Докдад "Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптары".
методическая разработка

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптары

Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә  башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.Улар ҡүп  осраҡта өйрәтеү  характерында була.Шул  уҡ ваҡытта яҙма эштәр  уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләләрен тикшереү маҡсатында ла үткәрелә.Был мәсьәләне мин кластың үҙенсәлектәренән  сығып хәл итәм.

   Яҙма эштәрҙең түбәндәге киң ҡулланыла  торған төрҙәрен күрһәтергә була:

-һүҙҙәрҙе ,типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

-Һүҙлек диктанты

- диктанттар

Һорауҙарға яуап яҙыу

-иҙложениелар

-иншалар

-тестарға яуап яҙыу

Скачать:


Предварительный просмотр:

Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптары

Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә  башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.Улар ҡүп  осраҡта өйрәтеү  характерында була.Шул  уҡ ваҡытта яҙма эштәр  уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләләрен тикшереү маҡсатында ла үткәрелә.Был мәсьәләне мин кластың үҙенсәлектәренән  сығып хәл итәм.

   Яҙма эштәрҙең түбәндәге киң ҡулланыла  торған төрҙәрен күрһәтергә була:

-һүҙҙәрҙе ,типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

-Һүҙлек диктанты

- диктанттар

Һорауҙарға яуап яҙыу

-иҙложениелар

-иншалар

-тестарға яуап яҙыу

Яҙма эштәр ныҡлы  әҙерлектән һуң ғына яҙыла.Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин:һүҙҙәрҙе ,һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйтеү ,ниндәй  хәрефтәр яҙылыуын анализлау,һүҙҙәрҙе  таҡтаға яҙыу,таҡтаға  яҙылғандарҙы бергәләп тикшереү ,хаталарын  төҙәтеү.Фәҡәт ошондай  эштәр башҡарылғас  ҡына .эштәр яҙма эштәр дәфтәренә яҙыла.Әлбиттә,мин  әҙерлек эштәрен уҡыусыларымның әҙерлегенә,белем кимәленә,телде белеү дәрәжәһенә ҡарап,үҙенсә хәл итәм  

Минең үҙемдеңт эш планында  яҙма эш күләме йылына Диктанттар-4.Изложение -2.Инша – 2 Был урта синыфтар өсөн.

Өйрәтеү характерындағы яҙыу эштәре,һүҙлек диктанттары был һандарға инмәй,уларҙы  ғәҙҙәттә дәрестәрҙә үткәрәм. Уларҙың күләмен һәр класҡа төрлөсә бүләм.

Диктант текстарында өйрәнелмәгән тыныш билдәләре ,яҙылыштары ауыр һәм балаларга таныш булмаған орфограммалар ,һүҙҙәрҙе аҙыраҡ ҡулланырға тырышам  

Диктанттар яҙырылыу  маҡсаттарынан сығып ,ике төргә бүленә :өйрәтеү һәм тикшереү диктанттары

            Өйрәтеү диктанттары : искәртмәле,аңлатмалы,һүҙлек,һайланма,ижади диктанттар

Иҫкәртмәле  диктанттар  ауыр орфограмманы тәүҙә аңлатыуға һуңынан яҙыуға ҡоролған.Бындай диктант төрөн  яҙғанда ,башҡорт теленең  ауыр һәм үҙенсәлекле өндәре менән һүҙҙәр алдан уҡ иҫкәртем барам.

Аңлатмалы дикт анттар –тәүҙә тексты  яҙҙырыу ,һүңынан ауыр яҙылышлы орфограммаларҙы һәм һүҙҙәрҙе  аңлатыу.Диктантты  бер ниндәй  аңлатмаһыҙ яҙҙырғандан һуң ,мин  һайлаған  орфограммаларға ҡағиҙә буйынса тап килгән һүҙҙәрҙе таптырам  һәм яҙылышы аңлатам  ,тексты класта бергәләп тикшерәбеҙ

Һүҙлек диктанты –уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә иң мөһим эш төрҙәренең береһе.Һүҙлек диктанттары өсөн һүҙҙәр тәҡдим ителгән темалар  буйынса  бирәм .Диктант яҙылыр алдынан ундағы  һүҙҙәрҙе  алдан өйрәнәбеҙ ,яҙылыштарын  тикшерәбеҙ.Һүҙлек диктантын төрләндереп тә  үткәрәм һүҙҙәрҙе  әйтеп яҙҙырыу ,орфограммаларҙы төшөрөп ҡалдырып,таҡтаға яҙыу,шулай уҡ тәҡдим ителгән  һүрәттәрҙең аңлатмаһын  яҙыу.

Һайланма диктанттар-тексты тулы килеш алмайым теге йәки  был тема ,ҡағиҙә буйынса һүҙҙәр ,һүҙбәйләнештәрҙе генә айырып яҙабыҙ .Һайланма диктант ,балаларға дөрөҫ яҙыу күнекмәләре генә биреп  ҡалмайынса ,уларҙы кәрәкле орфограммаларҙы айыра белергә ,грамматик белемдәрен тикшерегә мөмкинлек бирә.

Ирекле диктант –уҡылған текстың дөйөм йөкмәткеһен үҙгәрмәйенсә ,уны үҙ һүҙҙәрең менән яҙып биреүҙе күҙ уңында тота.Бындай эш төрө уҡыусыларҙың телмәрен  үҫтереүгә ,һүҙ байлығын арттырыуға ҙур ярҙам булып тора.Тәҡдим ителгән тексты өлөштәргә бүләбеҙ һәм уҡыу планын төҙөйбеҙ ,План таҡтаға яҙыла.Диктанттың һәр өлөшө айырым  яҙҙырам.Диктант яҙылып бөткәс уны тикшерәм һәр эшкә анализ яһайым.  Рус мәктәптәрендә ирекле диктант яҙыу-уҡыусыларҙың әкренләп иҙложение яҙырға  өйрәтеүҙең бер формаһы булып тора.

Ижади диктант.Бирелгән һүҙҙәрҙән йә айырым һөйләмдәр ,йә хикәйә .йә әҙер тек сҡа яңы һүҙҙәр өҫтәп яҙыу ижади диктант тип йөртөлә.Тексҡа ниндәй һүрәтләү саралары ,һөйләм киҫәктәре өҫтәп яҙырға  кәрәклеген алдан уҡ аңлатам.Уҡыусылар диктантты тулыландырып яҙып бөткәс ,алдан тәҡдим ителгән  текст менән сағыштырып ҡарайбыҙ.

Яттан яҙыу.Тәҡдим ителгән ҡыҫҡа шиғырҙарҙы уҡыусылар бик  тиҙ ятлап ала.Шиғырҙы башта бер ике уҡыусынан  һөйләтәм ,һуңынан айырым  һүҙҙәргә аңлатма бирәм һәм яттан яҙыу эше башҡарыла.Яҙылган шиғырҙы уҡыусыларҙың үҙҙәренән үк тикшертәм  орфографик белемдәрен  нығытыуға булышлыҡ итә.

Тәржемә .Рус мәктәптәрендә тәржемә иң мөһим эш төрҙәренең береһе һанала.Тексты аңлы рәүештә ҡабул итеүҙән тыш ,дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен булдырыу минең өсөн мөһим бурыстарҙың береһе.тәржемә өсөн тәҡдим ителгән текстар,диктанттар ҙан  һүҙ һаны буйынса кәмерәк булһа ла, улар алдына ҡуйылған  талаптар бер булырға тейеш.

Шуны ла әйтеп китергә кәрәк ,русса фекерләгән балаларҙы  башҡорт телнә өйрәткәндә,уларҙың  был телде аңлы  рәүештә  башҡорт теленең  закондарына таянып үҙләштереүен талап итеп ҡуйам

КОНТРОЛЬ диктант .Контроль диктанттар айырым бүлекте  үткәндән һуң, сирек аҙағында һәм уҡыу йылын йомғаҡлағанда балаларҙың белемен,теманың үҙләштереү кимәлен тикшереү маҡсатында үткәрәм.Контроль диктант яҙғанда , орфограммаларҙың һәм һүҙҙәрҙең яҙылышын тыныш билдәләренең  ҡуйылышы буйынса аңлатма бирелмәй.

Башта тексты уҡып сығам.Өйрәнелмәгән  орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтаға яҙып ҡуйам. Кластың әҙерлегенә ҡарап ,әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләйем.Диктант яҙылып бөткәс ,уҡыусыларға  тексты  уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт итәм.ләкин тикшереү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Тексты икенсе  тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та ,грамматик эш тәҡдим итәм.

Контроль диктантты тикшергәндә ,түбәндәге  хаталар  төҙәтелә ,ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай: 1)мәктәп программаһына индерелмәгән  ҡағиҙәгә яҙылыштар;2)әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;3)автор ҡуйған ҡатмарлы пунктацияға хаталар;4)механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән ата урынына аша)Контроль диктанттарҙы сирек аҙағында һуңгы көн яҙҙырырға ярамай.

Диктанттар өсөн һайланған  текст тәрән йөкмәткеле ,туған телгә  әҙәбиәткә, Башҡортостанға  һөйөү ,күренекле шәхестәр  ихтирам тәрбиәләрлек  булғандарын алам.

Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә  башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.

Яҙма эштәрҙең түбәндәге киң ҡулланыла  торған төрҙәрен күрһәтергә була:

типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;Һүҙлек диктанты , диктанттар, һорауҙарға яуап яҙыу,иҙложениелар,иншалар,тестарға яуап яҙыу.

 Минең үҙемдеңт эш планында  яҙма эш күләме йылына :Диктанттар-4.Изложение -2.Инша – 2 Был урта синыфтар өсөн.

Диктанттар яҙырылыу  маҡсаттарынан сығып ,ике төргә бүленә :өйрәтеү һәм тикшереү диктанттары

Өйрәтеү диктанттары : искәртмәле,аңлатмалы,һүҙлек,һайланма,ижади диктанттар.

Контроль диктанттар айырым бүлекте  үткәндән һуң, сирек аҙағында һәм уҡыу йылын йомғаҡлағанда балаларҙың белемен,теманың үҙләштереү кимәлен тикшереү маҡсатында үткәрәм.

Диктанттар өсөн һайланған  текст тәрән йөкмәткеле ,туған телгә  әҙәбиәткә, Башҡортостанға  һөйөү ,күренекле шәхестәр  ихтирам тәрбиәләрлек  булғандарын алам.

                                                                                                                                                                       

Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптары

                             

Баҡалы районы Киләй урта мәктәбенең башкорт теле уҡытыусыһы Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының доклады.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек.

Кузнецовтың  “Салауаттан  һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек. 8-се класта башҡорт теле дәресе....

Олимпиадаға әҙерлек

8-се класс уҡыусылары өсөнбашҡорт теленән олимпиада һорауҙары...

Олимпиадаға әҙерлек

Башҡорт мәктәптәренең 10-сы класс  уҡыусылары өсөн  башҡорт теленән олимпиада һорауҙары...

«Кәкүк сәйе» байрамы әҙерлек төркөмөндә

Маҡсат: балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыу; башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләү....

Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу шәжәрә байрамы «Тамырҙарыңды бел»

Маҡсат: Ғаиләгә һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәт биреү.Бурыстар:Белем биреү:  туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу ; зат- ырыу тураһында ҡыҙыҡһыныу уятыу; балаларҙың ғаиләне һәм кеше шәхе...

Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу уйын-ярыш «Тел бәйгеһе» темаһына

Маҡсат–балаларҙың һүҙ байлығын арттырыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;Белем биреү:  туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу; Башҡортостан, уның тәбиғәте, ҡала – ауылдары тураһында белгәндәрҙе иҫк...

Олимпиадаға әҙерлек.

Олимпиадаға әҙерлек...