"ЯКласс" цифрлы белем биреү ресурсы Цифровой образовательный ресурс "ЯКласс"

Багаутдинова Альмира Рафаиловна
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә
“ЯКласс” цифрлы белем биреү ресурсын ҡулланыу

 

Бөгөн йәмғиәттә мәғлүмәт технологияларының роле көндән-көн арта. Цифрлаштырыу технологияларын белем биреү процесына индереүҙең төп йүнәлештәре булып уҡытыу процесын ойоштороу, уның сифатын һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү, уҡыусыларҙың ижади, эҙләнеү мөмкинлектәрен үҫтереү, контроль, тикшереү һәм баһалауҙы автоматлаштырыу, белем биреү процесы менән идара итеүҙе камиллаштырыу тора.

Мәғлүмәт технологияларының мәғариф системаһына киң үтеп инеүе белем биреү процесын ҡырҡа үҙгәртте. Яңы уҡытыу формалары билдәлелек алды. Онлайн режимда белем алыу мөмкинлеге, был маҡсатта төрлө махсус платформалар, сайттар барлығы һәм уларҙы уңышлы файҙаланыуҙың һөҙөмтәле булыуы асыҡланды.  Бындай дистанцион уҡытыу алымдарын оффлайн белем биргәндә лә ҡулланыу отошло икәнлеге күренде.

Шундайҙарҙың киң билдәлеләренең береһе – Сколково инновацион үҙәгенең проекты – уҡыусыларға, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә тәғәйенләнгән “Мин­Класс” (“ЯКласс”) дистанцион белем биреү платформаһы.  Платформа Рәсәйҙә 2013 йылдың март айынан эшләй башлай. Бөтәһе 1-11 кластар өсөн 16 предмет индерелгән. Бына хәҙер шулар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметы ла барлыҡҡа килде. “ЯКласс" цифрлы белем биреү ресурсының төбәк вәкиле Морат Ишемғолов етәкселегендә  2021 йылдың ноябренән уҡытыусылар, белгестәр уның өҫтөндә эшләне, тулыландырҙы.

Платформа менән яҡындан танышып китәйек. "ЯКласс" федераль  платформаһы  бөгөн бик күп уҡыусы балаға таныш. Уҡыусылар мәктәптән тыш төрлө предметтарҙы үҙ аллы өйрәнә, белгәндәрен нығыта, ВПР, ОГЭ, ЕГЭ, олимпиадаларға әҙерләнә ала. Шулай уҡ тәрбиәүи эш, юл ҡағиҙәләре, класс сәғәттәре бүлектәре бар.

“ЯКласс”та һәр тема буйынса теория өлөшө бар,  тестар, викторина һәм ижади эштәр туп­ланған. Һәр класҡа  һәр сирек буйынса контроль эш, инеш контроль һәм йомғаҡлау контроль эштәре теркәлгән. Һәр уҡыусы “Предметы” бүлегенә инеп, үҙ аллы төрлө эштәрҙе алып үтәй ала. Һәм уға бының өсөн балл ҡуйыла бара. Һәм был баллдар буйынса уҡыусы класс, мәктәп, регион һәм ил эсендә ярыша ала. Уҡыусыларҙың баллдарынан дөйөм мәктәп балы йыйыла.

Уҡытыусы үҙ предметы буйынса  әҙер эштәрҙе алып, уҡыусыларға ебәрә ала. Ул уҡыусыларҙың битендә “Проверочные работы” тигән бүлектә туплана бара. Шулай уҡ уҡытыусы үҙе лә төрлө тема буйынса төрлө ауырлыҡта һәм күләмдә тикшереү эштәрен төҙөй ала. Бының өсөн конструктор бар. Төҙөгән эштәрҙе бөтә класҡа йәки индивидуаль рәүештә бирергә мөмкин. Шулай уҡ эшләү ваҡытын, нисә тапҡыр эшләргә, нисек баһаларға икәнлеген дә уҡытыусы үҙе корректировкалай ала.

Ресурстың үҙенсәлеге шунда: система автоматик рәүештә бер эштең күп варианттарын бирә. Уҡыусыларға уҡытыусы бер нисә тапҡыр эшләп ҡарау мөмкинлеге бирә ала. Беренсеһен уҡыусы дөрөҫ эшләмәһә, икенсеһендә эштәрҙең урыны алмашына, башҡалар уның яуаптарын күсерә алмай.

Уҡыусылар эшләп бөткәс тә, платформа үҙе йомғаҡ яһай. Система автоматик рәүештә уҡыусыларҙың эштәрен тикшереп, нисә процент эшләнгәнен күрһәтә. Уҡытыусы эш нисек эшләнгән, ниндәй хаталар бар, эшкә күпме ваҡыт киткән, нисә тапҡырҙан эшләнгәнен күрә һәм баһаларҙы журналға күсерә ала. Был ресурс менән уҡыусылар бушлай ҡуллана ала. Ләкин сикләүҙәр бар. Ресурстың тулы мөмкинлеген файҙаланыу өсөн, Подписка Я+ кәрәк була. 

Мин  был платформа менән 2019 йылдан эшләй башланым. Мәктәптең үҙем уҡытҡан 5-11 класс уҡыусыларын теркәнем  һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметын төҙөп, уны эш материалдары менән тулыландырҙым. Ул саҡта әле беҙҙең предмет унда юҡ ине. Шуға “Другой предмет” тигәндән кереп эшләргә тура килде. “Теория” бүлегендә тема буйынса ҡағиҙәләр, мәғлүмәттәр ҡуйылды. Видеоларға, "Башҡорт Википедияһы"на, музейҙарға, "Ленингапс" сайтындағы интерактив уйындарға һ.б.ссылкалар ҡуйылды.Теорияны өйрәнгәндән һуң, нығытыу өсөн һәм контроль тикшереү өсөн тестар, ижади эштәр һалылды. 

Быйылғы йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметы булдырылды. Сирек аҙағында контроль-баһалау эштәрен ошо платформа аша үткәрҙем. Контроль эштәр (уҡытыусылар өсөн) тигән бүлектә бирелә. Текст буйынса эштәрҙе һәм тестарҙы платформа үҙе баһалай. Ә ижади эштәрҙе уҡытыусының үҙенә тикшерергә тура килә.

“ЯКласс” ресурсын ҡулланыу кемдәр өсөн файҙалы? Ниндәй ыңғай яҡтары бар?

1) Өлгәшмәүсе уҡыусыларға. Теманы яңынан үтеп, өҫтәлмә эштәрҙе башҡара алалар.

2) Үҙ билдәләрен яҡшыртырға теләгән уҡыусыларға. Индивидуаль эштәр эшләргә була.

3) Ауырыу сәбәпле өйҙә дистанцион уҡыған уҡыусыларға. Теорияны уҡып, өҫтәлмә материалдарҙы ҡарап, күнегеүҙәрҙе һәм тикшереү эштәрен эшләй алалар.

4) Уҡыусылар үҙҙәренең ата-әсәләре менән берлектә онлайн-репетитор йәки тренажер итеп эшләй ала. Күп эштәр ОГЭ, ВПР, ЕГЭ форматында төҙөлгән.

5) Компьютер класы булған осраҡта дәрестә лә эшләргә була.

6) Каникулдарҙа өҫтәлмә эштәр ебәреп була. Нығытыу күнегеүҙәре иһә уҡыусыларға был системала тел өйрәнеүҙе дәрестә генә түгел, өйҙә лә дауам итергә, ҡабатларға мөмкинлек бирә.

7) Ошо бөтә эшләгән эштәр туплана бара һәм уларҙы икенсе йылда ла башҡа кластар өсөн ҡулланып була. Материалдарҙы уҡыусыларҙың белем кимәлен, йәш һәм психологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, һайлап ҡулланырға була.

8) Уҡытыусыларҙәң ваҡытын һәм көсөн экономиялай.

9) Ижади эштәр эшләтеп, картиналар, матур әҙәбиәт үрнәктәре аша уҡыусыларҙың бөтә төр универсаль эшмәкәрлеге үҫтерелә.

10) Дәрескә кәрәкле материалдарҙы бер урынға йыйыу, ссылкалар аша төрлө материалдар ҡулланыу уңышлы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкинлек бирә, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ үткәреүгә булышлыҡ итә. Уҡыу эшмәкәрлеген индивидуаль һәм дифференциаль рәүештә дөрөҫ ойошторорға була.

11) Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын үтәргә мөмкин.

12) “ЯКласс” платформаһы үткәргән вебинар, семинар, конкурстарҙа ҡатнашып, курстарында уҡып, белемде үҫтерергә, квалификацияны күтәрергә мөмкин.

12) Ата-әсәләр теркәлеп, үҙҙәренең балаларының  өлгәш һөҙөмтәһен күҙәтә алалар, өй эштәренең үтәлешен контролдә тота алалар, класс эсендәге рейтингын күҙәтә алалар.

Шулай итеп, беҙ уҡыусыларға тәрән белем биреү, туған телдәрҙән белем сифатын үҫтереү маҡсатында педагогик эшмәкәрлектең дистанцион алымдарын ҡулланырға мөмкин икәнлеген күрҙек. Был технологияны ла туған телгә ихтирамды арттырыуҙың, тәрбиәләүҙең бер ҡоралы итеп ҡулланайыҡ.

Скачать:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр: