Һәләтле балалар менән эш Работа с одаренными детьми

Багаутдинова Альмира Рафаиловна
Һәләтле балалар менән эш
Һәләтле балалар менән эшләү буйынса эш программаһы
1. Аңлатма яҙыу
      Кешелек донъяһы XXI быуатҡа аяҡ баҫты. Хәҙерге заман мәктәбе үҙенең үҫешендә ҡатмарлы осор кисерә. Заман талабы - баланың тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләтен үҫтереп, уны ижади, төрлө телдәге фәнни сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәр туплап, үҙ ҡарашын аңлатып бирә алырлыҡ киләсәк кешеһен тәрбиәләү. Һәләтле балаларҙы асыҡлау - беҙҙең киләсәктең үҫешенә бәйле. Сөнки талантҡа эйә уҡыусылар фәнде, иҡтисадты, сәнғәтте алға алып барыусы кешеләр буласаҡ. Донъяның киләсәге - ошо балалар ҡулында. Ошоға бәйле, һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларҙы үҫтереү, уларға ярҙам итеү проблемаһы актуаль. Дәүләт кимәлендә маҡсатлы программа сиктәрендә “Рәсәй балалары” һәм  “Һәләтле балалар” тигән программалар ҡабул ителеүе лә был проблеманың мөһимлеген күрһәтә.  
     Балаларҙың һәләтен асыу - ҡатмарлы һәм оҙайлы процесс.  Мәсьәләнең мөһимлеге был эште комплекслы башҡарыуҙы, һәләтле балалар менән системалы рәүештә эш алып барыуҙы талап итә. Һәләтле балалар менән эштә яңынан-яңы алымдар, эш төрҙәре эҙләү бурысы тора белем биреү ойошмалары иңендә.
2. Норматив-хоҡуҡи база
Балалар хоҡуҡтары тураһында Конвенция (20.11.1989).
«Рәсәй балалары» Президент Программаһы (03.10.2002).
«Һәләтле балалар» маҡсатлы Федераль программаһы.
Рәсәй Федерацияһының 2012 йылдың 29 декабренән N273-ФЗ “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” Федераль законы.
Башҡортостан Республикаһының 2013 йылдың 1 июленән №696-з “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” Законы.
Архангел районы Тирәкле урта дөйөм белем биреү мәктәбенең белем биреү программаһы.
Архангел районы Тирәкле урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Уставы.
3. “Һәләтле балалар менән эш” программаһының маҡсаттары һәм бурыстары
Маҡсаттар:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һәләтле уҡыусыларҙы табыу, улар менән эшләү, уларҙың һәләтен үҫтереү өсөн уңайлы психологик-педагогогик шарттар булдырыу, һәләтле уҡыусылар менән эште системалаштырыу.
Бурыстар:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һәләтле балаларҙы асыҡлау.
Уҡыусының тыумыштан булған һәләтенә үҫергә ярҙам итеү, мөмкинлектәр тыуҙырыу.
Күп һанлы методика һәм алымдар араһынан үҙ аллы фекерләүгә, ижади эшмәкәрлеккә килтерә торғандарын һайлап алыу.
Контроль һәм мониторинг булдырыу.
Һәләтле балаларҙы стимуллаштырыу юлдарын билдәләү.
“Һәләтле балалар менән эш” программаһын төҙөү.
Психологик-педагогик компетентлылыҡты үҫтереү.
4. Программаны тормошҡа ашырыу
Әҙерлек-диагностика этабы:
диагностика методикаларын өйрәнеү;
интеллектуаль һәләттәрҙе асыҡлау буйынса диагностика тестары банкын булдырыу;
анкета үткәреп, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын билдәләү;
уҡыусыларҙың дәрестәге эшен өйрәнеү;
һәләтле балалар менән эшләү өсөн үҫтереүсе ҡулланма материалдар туплау.
Практик этап:
һәләтле балалар менән индивидуаль һәм төркөмдә эшләү өсөн педагогик технологиялар индереү;
һәләтле балалар менән маҡсатҡа ярашлы эшләү, интеллектуаль, ижади  саралар, конференциялар үткәреү;
“Һәләтле балалар” исемлеген, методик материалдарҙы, диагностика тестарын тулыландырыу һәм яңыртыу;
һәләтле балаларға педагогик, психологик ярҙам;
тәжрибә менән уртаҡлашыу;
һәләтле балалар буйынса методик ҡумта булдырыу.
Контроль-анализ этабы:
программа һөҙөмтәләрен анализлау;
уҡыусыларҙың ижади һәм эҙләнеү-тикшеренеү эштәренең йыйынтығын сығарыу;
уҡыусыларҙың уңыштары мониторингын эшләү;
программаны тормошҡа ашырыу барышындағы проблемаларҙы, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү;
һәләтле балалар менән перспектив эш планын төҙөү;
һәләтле балалар менән эшләү буйынса матбуғат биттәрендә мәҡәләләр яҙыу;
һәләтле балалар менән эште мәктәп сайтында, шәхси сайттарҙа урынлаштырыу.
5. Һәләтле балалар менән эш төрҙәре
Стандарт булмаған дәрестәр үткәреү, һәләтле уҡыусылар менән дәрестә индивидуаль эшләү;
Һәләтле балалар менән өҫтәлмә эштәр: предмет олимпиадаларына, төрлө конкурстарға әҙерләнеү;
Предмет олимпиадаларында, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнашыу;
Психологик тренингылар, тестар үткәреү;
Уҡыусыларҙы предмет буйынса түңәрәккә, дәрестән тыш эшмәкәрлеккә йөрөтөү;
Предмет буйынса интеллектуаль уйындар, конкурстар үткәреү;
Һәләтле уҡыусыларҙың портфолиоһын булдырыу;
Уҡыусыларҙы төрлө сараларҙы ойоштороуға, проект эштәренә йәлеп итеү.
6. Көтөлгән һөҙөмтәләр
Интеллектуаль һәм ижади һәләттәре асыҡ күренгән һәләтле балаларҙың һаны артыу;
Төрлө кимәлдәге конкурстар, олимпиадалар, конференцияларҙа ҡатнашыусылар һәм яҡшы уңыштар яулаусылар һаны артыуы;
Уҡыусыларҙың белем сифаты күтәрелеүе;
Һәләтле уҡыусылар буйынса мәғлүмәттәр тупланыуы;
Һәләтлелекте асыҡлау буйынса диагностик материалдар тупланыуы;
Һәләтле балалар менән эштә система барлыҡҡа килеү.
7. Әҙәбиәт
Вьюжек Т.Логические тесты, игры и упражнения. – М.: Изд-во ЭКСМО-Пресс, 2001.
Психология одаренности детей и подростков / Под ред. Н.C Лейтеса. – М., 2000.
Тапаҡов Х. Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү. // Башҡортостан уҡытыусыһы. №8, 2007.
Шарапов Ә.И. Әҙәбиәт уҡытыуҙа балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү. – Өфө: «Китап”,1995.
2020 -2025 йй.  “Һәләтле балалар менән эшләү” программаһын тормошҡа ашырыу планы
1. Һәләтле балалар менән диагностика үткәреү 
2. Һәләтле балалар менән йыллыҡ эш планы төҙөү 
3. Һәләтле балалар менән индивидуаль эш планы төҙөү 
4. Һәләтле балалар менән эшләү 
5. Эш алымдарын, төрҙәрен, методтарын практикаға индереү 
6. Һәләтле балалар менән эш һөҙөмтәләрен барлау (мониторнинг) 
7. Мәктәп олимпиадаһы үткәреү 
8. Район олимпиадаларында ҡатнашыу
9. Программаның үтәлешенә анализ 
10. Һәләтле балалар менән эш буйынса методик ҡулланмалар, әҙәбиәт туплау 
11. Һәләтле балалар менән эш буйынса отчет 
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә
һәләтле балалар менән эшләү төрҙәре
    Һәләтлелек - ул һәр кешегә  хас сифат. Шуға күрә һәр баланы ла  мотлаҡ рәүештә һәләтле тип ҡарарға тейешбеҙ.  Һәләтле бала категорияһына беҙ ҡайһылыр бер йәки бер нисә йүнәлештә һәләттәре  асылған, һәләттәре күренеп торған баланы индерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта, һәләттәре әле асылмаған, әле күҙаллана  торған  балаларҙы ла индерәбеҙ.  Һәләттәре асылған балаларҙа яңы төр һәләттәр ҙә  асылыуы ихтимал, сөнки бер йүнәлештә барған һәләт икенсе йүнәлештәге һәләттәре  асылыуға сәбәпсе була ала. Һәләтле бала үҙенең фекерләү ҡеүәһе, төрлө фәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Уларҙың  хәтере яҡшы үҫешкән, танып белеү активлығы көслө була. Улар бөтә фәндәрҙән дә уҡыйҙар, мәктәптә, район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, конференцияларҙа актив ҡатнашалар. 
Хәҙерге вакытта һәләтле балаларҙы асыҡлау - был беҙҙең киләсәктең үҫешенә бәйле. Сөнки талантҡа эйә уҡыусылар фәнде, иҡтисадты, сәнғәтте алға алып барыусы кешеләр буласаҡ.
    Балаларҙың һәләтен асыу – уҡытыусының һәм ата-әсәләрҙең бурысы. Уны дәрестә лә, дәрестән тыш ваҡыттарҙа ла башҡарырға кәрәк. Уҡытыусы баланың һәләтен ваҡытында күреп, уны үҫтерергә, дөрөҫ юл күрһәтергә тейеш. Бөгөнгө көндә ғалимдар балалар һәләтенең төрҙәрен, үҫешен, формалашыуын билдәләргә ярҙам иткән төрлө типтағы  тестар тәҡдим итәләр, һәм был тестар бөгөнгө көндә актив ҡулланыла. Һәләтлелек диагностикаһында күҙәтеү, әңгәмәләшеү, һорауҙарға  яуап, һәләт үҫеше өсөн кәрәкле  шәхес сифаттары алымдарын ҡулланыу тора.  Һәләт үҙ өҫтөндә эшләгән кешелә генә юғары кимәлгә етеп, талант булып формалаша.  Ни тиклем иртә эш башлаһаң, шул тиклем һөҙөмтә лә яҡшыраҡ. 
     Һәләтле уҡыусылар менән эштең методтары һәм формалары булып мәктәптә иң беренсе, әлбиттә, дәрес һәм дәрестән тыш эш тора. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә беҙ интеллектуаль һәм ижади һәләтле уҡыусылар өсөн ижади характерҙағы (эҙләнеү, проект, проблемалы) эш алымдарын ҡулланыуҙы алға ҡуябыҙ. Ижади һәләт үҫеше интеллектуаль һәләт үҫешенә лә этәргес бирә. Дәрестә уҡытыусы системалы рәүештә дифференциациаль һәм индивидуаль эш алымдарына таянып, уҡыусыларға төрлө үҫтереүсе һәм ижади эштәр бирә ала. Бер нисәһен ҡарап китәйек.
Ирекле иншалар. Ирекле темаға иншалар уҡыусыларҙың көндәлек тормоштан, тирә-яҡты күҙәтеүҙәрҙән алған тәьҫораттарынан сығып яҙыла. Бында уҡыусының үҙенең хистәре, кисерештәре һүрәтләнә. Был эш төрөндә уҡыусыларҙың ижади һәләте, ижади фекерләү ҡеүәһе үҫтерелә. Инша төрҙәрен уҡыусы үҙе һайлай (эссе, нәҫер, хат, көндәлек). Яҡшы эштәр район гәзите биттәрендә баҫтырылһа, уҡыусы өсөн тағы ла мотивация була.
Биремле контроль эштәр.  Контроль эштәр ваҡытында ла һәләтле уҡыусылар өсөн алдан өҫтәмә биремдәр йәки тестар әҙерләргә мөмкин. Сөнки улар алдан эшләп бөтә. Дәрестә барлыҡ эште балаларҙың үҫеш, белем дәрәжәһен иҫкә алып ойоштороу ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡыусыларҙың белем алыуға ҡыҙыҡһыныуы арта, һәләттәре лә үҫә.
Кроссвордтар сисеү һәм уларҙы төҙөү - уҡыусылар менән эшләү методтарының бер төрө. Кроссворд төҙөү - ауыр, ҡатмарлы эш булып тора, шуға уҡыусынан тырышлыҡ һәм эҙләнеүҙе талап итә. Һәләтле балалар кроссвордтарҙы төҙөүҙә актив ҡатнашалар. Һүҙ төркөмдәрен, фразеологик берәмектәрҙе, һөйләм төрҙәрен, лексиканы өйрәнгәндә уҡыусылар кроссвордтарҙы теләп төҙөйҙәр. Тәүҙә эш ябай кроссвортарҙан башлана, аҙағыраҡ, оҫтара килә, уҡыусы ауырыраҡ кроссвортарға тотона. Улар төҙөгән кроссвордтарҙы башҡа уҡыусыларҙан систерергә була. Үҙ эштәренең һөҙөмтәһен күреп, һәләтле уҡыусылар тағы ла нығыраҡ эҙләнеп, яңы материалдар табып, тырышып эшләй.
Синквейн төҙөү, шиғыр, ҡобайыр, геройға хат яҙыу. Ошондай ижади эштәр һәм тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһының алымдарын ҡулланыу ҙа һәләтле уҡыусылар менән эштә йыш ҡулланыла. Был эштәрҙе лә һәләтле уҡыусылар ҡыҙыҡһынып башҡара. Улар үҙ фекерҙәрен, хистәрен белдерергә, һығымта яһарға, ижад итергә өйрәнә. Уҡыусыларҙың ижад емештәре буйынса буклеттар төҙөлә, китапсыҡтар эшләнә.
Яҙыусыларҙың тормошо һәм ижады буйынса ябай тестар, “Эйе-юҡ” альтернатив тесын төҙөтөү; викторина һорауҙары төҙөтөү һ.б. Һәләтле балаларға ҡатмарлыраҡ, эҙләнә торған һорауҙар йәки яуаптар тәҡдим итергә мөмкин.
     Һәләтле балалар менән эш дәрестәрҙән тыш та дауам ителә. Улар менән төрлө конкурстарға, ғилми-ғәмәли конференцияларға, дистанцион олимпиадаларға әҙерләнгәндә эш алып барыла. Бер нисә эш төрөн айырып ҡарарға мөмкин.
Проект эштәре. Проект эштәре бөгөнгө көндә уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһынып башҡарған эшенә әйләнеп бара. Сөнки был эштәрҙе башҡарғанда уҡыусы танып белеү процесына актив инеп китә, үҙе проблема ҡуя, унан сығыу юлдарын таба, мәғлүмәттәр эҙләй, анализлай, һығымта яһай. Ошондай проект эштәрен тәҡдим итергә була:
-төрлө темаларға презентациялар эшләү;
- уҡылған әҫәрҙәр буйынса буктрейлер эшләү;
-“Беҙ әкиәт ижад итәбеҙ” видеоконкурс;
- “телһеҙ” йәнһүрәттәр буйынса сюжет төҙөү, диалогтар төҙөү;
- “Мин - журналист”. Бирелгән тема буйынса интервью алыу;
- бирелгән тема буйынса видеоролик төшөрөү, уға текст төҙөп яҙҙырыу.  
  Бындай ижади эш төрҙәрен үтәгәндә һәр баланың һүҙлек запасы байый, фекерләү һәләте үҫә, ижад итеү мөмкинлектәре асыҡ күренә. Уларҙы эшләгәндә ИКТ ҡулланыу, материал туплау, кешеләр менән аралашыу баланың һәләттәрен үҫтереүгә йоғонто яһай. Был эш төрө заман талаптарына тап килә.
Предмет олимпиадаларында ҡатнашыу. Күп йылдар инде мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадалар үткәрелә. Олимпиадалар уҡыусыларҙың ижади һәм танып белеү һәләтен активлаштырырға, талантлы балаларҙы асыҡларға мөмкинлек бирә, белем туплау менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, тырышлыҡ кеүек шәхси сифаттар тәрбиәләргә ярҙам итә. Олимпиадаларға әҙерләнгәндә төрлө эш алымдары ҡулланыла. Уҡытыусы менән уҡыусы араһында әңгәмәләр, фекер алышыуҙар, тест эштәрен үтәү ҙур әһәмиәткә эйә. Дәрестәрҙә был уҡыусыларға өҫтәмә эштәр бирелә, ижади эҙләнергә ҡушыла.
