Разработки уроков и внеурочных мероприятий

Разработки уроков и внеклассных мероприятий на башкирском языке

Скачать:


Предварительный просмотр:

Ғимазова Альмира Фәнис ҡыҙы,

Илеш районы муниципаль районы муниципаль

бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Рсай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы

Үрмәт ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Дәрес өлгөһө

Рәми Ғариповтың “Урал йөрәге” хикәйәте

(8-се класс)

                     

                   Дәрескә  ҡыҫҡаса  аннотация: Дәрес өлгөһө кейс- технология методы ҡулланып төҙөлдө. Кейс-технологияның үҙенсәлектәре: тикшеренеү-аналитик технологияларҙың бер төрө булараҡ , күмәк ,үҫтереү, уңыш барлыҡҡа килтереү технологияларын  үҙ эсенә ала.

                    Бәхәстә, әңгәмәлә хәҡиҡәт тыуа, шуға ла ошо технологияны ҡулланыуҙы отошло тип һанайым. Сөнки һәр бер уҡыусы үҙенсә яуап бирә, фекер йөрөтә.Улар бәхәс , инҡар итеү, үҙ позицияларын әйтеү аша бергәләп  дөрөҫлөктө асалар.Бында уҡытыусы күҙәтеүсе,  кәрәк саҡта  юл күрһәтеүсе  ролендә була.

Дәрестең планлаштырылған белем биреү һөҙөмтәләре:

1.Шәхси:

         граждандар тәрбиәһе: тыуған яҡ, ил тормошонда, шул иҫәптән әҙәби әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан хәлдәр менән сағыштырыуҙа әүҙем ҡатнашыу, башҡа кешеләрҙең хоҡуҡтарын, азатлыҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен ихтирам итеү;

       илһөйәрлек тәрбиәһе:  телгә иғтибар һәм һөйөү,  фән, мәҙәниәт ,халҡыбыҙҙың хәрби һәм  хеҙмәт ҡаҙаныштарына, Ватаныбыҙҙың уңыштарына  һоҡланыу  тойғолары тәрбиәләү;

      рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү: ҡылыҡ эҙемтәләрен аңлауҙы иҫәпкә алып, үҙеңдең тәртибеңде, телмәреңде, шулай уҡ башҡа кешеләрҙең тәртибен һәм ҡылыҡтарын әхлаҡи һәм хоҡуҡи нормалар ҡарашынан баһаларға әҙер булыу;

    эстетик тәрбиә: әҙәби әҫәрҙең образлылыҡ тәбиғәтен, эмоциональ йоғонтоһон аңлау;

     хеҙмәт тәрбиәһе биреү: шәхси һәм йәмәғәт мәнфәғәттәрен, ихтыяждарын иҫәпкә алып, белем биреүҙең индивидуаль траекторияһын төҙөү һәм тормош пландарын аңлы рәүештә һайлау;

     ғилми танып белеү ҡиммәттәре: образдарҙы асыҡлау һәм бәйләү күнекмәләре, яңы белемдәр булдырыу, шул иҫәптән быға тиклем билдәһеҙ булған төшөнсәләр, объекттар һәм күренештәр тураһында гипотезалар төҙөү, идеялар формалаштырыу һәләте, үҙ белемеңдең һәм компетенцияңдың етмәүен аңлау, үҙеңдең үҫешеңде планлаштырыу һәләте, тамашасылар алдында сығыш яһау күнекмәһе булдырыу.

2.Метапредмет:Әҙәби әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары  тураһында белемде арттырыу,танып белеү мотивтарын һәм ҡыҙыкһыныусанлыҡты үҫтереү; максаттарға ирешеү юлдарын, уҡыу һәм танып белеү бурыстарын хәл итеүҙең эффектив ысулдарын аңлы рәүештә һайлау; планлаштырылған һөҙөмтәләр менән үҙ хеҙмәтеңде тиңләштерә белеү, һөҙөмтәләргә ирешеү процесында эшмәкәрлекте контролдә тотоу; аңлап-төшөнөп уҡыу алымына эйә булыу; үҙ тиңдәштәрең һәм уҡытыусы менән уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора, төркөмдә һәм үҙаллы эшләй, үз фекереңде формалаштыра һәм уны яҡлай белеү, һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлы тәбиғәтен аңлау.

