"Ҡарға бутҡаһы"
план-конспект занятия (старшая группа)

Зиязетдинова Эльвира Рәсүл ҡыҙы

"Ҡарға бутҡаһы" 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл karga_butkahy.docx16.94 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ДҮРТӨЙЛӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ 5-СЕ ҺАНЛЫ

«БАЛА САҠ ИЛЕ» БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

Өлкән төркөм балалары өсөн «Ҡарға бутҡаһы» сценарийы

 

Тәрбиәсе:

Зиязетдинова Эльвира Рәсүл ҡыҙы

Дүртөйлө – 2010

ҠАРҒА БУТҠАҺЫ

        

Маҡсат:

  1.  Балаларҙы ата-бабаларыбыҙҙың милли байрамы, уның тарихы һәм халыҡ тормошондағы әһәмиәте менән таныштырыу.
  2. Башҡорт халҡының көнкүреше һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
  3. Халыҡ йырҙарына һәм бейеүҙәренә һөйөү тәрбиәләү.

Бейеү көйөнә  залға милли башҡорт костюмдары кейгән балалар инә. Ярым түңәрәк булып торалар.

Алып барыусы: Элек кешеләр яҙҙы ҡарғалар ҡанаттарында алып килә тип уйлағандар. Шуға күрә ҡарғалар килгәндән һуң халыҡ "Ҡарға бутҡаһы" байрамын ойоштора. Улар ҡоштарҙың килеүенә һәм яҙға шатлана. 

Ҡарға – бала осоп килә:

Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар,
Туйым етте, бар-бар!
Ярма, күкәй алып бар,
Икмәк-итен алып бар,
Ҡарр, Ҡарр, Ҡарр.

1-се бала: (хужабикә йәшәгән йортҡа килә) 

Өйҙәме, хужабикә?
Беҙгә бирсе биш күкәй.
Бирһәң беҙгә биш күкәй,
Тауығың һалыр йөҙ күкәй.

Өй эсенән хужабикә сыға һәм балаларға йомортҡа тарата.

2-се бала:
Май кәрәк, ярма кәрәк,
Ҡарға туйына бөтә нәмәлә кәрәк.
Тағын булһа он сығар,
Ҡамыр бешерербеҙ беҙ.

Өй эсенән хужабикә балаларға он  сығарып бирә.

3-сө бала:  
Шәкәр кәрәк, тоҙ кәрәк,

Сығар хужабикә, тиҙерәк!
Һинең кеүек уңған хужабикә
Был донъла бик һирәк!

Хужабикә тоҙ, шәкәр сығарып бирә.

Алып барыусы:  Балалар, быларҙың барыһын да ашханаға бирәйек һәм беҙҙең ҡамыр бешкәнсе әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән күңел асып алайыҡ!

Бала:

Яҙ килә, яҙ килә!
Яҙҙы ҙурлайыҡ әле.
Гөрләүектәр сылтырауына
Ҡушылып йырлайыҡ әле!

“Яҙ килә” йыры

Алып барыусы Яҙҙы саҡырырға тәҡдим итә. Көй уйнай, яҙ инә.

Яҙ: 

Һаумы, бәләкәс дуҫтарым
Һеҙҙе һағынып килдем мин.
Һеҙгә аяҙ көндәр ҙә,
Ямғыр ҙа алып килдем мин.

Алып барыусы: 

Һаумы Яҙ!

Беҙ һине оҙаҡ көттөк.

Ялҡытты беҙҙе ҡыш,

Һыуыҡтар ҙа, бурандар ҙа!

Беҙ теләйбеҙ ҡоштарҙың тиҙерәк килеүҙәрен.

“Күрһәт әле үҫкәнем” йыр-бейеү башҡарыу

(ҡоштар тауышы килә)

Бала:  

Йылы яҡтарҙан
Сыйырсыҡ килде.
Мин ҡуйған яңы
Ояға инде.
Бик тә ентекләп
Шундай һөйөндө,
Оҡшатҡас өйөн!

Бала:         

Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар!
Мейестә бәлеш бар-бар!
Берһен генә алыр инем
Өйҙә ҡунаҡ бар-бар!


Алып барыусы:

Яҙ ҡаршылап, йырҙар йырланыҡ
Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, уйнап алыйыҡ!

Яҙ:

Балалар, һеҙ беләһегеҙме, ҡоштар күсмә, һәм күсмә булмаған ҡоштар була. Әйҙәгеҙ уйын уйнап алабыҙмы? Әгәр мин күсмә ҡоштарҙы әйтәм икән һеҙ «осаһығыҙ», ә әгәр ҙә күсмә булмағандарын әйтәм икән, һеҙгә ултырырға кәрәк була.

Алып барыусы:

Яҙ, һин бында бөтәһен дә шатландыр,

Балалар менән уйын уйнап алығыҙ!

«Йомортҡа менән ҡалаҡ»,  «Сума өйрәк» уйындары

Яҙ:

Ҡар ҙа иреп бөтәсәк, ямғыр ҙа туҡтаясаҡ

Ҡояш йылыһы менән өләшәсәк.

Тиҙҙән сәскәләр ҙә атасаҡ

Донъябыҙ йәмләнәсәк.

“Дуҫлыҡ” бейеүе башҡарыла

Көй уйнай, хужабикә бешеп сыҡҡан бутҡаны алып сыға, барыһы ла һыйлана.