Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында балалар баҡсаларының маҡсаты – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың индивидуаль һәм йәш потенциалын, мөмкинселектәрен асыу өсөн шарттар булдырыу.
статья (младшая, средняя, старшая, подготовительная группа) на тему

Каримова Ямиля Сайфулловна

В статье описывается опыт работы детского сада по использованию инновационных технологий в ДОУ

Скачать:


Предварительный просмотр:

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында балалар баҡсаларының маҡсаты – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың индивидуаль һәм йәш потенциалын, мөмкинселектәрен асыу өсөн шарттар булдырыу.

Шуның менән бәйле рәүештә балалар баҡсаһында белем биреү йөкмәткеһе тәрбиәләнеүселәрҙең ижади һәм интеллектуаль һәләттәрен үҫтереү, танып белеү үҫешен активлаштырыуға йүнәлтелә. Балалар баҡсаһының белем биреү сифатын күтәреү эштәре  инновацион технологиялар ҡулланыу менән бер рәттән бара. Был йәһәттән педагогтарҙың компетентлығы бик мөһим роль уйнай.  

Инновациялар өсөн шарттар булдырыу, педагогтарҙың профессиональ оҫталыҡтарын күтәреү өсөн “Сулпылар” балалар баҡсаһында эшмәкәрлек түбәндәге эш йүнәлештәре аша башҡарыла:

  • Педагогтар менән эштә инновациялар ҡулланыу;
  • Ата – әсәләр менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеү;
  • Балалар менән инновацион технологияларҙы системалы ҡулланыу.

Педагогтар менән төрлө эш формалары ҡулланабыҙ: ғәҙәти булмаған интерактив  формаларҙа үткәрелгән педсоветтар, коучинг элементтары ҡулланылған  семинарҙар, ижади ҡунаҡханалар, педагогик рингтар, төрлө конкурстар үткәреү һ.б.

2016 йылдың март айында  йәш тәрбиәсе Газина Гөлсибәр Рамаҙан ҡыҙы Сибай ҡалаһы админисрацияһының Гранты өсөн “Йәш педагог” бәйгеһендә ҡатнашып икенсе урын яуланы.  Күп кенә педагогтар  төрлө Рәсәй кимәлендә  әҙерләнеп үткәрелгән интернет селтәрҙәре аша тәҡдим ителгән конкурстарҙа ҡатнашып баһалы урындарға лайыҡ була киләләр. Педагогтар өсөн тәғәйенләнгән социаль селтәрҙәрҙә үҙ биттәре бар, ата – әсәләр, башҡа педагогтар  менән интернет селтәрҙәре аша аралашыу өсөн төрлө төркөмсәләр булдырылған.  

Иң тәүҙә беҙ яңы технологиялар буйынса мәғлүмиәттәр туплап, уларға анализ яһаныҡ. Инновацион технологиялар буйынса төрлө семинарҙар, консультациялар   үткәрҙек. Тик шунан һуң ғына  кәрәкле тип һанаған технологияларҙы эшебеҙҙә ҡуллана башланыҡ.

Өлкәндәр төркөмө тәрбиәсеһе Танһыҡҡужина Земфира Ғәлийән ҡыҙы   телмәр үҫтереү технологияларын үҙ итте. Бына улар: дидактик синквейн, Пропп карталары, Штернбергтың ребус алымы, Хоменко  тәҡдим иткән метафоралар төҙөү технологиялары. Уңған тәрбиәсе төркөмөндә тәрбиәләнеүсе балалар Пропп карталары ярҙамында әкиәттәр һөйләй беләләр, әкиәттәр уйлап сығаралар. Метафоралар төҙөү алымы буйынса балаларҙың образлы телмәрҙәре үҫешә, ә дидактик синквейн төҙөү аша  телмәрҙең лексик, фонетик, грамматик системалары еңел  үҙләштерелә.  Танһыҡҡужина З.Ғ.  башҡорт төркөмдәренең Сибай ҡала методик берекмәһендә “Телмәр үҫтереүҙә инновацион технологиялар ҡулланыу ” темаһына эш тәжриәбе менән сығыш яһарға әҙерләнә.

