Проект
проект

Альбекова Гульсум Шагибаловна

БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНЕҮҘӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ СИСТЕМАЫН КАМИЛЛАШТЫРЫУ БУЙЫНСА  ПРОЕКТ ЭШЕ  “Илем,ерем,телем”

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл proekt_ilemeremtelem.docx131.38 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ ҡалаһы

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы Баланы  үҫтереү үҙәге- «Айыуҡай» балалар баҡсаһы

БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНЕҮҘӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ СИСТЕМАЫН КАМИЛЛАШТЫРЫУ БУЙЫНСА

ПРОЕКТ ЭШЕ

                           “Илем,ерем,телем”

                                  Баймаҡ - 2021

  1. Инеш һүҙ.
  2. Проекттың актуаллеге.
  3. Проекттың маҡсаты һәм бурыстары.
  4. Проект эш планы.
  5. Проекттың эш йомғаҡтары.
  6. Балалар баҡсаһының төп эш ҡаҙаныштары.
  7. Әҙәбиәт сығанаҡтары

       

                                         Инеш һүҙ

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһындағы Федераль законы һәм Федераль Дәүләт белем биреү стандарттары ғәмәлгә инеү менән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының эше ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Был үҙгәреш балаларҙы тәрбиәләүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе булған патриотик тәрбиә мәсьәләһенә лә ҡағылмай ҡалманы һәм үрҙә әйтелгән рәсми документтарҙа һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Атап әйткәндә, балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү йүнәлеш бар яҡтан да яңыртыу, шул уҡ ваҡытта боронғо тәрбиә ысулдарын да күҙҙән ысҡындырмау илебеҙҙең төп сәйәси маҡсаттарының береһенә әйләнде. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн рухи шарттар, рухи мөхит булдырыу, заман талабына ярашлы тәрбиә биреү зарур икәнлеге барыбыҙға ла мәғлүм.

Баланы патриотик рухта тәрбиәләү өсөн уны бәләкәйҙән тыуған төбәк тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнеүҙән башлау мөһимлеге, ғаилә абруйының йәмғиәттәге ролен күтәреү кәрәклеге был проблеманың актуаллеген, көнүҙәк мәсьәлә икәнлеген күрһәтә лә инде. Ғөмүмән, баланы патриотик рухта тәрбиәләү эшен системаға һалыу, федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы балалар баҡсаһынан башлап артабан байытып, тулыландырып дауам итеү мотлаҡ.  

        Беҙ ғилем, мәғрифәт, техника – ғөмүмән үҫеш кимәленең аҡыл етмәҫ дәрәжәлә юғары күтәрелгән бер заманында йәшәйбеҙ.

   Рухи байлыҡтарға ҡарата күңелдәребеҙ ҡырыҫлана, китап уҡыуҙар кәмеп бара, әхлаҡ нигеҙҙәребеҙ бушанҡыраған. Ә бит китаптар уҡыр өсөн яҙылған , төрлө риүәйәттәр, легендалар тыңлар өсөн һөйләнелгән, өгөт-нәсихәттәр фәһем алыу, тәрбиәле булыу өсөн бирелгән.

   Һәр осорҙа ла йәш быуынды рухи яҡтан бай, физик  яҡтан көслө итеп тәрбиәләргә тырышҡандар.

   Башҡорт халҡында тәрбиә ҡанундары теҙеп кенә яҙылмаған, әммә уның барлыҡ ижадында тәрбиә рухы сағыла: фәлсәфәүи фекерле эпостарҙан башлап йомаҡтарға тиклем, мәшһүр көйлө оҙон йырҙарҙан алып таҡмаҡтарға, бейеү һәм ҡул эштәренә саҡлы һәм был хәҙерге көндә лә актуаллеген юғалтмаған.

   Федераль белем биреү стандартына “Рәсәй Федерацияһының мәғәриф һәм фән министрлығының 17.10.2013 йылда № 1155-се ҡарарына»  нигеҙ булып  рухи байлыҡ, изгелек тора.

