«Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем...» темаһына дәрес -сәйәхәт конспекты
методическая разработка (средняя группа)

Заһитова Айһылыу Миңлеғәле ҡыҙы

Уртансы төркөм балалары өсөн социаль - коммуникатив белем биреү   өлкәһенең «Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем...» темаһына дәрес конспекты

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konspekt_ood.docx224.91 КБ
Файл prezentatsiya_ood.pptx2.66 МБ

Предварительный просмотр:

               

Башкортостан  Республикаһы  Өфө ҡалаһы ҡала округының  

«40  - сы һанлы Башҡорт  балалар баҡсаһы»

муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

 

 

 

           Уртансы төркөм балалары өсөн социаль - коммуникатив белем биреү        өлкәһенең «Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем...» темаһына дәрес конспекты

Тәрбиәсе:

Заһитова Айһылыу Миңлеғәле ҡыҙы

Өфө – 2018

Белем биреү өлкәһе: социаль - коммуникатив өлкә

Белем биреү өлкәләрен тормошҡа ашырыу: «Танып белеү үҫеше»; «Телмәр үҫеше»; «Художестволы - эстетик үҫеше».

Маҡсат:  балаларҙа ғаиләгә, тыуған илгә ҡарата хөрмәт,  һөйөү тәрбиәләү һәм уларҙың социаль- коммуникатив телмәр үҫешен формалаштырыу.

     

Бурыстар:

Өйрәтеүсе: Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары менән таныштырыу; Башҡорт халыҡ сәнғәте тураһындағы төшөнсәләрҙе формалаштырыу; милли халыҡ мәҙәниәтенә, кейеменә, биҙәктәренә ҡарата һөйөү тәрбиәләү; ижади эшмәкәрлектә үҙаллылыҡ нығытыу.

Үҫтереүсе: Башҡорт халыҡ уйындары менән таныштырыуҙы дауам итеү һәм ҡатнашыу теләген уятыу.

Тәрбиәүи: Ватанға, ғаиләгә, тыуған илгә ҡарата хөрмәт, һөйөү һәм тоғролоҡ тәрбиәләү.

Алдан башҡарылған эштәр: башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше тураһында әңгәмә; башҡорт халыҡ уйындары менән таныштырыу; башҡорт халыҡ милли кейемдәре һәм биҙәктәре ( орнаменттары) тураһында әңгәмә;
тыуған ил һәм уның тәбиғәте тураһында картиналар ҡарау. Башҡортостан тураһында шиғырҙар уҡыу. Тыуған ил тураһында йырҙар тыңлау.


Методтар һәм алымдар: уйын, күргәҙмә, балаларҙың практик эшмәкәрлеге, балаларға һорауҙар, һүҙле һәм дидактик уйындар, нәфис әҙәбиәт ҡулланыу.

Ҡулланыу өсөн материалдар: өҫтәл, мольберт, һандыҡ, Башҡортостан Республикаһының картаһы, һүрәт - слайдтар, һүрәт төшөрөү  өсөн алдан әҙерләгән биремдәр (түбәтәйҙәр).

Дәрес барышы:

  • Һаумыһығыҙ, балалар. Әйҙәгеҙ әле бер-беребеҙҙе сәләмләйек.

Һаумыһығыҙ, күҙҙәр,

Һаумыһығыҙ, биттәр,

Һаумыһығыҙ, ҡулдар,

Һаумыһығыҙ, аяҡтар,

Хәлдәрегеҙ нисек?

Һаумыһығыҙ, балалар!

Һаумыһығыҙ, Айһылыу Ғәлиевна!

Хәлдәрегеҙ нисек?

Һәйбәт!

Ҡурай моңо ишетелә.

-Балалар ҡайҙандыр көй ишетелә түгелме? Кайҙан килә икән ул көй? Әйҙәгеҙ әле эҙләп ҡарайыҡ (Көй тауышына һандыҡ янына киләләр. Һандыҡҡа яҡынайған һайын көйҙөң тауышы кәмей бара һәм һандыҡҡа яҡынайғас  көй туҡтай). Бында һандыҡ ултыра, шунан килгән бит ул көй.

