Әмир Әминевтың “Ҡытайгород” повесенең проблематикаһы буйынса традицион булмаған дәрес (дәрес - репортаж)
план-конспект урока (8 класс) на тему

Мунасипова Гульсум Мубаряковна

Дәрес Әмир Әминевтың "Ҡытайгород" әҫәрен өйрәнеү менән бергә, "репортаж" термины өҫтөндә эшләү, ижади эшкә ылыҡтырыу менән отошло. Дәрестең маҡсаттары: Әмир Әминевтың “Ҡытайгород” әҫәренең проблематикаһын традицион булмаған алымдар менән өйрәнеү;  “Ҡытайгород” повесенең йөкмәткеһен анализлағанда репортаж жанрын ҡулланыу, балаларҙы журналистика, репортаж, публицистика һүҙҙәре менән таныштырыу, әҫәрҙең йөкмәткеһе аша уҡыусыларҙың ил, ер, милләт төшөнсәһе тураһында аң-белем даирәһен киңәйтеү; балаларҙы ижади эшкә ылыҡтырыу, репортер, журналист һөнәре менән таныштырыу, милләткә кәрәкле булып үҫеү теләге уятыу; үҙеңдең фекереңде ҡыйыу еткеререргә һәм  дәлилдәр менән иҫбатларға өйрәтеү.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Әмир Әминевтың “Ҡытайгород” повесенең проблематикаһы буйынса традицион булмаған дәрес

(дәрес - репортаж)

Маҡсат:

  • Әмир Әминевтың “Ҡытайгород” әҫәренең проблематикаһын традицион булмаған алымдар менән өйрәнеү;
  • “Ҡытайгород” повесенең йөкмәткеһен анализлағанда репортаж жанрын ҡулланыу, балаларҙы журналистика, репортаж, публицистика һүҙҙәре менән таныштырыу, әҫәрҙең йөкмәткеһе аша уҡыусыларҙың ил, ер, милләт төшөнсәһе тураһында аң-белем даирәһен киңәйтеү;
  • Балаларҙы ижади эшкә ылыҡтырыу, репортер, журналист һөнәре менән таныштырыу, милләткә кәрәкле булып үҫеү теләге уятыу; үҙеңдең фекереңде ҡыйыу еткеререргә һәм  дәлилдәр менән иҫбатларға өйрәтеү. 

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу.
  2. Уҡытыусының инеш һүҙе. “Иғтибар! Мин Монасипова Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы, 8 класта үткән башҡорт әҙәбиәте дәресенән репортаж алып барам. Уҡыусылар үткән дәрестә Әмир Әминевтың “Ҡытайгород” әҫәре менән таныштылар. Был повесть уларҙа бик ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, әҙиптең башҡа әҫәрҙәрен дә уҡыу теләге уянды ...”
  • Уҡыусылар, минең әлеге телмәремде нисегерәк ҡабул иттегеҙ? Ул һеҙгә нимәне хәтерләтте?
  •  Һеҙҙең телмәрегеҙ репортажға оҡшаны,  яңылыҡтар тапшырыуын хәтерләтте.

3. Теманы билдәләү. Маҡсат ҡуйыу.

  • Тимәк, бөгөн беҙ дәрестә нимә менән танышасаҡбыҙ тип уйлайһығыҙ?
  • Нимә ул репортаж, уны яҙыу серҙәрен белербеҙ, моғайын.
  • Ысынлап та, бөгөн беҙ репортаж жанры менән танышасаҡбыҙ, был жанрҙың үҙенсәлектәрен аңлап, үҙебеҙ ҙә репортаж яҙып ҡараясаҡбыҙ. Үҙебеҙҙе бер дәрескә генә журналист итеп тоясаҡбыҙ.
  • Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ –“Әмир Әминевтың “Ҡытайгород ” әҫәре буйынса репортаж.

4. Яңы тема.

- Репортаж һүҙе беҙҙең лексикаға ныҡлап инһә лә, был һүҙ француз һүҙе. Ул “һөйләү, аңлатыу” тигәнде аңлата. Тимәк, репортажда бөгөнгө көндөң көнүҙөк проблемалары сағылырға тейеш.

- Кем ул репортер?

- Репортер – беҙгә көндәлек яңылыҡтарҙы бар дөрөҫлөгөндә еткереүсе. Был һүҙгә синоним табып ҡарағыҙ әле. (корреспондент, комментатор, журналист).

- Ниндәй репортерҙарҙы һеҙ беләһегеҙ? (Балалар белгән шәхестәрҙе һанап китәләр, Наил Юнысовты, Рита Шәмсетдинованы, Гөлдәриә Йосопованы, Аймара Рәхимованы, Зөлфиә Рәхмәтуллинаны, Рәмзиә Кәримованы, Айнур Кәбировты һәм башҡаларҙы һанап китергә мөмкиндәр).

- Беҙҙең Бөрйәндән сыҡҡан тележурналистарҙы беләһегеҙ микән? (Фәридә Дүсәлинова тәү сыҡҡан “Сәләм” апшырыуҙарын алып барғайны, Рәшиҙә Ишембәтова –"Йәдкәр" – тапшырыуҙар циклы һәм бихисап башҡорт шәхестәре тураһындағы фильмдар авторы, Венер Фәйзуллин -“Тау-тау хәбәрҙәр” тапшырыуының алып барыусыһы һ.б.)

- Репортерҙарға ниндәй һыҙаттар хас булырға тейеш тип уйлайһығыҙ?

Уҡыусылар: Улар эшен яратырға тейеш. Репортер матур әҙәби телдә һөйләргә тейеш. Улар төрлө хәл-ваҡиғалар араһында булғас, ҡыйыу булырға кәрәктер.       Репортерҙар үҙҙәре яҡтыртҡан хәл-ваҡиғалар тураһында белемле булырға тейеш.

Һығымта: Эйе, уҡыусылар һеҙ хаҡлыһығыҙ. Ысынлап та, репортерҙар белемле, интеллигент, аҡыллы, замана проблемаларын тойоусы, шул уҡ ваҡытта, сыҙамлы һәм ғәҙел булырға тейеш. Тағы шуныһы: репортерҙар аҙ ғына ваҡыт эсендә бихисап проблемаларҙы күҙаллап өлгөрөргә тейеш.

 5. Ижади эш.

Хәҙер беҙ Әмир Әминевтың “Ҡытайгород” әҫәре буйынса репортаж яҙып ҡарайбыҙ. Бының өсөн үҙегеҙҙе әҫәр эсендә йөрөгән һымаҡ тойорға кәрәк. Бына бер нисә тема: “Башҡорт ауылы ерҙәре ни өсөн ҡытайҙарҙы ылыҡтыра”, “Һыбай ауылы кешеләренең зары”, “Бер ауыл проблемалары аша замана проблемаһын күҙаллау”, “Һыбай ауылында йәштәр проблемаһы”, “Район хакимиәте менән баҫыуҙарҙы тикшереү”, “Ҡала башҡорттарының проблемалары”, “Һыбай ауылы кешеләренең ер (тел) проблемаһына ҡарашы” һ.б. үҙегеҙгә яҡын темаларҙы яҡтырта алаһығыҙ.

Балалар бер-нисә эште уҡып ҡарайҙар. Эштәрҙе үҙҙәре баһалайҙар.

6. Рефлексия.

- Һеҙгә дәрес оҡшанымы? Яуабығыҙҙы ошо ҙҙәрҙән башлай алаһығыҙ:

- был дәрестә мин .... белдем

- иң оҡшағаны миңә ... булды

- мин ... аңламаным.

7. Дәресте йомғаҡлау.

Бөгөн беҙ дәрестә публицистик жанрҙарҙың киң таралған жанрҙарының береһе – репортаж менән таныштыҡ. Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙҙә ошо ҡатмарлы һәм кәрәкле һөнәргә ҡыҙыҡһыныу ҙа тыуғандыр.  

Дәрестә һеҙҙең әүҙемлегегеҙ оҡшаны. Уңышлы эштәрен һеҙҙең ҡарамаҡҡа сығарған уҡыусыларға “бишле” билдәһен ҡуям.

8. Өйгә эш. Дәрестә яҙған репортаж яҙмаларын дәфтәргә күсереп яҙып килергә.

Бер-нисә уҡыусының репортаж жанрында башҡарылған ижади эше.

