"Алтын тирмә" уйыны
проект

Альбекова Гульсум Шагибаловна

Педагогтар араһында башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр" буйынса үткәрелгән "Алтын тирмә" уйынының сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_altyn_tirm.docx18.03 КБ

Предварительный просмотр:

                   “Алтын тирмә” уйынының сценарийы.

                          “Айыуҡай” балалар баҡсаһы.

Алып барыусы: Хәйерле көн хөрмәтле ҡунаҡтар!Бөгөн “Айыуҡай” балалар баҡсаһында “Алтын тирмә” уйыны.Һәм мин алып барыусы Сәлимә Усманова һеҙҙе ихлас сәләмләйем. Бөгөнгө уйын-Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе-мәшһүр “Урал батыр” эпосына арнала.

«Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста башҡорт халҡының асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.

“Урал батыр” эпосын үҙен башҡорт тип һанаған һәр кеше уҡырға, өйрәнергә,ҡыҙыҡһынырға тейештер.Әгәр ҙә беҙҙең  башҡорт милләттенең киләсәге булһын тиһәк,балаларыбыҙ ныҡлы тамырҙан һут алһын тиһәк, беҙ үҙебеҙҙең боронғоно, тарихыбыҙҙы  белергә һәм балаларыбыҙға өйрәтергә бурыслыбыҙ!Тарихты өйрәнмәһәк һәм өйрәтмәһәк, беҙ роботтарға әйләнәсәкбеҙ. Ә тарихты дөрөҫ өйрәтеү өсөн,иң беренсе үҙебеҙ өйрәнергә бурыслыбыҙ.Ошо йәһәттән беҙҙең “Айыуҡай”  балалар баҡсаһында, республика “Аҡ тирмә” үҙәгенең филиалы булып,”Урал батыр” балалар баҡсаһы проекты булдырылды.Һәм эштәр башланды.Прект һәм уның маҡсаты,башҡарылған  тәүге эштәр тураһында өлкән тәрбиәсе Гөлсөм Шаһибал ҡыҙы һөйләй.Рәхим итегеҙ!

Альбекова Гөлсөм Шаһибал ҡыҙы сығышы.Экранда “Урал батыр” проекты.

Хөрмәтле коллегалар, беҙ барыбыҙ ҙа эпос менән танышбыҙ,таныша башланыҡ,беҙҙең балалар баҡсаһы ошо йүнәлештә эш башланы һәм беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәне. Бөгөнгө уйында  үҙебеҙҙе тикшерәбеҙ, һорауҙарға яуап биреп,белемебеҙҙе нығытасаҡбыҙ.Хәйерле сәғәттә!Уңыштар һеҙгә!

 Бөгөн беҙҙә ике команда ҡунаҡта!Командалар менән танышып, сәләмләшеп алайыҡ!Рәхим итегеҙ!

Командалар менән танышыу.

Алып барыусы:Уйын өс турҙан тора.Дөрөҫ яуаптар тәңкәләр менән баһалана.Дөрөҫ яуапҡа бер тәңкә.

Беренсе тур  һорауҙары “Кем сосорак”

-Урал батыр эпосының килеп сығыуына  нисә йыл?( Эпосҡа 4000-дән ашыу йәш, ә яҙылып алыныуына – 117 йыл)

-эпос нисә юлдан тора?(4576)

-эпосты тулыһынса ятлаусы,башҡортостандың данын күтәреүсе бала?

-урал батыр эпосы нисә телгә тәржемә ителгән,ниндәй?( • рус • инглиз
• немец • венгр төрөк  фин   абхаз   әзербайджан..йәһүд     яҡут )
 

-...Бураланған дөйәләй,
Ҡанһыраған айыуҙай
Күҙенә ҡан һауҙырып,
Күҙ ҡабағын тойзороп,
Ужар сәсеп, мат ҡурып,
Ҡабан сусҡа елкәле,
Филдәй йыуан балтырлы,
Ҡымыҙ тулған һабалай,
Имәнес йыуан ҡорһаҡлы...

Тип ниндәй персонаж һүрәтләнгән?

