Мунасипова Гульсум Мубаряковна

Мунасипова Гульсум Мубаряковна

Сайт учителя башкирского языка и литературы

"Һәр кемгә Аллаһ бөйөктәрҙән-бөйөк бер бүләк - әсә теле бирҙе" Ҡөрьән Кәримдең "Әр-Рахмән" (Шәфҡәтле) сүрәһенең 4-се аяты

Профессия: учитель

Профессиональные интересы: оптимальное использование современных технологий в образовательном процессе, использование ИКТ на уроках

Увлечения: рукоделие, вязание, бисероплетение, фотографирование, путешествия, классическая музыка, психология

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: г.Уфа

Место работы: МБОУ "Башкирский лицей №136 им. М.Искужина"

"Баш эйәләр һәр ваҡыт белемлегә" Ғәбдрәхим Усман (Утыҙ Имәни) (1752-1836) “Күп өйрәтеүгә ҡараганда аҙ өйрәтеп, эҙләнеү орлоғон һалыу һәм эҙләгәнен үҙе табырға өйрәтеү, юлдарын күрһәтеү – мөғәллим бирә ала торған хеҙмәттәрҙең иң ҡәҙерлеһе, иң ҙурыһылыр” Ризаитдин Фәхретдинов (1859-1936)

Үҙемдең сайтымда һеҙҙе осратыуыма бик шатмын! Я очень рада приветствовать всех на своём сайте!  Һеҙҙе хеҙмәттәшлеккә саҡырам! Приглашаю всех к сотрудничеству!

О себе

      Яҙмыш ташҡынына буйһоноп, Башҡортостандың төрлө райондарында йәшәргә һәм эшләргә  тура килде. Учалы ҡалаһының 5 мәктәбе, Учалы ауылы урта мәктәбе, Красноусолдағы 3 мәктәп, Иҫке Собханғол урта мәктәбе, Өфө ҡалаһының 88-се мәктәбе, 136-сы лицей... Ҡайҙа эшләһәм дә, ихлас коллектив, оҫта директорҙар менән эшләргә яҙҙы. Был да оло бәхет.  2000 йылда башҡорт теле уҡытыусылары республика бәйгеһенең лауреаты булыу бәхетен дә татыным...  Мәктәптән ситтә лә эшләргә тура килде – Башҡортостан гәүһәрҙәренең береһе – “Красноусол” шифаханаһының республика, ил кимәлендә генә түгел, донъя кимәлендә танылыу яулауында, һис шикһеҙ, минең дә өлөшөм барҙыр. Республика, район, ҡала сараларында ҡатнашырға, төрлө гәзит-журналдарға ла яҙыштырып торорға ваҡыт табам. Ҡул эштәре менән булышырға, бәйләргә, сәйәхәт итергә, китап уҡырға яратам, фән менән шөғөлләнәм – башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһында филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Сәфиулла улы Ҡунафин етәкселегендә диссертация өҫтөндә эшләйем. Эшемде яратам, мине уратып алған барлыҡ донъяға яратып бағам.  Кешеләрҙә иң оҡшатҡан сифатым - ихласлылыҡ.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

 Үҙем генә йәшәгән китап донъяһын булдырыуҙа Т.Драйзер, Э.Золя, Ф.Достоевский, М.Булгаков, Ш.Бабич, М.Аҡмулла, М.Өмөтбаев, Р.Ғарипов, Мостай әҫәрҙәре ярҙам итте. Ҡулыма Әмир Әминевтың, Салауат Әбүзәрҙең, Мөнир Ҡунафиндың, Гөлсирә Ғиззәтуллинаның, Фирүзә Абдуллинаның әҫәрҙәре килеп инһә, мөкиббән китеп уҡыйым, улар менән бер заманда йәшәүемә ғорурланам. Милләтем өсөн янып йәшәгән Мәрйәм Бураҡаеваның, Гүзәл Ситдыҡованың баҫма материалдарының һәр һүҙен күҙәнәгем аша үткәрәм, улар миңә йәшәүгә этәргес, көс бирә, рухымды нығыта. Күңелемә ятҡан китапты уҡыһам, уның тәъҫирендә бик оҙаҡ йөрөйөм. "Китап - ул бөйөк хазина" - тигән заман кешеһе булыуыма шатмын.

Мой взгляд на мир

Был донъяға Эйфель башняһынан, Берлиндағы рейхстаг янынан, Трептов-паркынан, Өфөлөге Салауат Юлаев һәйкәле майҙанынан, уның тыуған ауылы урынынан, Байкал күле ярынан, Ирәмәл башынан баҡҡаным бар. Ҡайһы ракурстан ҡараһаң да, беҙҙең донъябыҙ иҫ киткес матур!  Мине уратып алған кешеләр уны тағы ла гүзәлерәк итә!

Моё портфолио

      Кешенең ғүмер юлы – уның йән көҙгөһө, теләһәң-теләмәһәң дә, барын да күрһәтеп, һөйләп тора. Йәшәү дәүеремдә үтә яуаплы ла, ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла көндәр һанап бөтөргөһөҙ күп булды. Шуларҙың иң мауыҡтырғыс һәм онотолмаҫ биттәре – ул мәктәптә таҡта янында аҡбур тотоп дәрес биргән ваҡыттыр. 

Мои публикации:

Литература
Общепедагогические технологии
Родной язык и литература

Публикации моих учеников:

Литературное творчество
Другое
Добавить грамоту в портфолио