“Һаумыһығыҙ! Мин һуғышта ауыр яралар менән ҡайтып тыуған ауылында ерләнгән яугирҙың туғандары менән һөйләшергә Башҡортостандың иң матур ерҙәренең береһендә урынлашҡан Һыбай ауылына килеп төштөм һәм ни ғәжәп, ауыл урынында бер башҡорт кешеһен дә тапманым. Минең бар һорауҙарыма ла  яҡындағы ҡала яғына төртөп күрһәтеп, нимәнелер ҡытайса мыңғырланылар. Ахырса, шул ҡала яғына ыңғайланым. Бәхетемә, башҡорт кешеһе тап булып Һыбай ауылы кешеләренең  өйөн күрһәттеләр. Мин һуғышта ауыр яралар менән ҡайтып тыуған ауылында ерләнгән яугирҙың туғандарын таптым. Улар тыуған ерҙәренән айырылыуҙарын, олаталарының зыяратын тәрбиәләй алмағанына үкенеп илап ебәрҙеләр. Ниңә улай килеп сыҡҡан һуң? Бынан бер-нисә йыл элек бер ҡытай бизнесмены килеп Һыбай ауылы ерҙәрен һатып алып, ундағы кешеләрҙе ҡалаға күсереп ауыл урынына ҡытай ҡалаһын төҙөткән икән. Ауыл кешеләре кире ауылға ҡайтырға тип йөрөп ҡарағандар, әммә бер нәмә лә сығара алмағандар. Яугирҙың туғандары менән һөйләштем һөйләшеүем, әммә күңелдә ауыр һорау ҡалды: “Ниңә Һыбай ауылы кешеләре үҙ ерҙәренә хужа түгелдәр? Ниңә улар үҙ ерҙәрен кире ҡайтара алмайҙар? Ошо һәм башҡа һорауҙар тураһында яңылыҡтарҙың киләһе һанында һөйләрбеҙ” (Ғәйнетдинов Рифат)

“Һаумыҙығыҙ, мин Байбулатова Динә, репортажымды Һыбай ауылынан алып барам. Ауылдың киләсәге бармы? Бер нисә ауыл кешеһе менән осрашып ошо һорауҙы бирҙем. Бына уларҙың яуабы:

- Ауылдың киләсәге бар, тип уйлайым. Был ата-бабаларыбыҙҙың төбәге. Ауылдың һәр кешеһе ауылым матурланһын тип тырышһа, беҙҙең ауыл йәшәйәсәк. (Фәйзулла).

- Ауылда эш юҡ, эше булһа ла аҡсаһы юҡ. Беҙ кистәрен ҡайҙа барырға белмәй ҡаңғырабыҙ: клуб онотҡанда бер асыла, кинолар күрһәтелмәй, уйындар ойошторолмай. Их, ҡалала йәшәһәң ине ул (Йәш кеше).

- Ауылыбыҙҙан бик күп билдәле кешеләр сыҡҡан. Һыбайлылыр бик күп йолаларҙы һаҡлап алып ҡалған: бында солоҡсылар, балаҫ һуғыусылар, тире иләүселәр, быйма баҫыусылар йәшәй. Ошо кәсептәрҙе йәштәргә өйрәтә алһаҡ ауылымдың киләсәге матур булыр. (Уҡытыусы Рәсүл).

- Ауылдың киләсәге юҡ. Сөнки ауылда эске көслө, баҫыуҙар ашлама күргәне юҡ, машиналар ватыҡ, бер ЗИЛ һаман баҫыуҙа батып ултыра, балалар юҡ, тиҙҙән мәктәп тә ябыласаҡ. Берәйһе килеп шунса хәтле аҡса бирәм, ауылығыҙҙы һатығыҙ миңә тиһә, вәллаһи-биллаһи, һатыр ҙа ҡалала йәшәр инек. (Мансур).

   Әлбиттә, һәр бер кешенең үҙ ҡарашы был мәсъәләгә. Ауылдың киләсәге үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа. Ҡайҙандыр кемдер килеп ярҙам итер тип ултырғансы, ауылдарының киләсәген һыбайлылар үҙҙәре хәстәрләргә тейеш. (Динә Байбулатова)”.

“Һаумыһығыҙ! Яңыраҡ республика гәзитендә бер Ҡытай бизнесменының башҡорт ерҙәренә ҡыҙығыуы тураһында яҙып сыҡтылар. Башҡорт ауылы ерҙәре ни өсөн ҡытайҙарҙы ылыҡтыра һуң? Ошо мәсъәләгә яуап эҙләп Һыбай ауылына барып сыҡтым. Һыбай ауылы – боронғо ауыл. 1812 йылғы Ватан һуғышына иң күп һыбайлылар биргән ауыл, шуға ла ауыл иң тәүҙә һыбайлылар ауылы, шунан еңел әйтелһен өсөн Һыбай ауылы булып киткән. Ауыл иҫ киткес матур ерҙә урынлашҡан: эргәлә мул һыулы йылға, ауылды тауҙар  уратып алған. Һулда – имәнлек, уңда –мал йөрөр туҡайлыҡ, арыраҡ баҫыуҙар. Ысынлап та, ҡытай бизнесменының был ауылға күҙе төшөрлөк. Ауыл кешеләренән “Ауылығыҙҙы берәй бизнесмен һатып алам тиһә, риза булыр инегеҙме”,- тип бер-нисә кешегә һорау бирҙем. Һорауымдан һыбайлылар аҙап ҡалды. “Булмаҫ, беҙҙең ауыл кемгә кәрәк?”, “Ҡасандыр заводтар-фабрикаларҙы ла һатып алып бөттөләр, булыуы мөмкин инде”, - тиеүселәр ҙә булды”. “Булыр ҙа, Италияла бер ҡаланы һатып алырға самалайҙар икән тип телевизорҙа һөйләнеләр”,- тине бер апай. “Беҙҙең Президентыбыҙ ундай хәлгә төшөрмәҫ, тине ауыл аҡһаҡалы Фәйзулла бабай. Ысынлап та, был хәлдең булыуы мөмкин түгел һымаҡ. Ә шулайҙа был ерҙәрҙең хужалары – аҫаба башҡорттарға уяу булырға кәрәк. Еребеҙ бөтһә – телебеҙ бөтә, ә тел юғалһа – милләт юғаласаҡ.” (Һаҙыева Сәлимә).

“Бөгөнгө репортажыбыҙ республикабыҙҙың көнъяғында упынлашҡан ҡаланан. Ҡалала йәшәгән башҡорттарҙың проблемаларын асырға булдыҡ. Был йортта ике йыл элек Һыбай исемле ауылдан күсеп килгән башҡорттар йәшәй. Иң беренсе проблема – эшһеҙлек. Ауылдан килгәс, ҡапыл эш таба алмай ҡаңғырҙыҡ. Йортобоҙҙоң күпселек ир-егеттәре Себерҙә эш тапты. Икенсеһе – тел мәсъәләһе – беҙ вата-емерә урыҫса һөйләшергә мәжбүр, ти улар. “Ә ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең теле урыҫса асылды. Телебеҙҙе бер мәл юғалтырбыҙ тип хафаланабыҙ”,- ти оло ғына Нәғимә инәй. Ҡатнаш никахтар йышайған, ҡыҙҙарыбыҙ урыҫ фамилияһы алып, урыҫ балалары тәрбиәләй хәҙер. Элек ауылда ныҡ аралашып йәшәгән халыҡ, хәҙер килеп тарҡау йәшәй башлаған – ныҡ аралашмайҙар, бер-береһенә йөрөмәйҙәр икән. Шулай итеп, бер йорт кешеләре миҫалында ҡала башҡорттарының проблемаларын күрһәтергә тырыштыҡ”. (Ҡаһарманова Гөлсирә).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Китап укып елый алганнарның күңелендә булмый каралык"

Укучыларда китап укуга кызыксыну уятырга мөмкинлек бирәчәк тәрбия сәгате....

"Яздан аерып булмый Тукайны!"

125-летие Г.Тукая посвящается."Яздан аерып булмый Тукайны!"...

Эссе "Тиңләп булмый Сезнең эшне башка белән"

Тиңләп булмый Сезнең эшне башка белән....

Әмир Әминевтың “Ҡытайгород” повесенең проблематикаһы буйынса традицион булмаған дәрес (дәрес -суд)

·         Әмир Әминевтың тормош юлы һәм ижады тураһында уҡыусыларҙың белемдәрен киңәйтеү;·         “Ҡытайгород” повесене...

Бәхетле булмый кара... Хикәя. Шәхси язмаларым.

Август аеның икенче яртысы булса да, көннәр эссе торды быел. Бакчаларда  беренче уңышлар да җыела башлады. Бигрәк тә, дәлия чәчәкләре  шаулап чәчәккә төренде. Берсе-берсе кушуч зурлыгында, ә...

"Интернет ҡоло булмаһындар"

Ата-әсәләргә кәңәштәр...

Конкурс «Исторический репортаж» Номинация: «Тематический репортаж» Тема работы: «Ладога – Дорога жизни»

Конкурс «Исторический репортаж» Номинация: «Тематический репортаж» Тема работы: «Ладога – Дорога жизни»...