Дәрес өлгөһө
план-конспект занятия по развитию речи (старшая группа)

Альбекова Гульсум Шагибаловна

Өлкәндәр төркөмөндә телмәр үҫтереү буйынса дәрес өлгөһө

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon asyk_dares_hungy_koz.doc34.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: «Һуңғы көҙ».

    Маҡсат: көҙ миҙгелен һүрәтләргә өйрәтеү, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөргә өйрәтеүҙе дауам итеү, «Ш» өнөнөң әйтелешен нығытыу, тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

    Һүҙлек эше: ҡышлаусы ҡоштар, күсер ҡоштар, һуңғы көҙ.

    Типик грамматик конструкциялар: Һуңғы көҙҙә ағастарҙан япраҡтар ҡойолоп бөтә. Йылы яҡҡа осоусы ҡоштарҙы күсер ҡоштар тип атайҙар.

    Йыһазландырыу: фланелеграф, ҡоштар һүрәте төшөрөлгән арточкалар, мнемотаблица, аҡ ҡағыҙ, гуашь, бумала.

Дәрес барышы

Тәрбиәсе көҙ тураһында шиғыр уҡып ишеттерә:

                        Тәбиғәтте йәнләндереп,

                        Беҙгә көҙ килеп етте;

                        Матур күлдәктәрен кейеп,

                        Урманды күркәм итте.

                        Ҡайындарҙа-һары күлдәк,

                        Муйылда-ҡыҙыл күлдәк,

                        Көҙгө һырға таҡҡандар

                        Миләш менән баландар.

                        Бына шулай күңелле

                        Беҙҙең яҡта көҙ көнө.

-Шиғырҙа ниндәй миҙгел тураһында һүҙ бара?

-Көҙ миҙгеле тураһында.

-Балалар, хәҙер ниндәй миҙгел?

-Һуңғы көҙ.

-Ә көҙ миҙгеле икәнен нисек белдегеҙ?

-Көҙ көнө ағастарҙың япраҡтары төрлө төҫкә инә. Япраҡтар ҡыҙыл, йәшел, һары, һоро төҫтә булалар. Һуңғы көҙҙә ағастарҙан япраҡтар ҡойолоп бөтә.

-Ә тағы ла көҙҙөң ниндәй билдәләрен беләһегеҙ?

- Көз көнө ҡоштар йылы яҡҡа осалар.

-Йылы яҡҡа осоусы ҡоштарҙы нисек атайҙар?

-Йылы яҡҡа осоусы ҡоштарҙы күсер ҡоштар тип атайҙар (ҡабатлап сығалар).

-Әйҙәгеҙ, күсер ҡоштарҙы һанап үтәйек: сыйырсыҡ, торна, ҡара ҡарға, аҡ ҡош, аҡсарлаҡ, кәкүк.

-Ҡышлаусы ҡоштар: тумыртҡа, күгәрсен, турғай, ҡыҙыл түш турғай.

-Балалар, ә хәҙер уйын уйнап алайыҡ.

            Дидактик уйын: «Ҡоштарҙы айырып һал».

-Балалар, көҙ көнө һауа торошо нисек үҙгәрә?

-Көҙ көнө көндәр һыуыҡ тора. Һалҡын ел иҫә. Кешеләр йылы итеп кейенеп йөрөйҙәр.

-Ә ел нисек шаулай?

-Ш-ш-ш (Балалар «Ш» өнөн нығыталар.)

-Көҙ көнө ямғырҙар йыш яуа.

-Ямғыр нисек ишек шаҡый?

-Тып-тып-тып.

Ял минуты (Хәрәкәт менән башҡарыла).

-Балалар, беҙ һауа торошон күҙәтеүселәр.

-Ел нисек шаулай? («Ш» өнөн саҡарып, ҡулдарын өҫкә күтәреп сайҡайҙар.

-Ямғыр нисек яуа? (Аяҡ менән тыпырлатып «тып-тып-тып» тип әйтәләр.)

-Ағастан япраҡтар ҡойола. (Балалар өйөрөлөп сүкәйеп ултыралар.)

-Бөгөн дәрестә алған белемебеҙҙе туплап көҙ миҙгеле тураһында хикәйә төҙөйөк.

Мнемотаблица (көҙ, ҡояш, болот, ямғыр тамсыһы, йылы кейенгән балалар, ҡулсатыр, ағас, япраҡ, күсер ҡоштар.

    Көҙ көнө ҡояш аҙ йылыта. Көндәр болотло, ямғырҙар йыш яуа. Кешеләр йылы итеп кейенеп, кулсарыр тотоп йөрөйҙәр. Көҙ көнө һалҡын ел иҫә. Ағастарҙа япраҡтар ҡойолоп бөтә. Ҡоштар йылы яҡҡа осалар.

    Балалар үҙ аллы «Һуңғы көҙ» темаһына рәсем төшөрәләр.