- Ҡайҙа әле асып ҡарайым, эсендә нимә бар икән? (Һандыҡ асылмай). Һандыҡ асылмай бит балалар,  эргәһендә ниндәйҙер хат ята, укыйык әле.        (Тәрбиәсе хатты уҡый).

- Әгәр балалар бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирһәләр, һандыҡ асыла тип яҙылған. Балалар, ә һеҙ һандыҡтың асылыуын теләйһеҙме? Һеҙ беләһегеҙме, балалар,  элек- электән беҙҙең өләсәйҙәребеҙ һәр береһенең ошондай һандығы булған.Улар һандыҡта  үҙҙәренең һәм яҡындарының ҡәҙерле әйберҙәрен һаҡлағандар. Һеҙҙеңдә өләсәйҙәрегеҙҙең һандыҡтары барҙыр әле.

Беҙгә һандыҡ эсендә нимә ятҡанын белергә кәрәк, эйе бит балалар.  Шуға күрә һорауҙарға яуап бирергә тура килә инде  (Конверт эсенән һорауҙарҙы алабыҙ).

Төп өлөш.

1 һорау. -Беҙ йәшәгән Республика нисек атала? (Беҙ йәшәгән Республика Башҡортостан тип атала).

- Беҙ һеҙҙең менән ҙур һәм матур республикала йәшәйбеҙ. 1слайд.

-Әйе, был беҙҙең Башҡортостан Республикаһының картаһы (картаны күрһәтеү).     2 слайд.

-Картаға ҡараһаң, унда күк төҫтәр күренә. Ә һеҙ беләһегеҙме, күк төҫ менән нимәне билдәләйҙәр?

 Балалар: күктөҫ менән йылғалар күрһәтелгән. 3-4 слайд.

-Йәшел төҫтә урмандар, ҡырҙар күрһәтелгән. Ҡарағыҙ әле, Башҡортостанда урмандар бик күп. Беҙгә урмандарҙы һаҡларға кәрәк. 5-6 слайд.

-Ҡыҙыл түңәрәктәр ҡалаларҙы күрһәтә. Беҙҙең йәшәгән ҡала нисек атала, ҡайһығыз әйтә?( Балаларҙың яуабы) .

-Бына ошонда Өфө ҡалаһы күрһәтелгән (Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларының урынын күрһәтеү).

- Беҙ һеҙҙең менән беренсе һорауға яуап бирҙек.

- Ҡояш: афарин, балалар, һеҙ был һорауға дөрөҫ яуап бирҙегеҙ (Ҡояш тауышы ишетелә). 7 слайд.

2 һорау - Беҙҙең республиканың баш ҡалаһы нисек атала?
(Балаларҙың яуабы) 8-10 слайд.( Өфө ҡалаһының фотоларын күрһәтеү).

- Ҡояш: афарин, балалар, һеҙ икенсе һорауға ла дөрөҫ  яуап таптығыҙ (Ҡояш тауышы ишетелә). 11 слайд. 

3 һорау:-Экранға ҡарағыҙ әле, һеҙ кемде күрәһегеҙ? 12 слайд. (Башҡортостан Республикаһының башлығының фотоһын күрһәтеү).

-Дөрөҫ, балалар, был Башҡортостан Республикаһының башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов. 13-16 слайд.Республиканың башлығы беҙҙең республика ла бөтә халыҡта дуҫ һәм татыу йәшәһен өсөн, улар икмәк үҫтерһен, йорттар төҙөһөн, машина, самолеттар эшләһен, балалар  баҡсаға һәм мәктәпкә йөрөһөн өсөн булышлыҡ итә.

- Афарин, балалар, һеҙ өсөнсө һорауға ла дөрөҫ  яуап таптығыҙ (Ҡояш тауышы ишетелә). 17 слайд.

