Дәрес темаһы: Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы. Ҡышлаусы ҡоштар.
учебно-методический материал (6 класс)

Хажиева Айгөл Нурислам ҡыҙының шәхси сайты

Дәрес темаһы: Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы. Ҡышлаусы ҡоштар.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тема: Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы. Ҡышлаусы ҡоштар.
( 6-сы класта яңы материалды өйрәнеү дәресе)
Маҡсат:
1) ҡылымдың юҡлыҡ формаларының яһалыу юлдарын өйрәнеү;
2) яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, уҡыусыларҙың бәйләнешле яҙма һәм һөйләү
телмәрен үҫтереү;
3) ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: карточкалар, дәреслек, проектор.
Дәрес барышы:
1. Ойоштороу моменты.
– Хәйерле көн теләп, ҡаршылайыҡ
Тыуыр таңды, килер көндәрҙе.
Именлектәр менән йәшәйек,
Гүзәллеккә күмеп тыуған ерҙе.
– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
– Кәйефтәрегеҙ нисек?
– Ҡояшлы иртә кеүек!
Башҡорт телен, дәүләт телен
Өйрәнергә тип килдек!
– Яҡшы теләктәрегеҙ өсөн рәхмәт, уҡыусылар. Ошо матур кәйеф менән
дәресебеҙҙе башлайбыҙ. Дәрестә бал ҡорттарылай эшсән булығыҙ, сәсән
булмаһағыҙ ҙа – телле булығыҙ. Бөтәгеҙгә лә ижади эш сәғәте теләйем.
2.Психологик минутлыҡ. Уҡыусылар уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар.
Хәйерле иртә, күҙҙәр,
Һеҙ уяндығыҙмы? (күҙ һүрәте слайды)
Хәйерле иртә, ҡулдар,
Һеҙ уяндығыҙмы? (ҡул һүрәте слайды)
Хәйерле иртә, аяҡтар,
Һеҙ уяндығыҙмы? (аяҡ һүрәте слайды)
Хәйерле иртә, ҡояш,
Мин уяндым! (ҡояш һүрәте слайды)
- Ҡулдар менән ҡояшҡа ынтылабыҙ. Беҙ эшләү өсөн ҡояштан көс, дәрт
алабыҙ. Ә хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, уңыштар, хәйерле көн
теләйек.
1) Артикуляцион күнегеү.
а) хәрефтәрҙе ҡабатлау.
Ҡа-ҡә, ҡо- ҡө
Ға –ғә, ҡо –ғө
Һа – һә – һо –һө
Ҙа – ҙә –ҙо –ҙө.
б) Бөгөн нисәнсе число?
Һауа торошо ниндәй?
3.Мотивация.
– Уҡыусылар, мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, һеҙ уларҙың яуаптарын әйтерһегеҙ.
1. Бар белгәне ҡар ҙа ҡар
Бер туҡтауһыҙ ҡар даулар.
Ниндәй ҡош мохтаж ҡарға?
Ни булһын инде……..( ҡарға). ( Ҡарға һүрәте )
2. Көнө буйы туҡ та туҡ,
Ағастан ҡорт табып туҡ.
Ағасты йырған ҡортҡа
Иң ҙур дошман – …….( тумыртҡа). ( Тумыртҡа һүрәте )
3. Ҡайһы район һауала оса? (Күгәрсен). ( Күгәрсен һүрәте )
4. Көндөҙ йоҡлай, төндә илай. (өкө).(Өкө һүрәте )
4.Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Актуалләштереү
– Шулай итеп, уҡыусылар, бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй булды? (Ҡоштар
тураһында)
– Ҡышларға ҡалған ҡоштарҙы нисек атайҙар? (ҡышлаусы)
– Һеҙ ниндәй ҡышлаусы ҡоштарҙы беләһегеҙ? (уҡыусыларҙың яуабы)
Һүрәттәр теҙеү.
– Ә хәҙер бөгөнгө дәрестең яңы һүҙҙәре менән танышып үтәйек.
Һүҙлектәр менән эш. ( һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙырға).
Һүҙлек эше.
Ҡышлаусы ҡоштар –зимующие птицы
Ярҙамға мохтаж – нуждается в помощи
Икмәк валсығы – крошка хлеба
Ҡыҙылтүш – снегирь
Тумыртҡа – дятел
Турғай – воробей
Күгәрсен – голубь
Ҡарабаш турғай – синица
Өкө – сова
Һайыҫҡан – сорока.
Һүҙҙәрҙе тикшереү (слайдтағы һүҙҙәр менән)
Һүҙҙәрҙе уҡыу, хор менән уҡыу. Бер-ике баланан уҡытыу (бер уҡыусы ҡош
исемдәрен – русса, икенсеһе – башҡортса уҡый).
Һүҙҙәрҙе һүҙлектәргә яҙыу.
(Ҡош тауыштарын тыңлау, ҡоштарҙы таныу.)
Һүрәттәр (слайд) буйынса ҡош исемдәрен әйтеү.
5. Ғәмәли эштәр. Әңгәмә.
- Ҡышлаусы ҡоштарға ҡыш көнө бик ауыр. Ә ни өсөн уларға ауыр?
( һыуыҡ, аҙыҡ табыуы ауырлаша).
- Һеҙ ҡоштарға ярҙам итәһегеҙме? (ем, икмәк валсығы, көнбағыш, сало
бирергә, тағараҡтар элергә).
Дәреслек буйынса эшләргә (70- се бит, 186- сы күнегеү)
Тексты уҡытыусы уҡый.
Сылбырлап уҡыу.
Тәржемә итеү.
----Һорауҙарға яуаптар биреү.
1) Башҡортостанда нисә төр ҡош йәшәй?
2) Ҡоштарға нимә эшләргә кәрәк? (тағараҡ һүрәте )
3) Иң мөһиме нимә һалырға кәрәк? (ем, икмәк һүрәте )
2. Проект эше (уҡыусылар ҡоштар тураһында мәғлүмәттәрҙе алдан әҙерләп
