"Көҙгө бал сценарийы"
материал

Багаманова Альфия

Төрлө йәштәге төркөм балалары өсөн көҙгө бал сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл osenniy_bal.docx20.67 КБ

Предварительный просмотр:

Төрлө йәштәге “Ҡурай” төркөмө балалары өсөн көҙгө бал сценарийы

Зал көҙгө япраҡтар менән биҙәлгән. Зал уртаһында трон тора. Музыка яңғырай, балалар инә, урындарға ултырыша.

Алып барыусы. Беҙгә көҙ килде, ул тирә-яҡты алтынға күмде.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән көҙгө балға сәйәхәткә юлланабыҙ. Унда эләгер өсөн беҙгә тылсымлы һүҙҙәр әйтергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ һәм минең арттан ҡабатлағыҙ: “Бер, ике, өс, әкиәт ишеге, асылып кит!” Балалар, күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ әле, беҙ әкиәт иленә килеп тә еттек.

 (Видео)

Алып барыусы. Ҡыҙҙар, малайҙар, беләһегеҙме, көҙ миҙгеленең өс айы бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа килгән.

 (малайҙар сыға)

Сентябрь. Иғтибар, иғтибар! Көҙһылыу бөгөн барыһын да ҡунаҡҡа йыйырға ҡушты.

Октябрь. Иғтибар, иғтибар! Приказ булды: бейергә, йырларға, күңел асырға!

Ноябрь. Иғтибар, иғтибар! Байрамға Көҙһылыу үҙе килә.

Алып барыусы. Бына Көҙһылыу үҙе! Ҡаршы алығыҙ!

(музыка. Малайҙар баш эйә, Көҙ инә)

Көҙ. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар. Беҙ һеҙҙе ошо байрамда күреүебеҙгә шатбыҙ. Барығыҙға ла күренәме, ишетеләме, ҡәҙерле ҡунаҡтар? Улайһа, көҙгө балды башлайбыҙ!

(ишек тирәһендә “Бында ярамай!”, “Мине үткәрегеҙ!” тигән тауыштар ишетелә)

Көҙ. Кем беҙҙең байрамды боҙорға уйлай?

(залға Ҡарасҡы йүгереп сыға)

Ҡарасҡы (тронға килә, баш эйә). Хөрмәтле Көҙһылыу, һүҙемде әйтергә рөхсәт ит инде.

Көҙ. Һин кем? Ҡайҙан килдең? Ни өсөн байрамға матур итеп кейенеп килмәнең?

Ҡарасҡы. Матур итеп кейенмәйем,

Шулай торам һәр ваҡыт.

Баҡсаларҙа көн итәмен,

Ҡоштар ҡыуам, юҡ ваҡыт.

Көҙ. Асыҡ итеп һөйлә әле, аңламайым һине.

Ҡарасҡы. Көҙһылыу, мин ялҡау йә эшһеҙ түгелмен. Мин – Баҡса ҡарасҡыһы. Йәй буйына, ниндәй генә көн булмаһын, мин баҡсала торам. Ашамайым, эсмәйем, йоҡламайым – хужамдың уңышын һаҡлайым. Ышанмаһаң, балаларҙан һорайыҡ, улар мине баҡсала күргәндәре бар. Әйтегеҙ әле, балалар, мин бит йәй буйы ҡоштарҙы баҡсанан ҡыуып торам бит?!

Балалар. Эйе, дөрөҫ!

Ҡарасҡы. Мине байрамға индермәйҙәр, кейемең иҫке, тиҙәр. Нимә биргәндәр – шуны кейәм инде. Матур кейемдә торһам, минән кем ҡурҡһын?

Көҙ. Асыуланма, Ҡарасҡы. Беҙ барыһын да асыҡланыҡ. Әйҙә, байрамға рәхим ит!

(ҡарасҡы, Көҙгә баш эйеп, һеперткеһен автомат кеүек тотоп алып балалар янына барып ултыра)

Көҙ. Дуҫтар, әйҙәгеҙ һеҙҙең менән күңел асып алайыҡ. Көҙҙө моңһоу тиҙәр бит, моңһоуланып ултырмайыҡ инде.

Ҡарасҡы. Ниндәй моңһоу булһын ти ул. Ҡарағыҙ әле, япраҡтар нисек матур итеп бейеп йөрөй!

(Япраҡтар бейеүе)

Көҙ. Ә хәҙер беҙҙең балалар ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙе ағыулыларынан айырамы икәнен тикшерәйек әле.

Ҡарасҡы. Балалар, уйнап алайыҡмы?

