Эссе
материал на тему

Мунасипова Гульсум Мубаряковна

Уҡытыусы һөнәрен шәхсән һайлау мотивтарымды, белем биреүгә шәхси педагогик принциптарымды һәм ҡараштарымды, эшмәкәрлегемде аңлау, педагогикалағы проблемаларҙы аңлауым һәм уларҙы хәл итеү юлдарын бәйән итеүсе педагогик фәлсәфәм (эссем)

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл minen_essem.docx15.82 КБ

Предварительный просмотр:

       “Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу” тигән башҡорт халык мәҡәлен белмәгән кеше һирәктер. Ай-һай, энә менән койо ҡаҙып була микән? Бәлки, булалыр... тик бының өсөн ғүмер буйы эшләргә кәрәк. Тимәк, уҡыуҙы ла ғүмер буйы дауам итергә, туҡталып ҡалмаҫҡа кәрәк.  Уҡытыусы – нәҡ бына шул ауыр хеҙмәттең – уҡыуҙың кәрәклеген бала күңеленә һеңдерергә һәм уға был ҡыйын эштә ярҙам итергә тейешле КЕШЕ, ШӘХЕС, ОҪТА.  

     ...Иң тәүге дәресем һаман дә иҫемдә. Ун беренсе класс... Яңы ғына университет тамамлап килгәнмен, өҫтөмдә ябай костюм, кәүҙәгә лә сибек кенәмен...  Шул ваҡыттағы тулҡынланыуым! Әле шул ваҡыттарҙы иҫләһәм, күҙ алдыма “Ералаш”тан эпизод иҫкә төшә: итальян мәктәбендә Геннадий Хазановтың геройы ҡото осоп уҡытыусы өҫтәле артынан ҡарап тора... Ер йөҙөндәге иң тыныс хеҙмәттәрҙең береһе тиһәләр ҙә, йәш уҡытыусыларҙың тәүге дәресен тәүге тапҡыр йыһанға осоу йә парашюттан һикереү менән тиңләр инем мин.

     Уҡытыусы “уҡыу”, “уҡытыу” һүҙенән алынған, шулай ҙа тәүге дәресемдән мин үҙем дә һабаҡ алып сыҡтым: иң беренсеһе - тәүге дәресме ул, йә йөҙөнсө, йә меңенсеме ул – һәр бер дәресеңде ҡыҙыҡтырғыс, мауыҡтырғыс, маҡсатлы итеп үткәрергә.

     Күптәр уҡытыусы эшенең кире яғын ғына күрергә тырыша. Уҡытыусы эше, ысынлап та, еңелдән түгел. Был хеҙмәттең белем биреүҙән генә тормағанын һәр кем яҡшы белә: өйгә күпме эш эйәреп ҡайта, бер туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, уҡыуҙар, бала ғүмере һәм яҙмышы өсөн хафаланыуҙар, дәрестән тыш саралар, көндәлек ҡағыҙ мәшәҡәттәре һәм башҡа ҙур һәм ваҡ мәсъәләләр.

      Уҡытыусы эшенең ысын тәмен татып ҡараған кешеләр башҡа күҙлектән ҡарарға күнеккән. Мин үҙемдең тәүге уҡытыусым Булатова Ғәфүрә Зәйнулла ҡыҙын йыш иҫкә алам. “И-и-и, балалар, һеҙ матур яҙһағыҙ, тырышып уҡыһағыҙ, минең аяғым ергә теймәй, ерҙән атлап түгел, осоп йөрөйөм”, - тип әйткәнен тура мәғәнәһендә аңлап, яратҡан уҡытыусыбыҙҙың нисек осоп килгәнен күрер өсөн уны һағалап та йөрөй торғайныҡ. Апайыбыҙҙың атлап килгәнен күреп: “Тимәк, кемебеҙҙер йә эшендә хата ебәргән, йә өйгә эшен эшләмәгән”, - тип борсолоп, хатта уңайһыҙланып йөрөгөнебеҙҙе иҫләйем. Әлбиттә, замана күҙлегенән сығып ҡарағанда һөнәрем еңел түгел, ләкин үҙ эшеңде яратып башҡарһаң, һәр иртә ашҡынып мәктәпкә килһәң, балаларҙың ҙур ышаныс менән һиңә төбәлгән ҡараштарын күрһәң, барлыҡ арыуҙар юғала, һәм хеҙмәтеңдән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо, шатлыҡ хистәре солғап ала. Уҡыусыларымдың уңыштарына ҡыуанып, үҙемдең дә атлап түгел осоп йөрөгәнемдә мин дә яратҡан эшем булыуыма мең тапҡыр шөкөр итәм.

      Бөгөнге көндә 21-нсе быуат беҙҙең алдыбыҙҙа ҙур талаптар ҡуя. Заман менән бергә атлайым тиһәң, бер генә аҙымға ла артҡа ҡалыу килешмәй. Шуға күрә үҙемдең дәрестәремдә заман мәғлүмәт технологияларын, интернет-ресурстарҙы киң файҙаланам, уҡыусылар менән берлектә эҙләнеү-тикшереү эшсәнлеген ойошторам. Компьютер технологияларын һәр дәрестә актив ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә, уҡыусы шәхесен һәр яҡлы үҫтереү өсөн ярҙам итә.

      Замана уҡыусыһына әҙер белемде үҙләштереү һәм тейешле күнекмәләр булдырыу ғына етмәй. Уҡытыу материалының эстәлеген һәр уҡыусының һәләтенә тура килерлек итеп һайларға һәм төҙөргә кәрәк. Замана балаһы үҙаллы фекер йөрөтә белһен, уны асыҡ итеп дәлилләһен, эшен дөрөҫ ойошторһон, лидерлыҡ сифаттары унда сағылыш тапһын тип эшләһәң үҙеңдең өҫтөңдө лө арымай-талмай эшләргә бурыслыһың.

       Уҡыусылар көнө буйы бер-береһенең арҡаһына ҡарап ултырып, нисек һөйләшә белһен, нисек фекер йөрөтөргә, матурлыҡҡа ынтылырға, үҙ ара аралашырға өйрәнһен?! Шуға күрә семинар-дәрес, дәрес-эҙләнеү, дәрес-уйланыу кеүек дәрестәр үткәререгә тырышам. Балалар менән бергә кластан тыш саралар үткәрергә, бергә фильмдар, концерттар ҡарарға яратам, походтар, экскурсиялар ойошторорға яратам.

        Иптәшемдең вазифалы урында эшләүенә бәйле, Башҡортостандың төрлө райондарында йәшәргә тура килде. Учалы ҡалаһының 5 мәктәбе, Учалы ауылы урта мәктәбе, Красноусолдағы 3 мәктәп, Иҫке Собханғол урта мәктәбе, Өфө ҡалаһының 88-се мәктәбе... Ҡайҙа эшләһәм дә, ихлас коллектив, оҫта директорҙар менән эшләргә яҙҙы. Был да оло бәхет.  2000 йылда башҡорт теле уҡытыусылары республика бәйгеһенең лауреаты булыу бәхетен дә татыным...

       Мәктәптән ситтә лә эшләргә тура килде – Башҡортостандың гәүһәрҙәренең береһе – “Красноусол” шифаханаһында реклама һәм мәғлүмәт үҙәгендә оҫта белгес  булып танылып та өлгөрҙөм. Шифахананың республика, ил кимәлендә генә түгел, донъя кимәлендә танылыу яулауында, һис шикһеҙ, минең дә өлөшөм барҙыр.

      Республика, район, ҡала сараларында ҡатнашырға, төрлө гәзит-журналдарға ла яҙыштырып торорға ваҡыт табам. Ҡул эштәре менән булышырға, бәйләргә, сәйәхәт итергә яратам, фән менән шөғөлләнәм – башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһында филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Сәфиулла улы Ҡунафин етәкселегендә диссертация өҫтөндә эшләйем. Мәскәүҙәге Третьяковкала, Париждағы Луврҙа булыуым менән бәхетлемен. Был донъяға Эйфель башняһынан, Берлиндағы рейхстаг янынан, Трептов-паркынан, Өфөлөге Салауат Юлаев һәйкәле майҙанынан, Байкал күле ярынан, Ирәмәл башынан баҡҡаным бар.  

      Кешенең ғүмер юлы – уның йән көҙгөһө, теләһәң-теләмәһәң дә, барын да күрһәтеп, һөйләп тора. Йәшәү дәүеремдә үтә яуаплы ла, ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла көндәр һанап бөтөргөһөҙ күп булды. Шулай ҙа шуларҙың иң мауыҡтырғыс һәм онотолмаҫ биттәре – ул мәктәптә таҡта янында аҡбур тотоп дәрес биргән ваҡыттыр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Структура эссе. Алгоритм написания эссе.

Структура эссе . Алгоритм написания эссе....

Критерии оценивания эссе. Примеры эссе и их анализ .

Критерии оценивания эссе . Примеры эссе и их анализ....

Эссе. Темы эссе

В помощь сдающим ЕГЭ по английскому языку...

Формирование навыков написания эссе с элементами рассуждения (эссе с выражением собственного мнения)

Статья описывает правила и принципы написания эссе по английскому языку с элементами рассуждения (эссе с выражением собственного мнения), а также типичные ошибки при написании эссе такого типа....

Учебно-методическая разработка "Эссе-мнение: как написать эссе за 50 минут"

УМР учитывает принцип визуализации при подаче материала. Может быть использован как раздаточный материал на вводном уроке по написанию эссе-мнения. (Разработка выполнена для получения зачета на курсах...

Учимся писать эссе: Эссе моих учеников на различные темы на немецком языке

Написание эссе - одно из сложнейших заданий ЕГЭ по ИЯ. Научить писать эссе - нелёгкая задача для любого учителя. Начинать писать эссе стоит уже с 7 класса. Данная публикация содержит оригинальные и не...