ҺАБАНТУЙ БАЙРАМЫ (балалар баҡсаһында)
план-конспект занятия (старшая группа)

Масалимова Равиля Равиловна

Маҡсат: Балаларҙы халҡыбыҙҙың иң яраткан, иң күңелле, иң тантаналы байрамы – Һабантуй –менән таныштырыуҙы дауам итеү. Балаларҙа халыҡ байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, байрамдың үҙенсәлектәре менән таныштырыу.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon habantuy_bayramy.doc39.5 КБ

Предварительный просмотр:

                          ҺАБАНТУЙ БАЙРАМЫ 

Маҡсат: Балаларҙы халҡыбыҙҙың иң яраткан, иң күңелле, иң тантаналы байрамы – Һабантуй –менән таныштырыуҙы дауам итеү. Балаларҙа халыҡ байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, байрамдың үҙенсәлектәре менән таныштырыу.

Балалар баҡсаһында һабантуй байрамын ”Бирнә йыйыу“ менән башлап ебәрҙек. Өлкән  төркөм балалары башҡорт халыҡ кейемендә гармун тотоп, “Һабантуй” йырын йырлап һәр төркөмдән ”бирнә“ йыйып йөрөнөләр.

Тәрбиәселәр һәм балалар ”бирнә“ йыйыусыларга  яулыҡ, сиккән һөлгө, таҫтамал, ҡулъяулыҡ бүләк итеп, ҡолғаға бәйләнеләр һәм кәрзингә йомортҡалар һалдылар.

”Бирнә“ йыйыусылар балаларҙы  тиҙҙән буласак ”Һабантуй“ байрамына саҡырҙылар.

Балаларға был күренеш бик оҡшаны. Улар түҙемһеҙлек менән Һабантуй байрамын көтөп алдылар.

 Балалар  йыйылғас, байрам башлана саф һауала.

Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Хәйерле көн! Беҙ бөгөн башкорт халҡының оло байрамы – Һабантуйға – йыйылдыҡ. Һабантуй – ул хеҙмәт байрамы. Һабантуй – ул дуҫлыҡ байрамы. Һабантуй – ул һәр кемдең көтөп алған изге байрамы.

Шатлыҡтар күңелебеҙҙә

Ал ҡояш күгебеҙҙә.

Килегеҙ, дуҫтар, ҡунаҡҡа

Һабантуй бөгөн беҙҙә!

Балалар әҙерләгән шиғырҙарын һөйләйҙәр. 

1 се бала: Елберҙәй сиккән һөлгөләр,

Бүләктәр күбебеҙгә.

Көрәшәйек тә, уҙышайыҡ,

Һабантуй бөгөн беҙҙә!

2 се бала: Күңелле Һабан туйҙары

Бөгөн байрам, ҙур байрам!

Матур йырҙар йырлай – йырлай,

Уйнайбыҙ әйлән - бәйлән. 

Тәрбиәсе: Һабантуй - Башҡорттарҙың боронғо байрамы. Ул яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас үткәрелә. Йылдың уңышлы килеүен теләп аҡһаҡалдар доғалар уҡығандар, иген уңһын тип, ерҙә йомортҡа тәгәрәткәндәр. Һабантуй байрамын ат сабышынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Беҙ ҙә байрамыбыҙҙы ат сабышы менән башлап ебәрәйек!

1 се уйын “Ат сабышы”.

Балалар ике төркөмгә бүленеп, яһалма аттарға атланып ярыштылар. Йәнатырҙар ҡыҙыҡһынып, иптәштәренә көс биреп торҙолар.

Беренселекте алыусыларға бүләктәр өләштеләр.

3 сө бала: Маҡтана тип уйламағыҙ,

Мин урынлы маҡтанам.

Сөнки ошо сүлмәкте

Күрмәйсә лә вата алам.

2 се уйын “Сүлмәк ватыу”.

Икешәр бала майҙан уртаһында, күҙҙәре бәйләнгән килеш, таяҡ менән сүлмәккә һуғырға тейеш. Балалар  һынатманы, сүлмәк ваттылар.

Байрамға Батыр килеп керә. 

Батыр: Мин бөгөн 7– се һанлы балалар баҡсаһында Һабантуй байрамы икәнлекте ишеттем һәм көрәштә ҡатнашҡым килде. Сөнки Һабантуй батыры элек-электән иң көслө, иң сыҙам, иң булдыҡлы булып һаналған: уның тураһында хатта төрлө таҡмаҡтар, йырҙар йырлана.

 Тәрбиәсе: Әйдәгеҙ, балалар таҡмаҡтар әйтешәбеҙ. Түңәрәк уртаһына ҡурайсылар, ҡумыҙсылар баҫа. Түңәрәктең икенсе ҡатында таҡмаҡ әйтәләр, ярышып бейешәләр:
Тыпыр-тыпыр бейе әле,
Та
ҡта табырбыҙ әле.
Бер төшкәндә бейеп
ҡал,
Һағынып һөйләр
ҙәр әле.
Бе
ҙҙең ауыл – ҙур ауыл,
Урамдары киң ауыл.
Бе
ҙҙең яҡта һабантуйҙар
Ана шулай үтә ул!
                     
Түңәрәктә балалар таҡмаҡ әйтешә, мәрәкәләшә.

Тәрбиәсе: Көрәш бәйгеһен малайҙар башлаған. Уларҙан һуң ир ҡорона еткәндәр бил һынашҡан. Көрәшселәр буй йә ауырлыҡҡа ҡарап түгел, ә йәрәбә, шыбаға буйынса көрәшкән. Хәҙер беҙ ҙә шыбаға тотабыҙ.

Батыр уйындар ойоштора.

3се уйын “Көрәш”.

4 се уйын. ”Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү“.

5 се уйын. ”Күнәктәр менән һыу ташыу“.

Батыр:  Кемдәр етеҙ, кемдәр өлгөр,

Минең янға килегеҙ.

Әйҙә ҡарайыҡ уҙышып,

Тоҡтар кейеп ярышып.
6 сы уйын. “Тоҡ кейеп йүгереү”.

7 се уйын. “Арҡан тартыш”.

Тәрбиәсе: Афарин, балалар! Бик етеҙ, шәп, көслө икәнһегез!

 Элек һабантуй бер нисә көн барған. Һәр ырыу  үҙенең бар һәләтен, батырҙарын күрһәтергә, һәр ҡайһыһы тирмәләрҙә ҡунаҡ булып сығырға тейеш булған.

 Быуаттарҙан беҙгә килгән
Һабантуй байрамдары.
Хал
ҡымдың изге йолаһы,
Йәй
ҙең күрке, йәмдәре.
Һабан, һабан, һабантуйы,
Күкрәп үтер иген туйы.
Тү
ҙемһеҙлек менән көтә
Хал
ҡым уны бер йыл буйы.

Әйҙәгеҙ, балалар, Батыр, тирмәгә инеп, ҡоймаҡ менән сәй эсеп алайыҡ!

 Рәхим итегеҙ!

Тәрбиясе Мәсәлимова Рәүилә Рәүил ҡыҙы.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында

: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....

Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аралашыу мөмкинселектәре

В материале  описываются возможности  общения воспитанников в современном детском саду...

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Һабантуй байрамы

Һабантуй байрамы...

Балалар баҡсаһында "Яҙ байрамы"

Уртансылар төркөмөндә яҙ байрамы....

Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"

Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...