Башкирские мультфильмы
Опубликовано 15.02.2026 - 18:15 - Гимазова Альмира Фанисовна

Башҡа кешеләр менән аралашҡанда беҙ уларҙың хистәрен аҡрынлап аңларға, ҡабул итергә өйрәнәбеҙ. Әммә элек үҫмерҙәр эмоциональ интеллектын башҡалар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр ярҙамында ғына үҫтерә алһа, хәҙер йәнһүрәттәр ҡарау ҙа ҙур өлөш индерә.
Беҙҙең ҡайһыбыҙ игелекле һәм матур йәнһүрәттәрҙе яратмай, айырыуса үҙебеҙҙең туған телдә төшөрөлгәндәрен. Йәнһүрәттәрҙе ҡарағанда, үҙебеҙҙе төрлө хәл-ваҡиғалар булған герой урынына ҡуябыҙ. Хәйер, тормошобоҙҙа бер ҡасан да бындай хәлдәр булмаҫ, ләкин тәьҫораттар ҡалыр, үҫмер артабан да үҙендәге һәм башҡа кешеләрҙәге «күңелһеҙләнеү», «шатлыҡ» тойғоһон айыра алыр. Баланан йәнһүрәт геройының ниндәй хис-тойғолар кисереүе, ул герой урынында үҙен нисек тотор ине икәнлеге хаҡында һорау мөһим.
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында тәүге йәнһүрәттәр