Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу уйын-ярыш «Тел бәйгеһе» темаһына
план-конспект

Абдуллина Гөлназ Әлфир ҡыҙы

Маҡсат

–балаларҙың һүҙ байлығын арттырыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

Белем биреү:  туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу; Башҡортостан, уның тәбиғәте, ҡала – ауылдары тураһында белгәндәрҙе иҫкә төшөрөү; башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү;

Үҫтереү: балаларға ҡуйылған һорауҙарға дөрөҫ яуап бирә белеүҙе үҫтереү, диалогик һәм монологик һүҙбәйләнеште ҡулланырға өйрәтеү;

Тәрбиәүи: балаларҙа һүҙлек ижадына  ҡыҙыҡһыныу  тәрбиәләү, туған телгә һөйөү, арҙаҡлы шәхестәргә ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: плакаттар, карточкалар, ҡара мискә, ҡыңғырау.

Скачать:


Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ЯҢАУЫЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ЯҢАУЫЛ  РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ ЯҢАУЫЛ ҠАЛАҺЫ 9-СЫ ҺАНЛЫ «МИЛӘШКӘЙ» БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМИЯЛЫ МӘКТӘПКӘСӘ  БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ  

           

Әҙерлек төркөмөндә

белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу

шәжәрә байрамы «Тамырҙарыңды бел»

Тәрбиәсе:

Г.Ә.Абдуллина.

Яңауыл

Маҡсат: Ғаиләгә һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәт биреү.

Бурыстар:

Белем биреү:  туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу ; зат- ырыу тураһында ҡыҙыҡһыныу уятыу; балаларҙың ғаиләне һәм кеше шәхес сифатын аңлатҡан  һүҙлек запасын  активлаштырыу.

Үҫтереү: балаларға ҡуйылған һорауҙарға дөрөҫ яуап бирә белеүҙе үҫтереү , диалогик һәм монологик һүҙбәйләнеште ҡулланырға өйрәтеү; үҙеңдең фамилияңдың сығышына ҡыҙыҡһыныу  үҫтерергә. “Минең ғаиләм",  тигән темаға ҙур булмаған хикәйә төҙөргә өйрәтергә.

Тәрбиәүи: балаларҙа һүҙлек ижадына  ҡыҙыҡһыныу  тәрбиәләү, уларҙың ғаилә тураһында хикәйәләр төҙөү теләген хупларға ; ғаилә ағзаларына мөхәббәт һәм ҡәҙер-хөрмәт тәрбиәләргә ; үҙ ғаиләһе өсөн ғорурлыҡ хисе үҫтерергә.

Универсаль уҡыу ғәмәлдәре.

Шәхси УУҒ 
Ғаилә
мөнәсәбәттәренең әһәмиәтен белеү,  ғаилә ағзаларына мөхәббәт һәм ҡәҙер-хөрмәт хисе формалаштырыу.

Өйрәтеүсе УУҒ

Үҙ фекереңде аңлатып һәм йомғаҡлап биреү.

Тикшерү элемтәләрен индереп,  уй-тойғоларыңды билдәләй белеү.

Коммуникатив УУҒ

Башҡа кешеләрҙе аңларға һәм тыңларға белеү.

Дөрөҫ итеп парлы һәм төркөмдәрҙә аралашыу һәм бер-берең менән килешеп, бер маҡсат ҡуя белеү.

Регулятив УУҒ

Байрамдың маҡсатын билдәләй белеү.

Үҙ фекереңде әйтеү, үҙ рәүешле ҡуйылған һорауҙы хәл итеү һәм һуңғы нәтижәһенә ирешеү.
Шәхси йәки төркөмдә ҡуйылған һорауҙы хәл итеү.

Әҙерлек эше:
Шиғырҙәр, әйтемдәр, халыҡ уйындары, бейеүҙәр, йырҙар ятлау.
Балалар менән "Минең шәжәрәм" темаһына әңгәмә үткәреү.
 Ғаиләләр менән эш алып барыу.
Шәжәрәләрҙе төҙөү.

Йыһазландырыу:  Башҡорт орнаменттары менән сигелгән ашъяулыҡтар, һөлгөләр, ҡатнашыусылар барыһы ла башҡорт милли кейемендә. Шәжәрә яһалған плакаттар.

  Байрам барышы.

 Алып барыусы.

 Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ырыуҙаштарым, һеҙҙең менән бөгөн ата-бабаларыбыҙҙың тамырҙарын эҙләргә, белгәндәрҙе һөйләргә, белмәгәнде тыңларға йыйылдыҡ.

 Шәжәрә - ғәрәп һүҙе, ул ырыу ағасы тигәнде аңлата. Һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең дә тамырҙарыбыҙ бар. Тамыр ул – беҙҙең кисәге көнөбөҙ, бер йыл элек,100  йыл,1000 йыл элек үткән көнөбөҙ. Ул беҙҙең тарихыбыҙ. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ үҙ нәҫелен иң беренсе телдән-телгә һөйләп, ә һуңынан яҙып ҡалдырған.

Байрамыбыҙҙы ҡурай моңон тыңлап башлайыҡ. Беҙҙең Башҡортостанда ғына башҡорт халҡы ҡурайҙы маҡтай,  данлай алған.

Шиғыр һөйләү.       слайд

Эй, ҡурайым, ҡурайым,

Үҫтең һин бейеҡ тауҙа.

һайрай унда һандуғас,

Бытбылдыҡ та, турғай ҙа.

Йырла һин үткән тауҙар

Моңға тулғансы,

Тыңларбыҙ иртә-кисен,

ғүмер буйы, туйғансы.

Шиғыр һөйләү.

Когда я слушаю курай ,

То радость льется через край.

Неприхотлив и невелик

Курая песенный родник.

И зажурчит наверняка

В нем мелодичная река.

Держу курай в родном краю

Я песни звонкие пою.

Алып барыусы.

 Әйҙәгеҙ, беҙҙә үҙебеҙҙең илебеҙ тураһында йыр йырлап алайыҡ.

Ҡояшлы ил. Йыр.               слайд

Ҡояшлы ил – беҙҙең ил,

Күге уның гел аяҙ.

Ҡыш китерһә ҡыш бабай,

Сәсәк алып килә яҙ.

Һауаһы ла, ере лә,

Салауат күпере лә,

Ямғыры ла, ҡары ла –

Беҙгә яҡын бары ла.

һандуғаслы урманы,

Ашлыҡ тулы ҡырҙары,

Бөтөн ергә яңғырай

Беҙҙең бәхет йырҙары.

                        

Шиғыр һөйләү.

Башҡортостан! Һинең гүҙәллеккә

Тиң булырлыҡ ерҙәр бар микән?

Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй

Ҡайһы илдә генә бар икән?

Башҡортостан алһыу таң иле,

Гөлбаҡсалар иле, дан иле.

Алып барыусы.

Борон-борондан туған-ҡәрҙәшлек ептәрен ағас олоно һәм уның ботаҡтары, япраҡтары формаһында күрһәткәндәр. Башҡорт шәжәрәһендә тик ирҙәр исеме генә алынған, ә ҡыҙ исемдәре яҙылған осракта ла ул таралып китә алмаған. Йола буйынса башҡорттар үҙ нәҫелдәрен 7 быуынға тиклем белергә тейеш булған.Шәжәрәне тик ырыу ағасы тип кенә ҡарарға ярамай, сөнки бик күп шәжәрәләрҙә илебеҙҙең тарихы ла сағыла ҡала. Ул мөһим ваҡиғаларҙы яҙып барған йылъяҙма. Мәҫәлән, башҡорттарҙың Рус дәүләте составына инергә саҡырылыуҙарын Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Тамъян ырыуҙары шәжәрәләрендә лә уҡырға мөмкин. Күп кенә шәжәрәләрҙә башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылыуы һәм шәжәрәнең рәсми документ булараҡ ҙур мәғәнәғә эйә булыу ла билдәле. Бынан  450   йыл элек Рус дәүләтенә ҡушылыу өсөн меңдәр ырыуынан да   илсе барған. Улар араһында тамырҙары беҙҙең яҡтарға килеп тоташҡан Ҡәнҙәфәр бей ҙә булған. Шәжәрәлә тормош-көнкүреште, фольклорҙы ла күрергә була. Мәҫәлән, Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе формала һаҡланып ҡалған.

Шиғыр һөйләү.

Жизнь человека только миг

В безбрежном времени Вселенной.

И только в памяти живых

Она становится нетленной.

Все это так. Да вот беда,

Что забываем иногда,

Откуда мы , кто наши предки.

Заставить нас забыть о них

Не должен злой народа гений.

Уйдя из памяти живых,

Исчезнет много поколений.

Одной мы связаны судьбой,

Одной семьей, единой кровью.

Потомки станут нам с тобой

Надеждой, верой и любовью.

И дух наш, продолжая жить

Во внуках, правнуков прольется.

И никогда не оборвется

Веков связующая нить.

Алып барыусы.  слайд

     

А сейчас перед нами выступает семья Мирсаяповых, которые расскажут историю своего рода. Пожалуйста , прошу Вас.

Алып барыусы.

Башҡорт халҡы  борон-борондан йәш быуынға батырҙар тураһында һөйләп, тыуған ергә, ғәзиз илебеҙгә, халҡыбыҙға һөйөү тәрбиәләй.

Беҙҙең малайҙар «Любизар» йырын башҡара.   слайд

                       

  1. Беҙ һуғышҡа ингәндә, бәхилләштек барыбыҙ.

  Беҙ һуғыштан сыҡҡанда, алдан сыҡты даныбыҙ.

Любизники любизар; маладис, маладис.

  1. Француздар килеп ингән Мәскәү тигән ҡалаға,

   Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас, сығып ҡасты далаға.

Любизники любизар, маладис, маладис.

3. Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижды ла күрҙек беҙ,

 Француздарҙы еңгәндә, ер емертеп йөрөнөк беҙ.

Любизники любизар, маладис, маладис.

Алып барыусы.

Семья Ардугановых прошу Вас.  слайд

 

Шиғыр һөйләү.

Моя мама сегодня

Расскажет вам о

Нашем древе родовом.

О том, что помнится сегодня

И не забудется.

Ее история как книга,

И не поставить точку в ней,

Там зашифрованная сила

Послание из прошлых дней.

Алып барыусы.

Удмуртский танец с колокольчиками.   слайд

     

Песня на удмуртском языке «Италмас».

Шиғыр һөйләү.

Кем был твой прадед, кем твой дед?

О чем они мечтали?

Каким был скромный их обед?

Что в  будни надевали?

Каким был род занятий их?

К чему они стремились?

Что вызвало бы дружный смех?

И как они женились?

Какие испытанья им

Достались на веку?

Как до Парижа дед дошел

В башкирском том полку?

И если все узнаешь ты,

Изучишь древний род,-

Полюбишь Родину свою,

Полюбишь свой народ.

 Алып барыусы.

   

 Иң боронғо шәжәрә беҙҙең көнгә тиклем килеп етмәгән. Элек улар халык ижады кеүек телдән-телгә һөйләнә килгән. Иң беренсе яҙылған шәжәрә юрматы ырыуыныҡы.Шәжәрәләр ғәрәп хәрефтәре менән әҙәби төрки телендә яҙылған.

Шиғыр һөйләү.

Ниндәй гүзәл халыҡ йыры,

Күпме көс, тәрәнлек бар.

Беҙҙе бөтә ғүмер буйы

Оҙатып килә улар.

Алып барыусы.

Әсмәбикә» - йыры.   слайд

        Әлиләү-генәйем, бәлиләү генәйем

        Әсмәбикә тыпырҙатып

        Баҫып килә генәйем.

        Иртәлә кил, кистә кил

        Тәрәҙәмде сиртә кил.

        Сиртеүеңде танырмында

        Ҡаршы сығып алырмын.

Шиғыр һөйләү.

Кем булған олатайың,

Олатайыңдың атаһы?

Ниндәй һөнәр белгәндәр?

Ниндәй кейем кейгәндәр?

Был яҡҡа был ауылға

Улар ҡайҙан килгәндәр?

Алып барыусы.

Йыр: «Ул бик яҡшы йырлаусы»  слайд

     

  1. Ул бик яҡшы уҡыусы

Уның уҡыуы яҡшы

Унан үрнәк алығыҙ.

                                     ҡушымта:

                                          Кәриә зәкәриә кумая

                                          Кәри кума, зәкәр кума, зәкәриә кумая.

  1. Ул бик яҡшы йырлаусы

Уның йырлауы яҡшы,

Унан үрнәк алығыҙ.

     

  1. Ул бик яҡшы бейеүсе

Уның бейеүе яҡшы

Унан үрнәк алығыҙ.

     

4.   Ул бик яҡшы уҡыусы

Яҡшы йырсы ла бейеүсе.

Уның уҡыуы яҡшы

Унан үрнәк алығыҙ.

Уның йырлауы яҡшы

Унан үрнәк алығыҙ.

Уның бейеүе яҡшы

          Унан үрнәк алығыҙ.

 Шиғыр һөйләү.

Большое создается малым:

Из желудя поднялся дуб,

С бревна начался крепкий сруб,

А родничок – реки начало,

С одной сосны начался бор,

С кирпичика пошел дворец,

С ворсистой ниточки – ковер,

Вот так придумал наш творец!

Дом к дому – улица,

Из улиц растут селенья, города.

Все это ты, Башкирия родная,

Мой край, любимый навсегда!

Алып барыусы.

Семья Яппаровых, прошу Вас.   слайд

             

Алып барыусы.

Йыр «Атай шәкәр, әсәй бал».

1.Атай , әсәй ике ҡанат
Улар йөрәк түрендә.
Һеҙгә булған рәхмәт йырым
һәр ваҡыт күңелемдә.
Ҡушымта:
Оу Оу Оу 
Һеҙ минең ҡояшым
Атай шәкәр, әсәй бал
Оу Оу Оу
Иң яратҡан һүҙҙәрем

Атай шәкәр, әсәй бал

2.Яҡты булһын, имен булһын
Ғүмерегеҙ  көҙҙәре.
Тормошомда яҡты маяҡ
Атай,әсәй һүҙҙәре.

Ҡушымта:
Оу Оу Оу 
Һеҙ минең ҡояшым
Атай шәкәр, әсәй бал
Оу Оу Оу
И Атай шәкәр, әсәй бал ң яратҡан һүҙҙәрем


3.Ни булһа ла яҙмышымда
Йәнәшемдә ике яр.
Минең дә ике ҡанатым
Атай шәкәр, әсәй бал


Ҡушымта:
Оу Оу Оу 
Һеҙ минең ҡояшым
Атай шәкәр, әсәй бал
Оу Оу Оу
Иң яратҡан һүҙҙәрем

Атайшәкәр,әсәйбал
Алып барыусы.

Семья Сазоновых, прошу Вас.  слайд

   

Алып барыусы.

 «Тирмә» уйынын уйнап  алайыҡ.

Мы веселые ребята,                               Беҙ күңелле, шат балалар,

Соберемся все в кружок.                      Уйнайбыҙ ҙа, бейейбеҙ.

Поиграем и попляшем,                         Ҙур түңәрәккә йыйылып,

Разбежимся на лужок .                          Матур тирмә яһайбыҙ.

Алып барыусы.

Халыҡта «Илен белмәгән-игелекһеҙ, халҡын белмәгән-халыҡһыҙ, нәҫелен белмәгән-нәҫелһеҙ» тигән мәҡәл бар. Һәр кеше үҙенең ете бабаһын белергә тейеш тигән боронғолар. Шул ваҡытта ғына кеше үҙенең ҡәҙерен аңлай ала. Шуның өсөн дә беҙ бөгөн балалар, һеҙгә үҙ шәжәрәгеҙҙе өйрәнегеҙ, белегеҙ, төҙөгөҙ тип әйтәбеҙ. Улар быуындан-быуынға тапшырылып беҙҙең киләсәк быуындарыбыҙға китап-иҫтәлек булып барып еткән. Бына һеҙ ҙә үҙегеҙең нәҫел ағасығыҙҙы төҙөнөгөҙ.

 Алып барыусы.

Башкирский танец “Ете  ҡыҙ” . слайд

   

Шиғыр һөйләү.

             

 Тыуған яҡтың гүзәллеге

һыҙылып атҡан таңдарҙа,

Гөлдәр үҫкән болондарҙа,

һандуғаслы талдарҙа.

Тыуған яҡтың гүзәллеге

Иген уңған ҡырҙарҙа,

Бар матурлыҡ, шатлыҡ булып

Тибрәлә моң-йырҙарҙа.

Алып барыусы.

«Тыуған яҡ»   йыры.   слайд

 

Тыуған яҡҡа юл тотамын,тыуған яҡ, тыуған яҡ,

Иң гүзәл ,ғәзиз яҡҡа , тыуған яҡ, тыуған яҡ,

Ер еләктәре бешкән саҡ ,тыуған яҡ, тыуған яҡ,

Ашығам ҡайынлыҡҡа, тыуған яҡ, тыуған яҡ.

Талпына күңел, талпына, ашҡына,

Ярһыуына түҙ ,түҙ генә,

Ҡайынлыҡта еләк бешкән,

Тиҙ үрелеп өҙ генә.

Сәскәләрҙең ниндәйе юҡ, тыуған яҡ, тыуған яҡ,

Хуш еҫле аллы гөллө, тыуған яҡ, тыуған яҡ,

Был яҡтарға бер ҡайҙа ла , тыуған яҡ, тыуған яҡ,

Һис тиңдәр булмаҫ төҫлө, тыуған яҡ, тыуған яҡ.

Талпына күңел, талпына, ашҡына,

Ярһыуына түҙ ,түҙ генә,

Ҡайынлыҡта еләк бешкән,

Тиҙ үрелеп өҙ генә.

Прекрасней в мире нет земли- это наш край родной,

Здесь поют всем соловьи- это наш край родной,

И березы и цветы- это наш край родной,

В роще спеют ягоды- это наш край родной.

Где бы не был я- в край родной я вернусь,

И в чужой стране не задержусь,

Здесь родился я, здесь земля моя,

Я всегда в свой край вернусь.

Шиғыр һөйләү.

Есть на свете зеленом

Разные края.

Только там, где отчий дом,

Родина твоя.

Веселись, расти и пой,

Знай, что Родина с тобой.

Помни главные слова:

«Мама», «Родина», «Семья».

Шиғыр һөйләү.

Зәңгәр күлдәр, йылғаларың

Йырлана күп йырҙарҙа

Тауҙарыңда- бай хазина

Иген шаулай ҡырҙарҙа.

Башҡортостан –тыуған ерем,

Бала саҡ гөрләп үтә

Тыуған илем – бәхет иле,

Шундай илгә ни етә?

  Шиғыр һөйләү.

                 
Мой край, родной Башкортостан, ты лучше всех далеких стран.                     
В такой чудесной стороне живу, и счастлив я вполне.                    
Ты славен лесом, криком птиц. Кумысом славных кобылиц.                  
Горы, реки и поля-все это Родина моя!                                   
Вот двор, где есть друзья. Вот школа, дом, семья .                           
Вот рой пчелы, вкус меда ,так скоро пригодиться.  

 Алып барыусы.    слайд

                                                 

Йомғаҡлап шуны әйтәһе килә. Шәжәрәләр беҙгә халҡыбыҙҙың үткән юлын, сал тарихын һөйләй. Киләсәктә лә был эште дауам итәрбеҙ. Нәҫел- ағасыңды белеү барыбыҙҙың да изге бурысы.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мастер-класс по теме "History of Economic Thought. Mixed Economy as the Result of its Development" для слушателей республиканских курсов повышения квалификации преподавателей СПО, БИРО 2008 г.

Содержание методической разработки     Пояснительная записка   Методическая карта занятия   Обеспечение занятия   Структура занятия   План занятия ...

Электив курс; "Башҡорт телен өйрәнәм", региондарҙан килгән уҡыуысыларға өҫтәлмә белем биреү маҡсатында төҙөлгән курс программаһы.

Билдәле булыуынса, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия - интернатта Башҡортостандан һәм күрше өлкәләрҙән килгән уҡыусылар уҡыйҙар.Әлбиттә, араларында башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән уҡыусылар бар. Ула...

Белем биреү учреждениеларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа ике теллелекте булдырыу.

   Белем  бире7 учреждениеларында баш3орт теле89м 929би9тен д97л9т теле булара3 у3ытыу2а ике...

ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЕЛЕМ БИРЕҮ СТАНДАРТТАРЫ

Федераль дәүләт белем биреү стандарттары...

Мастер-класс «Белем биреүҙә федераль дәүләт стандарттарын ғәмәлгә ашырыу осоронда башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа проекттар методын ҡулланыу»

Мастер – кластың маҡсаты:1)башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен заманса технологияларға нигеҙләнеп үткәреү мөмкинлектәрен күрһәтеү;2) хәтерҙе, иғтибарҙы, логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү, диало...

Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу шәжәрә байрамы «Тамырҙарыңды бел»

Маҡсат: Ғаиләгә һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәт биреү.Бурыстар:Белем биреү:  туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу ; зат- ырыу тураһында ҡыҙыҡһыныу уятыу; балаларҙың ғаиләне һәм кеше шәхе...