Башҡорт теле дәрестәрендә проблемалы диалог алымдарын ҡулланыу
статья

Латыпова Расима Сагдатовна

Был технологияның һөҙөмтәлелеге- уҡытыуҙың сифаты күтәрелеү. Проблемалы диалог алымын ҡулланыу һөҙөмтәһе булараҡ уҡыусылар үҙҙәрен дәрестәрҙә әүҙемерәк күрһәтеп, дәрескә ҡыҙыҡһыныуҙары артты, сифат күрһәткестәре күтәрелде.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon statya2.doc37 КБ

Предварительный просмотр:

Р.С.Латыпова

 Стәрлетамаҡ ҡалаһы  15-се һанлы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.

Башҡорт теле дәрестәрендә проблемалы диалог алымдарын ҡулланыу.

    Хәҙерге тел мәсьәләһе шарттарында Башҡортостан Республикаһы мәктәптәре алдында дәүләт һәм йәмғиәт тарафынан бер нисә маҡсат ҡуйылған: уҡыусыларҙы рус һәм башҡорт телдәренә бер-береһенә бәйләнешле уҡытыу, төрлө аралашыу ситуацияларында тел саралары ярҙамында эшләү һәләтлеген формалаштырыу.

             Уҡытыу-тәрбиә процесында уҡытыусының роле бөгөгө көндә һис ҡасан булмағанса бик ҙур. Әгәр уҡытыусы сағыу шәхес икән, минеңсә, уның уҡыусылары ла үҙҙәренең ижади һәләттәрен аса аласаҡтар. Уҡытыуҙың традицион системаһы уҡыусыларҙы әҙер материалды үҙләштереүгә һәм сағылдырыуға ҡоролған. Был алым күп педагогтарҙы ҡәнәғәтләндермәй. Бәлки шуның өсөндөр ҙә уҡытыу-тәрбиә эшендә эшләүселәр араһында уҡытыуҙың актив методтарын яҡлаусылар күп. Эҙләнеүҙәр ваҡытында минең иғтибарымды проблемалы диалог алымдары технологияһы йәлеп итте. Елена Леонидовна Мельникованың “Проблемалы дәрес йәки белемде уҡыусылар менән нисек асырға?” китабы минең ысын ысын асыш булды. Был педагогик эҙләнеүҙәр менән танышҡандан һуң мин үҙемә проблемалы дәрес төҙөү технологияһынүҙләштереү маҡсатын ҡуйҙым..

        Рус теле, сит телдәр дәрестәрендәге кеүек үк башҡорт теле дәрестәрендә лә яңы белемде индергәндә уҡыусы ике ижади этап үтергә тейеш:уҡыу проблемаһын ҡуйыу һәм проблеманы асыу юлдарын эҙләү.  Ләкин уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыуҙың спецификаһы бар. Күп уҡыусылар рус телендә фекерләй һәм фекерен башҡорт теленә тәржемә итә. Шулай ҙа проблемалы метод ярҙамында уҡыу проблемаһын ҡуйыуҙы һәм уны асыу юлдарын да табырға мөмкин. Мәҫәлән, уҡыу проблемаһын ҡуйыу этабында мин уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленән һәм теманан сығып, проблемалалы методтарҙың береһен ҡулланам:

  1. проблемалы ситуацияға саҡырыу диалогы (побуждающий);
  2. темаға алып барыусы диалог (подводящий);
  3. мотивация алымы менән теманы иғлан итеү.

    Мәҫәлән, “Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше” темаһын өйрәнгәндә мин стол, книга, улица һүҙҙәрен тәржемә итергә бирәм. Уҡыусылар тәржемә итәләр.

  • Ә хәҙер столы, книги, улицы һүҙҙәрен тәржемә итегеҙ.

 Уҡыусылар тәржемә итәләр.

  • Ә был һүҙҙәр нимә менән айырыла?
  • Был һүҙҙәр күплек формаһында, ә беҙ күплектә тороусы башҡорт һүҙҙәрен тәржемә итә белмәйбеҙ,- тип яуап бирә уҡыусылар.
  • Тимәк, хәҙер нимәгә өйрәнәсәкбеҙ?

 Уҡыусылар үҙҙәре проблеманы,дәрестең темаһын әйтеп бирә. Был осраҡта мин темаға алып барыусы диалог ҡулланылды.

      “Сифат” темаһын өйрәнгәндә сифаттар менән һүҙбәйләнештәр ҡулланам.

Аҡ ҡар-белый снег

Аҡ сәсәкә-белый цветок

Аҡ күлдәк –белое платье

  • Уҡыусылар, ошо һүҙбәйләнештәргә ҡарағыҙ.Улар ҡағиҙә сығарырға ярҙам итер. Шулай итеп ниндәй идеялар бар? (ошо һорау менән мин балаларҙы гипотезаға әйҙәнем).
  • Тағы ниндәй фекерҙәр бар? Бөтәһе лә шулай уйлаймы?

 Дөрөҫ булмаған гипотеза алып ташлана һәм диалогик цикл дөрөҫ булған ҡағиҙәне тапҡансы ҡабатлана. Икенсе төрлө юлды ҡулланырға була: бөтә гипотезалар ҙа бер юлы ишеттерелә, шунан ғына улар тикшерелә, дөрөҫө һайлап алына. Уҡыусылар башҡорт телендә сифаттың ҡағиҙәһен үҙҙәре килтереп сығара һәм әйтә. Бында проблемалы ситуацияға саҡырыу диалогы ҡулланылды.

   Шулай итеп, уҡыу проблемаһына проблемалы ситуация аша барырға мөмкин. Әммә был ситуацияны уйлап сығарырға кәрәк. Ә уйланмаһа? Теманы әҙер килеш тә иғлан итергә була. Ләкин тантаналы рәүештә әҙер килеш теманы иғлан итеү уҡыусыларға ҡыҙыҡ түгел. Алдан иғлан ителгән һәм көсләп тигәндәй тағылған  тема менән уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтырырға мөмкинме? Әлбиттә, мөмкин.

   “Башҡорт аштары” темаһын өйрәнә башлағанда мин дәрескә сәк-сәк алып килдем. Шулай итеп “сағыу тап” (яркое пятно) алымы менән балаларҙы ҡыҙыҡһындыра алдым. Был юлы мин уҡыу проблемаһы ҡуйылышының өсөнсө алымын ҡулландым- теманы мотивация алымы менән иғлан итеү.

       Проблеманан сығыу юлдарын эҙләү этабында түбәндәге проблемалы методтарҙы ҡулланам:

1)гипотезаларға саҡырыу диалогы;

2) проблемалы ситуациянан сығыу диалогы;

3)проблемаһыҙ сығыу диалогы.

    Был технологияның һөҙөмтәлелеге- уҡытыуҙың сифаты күтәрелеү. Проблемалы диалог алымын ҡулланыу һөҙөмтәһе булараҡ уҡыусылар үҙҙәрен дәрестәрҙә әүҙемерәк күрһәтеп, дәрескә ҡыҙыҡһыныуҙары артты, сифат күрһәткестәре күтәрелде.

Әҙәбиәт:

1.Изучение личности школьника учителем/ Под ред.З.И.Васильевой и др.-М.,1989.

2.Мельникова Е.Л. Проблемный урок или как открывать знания с учениками.-М.,2002.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»

ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу

Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан...

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу".

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу"....

Доклад "Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу".

Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу.   Һуңғы ваҡытта уҡытыусылар дәрестәрен башҡа төрлө предметтар менән бергә бәйле үткәрә башланылар. Был форма интегрированный дәре...

Докдад “Башҡорт теле дәрестәрендә милли баҫмаларҙы ҡулланыу.”

                                                  Бөгөнгө докла...

Урыҫ мәктәптәрендә инша - һүрәтләү яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу

Был дәрестә Т.Н. Яблонскаяның "Иртә" картинаһы өҫтөндә эш. Бында инша - һүрәтләү этаптары бирелгән....

Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив методтар ҡулланыу. Семинар.

Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив методтар ҡулланыу....