-Борон-борон борондан...дауам итегеҙ,нисә юлы иҫегеҙҙә ҡалған икән?

(Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғын дингеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.
Унда булған, ти, борон,
Йәнбирҙе тигән ҡарт менән
Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ
Ҡайҙа барһа, уларға
Ул урында юл асыҡ.
Был ҡарт менән был ҡарсыҡ
Ҡайҙан бында килеүен,
Ата-әсә, ер-һыуы
Ҡайҙа тороп ҡалыуын
Үҙҙәре лә онотҡан, ти;
Икәүҙән-икәү шул ерҙә
Башлап ғүмер иткән, ти.)

-ямантау нимәнән килеп сыҡҡан?

Ҡобайырҙа ике юл тураһында әйтелә?ниндәй юлдар икән?

Һулға китһәң юл буйы

Уйын-көлкө төн буйы.

Уңға китһәң юл буйы

Илау-һыҡтау йыл буйы...

Рәхмәт,шулай итеп беренсе тур тамам,тәңкәләрҙе һанайыҡ.

Тәңкә һанау.баһалау.

Алып барыусы:икенсе турға күсер алдынан,уйын шартын аңлатайым. Был турҙа 12 һорау.яуаптар варианттарҙа  бирелгән,дөрөҫөн һайлап алырға кәрәк.

-икенсе турға күсер алдынан һәр команда ҡумыҙҙарҙа музыкаль күстәнәс әҙерләне.әйҙәгеҙ бер команданы тыңлап китәйек.

Ҡумыҙҙа көйҙәр тыңлау.

Алып барыусы:әйҙәгеҙ икенсе турҙы башлайбыҙ!экранда һорауҙар,һәр команда алмашлап берәр һорауға яуап бирәбеҙ.

Икенсе тур “кем башлыраҡ” тип атала.

Экранда һорауҙар,яуап биреү.

Һәр һорауға ике тәңкә бирелә.

Алып барыусы:өсөнсө турҙа яуаптар өсөн өс  тәңкә бирелә.

Өсөнсө турға күсер алдынан ҡумыҙҙа икенсе команданың көйҙәрен тыңлайыҡ.

Ҡумыҙҙа көйҙәр тыңлау.

Алып барыусы: хәҙер командаларҙың бер-береһенә әҙерләгән һорауҙарын тыңлайыҡ.

Һорауҙар-яуаптар.

Алып барыусы:шулай итеп уйын аҙағына етте,тәңкәләр һанайыҡ.

Тәңкәләр һанау ,еңеүселәрҙе билдәләү.

Ҙур рәхмәт,хөрмәтле алтын тирмә ҡунаҡтары!матур уйын бүләк иттегеҙ.һеҙгә һаулыҡ,эшегеҙҙә уңыштар,эпосты өйрәнеүҙә ҡыҙыҡлы асыштар теләйбеҙ!

Һеҙ-балалар баҡсаһында балаларҙы милли рухта,милли тәрбиәлә,көслө рухлы,аҡыллы итеп тәрбиәләүсе,үҫтереүсе хеҙмәткәрҙәр! Эшегеҙ,башланғысығыҙ уң булһын!!!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Алтын көз" күңел ачу кичәсе.

Төзеде:Мөслим муниөипаль районы "Миләшкәй"балалар бакчасының 1 категорияле музыка җитәкчесе Заянова Ландыш Рафисовна "Алтын көз" күңел ачу бәйрәме....

"Алтын көз" күңел ачу кичәсе.

Төзеде:Мөслим муниөипаль районы "Миләшкәй"балалар бакчасының 1 категорияле музыка җитәкчесе Заянова Ландыш Рафисовна "Алтын көз" күңел ачу бәйрәме....

Конспект занятие на тему:"Алтын коз".

Занятие на татарском языке....

"Алтын тирмә" уйыны

Баҡсабыҙҙың педагогтары араһында "Урал батыр" эпосы буйынса  үткәрелгән "Алтын тирмә" уйынының барышы...

"Алтын тирмә"уйыны

Уйын сценарийы...