Башҡорт теленән төп имтихан ОГЭ по башкирскому языку

Багаутдинова Альмира Рафаиловна
Төп дәүләт имтиханы
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы 2015 йылдың 19 мартында раҫлаған төп дөйөм белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибенә ярашлы, IX класс уҡыусыларының үҙ теләктәре  менән төп дәүләт имтиханы итеп  туған башҡорт телен һайлау мөмкинселеге бар
Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында был имтихан  яҙма формала  үтә, уҡыусылар изложение яҙалар.
  Изложение яҙыу -  ҡатмарлы процесс. Имтихан һөҙөмтәләре ыңғай булһын өсөн, уҡыусыларҙың яҙма телмәре юғары кимәлдә үҫешкән булырға тейеш. Уҡытыусыға балаларҙы был һынауға сифатлы итеп нисек әҙерләргә?  Был биттәге материалдар файҙалы булыр, тип уйлайым
Изложение өсөн текстар
Уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған мәктәптәрҙең IX класс уҡыусылары өсөн
2023 йылда туған (башҡорт) теленән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы
Эш биремдәрен башҡарыу өсөн күрһәтмә
Туған (башҡорт) теленән имтихан ваҡытында уҡыусылар төрлө эш биремдәре башҡаралар.
Беренсе өлөштә тест үтәләр. Тест үтеү барышында һорауҙар ҡатмарлана бара. 1-10-сы һорауҙарҙа яуап варианттары араһынан 1 генә дөрөҫ яуап билдәләнә.
Икенсе өлөш. 11-20-се һорауҙар текст буйынса бирелгән, уҡыусылар был эш биремдәре буйынса ҡыҫҡаса яуап яҙалар.
Был һорауҙар аша уҡыусының башҡорт теле бүлектәренән (фонетика, лексика, морфология, синтаксис) туплаған теоретик белеме, төрлө тел нормаларын үҙләштереү кимәле, тексты уҡып аңлау күнекмәләре тикшерелә.
Өсөнсө өлөш. Был эш төрөндә башҡорт халҡының киң билдәле мәҡәле йәки әйтеме, башҡорт теленең фразеологик берәмеге бирелә. Уҡыусылар шул тел элементының мәғәнәһен асыҡларға тейеш (8-10 һөйләм). Был яҙма текста фекер киңлеге, тел-һүрәтләү саралары ҡулланылышы, грамоталылыҡ мөһим.
Имтихан барышында уҡыусы тел буйынса төрлө һүҙлектәр ҡуллана алалар.
Бөтә һорауҙарға ла яуап бирер өсөн 90 минут ваҡыт ҡаралған.
Эш биремдәренә яуаптар яуап бланкыһына сағыу (гелле) ҡара ручка менән яҙыла.
Һорауҙарға яуап биргәндә ҡаралама менән дә ҡулланырға мөмкин, тик ҡараламалағы яҙыуҙар тикшереү комиссияһы тарафынан баһаланмай.
Өс өлөштәге балдар бергә ҡушыла һәм дөйөм балдар һаны сығарыла.

Уңыштар теләйбеҙ!

 

Скачать:

Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

1-се вариант
Һалсылар

Еҙемдең ташыу мәлендә күрше райондарға колхоз төҙөлөштәре өсөн тәғәйенләп ҡыш ҡырҡылған бүрәнәләрҙе ағыҙыу башланды. Ҡыуғынсылар өсөн бик ҡыҙыу мәл. Тик Маликтарҙың күршеһе Әбдрәхим ағай һыуыҡ үткәреп, ҡаты сирләп киткән. Халиҡ ағай менән Әбдрәхим ағай Еҙемдең үрге өлөшөнән ҡоро бүрәнәләр һаллап төшөрөргә тейештәр ине. Ә ҡоро бүрәнәләр бик кәрәк, сөнки улар сей бүрәнәләрҙән бәйләнгән һалдарҙың ситенә тағыла. Шулай итһәң, һал ышаныслыраҡ, йәғни әллә ни батмай аға.
“Кем менән барырға? Былай ҙа кеше етмәй... Әллә Маликты һынап ҡарарғамы? Ял көнөнә тура килә, уҡымайҙар... Булдырыр, моғайын, быйыл һигеҙҙе бөтә бит”, - тип уйланы һалсылар бригадиры.
Малик, әлбиттә, атаһының тәҡдимен шатланып ҡабул итте.
Эш ҡыҙыу барҙы. Йыуан бүрәнәләрҙән өс кәшмәк бәйләнеләр, аҙаҡ уларҙы бер-береһенә тағып ҡуйҙылар. Һал әҙер. Ҡуҙғалдылар. Малик эшлекле ҡиәфәттә артҡы быуындағы ишкәккә баҫты. Ысын һалсы ул бөгөн! Һынатмаҫҡа кәрәк. Дуғаланып йүгереүсе тулҡындарҙа һал, әйтерһең, аҡмай, ә тәгәрәй ине. Малик тәү мәлдә үҙен кейеҙҙә осҡан әкиәт батырылай хис итте.
Сая шыршылы бөгөлдәр, тыныс ағымлы ятыуҙар, һыйыр дәүмәле бүкән таштар артта ҡала барҙы. Малик атаһының ишкәккә түше менән ята биреберәк таһыллы ишеүен күҙәтеп алды.
“Емерелгән барка” мороно үҙенең ҡырыҫ ғорурлығы, йәшерен серҙәре менән яҡынайғандан-яҡынайҙы. Һалдың ағымы етеҙләнде. Ошо ҡырас ярлы бөгөлдө Маликтың балыҡ ҡармаҡлағанда һәм экскурсияға килгәндә лә күргәне бар. Ололарҙан ишетеүенсә, был ҡаяға бәрелмәй-һуғылмай үтеү – ысын ир-егетлек!
Ағым һалды һаман ҡаяға табан тарта. Ҡаяның мейесте хәтерләтеп өңөлөбөрәк торған өлөшөнән яралы йыртҡыс иңрәүенә оҡшаш геүләү тауышы килә. Маликка шул ҡыуышлыҡ бына-бына һалды йотор кеүек тойола башланы.
Бабайкалар – ишкәк яҫтыҡтары ҡеүәтлерәк шығырларға тотондо. Атаһы артҡа боролоп, берсә дәртләндерергә теләп, берсә йыуатҡандай: “Иш, Малик, ҡыйын булһа ла түҙ! Ныҡ батырмай иш! Ҡалҡыт ишкәгеңде! Һыуға ҡолап ҡуйма!..” – тип ҡысҡырҙы.
Атаһының һүҙҙәре улына яҙа-йоҙа ғына барып етә ине, сөнки һыу шарлауы әллә ниндәй тауышты ла күмерлек шул.
Быуындары ҡатып етмәгән үҫмер көс-хәл менән ағым ҡаяға табан ҡайырған ишкәкте ҡалҡытып, устары яныуына, көсөргәнештән баш әйләнеүгә ҡарамаҫтан, тештәрен ҡыҫып ишә ине. Алдағы быуындар аҡ күбектәр һибелеп-сәсрәп торған таштарға һыйынып ҡына, йыландай бөгөлә-һығыла алға үтте. Ләкин ни аралалыр артҡы быуын һыуҙан әҙ генә сығып торған таш моронға ныҡ ҡыҫталды, хатта яңҡырыҡ - иң ситке бүрәнә ҡасандыр ҡаянан ҡуптарылып төшкән бүкән таштың аръяғына уҡ менеп ятты. Һал ағыуҙан туҡтаны һәм әкренләп бата башланы.
- Иш, Малик, - тип ашыҡтырҙы Халиҡ ағай, бәләнең ниҙә икәнен аңламайынса. Шунан хис менән өҫтәп ҡуйҙы: - Ҡурҡма, улым, түлке ағып китмә!
Ни эшләргә? Ниңә былай килеп сыҡты һуң әле... Урта быуындар һалға һыйына башлау менән, ишкәкте бер-ике мәртәбә һуғып, артҡы быуынды ҡаяның үҙенә табан бер аҙ шылдырырға кәрәк. Шул саҡта ҡая һалды “тотмай”. Онотма, бер-ике ишеү ҙә етә, тигәйне бит атаһы. Ә Малик, аҙауынандыр инде, быны эшләмәне. Ләкин хәҙер һуң... Эйе, хәл мөшкөл. Ни эшләргә?
Малик кинәт бер ныҡлы ҡарарға килде һәм һеләүһен сослоғо менән атылып, алғы быуынға уҡталды – балта шунда. Кире килгәндә йүгерә алманы, сөнки һал өҫтөнән аҡҡан һыу тубыҡҡа етә башлағайны инде. Ҡыйыу үҫмер етеҙ генә яңҡырыҡ бәйләгән бауҙарҙы сапҡылап ташланы. Ҡурҡыныс нисек тиҙ килһә, шулай тиҙ генә үтеп тә китте. Ләкин “Емерелггән барка”ның геүләүе уларҙың ҡолағына оҙаҡ ҡына шаулап торғандай булды.
Халиҡ ағай улының тапҡырлығына, тәүәккәллегенә һоҡланып ҡуйҙы. Ҡайҙан белә? Бик дөрөҫ эшләне бит. Халиҡ ағай, һаран ғына йылмайып, Маликка ҡарап, башын һелкеп ҡуйҙы. Йәнәһе, “маладис, улым, һынатманың”. (500 һүҙ.) (С.Шәрипов.)



Предварительный просмотр:

2-се вариант
Айыу балаһы

Владивосток ҡалаһынан Сахалин утрауына йөк ташый торған “Альбатрос” тигән пароходта айыу балаһы йәшәй ине. Матростар уны Япон диңгеҙендәге бер утрауҙа бәләкәй генә көйөнсә һатып алғайнылар. Йыл үтеүгә, Мишка арыу уҡ ҙурайҙы.
Караптарҙа эт, маймыл, тейен һәм башҡа йәнлектәр аҫрау – моряктарҙың борондан ҡалған йолаһы. Уның үҙенә күрә бер сәбәбе бар. Тәүлектәр буйына ҡоро ерҙең төҫөн дә күрмәйенсә, осһоҙ-ҡырыйһыҙ диңгеҙ өҫтөндә сайҡалыу үтә ялыҡтыра. Яныңда берәй хайуан заты йөрөһә, эс бошҡанда йыуаныс була.
Мишка үҙен иҫ киткес аҡыллы тота ине. Һинең күҙҙәреңә шул тиклем ялбарыулы итеп ҡарай, хатта аңғармаҫтан ғына һүҙ ҡушып ҡуйыр төҫлө. Үҙе кәмит күрһәтергә лә ғәләмәт оҫта. Ҡылана башлаһа, көлө-көлә эсеңде ҡатыу ала.
Карапта ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ тиһең. Балта оҫтаһы менән аш бешереүсе лә, тимерсе менән кейем тегеүсе лә – һәммәһе лә бар унда. Бейеүсе менән йырсыға ла ярлылыҡ юҡ. Өҙә баҫып бейемәгәс, яңғыратып йырламағас, моряк буламы ни ул. Һис тә аптырап тормайҙар, форсат барҙа үҙенән-үҙе концерт башланып китә. Бындай саҡта тайыш табан Мишка ла ситтә ҡалмай. Конферансьеның: “Нәүбәттәге номерыбыҙ – яңғыҙ йыр”, - тип әйтеүе була, баянист артынан уртаға Мишка ла сығып баҫа. Күҙҙәрен йомоп, сайҡала-сайҡала олорға тотона. Йәнәһе лә, моңло итеп йырлай.
Диңгеҙҙә генә түгел, портта торғанда ла айыу балаһы үҙенең ирмәк ҡыланыштары менән матростарҙы әүрәтә ине.
Причал буйлап эреле-ваҡлы суднолар теҙелешкән. Улар араһында “Альбатрос” та сайҡала. Уны ярға яҡын уҡ килтереп, тимер арҡан менән тарттырып бәйләп ҡуйғандар. Сығып йөрөү өсөн баҫма һалғандар. Ошо баҫманан пароходҡа кемдең дә булһа атлап менеүе була, ҡаршыһына йөнтәҫ айыу балаһы йүгереп сыға. Теге ҡурҡып артҡа сигенә. Бәләкәй булһа ла, ысын айыу бит! Ярай әле һаҡсы алыҫ түгел, араға килеп инә һала. Мишканы маҡтай, шәкәр ҡаптыра, ә ҡунаҡты көлә-көлә эскә үткәреп ебәрә.
Мишка баҫманы һаҡларға өйрәтелгән. Һаҡсы уны ҡарауылға ҡуя ла, иллә ят кешене индермә,тип киҫәтә. Ҡайһы ваҡытта берәйһе йомош менән килә лә тиҙ генә инеп тә китә. Мишка абайламай ҡала. Ундай хәлдә һаҡсы Мишканы әрләй. Ә Мишка, меҫкен, шыңшып иларға керешә. Шунан һуң инде үҙ кешеләрен дә үткәрмәй йонсота. Кем генә булмаһын, туп-тура аяғына барып йәбешә. Ә һаҡсы ҡыҙыҡ өсөн уны тағы ла нығыраҡ ҡоторта. Яҡшы хеҙмәт итһәң, молодец, тип маҡтау һүҙҙәре яуҙыра, кәнфит менән һыйлай.
Мишка һыу инергә бик әүәҫ ине. Матростарҙан берәү тегене сынйыр менән муйынсалай ҙа ярға етәкләп алып сыға.
- Бар, рәхәтлән, әйҙә! – тип һыуға төшөрә. Айыу балаһы, кинәнеп, супырҙарға тотона.
Бер көндө шулай төшкө ял ваҡыты ине. Матростар ярға төштөләр. Мишка ла арттарынан йүнәлде. Бына ул алпан-толпан баҫып һыу инергә йүнәлде. Шул мәлдә ҡайҙандыр ике эт килеп сыҡмаһынмы. Береһенән-береһе уҙҙырырға тырышып, Мишканы абалай башланылар. Ә айыу балаһы тегеләргә әйләнеп тә ҡарамай. Төкөрәм мин һеҙҙең ише өтөктәргә тигән ҡиәфәт менән атлауын белә.
Эттәр ғәрләнделәр булһа кәрәк. Кәүҙәгә ҙурырағы айыу балаһының янына килеп өрөргә кереште. Мишканың сабырлығы һынды, ахырыһы. Ҡапыл боролдо ла тегене, муйынынан эләктереп, ергә күтәреп һуҡты. Эт шыңшый-шыңшый бер аҙ тора алмай ятты.
Мишка уны төрткөләп торғоҙҙо ла, ҡолағынан “етәкләп”, матростар эргәһенә килтерҙе. Үҙе күҙҙәрен тултырып ҡарай. “Ни эшләтергә бойораһығыҙ был йүнһеҙҙе?” – тип, гүйә, кәңәш һорай.
Матростар ҡул һелтәнеләр:
- Ҡуй, Мишка, ебәр һин уны, эт менән эт булма, - тинеләр.
Ул ҡарышманы, этте ысҡындырҙы ла артынан эре генә ҡарап ҡалды. Кемгә ҡул күтәргәнеңде аңланыңмы инде, йәнәһе. Теге эт тә, ҡойроғон ҡыҫып, тауыш-тынһыҙ ғына ситкә ташланды. Өрөү ҙә, абалау ҙа юҡ. Мишка кинәнеп һыу инергә тотондо. (500 һүҙ.) (Ә.Гәрәев.)



Предварительный просмотр:

3-сө вариант

Тәүге һыналыш

      Был хәл Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булды.

      Ҡараңғы төн. Беҙҙең самолет Мартин ҡалаһы эргәһендәге тау өҫтөндә әйләнә. Аҫта сигнал урынына костер тоҡандырғандар. Шунда беҙгә төшөү өсөн майҙан барҙыр. Беренсе самолет экипажының командиры сирена бирҙе.

     Беренсе булып самолет бортынан старшина, уның артынан – төркөмдөң комиссары, аҙаҡтан командирыбыҙ һикерҙе. Уларҙан тыш тағы һигеҙ кеше бар ине.
Был – беренсе самолет. Ә мин икенсе самолетта инем. Ергә иҫән-һау төшөүҙе теләп, бер-беребеҙҙе ҡосаҡлайбыҙ. Бына, бер-бер артлы һикереп, төн ҡараңғылығына сумабыҙ.
Был сая егеттәр өсөн дошмандың тылына төшөү яңылыҡ түгел ине. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ, Советтар Союзы территорияһында партизан отрядтарында ҡатнашып, күп кенә тәжрибә туплаған. Мин иң һуңғыбыҙ булып һикерәм.

         Беҙҙе Чехославакия ерендә тымыҡ иртә ҡаршы алды. Парашюттарыбыҙҙы төрөп алдыҡ. Махсус парашюттарҙа төшөрөлгән һуғыш припастарын, дошман тылында һуғышыу өсөн партизандарға кәрәк була торған башҡа нәмәләрҙе йыйҙыҡ. Шуларҙы күтәреп, тауҙан аҡрын ғына төшәбеҙ. Түбәндә, тау итәгендә, партизан отрядының базаһы урынлашҡан.
Икенсе көндө үк ҡаты һуғыштар башланды. Фашистар, халыҡ күтәрелешен баҫтырыу өсөн, Моравиянан, Чехиянан яңы көстәр килтергән. Уларҙың һуғыш техникаһы ла, көслө, минометтары ла, уртаса ҙурлыҡтағы танкылары ла бар.

    … Ана, ана, немец һалдаттарының һорғолт йәшел һындары. Улар әкрен генә, ғәйәт ҙур ҡарышлауыҡ кеүек, таштан ташҡа, ҡаянан ҡаяға боҫоп, беҙгә табан шыуыша. Позициябыҙ уңышлы. Тау битләүендә ҡоршау кеүек ятҡан таш билбау партизандарҙы ныҡ һаҡлай. Автомат очередтары беҙгә артыҡ зыян килтерә алмай. Ләкин беҙҙең пулялар ҙа уларға һирәк тейә. Шулай булғас, мин үҙ участкамда бушҡа патрон әрәм итмәҫкә ҡуштым. Немецтарҙы яҡыныраҡ үткәрергә лә гранаталар ташларға. Ана бит улар яҡын ғына.
- Гранаталар ташлағыҙ! – тип команда бирәм.

      Дошман байтаҡ ҡырылды. Улар, түҙә алмайынса, ҡаса башланы. Беҙҙең һуғышсылар ҡыуа китте, ләкин мин отряд командиры билдәләгән маршрут буйынса барырға команда бирҙем.

     Бына шул ваҡытта инде уң флангыла Жилина ҡалаһынан Мартинға килә торған юлдан дошмандың өс танкыһы күренде. Улар, елдереп, туп-тура беҙҙең өҫкә килә. Мартин ҡалаһын тиҙ генә алырбыҙ тип уйлағандар, күрәһең. Ләкин дошман яңылышты. Мин әле гранаталар бәйләмен әҙерләргә тип команда бирергә лә өлгөрә алмай ҡалдым – Валентин Катаев фашист танкыһына ташланды. Беҙҙең был йәш кенә батырыбыҙ фашист тигрынан көслөрәк булып сыҡты. Тик фашист офицеры, люкты асырға өлгөрөп, яна башлаған танкынан ҡулына парабеллум тотҡан килеш ырғып сыҡты ла беҙҙең Валентинға туп-тура төҙәп атты. Егет, ауыр яраланып, янып ултырған танк эргәһенә тәгәрәне. Шул ғынамы әле? Юҡ! Ана, һул флангынан уның өҫтөнә ҡарап тағы бер танк килә. Быныһы уның өсөн бигерәк тә ҙур ҡурҡыныс ине. Уның һуңғы минуттары, һис көтөргә ярамай. “Йәшәү йәки үлем”, тип уйлай ине һуғышсылар.

    Ошо ҡурҡыныс минутта словак һалдаты кейемендәге йәш кенә бер һалдат, гранаталар бәйләме алып, танкыға ҡаршы үрмәләне. Бына, бына… һәм, ер тетрәп, көслө шартлау яңғыраны. Икенсе танк та туҡталды, тик словак егете үҙе лә, Валентин кеүек үк, был тигеҙ булмаған алышта ҡаты яраланғайны. Шулай ҙа ул, ҡанға батып булһа ла, үлем ҡурҡынысы аҫтында ятҡан Валентинды пулялар яуып, снарядтар шартлап торған ерҙән һөйрәп алып сыҡты.

     Был бәрелештә беҙҙең отряд разведкаһының ҡыйыу командиры – Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан өлкән лейтенант Павел Морозов та ауыр яраланғайны.
Һуғыш тынып, яралыларҙы урынлаштырып торғанда, беҙҙең комиссар Турский:
- Ысын дуҫлыҡ бына шунда сыныға ул, - тине. – Ана, күрәһегеҙме, ете партизан ултыра. Улар әле генә бер бәләкәс икмәк киҫәген, дошмандан алынған йөҙ патронды туғандарса бүлеште. Бындай туғанлыҡ булғанда, беҙгә бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел. (495 һүҙ.)

                                                                                                                    (Д.Мурзин.)



Предварительный просмотр:

4-се вариант
Ҡояш түбәнләй башланы.
Ташбатҡан ауылы йәштәренең кескенә һабан туйына оҡшаған бәйгеһе бөтөргә яҡынланы. Уйындың иң аҙаҡҡы өлөшө булған ат сабыштырыу ғына ҡалғайны хәҙер. Ауылда һабан туйҙарында уҙып дан алған йүгеректәр юҡ ине юҡлығын. Сабышырға китеүсе аттарҙың күбеһе бығаса ҡамыт күрмәгән тай-тулаҡ та ҡырҡмыш булды. Уларҙы малайҙар ғына менгегә өйрәтеп ҡыланалар ине әле. Шуға күрә башта уҡ бик алыҫтан сабыштырмаҫҡа булдылар, Ташбатҡанға ете саҡрым тип йөрөгән Сосновка ауылының осонан йүгертергә һөйләштеләр.
Йәштәр аттарҙың килеүен түҙемһеҙлек менән көтә башланы, бигерәк тә йүгеректәрҙең эйәләре борсолдо, һәр кем атының беренсе килеүен күрергә теләне һәм шуға ышанып эстән маһайҙы. Йүгеректәргә килеү тәртибенә ҡарап бәйге әҙерләнеләр. Ат һынаған кешеләр кемдеке уҙып киләсәген юрай, алдан әйтергә тырыштылар, ни өсөн тиһәң, сабышырға киткән аттар араһында һыналғандары юҡ ине әле. Шулай ҙа юраусылар, һынсылдар – бөтәһе лә Баһау байҙың туры айғырына туҡталып ҡалдылар, уның нәҫелен юллап таптылар һәм шул туры айғыр мотлаҡ беренсе килер тигән уртаҡ һығымта яһанылар.
Ташбатҡан ауылының һынсылдары яңылыштылар. Беренсе булып килеүсе бөтөнләй туры айғыр булманы, Фатиманың атаһы подрядчик Әхмәдиҙең ҡола тайы булды. Ҡола тай ауылға бер саҡрым самаһы әрәмә морононан йәлп итеп килеп сыҡты. Уны шунда уҡ танынылар. Әрәмә моронон әйләнгәс, ул, орсоҡтан иҙәнгә төшөп киткән һары орсоҡташ һымаҡ тәгәрләп, туп-тура майҙанға атылып килә башланы. Сапҡанда ул бөтөнләй атҡа түгел, ә артынан ҡыуғын төшкәнгә һуҙылып йән-фарман ҡасҡан төлкөгә оҡшай ине. Ул бер аҙ ер килгәс, башҡа йүгеректәр күренде. Улар инде ҡола тайҙан байтаҡ ер артта ҡалғайнылар. Баһау байҙың туры айғыры етенсе килә ине, ләкин ат өҫтөндәге малай әрәмәне әйләнгән бөгөлдә, башын осорған ағас һымаҡ, йығылып ҡалды. Туры айғыр, юлдан янтайып, йүгәненә баҫа-баҫа бер үҙе бер яры әрәмә буйлап китте.
- Ай, маңҡорот! Шуны мендерәләрме ни. Тапҡандар кеше. Барып һыу эсмәһә ярар ине хайуан…
- Берәй ҡатҡылыраҡ малайҙы мендермәй.
- Эште бөлдөрҙө, сусҡа малай, - тип үкенделәр туры айғыр яҡлы кешеләр, йығылып ҡалыусы малай тороп атының артынан йүгергән булды.
Ул арала ҡола тай, атҡан уҡ һымаҡ, майҙанға килеп етте, ләкин шау-шыу, ҡысҡырыштан өркөп, юл биреп, ике яҡҡа айырылып торған халыҡ араһынан китмәйенсә, ярты яҡҡа айырылды.
Һебәгә бирелгән таҫтамалдың береһен йүгеректең муйынына таҡтылар. Халыҡ уны уратып алды. Хайуан һаман ҡолаҡтарын ҡайсылап өркөп торҙо, уның нәҙек боттары бәлтерәне.
- Йөрөтөргә кәрәк уны, йөрөтөргә. Аяғына һыу төшөр, - тине ҡарттар.
Йүгеректе һыуындырыу өсөн йөрөтөргә алып киттеләр. Кешеләр ҡола байталға һоҡландылар.
- Бына ҡайҙа икән ул йүгерек, йүгерек тигәс тә ярай, исмаһам, - тине Сәмиғулла.
- Бер нәмә сығыр был хайуандан.
- Аласыбар нәҫеленәндер был, Аласыбар, - тине Әҙһәм ҡарт.
- Шулай булыр, йүгереүе бер ҙә был тирә хайуанына оҡшамай, - тине Әхтәри ҡарт, энеһенең һүҙен ҡеүәтләп.
- Аласыбар балаһы был, Аласыбар…
- Һуң, Аласыбар балаһы булырға, был ни ҡола лаһа, - тине Сәмиғулла.
Әҙһәм ҡарт, һаман үҙенең һүҙен өҫкә сығарырға тырышып:
- Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тигәндәр боронғолар! – тине.
Кискә табан Әхмәди үҙе Аҫҡын яғынан ҡайтып төштө. Күршеләре Әпхалиҡ менән Ваһап ҡарт уға килеп келәт алдында һөйләшеп торҙолар, тайҙы бик ныҡ тәрбиәләргә һәм оло йыйындарҙа сабыштырырға кәңәш бирҙеләр. Әхмәди, ғорурланып, маһайып ҡуйҙы:
- Насип булһа, йүгертергә ине инде. Кешенең аты уҙғансы, үҙеңдең тайың уҙһын, тигән боронғо бабайҙар.
- Шулай-шулай. Бик кәрәк, бик кәрәк, - тинеләр күршеләр, уның һүҙен ҡеүәтләп. (478 һүҙ) (Ж.Кейекбаев.)



