Габдулбасырова Гульназ Зафировна

Сайт учителя башкирского языка и литературы

Профессия: учитель башкирского языка и литературы

Профессиональные интересы: Чтение художественной литературы, анализ художественного текста

Увлечения: Чтение художественной литературы, вязание, вышивание, шитье, создание декораций для мероприятий, кулинария.

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Чекмагуш

Место работы: МБОУ-Гимназия с.Чекмагуш

Навигация

Последние записи в блоге
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/elzarasikhovna

               Здравствуйте уважаемые друзья! Я рада приветствовать Вас на своем сайте. Материалы, которые вы здесь найдете, надеюсь окажутся полезными в вашей педагогической и творческой деятельности. Также буду благодарна, если Вы посчитаете необходимым поделиться со мной своими мыслями и пожеланиями.

О себе

   Учитель первой категории. В МБОУ-Гимназии уже много лет я обучаю детей башкирскому языку и литературе. В своей работе стремлюсь к совершенству. День за днем стараюсь заложить в души своих учеников самые светлые искренние и лучшие качества. Для этих целей обращаюсь к лучшим традициям российской педагогики и к инновационным образовательным технологиям.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

М.Карим "Долгое-долгое детство"

                        Т.Ғарипова "Бөйрәкәй"

                                      Т.Ғиниәтуллин "Тау артында ниҙәр бар?"

                                                                                                        

Мой взгляд на мир

Мир не совершенен, но он прекрасен.

Человек не идеален, но в его силах приблизиться к идеалу.

Ежедневная неустанная работа над собой - вот залог успеха.

Моё портфолио

Һәр кем күңелендә  бала саҡтың яҡты  хәтирәләрен һаҡлай. Мин дә ул ваҡыттарға уйҙарым менән йыш ҡайтам. М.Кәримдең “Оҙон –оҙаҡ бала саҡ” повесында яҙылғанса, «…теләйһегеҙме һеҙ, теләмәйһегеҙме, әммә бала сағығыҙ һәр саҡ артығыҙҙан эйәреп йөрөр” Мин дә йыш ҡына бала саҡ хәтирәләренә ҡайтам.

Минең бала сағымдың төрлө саҡтары  булды. Шатланып мәктәп буҫағаһын атлаған осорҙа ғына әсәйемде юғалттым. Күңелем менән әсәм урынына беренсе уҡытыусыма тартылғанмындыр инде. Асия апай ҙа әсә наҙына һыуһаған балаға йән  йылыһын ҡыҙғанманы.  Һәм минең йөрәктә  уҡытыусы менән әсә образы  бер кеше булып формалашты. Шуға ла миндә уҡытыусы булам тигән хыялдың тыуыуы ғәжәп тә түгел .

Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Уҡытыусы булып мәктәп буҫағаһын кереүемә лә 20 йылға яҡын ваҡыт уҙған. Йәшермәйем, бик ауыр миҙгелдәр ҙә булды. Әммә класҡа инеп , балаларҙың нурлы йөҙҙәрен күреү менән бөтә ауырлыҡтар онотола.

Ләкин күңелемдә һорауҙар ҡала килә. Уҡыусыларға әсә наҙы бирерлек уҡытыусы була алдыммы? Дәүләт теле статусында булған башҡорт теленең нескәлектәрен, моңон, сафлығын, матурлығын балалар күңеленә еткерә аламмы? Был тыныс булмаған заманда уҡыусыларым кеше булып ҡалып, тормошта дөрөҫ юлды табалырҙармы?

         ...Мәктәбемә киләм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын асам. Күҙем кәштәләргә төшә. Йылдар буйына йыйған папкаларым, ижади материалдарым... Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары, яҡташ яҙыусылар, уҡыусыларҙың ижади эштәре һ.б.,  һ.б – бөтәһендә лә  күңелем  йылыһы , күҙ нурҙарым  ҡалған.

Республикама исем биргән халыҡтың   туған теленә балаларҙы өйрәтеүем менән  бәхетлемен.  Шул уҡ ваҡытта был ҙур бурыс та.

Мин уҡыусыларыма өйрәтеүсе итеп түгел, ысын дуҫ, серҙәш, кәңәшсе итеп ҡарарға тырышам. Улар дәрестә үҙ фекерҙәрен әйтергә ҡурҡып ултырмаһындар, уйланһындар, һорауҙар бирһендәр, ҡыҙыҡһынһындар. Бары тик ошондай мөхиттә әйтелгән һүҙҙәр генә бала күңеленә  барып етә ала. Тыуған  телдең, ерҙең изгелеге һабыйға  тел аша һеңә. М.Аҡмулла, М.Кәрим, Р.Ғарипов ижадтары аша уҡыусыларымда башҡорт халҡына ғына хас булған киң күңеллелек, алсаҡлыҡ, толерантлыҡ сифаттары үҫтерәм. Һәр көн һайын, дәрестән дәрескә, бала күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеп, башҡорт теленең шифалы һыуҙарын һибәм.

Бала күҙҙәре аша, ышаныс менән, заман үҙе  миңә баҡҡан. Мин дә заман менән бергә атларға тырышам. Сөнки минең педагогик девиздарымдың береһе, күренекле педагог Е.А.Ямбург һүҙҙәре менән әйткәндә: «Уҡыусыларҙы һәр ваҡыт ғәжәпләндерегеҙ».  Шуға ла маҡсатым: һәр дәресемдә бер яңылыҡ, асыш яһау.  Заман технологияларын, айырым алғанда, РОСТ технологияһын әүҙем ҡулланырға тырышам. Кабинетымда интернет селтәре булыу ҙа эшемдә ҙур ярҙам итә. Бигерәк тә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән коллегаларым менән тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинселегем бар. Интерактив таҡта башҡорт яҙыусыларының ижадына байҡау яһарға ярҙам итә.

Һәр йылда үткәрелгән “Башҡортостан ынйылары”, Урал батыр эпосын уҡыусыларым сығыш яһағанда ҡәнәғәтлек хисе кисерәм: эшемдең һөҙөмтәләрен тоям, тырышлығымдың бушҡа китмәгәнен аңлайым. Ошолай итеп уҡыусыларым телдең нескәлектәрен тоярға өйрәнәләр, башҡорт теленең моңон һиҙемләйҙәр, матурлығын күңелдәренә һеңдерәләр.

2015 йыл Рәсәй Федерацияһы президенты В.В.Путин тарафынан Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителеүе ҡыуаныслы.

Һүҙ - ул иң көслө ҡорал. Әхләҡи идеалдарҙың аҫты - өҫкә килгәндә, тәрән мәғәнәле әҫәрҙәр аша, яҙыусыларҙың фәһемле фекерҙәре ярҙамында ғына йәмғиәттә  мәңгелек ҡиммәттәрҙе тергеҙеп була.

Йылдар үтә. Ҡасандыр миңә асыҡ ҡараш менән йотлоғоп тыңлап ултырған балалар ҙа ир уртаһы булдылар. Уларҙың һәр береһе тормошта үҙ урындарын тапты.  Тимәк, мин бала күңеленә барып етерлек һүҙҙәрҙе табалғанмын тип, әйтә алам.

Ә ҡаршымда яңы быуын уҡыусылары. Мин тағы ла дәресемә инәм:

- Һаумыһығыҙ, балалар, дәресебеҙҙе башлайбыҙ... 

Мои публикации:
Внеклассная работа
Классное руководство
Материалы для родителей
Материалы к аттестации
Материалы методических объединений
Работа с родителями
Разное
Родной язык и литература
Сценарии праздников
Публикации моих учеников:
Добавить грамоту в портфолио