин дә шиғыр һөйләйем әле.
1) хәбәр ҡылым
2) шарт ҡылым
3) бойороҡ ҡылым
4) теләк ҡылым
7. Ҡайһы рәттә хәрефтәр ике өндө белдерә?
1) е, ю, а, и, ө, у
2) е, ю, я, ё
3) у, а, о, ү, э
4) ю, е, и, ә, я
8. Бүре башын ашарҙай булыу фразеологизмының мәғәнәһен аңлатығыҙ.
1) ныҡ асығыу
2) ҡурҡыу
3) тиҙ генә эшләү
4) ҡасыу
9. Мин зәңгәрһыу күлдәк кейгән инәйҙе таныным. Аҫтына һыҙылған сифат
ниндәй дәрәжәлә бирелгән?
1) төп
2) артыҡлыҡ
3) сағыштырыу
4) аҙһытыу
10. Юлдаш, ҡурайсы һүҙҙәренең ялғау төрөн билдәләгеҙ.
1) яһаусы ялғау
2) үҙгәртеүсе ялғау
3) форма яһаусы ялғау
Икенсе өлөш
Тексты уҡып сығығыҙ. Текст буйынса һорауҙарға яуап бирегеҙ.
(1) Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? (2) Юҡмы ни? (3) Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? (4) Ҡыйындыр, әлбиттә. (5) Ә бит Бөркөтлөнө күреү генә түгел, шунда тыуып, шунда үҫкән кешеләр бар. (6) Уларға рәхәт, исмаһам, тыуҙыңмы, рәхим ит: Бөркөтлө.
(7) Шулай ҙа кешеләрҙе аңламаҫһың. (8) Бөркөтлөләр үҙ ихтыярҙары менән ҡайҙағылыр алыҫ ҡалаларға, күҙ күрмәҫ, ҡолаҡ ишетмәҫ илдәргә барып йөрөп ҡайталар. (9) Күргәндәрен мәрәкә итеп һөйләйҙәр.
(10) Йорттан сыға алмағандары лимон-әфлисундар үҫкән йыраҡ ерҙәр, шаулы диңгеҙҙәр, ҡыш булмай торған илдәр, төн булмай торған яҡтар тураһында хыялланалар. (11) "Их, шуларҙы барып күрһәң ине!" - тиҙәр. (12) Ә бына: (…) Их Бөркөтлөнө күрһәң ине! (…) - тип уфтанған кешене, ниңәлер, осратырға тура килмәне. (М.Кәрим)
Һорауҙар һәм эштәр:
11. Әйтелеү маҡсаты буйынса (1) һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
12. (10) һөйләмдә хыялланалар һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
13. (3) һөйләмдәге иң матур һүҙе ниндәй дәрәжәлә тора?
14. (10) һөйләмдәге ерҙәр һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
15. (9) ябай һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
16. (12) һөйләмдә йәйәләр урынына ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?
17. (9) Мәрәкә һүҙенең синонимын яҙығыҙ.
18. (8) һөйләмдең баш киҫәктәрен табығыҙ.
19. (1) һөйләмдән яңғыҙлыҡ исемен табығыҙ.
20. Текст ниндәй стилдә яҙылған?
Өсөнсө өлөш
21. “____________” темаһына 8-10 һөйләмдән торған бәләкәй текст яҙығыҙ.