Предварительный просмотр:

11 класс

1-се вариант
Тәүге һынау
Фәхри эш башлаған көндө уны Рәхим ағай ҡаршыланы.
- Барыһы ла отлично, тиһең инде, ә? Һынауҙы шәп үткәнһең бит. Беҙҙә лә шундайыраҡ бер йола бар. Эшкә яңы башлаған кешене бер аҙ һынап алабыҙ. Бөгөн, - тине мастер, - ултырғыстар яһарға райсоюздан заказ алдыҡ. Шуларҙың береһен үҙ алдыңа ғына яһа. Бына шул һинең һынау эшең булыр ҙа инде. Оҫталығыңды күрһәт.
Бөтә көсөн, үҙе һайлаған эшкә булған бөтә мөхәббәтен бағышланы Фәхри ошо ултырғысты эшләүгә.
... Һәм бына ултырғыс әҙер. Үҙенсә ултырғыстың килмәгән ере юҡ кеүек булды. Шул ҡәҙәре ныҡ ултырғыс булып сыҡты был. Өлөштәренең бер-береһенә тоташтырылған урындарында хатта ектәре лә беленмәй, бер бөтөн ағастан юнып яһалған тип торорһоң. Эшләп бөткәс, Фәхри ултырғысты ҡат-ҡат әйләндереп ҡараны. Ҡараған һайын ҡайһы бер етешһеҙлектәре күренә торҙо. Йә шунда берәй ерен саҡ ҡына юнып, шымартып алаһы бар, йә ҡайһы бер шөрөптәре бушаған кеүек күренә. Ахырҙа Фәхри үҙ эшенән бик ҡәнәғәт булды.
Икенсе көндө Рәхим ағай беренсе эш итеп Фәхри яһаған ултырғысты ҡарарға тотондо. Көслө ҡулдары менән ултырғысты ҡаҡшатмаҡсы булды, ләкин ул ҡымшанманы ла. Фәхриҙең һөйөнөүе тағы ла артты. Ул өлкән мастерҙың маҡтау һүҙҙәрен көттө. Ләкин Рәхим ағай ашыҡманы, Фәхриҙең эшен ентекләп тикшереүен дауам итте.
Аҙаҡтан ул, бер ҡарарға килгәндәй, башын күтәрҙе лә эшен баһалауҙы түҙемһеҙләнеп көткән Фәхригә әйләнде:
- Апаруҡ ҡына яһай алаһың икән. Таҙа эшләгәнһең. Ләкин матур түгел. Хәҙер халыҡ талапсан бит. Беҙ эшләгән әйберҙәр ныҡ та, матур ҙа булырға тейеш. Юғиһә ҡайһы бер әйберҙәр күҙ яуын алып торорлоҡ ҡупшы була. Әммә, тотона башланыңмы, бер нигә яраҡһыҙ булып сыға. Һинең киреһенсә булған. Бына шулай, ҡустым, ныҡ та, күрер күҙгә күркәм дә булһын! Ал, эшен бөтөрөп бир.
Рәхим ағай ултырғысты нисек матурлау тураһында кәңәштәр бирҙе лә икенсе бер эшкә тотондо.
Фәхригә күңелһеҙ булып китте. Беренсе эше шулай ҡаршыланыр тип һис тә көтмәгәйне ул. Тәүҙә, ниҙән башларға белмәйенсә, ултырғысҡа оҙаҡ ҡарап торҙо. Өмөтһөҙлөккә лә бирелә башланы.
Шулай, нимәгә тотонорға белмәй торғанда, уның яурынына Рәхим ағайҙың ҡулы йомшаҡ ҡына итеп килеп ҡағылды.
- Бына шулай, ҡустым, бөтә нәмәне еренә еткереп эшләргә кәрәк... Уйлабыраҡ ҡара: әйтәйек, һинең ултырғыс яңы фатир алған берәү ҡулына барып эләкте, ти. Фатирҙы ҡотларға унда ҡунаҡтар йыйылыр, әлбиттә. Улар фатирҙы ентекләп ҡарарҙар, шунан яңы алынған мебелдәргә күсерҙәр. Аралағы бер ултырғыстың йәмһеҙерәк булыуын әйтерҙәр. Ҡараһалар – уға беҙҙең оҫтахананың келәймәһе баҫылған!..
Фәхри был күренеште күҙ алдына баҫтырҙы. Ул ҡыҙарынды. Арҡаһы семерҙәп китте. Ысынлап та шулай булһа, ояты ни тора бит! Фәхри сәмләнеп эшкә тотондо. Үҙе тамам ҡәнәғәт булғанға тиклем эшләне Фәхри тәүге һынау эшен, Рәхим ағайҙың ҡабул итәсәгенә тамам шиге ҡалмағансы эшләне.
Рәхим ағай был юлы ла ултырғысты бик иғтибар менән ҡараны. Хәҙер инде Фәхри эшенең ҡабул ителәсәгенә ысынлап та ышанды. Мастерҙың йөҙөнә сыҡҡан ҡәнәғәт йылмайыу ышанысын тағы ла нығыта төштө.
Ләкин Фәхри көткән тантаналы минуттар һис көтмәгәнсә ябай ғына үтте лә китте.
- Ярайһы... – тине ахырҙа мастер, ҡоро ғына итеп, һәм ултырғысты ҡабул ителгән әйберҙәр рәтенә этәреп ҡуйҙы, башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй эшен дауам итте.
Фәхриҙең күңеле китек ҡалды. “Ярайһы”... Был бит эшкә баһа биреү түгел. Тәүге эше хаҡында Рәхим ағай тағы ла һүҙ ҡуҙғатыр, тип оҙаҡ көтөп йөрөнө ул. Ләкин үҙе һүҙ башлап һорарға һаман да ҡыйыулығы етмәне.
Бер нисә көн үтте. Бына райпотребсоюз заказдарын алырға машина килде. Рәхим ағай ҙа, Фәхри ҙә ултырғыстарҙы тейәшергә ярҙам иттеләр. Сират Фәхриҙең яһаған ултырғысына ла етте. Фәхри, уны эләктереп алып, машина янына килтерҙе лә, икеләнеңкерәп, яйлай төштө.
- Рәхим ағай, - тине ул ҡалтыранған, ҡыйыуһыҙ тауыш менән, - йә, нисек, тәүге һынауҙы үттемме инде?
Рәхим ағай Фәхригә мәғәнәле ҡарап йылмайҙы ла былай тине:
- Мин үҙ фекеремде әйттем инде. Бына ултырғысыңды магазинға ҡуйһындар. Берәй ағаймы, апаймы уны алып ҡайтһын, файҙаһын күрһен. Шунан инде ул тәүге һынауҙы үткәнеңде-үтмәгәнеңде әйтер!...
(550 һүҙ) (Ф.Иҫәнғолов