Юғары категориялы тәрбиәсе Ҡәйепҡолова Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙы балалар менән эшмәкәрлектә проекттар һәм эҙләнеү – тикшеренеү, ТРИЗ  технологияларын  әүҙем ҡуллана. Өлкән төркөм балаларының  танып белеү активлығын  үҫтереү маҡсатында   К.Бьюзендың фекерләү карталарын, карта буйлап сәйәхәт итеү алымын иркен ҡуллана. Ижади педагог балаларҙың фекерләү ҡеүәһен активлаштырыу маҡсатында төрлө морфологик таблицалар уйлап сығарҙы. Морфологик таблицалар балаларҙың уйлап сығарыу, күҙ алдына килтереү, телмәр үҫешенә булышлыҡ итә.

Уртансылар төркөмө тәрбиәсеһе Газина Гөлсибәр Рамаҙан ҡыҙы балалар баҡсаһында “Төҫлө буяуаҙар” исемле өҫтәлмә белем биреү эшмәкәрлеге алып бара. Был түңәрәккә йөрөүсе балалар һүрәтләү буйынса  заманса технологиялар менән яҡшы таныштар. Мәҫәлән,  еүеш марля өҫтөндә һүрәтләү, пуантилизм, айрис-  фолдинг. Кескәйҙәргә иң оҡшағаны айрис – фолдинг технологияһы. Айрис-фолдинг –ғәҙәти булмаған техника, “йәйғор һымаҡ” бөкләп һалыу, Голландияла барлыҡҡа килгән. Балалар махсус шаблондар ярҙамында төрлө төҫтәге ҡағыҙ киҫәктәрен төрлө мөйөшсәләргә һалып биҙәктәр эшләйҙәр.

Физик тәрбиә биреү инструкторы Мөхәмәтйәнова Элвира Геннадиевна  балаларҙы йөҙөргә өйрәтеүҙә яңыса технологияларҙы актив ҡуллана. Шуларҙың береһе – гидрокинезотерапия.  Латын теленән тәржемә иткәндә “гидро” – һыу, “кинезо” – хәрәкәт, “терапия” – һаулыҡ тигәнде аңлата. Ғөмүмән әйткәндә, гидрокинезотерапия хәрәкәттәр ярҙамында һыуҙа һауығыу. Гидрокинезотерапия аша  балаларҙың  организмы сыныға, тын алыу һәм ҡан тамыры эшмәкәрлеген төҙәтелә, йөҙөү күнекмәләре нығытыла.

  Тәжрибәле музыка етәксеһе Ғөбәйҙуллина Рәмилә Әбделхәй ҡыҙы художестволы – эстетик үҫеш өлкәһендәге инновациялы технологиялар өйрәнеү һәм  ҡулланыу өсөн күп көс һала. Мәҫәлән, педагог ҡулланған “ҡулдар хоры” технологияһы аша балаларҙы ике тауышлы хор элементтары менән таныштыра, балалар ике тауышлы  хорҙа ҡатнашыусылар һәм дирижерҙар булып уйнайҙар. 

“Ритмодекламация “– бирелгән  ритмда  асыҡ  итеп  шиғри  текстты  башҡарыу тигән һүҙ,йәки  икенсе төрлө әйткәндә, музыка  менән  шиғриәттең  ( поэзияның ) берләшмәһе. Балаларға телмәр үҫтереү күнегеүҙәре  бик  кәрәк, сөнки музыкаль ишетеү һәләте телмәрҙе   ишетеү   менән  берлектә  тығыҙ үҫешә. Ритмодекламация технологияһы балаларҙы тексты тыңларға һәм уны аныҡ итеп бирелгән ритмда әйтергә әйҙәй. Һөҙөмтәлә балалар үҙҙәренең телмәрен контролдә тоторға өйрәнә.   Оҫта педагог тағы ла эвритмия элементтарын  үҙләштереү өҫтөндә эшләй. Эвритмик шөғөлдәр ярҙамында  балалар  төрлө образдарға инәләр, образлы хәрәкәттәр башҡаралар. Был технология балаларҙың күҙ алдына килтереү һәләттәрен үҫтерә, хәрәкәттәрҙе музыка аша сағылдырырға өйрәтә.

Эвритмия – ул гармониялы хәрәкәт. Грек теленән тәржемә иткәндә, эвритмия – “ул һоҡланғыс ритм”, “ул һоҡланғыс тауыш”. Эвритмик гимнастика – ул мәктәпкәсе йәштәге балалар менән һаулыҡ нығытыу – үҫтереүсе традицион булмаған эш төрө.  Был гимнастика телмәрҙең, музыканың, дөйөм үҫтереүсе күнегеүҙәрҙең, тейешле мәжбүри аҙымдар, аэробика элементтарының ритмик хәрәкәттәренә нигеҙләнә.

Эвритмик күнегеүҙәр аша педагог балаларҙың етеҙлеген үҫтерә, иғтибарҙарын тотороҡлай, ваҡ ул моторикаһын яҡшырта, хәрәкәттәр төҙәтә һәм фекерләү ҡеүәһен дә формалаштыра ала.

Кескәйҙәр төркөмө тәрбиәсеһе Бикбова Светлана Рәшит ҡыҙы  уйын технологияларына өҫтөнлөк бирә. Ул  ТРИЗ элементтары ҡулланып ойошторолған уйындар аша балаларҙы тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре менән таныштырыу эштәрен бик яҡшы алып бара. Луллия түңәрәктәрен ҡулланып кескәйҙәрҙең  телмәрен аса, әүҙемләштерә, ә “морфологик юлдар” уйынын ҡулланып балалар йәш үҙенсәлектәренә ярашлы юл хәрәкәттәре ҡағиҙәләрен  өйрәнәләр һәм төрлө эшмәкәрлектәрҙә нығыта баралар.  

Ә тәрбиәсе Әбдрәшитова Рафиға Хәмиҙулла ҡыҙы балаларҙы кесе йәштән үк интеллектуаль яҡтан үҫтереү өсөн төрлө инновацион уйын технологияларын ҡуллана. Шундай технологияларҙың береһе – күренекле табип Г.Доман тәҡдим иткән уйындар. Был уйындар ярҙамында балаларҙың мейе эшмәкәрлеге иртә йәштән үк йылдам үҫешә башлай. Кескәйҙәр шулай итеп үҙҙәрен уратып алған донъя менән актив танышалар, төрлө энциклопедик белемдәр үҙләштерә алалар.  

Сибай ҡалаһы балалар баҡсалары араһында үткәрелгән педагогик идеялар фестивалендә  “Сулпылар” балалар баҡсаһы коллективы ла ҡатнашты һәм инновацион технологиялар буйынса  педагогик оҫтахана үткәрҙе. Оҫтаханала педагогтар балалар менән  Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы белем биреү өлкәләре буйынса эшмәкәрлектәр күрһәттеләр һәм үҙҙәре ҡулланған технологиялар  үҙенсәлектәре  тураһында  тулыраҡ таныштырып сығыш яһанылар. Өлкән тәрбиәсе Кәримова Йәмилә Сәйфулла ҡыҙы эшмәкәрлекте интерактив технология интервизия формаһында алып барҙы.

Шулай итеп, инновацион технологиялар ҡулланып эшмәкәрлек ойоштороу көн үҙәгенә баланы һәм педагогтарҙы ҡуя. Белем биреү учреждениеһының үҫешен педагогтарҙың ижади потенциалы булыуы ғына хәл итә ала. Тимәк педагогтарға профессиональ яҡтан үҫешергә ынтылырға, эшкә ҡарата ыңғай мөнәсәбәттә булырға кәрәк. Тик шул ваҡытта ғына тәрбиәләнеүселәрҙең мөмкинселектәрен ысын мәғәнәһендә асырға мөмкин.  


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Яз килэ (беренче кече яшьтэгелэр торкемендэ «Танып белу» белем биру эшчэнлеге буенча ачык шогыль конспекты)

Максат:                        Танып белу. 1.   балаларга язгы куренеш...

Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше

Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы  белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше...

Мәктәпкәсә белем биреүгә федераль дәүләт белем стандарты талаптарына ярашлы балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙә иң мөһим бурыстарҙың береһе. Бәйләнешле телмәр  фекер  менән бергә үҫешә, йәғни телмәрҙең бәйләнешле булыуы ...

Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....