(“Бәшмәктәрҙе йый” уйыны)        

Ҡарасҡы. Көҙһылыу, күрәһеңме беҙҙең балалар ниндәй шәп!

Көҙ. Эйе, бигерәк маладистар икән үҙҙәре. Афарин! Ҡарағыҙ әле, аҡланда ике бәшмәк ултырып ҡалған.

(балалар уртаға сыға)

Беренсе бәшмәк. Ерҙе тишеп килеп сыҡтыҡ, ямғыр һыуына ҡойоноп ҙур булып үҫеп еттек!

Икенсе бәшмәк. Хәҙер беҙҙе барыһы ла йыраҡтан күреп тора! Тик икебеҙгә генә бында күңелһеҙ шул.

Көҙ. Ҡайғырмағыҙ, дуҫтар! Музыкаль инструменттарҙа уйнап ебәрһәк, кәйефтәрегеҙ тиҙ генә күтәрелеп китер.

Икенсе бәшмәк. Беҙ уйнай белмәйбеҙ шул.

Ҡарасҡы. Беҙ үҙебеҙ һеҙҙе уйнарға өйрәтәбеҙ!

(“Бөрйән егеттәре” оркестры)

Беренсе бәшмәк. Кәйефтәр күтәрелеп китте, бейеп тә алыр инек әле!

Көҙ. Мин тылсымлы таяғым ярҙамында тирә-яҡтағы бәшмәктәрҙе хәҙер тиҙ генә йыйып алам.

(бәшмәктәр бейеүе)

Көҙ. Сентябрь менән япраҡтарға һоҡландыҡ, Октябрь менән бәшмәк йыйҙыҡ, Ноябрь улым, һин нимә менән һөйөндөрөрһөң?

Ноябрь. Нимә менән ҡыуандырырға икән һине, Көҙһылыу?

Ҡарасҡы. Ноябрь, моңһоуланып торма инде! Хөрмәтле ҡунаҡтар, әйҙәгеҙ бергәләп уйнап алайыҡ!

Балалар. Эйе!

Ҡарасҡы. Хәҙер ике командаға бүленәбеҙ. Ҡыҙҙар – тамсы, малайҙар ел була. Тамсы нисек тама әле?

Балалар. Тып-тып.

Ҡарасҡы. Эйе! Ноябрь айында ел нисек олой икән, кем иҫләй?

Балалар. У-у-у!

Ҡарасҡы. Ә хәҙер бөтәбеҙ бергә (тып-тып, у-у-у!!!)

Ноябрь, нисек, оҡшаталармы балалар?

Ноябрь. Эйе, афарин, балалар!

Ҡарасҡы. Балалар, Ноябргә шиғырҙарығыҙҙы һөйләп, йырығыҙҙы йырлап күрһәтәгеҙме?

(балалар йырлай, шиғыр һөйләй)

Көҙ. Мин көләс тә, моңһоу ҙа, ҡояшлы ла, болотло ла, ямғырлы ла, ҡарлы ла – мин төрлө. Йомартлығым, матурлығым өсөн һеҙ мине яратаһығыҙ. Бөгөнгө матур байрамда һеҙҙе күреүемә шатмын! Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

Алып барыусы. Көҙгө балыбыҙ аҙағына ла яҡынлашты. Байрам барығыҙҙың да кәйефен күтәргәндер тигән ышаныстамын. Балалар, байрам һеҙгә оҡшанымы?

Балалар. Эйе!

Ҡарасҡы. Балалар, әйҙәгеҙ бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төшәйек.

Фотосессия.

Балалар персонаждар менән хушлаша.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Үрүҥ уолан" күрэх сценарийа

Сценарий развлечения посвященный ко Дню защитников отечества...

«Шагаа-2014» тураскааткан байырлалынын сценарийи

«Аленушка» аттыг уруглар садынын«Шагаа-2014» тураскааткан байырлалынын сценарийи.            Сорулгалары: Уругларга чаа чылдын шагаазынын дугайында билиндирер. Тыва улуст...

Өлкән төркөм өсөн көҙгө байрам иртәлегенең сценарийы "Йырлап уҙғарған йәй"

Нисек итеп сиңерткәнең йәй буйы йырлап,аҙаҡ ҡырмыҫҡаларға ярҙам һорап килеүе тураһында...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Байанай бырааhынньыгын сценарийа

Сыала: Байанай ыйыгар анаан ыытыллыбыт улэни тумуктээьин . Саха киьитин торут       дьарыга булт  туьунан о5олор билиилэрин  чинэтии, обугэлэр угэстэрин, булт с...