Мин театрға барҙым. Барлыҡ төшөнсәһе.
методическая разработка (8 класс) на тему

Мунасипова Гульсум Мубаряковна

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн башҡорт теле дәресенең планы

Скачать:


Предварительный просмотр:

Уҡытыусы

Монасипова Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы

Дәрес

Башҡорт теле

Класс

8

Дәрес төрө

Яңы тема өйрәнеү дәресе

Дәрес темаһы

Мин театрға барҙым. Барлыҡ төшөнсәһе.

Маҡсат

  1. Фонетик күнегеүҙәр һәм һүҙлек байытыу буйынса гәзит-журналдарға таянып күнегеүҙәр эшләү.  Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелешен балаларға еткереү. “Мин театрға барҙым” тексы өҫтөндә эшләү. Уға нигеҙләнеп ҡылым темаһы буйынса күнегеүҙәр башҡарыу.
  2. Балаларҙың танып-белеү активлығын үҫтереү, иғтибарлылыҡ, тәрбиәлелек, дуҫлыҡ сифаттарын үҫтереү.
  3. Театр сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телендәге гәзит-журналдарға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Төп терминдар, аңлатмалар

Барлыҡ төр, юҡлыҡ төр

Планлаштырылған   маҡсат

УУЭ

Предмет

-барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше менән таныштырыу;
- ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлык төшөмсәләрен үҙләштереү, дөрөҫ итеп ҡулланыу;

-башҡорт теленең орфографик  һәм пунктуацион  ҡағиҙәләрен һаҡлау;

- ҡылымдарҙы урынлы ҡулланыу.

                                 Метапредмет

-дәрескә ҡуйылған бурысты аңлап эш итеү;

-күҙәтеүҙәр һәм сағыштыруҙар аша һөҙөмтәләр яһай белеү;

- үҙ эшеңә баһа ҡуя белеү;

-үҙ фикереңде теүәл еткереү.

                           Шәхескә кағылышлы

-дөрөҫ һөйләм булдырыуға ынтылыу;

-үҙ фекереңде әйтә белеү;

-иптәшеңде тыңлай белеү;

-фекереңде дәллиләй белеү.

Шәхескә ҡагылышлы УУЭ:

-дөрөҫ һөйләм булдырыуға ынтылыш;

- үҙ фекереңде әйтә белеү;

- иптәшеңде тыңлай белеү;

-фикереңде дәллиләй белеү.

                      Регулятив УУЭ:

- дәрестең маҡсатын билдәләү;

- эшсәнлекте планлаштырыу;

-дөрөҫтән дөрөҫ түгелде айырыу;

-таныш араһынан таныш булмағанды билдәләй белеү;      

                       Танып –белеү УУЭ

-уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу;

-һөйләмдәрҙә кәрәкле формалағы өндәрҙе һәм һүҙҙәрҙе табыу;

- бирелгән схема буйынса ҡылымдарҙы төрлө формаға ҡуйыу;

-ҡылымдарҙы юҡлыҡ формаһына күсерә белеү;

                     Коммуникатив УУЭ:

-башҡаларҙың яуаптарын ишетеү һәм тыңлау;

-үз фекереңде теүәл еткереү;

-үз фекереңә ышандыра белеү;

-башҡаларға аңлайышлы итеп һөйләү.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу.

Уҡыусылар менән иҫәнләшеү. Ыңғай психологик климат тыуҙырыу.

Дежур уҡыусы менән әңгәмә. 

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Тынысландыҡ. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.

2. Фонетик күнегеү. Үҙебеҙҙе башҡорт теленә көйләп алайыҡ әле, бирелгән шиғырҙы уҡыйыҡ:

“Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Аманат”,

“Аҡбуҙат”, “Башҡортостан”

Миләттемә йырлай дан!

- Уҡыусылар, бында нимә тураһында һөйләнелә? Ниңә был һүҙҙәр тырнаҡ эсенә алынған? (Был Башҡортостанда сыҡҡан гәзит-журналдар исемдәре)

- Һәр берегеҙҙең партаһында Башҡортостаныбыҙҙа сыҡҡан гәзит-журналдар ята. Улар менән таныш инегеҙме? Бына шундай матур гәзитттәр сыға башҡорт телендә. Хәҙер биш-алты минут гәзит-журналдар менән эшләп алабыҙ.

- Гәзиттәрҙе әйләндереп-тулғандырып ҡарап алдыҡ та, иң оҡшаған мәҡәләне һайлап алдыҡ. Ҡулыбыҙға ручка, ҡәләм алабыҙ ҙа тиҙ генә бер минут эсендә ә хәрефтәрен табып уны түңәрәкләтеп алдыҡ. Ваҡыт китте!

- Хәҙер тиҙ генә һанап сығығыҙ, кем нисә “ә” хәрефен тапты икән?

- “Ә” хәрефенә башланған (уртала, аҙаҡта булған) һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ. Кем ә хәрефе иң күп осраған һүҙҙе тапты? Уҡыған мәҡәләлә ҡайһы һүҙ һеҙгә аңлашылманы? Кем белә был һүҙҙе? Һеҙ һайлаған мәҡәләлә һүҙ нимә тураһында барҙы?  

