«Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем» дәрес-сәйәхәт конспекты
план-конспект занятия (средняя группа)

Зиязетдинова Эльвира Рәсүл ҡыҙы

«Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем»  дәрес-сәйәхәт конспекты

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konspekt_br.docx22.63 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ДҮРТӨЙЛӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ 5-СЕ ҺАНЛЫ

«БАЛА САҠ ИЛЕ» БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

Уртансы төркөм балалары өсөн социаль коммуникатив белем биреү өлкәһенең «Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем»

темаһына дәрес конспекты

Өҫтәмә белем биреү педагогы:

Зиязетдинова Эльвира Рәсүл ҡыҙы

Дүртөйлө – 2023

        Белем биреү өлкәһе: социаль-коммуникатив өлкә

Белем биреү өлкәләрен тормошҡа ашырыу: «Танып белеү үҫеше»; «Телмәр үҫеше»; «Художестволы - эстетик үҫеше».

Маҡсат:  балаларҙа ғаиләгә, тыуған илгә ҡарата хөрмәт,  һөйөү тәрбиәләү һәм уларҙың социаль-коммуникатив телмәр үҫешен формалаштырыу.

Бурыстар.

 Өйрәтеүсе: Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары менән таныштырыу; Башҡорт халыҡ сәнғәте тураһындағы төшөнсәләрҙе формалаштырыу; милли халыҡ мәҙәниәтенә, кейеменә, биҙәктәренә ҡарата һөйөү тәрбиәләү; ижади эшмәкәрлектә үҙаллылыҡ нығытыу.

Үҫтереүсе: Башҡорт халыҡ уйындары менән таныштырыуҙы дауам итеү һәм ҡатнашыу теләген уятыу.

Тәрбиәүи: Ватанға, ғаиләгә, тыуған илгә ҡарата хөрмәт, һөйөү һәм тоғролоҡ тәрбиәләү.

Алдан башҡарылған эштәр: башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше тураһында әңгәмә; башҡорт халыҡ уйындары менән таныштырыу; башҡорт халыҡ милли кейемдәре тураһында картиналар ҡарау. Башҡортостан тураһында шиғырҙар уҡыу. Тыуған һәм биҙәктәре (орнаменттары) тураһында әңгәмә;
тыуған ил һәм уның тәбиғәте ил тураһында йырҙар тыңлау.


Методтар һәм алымдар: уйын, күргәҙмә, балаларҙың практик эшмәкәрлеге, балаларға һорауҙар, һүҙле һәм дидактик уйындар, нәфис әҙәбиәт ҡулланыу.

Ҡулланыу өсөн материалдар: өҫтәл, мольберт, һандыҡ, Башҡортостан Республикаһының картаһы, һүрәт - слайдтар, һүрәт төшөрөү  өсөн алдан әҙерләгән биремдәр (яулыҡтар).

Дәрес барышы:

Алып барыусы:

- Һаумыһығыҙ, балалар. Әйҙәгеҙ әле бер-беребеҙҙе сәләмләйек.

Балалар:

- Һаумыһығыҙ!

Һаумыһығыҙ, күҙҙәр,

Һаумыһығыҙ, биттәр,

Һаумыһығыҙ, ҡулдар,

Һаумыһығыҙ, аяҡтар.

Алып барыусы:

-Кәйефтәрегеҙ нисек?

Балалар:

- Яҡшы!

Ҡурай моңо ишетелә.

Алып барыусы:

-Балалар ҡайҙандыр көй ишетелә түгелме? Ҡайҙан килә икән ул көй? Әйҙәгеҙ әле эҙләп ҡарайыҡ (Көй тауышына һандыҡ янына киләләр. Һандыҡҡа яҡынайған һайын көйҙөң тауышы кәмей бара һәм һандыҡҡа яҡынайғас көй туҡтай). Бында һандыҡ ултыра, шунан килгән бит ул көй.

- Ҡайҙа әле асып ҡарайым, эсендә нимә бар икән? (Һандыҡ асылмай). Һандыҡ асылмай бит балалар,  эргәһендә ниндәйҙер хат ята, уҡыйыҡ әле.        (Алып барыусы хатты уҡый).

- Әгәр балалар бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирһәләр, һандыҡ асыла тип яҙылған. Балалар, ә һеҙ һандыҡтың асылыуын теләйһегеҙме? Һеҙ беләһегеҙме, балалар,  элек-электән беҙҙең өләсәйҙәребеҙ һәр береһенең ошондай һандығы булған. Улар һандыҡта  үҙҙәренең һәм яҡындарының ҡәҙерле әйберҙәрен һаҡлағандар. Һеҙҙең дә өләсәйҙәрегеҙҙең һандыҡтары барҙыр әле.

Беҙгә һандыҡ эсендә нимә ятҡанын белергә кәрәк, эйе бит балалар?

Балалар:

- Эйе.

Алып барыусы:

  Шуға күрә һорауҙарға яуап бирергә тура килә инде  (Конверт эсенән һорауҙарҙы алабыҙ).

Төп өлөш.

Алып барыусы:

1-се һорау: -Беҙ йәшәгән Республика нисек атала? (Беҙ йәшәгән Республика Башҡортостан тип атала).

- Беҙ һеҙҙең менән ҙур һәм матур республикала йәшәйбеҙ. 1слайд.

-Ә был беҙҙең Башҡортостан Республикаһының картаһы (картаны күрһәтеү). 2 слайд.

-Картаға ҡараһаң, унда күк төҫтәр күренә. Ә һеҙ беләһегеҙме, күк төҫ менән нимәне билдәләйҙәр?

 Балалар:

 Күк төҫ менән йылғалар күрһәтелгән. 3-4 слайд.

Алып барыусы:

-Йәшел төҫ менән урмандар, ҡырҙар күрһәтелгән. Ҡарағыҙ әле, Башҡортостанда урмандар бик күп. Беҙгә урмандарҙы һаҡларға кәрәк. 5-6 слайд.

-Ҡыҙыл түңәрәктәр ҡалаларҙы күрһәтә. Беҙҙең йәшәгән ҡала нисек атала, ҡайһығыҙ әйтә? (Балаларҙың яуабы).

-Бына ошонда Дүртөйлө ҡалаһы күрһәтелгән, дөрөҫ.

(Дүртөйлө ҡалаһының урынын күрһәтеү).

-Беҙ һеҙҙең менән беренсе һорауға яуап бирҙек.

 Ҡояш:

 -Афарин, балалар, һеҙ был һорауға дөрөҫ яуап бирҙегеҙ (Ҡояш тауышы ишетелә). 7 слайд.

Алып барыусы:

2-се һорау: Беҙҙең республиканың баш ҡалаһы нисек атала?
(Балаларҙың яуабы) 8-10 слайд.( Өфө ҡалаһының фотоларын күрһәтеү).

Ҡояш: 

-Афарин, балалар, һеҙ икенсе һорауға ла дөрөҫ  яуап таптығыҙ (Ҡояш тауышы ишетелә). 11 слайд. 

Алып барыусы:

3-сө һорау: Экранға ҡарағыҙ әле, һеҙ кемде күрәһегеҙ? 12 слайд. (Башҡортостан Республикаһының башлығының фотоһын күрһәтеү).

-Дөрөҫ, балалар, был Башҡортостан Республикаһының башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров. 13-16 слайд. Республиканың башлығы беҙҙең республикала бөтә халыҡтар ҙа дуҫ һәм татыу йәшәһен өсөн, улар икмәк үҫтерһен, йорттар төҙөһөн, машина, самолеттар эшләһен, балалар  баҡсаға һәм мәктәпкә йөрөһөн өсөн булышлыҡ итә.

Ҡояш:

- Афарин, балалар, һеҙ өсөнсө һорауға ла дөрөҫ  яуап таптығыҙ (Ҡояш тауышы ишетелә). 17 слайд.

Алып барыусы:

-  Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән республикабыҙҙың дәүләт билдәләрен ҡарап үтәйек. Беренсеһе - флаг. 18 слайд. Ҡарағыҙ әле флагта ниндәй  төҫтәр бар? (Балаларҙың  яуабы). Хәҙер беҙгә флаг тураһында Самир шиғыр һөйләп ишеттерә (шиғыр).

Башҡортостан флагында

Күк, аҡ, йәшел төҫ уйнай.

Зәңгәр күктә талпына ул,

Аҫыл ҡош ҡанатылай.

Күк төҫ – изгелек билдәһе,

Аҡ төҫ – именлек, сафлыҡ,

Йәшел – йәшәү мәңгелеге,

Татыулыҡ һәм азатлыҡ.

Алып барыусы:

- Ә икенсеһе ниндәй билдә? Был – герб (19 слайд). Хәҙер герб тураһында Әминә  шиғыр һөйләп үтер.

Башҡортостан гербы бөгөн

Беҙҙең бүлмәне биҙәй.

Ул ил өсөн, халыҡ  өсөн,

Батырлыҡтарға әйҙәй.

Алып барыусы:

- Гербта кем төшөрөлгән? (Балаларҙың яуабы).

- Салауат Юлаев кем булған? (Балаларҙың яуабы).

- Эйе, ул башҡорт халҡының батыры.

- Ә хәҙер, өҫтәл эргәһенә килегеҙ әле, беҙҙең Республиканың гербын һәм флагын һайлап алайыҡ.

Дидактик уйын:

«Башҡа гербтар араһынан Башҡортостан гербын һәм флагын тап».

(Музыка яңғырай). 

Алып барыусы:

Ә хәҙер һандыҡты асып ҡарайыҡ. Нимә ята икән унда? (яулыҡ алып күрһәтә).

-Яулыҡ, ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме тип һанала. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән  әсәйҙәрегеҙгә  бүләккә яулыҡ эшләйбеҙ (Әҙер яулыҡ контурына традицион булмаған алым менән биҙәктәр эшләү).

Алып барыусы:

-Афарин, балалар. Әйҙәгеҙ әле,  бергәләп  башҡорт халыҡ уйыны  «Йәшерәм яулыҡ»ты уйнап алайыҡ.

Уйын «Йәшерәм яулыҡ»

Уйын барышы:

Йәшерәм-йәшерәм яулығымды

Йәшел ҡайын аҫтына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм

Бер иптәшем артына.

Алып барыусы:

-Афарин, балалар. Беҙҙең Республикабыҙ тағы ла матур һәм ныҡ булһын өсөн беҙгә үҙ Республикабыҙҙы яратырға кәрәк.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Башҡортостаным – илем!"

Уртансылар төркөмө өсөн байрам сценарийы...

Сәскә ат, гүзәл Башҡортостан!

Данным  материалом  могут воспользоваться  музыкальные  руоводители детских садов, учителя музыки, воспитатели...

Хрестоматия "Башҡортостан - Гөлбостан" к региональной программе "Башҡортостан - тыуған илем"

Хрестоматия изучения Республики Башкортостан для детей дошкольного возраста. Я являюсь соавтором этой хрестоматии....

«Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем...» темаһына дәрес -сәйәхәт конспекты

Уртансы төркөм балалары өсөн социаль - коммуникатив белем биреү   өлкәһенең «Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем...» темаһына дәрес конспекты...

"Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем" дәресенә презентация

quot;Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем" дәресенә презентация...