Гимазова Альмира Фанисовна

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты

Ал да нур сәс халҡыңа!

Профессия: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: Методик әҙәбиәт, уҡыусыларҙың педагогикаһы һәм психологияһы яңылыҡтары менән танышыу

Увлечения: Китап уҡыу, яңы белем биреү технологияларын үҙләштереү

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Илеш районы Үрмәт ауылы

Место работы: Башкортостан Республикаһы Илеш районы муниципаль районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Рсай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/gimazova
Насар уҡытыусы хәҡиҡәтте һөйләй, яҡшы уҡытыусы уны табырға өйрәтә.
А. Дистервег

Халыҡ аҡылын туплаған кешенең  рухы бай була. Әммә рухи байлыҡ, ысынлап та, хазинаға әйләнһен, ихтыяр көсөн арттырһын, ышаныс өҫтәһен өсөн, белемде "ете йоҙаҡ аҫтында" бикләп тоторға ярамай.Зиһенгә тупланған, әммә файҙаланылмаған белем һандыҡҡа йыйып һалынған, бер ҙә кейелмәгән затлы кейем йәки биҙәнеү әйберҙәренә тиң. Рухи байлыҡ иң элек һинең үҙеңә, һинең аша халыҡҡа хеҙмәт итһен.

                                                                                                                                                                        Мәрйәм Бураҡаева 

         

 

 

 

О себе

Мин, Ғимазова Альмира Фәнис ҡыҙы, Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында 17.11.1974 йылда тыуғанмын. Юғары белемле. 2009 йылда БДСПА-ның филология (башҡорт теле һәм әҙәбиәте) факультетын тамамланым. Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Үрмәт ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.

Педагогигик стажым –  23 йыл

Категориям- юғары

 

 

 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

 Яратҡан әҫәрҙәрем:

Башҡорт халыҡ ижады антологияһы, Башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең әҫәрҙәре,Ноғман Мусин романдары һәм повестары,Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре,Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!", "Әкиәтһеҙ бала саҡ" повестары, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина шиғырҙары,  яҡташыбыҙ, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Ринат Хәйриҙең шиғырҙары һәм башҡалар.

Мой взгляд на мир

Кеше ниндәй генә ҡоролошта йәшәмәһен, үҙ-ара мөнәсәбәттең һәм йәшәү маҡсатының төп принциптары үҙгәрешһеҙ ҡала. Шуның өсөн оло быуын тарафынан васыят итеп ҡалдырыла килгән изге ҡиммәттәрҙе һаҡларға кәрәк.Ә уларҙы һаҡлау юлдарын халҡыбыҙ үҙ ижадында йомғаҡлап ҡалдырған. Бер ҡарауға барыһы ла билдәле тойолған күп кенә ҡиммәттәрҙе, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, юғалтыуҙарға дусар итәбеҙ. Был фекер бигерәк тә үҙ-ара мөнәсәбәт мәсьәләләренә ҡағыла. Йәшәйешебеҙ өсөн иң кәрәкле  ҡиммәт - үҙ-ара дөрөҫ мөнәсәбәт . Бына ошо ҡиммәтте уҡыусыларға еткереү - һәр бер уҡытыусының бурысы.

Источник:http://pritchi.ru/id_8385

Мои достижения

Минең уңыштарым:

«Илеш һандуғасы» халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусылар район конкурсының 1-се дәрәжә лауреаты дипломы (2010);

Илеш районы Мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙы,2013

Илеш районы Хакимиәте Башлығының Халыҡ-ара театр көнөнә арналған педагогик коллективтарҙың финал конкурс-фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн» маҡтау ҡағыҙы (2013);

Илеш районы Мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙы ,2015

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2015” төбәк-ара конкурсында “Үҙ педагогик инициативаһын таратыуҙа уңышлы эшмәкәрлеге өсөн” номинацияһында еңеүсе ,Башҡортостан Мәғариф министрлығының Дипломы, Мәғарифты үҫтереү институтының Почет грамотаһы һәм «Киске Өфө» республика гәзитенең махсус бүләге. 2023 йылда А.С.Макаренко исемендәге Бөтә Рәсәй педагогик оҫталыҡ конкурсында ҡатнашып, Федерация субъекты кимәлендә еңеүсе булдым. «Иң яҡшы Рәсәй уҡытыусылары-2020» бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе, “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары-2021” республика конкурсы еңеүсеһе

.“Остаз” республика конкурсында әүҙем эшмәкәрлек өсөн Рәхмәт хаты, 2023

"Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты 2024" конкурсы еңеүсеһе.Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Педагогик лига: функциональ грамоталылыҡ» һөнәри оҫталыҡ конкурсы – еңеүсе , 2026  

«Профессиональ оҫталыҡ. Уҡытыуҙа инновацион технологияларҙы ҡулланыу» конкурсы- еңеүсе , 2026

Тармаҡ наградалары:

2019 - БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы; 2023- Рәсәй Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһы " Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләндем, 2025.

 

 

Моё портфолио

Минең электрон портфолио төп педагогик эшмәкәрлек төрҙәренең һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарыу өсөн тәғәйенләнгән. Бында дәрестәр, кластан тыш саралар , доклад һәм мәҡәләләр, уҡыусыларҙың тикшеренеү һәм ижади эштәре һөҙөмтәләре, фотоһүрәттәр менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы буйынса мәғлүмәт, уҡыусылар һәм уларҙың атай-әсәйҙәре өсөн файҙалы кәңәштәр тупланған.

 

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: