Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу
материал по теме

Мунасипова Гульсум Мубаряковна

Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан милли баҫмаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең юлдашыбыҙ, ярҙамсыбыҙ итеп алыр кәрәк, балаларҙа уларға ҡарата ыңғай мотивация тыуҙырырға кәрәк!

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районының 88-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы муниципиаль мәғариф учреждениеһы

http://ufacity.info/upload/iblock/054/054edb8feb3946e1638ec027cab94254_s200.jpg

Инновацион проект:

Башҡорт теле дәрестәрендә  

ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу

      

Әҙерләне:

Монасипова                                           Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 

Өфө – 2016

Йөкмәткеһе

Инеш ..………………………………………………………………….   3

1. Милли баҫмаларҙың хәҙерге торошо………………...…... ..............  6

2. Туған телгә һөйөү милли баҫмаларҙан башлана.  Хәҙерге башҡорт телен уҡытыуҙа милли баҫмаларҙы ҡулланыу практикаһынан.………….    8

3. Йомғаҡлау    …………………………………………………............ 14

4. Ҡулланылған әҙәбиәт    …………………………………………...... 16

"Һәр кемгә Аллаһ бөйөктәрҙән-бөйөк бер бүләк - әсә теле бирҙе"

Ҡөрьән Кәримдең "Әр-Рахмән" (Шәфҡәтле) сүрәһенең 4-се аяты

Аннотация

Бала күңеленә нисек юл hалырға? Нисек туған телгә һөйөү тәрбиәләргә? Ошо һорау бөгөн һәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын борсой һәм ошо юлда тел уҡытыусыһы әллә күпме яңы ысулдар, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре, алымдар уйлап сығара ала. Яңылыҡтар, асыштар яһағанда, әлегә тиклем билдәле булғандарының асылын белеү, берләштереү, таныш булғандарының яңы мөмкинселектәрен күҙҙаллау кәрәк. Ошо маҡсат менән башҡорт теленә һөйөүҙе милли баҫмалар аша һалырға кәрәк тигән проект сиктәрендәге идеяларымды тәҡдим итәм.

Беҙ, уҡытыусылар, “һүҙ” тигән шундай ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ғөмүмән, бөгөн ошондай һүҙ “ҡоралы” тантана иткән заман. Уны  донъя кимәлендәге сәйәсәттә лә, депутаттар, президенттар һайлауҙарында ла ҡулланалар.  Тимәк, ошо “ҡорал”ды беҙ бөгөн халҡыбыҙҙың аңын уятыу, рухын күтәреү, иманлы итеү, уларҙы үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алдырыу, халҡыбыҙ киләсәге булған балаларыбыҙҙа ерҙә лайыҡлы көн итергә ынтылыш тыуҙырыу, меңәрләгән һорауына яуап биреү өсөн файҙаланырға тейешбеҙ.   

ИНЕШ

Актуаллек: Милли телдәге ваҡытлы матбуғатһыҙ ҡалған халыҡ туған телен юғалтыу юлында. Ә беҙ бөтәбеҙ ҙә “теле юҡтың - иле юҡ“ тигән хаҡ һүҙҙәрҙе ҡабатларға яратабыҙ. Шулай булғас, башҡорт теле уҡытыусылары, күптәргә үрнәк булырлыҡ бай тарихлы, мәҙәниәтле, ҡыйынлыҡтарға баш эймәгән ғорур халыҡ вәкилдәре, тарихтың әлеге этабында үҙебеҙҙең милли гәзит, журналдарыбыҙ өлгөһөндә киләсәк кеше тәрбиәләргә булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Күп милләтле Рәсәй өсөн милли матбуғат - ул етди сәйәси һәм социаль мәсьәлә.

Милли матбуғат баҫмаларының төп концепцияһы:  улар — рухи даирәне киңәйтеү, милләттәште сәмләндереү, ғәмләндереү, тәрбиәләү, тарихы, тамырҙары, үҙенең кемлеге хаҡында уйландырыу сараһы, объектив һәм глобаль ҡараштар, альтернатив фекер, зыялылар тәжрибәһе трибунаһы.

Эшемдең маҡсаты:

- Хәҙер йәш быуын гәзит-журнал, китап уҡымай, тип барыһын да бер ҡалыпҡа һалмайыҡ. Бөгөн дә “китап ене” ҡағылған балалар етерлек. Уларҙың зауығына тура килерлек әҫәрҙәр табырға, гәзит-журналдарға ылыҡтырырға;

 - башҡорт теле дәрестәренә, милли баҫмаларға ҡарата ыңғай мотивация формалаштырыу;

- башҡорт теленә, матбуғатына ҡыҙыҡһыныу уятыу;

- белем алыу процесында уҡыусыларҙың әүҙем эшмәкәрлеген тәьмин итеү.

 Маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:  

 - предмет буйынса материалды яҡшы үҙләштереүҙе тәьмин иткән  эффектив технологияларҙы һәм алымдарҙы педагогик практикала ҡулланыу;

- башҡорт теле буйынса уҡыу материалын үҙләштереүҙе  этаплап башҡарыу (ябайҙан ҡатмарлыға алып барыу) ;

- уҡыусының танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

Педагогик тәжрибәнең нигеҙе:

- Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһы;

- Башҡортостан Республикаһының милли мәғариф концепцияһы;

- яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары.

Яңы шарттарҙа башҡорт теле уҡытыусыһының төп маҡсаттары:

   - башҡорт балаһын үҙ туған телендә матур, таҙа, аңлы һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү; Тыуған илен, туған телен яратҡан патриоттарҙы тәрбиәләү;

    - башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе балаларҙың башҡортса һөйләү телмәрен үҙләштереүенә өлгәшеү; тыуған еребеҙ Башҡортостанға һөйөү, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләү.

Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтәргә кәрәк:

предметты уҡытыуҙа эффектив алымдар, технологиялар тураһында методик әҙәбиәт менән танышыу;

шул алымдарҙы, технологияларҙы практикала ҡулланыу өсөн һайлап алыу;

башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уларҙы ҡулланып ҡарау;

алған һөҙөмтәләрҙе тикшереү;

тикшеренеү буйынса һығымталар эшләү.

  1. Милли баҫмаларҙың хәҙерге торошо

ЮНЕСКО эксперттары ҡарары менән беҙҙең телебеҙ юғалып барыусы телдәр исемлегенә индерелеүе айыпыуса ныҡ борсоуҙарға һала, ә туған телебеҙҙә 10 журналдың һәм 69 (был һанға район гәзиттәре лә индерелде) гәзиттең төрлө баҫма донъя күреүе – шатлыҡ тойғоһо уята. Матбуғат – донъя күсәре, йәмғиәт тотҡаһы, йәшәйешебеҙҙең үҙенсәлекле сағылышы. Башҡортостан – иң күп гәзит-журнал уҡыған, бихисап матбуғат баҫмаһы донъя күргән төбәк. Һуңғы йылдарҙа баҫмалар төҫлө булып сыға. Йәйғорҙай балҡып, күҙҙең яуын алып торған гәзит-журналдарҙы ҡулға алыуы үҙе бер ҡыуаныс. Ер яуын менән, кеше белем менән йәшәрер, ти халҡым. Белем – нур, ғилем хазина икәнен, уҡыған ил генә уҙырын, уҡымаған ил туҙырын улар бөтә булмышы менән төшөнгән. Йәшәйештә белемһеҙ ғәмәл юҡ. Ошо аманатты, аҡылды йәшәү һуты, көнитмеш ҡағиҙәһе итеп алған алтындан ҡиммәт аң-белем – мәңгелек ғилем өләшеүсе дуҫтарыбыҙ – гәзит һәм журнал икәнен беҙ үҫеп килеүсе быуынға еткерергә тейешбеҙ.

Милли баҫмаларыбыҙ йәш быуынды насар ғәҙәттәрҙән, замандың кире йоғонтоларынан аралау, ғәҙеллек, эш һөйөүсәнлек, кешелеклелек, илһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләүҙә лә алмаштырғыһыҙ ярҙамсы булыуын да иҫәпкә алыр кәрәк.

Балаларҙы әҙәбиәткә, ижадҡа ылыҡтырырға кәрәк. Китап, гәзит-журнал уҡыған кешелә насар уй булмай. Уларҙың ҡарашы киң, теле бай, төрлө ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булалар.

Яңы Рәсәй дәүләтселеге шарттарында Башҡортостаныбыҙ дәүләт суверенитетын яулаған осорҙа ваҡытлы матбуғат ҙур үҫеш алды. Хәҙер республикабыҙҙа дәүләт теле булараҡ башҡорт телендә дүрт тиҫтәгә яҡын яҡын гәзит-журнал нәшер ителә, тик бөгөн уларҙың тиражы ҙур борсолоу тыуҙыра. Туған телебеҙҙәге иң олпат, төп ижтимағи-сәйәси гәзитебеҙ “Башҡортостан“ды ҡала һәм район буйынса 2016 йылдың икенсе яртыһында бөтәһе 8 154 кеше алдыра. Был бик аҙ – был халыҡ һанынан 1,1% ҡына тигән һүҙ.

“Йәшлек” гәзите - ул милли концепция. Сөнки ул беҙҙең милли матбуғат майҙанына шул тиклем ярһыу бер ташҡын булып килеп инде, халҡыбыҙҙың рухын күтәреүгә ҙур өлөш индерҙе. Ифрат уҡымлы, бай йөкмәткеле “Йәшлек“ гәзитен алдырыусылар һаны ла – 6 837 генә ҡалған, ә бит заманында (90-сы йылдарҙа)  утыҙ меңдән ашыу дана алдырып уҡый инек.

    Башҡа матбуғат баҫмалары менән дә шундай уҡ күренеш. Әйтәйек башҡорт, урыҫ телдәрендә (ҡайһы бер мәҡәләләр инглиз телендә) донъя күргән ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм тулыһынса Башҡортостаныбыҙ, милләтебеҙ яҙмышына бағышланған “Ватандаш“ журналын алайыҡ. Был, һәр бер милләтебеҙ зыялыһы өҫтәлендә урын табырға тейеш журналға ни бары 1340 кеше яҙылған. “Ағиҙел“, “Башҡортостан ҡыҙы“, “Шоңҡар“ журналдарын алдырыусылар һаны ла 5-6 тапҡыр кәмене. Ә бит был баҫмалар Башҡортостаныбыҙ, халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәтен, мәғарифын, сәнғәтен, әҙәбиәтен, милләтебеҙҙең үҫеш юлдарын, сәйәси, иҡтисади, социаль хәлен яҡтыртып алға әйҙәүсе баҫмалар: уларҙа нәшер ителгән материалдарҙы башҡа бер ерҙә лә табып булмай!

    Айырым әйтер һүҙем балалар өсөн донъя күргән гәзит-журнал тураһында. Беҙ һуңғы йылдарҙа йыш ҡына балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ китаптан, бигерәк тә нәфис әҙәбиәттән, ситләште, уҡымай, компьютер артынан сыҡмай, тип зарланабыҙ. Был ысынбарлыҡ. Интернет селтәренең, ундағы мәғлүмәттең иге-сиге юҡ. Тик уның менән һирәгерәк, сама белеп, дөрөҫ файҙаланырға тейешбеҙ. Интернет ауына, бигерәк тә балалар, тиҙ генә эләгеп виртуаль донъяға күсеү ҙә оҙаҡ түгел. Ул кешене бөтөнләй йота.

    Был йәһәттән кескәйҙәр өсөн нәшер ителгән ваҡытлы матбуғатты нисек файҙаланабыҙ, балалар ниндәй баҫмаларҙы уҡый? Әле 3 026 дана “Аҡбуҙат“ журналын алдырабыҙ. “Аманат“ журналына яҙылыусылар һаны – 5 694, “Йәншишмә“ гәзитенең тиражы ни бары 963 (!) кенә. Үрҙә килтергән һандар балаларҙа даими уҡыу теләге тәрбиәләүгә тейешле йоғонто яһай алмай, әлбиттә. Кескәйҙәргә тәғәйенләнгән гәзит, журналдарҙың йөкмәткеһе уларҙың йәшен иҫәпкә алып нәшер ителә һәм ҙур әхлаҡи, тәрбиәүи көскә эйә. Ваҡытлы баҫма уҡып үҫкән бала китапҡа ҡул һелтәмәй, уның ысынбарлыҡты төҫмөрләүе, донъяға ҡарашы юғарыраҡ кимәлдә.

Күпселек милли баҫмаларыбыҙ айырым шәхестәр инициативаһы һөҙөмтәһендә генә донъя күреп килә. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһенең «Каруанһарай»  гәзите  мөхәррире Салауат Аҡдәүләтов гәзиттең тәүге  һандарын Башҡортостанда, Ғафури районының «Табын»  гәзите редакцияһында  баҫтыра. Силәбе өлкәһендә башҡорт баҫмалары ишәйә. Мәҫәлән, «Шәжәрә» журналының һәм «Арғужа», «Аҡ тирмә» гәзиттәренең тәүге һандары донъя күрҙе, Арғаяш районында «Арғужа» гәзите ҡайтанан сығарыла башланы. «Аҡ тирмә» гәзитенең һәм «Шәжәрә» журналының ойоштороусыһы булып Башҡортостан Республикаһының «Аҡ тирмә» йәмәғәт ойошмаһының Силәбе филиалы – «Аҡ тирмә» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Гәзит – айына бер, ә «Шәжәрә» журналы иһә, өлкәлә йәшәгән башҡорттарҙың этногенезына бағышланып, кварталға бер сығасаҡ.

Яңы мең йыллыҡта баҫма матбуғаттың, телевидение, радио һәм Интернеттың йәмғиәттәге роле, милләтте берләштереүҙәге, халыҡты туплауҙағы бурысы  айырыуса юғары.

  1. Туған телгә һөйөү милли баҫмаларҙан башлана.  Хәҙерге башҡорт телен уҡытыуҙа милли баҫмаларҙы ҡулланыу практикаһынан.

Уҡытыу тәжрибәмдә системаға һалынған, ыңғай һөҙөмтәләр биргән эш алымы – дәрестә гәзит-журналдар ҡулланыу менән таныштырып китәм.

Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә.  Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты - һөйләү телмәренең һәр бер төрөнә - һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеү. 

Милли баҫмаларға мөрәжәғәт итеү уйы, әле башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылған рус телле мәктәптәрҙә уҡыу әсбаптарының етерлек кимәлдә һәм күләмдә булмауынан килгәйне. Ғаиләмдән килгән ғәҙәт буйынса бик күп гәзит-журналдар алдырам, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Һәнәк” журналдарын төпләп йыйып барам. Бер саҡ баҫмаларҙа күҙҙән үткәреп ултырғанда: “Бына бит иртәнге дәрестәрем өсөн аҫыл материалдар, иртәгә балаларға алып  барып уҡыйым әле” – тигән фекер матур һөҙөмтәләр бирҙе. Балалаларға дәреслектән тыш гәзит-журналдар менән эшләү оҡшаны, киләһе дәрестәргә үҙҙәре алып килә башланы, тәнәфестәрҙә төрткөләшеү урынына өймәкләшеп баҫмалар ҡарап уҡый башланылар. Шунда шәп идея килгәйне – ә ниңә балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын файҙаланмаҫҡа? Шулай итеп, мин көндә балаларға биш-алты минутлыҡ гәзит менән эш ойоштора башланым. Ул эшкә балалар мөкиббән киттеләр, хатта гәзит биттәре күп эшләүҙән туҙып, йыртылып бөтә. “Элек атай-олатайҙарыбыҙ гәзитте хәс тә һеҙҙең һымаҡ, ҡулдан ҡулға йөрөтөп, туҙып бөткәнсе уҡығандар”, - тиһәң, күңелдәре үҫеп китә.

 Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылған рус телле мәктәптәрҙә уҡыу сыларҙың телмәр күнекмәләрен үҫтереүҙә уларҙың һүҙ менән эшләүе, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөүе, тексты бер ни тиклем аңлай алыу кимә-ле беренсе планда тора. Гәзит-журналдарға күҙ йүгертеп сығыуҙан ғына нимә тураһында һүҙ барғанын аңлау – шулай уҡ, уҡыусының ниндәйҙер кимәлдә аң кимәленең үҫеше тураһында ла аңғарта.

 Уҡыу ике процесты тәшкил итә: уҡыу техникаһын (хәрефтәрҙе аңлатҡан

график символдарҙың дөрөҫ уҡылыуын һәм өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен) һәм уҡыған текстың мәғәнәһен аңлау. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңламайынса, хәрефтәрҙе күреп кенә ҡабул итеү йәки уҡыу аңлы уҡыу тип аталмай, әлбиттә. Һөйләгәнде ишетеү һәм аңлау менән уҡыу араһында ла тығыҙ бәйләнеш бар. Өйрәнелгән телдә ни тиклем күберәк уҡыһаң, һөйләү телмәре лә шул тиклем үк байый. Ишетеп ҡабул итеү үҙ-ара һөйләшкән һәм ҡысҡырып уҡыған саҡта барлыҡҡа килә. Ә телмәр байлығы уҡыусы үҙе дөрөҫ һәм интонация менән уҡыған саҡта ғына байытыла. Шунлыҡтан дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен булдырыу башҡорт теле дәрестәрендә уҡытыусының төп талабы булырға тейеш.

Шулай итеп, сит телде өйрәнгәндә һөйләгәнде ишетеү һәм аңлау ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки ул һөйләшергә өйрәнеү  өсөн этәргес булып хеҙмәт итә. Һөйләгәнде ишетеүгә һәм аңлауға өйрәткәндә, уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыу, мауыҡтырыу маҡсатында төрлө алымдар ҡулланыу ҙур һөҙөмтә бирә:

 — текстан иң кәрәкле мәғлүмәтте айырып алыу;

— бер темаға ҡараған һүҙҙәрҙе таба алыу һ.б.

Уҡығанды аңлау кимәле

Гәзит-журнал тексын уҡығандан һуң эштәр.

Белеү, оҫталыҡ

Төп йөкмәткенең айырым һүҙҙәрен аңлау (базалы кимәл).

Төп фекерҙе билдәләү.

Төп теманы билдәләү.

Төп мәғлүмәтте генә алыу.

Төп фекерҙе, әйтергә теләгән мәғлү-

мәтте аңлап, уҡығанды

аңлау (урта кимәл).

Эҙмә-эҙлелекте билдәләү; һығымта яһау.

Факттарҙың һәм ваҡиғаларҙың бер-бер-артлы килеүен билдәләү.

Тулыһынса аңлау, текстың идея-йөкмәткеһен еткереү

(юғары кимәл)

Уҡыусының ваҡиғаларға һәм геройҙарға ҡарашын асыҡлау.

Контекстағы яңы, аңлашылмаған һүҙҙәрҙең йөкмәткегә ҡарап мәғәнәһен билдәләү

Үҙ аллы һәм аңлы уҡыу

Текст өҫтөндә эшләгәндә уҡығанды аңлауҙы үҫтереүҙә ҡайһы бер эш төрҙәре:

Текст алды эштәре:

- яңы һүҙҙәр өҫтөндә эш;

- ҡатмарлы грамматик структуралар өҫтөндә эш;

- яңы һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр төҙөү;

- таныш булмаған һүҙҙәргә һорауҙар биреү, синонимдарын табыу;

- уҡыу техникаһы өҫтөндә эш;

- башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау;

Текст өҫтөндә эштәр:

- аңлауҙы тикшереү;

- логиканы, хәтерҙе, иғтибарлылыҡты үҫтереү;

- һорауҙарға тулы яуап биреү;

- һәр абзацҡа исем биреү.

Тексты уҡығандан һуң эштәр:

Йөкмәткенең тулылығын һәм теүәллеген тикшереүгә йүнәлтелгән этап:

- план төҙөү;

- диалог төҙөү;

- һөйләү (яҙма эштәрҙе эшләү).

Уҡыусыларҙың уҡып аңлау күнекмәләрен булдырыуға һәм үҫтереүгә тап гәзит-журналдар ярҙамға килә лә инде. Ябайҙан ҡатмарлыға тигән үҫтереүсе уҡытыу системаһына эйәреп, текст өҫтөндә эшләргә өйрәтеү, телмәрҙе байытыу – урта һәм юғары кластарҙа эшләүсе уҡытыусыларҙың төп бурысы.

Күнегеү төрҙәре:

  1. Гәзит-журналдан ... хәрефенә башланған һүҙҙәрҙе табырға. Бер минут эсендә кем күберәк табыр?
  2. Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
  3. Был хәрефкә бөткән һүҙҙәрҙе табығыҙ. Ундай һүҙҙәр күпме? Ниңә шулай тип уйлайһығыҙ?
  4. Ниндәй һүҙҙең мәғәнәһе ҙеҙгә аңлашылмай? Кем белә? Һүҙ байлығын арттырабыҙ!
  5. Текстан кеше исемдәрен табығыҙ. Улар ниндәй хәрефтән яһылған? Ҡайһы халыҡҡа хас был исемдәр? Ҡайһы исемдәрҙе һеҙ ишеткәнегеҙ бар, ә ҡайһыһын беренсе тапҡыр ишетәһегеҙ?
  6. Ҡыҫҡартып яҙылған һүҙҙәр бармы?
  7. Хәҙер төркөмдәрҙә эшләйбеҙ. Беренсе төркөм һорау һөйләмдәрен таба, икенсе өндәү билдәләрен, өсөнсө төркөм – хәбәр һөйләмдәрҙе таба. Кем тиҙерәк? Интонация менән уҡыйбыҙ. Ғайһы төркөм яҡшыраҡ эшләне?
  8. Гәзиттә диалогтар бармы?
  9. Текста “һәм” бәйләүесен эҙләйбеҙ. Кем күберәк табыр икән?
  10. Статьяларҙың исемдәрен уҡыйбыҙ. Был статьяла нимә тураһында әйтелә икән?
  11. Был текстың стиле ниндәй? Ниңә улай тип уйлайһығыҙ?
  12. Хәҙер “Дикторҙар конкурсын” үткәрәбеҙ. Кем матур итеп уҡыр икән. Кемдең уҡыуы һеҙгә оҡшай?
  13. Кемдең гәзитендә һауа торошо бар? Әйҙәгеҙ уҡыйыҡ. (Һауа торошон уҡыусы дикторҙар кеүек!) Ниндәй һауа торошо көтә беҙҙе? Кем аңланы?
  14. Кемдең гәзитендә аҡыллы фекерҙәр яҙылған? Уҡып ишеттерегеҙ!  Нимә тураһында? Һеҙ был һүҙҙәрҙе нисек аңланығыҙ?
  15. Гәзиттең тиражы ниндәй. Башҡортса уҡыйбыҙ. Ҡайҙа баҫылып сыҡҡан? Мөхәррире кем? Телефон һандары ниндәй?
  16. “Мин телевидение дикторы!”  конкурсы – кем класта иң тасуири уҡыусы?
  17. Өйгә эш. Көҙгө алдында гәзиттән статьяны ҡысҡырып уҡыу. Һ.б.

Ата-әсәләр йыйылышында ла шундай эш бирелә:

Бер-берегеҙгә башҡортса гәзит-журнал ҡысҡырып уҡығыҙ (әгәр улар юҡ, һатып алығыҙ). Мәҫәлән: мәҡәләләр, хикәйә, поэма, шиғыр һ.б. Ваҡыты – һәр берегеҙгә 30 минут. Тәҡдим ителгән журналдар: “Шоңҡар”, “Тамаша”, “Башҡортостан ҡыҙы”, "Ағиҙел". Гәзиттәр: “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Аҙна” һ.б. Балалы ғаиләләр өсөн вариант – балаға ҡысҡырып әкиәт уҡығыҙ.

Ата-әсәләрҙән алынған ыңғай фекер-мәғлүмәттәр:

“Мин балалар өсөн “Аҡбуҙат” журналы алдыра башланым һәм уны баштан аҙағына тиклем уҡып сығам, шул арала балам шул тиклем әкиәткә ныҡ өйрәнде, хатта кисен бер-ике әкиәт һөйләмәйенсә йоҡлап китә алмай. Минең уйымса, бала әкиәт аша үҙенә бер яңы донья аса, фекерләй. Малайымдың теле китап ҡарап асылды. Хәҙерге заманда һәр бер ата-әсәйгә әйтер инем: “Китап-журналдар уҡытып, уларға һөйөү тәрбиәләп уҫтерһендәр ине”.

“Беҙ улым менан "Акбуҙат" журналын алып укып, унын йөкмәткеһен һөйләргә өйрәндек. Балаға уҡыған әкиәттәрҙең йөкмәткеһен икенсе көндө һорар кәрәк. Шул вакытта ғына уҡыу фәтеүәле була”.

“Һеҙ әйткәндән һуң гәзит һатып алам да, сәй эсеп бөткәндән һуң ҡыҙыҡлы мәҡәләләрҙе ҡысҡырып уҡыйым. Һуңынан күренгән урынға һалып китәм. Бер аҙна тирәһенән ҡыҙым да миңә эйәреп гәзит менән ҡыҙыҡһына башланы. Почта бүлексәһенә барып балалар гәзитенә яҙылдыҡ”.

“Ирем башҡортса насар һөйләшә ине, башҡортса гәзит алам да ҡысҡырып уҡыйым, ул минең уҡыуымды иҫе китеп тыңлай. Мин үҙем башҡорт мөхитендә үҫкәнмен, шиғыр конкурстарында ҡатнаша инем. Хәҙер ирем дә телен шымартып алды, яңылыҡтарҙы гәзиттән уҡырға ғәҙәтләнде. Улым да гәзит ҡараштыра, ул да беҙҙән күреп гәзит уҡып үҫер, тип уйлайым”.

“Балалар баҡсаһына алып барыу менән улым башҡорт телен онотто, тик урыҫ телендә аралаша ине, һеҙҙең кәңәш буйынса көн дә “Аҡбуҙат” журналынан әкиәттәр, шиғырҙар уҡый башланым. Туған телендә яңынан аралаша башлауы уға ҡыйын булманы, йыраҡ булһа ла улымды башҡорт төркөмө булған балалар баҡсаһына бирҙем”.

  1. Йомғаҡлау.

«Әгәр уҡытыусылар формаһы буйынса ла, йөкмәткеһе буйынса ла ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрәләр икән, ул саҡта мәктәп рухи йәшәү сығанағына әүереләсәк», - тигән билдәле педагог В.А. Сухомлинский. Дәрестәрем ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтһен өсөн традицион алымдар менән бер рәттән проблемалы уҡытыу, АСО, үҫтереүсе алымдар һәм информацион технологиялар элементтарын ҡулланыуҙы системалы алып барам.

Ысынлап та, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә милли матбуғат баҫмаларын ҡулланыу ҙур һөҙөмтә бирә. Гәзит һєм журналдарҙа баҫылған мәҡәләләрҙе, хикәйә-повестарҙы, яҙыусыларҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең тормошо һәм ижады хаҡындағы һүрәтләмәләрҙе, очерк, ижади портреттарҙы ҡулланыу өҫтәмә белем биреү өсөн генә түгел, ә балаларҙы башҡорт рухлы итеп тәрбиәләүгә лә ярҙам итә. Уҡыусыларыбыҙ республикабыҙ, уның аҫыл ир-егеттәре һєм шәхестәре менєн ғорурланып үҫһен, башҡорт теленән ятһынмаһын, үҙ телендә һөйләшһен өсөн кәрәк башҡорт телендәге баҫмалар.

Башҡорт теле уҡытыусыһы - предмет уҡытыусыһы ғына түгел, ә бөгөнгө заман уҡыусыһында ватансылыҡ, кешелеклелек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, зауыҡ, хатта эшҡыуарлыҡ сифаттары тәрбиәләгән бөйөк шәхес ул, сөнки уның ҡулына иң ҙур ҡорал - тәрбиә ҡоралы тапшырылған. Шул ҡоралды дөрөҫ файҙаландымы, маҡсатына өлгәшәсәк, йәғни Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге тәрбиәләнәсәк. Бөгөн еребеҙгә сит-яттар тулып, хужа булып ятҡанда эшҡыуарлыҡ сифаттарын тәрбиәләү айырыуса мөһим. Мәҫәлән, эш юҡ тибеҙ, ә бит халҡыбыҙҙың умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, тире эшкәртеү, ағастан юнып төрлө хужалыҡ кәрәк-яраҡтары эшләү кеүек боронғо шөғөлдєре булған. Ниңә шуларҙы дәрескә ҡағылышлы темаларҙы үткәндә һөйләп китмәҫкә? Уның өсөн хатта айырым сәғәттәр ҙә кәрәкмәй. Миҫалға V класта өйрєнелгєн "Әминбәк" әкиәтен генә алығыҙ, унан башҡорт халҡының тормош-көнкүреше хаҡында әллә күпме мәғлүмәт алырға мөмкин.

Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙєбиәте уҡытыусылары, әйҙәгеҙ, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бирешмәйек, матбуғат менән арабыҙҙы өҙмәйек. Уҡыусыларыбыҙҙа республика матбуғатына һөйөү тәрбиәләйек.

                           

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Р.F.Аҙнағолов. Хәҙерге дәрес: уҡыу ҡулланмаhы. Үҙгәрешле, икенсе баҫма. — Өфө: БашДУ, 2011. — 155 бит.

2. Нафиҡова Ф.Р  Һөйләгәнде ишетеү һәм аңлау аша

телмәр үҫтереү. “Башҡортостан уҡытыусыһы”, 2014 й, №10 (944), 11-12б.

3. Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен

заманса уҡытыу: уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Зәйнәб Биишева

исемендәге “Китап” нәшриәте, 2009. Өфө: Информреклама, 2003

4. Толомбаев Х. А., Алсынбаева Р. Р. Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: БМҮИ нәшриәте, 2006

5. Концепция национального образования в Республике Башкортостан. - Уфа, 2009.

6. Иҙелбаев М.Х. Хәҙерге заман технологиялары һәм яңылыҡлы дәрестәр//Башҡортостан уҡытыусыһы. - 2015. - №9, 6-10-сы б.б.

7. Википедия и информационное общество. Сборник материалов открытой

международной научно-практической конференции, посвященная 10-летию

Башкирской Википедии, 24-26 апреля 2015 г. – Уфа, 2015. – 87

8. Бөтә донъя башҡорттарының рәсми порталы

9. Башҡортостан Республикаһының милли баҫмалары


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»

ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу".

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу"....

Доклад "Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу".

Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу.   Һуңғы ваҡытта уҡытыусылар дәрестәрен башҡа төрлө предметтар менән бергә бәйле үткәрә башланылар. Был форма интегрированный дәре...

Докдад “Башҡорт теле дәрестәрендә милли баҫмаларҙы ҡулланыу.”

                                                  Бөгөнгө докла...

Урыҫ мәктәптәрендә инша - һүрәтләү яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу

Был дәрестә Т.Н. Яблонскаяның "Иртә" картинаһы өҫтөндә эш. Бында инша - һүрәтләү этаптары бирелгән....

Башҡорт теле дәрестәрендә проблемалы диалог алымдарын ҡулланыу

Был технологияның һөҙөмтәлелеге- уҡытыуҙың сифаты күтәрелеү. Проблемалы диалог алымын ҡулланыу һөҙөмтәһе булараҡ уҡыусылар үҙҙәрен дәрестәрҙә әүҙемерәк күрһәтеп, дәрескә ҡыҙыҡһыныуҙары артты, сифат кү...

Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив методтар ҡулланыу. Семинар.

Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив методтар ҡулланыу....