   Яңы стандарттарға ярашлы балалар баҡсаһында   телмәр  үҫешен арттырыуға йүнәлтелгән һәм милли культураны, тыуған телде, тыуған төбәкте, илде өйрәнеүе аша байытылыуын күҙ уңында тота. Үҙ халҡының рухи байлығын милли мәҙәниәтен өйрәнеү уны төбәктә йәшәгән  башҡа милләт мәҙәниәте менән байытыу балала кешелек ҡиммәттәренен эҙмә-эҙлелеген аңлауға булышлыҡ итеп, юғары дәрәжәле милли үҙ-аңлы һәм рухи мәҙәниәтле шәхес булып формалыуына һәм үҫешенә нигеҙ һала. Беҙҙең киләсәгебеҙ, халҡыбыҙҙың яҙмышы йәш быуындың бөгөнгө тәрбиәһе менән тығыҙ бәйләнгән.

  Халҡыбыҙҙың киләсәк быуыны телле лә, рухлы ла булһып үҫһен өсөн беҙ уның күңеленә тос, матур сифатлы орлоҡтар сәсергә тейешбеҙ.

    Ағас тамырынан һут алған кеүек, йәш быуындыңда үҙ милләтенең рухи ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиәләнеүе мотлаҡ. Үҫеп килгән быуынды көслө рухлы, илһөйәр итеп тәрбиәләү – бөгөнгө мәғариф өлкәһендә лә төп мәсьәләләрҙең береһе.

Илһөйәрлек тойғоһон балала уятыу өсөн бала тәрбиәләүҙә рухи хазина булған фольклорҙы, нәфис әҙәбиәтте киң ҡулланыу зарур.

Нәфис әҙәбиәт, балалар фольклоры аша күпме белем, фәһем, рухи байлыҡ алырға була.

                            Проекттың актуаллеге

Ошоларҙан сығып мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында патриотик тәрбиә биреү моделен булдырыу кәрәклеге асыҡланды. Был эш балалар баҡсаһының мөмкинселектәрен, традицияларын, тәрбиәләнеүселәр контингентын, кадрҙар потенциалын иҫәпкә алып башланды. Был системаның ғилми яңылығы – балалар баҡсаһы менән ғаилә араһында яңы бәйләнеш булдырыуҙа. Ул педагогтарҙың һәм белгестәрҙең ата-әсәләр менән ышаныслы, дуҫтарса бәйләнештә булыуы менән характерлана һәм ғаиләнең төп тәрбиәүи позиция икәнен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Баланы үҫтереү үҙәге “Айыуҡай” балалар баҡсаһының алдында туған телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эштәрҙең сифатын күтәреү иң актуаль  проблемаларҙың береһе булып тора.

                                               Проекттың маҡсаты

-мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа тыуған яғыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте аша тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү;

- балаларҙың телмәрен милли-төбәк компоненттарына таянып, туған телендә белем биреү, әсә телендә һөйләү ҡеүәһен һәм аралашыу телмәрен үҫтереү;

-башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадына:әкиәттәренә, легендаларына, әйтемдәренә, мәҡәлдәренә, ауыҙ-тел ҡомартҡыларына ҡыҙыҡһыныу уятыу;

- балалар баҡсаһы менән ата-әсәләрҙең патриотик тәрбиә биреү буйынса бәйләнешен өйрәнеү;

- патриотик тәрбиә буйынса методик материалдар әҙерләү (конспект, уйынлы-ролле уйындар һ.б.);

- бирелгән йүнәлеш буйынса эш һөҙөмтәләренә мониторинг һәм диагностик материалдар төҙөү;

- традицион булмаған эш алымдарын билдәләү.

                                        Проекттың бурыстары

  1. Инновацион технологиялар ҡулланыу аша мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу.
  2. Балаларға башҡорт теленең байлығын халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеү аша күрһәтеү.

 3. Төрлө эшмәкәрлектә( уйын, коммуникатив, танып-белеү,эҙләнеү-тикшеренеү,хеҙмәт,конструкторлау,һүрәтләү,музыка, хәрәкәт, нәфис әҙәбиәт һәм фольклорҙы ҡабул итеү) вариатив формаларҙы, ысулдарҙы, методтарҙы тормошҡа ашырыуҙы баланың үҙ туған теле аша еткереү.

     Проектта ҡатнашыусылар: педагогтар, тәрбиәләнеүселәр,ата – әсәләр .,

Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты- оҙайлы, 2017- 2018 й; 2018-

2019 й; 2019-2020 й; 2020-2021й.

 

Проект эш планы

Йөкмәткеһе

Үткәреү

ваҡыты

Ҡатнашыу кимәле

Яуаплылар

1

Проект        буйынса        эшсе төркөм булдырыу

Сентябрь 2017й

Балалар баҡсаһы

Балалар баҡсаһы мөдире

Өлкән тәрбиәсе

2

Проект        темаһы        буйынса

норматив        документтар өйрәнеү

Сентябрь

- октябрь 2017й

Балалар баҡсаһы

Ижади төркөм

3

М.Аҡмулла исемендәге БДПУ менән берлектәге “Балалар ойошмаһында патриотик белем белем биреү моделе” йүнәлешендәге эксперименталь майҙансыҡтың эшен дауам итеү.

“Башҡортостан-тыуған илем”программаһын Мәғариф министрлығына тәҡдим итеү.

Сентябрь 2017й.

Мәғариф министрлығы

Ижади төркөм

4

Педагогтар        өсөн консультация

«Бала телмәрен үҫтереүҙә ғаилә мөхитенең роле »

Октябрь 2017й.

Балалар баҡсаһы

Уҡытыусы – логопед

Мифтахитдинова Р.С.

5

Консультация                «Баланы тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһының  роле»

Ноябрь 2017й.

Балалар баҡсаһы

Педагог- психолог

Байымова Г.А.

7

Эксперименталь майҙансыҡ сиктәрендә “Башҡортостан-тыуған илем” программаһы ҡушымтаһы “Башҡортостан-Гөлбостан” хрестоматияһын “Китап” нәшриәтендә баҫтырыу

Ноябрь 2017й.

Мәғариф министрлығы

Эксперимент майҙансығының  ижади төркөмө

8

  «Йыл        педагогы-        2017»

район                                          конкурсында ҡатнашыу

2017й.

Баймаҡ ҡалаһының мәғариф бүлеге

Тәрбиәсе Мөхәмәтйәрова А.Т.

9

Баймаҡ ҡалаһының мәғариф бүлеге ойошторған «Телмәр үҫтереү буйынса дидактик уйындар»

бәйгеһендә ҡатнашыу

2017й.

 Баймаҡ ҡалаһының мәғариф бүлеге

Тәрбиәселәр һәм белгестәр

10

Балалар        баҡсалары педагогтары                өсөн Башҡортостан

Республикаһы мәғарифты үҫтереү        институты ойошторған  “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға поликультур белем биреү” квалификацияны үҫтереү курстарын  үткәреү

Март 2017й.

Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты

З.Ғ.Нафиҡова

тәрбиәселәр   белгестәр

11

«Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү өлкәһе лидеры»

Май 2017й.

“Дошкольный мир”

Белгестәр

Тәрбиәселәр

12

«Рыбаков                фонды» ойошторған Л.С.Выготский        исемедәге педагогтар һәм студенттар араһындағы        конкурста ҡатнашыу

2018-2019й.

«Рыбаков фонды»

Уҡытыусы –логопед Мөхәмәтйәрова А.Т.

13

Рәсәй кимәлендәге “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында баланы социализациялау” ғилми-практик  конференция үткәреү

Май 2017й.

Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

йәмәғәтселек

 

14

Зона семинары «Мәктәпкәсә ойошмала ФДБС-на ярашлы белем-тәрбиә эшенең яңы йүнәлеше»

Март 2018й.

Хәйбулла районы мәғариф бүлеге

Эшсе төркөм

15

Электрон балалар баҡсаһы

“Салауат Юлаев образы-кескәйҙәргә”,”Башҡортостан-Гөлбостан” контенттарын булдырыуға ҡушылыу, сығыш яһау

Март 2019

БДПУ

Балалар баҡсаһы мөдире

Ғилми етәксе

Өлкән тәрбиәсе Педагогтар

16

Бөтә Рәсәй ғилми – практик конференция

«Мәктәпкәсә белем биреүҙә яңы векторҙар»

апрель2018й.

Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты

Өлкән тәрбиәсе

17

Бәйге «Бишек йыры»

Декабрь 2018

Балалар баҡсаһы

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

йәмәғәтселек

18

Оҫталыҡ дәресе        

«Телмәр үҫтереүҙә интерактив уйындар ҡулланыу»

Ғинуар 2019

Балалар баҡсаһы

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

йәмәғәтселек

Тәрбиәсе

19

Баймаҡ районы Темәс ауылында

Ғинуар

2019

Баймаҡ ҡалаһы

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

йәмәғәтселек

20

Республика кимәлендә ойошторолған «Милли кейем-                халҡым мираҫы» темаһына берҙәм дәрес        конкурсында ҡатнашыу

сентябрь2019й.

Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты

Ҡашҡарова Н.Ҡ

Байымова Г.А.

21

«Атанан күргән уҡ юнған»  

     

    конкурсында ҡатнашыу

апрель2019й.

Балалар баҡсаһы

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

йәмәғәтселек

Педагогтар

22

Тәрбиәселәр һәм белгестәр        өсөн

«Бизиборд» конкурсында ҡатнашыу

Февраль 2019

“Дошкольный мир”журналы

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

йәмәғәтселек

Тәрбиәсе

23

Консультация

«Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен, телде өйрәнеүҙә квест технологияһын ҡулланыу»

Март 2019

Балалар баҡсаһы

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

йәмәғәтселек

Тәрбиәсе

24

Семинар – практикум « Корекцион эш йүнәлешендә логоритмик күнегеүҙәр ҡулланыу»

Апрель 2019й

Балалар баҡсаһы

Т Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

йәмәғәтселек

әрбиәсе

25

Республика        фәнни        – ғәмәли        конференцияла

«Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү өлкәһе тарихы һәм яңы аҙымдары

Ноябрь 2019

Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

йәмәғәтселек

26

Педсовет-түңәрәк өҫтәл        «Баланы үҫтереүҙә конструктив эшмәкәрлек»

Май 2019

Балалар баҡсаһы

Мөдир

Өлкән тәрбиәсе

27

 Семинар-практикум«Мәктәпкәсә Балалар баҡсаһы йәштәге балаланың телмәр үҫешендә методик әсбаптәрҙең әһәмиәте»

2019й.

Балалар баҡсаһы

Балалар баҡсаһы мөдире

Өлкән тәрбиәсе

28

Республика “Регональ программаларҙы тормошҡа ашырыу технологиялары” исемле конференция

Декабрь 2019

Ижади төркөм Педагогтар

29

 «Күргәҙмәлелек моделләштереү аша балала илһөйәрлек тойғоһо уятыу» темаһы аҫтында зона конференцияһында ҡатнашыу

Ғинуар 2019

Уҡытыусы – логопед

Мифтахитдинова Р.С.

30

Семинар-практикум «Художество-эстетик өлкәлә әкиәт терапияһы технологияһы

»

Февраль 2019

Балалар баҡсаһы

Өлкән тәрбиәсе

31

Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының республика форумы

“Этномәҙәниәт компонентын ҡулланыу”

Март 2019

Мәғариф министрлығы

Стәрлетамаҡ

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

32

Инновацион проекттар фестивале

 «Халыҡтар дуҫлығы»

декабрь 2020

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

33

Аҡ тирмә милли-мәҙәни үҙәк менән берлектә        «Урал батыр мәктәбе»эксперименталь майҙансығы асыу, пландар ҡабул итеү.

сентябрь 2020

Аҡ тирмә милли-мәҙәни үҙәк

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

34

“Урал батыр” эпосы персонаждары бәйгеһе

Октябрь 2020й.

Балалар баҡсаһы

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

35

Белгестәр, тәрбиәселәр ҡатнашлығында «Алтын тирмә» бәйгеһен ойоштороу

Ноябрь 2020й

Балалар баҡсаһы

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

36

Балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын һөйләүселәр бәйгеһен үткәреү

Апрель 2021й.

Балалар баҡсаһы

Белгестәр Тәрбиәселәр

37

 “Урал батыр вариҫтары” йыйыны үткәреү.

Май 2021й.

Балалар баҡсаһы

Етәкселек

Тәрбиәселәр

Белгестәр

йәмәғәтселек

Проект эше йомғаҡтары

                 Бәйләнешле телмәр үҫтереү буйынса йыйылма диагностика  һөҙөмтәләре

                      Бәйләнешле телмәр үҫтереү

                       Ата-әсәләр менән бәйләнеш һөҙөмтәһе

        

                   Этномәҙәниәт буйынса предметлы үҫтереүсе мөхит булдырыу

                                           йыл аҙағы

йыл башы

                                                               

                                               Ата- әсәләр өсөн анкета

“Балағыҙҙың туған телебеҙгә ҡарашы”

  • Балағыҙ ниндәй телдә һөйләшергә ярата?
  • Балағыҙҙың  туған тел менән ҡыҙыҡһыныуын нисек арттыраһығыҙ? 
  • Балағыҙ үҙен ҡыҙыҡһындырган темаға төрлө мәғлүмәт сараларынан (радио, телевизор, газета-журналдар, интернет, һ.б.) яуап табамы?
  • Дуҫтары һәм ололар менән ниндәй телдә аралаша?
  • Әңгәмәлә иркен ҡатнашамы?
  • Уйында, иҗади эштәр эшләгәндә (хикәйә, шиғыр ижад итеү, рәсем төшөрөү, һ.б.)ҡыйынлыҡ кисерәме?
  • Яратҡан әкиәте, йыры, шиғыры бармы? Ниндәй?
  • Балағыҙҙы башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады мауыҡтырамы? Ғәиләлә башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте тураһында һорауҙар менән күберәк кемгә мөрәжәғәт итә? 
  • Балағыҙҙың  ҡыҙыҡһыныусанлыҡ дәрәжәһе ниндәй тип уйлайһығыҙ: юғары, түбән, даими, үҙгәреүсән һ.б. 
  • Ғаиләлә балағыҙҙың башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һ.б. менән  ҡыҙыкһыныусанлығын арттырыу өсөн нимәләр эшләнә? 

«Айыуҡай» балалар баҡсаһының

төп эш ҡаҙаныштары

дата

Һөҙөмтә

1.

2016

“Йыл балалар баҡсаһы”район конкусы еңеүсеһе

2.

2017

“Йыл балалар баҡсаһы” район конкусы еңеүсеһе

  3.

   2017

«Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү өлкәһе лидеры»

4.

2018

«Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү өлкәһе лидеры»

5.

   2018

«Өлгөлө балалар баҡсаһы»        (Образцовый детский сад) бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

6.

2019

“Йыл балалар баҡсаһы”район конкусы еңеүсеһе

2019

Сертификаты за участие в конкурсах «Здравствуй-здравствуй сказка!», международного конкурса к 100-летию рождения М.Карима.

7.

2019

2 место в Республиканском  конкурсе  «Фестиваль инновационных практик в образовании»  с работой «Хоровод народов Башкортостана»

8.

2020

Благодарственные письма ИРО РБ за плодотворное сотрудничество, Уфа.

9.

2020

Благодарственное письмо  Ассоциации образовательных организаций “Электронное образование Республики Башкортостан”за активное участие в разработки и реализации модели “Сетевой электронный детский сад”

                                        Әҙәбиәт сығанаҡтары

  1. Ф.Г.Аҙнабаева, Г.Ш.Әлбәкова, А.Р.Буранбаева, К.Ф.Мортаева. Башҡортостан Республикаһын өйрәнеү программаһы. Башҡортостан

тыуған илем. – Өфө: Китап, 2017;

  1. Ф.Г.Аҙнабаева, Г.Р.Йылҡыбаеваа А.З.Нарынбаева, М.Р.Харисова, Р.И.Әминева “Гөлбостан”. Телмәр
  2. Ф.Г.Аҙнабаев, Л.М.Иманғолова, А.Т.Мөхәмәтйәрова үҫтереү буйынса методик ҡулланма (башҡорт телендә). - Өфө: Китап.2010;. Башкортостан

Гөлбостан. Башҡортостан Республикаһын өйрәнеү буйынса хрестоматия. - Уфа: Китап.2017.