Предварительный просмотр:

11 класс

2-се вариант

Ҡурай
Эшселәрҙең төшкө ял ваҡыты. Яландай ҙур цех халыҡ менән тулы, кешеләр уртаға баҡҡан. Унда, ҡапыл-ҡара ғына яһалған сәхнәлә, концерт бара.
Бер нисә көн элек Ленинградҡа Башҡортостандан бик күп ҡунаҡтар килеп төшкәйне. Бында, ҙур ҡаланы шаулатып, башҡорт сәнғәте байрамы башланып китте. Әлеге концертты ла улар ҡуя.
… Сәхнәгә ҡурайсы сыҡты. Цех, диңгеҙ һымаҡ, тоноҡ ҡына геүләп ҡуйҙы. Егет аһ итерлек тә шул: өҫтөндә йылҡылдап торған елән, башта – ҡама бүрек, аяҡта сафьян итек. Һылыу йөҙлө кеше, биҙәнеп тә алғас, ҡыйып ҡарағыһыҙ булған. Әйтерһең, ул бында әкиәттән килгән дә баҫҡан.
Халыҡтың күҙе ҡурайға төштө. “Ошо көпшәнән нимә сығармаҡсы була икән?” – тигәндәй, бөтәһе лә тын ҡалып, мөғжизә көтә.
Әкиәт кешеһе көпшәне ирендәренә терәне. Әкрен генә моң ағыла башланы.
… Бына ҡайҙалыр алыҫта бер ҡош талпынды. Ул ҡанаттарын талғын ғына ҡағып күккә күтәрелде. Юғары күтәрелгән һайын, шәберәк оса, алыҫҡараҡ атлыға. Шоңҡар осто ла осто. Инде әллә ҡайҙа, сикһеҙ йыһанға китеп юғалды тигәндә, ул кире төштө лә йәнә һауаға, иреккә атылды.
… Ҡурайсы “Сыңрау торна”ны уйнай ине. Ят моң бөтәһен дә йотто. Йөҙләгән халыҡ, ҡылт та итмәйенсә, киң күкрәкле башҡортҡа төбәлгән.
Моң уйнаусының үҙен дә әсир иткән, ахырыһы. Ул башты артҡа ташлай биреберәк алған, күҙҙәрен йомған. Әйтерһең, ҡош менән бергә үҙе лә күкте айҡай. Тик йөҙө генә, болот араһындағы ҡояш кеүек, йә тонйорап, йә балҡып китә.
Концертты радио аша көсәйтеп, бөтә заводҡа бирәләр. Әле бар донъя башҡорттоң ҡасандыр сыңрау торнаға арнап сығарған ошо моңона күмелгән тиерһең.
Ҡурай туҡтаны. Артист: “Бына минең сәнғәт шул инде”, - тигәндәй башын эйҙе. Уның ихлас йылмайыуы кешеләрҙе уятты. Халыҡ, әйтерһең, йыһанды гиҙеп кире ергә төштө. Цех ҡапыл геү итеп китте. Ҡул сабыуҙан завод ҡына түгел, бөтә донъя шаулап тора һымаҡ.
Концерт бөттө. Уйламағандан ғына юлыҡҡан хазинаһын ташлап китергә теләмәгәндәй, цехтағы халыҡ сәхнә тирәһенә өйөлөштө. Артистарҙы уратып алдылар. Эшселәр ҡунаҡтар менән таныша, үҙ-ара ҡайнаша башланы. Шул саҡ әлеге ҡурайсыныҡы кеүек үк аҡ елән, ҡама бүрек кейгән бер бәләкәй генә буйлы ҡарт халыҡты уртаға йырып уртаға ынтыла, үрелеп-үрелеп кемделер эҙләй ине. Үҙе артынан килеүсегә лә күҙ һалып ала.
Ул эҙләгән кешеһен тапты, ахырыһы:
- Рамаҙан! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Бына был иптәш һине беләм ти! – Ул Рамаҙанды тартыбыраҡ былай килтерҙе.
Ҡурайсы менән эшсе бер-береһенә текәлде. Рамаҙандың йөҙө ҡапыл тертләп ҡуйҙы. Ҡулындағы ҡыны доңғорлап иҙәнгә төштө. Ирҙәр һүҙһеҙ-ниһеҙ генә ҡосаҡлашты.
Халыҡ уларҙы йәнә уратып алды. Көтөлмәгән был осрашыу бөтәһен дә ҡыҙыҡһындырҙы. Һәр кем ни булғанын белергә теләй ине. Ә тегеләрҙең бүтәндәрҙә эше юҡ. “Был ысынлап та һинме ни?” – тигәндәй ҡарашып алалар ҙа тағы ҡосаҡлашалар:
- Володя, туғанҡайым!
- Рамаҙан, браток!
Был икәү донъяла ошондай хәлдәрҙең дә булыуына аптыраған һымаҡ, һаман ҡарашып торалар.
- Килдегеҙме? – Владимир күптән көткән кеше кеүек әйтеп ҡуйҙы.
- Килдек!
- Ленинградта башҡорттарҙың байрамы башлана икән тигәс, мин көттөм! Һин булырын белмәнем, шулай ҙа барыбер көттөм. Күңел берәй нәмә һиҙҙеме икән! Тәүге көндө үк барҙым.
- Мин бит ул көндө лә уйнаным. Ана, илле ҡурайсы сыҡты ла баһа! Шунда мин дә бар инем, - тине Рамаҙан.
- Әллә… - Владимир уңайһыҙланып йылмайҙы. – Һеҙ бөтәгеҙ ҙә бер төҫлө инегеҙ. Үҙегеҙ ҙә, кейемегеҙ ҙә…
Быларҙың һөйләшкәнен тыңлап торған кешеләрҙән берәү түҙмәне:
- Володя, ниңә дуҫың менән таныштырмайһың? Белге килә бит! – тип шаяртты.
Владимир, ниҙер иҫенә төшөргәндәй, иптәштәренә боролдо:
- Рамаҙан менән беҙ яҡташтар… Бергә үҫтек, - тине.
- Һин шулай башҡортмо ни?! Ишетмәгәйнек әле… - Теге эшсе һаман шаярып һөйләшә.
- Шулай тиһәң дә була, - тине Владимир. – Блокада ваҡытында бына уларҙа йәшәнек…
Кешеләрҙең йөҙө етдиләнеп китте. Кемдер:
- Эйе-е, - тип ҡуйҙы. – Тау менән тау осрашмаһа ла, кеше менән кеше осраша…
Баяғы егет быларға килеп йәбеште:
- Егеттәр, нишләп торабыҙ һуң әле, давай яҡташтарҙы сөйөргә!
- Сөйөргә, сөйөргә!
Әйтерһең, әле ошо һүҙ генә кәрәк булған, цех тағы ла геүләй башланы…(543 һүҙ) (Р.Солтангәрәев.)



Предварительный просмотр:

