Сценарий
проект

Альбекова Гульсум Шагибаловна

                Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_otkrytie_goda_bashk.yaz_.docx19.82 КБ

Предварительный просмотр:

                Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы

Ҡурай моңо яңғырай, алып барыусы һәм ике бала инә.

Алып барыусы:

Сәләмдәр бирәм, ҡан-ҡәрҙәштәр

Хәйерле көндәр теләп,

Башҡорт теле йылы килһен

Төклө аяғы менән!

Байрамыбыҙ йәнле барһын

Яҡшы һүҙҙәр әйтәйек.

Башҡорт илен, башҡорт телен

Күктәргә күтәрәйек.

Бер тигәс тә ни яман?

Телең бер саҡ юйылһа,-
Бына ошолор яман...
Ике тигәс тә ни яман?

Телһеҙ ҡалыу,ай,яман,
Ерһеҙ ҡалыу,ай,яман.

Өс тигәс тә ни яман? -
Рухың һүрһәң - шул яман;
Заман еленә шашынып
Телең юйһаң - шул яман;

Дүрт тигәс тә ни яман?
Әсә теле китабын
Ситтән эҙләү,- шул яман;

Биш тигәс тә ни яман?

Ил башында торғаны
Тел белмәһә,- шул яман;

Бер тигәс тә ни яҡшы?

Беренсенән был һорауҙы
Биреүҙәр - үҙе яҡшы!

Икенсенән, теле өсөн,
Иле өсөн, ере өсөн
Иҙел кисәр ир яҡшы!

Өсөнсөнән ни яҡшы?

Өлгөр булыу ҙа яҡшы!

Дүртенсенән, шуны әйтәм

Данла башҡорт ояһын!
Данла тыуған еркәйеңде,
Данла үҙе телкәйеңде,
Дөрләп йөрәгең янһын!
Биш тигәндә ни яҡшы?
Берҙәм булһаң, шул яҡшы!

Алып барыусы:
Барса башҡорттар берләшеп
Бергә барыу , шул яҡшы!
Бүленмәйек, башҡорттар!
Бирешмәйек, башҡорттар!
Башҡортостан беҙҙең ил!
Бабам, атам тыуған ер!
Быуындарҙан- быуындарға
Белгәнде тапшыра бел!
Башҡорт теле туған телде
Балаңа белдерә бел!
Башҡортта бөтмәһен тел!
Бының өсөн һәр башҡорт
Булһын оло яуаплы!
Балаң башҡорт рухлы булһа,
Башҡорт телен бишкә белһә,
Булырһың һин һауаплы!
Башҡортостан балҡыһын!
Бирсе йөрәк ялҡынын!
Баш булып үҙе илеңдә
Бирешмә! Ғорур атла!

Йыр Башҡортостан-гөлбостан (мәктәпкә әҙерлек төркөмө)


Йыр Халҡыма! (Узянбаева Г.Н.)

Алып барыусы: 

-Хәйерле көн, башҡорт рухлы,тыуған телен- Башҡорт телен һөйөүсе  ҡәрҙәштәребеҙ!

- Һеҙгә башҡорт рухлы,үҙ телен,илен һөйөүсе  Айыукай балалар баҡсаһы балалары һәм коллективынан ҠАЙНАР СӘЛӘМ!!!

Фанфары

-Милләттәштәрем!ИлебеҙБөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаған йылда барыбыҙ өсөндә  ҡыуаныслы хәбәр-2020 йыл Республикабыҙҙа БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ЙЫЛЫ тип иғлан ителде!!! Фанфары

Шул  йәһәттән, бөгөн  беҙҙең балалар баҡсаһында Баймаҡ районы мәғариф бүлеге тарафынан иғлан ителгән “Телен белгән генә илен белер ” эстафетаһы  старт ала!. 

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү тураһындағы инициативаһы (артабан-Инициатива) Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбиров тарафынан хуплау тапты һәм Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән субъектарында бойомға ашырыла.

Инициативаның төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу һәм республикала һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә уны уҡытыу шарттарын төрлө кимәлдә яҡшыртыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү. 

Инициативаның бурыстары: 

балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә белем биреү процесын оптималләштереү аша башҡорт телен туған тел булараҡ йәштәр, балалар һәм ата-әсәләр араһында популярлаштырыу, шулай уҡ башҡорт телен уҡытыу буйынса башҡа төрлө майҙансыҡтар булдырыу;

халыҡ педагогикаһы нигеҙендә территориаль (ауыл, район, ҡала) халыҡ йолаларын, уҡытыу һәм тәрбиә биреү традицияларын тергеҙеү;

Бында әйтеп кителгән бурыстар беҙҙең балалар баҡсаһында киң кимәлдә үтәлә бара. Балала телгә һөйөү тәрбиәһе милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халҡыбыҙ йолаларын өйрәнеү аша саф башҡорт теле аша бирелә.

