Зиязетдинова Эльвира Рәсүл ҡыҙы

Балалар баҡсаһында - башҡорт теле.

Эҙләнеү, өйрәнеү, белгәнемде өйрәтеү

Профессия: Уҡытыусы

Профессиональные интересы: Тикшеренеү эшмәкәрлеге

Увлечения: Халҡымдың боронғонан килгән йолаларын өйрәнеү, китаптар уҡыу

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Дүртөйлө ҡалаһы

Место работы: 5-се һанлы балалар баҡсаһы

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/ziyazetdinova-elvira-rasulovna

Хөрмәтле коллегалар!

Һеҙҙе сайтымда күреүемә бик шатмын!

Мин был сайтта үҙемдең эш тәжрибәм менән уртаҡлашырға, ата-әсәләргә мәғлүмәттәр, телебеҙҙе өйрәнеүгә кәңәштәр яңы методик алымдар, материалдар менән ярҙам итергә теләйем.

Рәхим итегеҙ!

О себе

Үҙем тураһында һүҙем

Көҙгө елдәр сәләм биргән саҡта

Мансылғанда донъя алтынға.

Хозур төбәк булған Бөрйәнемдә

Ауаз һалдым яҡты донъяға.

Ғәйләлә мин кинйә бала булдым,

Эльвира, тип исем ҡушҡандар.

-«Эй, илгәҙәк бала,»-тип һәр кемеһе

Яратып һәм һөйөп торғандар.

Атай-әсәй янда булды һәр саҡ

Ә апайым - яҡын серҙәшем.

Улар ҡосағында бала саҡтың

Һиҙмәнем дә нисек үткәнен.

Эсәр һыуым алып килде, ахры

Буй еткерҙем һиндә Хәйбулла.

Шаулы мәктәп йылы, йәшлек саҡтың

Яҡты эҙе һинең тарафта.

Ҡабатланмаҫ студент йылдарым

Иҫтәлекле матур бер миҙгел

Баш ҡаланың дәүләт университеты

Ғүмер китабымдың сағыу бер бите.

 

Изге һөнәр – уҡытыусы эше

Бала саҡтан яҡын күңелгә

Тәүге уҡыусылар – ҡурсаҡтарым булһа,

Йөн сиратҡан орсоҡ – указка.

Бала саҡтың хыялын маҡсат итеп

Иңгә алып ошо бурысты.

Туған телде һаҡлап, уны яҡлап

Атҡарамын бөйөк бер эште.

Илгә, телгә һөйөү – изге эш тип

Өйрәттеләр беҙгә остаздар.

Ошо аманатты киләсәккә

Тапшырыусы мин ул, туғандар.

Кескәй генә бала күңеленә,

Серле орлоҡтарҙы сәсәмен.

Емештәрен күрһәм, ҡыуаныстан

Хоҙайыма рәхмәт әйтәмен.

Тимәк, тырышлығым бушҡа түгел,

Маҡсатыма, тимен, ирештем

Уңыштарҙы маяҡ итеп ҡуйып,

Яңы үрҙәр яулар саҡ етте.

 

 

Мой взгляд на мир

Уҡытыусы һөнәре - ысын мәғәнәһендә һөнәрҙәр һөнәре. Шуға күрә был һөнәрҙе һайлаған кеше үҙе лә ғәжәп дәрәжәлә тәрбиәле, белемле булырға тейеш. Уҡытыусы - ул белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе, шулай уҡ, килеш-килбәте, холҡо, һөйләү мәҙәниәте, яҡты йөҙ, балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтарын сәсеүсе тәрбиәсе лә. 

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: