Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек.
план-конспект урока (8 класс) по теме

Кузнецовтың  “Салауаттан  һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек. 8-се класта башҡорт теле дәресе.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon dres_salauat.doc54.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теле  8-се класс  дәүләт теле.                                                                                                                                  Тема: Кузнецовтың  “Салауаттан  һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек.

 Маҡсат: телмәр үҫтереү, һорауҙарға яуап биреү, Тыуған илгә һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.    

 Йыһазландырыу: интерактив таҡта, картиналарҙан күргәҙмә, таратма карточкалар.

1.Ойоштороу минуты. Дежурныйҙың рапорты.                                                                                                                  2.Уҡытыусының һүҙе.  Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән  Салауат Юлаев тураһында һөйләшеп  киткәйнек.Әйҙәгеҙ, ҡабатлап китәйек. Һорауҙарға  яуап бирәйек.    а) С.Юлаев  ҡасан, ҡайҙа  тыуған? б) Кем ул Бүгәсәү? в) Ихтилал нисек  тамамлана? г) Салауатты  һөргөнгә  ҡайҙа  ебәрәләр? д) Нисәнсе  йылда  вафат була?  Батыр үҙе үлһә лә уның  исеме  халыҡ хәтерендә. Уның  исеме нисек мәңгеләштерелгән?                                                                                                                   Слайд. С.Юлаев  образы:  кино – театр, фольклор, әҙәбиәт,скульптура   Хәҙерге осор  (музейҙар, урам-ҡала, район исемдәре, символ, премия, орден)

Бөгөн беҙ  “Салауат образы  һынлы сәнғәттә” тигән  өлөшкә туҡтап китәбеҙ.  Бик күп  рәссамдар Салауат образына мөрәжәғәт иткәндәр:  Ишбулатов, Лежнев, Кузнецов. Рәссамдарҙы халыҡтың үткәне, бигерәк тә бәхетле тормош өсөн көрәшеүселәр образы ҡыҙыҡһындыра. Шуның өсөн дә Кузнецов, Ишбулатов, Лежнев картиналарында  төп урынды – тарихи образ алып тора. Салауат образы картиналарҙа бер-береһенә оҡшамаған, ләкин ҡаһарманлыҡ, шәхес, бәхетле тормош өсөн көрәшеүсе образ уртаҡ булып тора.    

Художников  привлекает  героическое  прошлое народов, особенно образы борцов за свободу и счастье народов. Поэтому у Лежнева, Кузнецова и Ишбулатова в центре историческая фигура.Образ С.Юлаева не похож на картинах, но объединяет эти произведения героизм, отвага, личность и прообраз башкирского народа.                                                                                                                                                                        

   Дәрестә ҡараясаҡ картинаны Алексей Кузнецов яҙған.

 (биографияһын уҡыусы һөйләй)   Кузнецов родился  11 апреля 1927 года  в  Уфе.  Картина  была  написана  в 1955 году. Сюжет произведения был  подсказан  художнику  жизнью, памятью о том, что  допросы Салавата проводились в Уфе в Троицкой  церкви, кото-рая  стояла  на  месте  нынешнего  Монумента  Дружбы. В  своих  воспоминаниях  о  работе над картиной Кузнецов  рассказывал, какое  сильное впечатление  произвел  на  него роман  Степана Злобина “Салават Юлаев”, с каким увлечением он  изучал  документальные материалы  о Салавате, о пучачевском восстании, как ездил в Ленинград, сидел  там взаперти в камере  Петропавловсой крепости, чтобы ярче вообразить себе, то что было в реальной действительности.     Для образа героя в картине “Допрос Салавата” Кузнецову позировал молодой живописец Арсланов. На выставке в Москве картина была удостоина высшей оценки, художник был награжден орденом  “знак Почета”      Умер художник 4 ноября 1990 году, похоронен в Москве.    

Һүҙлек эше:

Ғорур  баҫып тора, нәфрәт, енәйәт, көсһөҙлөгөн.күрһәтә, ихтилал,  рухы һынмаған,

ғорур баҫып тора     - стоит гордо  

нәфрәт                       - ненависть

көсһөҙлөгөн күрһәтә - показывает слабость

ихтилал баҫтырылған – восстание подавлено

рухы һынмаған         - дух не сломлен

дошман ҡамауында - в окружении врага                      

Дәрестә кәрәк һүҙҙәр һеҙҙең партағыҙҙа ята.

Лана, уҡып ишеттер. (уҡыу.)

Ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып картина буйынса һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнегеҙ.

Картина буйынса эш.

Салауаттан һорау алыу ҡайҙа бара?   (Подвалда.)                                                                                                                              Һорау алыу урыны ниндәй? (ҡараңғы)

Ни өсөн ҡара фон алынған? ( Салауат өсөн иң ауыр осор. ул ҡулға алынған)

Нисә кеше һорау ала?  (4)

Ни өсөн? ( Сөнки улар ҡурҡалар, уларҙың көсһөҙлөгөн күрһәтә.                                                                 Һорау алыусыларҙың йөҙҙәре ни өсөн ҡәнәғәт? (Сөнки ихтилал баҫтырылған. Уның башлығы тотолған.)

Салауат үҙен нисек тота? ( Ул үҙен ғорур тота.  Ул дошман ҡамауында һүрәтләнгән. Киң яурынлы, үткер ҡарашлы булыуы уның дошмандан, язанан ҡурҡмауын күрһәтә.)

Батыр дошмандарына нисек ҡарай? ( Уның күҙҙәрендә нәфрәт. Нәфрәт менән ҡарай)                                                                                                                                

Артҡы планда кемдәр төшөрөлгән? (палачтар)

 Улар нимәгә әҙерләнә? (язаларға)

Һорау алыу күптән барамы икән? (Салауаттың  кейеме йыртылмаған, бөтөн, яралары күренмәй. Ләкин Салауатты ҡаты яза көтә. Уны ут менән ҡурҡытып, енәйәтен танытмаҡ булалар.)

Картина һеҙҙә ниндәй тойғолар уята? (ғорурлыҡ,батырлыҡ)

Ә хәҙер карточкалрҙы алығыҙ. Һәр кемдең  үҙ эше.

Белем кимәле буйынса  эшләү.

  1. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып яҙығыҙ.

1. Картинала  Салауаттан һорау алыу   ……………….  бара. 2. Подвалда …………… .

3. ………….. кеше һорау ала.  4. Һорау алыусыларҙың йөҙҙәре ҡәнәғәт, сөнки …………….  5.  Артҡы планда ..............  төшөрөлгән. 6. Улар ………………………. әҙерләнә? 7. Салауат үҙен …………. тота.   8. Батыр дошмандарына …………………..  ҡарай.  9. Рәссам …………  төҫтәр ҡулланған. 10. Картина һеҙҙә ................... тойғолар уята.

Белешмә өсөн һүҙҙәр: подвалда, нәфрәт менән, ҡараңғы,  ҡара, ғорурлыҡ, ихтилал баҫтырылған, дүрт, ғорур, палачтар,

  1. Һорауҙарға яуап яҙыу.

1. Картинала  Салауаттан һорау алыу ҡайҙа бара? ………………………

2. Подвалда  нисек? …………………………

3. Нисә кеше һорау ала?  ……………………..

4. Һорау алыусыларҙың йөҙҙәре ни өсөн ҡәнәғәт? ……………………….

5. Артҡы планда кемдәр төшөрөлгән? ...........................

6. Улар нимәгә әҙерләнә? ……………………….

7. Салауат үҙен нисек тота?  ……………………..

8. Батыр дошмандарына нисек ҡарай? ………………….

9.Рәссам ниндәй төҫтәр ҡулланған? …………………….

10. Картина һеҙҙә ниндәй тойғолар уята? .........................

3. План буйынса текст төҙөгөҙ.

1. Салауаттан Һорау алған урынды һүрәтләгеҙ.

2. Һорау алыусылар нисек һүрәтләнгән?

3. Рәссам Салауатты нисек һүрәтләгән?

4. Картинала ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк итә?

5. Картина һеҙҙә ниндәй тойғолар уята?

Яуаптарҙы тикшереү.

Өй эше:

1. Салауаттан Һорау алған урынды һүрәтләгеҙ.

2. Һорау алыусылар нисек һүрәтләнгән?

  1. Рәссам Салауатты нисек һүрәтләгән?
  2. Картинала ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк итә?
  3. Картина һеҙҙә ниндәй тойғолар уята?
  1. Рефлексия үткәреү.

Йомғаҡлау.

  • Был дәрестә үҙегеҙ өсөн берәй яңылыҡ астығыҙмы?
  • Һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Телмәр үҫтереүҙә психология фәненең роле.

Башҡорт телен укытыу методикаһы үҙенең үҫешендә психология фәне ҡаҙаныштарына ла нигеҙләнә. Укытыу процесы ике яклы. Унда укытыусы һәм укыусы йәки өйрәтеүсе һәм өйрәнеүсе ҡатнаша. Укыусыларҙың й...

Башланғыс класс уҡысыларының телмәрен үҫтереү

Г.Д.Харисова,преподаватель башкирского языка и литературыГБОУ СПО “Сибайский педагогический колледж”,отличник образования РБ...

Телмәр үҫтереү алымдары

Телмәр үҫтереүҙә отошло алымдар  Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәр культураһын тәрбиәләү проблемаһы бөгөнгө көндә мәктәп алдында торған актуаль мәсьәләләрҙең береһе һана...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү

Бөгөнгө көндә  һөйләү телмәренен дәрәжәһе кәм булыуы  глобаль проблема. Телмәрҙе үҫтерергә кәрәк....

Презентация на мастер-класс по теме"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереү"

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереүгә ярҙам иткән алымдар...

Телмәр үҫтереү алымдары.

Методика фәнендә телмәр үҫтереү проблемаһы һәр саҡ актуаль. Ғилми Х.А Толомбаев, башҡорт телен , башҡорт мәҙәниәтен белмәгән рус һәм башҡа милләт балаларын башҡортса аңларға, аралашырға күнектереү өсө...

7 класс Туған әҙәбиәт Тема: Р. Ишбулатов «Буйһонмаҫ ихтыяр» картинаһы буйынса инша яҙыу

Тема: Р. Ишбулатов «Буйһонмаҫ ихтыяр» картинаһы буйынса инша яҙыу...