килтерәләр).
Уҡыусылар үҙ проекттарын яҡлайҙар (сығыш яһау).
Ял минуты.
Ҡоштарҙы һаҡлағыҙ! Ҡыш килһә, асыға, (атлайҙар)
Бойоға күгәрсен (сүгәләйҙәр).
Турғай ҙа елкенеп, (ҡул болғайҙар)
Ем эҙләй күрәһең.
Уларға шаярып,
Атмағыҙ йәйәнән! (бармаҡ янайҙар)
Һаҡлағыҙ уларҙы
Үлемдән, бәләнән!
– Ял итеп алдыҡ. Ә хәҙер эшкә күсәбеҙ. Иғтибар менән таҡтаға ҡарайбыҙ.
Бирелгән һүрәттәрҙә һеҙ ниндәй айырмалы яҡтарын күрәһегеҙ?
– Бөгөн, уҡыусылар, ҡылымдың юҡлыҡ формаһына туҡталып үтәбеҙ.
– Нимә ул ҡылым? ( глагол).
– Һорауҙары?( ни эшләй?)
– Нимәне белдерә?( предметтың эш-хәрәкәтен).
Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы (отрицательная форма). Слайд.
-ма,- мә. Мәҫәлән: уҡы – уҡыма, кил – килмә.
– Ҡайһы ваҡытта -ма, -мә ялғауы ҡушыла?(Әгәр ҙә һүҙҙең тамырында ҡалын
һуҙынҡы булһа, юҡлыҡ формаһына ла ҡалын ялғау ҡушыла. Әгәр һүҙҙең
тамырында нәҙек һуҙынҡы булһа, юҡлыҡ фораһында ла нәҙек була).
– Ә урыҫ телендә ҡылымдың юҡлыҡ формаһы нисек белдерелә?
7. Теманы нығытыу. Карточка менән эш. (Бирелгән ҡылымдарҙы юҡлыҡ
формаһында үҙгәрергә).
1. Числоны яҙыу.
2. Класс эше.
3. Күнегеүҙе үтәү (1 -2 баланан таҡтала эшләтеү).
Эштәрҙе тикшереү (бирелгән ҡылымдар (юҡлыҡ формаһында) менән
һөйләмдәр төҙөргә)
8. Уйын – ярыш (класс 2 төркөмгә бүленә)
1-се төркөм йылы яҡҡа китеүсе, 2-се төркөм ҡышлаусы ҡоштарҙың исемдәрен
ағастарға элеп сыға (еңеүсе билдәләнә).
Һығымта: йылы яҡҡа китеүсе, ҡышлаусы ҡоштар тураһында ҡабатлау.
Ниндәй генә ҡош булмаһын, улар беҙгә бик күп файҙа килтерә. Ҡоштар игенгә,
емеш-еләккә, йәшелсәгә, ағастарға зарар килтерә торған ҡорттарҙы, бөжәктәрҙе
ашай.
9. Йомғаҡлау. Рефлексия.
– Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һүҙ алып барҙыҡ?
(Ҡышлаусы ҡоштар, уларҙың нисә төрө барлығы, ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ
формалары тураһында һөйләштек).
–Ҡышын ҡоштар өсөн иң ҡурҡынысы нимә? Ни өсөн ҡоштарҙы һаҡлау кәрәк?
(слайд)
– Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар. Уларҙы һаҡлағыҙ, ҡыш көнө тағараҡтар элеп, көн
һайын ем һалырға онотмағыҙ! Ҡоштар – тәбиғәттең бер өлөшө. Ә тәбиғәтте
һаҡлау – үҙ-үҙеңде яҡлау ул. Тәбиғәт – ул беҙҙең киләсәгебеҙ!
– Бөгөнгө дәрестән беҙ ниндәй һығымта яһайбыҙ? (ҡоштарҙы рәнйетмәҫкә,
тағараҡтар элергә, тәбиғәтте һаҡларға)
10. Өй эше (Һүҙҙәрҙе ятлау, ҡоштар тураһында һынамыштар яҙып килтерергә).
11. Йомғаҡлау. Баһалау (Баһалау ҡағыҙын һәр береһенә таратып бирергә, үҙүҙҙәрен баһалайҙар.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Итоговый урок по разделу "Работа с текстильными материалами". Тема: "Технология изготовления поясного изделия (брюк)" в форме игры-погружения в профессию.

Данный урок технологии (обслуживающего труда) предназначен для обобщения и систематизации ЗУН учащихся 8 классов по теме "Технология изготовления поясного изделия (брюк)". Позволяет в процессе "путеше...

Урок русского языка в 9 классе по теме "Эпистолярный жанр в литературе. Сочинение в форме письма"

Урок развития речи в 9 классе. Тема: Эпистолярный жанр в литературе. Сочинение в форме письма.Цель: а) познакомить с историей эпистолярного жанра...

конспект урока по изобразительной деятельности: Тема: Узор в полосе для косынки треугольной формы (треугольник- готовая форма). (по И.А. Грошенкову).

Данный урок составлен для учащихся 2 класса специальной коррекционной школы VIII вида, обучающихся по программе специальных (коррекционных) образовательных учредений VIII вида под редакцией В. Воронко...

Башҡортостан. Ҡылымдың барлыҡ юҡлыҡ формаһы

Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы Муниципиаль районы хәкимиәтенеңМәғариф идаралығы Туймазы ҡалаһының айырым фәндәрҙе төплө өйрәнеүгә ҡоролған 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе...

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар

беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар тураһында презентация...