Шайхутдинова Айгуль Мансуровна

Шайхутдинова Айгуль Мансуровна

Мәғлүмәт өсөн

Ҡәҙерле дуҫтар!

«Йәншишмә» гәзите өр-яңы конкурс иғлан итә. «Мәктәбем ғорурлығы» тип аталасаҡ ул. Һәр белем усағында өлгөлө ҡыҙҙар һәм малайҙар бар. Улар бөтә республика уҡыусылары араһында танылыу алырға хоҡуҡлы. Шуға ла һеҙҙең менән берлектә конкурс ойошторорға булдыҡ. Һәр мәктәп, гимназия, лицейҙан һәр яҡлап иң-иңе булған иң шәп уҡыу­сылар тураһында хаттар көтәбеҙ. Уны «Йән­шишмә»нең электрон почтаһына, «Бәйләнештә» төркөмөндәге диуарына йәки конвертҡа һалып почта аша ебәрегеҙ.
Конкурсҡа тәҡдим ителгән кеше уҡыуы, һәләте, спорт йәки сәнғәт буйынса уңыштары менән айырылып торорға тейеш. Мәктәп ғорурлығы булырҙай балалар тураһында уның синыфташы йәки бүтән уҡыусы, уҡытыусыһы, етәксеһе һәм башҡалар яҙа ала. Мәҡәлә, һүрәтләмә, интервью жанрҙарын ҡулланырға мөмкин. Сифатлы фото ла мотлаҡ. Портрет булмаһа ла ярай, дуҫы, уҡытыусыһы менән йәки бүтән төрлө фотолар ҙа ҡабул ителә. Тик төп герой айырылып торорға тейеш. Шарттар аңлашылдымы? Улайһа, конкурсты башлайбыҙ. «Йәншишмә»нең һәр һанында һеҙҙең «Мәктәбем ғорурлығы» конкурсына ебәргән хаттарығыҙ баҫыласаҡ. Ә йомғаҡты уҡыу йылы аҙағында, йәғни йәйге каникул алдынан яһарбыҙ. Иң-иңдәр редакцияның Почёт грамотаһы менән бүләкләнәсәк. Һеҙҙән ҡыҙыҡлы хаттар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!

Добавить запись

Защита от спам-роботов