- Афарин! Бер минут эсендә гәзиттән һеҙ күпме мәғлүмәт алдығыҙ! Шундай мөғжизә бит ул гәзит-журналдар. Бик әүҙем класс икәнһегеҙ! Миңә бигерәк тә ... эшләүе оҡшаны.

3. Үткән теманы ҡабатлау.

Һандарҙы һүҙ менән әйтегеҙ:

Башҡортостанда башҡорт телендә 10 журнал һәм 39 гәзит сыға. “Йәшлек” гәзитенең тиражы 6837 дана.

Ҡылымдарҙың заманын билдәләгеҙ:

Кисә еләккә барҙыҡ. Иң күп еләкте мин йыйҙым. Әсәйем унан тәмле итеп ҡайнатма эшләйәсәк.

Һөйләмдә нисә сифат бар:

Мин болонда ап-аҡ, зәп-зәңгәр, һап-һары һәм ҡыҙғылт сәскәләр осраттым.

Әсәйемдең ашы һәр ваҡыт бик тәмле, төрлө-төрлө.

Дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө датаны, көн исемен яҙып ҡуяйыҡ. Класта эш. Тема: “Барлыҡ төшөнсәһе”

  • Бөгөн беҙ һеҙҙең менән бик күп эш эшләп өлгөрөрөгә тейешбеҙ. Беренсенән, башҡорт телендәге барлыҡ төшөнсәһе менән танышырға, күнегеүҙәр эшләргә, икенсе маҡсат: текст менән эшләргә, ҡылымдың барлыҡ-юҡлыҡ формалары менән танышырға.

Башҡорт телендә барлыҡ төшөнсәһе бар һүҙе һәм -лы, -ле, -ло, -лө ялғауҙары менән билдәләнә. Мәҫәлән,

торттың балы бар – баллы торт

уҡыусының белеме бар - белемле уҡыусы

сәйҙең һөтө бар – ...

 ямғыр... йәй

ҡар... ҡыш

Өс уҡыусы таҡтала, ҡалғандары дәфтәрҙә эшләйбеҙ ( 111-се күнегеү)        

Аш... тәрилкә

Аҡыл... бала

Шәкәр... сәй

Сәскә... болон

Бала... ҡатын

Эшләпә... ағай

Тәртип... уҡыусы

Бассейн... балалар баҡсаһы

Аҡса... кеше

Һипкел... ҡыҙыҡай

Ҡапҡа... өй

Нур... баласаҡ

Афарин! Дәффтәрҙәрҙә матур яҙаһығыҙ, шундай матур дәфтәрҙәр бар.

Дәресебеҙҙең был өлөшө тамам. Ә хәҙер физминутка.

ФИЗМИНУТКА. ТЕАТР.

- Уҡыусылар! Ә хәҙер мин һеҙгә “Театр” исемле шиғырҙы уҡып китәһем килә. Тыңлап ҡарағыҙ әле.  

Театр – яҡтылыҡҡа, нурға илтә,

Кире юлға ебәрмәй, уңға илтә.

Театр көлдөрәлер, уйнаталыр,

Тағы үткән ғүмерҙе уйлаталыр.

Күрерһең унда үҙ хәлең, көләрһең –

Көләрлек булһа – булмаһа иларһың.

  • Уҡыусылар был ҡайһы шағирҙың шиғыры икән? (Ғабдулла Туҡай)
  • Уҡыусылар, әлеге шиғырҙа һүҙ нимә тураһында бара? (Театр тураһында)
  • Туҡай театрҙы ниндәй сифаттарға эйә ти?
  • Эйе, тағы ла бер мөғжизә – ул театр, ул кешелә бына шундай хис-кисерештәр тыуҙырыуға һәләтле.
  • Һеҙ ниндәй театрҙарҙы беләһегеҙ? Ҡайһыһында булғанығыҙ бар?

Дәреслек менән эш. “Мин театрға барҙым”. (118-се күнегеү, 59-сы бит)

Тасуири уҡыу.

Текст өҫтөндә эшләү.

- Был текст нимә тураһында?

- Текстағы хәлдәр, тәҫортаттар кем исеменән бирелә?

- Ул ҡайһы ҡалаға килгән?

- Ул Өфөгә кемгә ҡунаҡҡа килгән?

- Был малай нимә менән ҡыҙыҡһына?

- Ул һеҙгә оҡшаймы?

Төркөмдәр менән эшләйбеҙ.

Әйҙәгеҙ ҡылымдарҙы табайыҡ. Улар барлыҡта бирелгәнме әллә юҡлыҡтамы? (Барлыҡта)

Әйҙәгеҙ ҡылымдарҙы юҡлыҡҡа ҡуйып уҡып ҡарайыҡ. Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы –ма, -мә  ялғауы ҡушып яһала.

