Докдад “Башҡорт теле дәрестәрендә милли баҫмаларҙы ҡулланыу.”
статья

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

                                                    Бөгөнгө докладымдың темаһы

                      “Башҡорт теле  дәрестәрендә  милли баҫмаларҙы ҡулланыу”

 Телде өйрәнеүҙә төп берәмек – һүҙ, унда телгә ҡағылышлы бөтә төшөнсәләр ҙә бер бөтөн булып ойоша.  Һүҙҙең тел һәм һөйләмдең генә түгел, ә мәҙәниәттең дә бер берәмеге икәнлеген төшөндөрөү өсөн, дәрестәрҙә һүҙҙәрҙе тематик, лингвокультурологик, функциональ-семантик йүнәлештәге бәйләнештәрҙә күрһәтеү кәрәк. Уҡыусыларҙың телмәрҙәрен байытыу һәм туған тел аша башҡорт мәҙәниәте донъяһына ыңғай ҡараш, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу- эшебеҙҙә мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Телебеҙҙә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы, йолалары һәм менталитеты сағылыш тапҡан. Лингвокультурологик йүнәлештәге уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда йолаларҙа, көндәлек тормошта, мәҙәниәттә, әҙәбиәттә сағылыш тапҡан туған телдең милли үҙенсәлеген иҫәпкә алырға кәрәк. Туған телде өйрәнеп, уҡыусылар уның лексик һәм грамматик байлығын, образлылығын, тасуирлылығын, матурлығын үҙләштерә.

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә тел менән мәҙәниәттең үҙ -ара бәйләнешенә иғтибар артҡандан арта бара. Туған тел аша милли мәҙәниәтте өйрәнеү уҡыусыларҙың аңы формалашыуында ғына түгел, ә уларҙың мәҙәниәткә берегеүендә мөһим роль уйнай.Мәҙәниәт аша телгә өйрәтеү бөгөн «башҡорт теле» предметының бер өлөшө булып тора.

Башҡорт телендә лә концепттарҙы тикшереп яҙылған хеҙмәттәр һаны бермә-бер арта. Фәндә “яҙмыш”, “хеҙмәт” , “мөхәббәт”, “бәхет”, “дуҫлыҡ” һәм башҡа төрлө кешенең эске донъяһын, мораль-этик һәм әхлаҡ нормаларын билдәләүсе концепттарға иғтибар ҙур..

Бөгөнгө көндә башҡорт телен уҡытыу буйынса проблемалар аҙ түгел. Беҙҙеңсә, мәктәптәрҙә телгә өйрәтеү орфографик күнекмәләрҙе генә белгән грамоталы уҡыусыларҙы әҙерләүгә генә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Информатик-рецептив методтарҙан уҡыусыларҙың әүҙем ҡатнашлығындағы эҙләнеү-эврестик алымдарға күсеү кәрәк.Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм әүҙемлектәрен үҫтереп, район, республика күләмендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа,олимпиадаларҙа еңеүселәр тәрбиәләргә тейешбеҙ.

Дәрестәргә күнегеүҙәр һайлағанда башҡорт халҡының тарихын, йәшәйешен, мәҙәни тормошон сағылдырыуына нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк. Шулай уҡ мәҡәл- әйтемдәр, фразеологик берәмектәр, фольклор өлгөләре лә дәрестең уңышлы, тәьҫирле үтеүенә булышлыҡ итә. Ошолай уҡ был маҡсаттарға ирешер өсөн гәзит-журналдарҙа ярҙамға килә

        Мәктәбебеҙҙә бай китапхана бар. Балалар башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен күпләп уҡый. Бында матбуғат баҫмалары ла тупланып барыла. Ҡыҙҙар һәм егеттәр гәзит-журналдарҙы ҡарап бара. “Баш­ҡорт­остан”, “Йәшлек”, “Йәншишмә” “Етегән “ гәзиттәрен, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарын дәрес үткәргәндә генә түгел, кластан тыш сара­ларҙа, ата-әсәләр менән эш алып барғанда ла йыш ҡулланабыҙ. Туған телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә улар ҙур ярҙамсы булып тора. Әйткәндәй, мәктәбебеҙҙә матур традиция бар. Йыл да уҡытыусылар коллектив менән “”Ауыл таңдары “ район һәм “Етегән”   төбәк ара  гәзитенә яҙыла.”Етегән” гәзит уҡыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың ижадын баҫтырып сығара , был да Баҡалыбыҙҙыңҙҙың данын арттыра, хал­ҡыбыҙҙың милли үҙаңын, рухын күтәреүсе бер сара булып тора. Республика гәзит-журналдарын да күпләп алдырабыҙ. Ғөмүмән, милли баҫмаларға яҙылып, үҙебеҙҙе әүҙем, илен, телен, тарихын яратыусы илһөйәрҙәр итеп күрһәтергә кәрәк, тигән фекерҙәмен. Барыһы ла беҙҙең теләккә, рухыбыҙға бәйле.
Мәктәбебеҙҙә ниндәй генә саралар үткәрелмәһен, телһөйәрҙәр бәйгеһеме, спорт ярыштарымы, фән буйынса викториналармы, экологик өмәләрме — уларҙың телмәр осо барыбер ҙә тыуған ерҙе яратыуға, уны ҡәҙерләүгә, һаҡлауға, уның данын арттырыуға барып ялғана.

Гәзит –журналдарҙы башҡорт теле дәресендә лә бик йыш ҡулланабыҙ.

Йәншишмә («Йәш төҙөүсе», «Башҡортостан пионеры») — 1929 йылдан башлап башҡорт телендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән республика гәзите. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов.

Йәшлек — башҡорт йәштәре гәзите. «Йәш юҡсыл» (1923), «Башҡортостан йәштәре» (1925), «Ленинсы» (1930) гәзиттәре вариҫы. 1990 йылдың ғинуарынан әлеге исеме менән баҫыла. Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә башҡорт телендә аҙнаһына ике тапҡыр нәшер ителә. Гәзит биттәрендә республикала һәм унан ситтә барған ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар, сәйәсәт, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре яҡтыртыла, йәмәғәт тормошоноң төрлө яҡтары тураһында объектив һәм киң мәғлүмәт бирә, йәштәр проблемалары сағыла, башҡорт халыҡтарҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә, уларҙың йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата ихтирамлы булырға саҡыра, . Ойоштороусыһы: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ. Баш мөхәррире — Дәүләтбәков Артур Хәсән улы.

Аҡбуҙат — башҡорт телендәге мәктәпкәсә йәштәге һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн айлыҡ журнал. Журнал 1989 йылдың майынан «Ағиҙел» журналы эсендә ҡушымта булараҡ «Бәпембә» исеме менән сыға. 1991 йылдан үҙаллы журнал булып сыға. Ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығыБашҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы. Тәүге баш мөхәррире - Факиһа Туғыҙбаева. 2010 йылдан журналдың баш мөхәррире - Тамара Искәндәриә-Юлдашева.

Журналда балалар өсөн ҡыҫҡа шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, пьесалар, тарихи-этнографик характерҙағы материалдар, башватҡыстар, ҡул эштәре өсөн ҡулланмалар, йырҙаруйындар, кескәйҙәр ижады баҫыла.

Юғары сифаты өсөн журнал Рәсәй матбуғатының алтын фондына индерелгән. 2012 йылда балалар өсөн журналдар араһындағы "Маленький принц" Бөтә Рәсәй конкурсыеңеүсеһе була. 2016 йылда Башҡортостан китапханалары араһында үткән "Йыл китабы" конкурсында еңеүсе исемен ала һәм иң уҡымлы балалар журналы тип табыла.

Баҫма ун йыл дауамында Рәсәй Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тарафынан иғлан ителгән социаль әһәмиәтле проекттарҙы уңышлы башҡара.

Журнал йыл да республика балалары араһында Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге шиғри конкурс иғлан итә. Йәш шағирҙар ҡатнашлығында I - II "Бәпембә" балалар шиғриәте фестивалдәре Ишембай һәм Өфө ҡалаларында үт

Аманат — Башҡортостан Республикаһының мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә ай һайын сыға торған нәфис-публицистик журналы. Уның исемендәге «аманат» һүҙе — «васыят» тигән мәғәнәлә. Баҫма Башҡортостан халҡы,  балалар тормошо, фән һәм техникаәҙәбиәт һәм сәнғәтспорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында яҙа, балалар ижады менән таныштыра. Журналда мәктәп тормошо, тәбиғәтте һаҡлау, буш ваҡытты ойоштороуға арналған бүлектәр бар

«Ағиҙел» (тыңлау) (мәғл.) — башҡорт телендә нәшер ителгән айлыҡ әҙәби- нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журнал. Ойоштороусыһы: Башҡортостан Министрҙар Кабинеты һәм Башҡортостан яҙыусылар Союзы. Беренсе һаны 1923 йылдың 24 мартында «Яңы юл» исеме менән сыға, аҙаҡтан «Октябрь» (1930 йыл), «Әҙәби Башҡортостан» (1949 йыл) тип үҙгәртелә. 1961 йылдан «Ағиҙел» исеме менән донъя күрә. Журналда төрлө быуын башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының ижади емештәре менән бер рәттән илебеҙҙең күп төбәктәре, шулай уҡ ҡайһы бер сит илдәр әҙиптәренең тәржемә ителгән әҫәрҙәре баҫыла

 

Башҡорт теле дәрестәрендә бигерәк тә “Аҡбуҙат “ һәм  “Аманат”журналдары ҡулланабыҙ.Был журналдарҙа әйтеп киткәнсә  балалар өсөн ҡыҫҡа шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, пьесалар, тарихи-этнографик характерҙағы материалдар, башватҡыстар, ҡул эштәре өсөн ҡулланмалар, йырҙаруйындар, кескәйҙәр ижады баҫыла.Дәрестәрҙә кәрәкле материалдарҙы ошонан алам.Уларҙы уҡып ,үҙебеҙҙә балалар менән ошо журналдарға үҙебеҙҙең әҫәрҙәрҙе,шиғырҙарҙы ,һүрәттәрҙе ебәрәбеҙ.2018 йылда  Аманат журналына Сәләхова Аида үҙенең  “Табиғатте  һаҡлайбыҙ” тигә әҫәрен  ебәреп .1 се урын алды һәм Мустай Кәримдең китабы менән бүләкләнде. Ошолай уҡ  Аманат журналына  “Беҙҙең вернисаж” тигән конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ.Башҡортостандың төрлө төбәк балалары менән аралашабыҙ.

 

Компьютер заманында яңы технологияларҙы ҡуллана белгән,шул уҡ ваҡытта күп милләтле тыуған иленең потриоты булып, халҡының тарихын, мәҙәниәтен, туған теленең рухын үҫтереүсе шәхес тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.

 

 

 

 

 

Йомғаҡлау

Уҡыусыларҙың телмәрҙәрен байытыу һәм туған тел аша башҡорт мәҙәниәте донъяһына ыңғай ҡараш, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу- эшебеҙҙә мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Мәктәбебеҙҙә бай китапхана бар. Балалар башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен күпләп уҡый. Бында матбуғат баҫмалары ла тупланып барыла. Ҡыҙҙар һәм егеттәр гәзит-журналдарҙы ҡарап бара. “Баш­ҡорт­остан”, “Йәшлек”, “Йәншишмә” “Етегән “ гәзиттәрен, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарын дәрес үткәргәндә генә түгел, кластан тыш сара­ларҙа, ата-әсәләр менән эш алып барғанда ла йыш ҡулланабыҙ.

  Уларҙы уҡып ,үҙебеҙҙә балалар менән ошо журналдарға үҙебеҙҙең әҫәрҙәрҙе,шиғырҙарҙы ,һүрәттәрҙе ебәрәбеҙ.2018 йылда  Аманат журналына Сәләхова Аида үҙенең  “Табиғатте  һаҡлайбыҙ” тигә әҫәрен  ебәреп .1 се урын алды һәм Мустай Кәримдең китабы менән бүләкләнде. Ошолай уҡ  Аманат журналына  “Беҙҙең вернисаж” тигән конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ. Башҡортостандың төрлө төбәк балалары менән аралашабыҙ.

            Компьютер заманында яңы технологияларҙы ҡуллана белгән,шул уҡ ваҡытта күп милләтле тыуған иленең потриоты булып, халҡының тарихын, мәҙәниәтен, туған теленең рухын үҫтереүсе шәхес тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Доклад

 

“Башҡорт теле дәрестәрендә  милли баҫмаларҙы ҡулланыу”

 

 

 

 

                                                           докладты әзерләне

                                                                            Киләй мәктәбе уҡытыусыһы

 Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙы   

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bogongo_dokladymdyn_temahy.docx28.98 КБ

Предварительный просмотр:

                                                    Бөгөнгө докладымдың темаһы

                      “Башҡорт теле  дәрестәрендә  милли баҫмаларҙы ҡулланыу”

 Телде өйрәнеүҙә төп берәмек – һүҙ, унда телгә ҡағылышлы бөтә төшөнсәләр ҙә бер бөтөн булып ойоша.  Һүҙҙең тел һәм һөйләмдең генә түгел, ә мәҙәниәттең дә бер берәмеге икәнлеген төшөндөрөү өсөн, дәрестәрҙә һүҙҙәрҙе тематик, лингвокультурологик, функциональ-семантик йүнәлештәге бәйләнештәрҙә күрһәтеү кәрәк. Уҡыусыларҙың телмәрҙәрен байытыу һәм туған тел аша башҡорт мәҙәниәте донъяһына ыңғай ҡараш, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу- эшебеҙҙә мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Телебеҙҙә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы, йолалары һәм менталитеты сағылыш тапҡан. Лингвокультурологик йүнәлештәге уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда йолаларҙа, көндәлек тормошта, мәҙәниәттә, әҙәбиәттә сағылыш тапҡан туған телдең милли үҙенсәлеген иҫәпкә алырға кәрәк. Туған телде өйрәнеп, уҡыусылар уның лексик һәм грамматик байлығын, образлылығын, тасуирлылығын, матурлығын үҙләштерә.

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә тел менән мәҙәниәттең үҙ -ара бәйләнешенә иғтибар артҡандан арта бара. Туған тел аша милли мәҙәниәтте өйрәнеү уҡыусыларҙың аңы формалашыуында ғына түгел, ә уларҙың мәҙәниәткә берегеүендә мөһим роль уйнай.Мәҙәниәт аша телгә өйрәтеү бөгөн «башҡорт теле» предметының бер өлөшө булып тора.

Башҡорт телендә лә концепттарҙы тикшереп яҙылған хеҙмәттәр һаны бермә-бер арта. Фәндә “яҙмыш”, “хеҙмәт” , “мөхәббәт”, “бәхет”, “дуҫлыҡ” һәм башҡа төрлө кешенең эске донъяһын, мораль-этик һәм әхлаҡ нормаларын билдәләүсе концепттарға иғтибар ҙур..

Бөгөнгө көндә башҡорт телен уҡытыу буйынса проблемалар аҙ түгел. Беҙҙеңсә, мәктәптәрҙә телгә өйрәтеү орфографик күнекмәләрҙе генә белгән грамоталы уҡыусыларҙы әҙерләүгә генә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Информатик-рецептив методтарҙан уҡыусыларҙың әүҙем ҡатнашлығындағы эҙләнеү-эврестик алымдарға күсеү кәрәк.Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм әүҙемлектәрен үҫтереп, район, республика күләмендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа,олимпиадаларҙа еңеүселәр тәрбиәләргә тейешбеҙ.

Дәрестәргә күнегеүҙәр һайлағанда башҡорт халҡының тарихын, йәшәйешен, мәҙәни тормошон сағылдырыуына нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк. Шулай уҡ мәҡәл- әйтемдәр, фразеологик берәмектәр, фольклор өлгөләре лә дәрестең уңышлы, тәьҫирле үтеүенә булышлыҡ итә. Ошолай уҡ был маҡсаттарға ирешер өсөн гәзит-журналдарҙа ярҙамға килә

        Мәктәбебеҙҙә бай китапхана бар. Балалар башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен күпләп уҡый. Бында матбуғат баҫмалары ла тупланып барыла. Ҡыҙҙар һәм егеттәр гәзит-журналдарҙы ҡарап бара. “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Йәншишмә” “Етегән “ гәзиттәрен, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарын дәрес үткәргәндә генә түгел, кластан тыш сараларҙа, ата-әсәләр менән эш алып барғанда ла йыш ҡулланабыҙ. Туған телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә улар ҙур ярҙамсы булып тора. Әйткәндәй, мәктәбебеҙҙә матур традиция бар. Йыл да уҡытыусылар коллектив менән “”Ауыл таңдары “ район һәм “Етегән”   төбәк ара  гәзитенә яҙыла.”Етегән” гәзит уҡыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың ижадын баҫтырып сығара , был да Баҡалыбыҙҙыңҙҙың данын арттыра, халҡыбыҙҙың милли үҙаңын, рухын күтәреүсе бер сара булып тора. Республика гәзит-журналдарын да күпләп алдырабыҙ. Ғөмүмән, милли баҫмаларға яҙылып, үҙебеҙҙе әүҙем, илен, телен, тарихын яратыусы илһөйәрҙәр итеп күрһәтергә кәрәк, тигән фекерҙәмен. Барыһы ла беҙҙең теләккә, рухыбыҙға бәйле. 
Мәктәбебеҙҙә ниндәй генә саралар үткәрелмәһен, телһөйәрҙәр бәйгеһеме, спорт ярыштарымы, фән буйынса викториналармы, экологик өмәләрме — уларҙың телмәр осо барыбер ҙә тыуған ерҙе яратыуға, уны ҡәҙерләүгә, һаҡлауға, уның данын арттырыуға барып ялғана.

Гәзит –журналдарҙы башҡорт теле дәресендә лә бик йыш ҡулланабыҙ.

Йәншишмә («Йәш төҙөүсе», «Башҡортостан пионеры») — 1929 йылдан башлап башҡорт телендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән республика гәзите. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов.

Йәшлек — башҡорт йәштәре гәзите. «Йәш юҡсыл» (1923), «Башҡортостан йәштәре» (1925), «Ленинсы» (1930) гәзиттәре вариҫы. 1990 йылдың ғинуарынан әлеге исеме менән баҫыла. Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә башҡорт телендә аҙнаһына ике тапҡыр нәшер ителә. Гәзит биттәрендә республикала һәм унан ситтә барған ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар, сәйәсәт, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре яҡтыртыла, йәмәғәт тормошоноң төрлө яҡтары тураһында объектив һәм киң мәғлүмәт бирә, йәштәр проблемалары сағыла, башҡорт халыҡтарҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә, уларҙың йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата ихтирамлы булырға саҡыра, . Ойоштороусыһы: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ. Баш мөхәррире — Дәүләтбәков Артур Хәсән улы.

Аҡбуҙат — башҡорт телендәге мәктәпкәсә йәштәге һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн айлыҡ журнал. Журнал 1989 йылдың майынан «Ағиҙел» журналы эсендә ҡушымта булараҡ «Бәпембә» исеме менән сыға. 1991 йылдан үҙаллы журнал булып сыға. Ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығыБашҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы. Тәүге баш мөхәррире - Факиһа Туғыҙбаева. 2010 йылдан журналдың баш мөхәррире - Тамара Искәндәриә-Юлдашева.

Журналда балалар өсөн ҡыҫҡа шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, пьесалар, тарихи-этнографик характерҙағы материалдар, башватҡыстар, ҡул эштәре өсөн ҡулланмалар, йырҙаруйындар, кескәйҙәр ижады баҫыла.

Юғары сифаты өсөн журнал Рәсәй матбуғатының алтын фондына индерелгән. 2012 йылда балалар өсөн журналдар араһындағы "Маленький принц" Бөтә Рәсәй конкурсыеңеүсеһе була. 2016 йылда Башҡортостан китапханалары араһында үткән "Йыл китабы" конкурсында еңеүсе исемен ала һәм иң уҡымлы балалар журналы тип табыла.

Баҫма ун йыл дауамында Рәсәй Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тарафынан иғлан ителгән социаль әһәмиәтле проекттарҙы уңышлы башҡара.

Журнал йыл да республика балалары араһында Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге шиғри конкурс иғлан итә. Йәш шағирҙар ҡатнашлығында I - II "Бәпембә" балалар шиғриәте фестивалдәре Ишембай һәм Өфө ҡалаларында үт

Аманат — Башҡортостан Республикаһының мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә ай һайын сыға торған нәфис-публицистик журналы. Уның исемендәге «аманат» һүҙе — «васыят» тигән мәғәнәлә. Баҫма Башҡортостан халҡы,  балалар тормошо, фән һәм техникаәҙәбиәт һәм сәнғәтспорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында яҙа, балалар ижады менән таныштыра. Журналда мәктәп тормошо, тәбиғәтте һаҡлау, буш ваҡытты ойоштороуға арналған бүлектәр бар

«Ағиҙел» (тыңлау) (мәғл.) — башҡорт телендә нәшер ителгән айлыҡ әҙәби- нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журнал. Ойоштороусыһы: Башҡортостан Министрҙар Кабинеты һәм Башҡортостан яҙыусылар Союзы. Беренсе һаны 1923 йылдың 24 мартында «Яңы юл» исеме менән сыға, аҙаҡтан «Октябрь» (1930 йыл), «Әҙәби Башҡортостан» (1949 йыл) тип үҙгәртелә. 1961 йылдан «Ағиҙел» исеме менән донъя күрә. Журналда төрлө быуын башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының ижади емештәре менән бер рәттән илебеҙҙең күп төбәктәре, шулай уҡ ҡайһы бер сит илдәр әҙиптәренең тәржемә ителгән әҫәрҙәре баҫыла

Башҡорт теле дәрестәрендә бигерәк тә “Аҡбуҙат “ һәм  “Аманат”журналдары ҡулланабыҙ.Был журналдарҙа әйтеп киткәнсә  балалар өсөн ҡыҫҡа шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, пьесалар, тарихи-этнографик характерҙағы материалдар, башватҡыстар, ҡул эштәре өсөн ҡулланмалар, йырҙаруйындар, кескәйҙәр ижады баҫыла.Дәрестәрҙә кәрәкле материалдарҙы ошонан алам.Уларҙы уҡып ,үҙебеҙҙә балалар менән ошо журналдарға үҙебеҙҙең әҫәрҙәрҙе,шиғырҙарҙы ,һүрәттәрҙе ебәрәбеҙ.2018 йылда  Аманат журналына Сәләхова Аида үҙенең  “Табиғатте  һаҡлайбыҙ” тигә әҫәрен  ебәреп .1 се урын алды һәм Мустай Кәримдең китабы менән бүләкләнде. Ошолай уҡ  Аманат журналына  “Беҙҙең вернисаж” тигән конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ.Башҡортостандың төрлө төбәк балалары менән аралашабыҙ.

Компьютер заманында яңы технологияларҙы ҡуллана белгән,шул уҡ ваҡытта күп милләтле тыуған иленең потриоты булып, халҡының тарихын, мәҙәниәтен, туған теленең рухын үҫтереүсе шәхес тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.

Йомғаҡлау

Уҡыусыларҙың телмәрҙәрен байытыу һәм туған тел аша башҡорт мәҙәниәте донъяһына ыңғай ҡараш, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу- эшебеҙҙә мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Мәктәбебеҙҙә бай китапхана бар. Балалар башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен күпләп уҡый. Бында матбуғат баҫмалары ла тупланып барыла. Ҡыҙҙар һәм егеттәр гәзит-журналдарҙы ҡарап бара. “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Йәншишмә” “Етегән “ гәзиттәрен, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарын дәрес үткәргәндә генә түгел, кластан тыш сараларҙа, ата-әсәләр менән эш алып барғанда ла йыш ҡулланабыҙ.

  Уларҙы уҡып ,үҙебеҙҙә балалар менән ошо журналдарға үҙебеҙҙең әҫәрҙәрҙе,шиғырҙарҙы ,һүрәттәрҙе ебәрәбеҙ.2018 йылда  Аманат журналына Сәләхова Аида үҙенең  “Табиғатте  һаҡлайбыҙ” тигә әҫәрен  ебәреп .1 се урын алды һәм Мустай Кәримдең китабы менән бүләкләнде. Ошолай уҡ  Аманат журналына  “Беҙҙең вернисаж” тигән конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ. Башҡортостандың төрлө төбәк балалары менән аралашабыҙ.

            Компьютер заманында яңы технологияларҙы ҡуллана белгән,шул уҡ ваҡытта күп милләтле тыуған иленең потриоты булып, халҡының тарихын, мәҙәниәтен, туған теленең рухын үҫтереүсе шәхес тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.

Доклад

“Башҡорт теле дәрестәрендә  милли баҫмаларҙы ҡулланыу”

                                                           докладты әзерләне

                                                                            Киләй мәктәбе уҡытыусыһы

 Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙы    


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"...

Докдад на тему " Использование ИКТ на уроках музыки для активизации познавательной деятельности учащихся"

Докдад на тему " Использование ИКТ на уроках музыки для активизации  познавательной деятельности учащихся"...

презентация к докдаду

Из опыта работы представлены фото проектов учащихся...

Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу

Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан...

сертификат( докдад на ОМО ТПМПК и ППк)

докдад на ОМО ТПМПК и ППк...

Докдад "Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптары".

Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптарыУҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә  башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.Улар ҡүп  осраҡта өйрәтеү  характерында...