Фәнни-тикшеренеү эштәрен башҡарыу һәм уларҙы яҡлау. Берәй яҙыусының юбилейы уңайынан, йә иһә ауыл, район тураһында мәғлүмәттәр йыйыу менән башланып киткән эштәр киләсәктә лә фәнни эшкә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа тәүге этәргес булып тора. Артабан шул эштәрҙе теләк һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡарған уҡыусыларға айырым темалар бирелә. Яҙыу барышында уҡыусылар фәнни эш күнекмәләре туплай, төрлө сығанаҡтар менән эшләргә өйрәнә, иң мөһиме, тупланған материалға үҙ мөнәсәбәттәрен белдерергә өйрәнәләр. Уларҙан өҫтәмә әҙәбиәт менән етди эш алып барыу талап ителә (материалдарҙы сағыштырыу, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һайлап алыу). Балаларға белемдәрен тағын да тәрәнәйтеү, фекерләү һәләтен үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр асыла. Улар фәнде тәрән һәм төплө үҙләштерәләр, шулай уҡ уҡытыусы һәм уҡыусының бергәләп ижад итеү мөмкинлектәре үҫә.
    Уҡыусыларҙың ниндәй дәрәжәлә һәләтле булыуҙары бер-береһенең белемен тикшереүҙә, проекттарҙы яҡлауҙа асыҡ күренә. Башҡарған эш тураһында һөйләп кенә ҡалмай, уны класс, уҡытыусылар, ата-әсәләр алдында яҡларға кәрәк. Уҡыусы үҙе тапҡан мәғлүмәт менән таныштырырға өйрәнә, төрлө ҡараштар менән осраша, үҙ фекерен, ҡарашын иҫбатларға өйрәнә. Былар бөтәһе лә эҙләнеүҙәр, көндәлек тырышлыҡ, әлбиттә, беренсе сиратта, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү йүнәлешендә фиҙәҡәр эшләү һөҙөмтәһе. 
Төрлө ижади, интеллектуаль конкурстарҙа ҡатнашыу. Район, республика кимәлендәге иншалар, шиғыр конкурстары, ғилми-тикшеренеү конференциялары һ.б. һәләтле уҡыусылар менән эшләү төрө булып тора. Уларҙа уҡыусының төрлө яҡлап һәләттәре үҫтерелә, үҙҙәренә ышаныс арта.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналыҡтары, ун көнлөктәре. Был аҙналыҡтарҙа башҡарылған эштәрҙә лә һәләтле уҡыусылар төп өлөштө алып тора. Үрҙә әйтелгән эш төрҙәрен индереп, дөйөм йомғаҡ яһала. Һәр уҡыусы үҙенең яҡшы эш һөҙөмтәһе  менән ҡәнәғәтләнә, уңышы менән шатлана. Был декадниктар, аҙналыҡтар иң һәләтле уҡыусыларҙы билдәләп, уларҙы бүләкләп китергә мөмкинлек бирә. Уҡыусыларға артабан алға ынтылыш өсөн мотивация.
   Йомғаҡлап шуны әйтергә була: дәрестәрҙә ҡулланылған эш алымдары күп. Бөгөнгө заманда дистанцион белем биреү сервистарын, платформаларын ҡулланып эшләү ҙә актуаль. Дәрестә һәм дәрестән тыш эшмәкәрлектә улар аша электрон белем биреү ресурстарын ҡулланып, һәләтле уҡыусы менән эшләргә бик уңайлы. Яңы сыҡҡан төрлө мобиль ҡушымталар, интерактив уйындар, күнегеүҙәр барыһы ла уҡыусыларҙың төрлө һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлгән. Әгәр ҙә беҙ йәмғиәттең алға үҫеүен теләһәк, һәр уҡыусының үҫешен тәьмин итергә тейешбеҙ.