Мәҫәлән, уйла, уйлай, уйлайым – уйлама, уйламай, уйламайым

Аша, ашай, ашайым - ..., ..., ... .

Уҡы, уҡый, уҡыйым - ..., ..., ... .

Афарин! Маладистар! Теүәл, матур яуаптар биреп ҡатнашып ултырҙығыҙ.

Өйгә эш. 118-се күнегеү (2). Үҙегеҙҙең киноға йә театрға барыуығыҙ тураһында һөйләгеҙ.

Теманы бик матур үҙләштергәнһегеҙҙер тип уйлайым. Дәрестәге эшегеҙ өсөн мин ......  “бишле” билдәләре ҡуям.

РЕФЛЕКСИЯ.

- Дәрестә миңә ... оҡшаны.

- Дәрестә мин ... өйрәндем.

- Дәрестә мин ... аңланым.

Дәрес  тамам. Барығыҙға ла рәхмәт!


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башҡорт теле дәресе Башҡорт теле уҡытыусыһы Монасипова Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы

Слайд 2

“Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Башҡортостан” Миләттемә йырлай дан!

Слайд 3

Башҡорт телендәге гәзит-журналдар

Слайд 4

Һандарҙы һүҙ менән әйтегеҙ: Башҡортостанда башҡорт телендә 10 журнал һәм 5 9 гәзит сыға. “Йәшлек” гәзитенең тиражы 6837 дана.

Слайд 5

Ҡылымдарҙың заманын билдәләгеҙ: Кисә еләккә барҙыҡ. Иң күп еләкте мин йыйҙым . Әсәйем унан тәмле итеп ҡайнатма эшләйәсәк.

Слайд 6

Һөйләмдә нисә сифат бар: Мин болонда ап-аҡ, зәп-зәңгәр, һап-һары һәм ҡыҙғылт сәскәләр осраттым. Әсәйемдең ашы һәр ваҡыт бик тәмле, төрлө-төрлө.

Слайд 7

Башҡорт телендә барлыҡ төшөнсәһе бар һүҙе һәм - лы , - ле , - ло , - лө ялғауҙары менән билдәләнә . Мәҫәлән , торттың балы бар – бал лы торт уҡыусының белеме бар - белем ле уҡыусы сәйҙең һөтө бар – һөт лө сәй ямғыр … йәй ҡ ар … ҡыш

Слайд 8

Театр – яҡтылыҡҡа, нурға илтә, Кире юлға ебәрмәй, уңға илтә. Театр көлдөрәлер, уйнаталыр, Тағы үткән ғүмерҙе уйлаталыр. Күрерһең унда үҙ хәлең, көләрһең – Көләрлек булһа – булмаһа иларһың. Ғабдулла Ту ҡай

Слайд 10

“Мин театрға барҙым ” (118-се күнегеү)

Слайд 11

Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы –ма, -мә ялғауы ҡушып яһала. Мәҫәлән, уйла , уйлай, уйлайым – уйлама, уйламай, уйламайым аша, ашай, ашайым - ашама, ашамай, ашамайым у ҡы, уҡый, уҡыйым - уҡыма, уҡымай, уҡымайым

Слайд 12

Өйгә эш 1. 118-се күнегеү (2). Үҙегеҙҙең киноға йә театрға барыуығыҙ тураһында һөйләгеҙ . 2. Гәзит-журналдарҙы уҡып, оҡшаған мәҡәлә тураһында һөйләргә.

Слайд 13

РЕФЛЕКСИЯ - Дәрестә миңә ... оҡшаны. - Дәрестә мин ... өйрәндем. - Дәрестә мин ... аңланым.

Слайд 14

Барығыҙға ла рәхмәт! Һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Театр. Зачем ребёнку кукольный театр?

Живая кукла - возможно ли это?...

Башҡортостан. Ҡылымдың барлыҡ юҡлыҡ формаһы

Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы Муниципиаль районы хәкимиәтенеңМәғариф идаралығы Туймазы ҡалаһының айырым фәндәрҙе төплө өйрәнеүгә ҡоролған 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе...

Ҡылым. Унын зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Ҡабатлау дәресе.

4 класс өсөн ҡылым темаһын ҡабатлау дәресе конспекты...

Презентация по МХК "Азбука театра (часть1) Виды театра. Античный театр"

Презентация по МХК  "Азбука театра  (часть1)  Виды театра. Античный театр" Содержит большое количество иллюстративного материала. Может быть также использована на уроках изобр...

Час общения на тему "Театр, театр, театр"

2019 год объявлен годом Театра. Но сельские жители и, в том числе, дети имеют  узкое представление о  театре. Для того , чтобы расширить представление о театре, как об удивительном и древнем...

Театр, театр, театр...

Этот материал может быть полезен для проведения часов общения и внеклассных мероприятий не только в 5 классе, но и в начальной школе. В конспекте можно увидеть игровую, исследовательскую деятельность ...

Дәрес темаһы: Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы. Ҡышлаусы ҡоштар.

Дәрес темаһы: Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы. Ҡышлаусы ҡоштар....