Фольклорный праздник
материал на тему

Габдулбасырова Гульназ Зафировна

Фольклорный праздник

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yyge_kon.rar17.71 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

Са3ма1ош   районы  муниципаль районы

Са3ма1ош ауылы гимназия8ы -  муниципаль бюджет

белем биреү учреждениеһы.

“Тыуған ауылым шишмәһе”  

( Үҙ ерлегебеҙҙәге һыу сығанаҡтарына, уларҙы һаҡлауға бәйле халыҡ йолаларын һәм традицияларын тергеҙеүгә бағышланған фольклор байрам сценарияһы ).

Төҙөнө: !абдулбасырова Г5лназ З9фир 3ы2ы

                                               2014 -  2015 уҡыу  йылы.

Үҙ ерлегебеҙҙәге һыу сығанаҡтарына, уларҙы һаҡлауға бәйле халыҡ йолаларын һәм традицияларын тергеҙеүгә бағышланған фольклор кисәнең  исеме:

                    “Тыуған ауылым шишмәһе” 

Кисәнең маҡсаты:

-  Башҡорт халҡының тарихи мираҫы үрнәгендә Башҡортостан республикаһы гражданинын тәрбиәләү.

- Үҙ ерлегебеҙҙәге һыу сығанаҡтарына, уларҙы һаҡлауға бәйле халыҡ йолаларын һәм традицияларын тергеҙеү.

-  Уҡыусыларҙы башҡорт ғөрөф – ғәҙәттәре, тарихы, мәҙәниәте менән таныштырыу.

-  Халыҡ педагогикаһында мөһим тәрбиә сараһы булған күмәк йыр, бейеүҙәрҙе тергеҙеү.

-  Башҡорт халыҡ ижадына, халҡының үткәненә мөхәббәт тәрбиәләү.

-  Үҫеп килеүсе быуынға экологик тәрбиә биреү.

-  Үҙ ерлегебеҙҙәге һыу сығанаҡтарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йәйге көн.  Шишмә буйы. Уҡыусылар шишмә эргәһен таҙартырға киләләр.

(  «Фазыл шишмәһе» көйөнә йырлай-йырлай инәләр.)

Сылтырап аҡҡан шишмәгә

Һыуға тип килгән инем.

Тиҙ генә әйләнеп өйгә

Ҡайтырмын тигән инем.

Шишмәгә төшкән һуҡмаҡтың

Ситтәре үлән генә.

Тормош матур,  эш тә йәмле,

Һеҙ, дуҫтар менән генә.

( Сүп йыйып йөрөүсе балалар эргәһенә әбей инә.  )  

Әбей. Собханалла, собханалла. һаумыһығыҙ,  балалар. Әллә шишмә эргәһен сүптән таҙартып йөрөйһөгөҙмө?

Малай. Эйе, әбей, беҙ йыл һайын бында килеп, шишмә эргәһен сүптән аралайбыҙ.

Әбей.  Бигерәк изге эш эшләйһегеҙ, балалар. Шишмәләр – кескенә генә булһалар ҙа, тәбиғәткә  йән кертеүселәр,  йылға,  күл,  инеш,  диңгеҙ  һәм океандарға тормош өрә торған тәбиғәт  байлыҡтары. Улар тураһында "Башы - тауҙа, аяғы - диңгеҙҙә", тигән йомаҡ та бар.

 Ҡыҙ. Әбей, мин     Саҡмағош  районында  52- нән ашыу  шишмә  бар икәнен беләм. Улар   тәбиғәтебеҙҙең төрлө ерҙәрендә, күбеһенсә тау араһынан, йә тау итәгенән бәреп сыға. Был тәбиғәт моғжизалары беҙҙе үҙҙәренең төрлөлөгө менән дә шаҡҡаттыралар. Уларҙың һыуҙары ла төрлөсә аға: урғып, уртаса, һалмаҡ, шаулап, ҡайнап .          

 Әбей.  Шишмә ауылым  халҡын  күп  йылдарҙан  бирле  тәмле  һыуы менән  ҡыуандырып  тора.  Был   шишмә  бик боронғо.  Унда ниндәйҙер  серлелек    бар.  Шишмә  көньяҡҡа  ҡарап  ағып  сыҡҡан. “Көньяҡҡа  ҡаршы  аҡҡан  шишмәләрҙең  һыуы  бик  шифалы  була. Ул  һыуҙы  эскән  кешеләр таҙа  ла, оҙон  ғүмерле  лә  була”, - тигән ололар.  

Малай.  Беҙ ҙә шишмә һыуын бик  яратабыҙ. Атай - әсәйҙәребеҙ менән дә бында йыш киләбеҙ.

 Әбей.  -Эй, балалар, бына һеҙгә ҡарайым да,  үҙемдең йәш саҡтарымды хәтерләйем. Әйткәндәй, һеҙ был шишмәнең тарихын беләһегеҙме һуң?

Балалар. Юҡ. Һөйләгеҙ әле.

Әбей. Әсәйемдең йәш сағы була әле. Йәш ҡыҙҙар урманға еләккә йөрөүсән. Бер, еләктән ҡайтҡанда, арып ағас күләгәһенә ултыралар. Эргәлә генә сылтыраған тауыш ишетәләр. Баҡтиһәң, шишмә ағып ята икән.  Шишмәнең  юлын асып, тирә – яғын үләндән таҙартҡас, ул көсләнеп китә, бөтә ауыл бында һыуға йөрөй башлай. Шишмәбеҙңең тарихы күп йылдарға барып тоташа. Утыҙынсы йылдарға Игенсе ауылы барлыҡҡа килгәс, тау битләүендә бесән сабыу өмәләре үткән булған. Бесәнселәр бик кибеккәндәр. Алып килгән сәйҙәре бөткән. Шул ваҡыт ике әхирәт карт өләсәйем Тәғлимә менән Әҡлимә әбей еләк йыйып киләйек тип соҡор буйҙарын урап килергә булалар.  Көньяҡҡа ҡарап торған бер ҡалҡыулыҡ аҫтында еләк бик күп була.  Унда саф, таҙа һыу сығанағы күрәләр.Һыуһаған бисәләр ҡулдары менән соҡор яһап, соҡорҙан һыу эскәк булалар. Соҡор тиҙҙән тула. Һыу ҡалҡыулыҡ итәгенән үк һарҡып сыға икән. Улар, шишмә таптыҡ тип, бик шатланалар. Күнәктәренә һыу алып, шатланып, өмәселәр янына ашығалар. Артабан ауыл халҡы  йыйылышып шишмәне таҙарталар, торба һалалар.

   Бала.  – Әбей,бында ниндәй         сепрәктәр, ҡулъяулыҡтар?

Әбей.  –Эй, балалар, һуғышҡа киткәндә ошо ағасҡа таҫмалар,  яулыәтар бәйләп киткәйнеләр. Күптәре ҡайтманы, ә яулыҡтар хужаларын көтәләр.  Һуғыштан еңеп ҡайтҡан һалдаттарҙы ла ошонда ҡаршыланыҡ.  Бөгөнгө көндә  лә  ошо йола буйынса хәрби  хеҙмәткә  киткән һалдаттар теләктәр теләп, таҫмалар бәйләп  китәләр.

Әбей . Эй, балалар,  күңелһеҙләнеп ултырмайыҡ әле, берәй уйын уйнап алайыҡ.

Бала.  Яулыҡ һалыш уйынын уйнайыҡ.  Яулыҡ һалыусыны һанашмаҡ әйтеп билдәләйбеҙ. Кем һанап күрһәтер?

1-се бала. Мин! Мин һанайым. (һанай)

Бер бабай юлға сыҡҡан, тәгәрмәсе боҙолған, тәгәрмәсен төҙәтергә нисә сөй кәрәк булған? (Яулыҡ һалыусы билдәләнә, балалар түңәрәккә ултыралар  һәм яулыҡ һалыусы   ҡала башлай, ә балалар таҡмаҡлай).  Уйын уйнала.

Балалар.    Йәшерәм, йәшерәм яулығымды

   Йәшел ҡайын аҫтына.

                        Һиҙҙермәйенсә һалып китәм,

                    Бер иптәшем артына.

Яулыҡ һалыусы:  Яулыҡ кемдә?  

Балалар.  Илнурҙа.

Яулыҡ һалыусы.  Илнурға  ниндәй яза бирәбеҙ?

Барыһы ла:  Әтәс булып ҡысҡырһын.

Илнур.  Юҡ, ҡысҡырмайым,  оялам.

Айгиҙ. Улай булғас йырла.

Илнур.  Ҡысҡырам инде, ҡысҡырам.

                       Кикирикүк-кикирикүк-кикирикүк.

Балалар.  Афарин, бигерәк матур булды.

Әбей.  Йәгеҙ әле, балалар, мин биргән һорауҙарға кем отҡор

              яуап  бирер икән?

Әбей. -Бер тигәс тә ни яман?

Бала. - Берле алһаң,  шул яман.

 Әбей    - Ике тигәс ни яман?

Бала. - Ике ҡулың эш белмәһә, шул яман.

Әбей.  - Өс тигәс тә ни яман?

Бала. - Өйһөҙ ҡалһаң, шул яман –

 Әбей.   - Дүрт тигәс тә ни яман?

Бала. – Дәртһеҙ булһаң, шул яман. –

Әбей.   - Биш тигәс тә ни яман?

Бала. - Бишле алмаһаң, шул яман.

Әбей.   - Алты тигәс тә ни яман?

Бала. - Аҡылың булмаһа, шул яман.

Әбей.   - Ете тигәс тә ни яман?

Бала. - Етем ҡалһаң, шул яман.

  Әбей.  -Һигеҙ тигәс тә ни яман?

Бала. – Һикһән йәшлек әсәйең, һуҡыр күҙен секерәйтеп, ҡарт

                  билен   бөкөрәйтеп, һыу килтерһә, шул яман

Әбей.  - Туғыҙ тигәс тә ни яман?

Бала. - Туҡһан йәшлек атайың , тумыртҡалай туҡылдап,

              ябалаҡтай уфылдап, утын ҡырҡһа, шул яман.

  Әбей.   - Ун тигәс тә ни яман?

Бала. - Уҡытыусыңды яратмаһаң, шул яман.

Әбей. - Һай, афарин! Һынатманығыҙ. Бик оҫта күренәһегеҙ, йырлап

              та күрһәтәһегеҙме әллә?

Азат.  Булдырабыҙ.

Алһыу.  Ғәлиә, һин ҡумыҙҙыңда уйнап ебәр әле. Ә беҙ йырлап алайыҡ.

              ( «Эх алмағастары»  халыҡ йыры көйөнә башҡарыла. )

Алһыу.                 Йәйҙең матур көндәрендә

                                  Беҙ киләбеҙ уйынға.

                        Күңел асып ял итергә

                        Бейеп- йырлап алырға.

Бергә.                    Һай, туғай, туғай, туғай,

                       Туғайҙа һайрай турғай,

                      һаман шулай һайрай турғай,

                       Беҙгә һоҡлана буғай.

                        

    Түңәрәктә уйнағанда

                      Әйләнеп йырлағанда

                      Түгелә йөрәк серҙәре

                      Шишмәләй ҡайнай унда.

Әбей. Афарин, балалар. Бейеп тә күрһәтегеҙ инде.

Илнур. Беҙ бейергә яратабыҙ. Дуҫтар,   әйҙәгеҙ бергәләшеп

                  бейеп алайыҡ.

Илнара .                  Бейегеҙ әле малайҙар,

                  Бейегеҙ әле ҡыҙҙар.

                        Үҙебеҙсә саф башҡортса

                        Йырлайыҡ әле йырҙар.

«Түңәрәк таҡмаҡтарына» саҡырам». «Бөрлөгәнем » көйө.

Бергә.                 Һай, шишмә, шишмә, шишмә,

                   Һыуы һалҡын күп эсмә.

                   Эштә ялҡын кеүек эшлә,

                   Берәүгә лә бирешмә.

Бергә.                 Тарт ҡурайың, өҙә баҫам,

                    Сирт ҡумыҙың, сыңлаһын.

                    Беҙҙең уйынға килгәндәр,

                         Тын алмайынса тыңлаһын. 

 

Бергә.                Һай, ҡурай, ҡурай, ҡурай,

                          Ҡурайыңды тарт шулай.

                          Өҙә  баҫып бейемәйсә        

                          Күңелдәребеҙ булмай.  

Бергә.                 Кил яныма, бир ҡулыңды,

                         Әйҙә уйнайыҡ бергә.

                         Уйнайыҡ та, йырлайыҡ та,

                         Күңел асайыҡ бергә.

Ҡапма-ҡаршы  килеп, бергә бейейҙәр.

Бергә.              Һай, ҡумыҙ, ҡумыҙ, ҡумыҙ,

                       Ҡумыҙҙар сыңлай икән.

                        Өҙә баҫып бейемәйенсә

                        Күңелдәр тынмай икән.

(  Әбей ҙә балаларға ҡушылып бейей.)

Әбей. һай, балалр, йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрҙәгөҙ.  Яҡыныраҡ

килегеҙ әле, балалар,  һеҙгә әйтер һүҙем бар:

  • Шишмә - һыу сығанағы ғына түгел, рухыбыҙ көҙгөһө. Шишмә һыуҙарыбыҙ алдағы быуындарға уларҙы яңартыусыларҙың рух йылыһын алып барыр. Көмөш ағымдар ауырыуҙарҙы сихәтләндерер, хеҙмәт кешеһенә көс-ҡеүәт бирер, милләттең рухын нығытыр. Шишмәләр һаҡлап, таҙартып торһаң ғына йәшәй. Юҡ икән, уларҙың томаланып юҡҡа сығыуы бар.   

Ғәлиә.  Шуға ла, дуҫтар, ошолай шишмәләрҙе таҙартып, тәртипкә килтереп торайыҡ. Унда еләк-емеш ағастары, аллы-гөллө сәсәктәр ултыртып, тәбиғәтебеҙҙе тағы ла матурлайыҡ, байытайыҡ.

 Илнур. Урмандары шаулап, болондары, ҡырҙары хуш еҫ аңҡытып, шишмәләре селтерәп аҡҡан ерҙә йәшәүе ниндәй ҙур бәхет, ниндәй ҙур шатлыҡ бит ул!

Әбей. Ҡайтышайыҡ   инде. Һеҙ ҙә арығанһығыҙҙыр.

Балалар. Ҡайтайыҡ. Һау бул, әбей.

Балалр йырлаша-йырлаша өйҙәренә таралалар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

фольклорный праздник "Как на масленой неделе"

дети знакомятся с обычаями и традициями русского народа при встрече весны и проводов зимы...

Фольклорный праздник "Посиделки".

Это заключительный урок литературы в 5 классе по теме "Фольклор"....

Сценарий фольклорного праздника «Образ птицы в весенних праздниках»

Сценарий фольклорного праздника по программе «Русские традиции и обряды» в начальной школе.Тема: Весенние обряды и обычаи твоего края.    Цель: приобщить к старинным календарным традици...

Сценарий фольклорного праздника "Календарь народных праздников. Святки"

Сенарий фолклорного праздника из цикла "Русскикие народные праздники, обряды и традиции"...

сценарий праздника "фольклорный праздник при свечах"

сценарий  праздника "фольклорный праздник при свечах"...

сценарий фольклорного праздника "Медвежий праздник" в МБОУ СОШ № 10 Майкопского района.

Благодаря фольклорному материалу мы расширяем кругозор обучающихся о малых народностях нашей великой страны, обогощаем внутренний мир ребенка путем возрождения народных традиций....

Внеклассное мероприятие – фольклорный праздник. Тема «Русский народный праздник «Красная горка»

Технологию организации и проведения праздника можно рассматривать как специальную план-программу, составленную с целью получения определённых педагогических и творческих результатов, соответственно он...