11 класс

3-сө вариант
Өмөт бөрөләре
Иҙелғужаның атаһын ҡалаға эшкә күсерҙеләр. Иҙелғужа өсөнсө кластан башлап ҡала мәктәбендә уҡый башланы. Мәктәп бик ҙур, матур, янында емеш баҡсаһы ла бар. Уҡыусы балалар эш сәғәттәрендә ошо баҡсала эшләйҙәр. Иҙелғужа ла, әлбиттә, класс менән бергә була. Ләкин уға, Бөрйәндән – йөҙйәшәр ҡарағайлы ҡара урмандарға бай райондан килгән малайға, был баҡса башта бер ҙә оҡшаманы. Уҡытыусылар, уҡыусыларҙың да һәр бер ағасты бала кеүек ҡәҙерләп, тәрбиәләп үҫтереүҙәре, нисектер, хатта көлкө һымаҡ та тойолдо.
- Беҙҙә, Бөрйәндә, ағастар үҙҙәренән-үҙҙәре болотҡа тейерҙәй булып үҫә лә ҡуя. Ә былар? Фу! – тип кенә ебәрҙе ул, кәкре-бөкрө емеш ағастарына кәмһетеп ҡарап. – Беҙҙә шәм кеүек төп-төҙ, һылыу ҡарағайҙар үҫә…
Баҡсала бер генә ағас Иҙелғужаның иғтибарын үҙенә тарта алды. Был, бик бейектән булмаһа ла, тирә-яҡҡа киң ботаҡтар ебәреп үҫкән ҡарт алмағас ине. Алмағастың көслө тамырҙары ергә тәрән үтеп ингән. Ботаҡтарҙан ваҡ тармаҡтар, тармаҡтарҙан йәш нәҙек тәлгәштәр сыҡҡан. Был тәлгәштәрҙә, күбәләк кеүек елпелдәп, йәшел япраҡтар елберләп тора. “Ныҡ ағас, - тип уйлай Иҙелғужа, - ергә ныҡ йәбешеп үҫкән”.
Ләкин Иҙелғужа уны шәп ағас тимәй. Шәп – уныңса, иң ҙур маҡтау һүҙе. Уралда үҫкән ҡарағас, ҡарағайҙарҙы ғына шәп ағас тип әйтергә өйрәнгән бит ул. Ә был ағасҡа шәплектә ҡайҙа улар менән ярышырға!
Көҙ етеүгә, алмағастың япраҡтары һарғайҙы, ҡойолдо. Тәлгәштәрендә ҡаты һоро бөрөләр генә тороп ҡалды. Был саҡта инде ул Иҙелғужа өсөн башҡа емеш ағастарынан бер ни менән дә айырылмаҫ булды.
Ҡыш буйы алмағас шулай шыр яланғас ултырҙы. Ләкин, яҙ етеп, ҡар иреү менән, уянып, тамырҙары менән ерҙән татлы һуттар имә башланы. Ул һуттар алмағастың олоно буйлар үргә, ботаҡтарына, тармаҡтарына, тәлгәштәренә үрмәләне. Ҡыш буйы ҡатып торған кескәй бөрөләренә инеп тулды. Бөрөләр бүртенде, йомшарҙы, бара-тора көрән ҡабыҡтары асылып китте. Ҡабыҡ аҫтынан япраҡтар, алһыу аҡ сәскәләр атып сыҡты.
Алмағас инде Иҙелғужаға ныҡ ҡына оҡшай ҙа башланы.
- Һылыу ағас, - тип маҡтаны уны хәҙер Илғужа.
Олаталарына эйәреп, ағастарҙың буйына, һынына ҡарап ҡына баһаларға өйрәнгән Иҙелғужаға алмағас бында һаман да берҙән-бер иғтибарға лайыҡ ағас булып ҡалды. Шуға күрә баҡсаға эшкә сыҡҡанда, ул һаман ошо ағас тирәһендә генә уралды. Уның төбөндәге ерҙе ҡаҙып йомшартты. Олонон да эзбиз менән үҙе буяны. Алмағас тирәһендәге ағас-таш, сүп-сарҙың береһен дә ҡалдырмай баҡсанан ситкә сығарып ташланы.
Алмағас айлап түгел, көнләп үҙгәрҙе. Бына бер саҡ сәскәләрен дә ҡойҙо. Тирә-яҡты аҡ күбәләк кеүек алһыу аҡ сәскәләр күмде. Ә тәлгәштәрҙә, сәскәләр урынында кескәй генә йәшел алмалар ҡалды. Был алмалар көндән-көн үҫте, ҙурайҙы, тулышты. Ә инде йәй аҙағына ҡып-ҡыҙыл ҙур алмалар бешеп етте.
Иҙелғужа түҙмәне. Бер көндө был алмаларҙың береһен өҙөп алды. Тешләп ҡараны. Алма ауыҙҙа иреп тора ине. Иҙелғужа ныҡ ләззәтләнеүҙән, хатта күҙҙәрен серт йомоп, ирендәрен сәпелдәтеп ҡуйҙы.
- Ух, ҡайһылай тәмлекәй!
- Бешкән алма, - тине уҡытыусы. Бер алманы урталай ярып, Иҙелғужаға орлоҡтарын күрһәтте.
- Бына, күрәһеңме, орлоҡтары ла ҡап-ҡара. Тимәк, алма бешкән, өлгөргән.
- Шәп! – тине хәҙер Иҙелғужа. – Беҙҙең ҡарағайҙар тиклем үк ҙур булмаһа ла, барыбер шәп ағас икән был…
- Аҫыл һөйәк буйға ҙур булмай, тиҙәр бит, - тип көлөмһөрәп ҡуйҙы уҡытыусы. – Ҡайҙа үҫһә лә, ул хур булмай. Шулай бит, Иҙелғужа?
Иҙелғужа, был һүҙ менән ризалашҡанын белдереп, баш ҡына ҡаҡты. Сөнки һүҙ менән яуап бирергә уның ауыҙы буш түгел. Ул ҙур итеп алма ҡапҡайны.
Был көндөң иртәгәһенә уҡыусылар мәктәп баҡсаһының емешен йыйҙылар. Иҙелғужа яратҡан ҡарт алмағас иң күп алма бирҙе.
Тағы көҙ етте. Алмағастың япраҡтары тағы ла һарғайҙы. Тиҙҙән ҡыш етер. Алмағас тағы шыр яланғас тороп ҡалыр. Уның нәҙек тармаҡтарында, тәлгәштәрендә тағы шул ҡаты көрән бөрөләр генә күренеп торор… (515 һүҙ.) (З.Биишеванан.)



Предварительный просмотр:

11 класс

4-се вариант
Йондоҙҡашҡа
… Бәйҙән ҡотолған Йондоҙ кәртәгә йомолоп барып та инде, йәш айғырҙы талай ҙа башланы. Башта тегеһе, ҡыҙҙар алдында егетлеген күрһәтергә теләгән йәш үҫмер шикелле, бирешмәҫкә, быға ҡаршы торорға уйлағайны, әммә был килгән ыңғайына уҡ бар ғәйрәте менән бәреп йыҡты. Йәш айғыр шунда уҡ арҡаһында әйләнеп аяғына баҫты. Мәгәр барыбер Йондоҙҙан ҡотола алманы. Ауыл өҫтөндә ике ғифриттең күкрәгенән сыҡҡан йән өҙгөс яман тауышы ғына яңғырай. Береһе, әйтерһең, ярҙам һорай, икенсеһе нимә өсөндөр үс ала.
Йүгереп Мәһәҙи ағай килеп еткән булды. Конюхтар ҙа ни эшләргә белмәй йөрөй. Яҡын барырлыҡ түгел. Бөтөрә бит был хәҙер! Йондоҙ тегенең бер нисә урынын умырып тешләп тә алды. Тик бер аҙҙан ғына йәш айғыр еңелгәнен белдерҙе буғай, бынан ысҡынды ла һарайға инеп юғалды. Артынан ишекте яба һалдылар. Дошманын ҡыуып ебәреп, донъяға үҙе хужа булып алғас, әле генә ҡот осҡос ҡиәфәттә күренгән Йондоҙ тағы ыҫпайланып, матурланып китте. Ул аттар өйөрөн әле тегеләй, әле былай ярып сыға, үҙенсә йомшаҡ ҡына итеп бейәләрҙе иркәләй. Зиндандан ҡотолған был арыҫланды күреү һоҡланғыс та, йәл дә ине.
Шулай ҙа уны бында ҡалдырырға ярамай. Нисек кенә тырышмаһындар, ошо кәртә эсендә Йондоҙҙо тота алманылар. Яҡын ебәрмәй ҙә ҡуя. Кемдең үҙ теләге менән иркенән мәхрүм булғыһы килһен инде!
Башҡаса юл ҡалмағас, береһе лапаҫ башына менде лә, уңайын тура килтереп, айғырҙың муйынына арҡан ташланы. Боғалаҡты һиҙеп ҡалыуы булды, Йондоҙ, ҡармаҡҡа эләккән суртан шикелле, дулай башланы. Арҡан тотҡан кеше нимәгәлер эләгеп йығылды, айғыр кәртә аша урамға һикерҙе.
Арттан биш-алты һыбайлы ҡыуа сыҡты. Тотоп ҡара һыуҙағы балыҡты! Йондоҙ, ямғырҙан һуң тып-тын ҡалған һауаны ярып кешнәй-кешнәй, башта ауыл буйлап сабып үтте. Урамдағы халыҡ, артынан арҡан һөйрәтеп, ен һымаҡ килгән айғырҙан саҡ ҡасып ҡотола. Бына ул бер аҙ барҙы ла тыҡрыҡҡа боролдо һәм арттағы уба башына менде. Туҡтап бер аҙ конюшня яғына ҡарап торҙо. Сыңғырап торған тауышы менән һарайҙа ҡалған туғандарына һөрәнләне. Тағы бер аҙ торҙо ла, йәш тай һымаҡ, уйнаҡлап сабып сығып китте. Ерҙә өҙөлгән арҡан ярпыһы ғына ятып ҡалды.
Дүрт һыбайлы Йондоҙҙо ике көндән генә табып алып ҡайтты. Ҡорһағынан алай бысранған, ялтыр тиреһенә аҡ күбектәр ҡатҡан арғымаҡ, ялдарын елберләтеп, талғын ғына юртып килә. Муйынында ҡайышланып бөткән арҡан киҫәге бәүелә. Ул үҙен тотошорға ярҙам иткән ырыуҙаштарына боролоп та ҡарамай, әйтерһең: «Һеҙ – хыянатсылар!» - ти.
Һыбайлылар Йондоҙҙо артыҡ ирекһеҙләмәй, ыңғайлатып ҡына киләләр. Айғыр оло юлдан ҡайтырға теләмәне, ҡапыл боролдо ла ауылға терәлеп торған тау башына менде. Ғәскәре алдына сыҡҡан баһадир шикелле, бер аҙ ҡарап торҙо ла оҙон, һағышлы итеп кешнәп ебәрҙе. Аръяҡтағы конюшнянан шундай уҡ тауыш менән яуап бирҙеләр. Бының танау япраҡтары таржайып китте, арыған күҙҙәрендә осҡон уйнаны.
Айғыр һалмаҡ ҡына юртып, түбән төштө һәм бер аҙҙан конюшня яғына ыңғайланы. Ләкин ике һыбайлы шунда уҡ быға ҡаршы сыҡты. Арыған айғыр бер ни ҙә сыҡмаясағын, был кешеләрҙән ҡотолоп булмаясағын аңлаған, ахырыһы, ҡарышмайынса идара яғына боролдо ла яй ғына, аттарҙа ғына була торған һоҡланғыс, мөһабәт аҙымдар менән һарайға инеп китте. Ҡойроҡтары, әйтерһең, бейеп йөрөгән ҡыҙҙар толомо – атлаған ыңғайына матур ғына тирбәлеп ҡалды.    (480 һүҙ) (Р.Солтангәрәев.)



Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән имтихан 40 һорауҙан тора. 1-се өлөштә (А) 31 һорау бирелә. Һәр бер һорауға 4 төрлө яуап килтерелә. Шуларҙың береһе генә дөрөҫ. 
2-се өлөштә (В) 8 һорау бирелә. Уларға ҡыҫҡаса яуапты һандар һәм хәрефтәр тәртибендә бирергә кәрәк.
3-сө өлөштә бер эш бирелә – йөкмәткеһе буйынса ҙур булмаған инша яҙырға ҡушыла. Инша махсус бланкта яҙыла.
Яуаптарҙы асыҡ, матур яҙырға кәрәк. Имтихан һорауҙарына яуап биреү өсөн 3 сәғәт (180 мин.) ваҡыт бирелә. Ваҡытты дөрөҫ бүлергә кәрәк- А -31 - 45 минут, В -8 – 45 минут, С – 90 минут.
Дөрөҫ яуап ҡатмарлылығына ҡарап бер йәки бер-нисә балл менән баһалана. Бәтә эштәр өсөн ҡуйылған балдар ҡушыла. Күберәк һорауҙарға яуап биреп, күберәк балл йыйыу уҡыусының үҙенән тора.

                                                       1-СЕ ӨЛӨШ
А1– А31 эштәрҙе башҡарғанда 1-се һанлы яуаптар бланкыһында шаҡмаҡҡа һеҙ һайлап алған яуапҡа тап килгән һан эргәһенә “х” тамғаһын ҡуйығыҙ
А1
Иренләшкән ҡалын һуҙынҡынан башланған һүҙҙе билдәләгеҙ:
1) эңер 3) урам
2) өлгө 4) үлән
А2
Ҡыяр һүҙендә нисә тартынҡы, нисә һуҙынҡы өн бар?
1) 2 тартынҡы, 2 һуҙынҡы 
2) 3 тартынҡы, 2 һуҙынҡы 
3) 4 тартынҡы, 1 һуҙынҡы 
4) 2 тартынҡы, 3 һуҙынҡы 
А3
Күп мәғәнәле һүҙҙәр булған юлды табығыҙ:
1) донъя, ария, дәфтәр, кеше
2) ағас, йөрәк, эшләү, төн
3) баҫма, алма, гөлдәр, йәш 
4) алты, тәрән, һөйлә, ҡыяр
А4
Ҡайһы һүҙҙең ялғауы дөрөҫ яҙылмаған?
1) докторҙо 3) болотто
2) көндө 4) космосты 
А5
Әҙәби телдең дөрөҫ әйтелеш нормаларын ниндәй бүлек өйрәнә?
1) фонетика 3) орфоэпия
2) морфология 4) орфография
А6
Ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәргә эпентеза күренеше хас?
1) эшләпә, ыстакан, ыҫмала 3) шиғри, шәхси, ғилми
2) байрам, ураҡ, скрипка 4) бүрәнә, кенәгә, көрпә 
А7
Ниндәй һүҙҙә баҫым тәүге ижеккә төшә?
1) ҡала 3) кемдең
2) ыласын 4) ағас
А8
Ниндәй һүҙ күсмә мәғәнәлә ҡулланылған?
1) йылдар аға 3) ҡош осто
2) электр уты 4) буш һауыт
А9
Килтерелгән өҙөктөң стилен билдәләгеҙ:
Юҡ, тамаҡ хәстәре түгел ине унда. Һыуынып бөткән элекке өңөнә ҡайтып ятыу менән, күңелен әллә ниндәй борсоу биләп ала. Тороп тирә-яҡты еҫкәп йөрөй ҙә тағы аҡһаҡлап сығып китә (Ә.Хәкимов)
1) публицистик стиль 3) фәнни стиль
2) матур әҙәбиәт стиле 4) йәнле һөйләү стиле
А10
Ҡайһы яуаптағы бөтә һүҙҙәр ҙә синонимдар?
1) биҙәнеү, төҙәнеү, яһаныу 3) көс, дарман, күндәм
2) артыу, күбәйеү, арыныу 4) ҡотҡарыу, ҡуҙғалыу, азат итеү
А11
Тел ғилеменең ниндәй бүлеге телдең һүҙлек байлығын, һүҙҙәрҙең аңлатҡан мәғәнәләрен, килеп сығышын өйрәнә?
1) морфология 3) лексикология 
2) стилистика 4) фонетика
А12
Егетлек бүрек кейеүҙә түгел (?) батырлыҡта һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйырға кәрәк?
1) өтөр 3) һыҙыҡ 
2) ике нөктә 4) нөктәле өтөр 
А13
Тарихи һүҙҙәр тип ниндәй һүҙҙәргә әйтәләр?
1) ысынбарлыҡта булған күренештәрҙең юғалыуына бәйле ҡулланыуҙан төшөп ҡалған һүҙҙәр 
2) иҫкергән, стилистик маҡсаттарҙа ҡулланыла торған һүҙҙәр 
3) махсус йүнәлеше сикләнгән бер генә мәғәнәгә ынтылышлы һүҙҙәр 
4) әҙәби телдә ҡабул ителмәгән һүҙҙәр
А14
Шатланыу мәғәнәһенә тура килгән фразеологизмды табығыҙ:
1) күҙ дүрт булыу 3) ут ҡабыу
2) түбә күккә тейеү 4) танау күтәреү 
А15
Һүҙҙең киҫәктәргә тарҡалмай торған үҙәге нисек атала?
1) нигеҙ һүҙ 3) яһаусы ялғау
2) үҙгәртеүсе ялғау 4) тамыр һүҙ
А16
Өн составы яғынан бер төрлө яңғыраһалар ҙа, мәғәнәләре, формаһы яғынан төрлө морфологик категорияларҙы белдергән һүҙҙәр омонимдарҙың ниндәй төрөнә ҡарай?
1) лексик омонимдар 3) омоформалар
2) омографтар 4) омофондар
А17
Түбәндәге һүҙбәйләнештә эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә ниндәй юл менән бәйләнгән? Ағайымдың китабы
1) башҡарылыу 3) һөйкәлеү 
2) йәнәшәлек 4) ярашыу 
А18
Яһаусы ялғау ҡабул иткән һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ:
1) ағаймын, тауҙар, китабым 3) урмансы, йәшлек, алһыу
2) яҙһа, бармаҡсы, йыуын 4) эшләнем, яҙығыҙ, килгелә
А19
Аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнән?
Юл урман аша үтә. 
1) теркәүес 3) киҫәксә 
2) бәйләүес 4) мөнәсәбәт һүҙ
А20
Бирелгән өҙөктә ниндәй һүрәтләү сараһы ҡулланылған?
Елдәренә уның йүгән һалдыҡ,
Ҡырҙарында алтын үҫтерҙек (Р.Бикбаев)
1) метонимия 3) синекдоха 
2) метафора 4) йәнләндереү
А21
Ҡайһы һандың яҙылышы дөрөҫ түгел?
1) 1-се май 3) 17 -18 йәштәрҙә
2) XXI быуат 4) 4-ләп
А22
Һинән миңә килеп тә етте һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙҙең ниндәй килештә торғанын билдәләгеҙ:
1) төп килештә 3) эйәлек килештә 
2) төбәү килештә 4) сығанаҡ килештә
А23
Ҡанаттарым булһа, осоп барып һине күрер инем һөйләмендә ҡылымдың ниндәй һөйкәлештә торғанын билдәләгеҙ:
1) хәбәр һөйкәлешендә 3) бойороҡ һөйкәлешендә 
2) шарт һөйкәлешендә 4) теләк-өндәү һөйкәлешендә
А24
Ниңә? Нилектән? һорауҙарына рәүештең ниндәй төркөмсәһе яуап бирә?
1) төп рәүеш 3) сәбәп-маҡсат рәүеше
2) күләм-дәрәжә рәүеше 4) оҡшашлыҡ рәүеше
А25
Инеш һүҙ ҡулланылған һөйләмде табығыҙ:
1) Шик юҡ, ул ҡыуышта ята (З.Биишева) 
2) Улар, бер-береһен аңлап, тиҙ килештеләр (Я.Хамматов) 
3) О, күҙҙәр, береһенән-береһе йылтыр, быҙырашып миңә ҡарайҙар (С.Агиш)
4) Алыҫта аҙашҡан өйрәк өҙөлөп ҡысҡыра, меҫкен (М.Кәрим)
А26
Иң ҙур аҡыл – илде ҙурлау (Р.Мифтахов) һөйләмендә ҡылымдың ниндәй төркөмсәгә ҡарағанлығын билдәләгеҙ:
1) исем ҡылым 3) уртаҡ ҡылым 
2) хәл ҡылым 4) сифат ҡылым
А27
Бөтәбеҙ ҙә уны яратабыҙ һөйләмендә уны һүҙе ниндәй һөйләм киҫәге булып килгән?
1) эйә 3) хәл
2) аныҡлаусы 4) тултырыусы
А28
Түбәндәге өҙөктә өтөр ни өсөн ҡулланылған?
Ел, ерәнем, егетеңде
Еткер ел етмәҫ ергә (Н.Иҙелбай)
1) өндәш һүҙ эргәһендә 3) айырымланған хәл әйтеме
2) инеш һүҙ эргәһендә 4) айырымланған өҫтәлмәлек 
А29
Түбәндәге сифаттарҙың яһалышын билдәләгеҙ:
аҡлы-ҡаралы, тәмле-татлы, иләҫ-миләҫ
1) парлы сифаттар 3) яһалма сифаттар
2) ҡабатлаулы сифаттар 4) бәйле сифаттар
А30
Бер составлы һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:
Антты бирә лә бел, үтәй ҙә бел (Мәҡәл)
1) билдәле эйәле һөйләм 3) билдәһеҙ эйәле һөйләм
2) дөйөм эйәле һөйләм 4) эйәһеҙ һөйләм 
А31
Ҡушма һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:
Оҙон ҡыш үтте, яҙ етте, мәктәптә йәйге каникул башланды (Я. Хамматов).
1) теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм 3) эйәртеүле ҡушма һөйләм
2) теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм 4) ҡатнаш ҡушма һөйләм