            3.    Предмет: Р.Ғарипов ижады буйынса белгәндәрҙе тулыландырыу, “Урал йөрәге” хикәйәтенең идея–тематик  йөкмәткеһен үҙләштереү, поэтик тексты эмоциональ ҡабул итеү, анализлау, әҙәби терминдарҙы, әҙәбиәт теорияһын белеү,башҡарылған ғәмәли эштәрҙән сығып, һығымталар, йомғаҡлауҙар яһарға өйрәнеүҙе дауам итеү.

Дәрестең төрө:

  1. Дидактик маҡсат яғынан: яңы белем биреү
  2. Ойоштороу ысулы яғынан: фронталь, төркөмдәрҙә эшләү.

Уҡытыу алымдары: кейс-технология, өлөшләтә тикшеренеү-аналитик,  уҡыу, әңгәмә, һорау, проблемалы эҙләнеү,үҫтереү, фекер йөрөтөү, анализлау, күргәҙмәлелек, инструктаж, рефлексия, мәғлүмәти-коммуникацион технология ҡулланыу.

Уҡытыу саралары: мультимедиа проекторы, интернет селтәренә тоташҡан компьютер , ”Урал” көйө  фонояҙмаһы, презентация, Рәсәй, Башҡортостан карталары.

Метапредмет бәйләнеш: география,тарих, башҡорт теле, музыка.

Дәрес барышы:

Дәрес  этаптары

I. Психологик комфорт булдырыу

Дәрестең уҡытыу, танып-белеү бурыстары

Формалаштырылырға тейешле универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Ыңғай психологик хәләт тыуҙыра (психологик релаксация). 

- Һаумыһығыҙ,!Дәрескә әҙерһегеҙме? Ултырығыҙ.

Уҡыусылар,  күҙҙәрегеҙҙе йомоп ,бер башҡорт халыҡ  йырынан өҙөк  тыңлап алығыҙ.  

“Уралым “йырынан өҙөк тыңлайҙар

ШУУЭ:эшкә рухланыу, психиканы көйләү.

КУУЭ:тиңдәштәре һәм уҡытыусы менән аралашыуҙы ҡороу.

II. Белемде актуалләштереү, яңы тема менән бәйләнеш булдырыу

Был башҡорт халыҡ йыры нисек атала? Кем әйтә ала?

-Дөрөҫ, икенсе төрлө уны “Уралым- тыуған төйәгем” тип тә атайҙар. Йырҙы тыңлағанда күҙ алдығыҙға нимәләр килеп баҫты? (Яҡынса яуап:Урал тауы, башҡорт батырҙары, халыҡтың үткән яҙмышы )

-Эйе, халыҡтың үткәнен тағы нисек нисек атап була? (тарих тип атайбыҙ)

Ә  тарихты  йырҙа ниндәй уйын ҡоралы һөйләй? ( ҡурай һөйләй).

-Дөрөҫ, ҡурай моңо беҙҙе бөгөн тарих биттәренә сәйәхәт итергә саҡыра,

(СЛАЙД 1) Дәрестең эпиграфы итеп Ш.Бабичтың “Ҡурайҡайға” шиғырынан алдым. ( Бер уҡыусы уҡый).

   Һыҙҙырт, ҡурай,үткән ҡайғыларҙы ,

Өҙҙөрт ҡурай йөрәккәй ҙә ҡылдарын...

                                                Ш.Бабич.

Дәрес аҙағында эпиграфҡа тағы ла әйләнеп ҡайтырбыҙ, уҡыусылар.

-Ә ниндәй  әҫәр аша тарих биттәренә сәйәхәт итеүегеҙҙе белер өсөн, иғтибарығыҙҙы  интерактив таҡтаға йүнәлтегеҙ әле.

(СЛАЙД 2 Экранда Р.Ғарипов портреты ).

-Кем портреты был ? (Рәми Ғарипов)

КЕМ УЛ: (Башҡортостандың халыҡ шағиры ,С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 2022 йылдың 12 февралендә  уға 90 йәш булыр ине, телем, илем тип янып- көйгән бөйөк шәхесебеҙ)

ТЫУҒАН  ЕРЕ: (Салауат районы, Арҡауыл ауылы)   

АЛДАҒЫ КЛАСТАРҘА  БЕҘ  ТАНЫШҠАН  ШИҒЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРӘЙЕК : (“Туған тел”, “Уҡытыусыма”, ”Башҡортостан”,”Тел”,

” Һабантурғай”)

Уҡыусылар фекер йөрөтәләр, үткәнде иҫкә төшөрөп яуап бирәләр.

ТБУУЭ:логик һәм тамға символдары менән эш итә белеү.

КУУЭ:уҡытыусы һәм иптәштәре менән хеҙмәттәшлек итеү.

III.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу,маҡсатты асыу, мотивация булдырыу

а) Уҡытыусы уҡыусыларға үҙ алдарына маҡсат һәм бурыстар  ҡуйыуҙа йүнәлеш бирә.

(Рәсәй картаһы менән эш)

 Уҡыусылар, һеҙҙең алда Рәсәй картаһы.Таныйһығыҙмы тауҙар теҙмәһен?

Кем картанан Башҡортостанды табып күрһәтә?

Иғтибар ,уҡыусылар , хәҙер карталағы Башҡортостанға йөрәк һүрәте беркетәм.

Минең һорауҙарға  дөрөҫ яуап бирһәгеҙ, бөгөнгө теманы асырһығыҙ.

Портретта кем ине?( Р.Ғарипов)

Ниндәй тауҙар? (Урал)

Башҡортостанға нимә беркеттем?(йөрәк).Йөрәк һүҙен 3-сө  эйәлек затына ҡуйығыҙ (йөрәге)

Легенда рухында яҙылған тәрән фәлсәфәле әҫәр нисек атала?(хикәйәт).

 Тимәк, бөтәһен бергә йыйып әйтһәк....

(Р.Ғариповтың “Урал йөрәге” хикәйәте)

-Афариндар, теманы билдәләнегеҙ.

Нисек уйлайһығыҙ: дәрестә нимәләр эшләйәсәкбеҙ, беҙҙең алда ниндәй маҡсаттар тора? (Яҡынса яуап: Ошо хикәйәттең идея-тематик йөкмәткеһе менән танышасаҡбыҙ, һорауҙарға яуап  бирәбеҙ, анализлайбыҙ, һүрәтләү сараларын табасаҡбыҙ, әңгәмәләшәсәкбеҙ, үҙ фекерҙәребеҙҙе әйтәсәкбеҙ, дәлилләйәсәкбеҙ...)

Шулай, уҡыусылар,бөгөн маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн, беҙ төркөмдәрҙә  кейстар менән эшләйәсәкбеҙ.

б) Таҡтаға числоны, теманы яҙып ҡуя.

– Дәфтәрҙәрҙе астыҡ. Числоны, теманы яҙып ҡуябыҙ. 

Урал тауҙары икәнен, Европа менән Азияны бүлеп торағанын әйтәләр

Яуап бирәләр, дәрестең темаһын, яҡынса маҡсатын әйтәләр.

Дәфтәрҙәрҙә числоны, теманы яҙып ҡуялар.

ШУУЭ:телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу.

РУУЭ:маҡсат ҡуйыу, прогнозлау, хеҙмәттәшлек.

ТБУУЭ:логик һәм тамға символдары менән эш итә белеү.

КУУЭ:телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү.

IV. Яңы теманы үҙләштереү буйынса тәүге тапҡыр эшмәкәрлек.

а)Хикәйәтте яҙманан тыңлата йәки уҡытыусы үҙе уҡый.

https://www.youtube.com/watch?v=0a6pmGtmp1c М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты Ләйсән Еникеева  уҡый.

б)Һүҙлек эшен ойоштора 

- Хикәйәттә һеҙгә аңлашылып бөтмәгән һүҙҙәр ҙә осрай. Мәғәнәләрен асыҡлап үтәйек. (СЛАЙД 3).

