"Ҡорама" байрамы
план-конспект занятия (подготовительная группа)

Зиязетдинова Эльвира Рәсүл ҡыҙы

"Ҡорама" байрамы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл korama_2_4.docx33.77 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ДҮРТӨЙЛӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ 5-СЕ ҺАНЛЫ

«БАЛА САҠ ИЛЕ» БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн «Ҡорама» байрамы

        

Өҫтәмә белем биреү педагогы:

Зиязетдинова Эльвира Рәсүл ҡыҙы

Дүртөйлө – 2023

Ҡорама байрамы

Маҡсат: Борондан килгән һәм онотолоп барған  ҡул эшенә һәм сәнғәт төрөнә һөйөү уятыу. Туҙҙырғансы кеймәгән  кейемдәрҙән ҡорамалар ҡорарға өйрәтеү. Матурлыҡты күрә белергә өйрәтеү.

Өләсәй:                               (Өләсәй балаларҙы саҡыра)

Килегеҙ,  балалар, ҡорама байрамына,

Килегеҙ, өйрәтәм ҡорама серенә.

Ҡорама мендәрҙәр, түшәктәр, япмалар,

Булырға тейеш һеҙҙең һәр кемегеҙҙә.

Ҡорама – башҡорт халҡының ҡул эше,

Онотолорға ул тейеш түгел.

Ҡорама ҡорау – ул ижад эше,

Тик ҡорарға кәрәк биреп күңел.

1-се бала.  

Өләсәй, ҡара әле, минең мендәрҙе,

Оҡшаймы түәшәктәр һәм минең юрған.

Әйт әле, ни өсөн ата-бабалар

Күңел биреп ҡорама ҡораған.        

Өләсәй:   Ҡорама - йортҡа йәм, ҡот өҫтәүсе әйбер. Өләсәйҙәрҙең өйөндә юрған, түшәктәр, ултырғыс япмалары күргәнегеҙ барҙыр әле, моғайын. Беренсенән, ҡорама әйберҙәр  кешегә көс, дәрт,  өйгә йәм бирә. Икенсенән, күҙҙең яуын алып торған төрлө-төрлө төҫтәр менән ҡораманы ҡораһаң,  кешене төрлө сирҙәрҙән дауалай икән, шулай уҡ ябығырға теләүселәргә ярҙам итә икән, тип ҡарағандар.

Йыр (З.Сафиуллиндың «Бәхет төнө» көйөнә)

Ҡорамалар бик матур икән,

Күңел биреп ҡораһаң икән.

Төрлө сирҙәрҙән дә дауалай.

Ҡорама – йорт йәме,

Ҡора күлдәгеңде.

Ҡорама күҙ тейеүҙән һаҡлай.

2-се бала.  Өләсәй, беҙҙең ҡорама күлдәктәр һеҙгә оҡшаймы?

Өләсәй:  Оҡшамаға ҡайҙа һуң. И-и-их, ҡайҙа һуң минең йәшлегем. «сәйем теккән ҡорама күлдәгемде кейеп, ҡорама сумкамды тотоп урам ҡыҙҙырып йөрөп ҡайтыр инем. Ҡорама күлдәк кейеп сыҡһағыҙ,  кешеләрҙең күлдәгегеҙгә иҫе китеп, үҙегеҙгә күҙ теймәҫ, теләһә ниндәй сихыр ҙа йоҡмаҫ, ти торғайны өләсәйем. Борон бит шундай ырымдарға бик ныҡ ышанғандар. Йәгеҙ әле, ейәнсәрҙәрем, күҙҙең яуын алырлыҡ күлдәктәрегеҙҙе кейеп бейеп алығыҙ әле.

«Күлдәк бейеүе»н башҡаралар

Өләсәй:  Был юрған тауар киҫәктәренән тегелгән. Беҙ уны ҡорама юрған тип әйтәбеҙ. ҡорама юрған йоҡлап ятҡан баланы  яман күҙҙәрҙән, сихырҙан һаҡлай, тиер булғандар боронғолар.

3-сө бала.  Эйе, беҙҙең өҙә өләсәйебеҙҙең һандығы әле лә түрҙә ултыра. Ул да төрлө төҫтәр менән буялған, хис тә ҡорама кеүек.

Өләсәй:   Дөрөҫ әйтәһең балам, борон һандыҡтарҙы биҙәгәндә лә «төҫтәр терапияһы» ҡулланылған. Ағастан эшләнгән һандыҡтың тышын тимерҙән тышлап, ҡорама шикелле төрлө төҫтәргә буяғандар. Өҫтөнә ҡорама юрғандар, түшәктәр, мендәрҙәр өйөп, өйҙөң түренә һандыҡты ултыртып ҡуйғандар. Был әйберҙәр  йортҡа әйтеп бөтмәҫлек йәм, ҡот өҫтәп ултырған.

4 - се бала.  Өләсәй, ҡораманы тик башҡорттар ғына ҡорағанмы?

Өләсәй:  Донъя кимәлендә ҡорама - ул пэчворк. Пэчворк урынына квилт /квилтинг/ тиеүселәр ҙә булғылай. Ҡораманың тыуған иле тип һаналыр өсөн ярышмаған ил юҡ икән. Англия халҡы  пэчворктың үҙҙәрендәге тарихы 300 йыллыҡ булғаны менән ғорурлана, американдар ҙа даулай был титулды. Ундағы ҡатын-ҡыҙҙар пэчворк буйынса хатта халыҡ - ара форумдар йыя икән.

 Шулай булғас, балалар, беҙгә, башҡорт халҡына был ҡул эшен яңынан ҡайтарыр кәрәк. Ҡорама боронғо, юҡҡа сығып барған ҡул эше, тигән ҡарашты юҡҡа сығарайыҡ. Башҡорттоң ҡорамаһы әле лә тере тип кенә әйтеү етмәй, яңы һулыш алып, бер аҙ яңырып -  төрләнеп, ҡабат сәскә атырлыҡ сәнғәт төрө ул. Шуға ла мин һеҙҙе бөгөн ҡорама байрамына йыйҙым.

5 - се бала.  Өләсәй, ҡорамаларҙы кейелгән әйберҙәрҙән ҡораһаң буламы?

Өләсәй:  Ҡорама экономия йәһәтенән дә ҡулайлы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде.  Хәҙер кейем күп, туҙҙырғансы кеймәйһең, уны ҡырҡып, әллә нәмәләр ҡораһаң да була: түшәктәр, юрғандар, өҫтәл һәм ултырғыс япмалары, янсыҡтар, ҡулъяулыҡтар һ.б.

Мөмкинселегегеҙ булһа сәтин тауарҙар һатып алып ҡораһаң, эшегеҙ тағы ла матурыраҡ һәм сифатлыраҡ булыр.

Йәгеҙ, ҡораманан тағы нимәләр эшләнегеҙ, күрһәтегеҙ әле миңә.

( Балалар эшләгән эштәрен күрһәтәэнә ҡаҙағыстар, картиналар, фоторамкалар, һ.б.)

Өләсәй:  Балалар, ҡорама ҡорау биҙәктәренең мәғәнәләре лә төрлөсә. Әйҙәгеҙ бергәләп мәғәнәләрен асыҡлайыҡ әле.

6 - сы бала.                          Был ҡорама спираль тип атала

Мозаикаға оҡшаған.

Башватҡыс сисергә өйрәтә

Бик түҙемле балаға.

        7 - се бала.                   Яңы йыл байрамы етһә әгәр,

Был ағас бөтәһенә лә кәрәк.

Шыршыҡай биҙәген эшләп

Түргә элеп ҡуйһаң бик һәйбәт.

                            (Бергәләп «Шыршы» йырын йырлап,  бейейҙәр)

Шыршы ҡупшы кейенгән,

Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.

Әйләнәбеҙ тирәләп,

Йырлашабыҙ бергәләп.

8 - се бала.

Был ҡорамалағы биҙәкте

Бүрәнәле өй тиҙәр.

Уртаһындағы усаҡ, йә һыу

Күркәм йорттарҙы биҙәр.

9 - сы бала.                         Урыҫ квадраты – иң арыу биҙәк,

Өсмөйөш ҡара төҫтә була.

Үҙәктәге квадрат, таҫмалар

Яҡтыраҡ төҫтәр менән тула.

 10 - сы бала.

Боронғо урыҫ биҙәге

Алмаз биҙәкле булыр.

Квадрат эсендә квадрат

Төҫлө биҙәккә тулыр.

11 - се бала.                               Маймыл тәпәйе биҙәге

Бәпәйҙәр өсөн ҡыҙыҡлы.

Әгәр бергә тоташтырһаң,

Булыр тулҡын орнаменты.

12 - се бала.                             Күктәге йондоҙҙарға ҡарап,

Иҫең китмәле, дуҫҡай,

                                              « Йондоҙ » биҙәкле ҡорама

Булһын ине һәр йортта.

(Йондоҙ тураһында  яңғыҙ йыр башҡарыла)

13 – сө бала.                             Шахмат биҙәгенән тора

Беҙҙең матур яулыҡтар.

Төрлө төҫтәге квадраттар

Күҙҙең яуын алалар.

(Яулыҡ бейеүен башҡарыу)

Өләсәй: Шулай итеп, борон һәр биҙәккә мәғәнә һалынған. Башҡорттар ҙа башҡа халыҡтар кеүек,  биҙәктәрендә тәбиғәткә һөйөү менән үҫемлектәргә, хайуандарға, ер аҫты байлыҡтарына, йәшәгән йорттарына,  хатта күктәге йондоҙҙарға ла ҙур иғтибар биргән. Биҙәктәр ҙә бына шулай барлыҡҡа килгән.

Аулаҡ өйҙә ҡорамалар ҡорап,  йыр йырлап, бейеп, күңел асып йәшәгәндәр боронғолар.

Ҡыҙҙар:  Өләсәй,  шаян  таҡмаҡ йырлап алайыҡ әле: (Халыҡ йыры «Сафия» көйөнә)

Байрамығыҙ матур икән

Беҙҙе көттөгөҙмө әллә.

Килдегеҙ ҙә ултырҙығыҙ,

Тамыр йәйҙегеҙме әллә.

Өләсәй, ҡара әле,

Беренсе урын беҙгә.

Оҡшаһаҡ, тағы килербеҙ,

Булырбыҙ тағы бергә.

Өләсәй:  Бөгөнгө байрамға ҡорап килтергән ҡорамаларығыҙ миңә бик оҡшаны. Тағы ла ҡорамалар ҡорарға өйрәнегеҙ. Бөгөнгө байрамда ҡатнашҡан балаларҙы ҡотлап ҡорама ҡулъяулыҡтар бүләк итәм. Рәхмәт һеҙгә, балалар.

Ҡыҙҙар:  Өләсәй, беҙ ҡорама тураһында   шаян мәҡәлдәр ҙә беләбеҙ:        

Кешене ҡорамаһына  ҡарап баһалама, эшенә ҡарап баһала.

Ҡораманың матурлығы төҫөнә ҡарап, кешенең матурлығы эшенә ҡарап.

ҡулыңдан эш китһә, өйөңдән ҡорама китә.

Оҫта үлһә, ҡорамаһы ҡалыр.

Ҡораманы байрамда һанайҙар.

Тауарың менән маҡтанма, ҡорамаң менән маҡтан.

Әкрен ҡорамаһын тегер, ҡыҙыу ебен бөтөрөр.

Оҫта кешегә етмеш төрлө ҡорама ла аҙ.

Ҡорама өйҙә, кеше хеҙмәттә күренә.

Ҡорамаһыҙ – донъя йәмһеҙ.

Өләсәй:  Балалар, башҡорттарҙың йолаһы буйынса  һәр бер байрам күңелле сәй эсеү менән тамаланған. Рәхим итегеҙ, тәмле сәй табынына.