                                                     2-СЕ ӨЛӨШ

В1-В8 эштәрен башҡарғанда 2-се һанлы яуаптар бланкыһында шаҡмаҡҡа ҡыҫҡаса яуапты һандар һәм хәрефтәр тәртибендә бирергә кәрәк.

Тексты уҡығыҙ һәм В1-В4+ С1эштәрен башҡарығыҙ.

(1) Бөйөк шәхестәр, аҡыл эйәләре туған телгә һәр саҡ ихтирам менән ҡараған, әсә теле байлығына һоҡланған, табынған. (2) Шул тел менән илебеҙҙең матди һәм рухи байлығын ишәйткәндәр. (3) Башҡорт теленең илаһи яңғырашына урыҫ мәғрифәтсеһе А.Г.Бессонов та һоҡланған. (4) “Башҡорт балалары үҙ туған телдәрен өйрәнһендәр ине, шул телдә аралашырға тартынмаһындар ине,- тип яҙып ҡалдырған. 
(5) Үҙ туған телендә белем алыу – кешегә бирелгән иң ҙур бәхеттер ул. (6) Халыҡтың йәшәү рәүешенең, мәҙәниәтенең гәүһәр ынйылары шул телдә туҙырылған. (7) Рухи хазиналарыбыҙ, халыҡ ижады булып, бөгөнгө көнгәсә килеп еткән.
(8) Туған тел – рух сығанағы. (9) Рух – ул кешене кеше итеүсе төшөнсә. (10) Әгәр әҙәм балаһының күңел донъяһында шул булмыш юҡ икән, ул рухи яҡтан ярлы. (11) Туған телдә ижад ителгән әҫәрҙәрҙе уҡып, әҙәпкә, әхлаҡҡа, ғөрөф-ғәҙәткә өйрәнәбеҙ. (12) Шулар аша кеше күңелендә рух та уяна. (13) Рух милли тойғоға бәйле. (14) Шуға күрә милли рух тигән төшөнсә тыуған.
(Р.Аҙнағоловтан)
В1
Бирелгән һүҙҙәрҙең яһалышы яғынан төрҙәрен билдәләгеҙ:
№ Һүҙҙәр Хәреф Төрҙәре
1 булмыш А тамыр
2 ғөрөф-ғәҙәт Б яһалма
3 башҡорт В парлы
4 халыҡ Г ҡушма
13-сө һөйләмдәге эйәрсән киҫәктәрҙе билдәләгеҙ:
В2
№ Һүҙҙәр Хәреф Һөйләм киҫәктәре
1 рух А аныҡлаусы
2 милли Б хәбәр
3 тойғоға В эйә
4 бәйле Г тултырыусы
В3
3-5-се һөйләмдәрҙән түбәндәге схемаға ярашлы һүҙҙе табығыҙ һәм номерын яҙығыҙ: тамыр һүҙ +күплек ялғауы + эйәлек заты ялғауы.
В4
5-8 –се һөйләмдәрҙән икеләнеү киҫәксәһе булған һөйләмде табығыҙ.
В5
Һуңғы абзацтан һөҙөмтә теркәүесле һөйләмде табығыҙ һәм номерын яҙығыҙ.
В6
6-10-сы һөйләмдәрҙән хәл әйтеме менән айырымланған һөйләмде табығыҙ.
В7
Текстан шарт һөйләмде табығыҙ һәм номерын яҙығыҙ.
В8
10-14-се һөйләмдәрҙән билдәле эйәле һөйләмде табығыҙ.

3-СӨ ӨЛӨШ
С1(инша) эшен башҡарғанда 2 –се һанлы яуаптар бланкыһында үтәргә кәрәк
С1
Тексты уҡып сыҡҡандан һуң, текст буйынса инша яҙығыҙ. Автор тарафынан күтәрелãән бер прîблемаға аңлатма бирегеҙ (текстан күпләп цитата ҡулланмағыҙ).
Автор ҡарашына аңлатма бирегеҙ. Уның ҡарашы менән килешеүегеҙ, килешмәүегеҙҙе яҙығыҙ. Ни өсөн? Үҙ яуабығыҙҙы тормоштан йә китаптан уҡып алған тәжрибә менән дәлилләгеҙ. 
Инша күләме – 150 һүҙҙән әҙерәк булмаһын.
Уҡылған тексҡа нигеҙләнмәйенсә яҙылған эш баһаланмай. 
Әгәр инша тәҡдим ителгән тексты һөйләп биреүгә йә текст аңлатма бирелмәй генә күсереп яҙылһа, ундай эш ноль балл менән баһалана. 
Иншаны таҙа, аңлайышлы почерк менән яҙығыҙ.


Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр: