Статья "Миллэт килэсэге"
статья на тему

Габдулбасырова Гульназ Зафировна

Статья "Миллэт килэсэге"

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon millt_kilsge.doc29 КБ

Предварительный просмотр:

Милләт киләсәге – беҙҙең ҡулда.

Йәш быуынға әхләҡи тәрбиә биреүҙә туған телдең роле ҙур. Шуның өсөн дә гимназияла туған телгә бәйле сараларҙы ҙур ойошҡан төҫтә, юғары кимәлдә үткәрергә тырышабыҙ. Бөгөнгө көндә туған телдә саралар ойоштороу бик еңелдән түгел. Был эш уҡытыусынан тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә. Балаларҙа Тыуған илгә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү эшен яҡшыртыу  өсөн башҡорт халҡының иҫ киткес бай традицияларын, ғөрөф- ғәҙәттәрен, йолаларын ҡуллана белеү отошло. Быуындан – быуынға күсеп килгән был хазинаны файҙаланыу, һис шикһеҙ, тәрбиә эшенә ярҙам итәсәген аңлап, әҙәбиәт һәм тел дәрестәрендә халыҡ ауаҙ ижады өлгөләренә даими мөрәжәғәт итәбеҙ, уларҙы өйрәнәбеҙ.

 Шуның өсөн дә район һәм республика күләмендә үткән конкурстарҙа уҡыусыларыбыҙ әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар ала.. Үткән уҡыу йылында, мәҫәлән, “Башҡортостан ынйылары”  фольклор конкурсында киске уйын күренешен сәхнәләштереп, призлы икенсе урынды яулауға ирештек.

Башҡорт халҡын милләт булараҡ донъяға танытҡан <<Урал батыр эпосы>> – халыҡты меңәр йылдар дауамында милли рухта тәрбиәләүсе ҡобайыр. Был эпос – ысын мәғәнәһендә тәрбиә сығанағы. Шуның өсөн форсат тейгәндә<< Урал батыр>> сәсәндәр конкурсынан ситтә ҡалырға тырышмайбыҙ. Уға әҙерлек осоронда ятланған юлдар һанынан бигерәк баланың һүҙҙе, уның аҫылын тоя белергә өйрәнеүе мөһим. Был сараға әҙерләнгәндә беҙ уҡыусылар менән ҙур күләмле рухи хеҙмәт башҡарабыҙ. Дөрөҫ интонация менән тасуири итеп уҡырға, геройҙарҙың рухи хәләттәрен тамашасыға еткерергә өйрәнеү-  бала өсөн үҙенә күрә бер асыш, әхләҡи тәрбиә  үрнәге лә булып тора.

Йыл һайын туған телдәр аҙналығы үткәреү ҙә инде күркәм бер традицияға әүерелде, тиһәк тә хата булмаҫ. Аҙналыҡ дауамында үҙ йәштәренә тәңгәл килгән сараларҙы файҙаланып һәр класс уҡыусыларын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Башланғыс кластарҙа һүрәт конкурстары үткәрелә, 5 – 6 –сы класс уҡыусылары конкурсҡа диктант яҙып, үҙ белемдәрен һынап ҡарай. 8 – се кластар төрлө сығанаҡтарҙан яуаптар эҙләп, викторина һынауҙарын үтәләр. Өлкән кластарҙа белем алыусылар яҙыусы-юбилярҙар ижадына бағышлап тематик кисәләр әҙерләйҙәр. Ҡыуаныслы һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй, ошо саралар аша балаларҙа туған телгә ҡыҙыҡһыныу уяна.   Район кимәлендә үткән сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Үҙәкләштерелгән район китапханаһында  Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға бағышлап үткәрелгән презентациялар конкурсында 8 а класы уҡыусылары әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Альбина Фәхретдинова Гран – приға эйә булды. Ләйсән Ҡаррамова менән  Эльвина Моратова – беренсе, Нияз Мөхтәруллин өсөнсө урынға сыҡты.

Хәҙер беҙ инде республика күләменә лә сығабыҙ. Йыл һайын үткәрелгән “Кейекбаев уҡыуҙары», “Ғарипов уҡыуҙары» нда ирешкән уңыштарыбыҙ ҙа һөйөнөслө. Үткән уҡыу йылында  “Ғарипов уҡыуҙары»  фәнни – ғәмәли конференцияһында ҡатнашып, Диана Камилйәнова  «Иң яҡшы  сығыш” номинацияһында еңеүсе булды.  Гөлдәр Йосопова  ошо уҡ сарала “Рәми Ғарипов шиғырҙарын иң яҡшы башҡарыусы»  номинацияһында еңеүгә иреште. Алдағы уҡыу йылдарында ла  бындай абруйлы  сараларҙа ҡатнашырбыҙ, тағы ла мәртәбәле еңеүҙәргә ирешербеҙ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Күренеүенсә, мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыу үҙ эсенә бик күп төшөнсәне ала. Әхләгебеҙ сафлығы, милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, рухи байлыҡ – шуның бер өлөшө. Шуға ла туған тел уҡытыусыларына телебеҙҙең, милләтебеҙҙең яҙмышы беҙҙең иңдә, беҙҙең яуаплылыҡта икәнен һәр ваҡыт иҫтә тотоу мөһим.