  1. Инновационная программа «От рождения до школы» под редакцией Н. Е. Вераксы, Т.С.Комаровой, З.М.Дорофеевой (2020г.);

Н.Е.Веракса, А.Н.Веракса.Проектная деятельность дошкольников. – М: Мозаика – Синтез, 2010.

Л.Н.Гасанова, Р.Х.Гасанова. Словесное творчество дошкольников на основе национальной культуры башкирского народа. – Уфа: издательство, ИРО РБ, 2016;

Р.Х.Гасанова. Развитие образной речи детей дошкольного возраста средствами художественной литературы. – Уфа: издательство, ИРО РБ, 2015;

5.Интернет ресурсы.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Исследовательский проект «ВОЛШЕБНАЯ ВОДА» Участники проекта: педагоги и дети подготовительной группы. Руководитель проекта: воспитатель Тюленёва Т.А.

Большую роль в экологическом образовании дошкольниковиграет практическая, исследовательская деятельность вприродных условиях. К сожалению, современные дети, особенногородские, имеют весьма огран...

пед.проект "По страницам ВОВ" визитная карточка портфолио проекта, план реализации, проект текстовый вариант, презентация

педагогический проект по патриотическому воспитанию. цель, задачи план реализации содержание....

Социально-коммуникативное развитие младших дошкольников в рамках реализации ФГОС. Долгосрочный проект «Дорожная грамота». Паспорт проекта. Тип проекта- практико-ориентированный, коллективный. Вид проекта - долгосрочный, сентябрь 2018 года - май 2019 года

Актуальность проекта.Ежедневно в дорожно-транспортных происшествиях получают травмы, и гибнет много людей. Дошкольники составляют четвертую часть от общего числа пострадавших в ДТП дете...

Проект "Спортивная зима" Спортивно-познавательный проект «Спортивная зима» Цель проекта: Расширение представлений детей о зимних видах спорта. Задачи проекта: - создавать условия для сознательного изучения детьми здорового образа жизни; • ознакомление с

Спортивно-познавательный проект «Спортивная зима» Цель проекта: Расширение представлений детей о зимних видах спорта. Задачи проекта: - создавать условия для сознательного изучения детьми здоро...

Паспорт проекта «Пчёлкин огород». Тип проекта : среднесрочный, исследовательский. Участники проекта : дети, воспитатели, родители воспитанников. Возраст детей: 6 – 7 лет. Цель проекта: Создание условий в группе и на участке для развития познавательного и

Задачи проекта:Расширять знания детей и представления о культурных  растениях и цветах (их строении и полезных свойствах овощей).Знакомить детей с особенностями выращивания цветов и культурных ра...

МАДОУЦРР д/c «Теремок» Проект «Волшебница вода» " в средней группе «Почемучки» Воспитатель: Ганшу О.А.. 2022г. Проект: краткосрочный (с1.02 -20.02.22) Тип проекта: познавательно – исследовательский. Участники проекта: дети средней группы, воспитат

Проблема:  Отсутствие у детей представлений о значении воды в жизни всего живого на земле.Актуальность проекта: Экологическое воспитание, как никогда, является одной из актуальнейших проблем...

Проект в подготовительной группе на тему: «Зимующие птицы» Вид проекта: познавательно-исследовательский, информационно-творческий. Продолжительность проекта: краткосрочный (1 неделя. С 19.12.2022 – 23.12.2022) Авторы проекта: воспитатель Анисимова

Проект в подготовительной группе на тему:«Зимующие птицы»Вид проекта: познавательно-исследовательский, информационно-творческий. Продолжительность проекта: краткосрочны...