”Ҡоштар – ҡанатлы дуҫтар”
план-конспект по окружающему миру

Альбекова Гульсум Шагибаловна

Өлкәндәр төркөмөндә телмәр үҫтереү  өлкәһенең  дәрес- конспекты 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл olkndr_torkomond_telmr_ustereu_dresenen_konspekty.docx20.61 КБ

Предварительный просмотр:

        Өлкәндәр төркөмөндә телмәр үҫтереү  өлкәһенең  дәрес- конспекты

Тема:

”Ҡоштар – ҡанатлы дуҫтар”
 Бурыстар:

- ҡош исемдәрен, кәүҙә төҙөлөшөн дөрөҫ әйтеүҙе, ҡылыҡ – ғәҙәт үҙенсәлектәрен күрә белеүҙе камиллаштырыу;

- предметтың билдәләрен белдереүсе сифаттарҙы ҡулланып, ҡыҫҡа хикәйә төҙә белеүҙе формалаштырыу;

 -оригами ысулы менән ҡош  яһарға өйрәнеү;

- фекерләү ҡеүәһен, ябай һөҙөмтәләр эшләй белеүҙе  үҫтереү;
- ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, ярҙам итеүгә теләк булдырыу.

Интеграция: аралашыу, нәфис әҙәбиәт, художестволы ижад, физик үҫеш.

Эшмәкәрлектәр төрө: уйын, әңгәмә, шиғыр уҡыу.

Йыһазландырыу: ҡоштар һүрәттәре, слайдттар, интерактив уйын : “Дөрөҫ тап”, оригами өсөн һәр бер балаға ҡағыҙ, фломастерҙар, интерактив таҡта, аудиоязма: “Ҡоштар тауышы”.

Һүҙлек өҫтөндә эш: күсер ҡоштар, ҡышлаусы ҡоштар, оса, кәүҙә, ҡаурый, баш, ҡанаттар, ҡойроҡ, суҡыш, тәпәйҙәр.

Алдан эшләнгән эш: балалар менән саф һауала ҡоштарҙы күҙәтеү, энциклопедия лар ҡарау.

Дәрес барышы:
Ҡоштар тауышы аудиояҙмаһы уйнай, таҡтала ҡышлаусы һәм күсер  ҡоштар һүрәттәре урынлашҡан.
Тәрбиәсе.

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе  сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

  • Балалар, әйҙәгеҙ әле бер – беребеҙгә йылмайып күңел йылыһын бирәйек. Бергәләп ярым түңәрәк яһап ултырайыҡ әле.
    Балалар, мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, яуабын табығыҙ.
  • “Ике ҡанат, оҙон суҡыш,

Осоп килһә, бөжәк ҡурҡа.
Был нимә?“(Ҡош)
Тәрбиәсе: – Бөгөн беҙ ҡоштар таруһында һөйләшәсәкбеҙ. Һеҙ ниндәй ҡоштар беләһегеҙ? (Балаларҙың яуаптары)
- Ҡоштарҙы ниндәй ике төркөмгә бүлергә була?

  •  (Күсер һәм ҡышлаусы)
    Күсер ҡоштар нимә өсөн шулай атала?
  • (Ҡышҡылыҡҡа йылы яҡҡа осоп китәләр).
    Ни өсөн йылы яҡҡа осалар улар?
  •  (Балаларҙың яуаптары)
  • Дөрөҫ, балалар, ҡыш көнө ҡоштарға аҙыҡ табыуы бик ауыр. Шуға ла күп ҡоштар йылы яҡҡа китәләр.
    - Балалар, ҡоштар хайуандарҙан нимә менән айырылалар?
  •  (Ҡоштар оса, кәүҙәләре ҡаурый менән ҡапланған).
    - Ҡош ниндәй өлөштәрҙән тора?
  •  (Баш, ҡәүҙә, ҡанаттар, ҡойроҡ, суҡыш, тәпәй)
               Уйын  “Ҡош һүрәтен төҙө”
    (Балалар  ҡош  һүрәтен төҙөйҙәр)
    Ниндәй ҡош килеп сыҡты?(Күгәрсен)
  • Хәҙер мин йомаҡ әйтәм, ә һеҙ ниндәй ҡош тураһында барғанын әйтегеҙ.
  • Сыр-сыр килә көрән ҡоштар,

Пыр – пыр итеп осалар.

Уйнап осоп арыһалар,

Ботаҡтарға ҡуналар (турғай).

  • Түше ҡыҙыл,

Ҡанаттары ҡара,

Һыуыҡтан ҡурҡмай,

Миләшкә ҡуна. (Ҡыҙылтүш).

  • Башы ҡыҙыл,

Суҡышы оҙон,

Туҡ-туҡ килә

Көн оҙон.  (Тумыртҡа)

  • Кейгәндер ала сапан,

Ул ҡош нимә? (Һайыҫҡан)

  • Ниндәй  ҡош көнө буйы үҙенең исемен ҡысҡыра? (Ҡарға)
  • Был ҡоштарҙы беҙ ниндәй төркөмгә индерәбеҙ?

 (Ҡышлаусы ҡоштар)

  • Беҙ  күрһәтелгән барлыҡ ҡоштар тураһында йомаҡ әйттекме?Ниндәй ҡоштар ятып ҡалды, әйҙәгеҙ бергә әйтеп үтәйек (Ҡара ҡарға, ҡарлуғас, сыйырсыҡ).
    Был ҡоштар ниндәй төркөмгә инә?
  •  (Күсер ҡоштар)

Уйын  “Ниндәй кош осып киткән?”

Балалар таҡтаға ҡарап логик сылбырҙы төҙөйҙәр.

Тәрбиәсе: (ҡара ҡарға һүрәтен күрһәтә)
-  Ҡарға ниндәй төҫтә?
Уның ниндәй  кәүҙә  өлөштәре бар?
Кәүҙәһе нимә менән ҡапланған?
Ҡара ҡарға ҡышлаусы ҡошмы, әллә күсәр ҡошмо?

  • Тәрбисе хикәйәһе:
    Ҡара ҡарға ҡара төҫтә, уның суҡышы, ике ҡанаты, ике тәпәйе бар. Кәүҙәһе ҡаурый менән ҡапланған. Ул селәүсендәр менән туҡлана. “Ҡар-ҡар” тип ҡысҡыра. Ҡара ҡарға – күсәр  ҡош. (Балалар һүрәт буйынса хикәйә төҙөп һөйләйҙәр).

             Һүрәтләү хикәйә төҙөү
 Яҙ килгәнгә ҡоштар ғына түгел, кешеләр ҙә бик шатлана.

  • Әйҙәгеҙ беҙ ҙә уйнап алайыҡ.

             Ял минуты

  • Ҡара ҡарға ҡарҙан бара (атлау хәрәкәте),

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға (ҡағыныу хәрәкәте),

Эй маҡтан, эй маҡтана (ҡулдарҙы күтәреү),

Ҡанат остарыма тағып (ҡулдарҙы йәйеү,

Яҡшы хәбәр килдем алып,

Яҙ башлана, яҙ башлана (төрлө хәрәкәт эшләп йөрөү)

                        Уйын  “Сағыштыр һәм әйт”.
Хайуандар йүгерә, а ҡоштар - … (оса)
Сыйырсыҡ һайрай, ә ҡарға -  .... (ҡысҡыра)
Ҡарға ҡышлаусы ҡош , ә сыйырсыҡ -..... (күсер)
Турғайҙың күҙҙәре бәләкәй генә,  ә ябалаҡтыҡы -... (ҙур)
Һайыҫҡандың ҡойроғо – оҙон,  ә турғайҙың - ...(ҡыҫҡа)

            Аудиоязмала “Урманда коштар тауышы” яңғырай
- Ә хәҙер ҡоштар һайрауын тыңлайыҡ. Барыбыҙ ҙа күҙҙәрҙе йомдоҡ, ял итәбеҙ.
Ҡоштар тауышы һеҙгә оҡшанымы? Кәйефтәрегеҙгә нисек тәҫъир итте?
- Эйә, күтәренке кәйеф менән беҙ ижади эшкә күсәйек.

                Оригами   “Ҡоштар”
(Тәрбиәсе күрһәткән үрнәк буйынса ҡағыҙ битен бөкләп, ҡош силуэтын яһау).
Ҡарағыҙ  әле, ниндәй матур ҡоштар килеп сыҡты!
Ә ҡоштар яҙғыһын осоп ҡайтмаһалар  йәки ҡоштар булмаһа, нимә булыр ине?

- (Балаларҙың яуаптары)
- Эйе, ҙур бәлә  буласаҡ. Баҡсаларҙы, урмандарҙы һаҡлаусылар ҡалмаҫ ине. Бөжәктәр барлыҡ үҫемлектәрҙе, игенде, еләк-емештәрҙе юҡ итерҙәр ине, ер буйлап емеш, сәскә, үлән орлоҡтарын таратыусы булмаҫ ине. Беҙ ҡоштар һайрағанын ишетмәҫ инек, бик күңелһеҙ булыр ине, шулаймы?

- Әйҙәгеҙ, балалар, беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, уларға ҡышын ярҙам итәйек

Йомғаҡлау.
Балалар, әйтегеҙ әле миңә, һеҙ бөгөн нидәй яңылыҡ белдегеҙ? Беҙ бөгөн ниндәй һәйбәт эш эшләнек? Бөгөн ишеткәнде, өйрәнгәнде, һеҙ ҡайтып кемгә һөйләйәсәкһегеҙ?

Телмәр үҫтереү  өлкәһенең  дәресенең аннотацияһы

     Телмәр үҫтереү  дәресе ФДББС талаптарына таянып, интеграциялы итеп төҙөлгән.

    Эшмәкәрлек тәрҙәре  – уйын, музыка, хәрәкәт әүҙемлеге, нәфис әҙәбиәт, ҡул хеҙмәте индерелгән.

    Был дәрестә балалар ҡышлаусы һәм күсер ҡоштар менән танышыуҙы дауам итә, ижади һәләтен үҫтерә оригами, уйындыр  аша логик фекерләүен үҙләштерә, ТРИЗ элементтары ла ҡулланылған “Әгәр ҡоштар булмаһа...”


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

УЙЫН “ЙОРТ ҠОШТАРЫ”

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар – тыйыу...

ЙОРТ ҠОШТАРЫ. Уйын «ТАУЫҠ ҺӘМ СЕБЕШТӘР»

Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...

Ҡоштар-беҙҙең ҡанатлы дуҫтар.

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә "Ҡоштар- беҙҙең ҡанатлы дуҫтар "исемле темаға арналған ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге...

«Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар»

laquo;Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар»...

«Ҡанатлы дуҫтар – беҙҙең ҡоштар». Дәрес өлгөһө.

    Балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмө балалары өсөн дәрес өлгөһө.Тема: «Ҡанатлы дуҫтар – беҙҙең ҡоштар».Маҡсат: ҡоштарҙың тышкы ҡиәфәтен һурәтләү; яңы һүҙҙәрҙе тел...

"Күсмә ҡоштар"

Дәрес конспекты...

«Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы дуҫтар»

Маҡсат:-  ҡоштар тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу, нығытыу;- балаларҙа  ҡоштарҙы һаҡлау, уларға ярҙам итеү теләге тыуҙырыу; - балаларҙың аң белемдәрен, телмәрен үҫтереү;- ...