Ҡурсыу- гел яҡлап-һаҡлап тороу

Тамға –билдә, мөһөр

Ырыҫ – байлыҡ, ниғмәт

Юрап –алда булаһын күрәҙәләп  

Монарланып-күтәрелгән эҫе һауа тулҡын-тулҡын булып томан, болот һымаҡ күренеп тороу

Ҡылғандар- ялбырлап ултырған йөнтәс, сал башлы ҡыяҡ үлән

Уҡыусылар хикәйәтте иғтибар менән тыңлай.

 Уҡыйҙар, аңлашылмаған һүҙҙәрҙе яҙып алалар, мәғәнәләрен аңлатмалы һүҙлектән асыҡлайҙар, ҡабатлайҙар, хәтерҙәренә һалып ҡуялар. Яңы информацияны ҡабул итәләр, төшөнәләр, аңлайҙар.

ТБУУЭ:кәрәкле мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү; дөрөҫ аргументлай белеү.

 КУУЭ:аралашыу процесында башҡорт телмәр этикетын һаҡлау.

V.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

-Әҫәр нимә тураһында, темаһын билдәләйек ? (Урал күкрәгендә урынлашҡан Башҡортостан  һәм  халыҡ яҙмышы тураһында )

-Дөрөҫ, йәгеҙ, уҡыусылар , әҫәрҙе анализлау  өсөн өс төркөмгә бүленегеҙ, үҙегеҙгә модератор йәки командир һайлағыҙ. 

Төркөмдәргә бүлә.

- Һәр төркөм үҙ аллы тағы бер ҡат хикәйәтте уҡып сығығыҙ, артабан конверттарҙагы  һорауҙарға яуап әҙерләйһегеҙ.

- Шулай итеп, 1-се төркөмгә 1-се конверт:1-6-сы строфалар , икенсе төркөмгә 2-се конверт:7-12-се строфалар , 3-сө төркөмгә 3-сө конверт: 13-15-се строфалар буйынса һорауҙарға яуап әҙерләргә.  

Төркөмдәрҙә эшләү өсөн эштәрҙе тарата.Ваҡытты билдәләй. (15 минут)

-Эште башлар алдынан  һәр төркөм хикәйәтте ҡабат уҡып сыға.

Төркөмдәрҙә эш.

-Уҡыусылар , бер минут ваҡыт ҡалды, эштәрҙе йомғаҡлайбыҙ һәм төркөмдәргә һүҙ бирәбеҙ.

1-се төркөмгә кейс-эш. 

1.Р.Ғарипов Башҡортостанды һәм Ағиҙелде нимә менән сағыштыра? (Яҡынса яуап:Автор Башҡортостанды йөрәк, ә Ағиҙелде ҡан тамыры менән сағыштыра).

2.Шағир ҡурай  тауышын ишеткәндә  халыҡтың үткәндәре хаҡында нимәләр уйлай? (Яҡынса яуап: Шағир халыҡтың ауыр үткәндәрен, илен  яҡлап үлгән ирҙәр тураһында уйланып һыҙлана, уның йөрәге әрней; Бында ошо батырҙар үлгәнен һәм ҡәберҙәрҙә ятҡанын, шунда үҫкән ҡылғандарҙы– уларҙың сәсенә оҡшата, ә ҡурай  моңо–ерләнгән батырҙарҙын күҙ йәшеме тигән һорау ҡуя).

3.Ирек һөйгән халыҡ образы нисек тасуирлана? (Яҡынса яуап: Ирек һөйгән халыҡ  Урал ҡаяһына бығауланған һәм ике башлы йыртҡыс ҡарағош уның күкрәгенә тырнаҡтарын ҡаҙап ҡанын эскән. Тимәк, автор халыҡтың элекке ваҡытын- баһадир итеп, ә батшалыҡты халыҡ күкрәгенә тырнағын батырған ҡарағош итеп  күҙаллай).

4.Билдәләнгән строфаларҙан һүрәтләү сараларын табығыҙ .(метафора: Урал күкрәге, йөрәк ҡаны; зар-һағыш нисек ҡойолмаһын; эпитет:ауыр моң-зарҙар, ҡанлы-данлы тарих, ауыр моң-зар,еңел ҡурайы, ҡарт Урал; сағыштырыу-йөрәк кеүек Башҡортостан, ҡан тамыры кеүек Ағиҙел, ҡылғандар сал сәсме һ.б.)

 – Яҡшы, бик матур яуаптар. Икенсе төркөмгә һүҙ. Рәхим итегеҙ, уҡыусылар.

2-се төркөмгә кейс-эш.

1.Был бүлектәрҙә Башҡортостан тарихының ниндәй биттәре асыла? (Яҡынса яуап: Шағир башҡорт халҡының үҙ азатлығы өсөн  алып барған ихтилалдары һәм уларҙың  аяуһыҙ баҫтырылыуын хәтерләй.

2.Был аяуһыҙ иҙеү халыҡ яҙмышында нисек сағыла? (Яҡынса яуап:Был аяуһыҙ иҙеүҙән халыҡ яфа сигә, ауыр тормош кисерә, ләкин көрәшеүен дауам итә,үлһә үлә, теҙ сүкмәй).

3.Әҫәрҙә телгә алынған  шәхестәрҙе һанағыҙ.Һеҙ улар тураһында нимәләр беләһегеҙ?( Салауат Юлаев иҫкә алына. Салауаттың маңлайына ҡыҙған тимер менән тамға һуғып, язалауҙары хикәйәләнә).

 – Кем һуң ул С.Юлаев? (СЛАЙДТ- С.Юлаев портреты) . (Яҡынса яуап: 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе – башҡорт халҡының милли геройы.

Салауат һәм Юлай Аҙналинды  ихтилал баҫтырылғас, тотоп алып, йыраҡ Балтик диңгеҙендәге Родервиг ҡәлғәһенә мәңгелек һөргөнгә ебәрәләр.Халыҡ батыр улын онотмай, исеме мәңгеләштерелгән: Өфөлә Ағиҙел ярында уға һәйкәл ҡойолған, С.Юлаев дәүләт премияһы булдырылған, С.Юлаев хоккей командаһы бар,тыуған районы уның исемен йөрөтә, район үҙәгендә музейы булдырылған.

Әҫәрҙә Ленин иҫкә алына (СЛАЙД-В.И.Ленин).  Уның етәкселегендә 1917 йылда революция була. Йәғни, батша тәхетенән алып ташлана һәм эшсе- крәҫтиәндәр советына власть бирелә. Байҙарҙың ере, байлығы ярлыларға таратып бирелә.

 Шәһит Хоҙайбирҙин – революционер.(СЛАЙД Ш.Хоҙайбирҙин). Ырымбур губернаһы Псәнчин ауылында тыуа,(хәҙерге Күгәрсен районы,Хоҙайбирҙин ауылы) Башҡортостанда совет власын нығытыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтә, сыныға.Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. Башҡортостандың азатлығы өсөн көрәшкән арҙаҡлы шәхес, мосолман хәрби советында «Һалдат теләге» тигән гәзит сығарыуҙа ҡатнаша, яҙыусы була . Тыуған ауылында 1985 йылда стела-һәйкәл асылған, Стәрлетамаҡта, Өфөлә һәйкәле, йорт-музейы бар, Өфө, Стәрлетамаҡ,Т уймазы,Яңауыл, Ишембай,  Дәүләкәндә урамдар  уның исемен йөрөтә,  журналистика өлкәһендә иң яҡшы эштәр өсөн  йыл һайын Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы тапшырыла һ.б..

Баһау Нуриманов – (СЛАЙД –Баһау Нуриманов ) шулай уҡ Башҡортостанда Совет власын  урынлаштырыу өсөн бар көсөн һалған ялҡынлы революционер . 1918 йылда Ырымбурҙан ҡыҙылдар сигенә , ҡаланы йәнә аҡтар баҫып ала, ул аҡтарҙың тылында эшләп ҡала һәм ҡулға алына.Б.Нуримановты  аҡтар атып үлтерә.Башҡортостанның Нуриман  районы уның исемен йөрөтә һ.б...).

(Уҡыусылар тарихи шәхестәрҙең бөтәһе тураһында ла хәбәрҙәр булмаҫҡа мөмкин , шуға күрә алдағы дәрестә исемлектәрен биреп, мәғлүмәт тупларға ҡушҡанда маҡсатҡа ярашлы булыр).

Афариндар, бик яҡшы беләһегеҙ икән.Артабан дауам итәйек.Һорауҙы уҡығыҙ.

4. Билдәләнгән строфаларҙан һүрәтләү сараларын табығыҙ. 

(Синонимдар: ил-оя, ирек-азат; антонимдар: аҡ-ҡара; метафора: Урал тотҡоно; эпитет: утлы дауыл,ҡанлы бығауҙар,ҡара ҡулдар, һуңғы ҡурайсы)

-Яҡшы. Һүҙҙе 3-сө төркөмгә бирәйек.

3-сө төркөмгә кейс-эш.

1.Башҡортостандың бөгөнгөһөн шағир ниндәй һүҙҙәр менән тасуирлай?(Яҡынса яуап: Башҡортостандың бөгөнгөһөн автор шат йәшлекле, Уралтауҙы дан күкрәтеп күккә ашыуын һәм Ағиҙелдең үткәне ҡайғылы булһа , бөгөнгөһө шатлыҡлы икәнен тасуирлай)

2. Автор хикәйәтте тамамлаған юлдар менән килешәһегеҙме?Һеҙ нисек тамамлар инегеҙ? (Яҡынса яуап: килешәбеҙ, сөнки беҙҙең Ватан – ул Башҡортостан. Рәми ағай,беҙ ҙә  һинең кеүек изге төйәгебеҙ менән үҙ яҙмышыбыҙҙы бәйләргә бурыслы, тип тамамлар инек).

3.Әҫәрҙең һуңғы өлөшөндә автор нимәгә ғорурлана? (Яҡынса яуап: автор ирек яулаған Уралтау менән Ағиҙелкәйгә ҡарап һоҡлана, ошо илдә бәхет булыуына шатлана һәм ғорурлана).

– Афариндар. Бик матур яуаптар ишеттек .

Төркөмдәргә бүленәләр, кейс менән эшләү ҡағиҙәһен иҫкә төшөрәләр. Һәр төркөмдә модератор булдырыла. Ул, үҙ сиратында, ҡайһы һорауға кем яуап бирәсәген билдәләй. Төркөмдәрҙә эшләйҙәр,ваҡытты тойомлайҙар.

Һәр төркөмдә фекерләү, иҫбатлауҙың логик сылбырын төҙөйҙәр, уҡыусылар сығыш яһай, һорауҙарға яуап бирә,бер-береһенең, төркөмдәрҙең яуабын тулыландыра. Кем килешмәй, үҙ позицияһын әйтә, дәлилләй; ҡуйылған проблеманы сисәләр, автор идеяһын үҙ фекерҙәре менән сағыштырып һығымта яһайҙар.

ШУУЭ: үҙ телмәреңде  күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

РУУЭ: уҡыу  эшмәкәрлегендә үҙеңде адекват тотоу,билдәле  формала һөҙөмтәләрҙе күрһәтә белеү.

КУУЭ:ҡуйылған проблема буйынса үҙ фекереңде теүәл, логик яҡтан бәйләнешле итеп еткереү;мәғлүмәтте эҙләү һәм табыуҙа хеҙмәттәшлек итеү.Монологик һәм диалогик  телмәр формаларын дөрөҫ ҡулланыу.

ТБУУЭ: кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм билдәләү; шиғри текст менән иркен эшләү; проблеманы аныҡлау, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү,иҫбатлай  алыу.

VI. Ял итеү минуты

“Урал” көйөнә ял итеү минуты үткәрә.

Уҡыусылар  баҫа,ҡулдарын яҡ-яҡҡа һуҙып, һауала осҡан бөркөттө хәтерләткән хәрәкәттәр башҡара

ШУУЭ: Әҙәп-әхлаҡ нормаларҙы белеү.

КУУЭ: класс менән хеҙмәттәшлек итеү.

VII.Үтелгәнде нығытыу, тулыландырыу

Шулай итеп ,уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән бөгөн Рәми Ғариповтың “Урал йөрәге” хикәйәтен өйрәндек, анализланык тип әйтер өсөн ,тағы ла бер һорауыма яуап кәрәк:

  • Был әҫәр хикәйәт жанрына ҡарай, ни өсөн хикәйәт? Иҫбатлап ҡарағыҙ әле. 

( Яҡынса яуаптар: әҫәр халыҡтың үткәненә әйләнеп ҡайтып, беҙҙе тарихты, билдәле шәхестәрҙе белергә, уларҙың ҡаһарманлығынан үрнәк алырға өйрәтте;  үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ тигән дөрөҫлөктө онотмаҫҡа кәрәк; илһөйәр булырға, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге беҙҙең ҡулда икәнен онотмаҫҡа, илебеҙҙең лайыҡлы  гражданы булып, ниндәй һөнәр эйәһе булһаҡ та, үҫешенә тос өлөш индерергә бурыслы икәнен иҫтә тоторға өйрәтте).

 – Бик матур, дөрөҫ  яуаптар бирҙегеҙ.Рәхмәт.

  • Эпиграфҡа әйләнеп ҡайтайыҡ, уҡыусылар .(СЛАЙД 1) Эпиграфты уҡыйыҡ яңынан. (Бергәләп уҡыу).

 Һыҙҙырт, ҡурай,үткән ҡайғыларҙы ,

Өҙҙөрт ҡурай йөрәккәй ҙә ҡылдарын...

                                                Ш.Бабич.

 – Шулай итеп, хикәйәттәге лирик герой менән Ш.Бабич шиғырындағы лирик геройҙы нимә  берләштерә?(ҡурай).

-Тағы ла ауаздаш һүҙ бармы? (Йөрәк һүҙе бар. Йөрәк ҡылдарын өҙҙөртөп, ҡурай Башҡортостандың үткәненә, тарихына алып ҡайта)  

-Һеҙ ҡурай булһағыҙ, бөгөнгө Башҡортостаныбыҙ тураһында нидәй көй һыҙҙыртыр инегеҙ? ( Яҡынса яуаптар: моңло көй, сөнки бөгөн илебеҙ сәскә ата ; шатлыҡ көйө, сөнки киләсәгебеҙгә ышаныслы аҙымдар яһау өсөн бар шарттар ҙа булдырылған, ялҡауланмайынса, белем алып, дөрөҫ юл һайлап атларға ғына кәрәк ; моңһоуҙы ла уйнар инек, сөнки  пандемия бик күп  яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ, билдәле шәхестәребеҙҙе беҙҙең аранан алды, илебеҙҙе борсоуға һалды; саҡырыу кеүек көй уйнар инек. Башҡортостан – Рәсәйҙең бер өлөшө, Донецк һәм Луганскиҙа бөгөн ҡан ҡойола, кешеләр яфа сигә, бер нәмәгә ҡарамайынса ярҙам итеүҙе дауам итергә, илебеҙҙе, бөтә донъяны  фашист шытымынан ҡотҡарырға кәрәк).

-Афариндар, мин һеҙҙең менән тулыһынса килешәм, уҡыусылар.

Һорауҙарға яуап бирәләр,тасуири уҡыйҙар, үҙәренең ҡараштарын белдерәләр.

 

ШУУЭ: төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү, үҙ билдәләнеш булдырыу.

ТБУУЭ: килеп тыуған ижади һәм эҙләнеү мәсьәләләрен   хәл итеү  юлын табыу,кәрәк һәм кәрәк булмаған мәғлүмәтте айыра белеү;

РУУЭ:мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, әҙәби тел, аралашыуҙың этик нормаларына  яраҡлы төрлө ысулдар файҙаланыу.

КУУЭ:уҡытыусы һәм иптәштәре менән хеҙмәттәшлек итеү, башҡаларҙы тыңлай белеү

VIII. Рефлексия

1 ) Уҡыусыларҙың үҙ эшенә баһа биреүҙе ойоштора.

-Уҡыусылар, дәрескә  куйған маҡсаттарға ирештекме? (Ирештек).

Ә хәҙер дәрестәге эшмәкәрлегегеҙҙе  эстән генә   уйлап баһалағыҙ һәм һауала бармаҡ ярҙамында бөгөнгө дәрестә алған белемегеҙ өсөн үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.