-  Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән республикабыҙҙың дәүләт билдәләрен ҡарап үтәйек. Беренсеһе - флаг. 18 слайд.Ҡарағыҙ әле флагта ниндәй  төҫтәр бар? (Балаларҙың  яуабы). Хәҙер беҙгә флаг тураһында Аделия шиғыр һөйләп ишеттерә (шиғыр).

Башҡортостан флагында

Күк, аҡ, йәшел төҫ уйнай.

Зәңгәр күктә талпына ул,

Аҫыл ҡош ҡанатылай.

Күк төҫ- изгелек билдәһе,

Аҡ төҫ- именлек сафлыҡ,

Йәшел- йәшәү мәңгелеге,

Татыулыҡ һәм азатлыҡ.

- Ә икенсеһе ниндәй билдә? Был - герб ( 19 слайд ). Хәҙер герб тураһында Шамил  шиғыр һөйләп үтер.

Башҡортостан гербы бөгөн

Беҙҙең бүлмәне биҙәй.

Ул ил өсөн, халыҡ  өсөн,

Батырлыҡтарға әйҙәй.

-Гербта кем төшөрөлгән? (Балаларҙың яуабы).

- Салауат Юлаев кем булған? (Балаларҙың яуабы).

- Эйе, ул башҡорт халҡының батыры.

-Ә хәҙер, өҫтәл эргәһенә килегеҙ әле, беҙҙең Республиканың гербын һәм флагын һайлап алайыҡ.

Дидактик уйын:

«Башҡа гербтар араһынан Башҡортостан гербын һәм флагын тап».

(Музыка тауышы яңғырай). Ә хәҙер һандыҡты асып ҡарайыҡ. Нимә ята икән унда? (Түбәтәйҙе алып күрһәтә).

-Түбәтәй ул башҡорт халыҡ  ир –аттарының баш кейеме булған. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән  атайҙарығыҙға  бүләккә түбәтәй эшләйбеҙ (Әҙер түбәтәй контурына традицион булмаған алым менән биҙәктәр эшләү).

-Афарин, балалар. Әйҙәгеҙ әле,  бергәләп  башҡорт халыҡ уйыны  «Түбәтәй» ҙе уйнап алайыҡ.

Уйын «Түбәтәй».

Уйын барышы :

Түбәтәйем тиҙ - тиҙ ,ҡулдан ҡулға тәгәрә.

Түбәтәйем кемдә ҡала – шул кеше яза ала.

Яза - һорауҙар:

- Дәүләт билдәләрен әйт.

- Башҡортостан Республикаһының гербында кем төшөрөлгән?

- Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһын әйт.

- Афарин, балалар. Беҙҙең Республикабыҙ тағы ла матур һәм ныҡ булһын өсөн беҙгә үҙ Республикабыҙҙы яратырға кәрәк.


Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект НОД " Азбука безопасности" .Конспект НОД: Тема «Азбука безопасности» Составила : Рахимова Зарифа Тахировна. К конспекту прилагается презентация.

Составила : Рахимова Зарифа Тахировна.Цель: Обобщить и систематизировать знания о безопасности в доме.Задачи:Образовательные:— Формировать умения видеть вокруг себя потенциальные опасности в доме...

Игра на тему "Космос" в 1 младшей группе №1 «Медвежата» Конспект игры-путешествия для детей 2-3 лет. Тема: «Космос» Тема: Путешествие в космос. 20.10.2021 г.

Игра на тему "Космос" в 1 младшей группе №1 «Медвежата»Конспект игры-путешествия для детей 2-3 лет. Тема: «Космос»Тема: Путешествие в космос.Цель: сфо...

Конспект Н.О.Д. по развитию речи для детей 3-его года жизни. Тема: «Сказка в гости приходи , малышей развесели"! план-конспект занятия по развитию речи на тему

Цель:1. Продолжать знакомить детей с русским народным творчеством-сказкой.2. Закреплять знание детей об овощах.3. Побуждать детей использовать в собственной речи отрывки из сказки.4. Продолжать обогащ...

«Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем» дәрес-сәйәхәт конспекты

laquo;Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем»  дәрес-сәйәхәт конспекты...

"Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем" дәресенә презентация

quot;Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем" дәресенә презентация...