 “Әсәй!” тигәндә лә һин кәрәк,
“Атай!” тигәндә лә һин кәрәк.
Берҙән-берем, айым, ҡояшым,
Тип әйтһәм дә, телем, һин кәрәк.


Донъяла иң-иң матур ил —
Ул минең Тыуған илем.
Донъяла иң-иң матур тел —
Ул минең туған телем.

«Балам!» — тип туған телдә
Өндәшә миңә әсәм.
«Әсәкәйем!» — тип үҙенә
Мин туған телдә әйтәм.  

    Үҙ телемдә һөйләшәм -
Миңә ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм -
Мин ҡояшҡа тиңләшәм.
     (икенсе кескәйҙәр төркөмө)
Был юҫыҡта эш илһөйәр ата-әсәләрһеҙ бармай. Улар балаға өлгө булып торалар. Илем, ерем, телем тип янып йәшәгән ғаиләләр күп беҙҙең балалар баҡсаһында. Шуларҙың бер нисәүһен генә беҙ был сараға саҡырҙыҡ.

-Набиуллин Рөстәм Радик улы ҡыҙы Алина менән:

  Йыр “Сыбай ҡашҡа”

-Давлетшина Луиза Рафкатовна улдары Айтуған һәм Ғайсар менән

Йыр “Башҡортостан-гүзәл илкәйем”

  •                                Гөлфинә Зәғәфур ҡыҙы улы Самат менән

Эстафетаға старт биреү  һәм бөгөнгө байрамда ҡатнашыусыларҙы сәләмләү өсөн һүҙ бирелә.

,рәхим итегеҙ!

         

-Башҡорт теле йылы эстафетаһын тапшырыу өсөн һүҙ Ләйсән Марат ҡыҙына бирелә.

Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ, әйҙәгеҙ әле ,бергәләп сарабыҙҙы Рәми Ғәриповтың тыуған  телебеҙҙе данлап яҙылған үлемһеҙ  Аманат ҡобайырын йырлап   тамамлайыҡ.  

Ҡобайыр Аманат    (коллектив башҡарыуында)

  • Ил йортобоҙ тыныс булһын,атаһы таңдарыбыҙ аяҙ булһын!
  • Илебеҙҙең киләсәге өмөтлө булһын тигән теләктәрҙә беҙ һеҙҙең менән хушлашабыҙ!
  • Иҫтәлеккә фото төшөү.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

« Чудо от доброго сердца» сценарий музыкального кукольно-драматического спектакля по мотиву сказки Ганса Христиана Андерсена «Дюймовочка» ,автор сценария — Савиных Ольга Сергеевна.

Уважаемые коллеги и родители! Представляю Вашему вниманию сценарий, по которому был поставлен спектакль с детьми старших групп. Драматургическая эклектика дала возможность раскрыть свои таланты каждом...

Сценарий музыкальной сказки-импровизации для детей 5-го года жизни "Курочка Ряба", сценарий новогоднего утренника для малышей "В гостях у Умки"

Разработка сценария музыкальной сказки -импровизации"Курочка Ряба" может быть использована к весеннему праздничному развлечению 8 марта.  В сценарии использован музыкальный материал по программе ...

Сценарий организованной деятельности детей II младшей группы. Мир природы. Тема: «Помощники» Интеграция образовательных областей: «Познание», «Художественное творчество», «Коммуникация», «Физическая культура» Сценарий организованной деятельности дете

Программные задачи.   Научить детей классифицировать овощи и фрукты и дать понятие, где они растут.Закрепить понятие: широкий, узкий.Развивать речь детей, мышление, внимание и память. Активи...

Сценарий физкультурного досуга для детей старшего дошкольного возраста «Если очень захочу — в космос скоро полечу!» Аксинья Попова Сценарий физкультурного досуга для детей старшего дошкольного возраста «Если очень захочу — в космос скоро полечу!» Сценар

Сценарий физкультурного досуга для детей старшего дошкольного возраста «Если очень захочу — в космос скоро полечу!»Аксинья Попова Сценарий физкультурного досуга для детей с...

Сценарии праздников.2019г. ДОСУГ по сказкам А.С.Пушкина. Сценарий утренника "До свидания детский сад". Сценарий праздника " 8-МАРТА".

1. ДОСУГ по сказкам А.С.ПУШКИНА. 2019г.2.СЦЕНАРИЙ УТРЕННИКА  " ДО СВИДАНИЕ ДЕТСКИЙ САД." 2018г.3.СЦЕНАРИЙ ПРАЗДНИКА "8-МАРТА"....