 2) Уҡыусыларҙың эшенә баһа бирә ( төркөм, дөйөм класс эшмәкәрлегенә анализ).

Ҡуйылған маҡсаттарҙың ирешелеүен анализлайҙар, әңгәмәләшәләр,үҙҙәренең эшмәкәрлеген баһалайҙар.

Тыңлайҙар, көндәлектәренә  баһаны ҡуялар.

РУУЭ : үҙ контроль, үҙ эшмәкәрлегеңде аңлы , дөрөҫ итеп  баһалауҙы тормошҡа ашырыу.

КУУЭ:уҡытыусы һәм иптәштәре менән хеҙмәттәшлек итеү.

 ШУУЭ: белемде, күнекмәне көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

IX.Өй эше биреү, инструктаж

Өс төрлө кимәлдәге өй эше тәҡдим итә, аңлата.

 – Уҡыусылар, өй эшен өс кимәлдә бирәм, беренсеһе- бөтәгеҙгә лә мотлаҡ булыр. 2-се, 3 -сө кимәлдәге эштәрҙе үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап башҡарырһығыҙ. (Слайд)

1) Хикәйәттән өҙөк ятларға;

2)   ”Мин –  ҡурай, бөгөнгө тормошто һыҙҙыртам”  темаһына мини-инша яҙырға;

3) ”Ҡурай-Башҡортостандың йөҙөк ҡашы” темаһына бөгөнгө хикәйәттәге образдар менән  ҡурайҙы бәйләп, үҙенсәлекле һәйкәл һүрәте төшөрөп алып килергә.

Тыңлайҙар, уйлайҙар, яҙып ҡуялар.

ТБУУЭ:төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу,төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү.

РУУЭ:мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү.

X.Дәресте йомғаҡлау

Әңгәмә,рефлексия

Дәрескә йомғаҡ яһай.

  • Эйе, уҡыусылар,  ҡурай үткән тарих менән бөгөнгөнө тоташтырып тороусы илаһи мөғжизә. Һәм шуны ла әйтер инем,  Ш.Бабич та, Р.Ғарипов та үҙҙәренең бөтә ғүмерен халыҡ, ил, тел өсөн көрәшкә бағышлаған бөйөк шәхестәр.Шуның менән улар оҡшаштар, ижадтары ла ауаздаш.  Рәми ағайҙың өмөттәрен  аҡлап , ҡурай моңдарын тыңлап, Тыуған илебеҙгә лайыҡлы кешеләр булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Дәрес башында күҙ алдығыҙға баҫҡан Башҡортостан һыны әҫәрҙе уҡығас тағы ла гүзәлләнгән, матурланғандыр тигән өмөттә һеҙҙең менән хушлашам.Һау булығыҙ!

Хушлашалар

КУУЭ:телмәр нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Грин А.А. Педагогик техника алымдары:Һайлап алыу ирке.Асыҡлылыҡ.Эшмәкәрлек.Кире бәйләнеш.Идеаллек:Уҡытыусы өсөн ҡулланма.Өфө:Китап,2013.

2.Ғималова М.Ғ.Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. -Өфө : Китап, 2008.160-163-сө б.б.

3.Полат Е. С. Современные педагогические и информационные технологии в системе образования: учеб. пособие для студ. высш. учеб. заведений / Е. С. Полат, М. Ю. Бухаркина. — 3-е изд., стер. — М.: Академия, 2010. — С. 179-188.

4. Юлмөхәмәтов М.Б.,Иҙелбаев М.Х.  Башҡорт әҙәбиәте: уҡытыу туған ( башҡорт) телендә  алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 8-се класы өсөн дәреслек/хрестоматия -3-сө баҫма.-Өфө:Китап,2020.

5. Юлмөхәмәтов М.Б. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу. -Өфө : Китап, 2008.

Интернет ресурс:

Мәктәптә белем биреү практикаһында  кейс метод .  https://www.surwiki.admsurgut.ru/wiki/images/f/fb/Кейс_технология.pdf


Предварительный просмотр: