Телмәр үҫтереү алымдары.
занимательные факты на тему

Коновалова Раушания Феоктистовна

Методика фәнендә телмәр үҫтереү проблемаһы һәр саҡ актуаль. Ғилми Х.А Толомбаев, башҡорт телен , башҡорт мәҙәниәтен белмәгән рус һәм башҡа милләт балаларын башҡортса аңларға, аралашырға күнектереү өсөн телде фәҡәт практик күҙлектән сығып ойрәтергә кәрәк, тигән фекер ине.

  Мәктәптә тел уҡытыуҙың мөһим бер маҡсаты – уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү. Ә телмәр үҫтереү тигәндән беҙ яҙма телмәр һәм һөйләү телмәре тигән төшөнсәләрне аңлайбыҙ. Урта мәктәпте тамамлаусылар, беренсенән, дөрөҫ (грамотлы) яҙа, икенсенән, әҙәби телдә һөйләй ҙә белергә тейештәр. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon referat_bash_yaz.doc220.5 КБ

Предварительный просмотр:

   Методика фәнендә телмәр үҫтереү проблемаһы һәр саҡ актуаль. Ғилми Х.А Толомбаев, башҡорт телен , башҡорт мәҙәниәтен белмәгән рус һәм башҡа милләт балаларын башҡортса аңларға, аралашырға күнектереү өсөн телде фәҡәт практик күҙлектән сығып ойрәтергә кәрәк, тигән фекер ине.

  Мәктәптә тел уҡытыуҙың мөһим бер маҡсаты – уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү. Ә телмәр үҫтереү тигәндән беҙ яҙма телмәр һәм һөйләү телмәре тигән төшөнсәләрне аңлайбыҙ. Урта мәктәпте тамамлаусылар, беренсенән, дөрөҫ (грамотлы) яҙа, икенсенән, әҙәби телдә һөйләй ҙә белергә тейештәр. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү маҡсатының мөһимлеге һәм кәрәклеге бөгөнгө осорҙа арта төшә, сөнки мәктәп тамамлаған йәштәргә йәмғиәттә лайыҡлы урын өсөн күп көс һалырға тура киләсәк. Был осраҡта уларҙың төп сараһы – тел. Уның яҙма төрө лә , һөйләү төрө лә ныҡ үҫешкән, ҡамиллашҡан булып, йәштәргә әйтергә теләгән уй-фекерҙәрен дөрөҫ (грамотлы), матур әҙәби телдә яҙа ла, һөйләй ҙә белергә тейеш.

   Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә баланың яҙыу телмәрен үҫтереүҙә етди иғтибар итергә кәрәк. Әгәр уҡытыусы изложениеһын, иншаһын, башҡа ижади эштәрҙе еренә еткереп башҡара алмай икән, бында ул ғәйепле түгел.  Тимәк, дәрестә уҡытыусы яҙыу телмәренең башланғыс этаптарына ныҡлап иғтибар бирмәгән. Әйтәйек, хәреф танымаған уҡыусыға, бына шул һүҙҙе яҙ. Тип ҡуша алмайбыҙ. Шуға ла баланы иң элек телмәрҙең башланғыс этаптарына, сығанаҡтарына, нигеҙҙәренә өйрәтмәй тороп, уның яҙыу телмәренең камиллығына өлгәшә алмайбыҙ.

      Методик әҙәбиәттә яҙыу телмәрен үҫтереүҙе сараларға диктант, изложение һәм иншаны индерәләр. Әммә үәйбәт изложение йәки инша яҙыр өсөн дә телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәрен бала психлогияһында үҫтереү зарур. Телмәр эшмәкәрлегенең сығанағы ҡайҙан башлана? Әлбиттә, эске телмәрҙән. Нимә һуң ул эске телмәр? Уйлау, фекерләү - эске телмәрҙең төп билдәләре. Уйы тәрәнерәк, фекере мәғәнәлерәк булған өсөн бала күңеленә (хәтеренә) стандарт һүҙ байлығын, мәктәп программаһына ярашлы телмәр саралары (тасуирлау, хикәйәләү, йәнләндереү, һынландырыу,  сағыштырыу һәм башҡалар), мәҡәл-әйтемдәр, нығынған телмәр ҡалыптары (тотороҡло һүҙбәйләнештәр), фразеологик берәмлектәр, грамматик мәғлүмәттәр ҙә алдан һалына барырға тейеш.Былар барыһы ла- уй-фекерҙең таянсыҡтары. Әгәр баланың башында телмәр саралары урынына ел уйнап торһа, ул саҡта уның телмәрен үҫтереү мөмкин булмаясаҡ.

      Бөгөнгө дәрестә баланың хәтере үҫтереләме? Телмәр эшмәкәрлеге хәтер, хыял төшөнсәләре менән дә үҙ-ара айырылғыһыҙ бәйләнештә тора. Бөгөн мәктәптәрҙә информацион (мәғлүмәти), йәғни компьютер технологияһы менән саманан тыш мауыҡҡан уҡытыусылар шәхес тәрбиәләүен ситләшә бара һымаҡ. Яңыса уҡыу-уҡытыу технологияларын, мультимедиа саралары ярҙамында үткәрелгән дәрестәрҙе тамырынан инҡар итергә йыйынмаүам да, шуны әйтергә бурыслымын: иртәме-һуңмы – беҙ уҡыу эшмәкәрлегең асылына кире әйләнеп ҡайтырға мәжбүр буласаҡбыҙ. Берҙәм дәүләт имтихандары, репетитор яллап, алтын йә көмөш миҙалға яҙылған ялған иншалар ана шул хаҡта иҫкә!ртә түгелме ни? Бала үҙ фекерен ҡағыҙаға яҙып аңлата алмай икән, бында уҡытыусының эшмәкәрлеге генә түгел, тотош мәктәптең белем биреү эшмәкәрлеге юҡҡа сыға.

      Бөгөнгө дәрестә бала үҙенең яуабын иҫбат итергә өйрәтеләме? Сер түгел: уҡыусы дәрестә күпселек осраҡта уҡытыусының һорауына  дәреслектән ҡарап яуап бирергә күнектерелгән. Бала дәреслектән ҡарап яуап биргән саҡта ла уны уйландырырға, фекер йөрөтөргә өйрәтеп була. “Уйла!”, “Яуабыңды иҫбат ит!”, “ Ни өсөн шулай тип уйлайһың?” кеүек талаптар ҡуйылмай икән, уҡыусының үҙ аллы уйлау, фекерләү эшмәкәрлеген үҫтереп булмаясаҡ.

     Психологияла “ситтән ярҙам” йәки “ярҙам аша танып белеү” тигән ҡараштар бар. Беҙҙең ҡарамаҡҡа , “ярҙам” тигән төшөнсәне ғәҙәти ярҙам тип аңларға ярамай, йәки баланың эшен эшләтеп, һорауына әҙер яуап биреү түгел. Баланың эске телмәрен, уйланыуын. Биреү ана шул “ситтән ярҙам” тигәнде аңлата.

    Психологтар ғәҙәти фекерләүҙең асылын шулай аңлаталар: нимә әйтеү артыҡ мөһим түгел, ә нисек уйлау, нисек әйтеү, билдәле йөкмәткене ни рәүешле әйтеп биреү ҙур әһәмиәткә эйә. Бына был тезис – телмәр үҫтереүҙең лингвидидактик нигеҙе. Дәрестә уҡытыусының уҡыусылар менән хеҙмәттәшлеге нимәлә сағыла һуң? әлбиттә, баланың уйлау , фекерләү һәләтен әүҙемләштереүҙә, артабан үҫтереүҙә. Уйлаған уйыңды, фекереңде билдәле тәртиптә тышҡы телмәрҙә тәғәйен әйтеп биреү өсөн, ҡабатлап әйтәм, уҡытыусының ситтән ярҙам “Нисек?”, “Ни өсөн?” , “Ни рәүештә?”, “Яуабыңды иҫбат ит!” кеүек талаптар менән күрһәтелә.

   Шуны ла әйтергә кәрәк, кластың әүҙемлеге лә баланың телмәренә йоғонто яһамай ҡалмай. Мәҫәлән, дәрестә бер уҡыусы яуап биргән саҡта, икенсеһе тәҙрәгә ҡарап, күңеле менән тышта йөрөй. Дәрес проблемаһына, тимәк, бөтә уҡыусылар ҙа йәлеп ителмәгән. Күңел менән дәрестә ултырмаған баланы ла: “Әле иптәшең нисек итеп яуап бирҙе? Һин нисек уйлайһың ? Иптәшең дөрөс яуап бирҙеме икән? Иҫбат ит!” – тип дәрес проблемаһына алып инергә кәрәк.

   Телмәр бик күп төрлө: эске телмәр (уйлау, фекерләү), тышҡы телмәр ( үҙ аллы һөйләнеү – монологик телмәр; аралашыу, һөйләшеү – диалогик телмәр һәм уҡыу, яҙыу). Телмәр тигән рухи берәмлек алыуҙан башлана. Хәл-ваҡиғаларҙы , тирә-яҡ мөхитте бала һүҙләп зиһенгә ала. ә нимә һуң ул һүҙ? Лингвистикала һүҙҙең өс формаһына айырыуса иғтибар ителә. Уны түбәндәге схемала асыҡ күреп була:

                                     

    Һүҙҙең тышҡы формаһы тигәндән беҙ уның бер нисә өн-хәрефен ( фонетик анализ) тороуын аңлайбыҙ. Эске формаһында һүҙҙең асылы ята. Асыл тигәндән уның образын, этнокультура, мифология берәмеге икәнен төшөнәбеҙ. өсөнсө формаһында һүҙҙең лексик мәғнәһен к-ҙ уңында тотабыҙ. Миҫалда күрһәтеп үтәйек. Мәҫәлән, ҡайһы һүҙе. Ул биш өн-хәрефтән тора. Мәғнәһе- киҫә торған ҡорал. Асылы шунда: ҡырҡы сыҡмаған сабыйҙа өйҙә яңғыҙ ғалдырып китергә тура килһә, йә уның бишегенә, йә ишек тупһаһына ҡайсы ҡалып китәләр. Был осраҡта ҡайсы күҙгә күренмәгән сит заттарҙан баланы ҡурсалаусы , һаҡлаусы ҡоралға әйләнә. Йә булмаһа Урал һүҙенә анализ бирәйек. Тышҡы формаһы дүрт өн-хәрефте үҙ эсенә ала. Мәғнә формаһы – тау. Асылы, йәғни эске формаһында – тыуған төйәк, ил, Ватан. Һүҙҙең был асылы халыҡ йырында ла сағыла:  

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын .

    Тыуған тел дәрестәрендә һүҙҙең тышҡы һәм мәғәнә формаларын ғына өйрәнеү ғәҙәткә ингән. Ә һүҙҙең асылы тураһында уйлап та ҡарамайбыҙ. Уйлар ҙа инек, үҙебеҙ ул хаҡта ныҡлап белмәйбеҙҙер, күрәһең. Телмәр, бигерәк тә күркәм телмәрҙе үҫтереүҙә һүҙҙең асылына үтеп инеү – төп сараларҙың береһе. Мәҡәл -әйтемдәр ҙә, йомаҡтар ҙа, фразеологик берәмлектәр һәм башҡа тотороҡло һүҙбәйләнештәр ҙә һүҙҙең асылына ҡарай.

   Баланың телмәре күркәмме? Күркәм телмәр – күркәм фекерләүҙең һөҙөмтәһе. Психолоктар күркәм (художестволы) фекер йөрөтөү төшөнсәһен ғәмәлдә ҡулланһалар ҙа, күпселек осраҡта уның йөкмәткеһен ижади фекерләүгә ҡайтып ҡалдыралар. Минеңсә , күркәм фекер йөрөтөү менән ижади фекерләү игеҙәк төшөнсәләртүгел, ә фекерләүҙең үҙ аллы ике төрө. Һәр береһенең үҙенә хас психологик нигеҙенә туҡталып тормайынса, шуны әйтергә мөмкин: уларҙың икеһе лә , әлбиттә, ижадҡа мөнәсәбәтле, ләкин улар араһындағы ла күрмәү мөмкин түгел. Мәҫәлән , бала ниндәйҙер һөйләм уйлай икән, йә булмаһа , һөйләмдең берәй киҫәге урынына уның икенсе вариантын ҡуллана икән, бвл да үҙенә күрә ижади фекер йөрөтөүҙең һөҙөмтәһе.

   Әгәр бала, образлы сағыштырыу, күркәм телмәр сараларын ( йәғни троптаҙы) ҡулланып тойғолар менән фекер йөрөтә икән, был инде күркәм ( художествалы) фекерләү эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе тигәе һүҙ. Тимәк, күркәм фекер йөрөтөү гүҙәллек, матурлыҡ төшөнсәләренә мөнәсәбәтле. Баланың эстетик зауығы, күңел күтәренкелеге, тойғолар балҡышы фәҡәт күркәм фекер йөрөтөү эшмәкәрлегенең сағылышы булып тора.

     Уҡытыусының күркәм  фекер йөрөтөүе һәләтен күрә беләбеҙме, уға иғтибар бирәбеҙме? Күргән осраҡта ла, тейешенсә баһалайбыҙмы икән? Уның күңел донъяһында үтеп инәбеҙме? Ана шундай һорауҙар бер мине генә борсомайҙыр тип уйлайым. Миҫал  килтерергә була. Уҡытыусы бер балаға миҫал килтерергә ҡушты. Ул мәктәп ҡыйығынан тамған тамсыларға ҡарап торҙо ла: “Яҙғы ҡояш, яңы тыуған ҡолон һымаҡ, уйнаҡлап ҡыҙҙыра”, - тип һөйләм әйтеп һалмаһынмы. Уҡыусы уйлап әйткән был һөйләм күркәм телмәрҙең нәғеҙ өлгөһө ине. Уҡытыусы баланың һөйләмен ҡапыл-ғара аңғармай ҡалдымы, әммә “Һөйләмнең бик үк дөрөҫ булманы” тигән баһаны ишетеп, аптырап ҡалдым. Уҡытыусы был һөйләмде тәүҙә класс таҡтаһына, һуңынан уҡыусыларҙың дәфтәрзәренә яҙҙырырға тейеш ине. Бындай һөйләмде яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә осратып булмай. Миңә ҡалһа, шундай матур, тәрән мәғнәле һөйләм уйлаған уҡыусыны маҡтап, “Һай , афарин, телеңдән ҡыуан!” тип класс журналына “биш”ле ҡуйыр инем.

    Баланың күркәм  фекер йөрөтеү мөһим.Баланы һоҡландыр, уйландыр, талпындыр, күңелен үҫтер. Уның күңел кинәнесе телмәрендәге күркәм һүҙҙә, һүҙбәйләнештәрҙә. Фразеологик берәмектәрҙә, мәҡәлдәрҙә, үҙенсәлекле сағыштырыуҙарҙа күренә. Бала һөйләп асыла.

    Мәктәп уҡыусылһы үҙ көсөнә, үҙенең һәләтенә ышанысты юғалтмаһын ине. Үҙенә ышанысты юғалтыу – оло фажиғә. Уны матурлыҡты, нәфислекте тоя белергә өйрәтеү мөһим. Кеше күңелендә яҡты хис-тойғолар булған саҡта, үҙе лә абайламаҫтан, һиҙмәҫтән моңға тартыла, йырлап ебәрә. Тимәк, бала күңелендәге хис-тойғоно уятыу кәрәк. Бының өсөн берәй хәл-ваҡиғаны, предметты тасуирлағанда, баланың иғтибарын быға тиклем үҙе бигүк әһәмиәт бирмәгән билдәләргә йүнәлтеү мөһим. әйтәйек, тексҡа анализ биргән саҡта баланы шул текстағы хәл-ваҡиғаларҙың эсенә алып инеү кәрәк.

   Анализдың  ҡалыплашҡан алымдарынан ситкә тайпылып, уҡытыусы ҡайһы бер эш төрҙәре һәм проблемалы һорауҙар менән балаларҙа текстағы хәл-ваҡиғаға ҡарата мөнәсәбәт уята.

   Бала һөйләп асыла, тигәйнем. Эйе. Был үтә мөһим принцип. Баланы һөйләндереү ябай ғына һорауҙар биреү, ябай ситуацияға ҡоролған хәл-ваҡиға тураһында бәхес алып барыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәл-әйтемдәрҙеең, фразеологик берәмлектәрҙең мәғәнәләрен табыу, балаға таныш әкиәтте башлап, артабан үҙенән дауам иттереү, берәй осраҡлы хәлдән сығыу юлдарын эҙләтеү, бер предметты икенсеһенән ниндәй билдәләренә, сифаттарына ҡарап айырыу мөмкинлеген әйттереү һәм башҡа эш төрҙәре аша алып барыла. Уҡытыусының телмәрендәге һәр һүҙ, төшөнсә балаға таныш булырға тейеш. Баланың яуаптары ҡуйылған маҡсатҡа тура килмәгән осраҡта ла уны һөйләүенән бүлдерергә ярамай.

     Ни  өсөн баланың һөйләү телмәрен үҫтереүгә ныҡлы иғтибар итергә кәрәк һуң? Һөйләү телмәре үҫешмәгән бала үҙенең күңелендәге хис-тойғоно яҙып аңлата алмаясаҡ. Һөйләү телмәре – яҙыу телмәренең нигеҙе. Методик әҙәбиәттә диктант, изложение, инша кеүек ҡалыптар һалынған яҙма эштәр аша баланың яҙыу телмәрен үҫтерергә тәҡдим итәләр. Әммә стандарт булмаған, ҡалыплашмаған яҙма эштәргә әһәмиәт биреп еткермәйҙәр. Мәҫәлән, уҡыу йылы башында уҡытыусы 5 класс уҡыусыларына ябай ғына эш тәҡтим итә. “Ямғыр яуғанмы?” тигән һорау яҙылған карточкаларҙы класҡа тарата. Уҡыусылар ана шул һорауға үҙҙәренең яуаптарын яҙырға тейеш. Был эштең маҡсаты – уҡыусыларҙың яҙыу телмәре кимәлдәрен асыҡлауы.

Бына ул кимәлдәр:

    I кимәл – Эйе (юҡ , белмәйем)

    II кимәл – Яуған . Күп итеп .

    III кимәл – Эйе. Яуған . Күп итеп. Аяҡ аҫты һыу.

    IV кимәл -  Эйе. Ямғыр яуған. Юлда күләүлектәр ята. Ағастарҙан, өй   ҡыйыҡтарыннан тамсылар тама. Һалҡынса елдән ямғыр еҫе килә.

   Был кимәлдәрҙә анализ биреп үтәйек. I кимәлгә ҡараған балаларҙың яҙыу телмәре хәл-ваҡиғаны, тышҡы билдәләренә сығып, инҡар итеүгә, раҫлауға, төшөнмәүгә ҡайтып ҡала. Төркөмдөң хәл-ваҡиғаға баһа биреү йәки уны тасуирлау мөнәсәбәте үҫешмәгән. Хәл-ваҡиғаның мөһимлеге, йөкмәткеһе йәки башҡа сифаттары төркөмдө ҡыҙыҡһындырмай. Бындай лелмәр үҫтереүгә мохтаж.

  II кимәлгә ҡараған балаларҙың телмәре “эйе” , “ юҡ” һымаҡ раҫлау ишараһы менән түгел, ә тәғәйен һүҙҙән (яуған) тыш хәл-ваҡиғаға (күп итеп) мөнәсәбәтен дә сағылдыра. Бындай телмәрҙе тулыландырырға һәм үҫтерергә кәрәк.

    III кимәл һорауға яуап биреүҙән тыш, хәл-ваҡиғаның сифаттарын тасуирлау мөнәсәбәте лә бар. Ул әлбиттә, бик самалы, әммә хәл-ваҡиғаның тәғәйен бер билдәһен (аяҡ аҫты һыу) асып бирә алған. Бындай телмәр төҙөкләндереүгә һәм артабан байыҡтырыуға мохтаж.

   IV кимәлгә бер-ике уҡыусының яуабын индерергә мөмкин. Тимәк , был кимәл класта өлгө булып тора, әммә сик түгел.

  Яҙыу телмәрен үҫтереү – бик оҙайлы, ҡатмарлы эш. Телмәр эшмәкәрлеге (тыңлау -  аудирование, һөйләү - говорение, уҡыу – чтение, яҙыу – письмо) тип йөрөтөлгән теориялары ла методологияға нигеҙ була алмай. (Бында беҙ яҙыу телмәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тотабыҙ. ) Был теорияла иң мөһим сығанаҡ иҫкә алынмай. әгәр баланың эске телмәре (уйлау, фекер йөрөтә алыу һәләте) ныҡлап –ҫеш алмаған икән, телмәр эшмәкәрлегенең дүрт төрө лә зәғиф булып ҡаласаҡ. Хәтерегеҙгә төшө!рөгөҙ әле, танып-белеү берәмектәренә ниндәй рухи (психологик) кимәлдәр инә?  Тимәк , барлыҡ психологик категориялар, уҡыусының рухи кисереш булмыштары иң элек эске телмәр менән бәйле. Эске телмәр ныҡлап үҫеш алмаһа, телмәр эшмәкәрлеге үле теорияға әйләнәсәк. Ниндәй генә эшмәкәрлегек тураһында һүҙ бармаһын, уның методологик нигеҙе эске телмәргә ята. Эске телмәр үҙ сиратында тышҡы телмәрҙән ярҙам ала. Донъя картинаһының атамаларын, билдәләрен, хәрәкәтен, хәрәкәттең  билдәләрен, атаманың синонимын, антонимын, алмаш күренештәрен, фразеологик берәмектәрҙе, тотороҡло һүҙбәйләнештәрҙе, мәҡәл-әйтемдәрҙе, предметтың мәгәнә биҙәктәрен, асылын хәтеренә туплай бара. Өләсәһе һөйләгән әкиәтте, олатаһы биргән тарихты, тарих һабаҡтарын, уҡытыусы һөйләгән дәрес һабаҡтарын, телмәр этикетын, телмәр ҡалыптарын күңеленә һендерә. Тимәк, бала эске телмәрен камиллаштыра, һүҙҙәр-төшөнсәләрменән байыта.Тыштан берәй сәбәп булғанда, бала эске телмәрҙән тышҡы телмәргә күсә. Төрлө телмәрҙе ишетеп бала үҙ телмәрен шымарта бара.

    Ғәҙәттә, һөйләү телмәре яҙыу телмәренә күсә. Бында телмәрҙең сифаты өсөн тейешле сәбәп ( мотив) кәрәк. Яҙыу телмәре күркәм, һүрәтләү сараларына бай булырға тейеш.

    Яҙыу телмәрен үҫтереүҙең традицияға ингән, ҡалыплашҡан төрҙәре бар. Мәҫәлән, изложение, инша, һорауҙарға яҙма рәүештә яуап биреү, эш ҡағыҙҙары төҙөү, берәй тексҡа баһама, рецензия яҙыу, төрлө темаға ҡағылған мәҡәләләрҙең ҡыҫҡаса конспектын төҙөү , күркәм әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, хәтерҙә ҡалдырырҙай урындарын яҙып ҡуйыу, тәбиғәт күренештәрен һүрәтләү – быларҙың барыһы ла яҙыу телмәрен үҫтереүҙә һис шикһеҙ ярҙам итәсәк, телмәрҙең һәр төрө лә кешенең ижади һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелә.

     Шуны ла әйтергә кәрәк: йыш тапалған алымдарҙан, бер төрлөлөктән ҡоролоу мөһим. Телмәр -  донъны донъя итеп тотоусы аралашыу, кешеләрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү сараһы. Ул борон-борон замандан бирле кешегә , кешелеккә хеҙмәт итеүсе сара, бонъяның үҙгәреп ҡороусы берҙән-бер ҡорал. Яҙыу телмәре – быуындар сылбырын тоташтырып тороусы сара. Һөйләү телмәренә ҡарағанда яҙыу телмәренең әһәмиәте һис шикһеҙ ҙур.

     Яҙыу телмәрен үҫтереүҙең алымдары ла бик күп төрлө , әммә иң беренсе сиратта бала күңелендә әсә теленә ҡарата ғорурлыҡ, ихтирам, һөйөү тәрбиәләргә кәрәк.  Методистар быны лингвистик ҡараш тәрбиәләү тип атый. Лингвистик ҡараш нисек аңларға? Был һорауға яуап бирер алдыннан Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың бер шиғырына иғтибар йүнәлтәйек:

Еркәйемдең тарих һөйләмәгән

Юҡ һуҡмағы,һыуы, юҡ тауы.

Ишетәмен әле ҡылыс сыңын,

Әле һылыу ҡыҙҙың  һыҡтауын.

Күпме моң бар еләҫ аҡландарҙа,

Күпме наҙ бар дала елендә!

Ҡарай улар ғәзиз әсәм булып,

Һөйләшәләр улар башҡорт телендә.

Башҡорт балаһы мин ,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындырҙы,

Илдә тотҡан телем, һүҙем бар.

   Башҡортостан иле! Шул илдең азатлығы өсөн аяуһыҙ көрәштәрҙә башын һалған батырҙар төйәге. Быуаттар төпкөлөнә әле булһа ҡылыс сыңы ишетелеп ҡалғандай. Башҡортостан – сал тарихлы ил. Уның өнлө һәм өнһөҙ тарихын һанап бөткөһөҙ. өнлө тарихына ҡурай, йыр-моң, бейеүҙәре, мәшһүр эпостары, әкиәттәре, легендалары, мәҡәл-әйтемдәре, йомаҡтары, йәшәү рәүешендәгеныҡлы урын алған ғөрөф-ғәҙәттәре, һунарсылыҡ кәсептәре, донъя картинаһын танып белеү тәжрибәһе, фәлсәфәһе, халыҡ педагогикаһы һәмс дидактикаһы, мәҙәни-рухи ҡомартҡылары, мифологияһы, ер-һыу теле һәм башҡаларҙы ингдерергә мөмкин.

   Өнһөҙ тарихына үртәлгән ауылдарҙы , тереләй яндырған кешеләрҙе, киләсәге юҡ, тип юҡҡа сығарылған ауылдарҙы, һыу аҫтында ҡалдырылған археологик ҡаҙаныштарҙы, сит халыҡтар ҡулына күскән рухи ҡомртҡыларыбыҙҙы, ғүмер буйы таланған еребеҙҙе һәм башҡаларҙы һанап китергә мөмкин. Бөтөрөлгән ауылдарҙы ер-һыу теле юҡҡа сыҡты, сөнки һуҡмағы , йылға шишмәләре , тауы, туғай-аҡландары, сәскә-гөлдәре тарих һөйләй алмай.

   Башҡорт телендә һөйләшкән , ғәзиз әсәм булып ҡараған моңло еләҫ аҡландарҙан, наҙлы дала еленән әле булһа Зөлһизәнең, Ғилмиязаның, Зәлифәкәйҙең һыҡтауын ишеткәндәй булам.

Быуындарға ялғап быуындырҙы,

Илдә тотҡан телем, һүҙем бар.

- ти автор. Рауил Бикбаев үҙенең был шиғырында тыуған телдең , әсә теленең илаһи ҡөҙрәтен данлай. Туған тел – кешемег тигән кешегә яҙмыш тарафынан бирелгән иң ҙур бәхет. Ана шул бәхетте беҙ тулыһынса файҙаланырға тейешбеҙ. Илдә тотҡан тел, һүҙ киләсәк быуындарға барып етерме? Был турала һин үҙең нисек уйлайһың? Киләсәк быуынға ниндәй теләктәр яҙып ҡалдырыр инең? Дәрестән сыҡҡас , урамда һәм өйҙә ниндәй телдә аралашҡан?  Баязит Бикбай әйткәнсә:

Тел – тере шишмә  - үлмәгән,

Бөгөнгә еткән!

   “Тере шишмә “  булған телде “ үлтермәйенсә” киләсәк быуынға еткереү өсөн нимә эшләргә кәрәк?  ( Рәссам, композитор, яҙыусы, ғалим, балетмейстр, мәғәриф етәксеһе һ.б. булып үҫергә, күп уҡырға, күпте белергә кәрәк. Яҙыусыларыбыҙ әҫәрҙәренҡыҙыҡһынып уҡырға, тыуған телебеҙҙә донъя күргән гәзит-журналдарҙы күпләп алдырырға һәм үҙебеҙ ҙә мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар, повесть-романдар яҙырға тейешбеҙ.) Бына ошондай анализ , проблемалы һорауҙар һәм уларға төрлөсә яуаптар алыу юлы менән бала аңында лингвистик ҡараш формалаша, тыуған телгә һөйөү тәрбиәләнә. Уҡыусылар үҙҙәренең телмәрен үҫтереүгә яуаплыраҡ ҡарай башлай.

    Түбәндәге ҡайһы бер эш төрҙәре бирелә. Улар баланың ижади танып белеү һәләтен, рухи булмышын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

  1. Тыуған яғым – гөлдәр иле
  1. Тыуған яғың һиңә нимәһе менән ҡәҙерле?
  2. Ауылың ни исемле? Ниңә шулай тип атағандар?
  3. Тыуған яғыңда үҫкән ниндәй сәскәләрҙе беләһең?
  4. Туғайыңда ниндәй ҡоштар һайрай?
  5. Урманыңда ниндәй ағастар үҫә?
  6.  Ауылың тирәһендә йылғала (күлдә) ниндәй балыҡтар бар?
  7. Туғай-болоноңда, тауҙарыңда, аҡландарыңда ашай торған ниндәй үләндәр

            үҫә?

  1. Ауылың тирәһендә ниндәй емеш-еләктәр үҫә?

Иҫкәрмә: күпме беләһең , шунса яҙ.

  1. Минең рухи тамырҙарым
  1. Ырыуың ни исемле? Уның символдарын (тамға, оран, ҡош, ағас) беләһеңме?
  2. Үҙеңдең нисә быуыныңды беләһең?

3. “ Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеүе кәрәк”. Кем шулай тип әйткән?  Нимәләр   икән ул өс нәмә? Ни өсөн уларҙы белеү кәрәк?

  1. Ни өсөн һыуға көмөш тәнкә ташлайҙар?
  2. Ни өсөн ҡунаҡты икмәк-тоҙ менән ҡаршылайҙар?

Иҫкәрмә: белгәнеңде яҙ.

  1. Башланған эш – бөткән эш

Түбәндәге килтерергән өҙөктәрҙе дауам итеп тамамлап ҡуйырға.

Ҡойоп ямғыр яуа. Төнө буйы, донъяһын ҡыйыратырҙай булып, к-к күкрәгәне, ялт та йолт йәшен йәшнәне, ә яҡтыра башлау менән, артығыраҡ шашып киттеме әллә тигәндәй, күкте ябып торған ҡара болоттар әллә ҡайҙа таралды ла бөттө. Донъя һил булып ҡалды ...(Р. Солтангәрәев.  Көтөү  )

Кәфиә урынынан торҙо ла урамға сыҡты. Ул бик ашыға. Ҡайҙа ашыға икән үҙе лә белмәй. Алан-йолан ҡараны ла бер яғға табан йүгерә башланы...

                                ( Р.  Солтангәрәев. Яғылмаған мейес.)

    – Һин ҡайҙа, Зиннәт?

     -  Китәм.

     -  Китәм? Ни тигән һүҙ була?

                                                            ( С. Агиш. Дан.)

  4 .  

     – Ярар, ләпелдәмә, йыйын! – тигән форман бирҙе.

       Әмәл юҡ, йыйынырға тура килде. Вокзалға төштөк. Электричкаға ултырдык.

       Бер разъезда төшөп, урманға юл алдыҡ...

                                      ( С. Кулибай. Йәш бәшмәксе яҙмаһы.)

  1. Фәһемле күнегеүҙәр

   1-се күнегеү. Өҙөктө күсереп яҙ. Уйла: ниндәй хәтер күҙ уңында тотола? Һинең үҙеңдең хәтереңдә нимәләр һаҡлана?
 - Хәтерем барысы минең,- тип рыя ғына булһа ла үҙең яҡларға тырышты Ихсанбай.- Бөгөн әле арифметиканан биш алдым.

  - Хәтерең булғас, һин миңә ете быуыныңды, ырыуыңды, ил һаҡлаған батырҙарҙы һанап күрһәт!
                                          (Т. Ғарипова. Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй.)

2-се күнегеү.  Өҙөктө күсереп яҙ. Уйла: уға автор ниндәй ғөрөф-ғәҙәт, йола һалған? Үҙең ниндәй ырым, йола, ғөрөф-ғәҙәт тәртиптәрен беләһең?

... Ихсанбай мал өйөнөң ишегенә барып етте , ҡолаҡ һалды – тауыш-тын юҡ. Эстән бәрелгән шомло тынлыҡ уның күкрәген ҡурыштырҙы. Кәртә эсендә әтәс ҡысҡырҙы. Әтәсме был? Әллә тауыҡмы? Тауыҡ ахыры. Эйе , тауыҡ. Әтәсе бит күрше әтәстән таланып үлде. Ихсанбайҙың йөрәге ҡыҫылып , тыны ҡурылды. Хәйерлегә булһа ярай ҙа... Тауыҡтың әтәс булып ҡысҡырыуы оҡшамай ҙа... Етмәһә, эңерҙә. Иртәгә үк һуйып быраҡтырыр кәрәк. Тик ҡайһыһы икән?

                                      (Т. Ғарипова. Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй.)

3-се күнегеү. Өҙөктө күсереп яҙ. Уйла: табибсылыҡ менән бәйле тағы ла ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәрҙе беләһең?

... Бер көндө баярҙың баҡсала уйнап йөрөгән балаһын йылан саҡҡан. Тос йылан, ти. Фатиманың әсәһе, бик бала йәнле кеше, уныһын-быныһын ҡарап тормайынса , йүгереп барған да, малайҙың яраһын табып, ҡан менән бергә йыландың ағыуын һурып ситкә төкөргән. Шул бит инде ул саҡтың әмәле. Шулай итеп , бала тере ҡалған. Баярҙың бисәһе бик ҡыуанған быға, хатта ни алып , ни бирергә белмәгән. Аҙаҡ тотҡан да ул, ҡолағынан ошо алҡаларҙы һалып, уның (Фатиманың – А.Р.) әсәһенә һуҙған...

                                                                 ( Б. Бикбай. Аҡселән ташҡанда)

4-се күнегеү. Өҙөктө күсереп яҙ. Уйла: ҡунаҡ килерен иҫкәртеүсе тағы ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәрҙе беләһең?

... Таҫма телле Ғамилә, Хәмәтте күргәс, осоп төшкәндәй булды:

- И-и , яратҡан ҡәйнешем килгән дә баһа, әйтәм, бөгөн иртә менән көмөш бысағым сылтырт итеп иҙәнгә төшөп киткәйне. Әйттем  бит мин, әйттем, көмөштәй ҡәҙерле бер кеше килер, тинем. Дөрөҫ тә шул! Маҡтап та йөрөй икән үҙе: самауырым ҡайнап тора, ҡаймағым бешкән.

                                                                        ( Б. Бикбай. Аҡселән ташҡанда)

    Баланың яҙыу телмәрен үҫтереүҙә бына күпме эш төрҙәре файҙаланылмай ҡала. Программа материалы менән сиратлаштырып һәр дәрестә йә дәрес аша ошо эш төрҙәренең берәүһен ҡулланырға кем ҡамасаулай? Уҡыусының ятлап килгән шиғырҙарын яттан яҙҙырыу , бәләкәй генә тексты башҡортсаға йә руссаға тәржемә иттереү, берәй әкиәт , хикәйә , легенда буйынса сценарийҙар төҙөтөү ҙә телмәр үҫтереү  йәки бала шәхесен  үҫтереүҙә айырым бер һынылыш булыр ине, минеүсә.

     Ҡоро һүҙ , ҡоро һүҙ бәйләнеш менән баланың телмәрен, һүҙ байлығын үтереп булмай.

Мәғәнәле һүҙ , мәғәнәле һүҙбәйләнеш , фәһем бирерҙәй һөйләм аша баланың телмәрен үҫтереү мөһим. Телмәр үҫтереү саралары халыҡ аңында, халыҡ дидактикаһында, педагогикаһында , мәҙәниәтендә, мифологияһында ята. Мәҫәлән , халыҡта “уйлағандың уйында ҡала”  тигән әйтем бар. Тимәк, бала күңелендә уй, мәғәнә, асыл һалырға кәрәк. Улар халыҡтың йәшәү рәүешендә һаҡланған. Һәр әйбергә халыҡ атама биреп кенә ҡалмаған, уға мәғәнә лә һалған. Һүҙ көсөнә ышанған халыҡ. Һәр һүҙҙә (әйберҙә) , күренештә, билдәлә халыҡ аңы ята. Ана шул аңды, аҡылды бала уйына, бала күңеленә һалырға кәрәк.

    Мәктәптә туған телдә уҡытыуҙың иң мөһим бурыстарының береһе – уҡытыуҙың әҙәби тел нормаларын ғәмәлдә үҙләштереүенә ирешеү. “Телмәр үҙтереү” аспектын ғына ҡарап китәбеҙ.

    Мәктәптә телмәр үҫтереү дәрестәрендә ҡарата ике төрлө ҡараш йәшәп килә: берәүҙәр бындай махсус дәрестәр үткәреүгә ҡарашы, йәнәһе лә әҙәбиәт тә , туған тел дәрестәре лә ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Дөрөҫ,беҙ тел шәхесе – туған телендә матур итеп һөйләй , уҡый, яҙа белгән балалар – тәрбиәләргә тейешбеҙ. Әммә грамматик ҡағиҙәне йәки әҫәрҙең тексын ғына өйрәтеп , һоҡланып тыңларлыҡ матур телмәр төҙөргә өйрәтеп булмай. Шуға ла телмәр үҫтереү дәрестәре үткәреү бик кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Икенсе берәүҙәр телмәр үҫтереү мотлаҡ кәрәк һәм ул дәрес һайын булырға тейеш , тиҙәр. Беҙҙеңсә , дәрес һайын һөйләү телен һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү өсөн күнегеүҙәр булырға тейеш. Бынан тыш , программала бәйләнешле телмәр үҫтереүгә байтаҡ сәғәт бүленә. Бәйләнешле телмәр үҫтереү өсөн махсус дәрестәрҙе уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереүҙә эҙмә-эҙлекле файҙаланыу мотлаҡ. Һәр яҙма эш телдән телмәр үҫтереү күнекмәләре үткәрелмәйенсә, уҡыусыларҙы тейешенсә әҙерләмәйенсә башҡарылмай.

  Уҡыусыларҙың уйлау , фекерләү һәм ижад итеү һәләттәрен үҫтереүҙә грамматика дәрестәренең дә, әҙәбиәт дәрестәренең дә ваҡытын файҙаланырға була. Тел дәрестәрендә, ҡағиҙә  үҙләштерелгәс, ижади характерҙағы күнегеүҙәр эшләтеп, һөйләмдәр уйлатып , бәләкәй күләмле хикәйәләр төҙөтөү бик кәрәк һәм файҙалы. Бындай эштәрҙе башҡарғанда , берҙән, уҡыусының ҡағиҙәне үҙләштереү кимәлен тикшерә алһаҡ, икенсенән, уға дөрөҫ яҙыу күнекмәһе лә бирелә.

 Ярҙам телмәр үҫтереүҙең юғарыраҡ баҫкысы – уҡы усыларҙы инша яҙырға өйрәтеү. Иншаларҙың белем биреү һәм тәрбиәләү әһәмиәте ҙур: улар телмәр күнекмәләре булдырыуҙан тыш, балаларҙың күҙәтеүсәнлеген үҫтерә, күргән, белгән , ишеткәндәрҙе дөйөмләштереп, билдәле эҙмә-эҙлекле яҙырға өйрәтә. Инша эшләгәндә уҡыусыларҙың үҙаллығы тәрбиәләнә, образлы һәм логик фекерләү һәләте үҫә, ижади активлығы күтәрелә.

    Мәктәптә әҙәби әҫәрҙәр буйынса һәм ирекле темаға инша яҙҙырыу практикаға ингән.

Ирекле темаға инша яҙғанда материалдар төрлө сығанаҡтан: балаларҙың ишеткән-күргәндәренән, экскурсиянан алған тәьҫоратарынан , һынлы сәнғәт материалдарынан, художестволы әҙәбиәттән һ.б. алына. Белеүебеҙсә, ирекле темаға яҙған иншалар жанры буйынса хикәйәләү, һүрәтләү, хөкөмләү төрҙәренә бүленә. Һаналған инша төрҙәренең һәр береһенә хас төҙөлөшө, тел үҙенсәлектәре бар. Бындай иншалар күләмендә яғынан үур булмай , ләкин улар үҙ аллы фекер йөрөтөү, һәр нәмәгә, үҙеңдең  ҡарашыңды, фекереңде белдереү, телмәр үҫтереү , донъяға дөрөҫ ҡараш булдырыу, тәрбиә биреү саралары ла булып тора.

   Түбәндәге дәрестә уҡылған әҫәрҙәр менән бәйләнешле ирекле темаға инша яҙыу тураһында һүҙ алып бармаҡсыбыҙ. Мәҫәлән, “Башҡорт халыҡтың милли геройы Салауат Юлаев образы әҙәбиәттә һәм сәнғәттә” тигән темаға инша яҙыу – бәйләнешле телмәр үҫтереү дәресе. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә милли сәңғәт әҫәрҙәренең йәш быуынға төплө белем биреү һәм унда эстетик зауыҡ тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәте ҙурлығын иҫәпкә алып,  А. Лежнев, Ғ. Мостафин, А. Кузнецов, Р. Ишбулатов, Р. Нурмөхәмәтов, Ә. Лотфуллин, П. Гаврилов, В. Мещеряков һ.б. картиналарын файҙаланып, бәйләнешле телмәр үҫтереү дәресенең план схемаһы.

Дәрес үрҙә һаналып киткән рәссамдарҙың картиналар галереяһын ҡарауҙан башлана. Композитор Заһир Исмагиловтың “Салауат” операһынан өҙөк, Александр Ключаровтың “Салауат” симфоник поэмаһын , Данил Хәсәншиндың “Салауат тураһында йырҙар”ын тыңлай-тыңлай, уҡыусылар эмоциональ йүнәлеш алып, етди эшкә әҙәрләнә.

  Артабан әңгәмә ойошторола.

  • Был картиналар һеҙгә танышмы?
  • Рәссамдар һәм уларҙың картиналары тураһында нимәләр беләһегеҙ?
  • Салауат образын әҙәбиәттә кемдәр меңгеләштергән?
  • Рус яҙыусыларынан кемдәр С.Юлаев образын һынландырҙы?
  • Кемдәр Салауат шәхесен өйрәнеүгә өлөш индергән?
  • Рәссам, композиторҙар, яҙыусылар, шағирҙарҙы, әҙәбиәтселәрҙе, тарихсыларҙы кем образы һәм нимә берләштерә? һ.б.  һорауҙар бирелә.

   Шунан уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһенә ниндәй картина тура килеүен билдәләйбеҙ.

Уҡыусылар тикшереүен эштәренең йөкмәткеһе менән таныштыра:

  а) “Салауаттың исеме рухландармаған башҡорт шағирын табыу ҡыйын”;

  б) Степан Злобин “Салауат” романы;

  в) “ Юлай менән Салауат” эпосы;

  г)  “ Ф. Д. Нефедов , Р.Г. Игнатьев, Д.Н. Мамин-Сибиряк әҫәрҙәрендә Салауат образы”;

  ғ)  “Салауат образы сәхнәлә” (Ф.Сөләймәнов “Салауат батыр”, Д.Юлтый “Салауат менән Пугачев” һ.б. әҫәрҙәр);

  д) “ Музыка сәнғәтендә Салауат”;

  ҙ) “Һынлы сәнғәттә Салауат образы”.

 5.

 Шулай итеп , ошондай ентнкле әҙерлек эштәре башҡарылғас , һынлы сәнгәт менән һүҙ сәнғәте бергә ҡушылып, “Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә Салауат образы” тигән инша яҙыла.

   Әлбиттә , был эш ныҡ әҙәрлекте талап итә, бер генә дәрестә башҡарып сығып та булмай. Шуға күрә уҡыусылар әҙәбиәт уҡытыусыларынан , музыка мәктәбе, сәғәт мәктәбе уҡытыусыларынан, китапхана хеҙмәткәрҙәренән ярҙам, консультация ала, һәр кем үҙе тикшергән тема буйынса шул әҫәрҙәре дәрескә алып килә.

   Бик күп һәм төрлө- төрлө эш башкарылыуға ҡарамаҫтан, дәрестә Салауат тураһындағы бихисап материал өйрәнелә, тәртипкә килтерелә, системаға һалына, фәнни стилдә яҙылған материалдар ҙа еңел ҡабул ителә. Иң мөһиме: уҡыусыларҙың дәрескә ҡыҙыҡһыныуы арта, интеллектуаль үҫешенә йоғонтоһо ҙур була.

    Өлкәнерәк кластарҙа дәрестәр һәм кластан тыш саралар бергә үрелеп бара, бер-береһен тулыландыра. Конкурстар, телдән журнал, әҙәби ҡунаҡһана, әҙәби-музыкаль кисәләр – уҡыусыларҙың ижади һәләтен, эстетик зауығын, бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә бик мөһим саралар.

    Тел дәресендә хәтерҙе , ижади фекерләүҙе, һығымта яһай белеүҙе үҫтереү маҡсатында төрлө картиналар, әҙәби текстар туплау; тәртибе боҙолған шиғарҙы йыйыу; төрлө һүҙ төркөмдәрен сағыштырыу; ребус, йомаҡ сисеү; образлы сағыштырыу (йомаҡ, мәҡәлдәр); аналогия (оҡшашлыҡ); версиялы фекер алымы (вариант); эмпатия алымы (фараз итеү); иллюстрацияға аңлатма (һүрәттәр) кеүек эш алымдарын ҡулланырға була.

  Тәүге дәрестәрҙән үк өн артикуляцияһын өйрәнеү өҫтөндә эшләү мөһим. Мәҫәлән, “ә” өнөн өйрәнеүҙе ижектәр әйтеүҙән башлайбыҙ: -дә, -сә, -ҫә, -әл, -әс, -әм. Шунан уҡыусы ҡулына көҙгө алып, ә-сәй үәм а-тай һүҙҙәрен әйтеп ҡарай, яңғыраштағы айырмаларҙы таба.

   Телмәр үҫтереүҙә шиғырҙар , ике юллы тиҙәйткестәр ятлауҙың роле ҙур. Улар хәрефтең,  телмәрҙә өндөң дөрөҫ әйтелешен тойорға ярҙам итә. Мәҫәлән, Ҡара ҡарға ҡарҙан бара , ҡанаттарын ҡаға-ҡаға. Һүҙҙәрҙең яңғырашы яғынан оҡшаш булып та һәр ҡайһыһының айырым мәғәнә аңлатыуын аңлай уҡыусы.

    Балаға үҙе күреп белгән әйбер тураһында фекер йөрөтөүе еңелерәк. Шуның өсөн дәресте күргәҙмә материалдар менән байытыу мөһим.

  Ишетеү һәләтен үҫтереү, ишеткәнде төшөнөү, һүҙ әйтелешен ҡамиллаштырыу өҫтөндә эшләү ҙә һөҙөмтәле аҙым. Балаға үһ телмәрен тыңлап, башҡалар менән сағыштырырға, хаталарҙы төҙәтеп, дөрөҫ әйтергә, һөйләргә кәрәк. Бының өсөн телмәрҙе магнитофан таҫмаһына яҙҙырып үҙҙәренә тыңлатыу яҡшы һөҙөмтә бирә.

   Рус телле балаларҙың аҡыл эшмәкәрлеген, теленең һығылмалылығын үҫтереү өсөн түбәндәге күнегеүҙәр ярҙам итә. Уларҙы башҡарғанда уҡыусылар бер-береһен тыңларға һәм ишетергә өйрәнә, һүҙ байлыҡтарын арттыра, әйтергә теләгән уй-фекерен төрлө формала еткерергә ынтыла.

   Һөйләмде 4, 3, 2 һүҙгә тиклем ҡыҫҡарт. Көҙ көнө һыуыҡ елдәр иҫә. Көҙ көнө елдәр иҫә. Көҙгө елдәр иҫә. Ел иҫә.

    Һөйләмде берәй һүҙ өҫтәп тултыр. Беҙ уҡыйбыҙ. Беҙ китап уҡыйбыҙ.  Беҙ ҡыҙыҡлы китап уҡыйбыҙ. Бөгөн беҙ мәктәптә ҡыҙыҡлы китап уҡыйбыҙ.

   Был күнегеүҙәр башҡаларҙың фекерен иғтибар менән тыңлап, уларҙы тойомлап аңларға ярҙам итә.

    Бирелгән һөйләмгә төрлө һорауҙар ҡуйыу ҙа телмәр үҫтереүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Бәләкәй өңдә өс айыу бик татыу йәшәгән.

  • Ниндәй өйҙә айыу йәшәгән?
  • Бәләкәй өйҙә нисә айыу йәшәгән?
  • Бәләкәй өйҙә айыуҙар нисек йәшәгән?

Башҡорт теле дәрестәрендә үҫтереүсе методикаһын ҡулланыу белем сифатын күтәреүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә. Ул уҡыу бурысын аныҡ ҡуйыуҙан, маҡсатты дөрөҫ билдәләүҙән тора. Уҡытыусы дәрестең башынан аҙағына тиклем ойоштороусы ролен үтәй. Бала уҡытыусы ярҙамында күҙәтә, сағыштыра, төркөмләй, анализлай, һығымта яһай. Эҙләнеү диалогында иһә уҡытыусы ла, уҡыусы ла тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусы. Һәр кем үҙ фекерен яҡлай, иҫбатлай.

Үҫтереү уҡытыу методикаһының түбәндәге алымдарын йыш ҡулланам.

  1. Текстың исеменә йәки иллюстрацияға ҡарап, йөкмәткеһен күҙаллау.
  2. Һорауҙарға яуап алыу. (Беҙҙең күҙаллау дөрөҫ булдымы? Нимә тураһында һүҙ бара?)
  3. Яңғырыуыҡлы уҡыу. (Балалар уҡытыусы артынан ҡабатлап уҡый. Бындай алым бөрөҫ интонация менән тасуири уҡырға өйрәтә.)
  4.  Бер-береңде ҡыуып ет!  (Уҡытыусы өҙөк уҡый, бала тиҙ генә ошо урынды табып, дауам итә.)
  5. Тексты сәхнәләштереү.

Л.В. Занков концепцияһы принциптарын ҡулланыу ҙа ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Уҡытыусы һәр дәрестә дөйөм үҫеште маҡсат итеп ҡуйырға тырыша. Мәҫәлән, һүҙҙәр араһынан синонимдар, омонимдар, антонимдар яҙып алырға мөмкин. ӨҺүҙ төҙө! – (й,а,м); “Ниндәй һүҙ йәшеренгән?” – (Башҡортостан – баш,ҡорт, ос).

Әҫәрҙе өйрәнеү алдынан схема, таблицалар төҙөргә өйрәнәбеҙ. М. В. Штейнберг системаһын ҡулланып, дәрес материалын “уҡ”тарға һалып эшләүе отошло тип таптым.

  Был технология шуныһы менән уңайлы: балаларҙың күҙ алдында йәнле картина һымаҡ бер тема ята. Уҡытыусы ҡуйған һорауға китаптарҙан яуап эҙләп тораһы юҡ, “уҡ”та конкрет яуап бар. Был алым беренсенән , хәтерһе үҫтерә, икенсенән, баланың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, фекерләү, сығыштырыу , анализлау мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

  Уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә, фекер йөрөтөргә, иптәштән иғтибар менән тыңларға һәм уға баһа бирергә өәрәтеү йәһәтенән А.С. Границкаяның адаптация системаһының парҙар менән эшләү алымы уңайлы.  Был осраҡта һәр баланың индивидуаль үҙенсәлеге, һәләте, башҡорт теленән белем кимәле асыҡлана һәм улар бер төркөмгә берләштерелә. Һөҙөмтәлә, белем кимәле бер сама булған төркөмдәр барлыҡҡа килә. Телде белмәгәндәргә еңелерәк эштәр биреп, уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һәйләргә һәм яҙырға өйрәтеү өҫтөндә эшләнһә, икенсе төркөмгә ҡатмарлыраҡ күнегеүҙәр һәм грамматика буйынса тәрәнерәк белем бирелә. Уҡыусының әүҙемләштереү маҡсатында материал күләмен арттыра барам. Мәҫәлән, “3”  билдәһенә - бер бүлек, “4” билдәһенә - ике бүлек, ә “5” билдәһе өсөн ҙурыраҡ күләмдәге шиғар ятлау, уларҙа тағы ла арттырырға, йә күнегеүҙәрҙе һайлап алыу мөмкинлеге һәм өҫтәмә эштәр тәҡдим итәм. Телде яңы үҙләштерә башлағандар өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өҫтөндә эшләһә, бүтәндәргә грамматик категориялар аңлатыла, һөйләмдәр төҙөтөп, текст өҫтөндә эштәр тәҡдим ителә. Телде яҡшы белеүселәр менән ижади эштәр үткәрелә. Төрлө темаға инша, изложение, контроль диктантар яҙҙырыу мотлаҡ.

  Уҡыусыларға аралашып, төркөмдәргә бүленеп эшләү бик оҡшай. Улар бер-береһе менән ярыша, дөрөҫ яуап бирергә тырыша.

  Ошоларҙан сығып шуны әйтә алам: һәр уҡытыусы уҡытыу-тәрбиә эшен үҙенә ҡулай методик системаға таянып алып барырға хаҡлы. Тик шуны хәтерҙә тотоу мотлаҡ: уҡытыусы хеҙмәтенең төп күрһәтеүсе – белем кимәре, фекерләү мәҙәниәте юғары булған, башҡорт телен һәйбәт белгән балалар тәрбиәләү.

  Бөгөнгө дөйөм белем биреү мәктәптәренең үҫеш кимәле уҡыу-уҡытыу процесының активлашыу менән билдәле. Сөнки үҙгәртеп ҡороуҙар мәктәп алдына ла мөһим бурыслар ҡуя. Айырым башҡорт мәктәптәре булмаған райондарҙа һәм ҡалаларҙа рус мәктәптәрендә башҡорт балаларының үҙ телендә белем алыу мәсьәләһе – шуларҙың береһе. Быларҙың барыһын да иҫәпкә алып , рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу кимәлен күтәреү, балаларҙа туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, уларҙа дөрөс телмәр күнекмәләрен булдырыуҙы түбәндәгесә ойошторорға мөмкин:

  • телмәрҙә өндәрҙең дөрөҫ әйтелешеһәм телмәр ағышында өндәрҙең һҙгәреш менән таныштырыу;
  • төрлө жанырҙағы әсәрҙәрҙе тасуири уҡырға һәм һөйләргә өйрәтеү, ошо маҡсатҡа ярашлы һөйләү телмәрен үҫтереүҙә төрлө эш төрҙәрен ҡулланыу.

Шуларҙы ентекләп ҡарап китәйек. Иң тәүгеһе, телмәрҙә өндәрҙең дөрөс әйтелеше.

Тәү тапҡыр һөйләшергә, уҡырға өйрәтеүҙең нигеҙе телмәр өндәре өҫтөндә тәшкил итә. Теге йәки был өндө иң элек башҡа башҡа өндәрҙән айырып алыу, уны дөрөҫ әйтеү, уҡыу күнекмәләрен бирергә кәрәк. Шунан һуң ғына уның тамағы – хәреф менән эш башлана. Ә инде ижектәрҙе һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә , уҡырға өйрәтеү аша шул өндәрҙең һүҙ эсендәге үҙенсәлектәрен үҙләштереүгә барып тоташа.

  Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың өндәрҙе фонематик ишетеүһәләтен формалаштырыу һәм үҫтереү айырыуса әһәмиәткә эйә. Бында уҡыусылар һүҙҙән өндө таба , һүҙҙе дөрөҫ әйтә, бүтәндәр әйткәнде тыңлай һәм мәғнәһенә төшөнә, өлгөгә ярашлы ҡыбатлай; өндәрҙе һуҙып әйтә һәм ижеккә ҡушырға әҙерләй, терәк сигналдар ярҙамында һүҙҙәр төҙөй. Артабан шул өндө индереп һүҙ, унан һөйләм төҙөлә.

  Балаларҙың өлкәндәр артынан ҡабатлау һәләте ныҡ үҫешкән. Шуға күрә уҡыусылар өндәрҙең әйтелешен уғытыусы артынан ҡабатлау юлы менән үҙләштерә. шуға ла дәрестәрҙә күнегеүҙәр ҡабатлап биреү зарур.

  Артикуляция күнегеүҙәрҙе үткәреү өсөн бәләкәй көҙгөләр ярҙамында тел, теш, ирендәр тотошон күҙәтеү башҡорт теленең үҙенсәлкекле булышлыҡ итә.

Өндөң анализ һәм синтез алымдары

1.Анализ:

  • телмәрҙе һөйләмдәргә тарҡатыу, терәк һүҙ ингән һөйләмде айырыу;
  • һөйләмде һүҙҙәргә тарҡатыу;
  • һүҙҙәрҙе орфоэпик яҡтан дөрөҫ әйтеү;
  • һүҙҙе ижектәргә бүлеү, кәрәкле өндәргә асыҡ итеп әйтеү, өндөң һүҙҙең мәғәнәһенә биргән үҙенсәлеген асыҡлау;
  • ижеклеге яңы өндө айырыу;
  • яңы өн артикуляцияһы, орфоэпияһы өҫтөндә эшләү;
  • һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү, йәки һүҙҙгә ижек өҫтәү.

2. Синтез алымдары:

  • яңы өндө ҡабатлау, уға миҫалдар килтереү;
  • яңы өндөң хәрефе менән танышыу , уны бүтән хәрефтәр менән сағыштырыу;
  • хәреф диктантары яҙыу;
  • бирелгән хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөү;
  • ҡалын һәм нәҙек өндөң хәрефтәрен уҡылышы яғыннан сағыштырыу;
  • һүҙҙәргә ижектәр өҫтәү, йә алып ташлау;
  • төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе тултырып уҡыу;
  • бирелгә һүҙҙәр менән һөйләм төҙөү;
  • һөйләмдәрҙән бәйләнешле телмәр төҙөү.

  Ошо рәүешле төрлө эш алымдары менән уҡыусының үҙен йәлеп итһәң, уның иғтибары оҙаҡ ваҡытҡа һаҡлана. Шуға күрә эш формаларын, төрҙәрен әленән-әле алмаштырып торорға кәрәк.

  Телмәр үҫтереү буйынса күнегеүҙәрҙә уҡыусыларҙы телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреше мнеән таныштырырға тейешбеҙ. Шул күренештәрҙең ҡайһы береһенә туғталып үтәйек.

  1. Редукция – баҫымһыҙ ижектәрҙә һуҙы. Улар – һулыш, тауыш, дикциянҡыларҙың көсһөҙләнеүе, юғылтыу. (Төйөн-төйнә, ете- етмеш, [саҡылым] – саҡрым, [йомошаҡ] – йомшаҡ.)
  2. Протеза һәм эпитеза. Сит телдәрҙән алынған һүҙҙәрҙең әйтелешен еңелләштереү өсөн һүҙҙ!әрҙең алдында йә уртаһында һуҙынҡы әйтелә. (Эләүкә, эшләпә, торба.)
  3. Элизия. Тәүге һүҙ һуҙынҡы өнгә бөтөп, икенсеһе һуҙынҡыға башланһа, бер  һуҙынҡы төшөп ҡала. ( Бара алманым – баралманым, ҡоро утын – ҡорутын.)
  4. Тартынҡы өндәрҙең сиратлашыуы. (Ҡалаҡ – ҡалағы, табаҡ – табағы, бүләк – бүләге.)
  5.  Сингармонизм төрҙәре:
  • һуҙынҡы өндәр гармонияһы: бала-лар, кеше-лек;
  • ирен гармонияһы: көнөбөҙ-ҙөң, болон-лоҡ, болот-ло;
  • һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең ярашыуы: был-был, бел- бел.

Шулай итеп, уҡыусылар телмәр өндәренә тулы байҡау яһай, өндәр системаһын өйрәнә.

Тасуири уҡырға һәм һөйләргә өйрәтеү

Уҡыусыларҙы тасуири уҡырға өйрәткәндә тасуири уҡыу техникаһының өс кампонентына иғтибар итмәү мөмкин түгел. Улар – һулыш, тауыш, дикция.

  Дөрөҫ тын алыу, һауаны дөрөҫ сығарыу , тауышты дөрөҫ ҡуя белеү, телмәр мәҙәниәтенең элементы булараҡ дикцияны үҙләштереү, яйға һалыу – былар әҙәби әҫәрҙәрҙең бөтә матурлығын тыңлаусыға еткереү өсөн мөһим шарттар булып тора.

  Тасуири уҡыу күнекмәләре һөйләү телмәрен үҫтерә. Баланың тойғоһо, фекере, аңы активлаша. Уҡыусы әҫәрҙәге геройҙарҙың кисерешен, эшен, улар тураһында үҙ фекерен, ваҡиғаларға ҡарата үҙ ҡарашын, мөнәсәбәтен асыҡ аңлап һөйләп бирә.

  Уҡыусылар күбеһенсә уҡытыусыға оҡшатып һөйләргә тырыша. Шуға ла А.С. Макаренко уҡытыусының үҙ тауышына хужа булыуын талап иткән. “ Мин “Бында кил” тигән һөйләмде 15-20 төрлө әйтергә өйрәнгәс кенә, үҙемде һөйләү сҫтаһы тип һанай башланым”, - ти А.С. Макаренко.

  Һөйләү теле, яҙма телмәр кеүек, туған тел нормаларына ярашлы булырға тейеш. Шулай ҙа йәнле телмәргә эске тойғо хас. Ул шулай уҡ фразаларҙың, һөйләмдәрҙең аҙ һүҙлелеген , яраҡлы интонация булыуын талап итә. Шулай уҡ һәр логик паузаны дөрөҫ билдәләү ҙур роль уйнай.

  Дәрестәрҙә уҡыусының ҡыҙыҡһыныуының арттырыу өсөн диалогик һәм монологик телмәр менән дә таныштырырға кәрәк.

  Уҡығанды һөйләү – уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүсе иң әһәмиәтле алым. Сөнки ул фекерҙең эҙмә-эҙлек, бәйләнешле бирелеүен талап итә.

  Һөйләү – бер ҡарауға ябай ғына күренһә лә, ауыр, ҡатмарлы эш төрө. Шуға ла уҡыусыларҙы был һөнәргә ныҡышмалы, эҙмә-эҙлек өйрәтергә кәрәк.

  Дәрестәрҙә һөйләүҙең ошондай төрҙәрен ҡулланырға була: тулы һөйләү, ҡысҡырып һөйләү, һайлап һөйләү, ижади һөйләү, бер темаға яҙылған бер нисә әҫәрҙе берләштереү, әҫәргә факттар өҫтәп һөйләү, сәхнәләштереү.

  Уҡығанды һөйләүҙең бөтә төрҙәре лә түбәндәге талаптарға яуап бирергә тейеш:

  • һәр бер һөйләү төрө асыҡ маҡсатлы булһын;
  • текстың тулы йөкмәткеһе, төп ваҡиғалары сағылһын;
  • әҫәрҙәге эҙмә-эҙлек һаҡланһын;
  • уҡыусы уҡыған әҫәргә ҡарата үҙенең ҡарашын әйтһен;
  • уҡыусы образлы һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмде һәм иң кәрәкле төшөнсәләрҙе ҡулланып һөйләргә өйрәнһен.

  Һөйләгәндә балаға ирек бирергә, бүлдермәҫкә кәрәк. Бала урында йәки синыф алдына сығып та һөйләй ала. Уөытыусы һәм уҡыусылар һөйләгәндә яһалған хаталарҙы теркәп баралар, һөйләп бөткәс, класс менән бергә төҙәтәләр.

  Хикәйәне тотош алыу – методик талаптарҙың иң әһәмиәтлеге. Ошоға ярашлы улар тәүҙә тотош уҡыла, унан бүлектәргә бүленеп уҡыла, анализ яһала. Бигерәк тә хикәйәнең әҙәби үҙенсәлегенә, һүрәтләү сараларына, композицияһына һ.б. анализ яһау мөһим. Артабан образдар системаһы ҡарала. әҫәрҙең теленә, ундағы иң мөһим ваҡиғаға иғтибар итергә кәрәк. Хикәйә өҫтөндә эш уны тасуири уҡыу менән тамамлана.

  Ҡыҫҡыһы, хикәйәнең һәр бер һөйләме уйланыла, әҙерлек эштәре үткәрелә, ҡыҫҡалыҡ, конкретлыҡ, шул уҡ ваҡатта киң йөкмәткеле, образлы булыуы яғынан иғтибар алына.

  Шиғри телмәр музыкаль һәм ритмлы, шуға ла ул һәр ваҡыт баланы үҙенә тарта. Шиғри әҫәрҙе тасуири уҡырға өйрәтеүҙе, сәсмә әҫәрҙән айырмалы, үҙенең тәбағәтенә хас итеп ойоштороу талап ителә. Уҡытыусы шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәтеү аша баланың аңына шағирҙың уй-фекерен, поэтик образдары, авторҙың эске донъяһын, хисен, кисештәрен, поэзияның үҙенсәлекле формаһын, нәфислеген, яғымлы яңғырашын еткерә алһын.

  Тасуири уҡыу тәртибе яҡынса түбәндәгесә ойошторола:

  • уҡыуға әҙерлек әңгәмәһе (һүҙлек эш, әһәмиәтле һөйләмде аңлатыу);
  • уҡытыусының өлгөлө уҡыуы
  • шиғырҙы строфалап уҡыу һәм тикшереү;
  • тотош тасуири уҡыу;
  • йомғаҡлап уҡыу (айырым уҡыусыларһан уҡытыу,  хор менән уҡыу, коллектив декламация).

  Шиғырҙы тасуири уҡырға әҙерлек күп ваҡыт уҡытыусынан күргәҙмә материал әҙерләүе талап итә, ләкин тулы әҙерлек менән үткәрелгән дәрес, тасуири уҡыуҙан алған ләззәтләнеү уҡыусының күңелен байыта, уны хисләндерә, тимәк, әҙәбиәт, һүҙ сәнғәте булараҡ, шәхес тәрбиәләүҙә маҡсатына ирешә.

Һөйлә- телмәрен үҫтереүҙә ҡулланылған эш төрҙәре.

Башҡорт теле дәрестәрендә текст өҫтөндә Д.Б. Эльконин, В.В Давыдоа, В.В. Репиндарҙың үҫтереүсе уҡытыу методикаһы буйынса түбәндәге эш төрҙәрен ҡулланып эшләү ҙур һөҙөмтә бирә:

  • тәүҙә таныш булмаған текстың исеменә йә иллюстрацияға ҡарап, йөкмәткеһен прогнозлау;
  • тексты спинтлы уҡыу (эстән бик шәп темпта);
  • һорауҙарға яуап алыу: беҙҙең прогноз дөрөҫ булдымы? Нимә тураһында һүҙ бара һ.б.;
  • разведкалы уҡыу (аңлашылмағын һүҙҙәрҙе таптырыу, аңлата алмаһалар, һүҙҙе һөйләм эсендә аңлатыу);
  • буксир менән уҡыу(уҡытыусыны тыңлап, бергә уҡыу);
  • яңғырауыҡлы уҡыу (уҡытыусы артынан уҡыу, дөрөҫ интонация менән тасуири уҡырға өйрәтеү);
  • бер-береңде ҡыуып ет (уҡытыусы өҙөктө уҡып күрһәтә, балалар тиҙ генә ошо урынды табып, дауам итәләр);
  • иғтибарлы уҡыу (текстың хаталы уҡылған ерен төҙәтеп уҡытыусы менән бергә уҡыу);
  • сылбыр буйынса уҡыу;
  • ролдәргә бүлеп уҡыу;
  • киреһен әйт(антонимдар табыу);
  • бер үк мәғәнәле һүҙҙәр уйла (синонимдар тап);
  • “Утты үҙемә алам” уйыны (уҡыусыларҙан йөкмәтке буйынса һорауҙар ҡуйҙырып, яуап алыу. Был йөкмәткене тулыраҡ аңларға ярҙам итә);
  • тексты сәхнәләштереү;
  • әңғәмә: һеҙгә текст оҡшанымы? Яҙыусы менән килешәһегеҙме? Аҙағын нисек үҙгәртер инегеҙ?
  • терек һүҙҙәр менән шиғыр йә хикәйә төҙөү;
  • йөкмәтке буйынса һүрәтләмә;
  • йөкмәткегә тап килгән мәҡәлдәр табыу;
  • картиналар буйынса эш;
  • бирелгән һүҙҙәрҙән яңы һүҙҙәр төҙөү;
  • ребустар төҙөү, систереү;
  • схема буйынса һөйләмдәр төҙөү;
  • көләмәстәр һөйләү, йомаҡтар ҡойҙороу һ.б.;

бындай эш төрҙәре балаларҙың иғтибарын үҫтерә, грамоталы яҙырға, аңлы, етеҙ уҡырға, тасуири һөйләргә өйрәтә, уҡыусыны дәрестә активлаштыра.

  Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа төп маҡсат – телмәр эшмәкәрлеген өйрәтеү, йәғни аралашыу аша телмәр күнекмәләрен булдырыу һәм тел саралары менән системлы эш алып барыу. Төрлө милләт балаларын башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды ишетеп аңларға, башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтергә, диалогтар корорға, тәҡдим ителгән ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү уҡыусыларҙы үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә аңлатыу, төрлө текстарҙы, гәзит-журналдарҙы аңлы уҡыу, үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырырға ярҙам итә.

  Кешеләрҙең аралашыу, йәғни телмәр эшмәкәрлегендә ҡатнаша алыу һәләте төрлөсә. Ғәҙәттә, кеше үҙе әйтә алырлыҡ ишетеп аңларға, әммә тулыһынса һөйләп бирә алмаҫҡа;  үҙе яҙғандың уҡып төшөнөргә, тик шуның яртыһын да яҙма телмәрҙә аңлатып еткерә алмаҫҡа мөмкин. Баланың телмәрен тейешле кимәлдә үҫтермәү уның аҡыл үҫешенең тотҡарланыуына килтерә.

  Сит телде үҙләштереүҙә телмәр эшмәкәрлегендә өйрәтеүҙең береһе – ишетеп аңлау күнекмәләрен булдырыу. Сөнки бала фәҡәт туғын телендә фекерләй һәм аралашҡанда тел сараларын автоматик рәүештә ҡуллана. Шуға ла сит телде ишетеп аңларға өйрәтеүҙе “еңелдән – ауырға” принцибына таянып, этаплап биреү отошло.

  “Сит телде белеү” тигәндә, йышыраҡ был телдә һөйләшә алыу күҙ уңында тотола. Шуға ла, “һеҙ сит телмәрҙе аңлайһығыҙмы?” тигәнгә ҡарағанда, , “һеҙ сит телдә һөйләшәһегеҙме” һорауын йышыраҡ ишетәбеҙ. Ҡайһы бер педагогтар ҙа ишетеп аңлау күнекмәләренә етди иғтибар бирмәй. Ғәҙәттә бирелгән һорауҙы аңлап еткермәгән уҡыусылар уны ҡабатлап һораусан. Сит телмәрҙе аңлау өсөн тыңлай белеү мөмһим. Күп кешеләрҙә дөрөҫ тыңлау белеү һәләте үҫешмәгән була, шуға ла мәғлүмәттең күберәк өлөшө күреү каналы аша алына.

  Информацияны тыңлап ҡабул итергә әҙерләүҙә хәтерҙең сифаты, логик фекерләй белеү ҡеүәһе ҙур роль уйнай. әлбиттә, сит телмәрҙе ишетеп ҡабул итеүҙең үҙ ҡыйынлыҡтары бар.  Улар:

  • информацияны тиҙ тапшырылыуы, ҡабатланыуы;
  • һөйләү темпын үҙгәртеү;
  • тауыштың индивидуаль һыҙаттары;
  • телмәрҙең тасуирлығы;
  • күргәҙмәлектең булмауы;
  • телмәрҙең билдәле бер тыңлаусығы ғына тәғәйенләнмәүе.

Тиҙ һөйләү арҡаһында ҡайһы бер телмәр өндәренең ҡыҫҡарыуы, йотолоуы һүҙҙәрҙең аҙағы асыҡ ишетелмәй ҡалыуы ла мәҡлүмәтте ҡабул итеүҙе ҡыйынлаштыра. Тыңлаусыға төбәлгән телмәрҙе аңлауы еңелерәк. Сөнки тыңлаусы ҡабул итеүгә ҡарап, һөйләү темпын әкренәйтергә, пауза яһарға, аңлашылмаған урындарҙы ҡабатларға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта һөйләүсенең ым-ишараһы, мимикаһы ла аңлауҙы еңеләйтә.

  Ишетеп аңларға өйрәтеү барышында тел формаларын һәм телмәр йөкмәткеһен аңлатыу эше комплекслы алып барыла. Тыңлаусының ҡыҙыҡһындырмаған, динамикаһыҙ, ваҡ деталле тексты аңлауы бик ауыр.

  Монологик һәм диалогик телмәрҙе ҡабул итеүҙең үҙ үҙенсәлектәре бар. Тыңлаусы өсөн иң аңлайышлыһы – уҡытыусы телмәре. Сөнки был осраҡта тыңлаусы һөйләшеүселәрҙе күрмәй, үҙе лә был һөйләшеүҙә ҡатнашмай ( мәҫәлән, магнитофондан диалог тыңлау). Йыш ҡына паразит һүҙҙәргә, паузаларға бай булған бындай телмәрҙе, әлбиттә, аңлап ҡабул итеү ҡыйын.

  Уҡыусыларҙы тыңлап аңларға нисек өйрәтергә һуң?

  Телмәрҙе тыңлап аңлау хәтер үҙенсәлегенә бәйле. Төрлө стериотиптар , типик һөйләм өлгөләре, әҙер телмәр ҡалыптары хәтерҙә оҙаҡ һаҡлана. әҙер телмәр өлгөләре булған текст таныш кеүек ҡабул ителәсәк. Хәтерҙә ундай өлгөләрҙең булмауы аңлауҙы ауырлаштыра. Тағы ла шуны иҫкә тотоу мөһим: һөйләү темпы ысынбарлыҡтағы аралашыу темпына ярашлы булырға теәеш. Уҡыусылар аңлаһын өсөн яй һөйләргә тырышыу артабан башҡа кешеләрҙең телмәрен аңламауғы килтерәсәк.

  Уҡытыусы телмәре уҡыусылар өсөн өлгө булып тора, ләкин төрлө техник саралар ярҙамында башҡа кешеләрҙең телмәрен даими тыңлау уҡыусыларҙың иғтибарын, телде һиҙемләп, тойоп аңлау тойғоһон үҫтерә. Магнитафондан иң эйек уҡытыусы тауышы яҙылған телмәрҙе тыңлау отошло булыр, сөнки балалар уға өйтәнгән. Артабан ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар телмәре тыңлатыла.

  Синтаксис, фонетик һәм лексик күнегеүҙәр уҡыусыларҙа тел күренештәрен танып аңлау күнекмәләрен формалаштырырға ярҙам итә.

  Ишетеп аңларға өйрәтнү өсөн бәләкәй күләмле бәйләнешле текстар һайлана. Ҙур күләмле текст өлөштәргә бүлгеләп тыңлана. Уҡыусылар бөтөн тексты тыңлап, аңлағас ҡына йөкмәтке буйынса контроль һорауҙар бирелә. Текста таныш булмаған һүҙҙәр артыҡ күп булмаҫҡа тейеш.

  Артабанғы этапта ғәҙәти аралашыу шарттарына яҡынлаштырып төҙөлгән ситуатив телмәр күнегеүҙәре алына. Коммуникатив йүнәлештәге был күнегеүҙәр ишетеп ҡабул ителгән телмәрҙе мәғлүмәтте аңлау һәләтен үҫтерә. Күнегеүҙәрҙә уҡыусыларҙың төп иғтибары тотош йөкмәткене, йә иһә уның айырым өлөштәрен аңлауға йүнәлтелә. Был осраҡта тел формалары тойомлау аша (интуитив рәүештә) ҡабул ителә. Телмәрҙең йөкмәткеһе аңлашылмаған осраҡта иғтибар телдең формаһына күсә.

  Телмәрҙең йөкмәткеһен аңлау һәм күҙаллау өсөн түбәндәге күнегеүҙәр үткәрелә:

  • хикәйәнең исеменә ҡарап йөкмәткене күҙаллау;
  • тәүге фразаға, абзацҡа нигеҙләнеп, йөкмәткене күҙаллау;
  • йөкмәткене тыңлап, исем биреү;
  • текстың төп фекерен билдәләү;
  • һорауҙарға яуап биреү;
  • хикәйәнең берәй эпизодын һөйләү, һ.б.;

  Әҙерлек күнегеүҙәре лә, телмәр күнегеүҙәре лә сит телгә өйрәтеүҙә берҙәй актив ҡулланыла, тик уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте үҙгәрә бара.

   Тәҡдим ителгән текстар менән танышырҙан алда тыңлаусы алдына мотлаҡ маҡсат ҡуйыла.  Шул осраҡта ғына тыңлау әһәмиәтле була: уҡыусы нимә талап ителгәнен аңлай һәм яупҡа әҙерләнә. Мәҫәлән, иғтибар менән тыңлағыҙ һәм текста нимә тураһында һүҙ барғанын әйтерһегеҙ; текстың йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләп бирергә әҙерләгеҙ һ.б.

  Күп уҡыусылар текстың дөйөм йөкмәткеһенән ситләшеп, ниндәйҙер һүҙҙең йәки һөйләмдең тәржемәһен эҙләү менән мәшғүр була. Тыңлаған тексты һүҙ:мә-һүҙ тәржемә итеү менән мауығырға ярамай. Сөнки ул баланың телде һиҙемләп аңларға өйрәнеүен тотҡарлай.

  Уҡыусыларҙың мәғлүмәтте аңлауы төрлө кимәлдә булырға мөмкин. Аңламаған өсөн генә улар ҡуйылған һорауға яуап бирә алмай, йә текстың йөкмәткеһен һөйләргә ҡыйынһына, тип уйларға ярамай. Бвнда уҡыусыларҙың хәтер кимәле, һүҙ байлығы, грамматик саралары белеү-белмәүе лә ҙур роль уйнай. Шулай уҡ уҡыусы холҡондағы үҙенсәлеге ҙә (мәҫәлән, оялсанлыҡ, ҡыйыуһыҙлыҡ, хаталаныуҙан ҡурҡыу тойғоһо һ.б.) йоғонто яһауы мөмкин.

  Шулай итеп, телмәр эшмәкәрлегенең иң мөһим этаптарының береһе ишетеп аңлау уҡытыусынан ентекле әһерлек эштәрен , ә уҡыусыларҙан  ныҡышмалыҡ, аҡыл көсө, телде системалы өйрәнеүҙе талап итә.

   Хәҙерге дидактикала белем биреүҙең йөкмәткеһен тәшкил итеүсе түбәндәге элементтарҙы : 1) тәбиғәт, йәмғиәт, фекерләү, техника, эшмәкәрлек итеү хаҡында белемгә; 2) эшмәкәрлек итеүҙең билдәле ысулдарын тормошҡа ашыра белеү тәжрибәһенә; 3) ижади эшләй белеү һәләтенә; 4) ысынбарлыҡ, кешеләр менән мөнәс        әбәткә инеү нормаларына эйә булыуҙы айырып күрһәтеү ҡабул ителгән.

  Уҡыусыларға белем биреү һәм уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү эшенең йөкмәткеһен билдәләгәндә , был элементтар бер-береһенә яҡыная, үҙ-ара киҫешә, мөнәсәбәткә инә, сөнки уҡыусылар бәйләнешле телмәр төҙөү тәжрибәһен үҙләштергәндә ижади эшләргә өйрәнә, бының өсөн улар текст. Уның структур элементтары, текстағы һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеү юлдарын, сараларын белергә, текстың жаныр үҙенсәлектәрен күҙалларға тейеш була.

  Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, үҙҙәренең телмәрен дөрөҫ ойоштора алһын өсөн уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеге теорияһы нигеҙен дә белеү талап итә. Телмәрҙең темаһын, уның төп фекерен асып биреү өсөн улар материалды туплау, уны эшкәртеү, системалаштырыу кеүек эшмәкәрлектең мөһимлеген аңлай, шулай уҡ ҡараламала яҙылған тексты редакторлай белеү һәләтенә лә эйә булырға кәрәклекте оноторға тейеш түгел. Уҡыусыларҙың был өлкәләге белемдәре, әлбиттә, практик телмәр эшмәкәрлегенә туранан-тура мөнәсәбәтле була.

  Телмәр үҫтереүҙе беҙ уҡыусыларҙың һүҙ байлығын киңәйтеү, уларҙың туған телдең лексик, һүҙьяһалыш, орфоэпик, грамматик һәм стилистик нормалар системаһы белеүе тигән төшөнсәләр, йәғни балаларҙың үҙ фекерен телдән һәм яҙма формала дөрөҫ ойоштора белеү күнекмәләре, менән бәйләйбеҙ. Уҡыусыларға белем биреүҙән тыш, уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙең әһәмиәте тураһында фекер дөйөм урта белем биреүсе башҡорт мә!ктәптәренең туған тел һәм әҙәбиәт буйынса ғәмәлдәге программаларының нигеҙен тәшкил итә. Был маҡсатты тормошҡа ашырау уҡыусыларҙы иҙзложениелар һәм иншалар яҙырға өйрәтеүҙән тыш тезистар һәм конспекттар төҙөргә, башҡарылған эштәр тураһында төрлө типтағы отчеттар, уҡылған китаптарға ҡарама баһамалар яҙырға, ҡулъяһмаларҙы редакторларға өйрәтеү кәрәклегенең дә мөһимлеген күрһәтә. Бындай эштәрҙе тормошҡа ашырыу махсус телмәр үҫтереү дәрестәрендә изложениелар һәм иншалар яҙҙырғанда ғына түгел, ә тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә системалы алып барылырға тейеш.

  Бөгөн уҡытыусыға уҡыу процесын ойоштороуҙа киң мөмкинселектәр асылғын: хәҙерге дәрестәр йөкмәткеһе һәм формаһы буйынса күп төрлө, ул тик традицион дәрестәр рамкаһында ғына ҡала алмай. Дәрестә уҡыусыларға етди төшөнсәләр тураһында һөйләгәндә материалды үтә ябайлаштырып бирергә лә кәрәкмәй. Материал уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып аңлатылырға тейеш. Был осраҡта, әлбиттә, уҡытыуҙың яңы технологияларын ҡулланыу, материалды ҡабул итеүгә уҡыусының тәрән ҡыҙыҡһыныуы, ынтылышы уңыштың нигеҙен тәшкил итә һәм ыңғай һөҙөмтә бирә.

  Уҡыусылар менән үткәрелгән традицион тел һәм әҙәбиәт дәрестәре  был маҡсатты тулыһынса тормошҡа ашырға мөмкинселек бирмәй, сөнки уҡытыусылар ул дәрестәрҙе һорау-яуап (диалог) формаһына ғына ҡора һәм грамматик күренештәрҙе аңлатҡанда ла, уҡыусыларҙың белемен тикшергәндә лә, уларҙың яңы материалды нисек үҙләштереүен асыҡлағанда ла монологик телмәрҙең мөмкинселектәрен һирәк осраҡта ғына файҙалана. Уҡыусыларҙы дөрөҫ яҙырға өйрәтеү өсөн практик материалды һайлағанды уҡытыусылар тәрән йөкмәткеле, эстетик зауыр тәрбиәләүсе, дәрестә үтеләсәк грамматик категорияларға бай булған текстарға түгел ,ә айырым һүҙҙәргә, һүҙбәйләнештәргә һәм һөйләмдәргә йышыраҡ мөрәжәғәт итә: тел берәмеге булған һүҙҙең тик текста ғына “йәшәүен”, йәғни уның мәғәнә биҙәктәре, стилистика үҙенсәлектәренең тик контекста, телмәр процесында ғына тулыһынса асылыуын , уҡыу материалдарының мәҙәниәтте генә түгел, телде өйрәнеүгә лә хеҙмәт итеүен күҙ уңынын сығара. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә текстарҙы файҙаланыу, уларҙың анализлау процесында уҡыусылар туған телдә һәр милләттең мәҙәниәте, рухы сағылыуы, телдең һәм мәҙәниәттең үҙ-ара бәйләнешле булыуы тураһында белем алалар.

  Үҙ сиратында , һөйләм синтаксик берәмек булараҡ текста, монологик телмәрҙә үҙенең эргәһендә тороусы конструкциялар менән логик, грамматик бәйләнешкә инә, алда әйтелгән һөйләмдәге фекерҙең дауамлығын, уның эҙмә-эҙлелеген тәьмин итә. Уҡыусыларҙы бындай бәйләнештең нигеҙенә төшөндөрөүҙе матур әҙәбиәт материалдарында ғына түгел, публицистик һәм фәнни телмәр материалдарында ла алып барыуҙың теоретик һәм практик әһәмиәте ҙур.

  Тел ғилеменең синтаксис бүлеге генә һүҙҙе телмәрҙең компоненты итеп ҡарай, ул ғына һүҙ һәм  һүҙ формаларына үҙ-ара бәйләнештәге мәғәнәһен өйрәнә. Бында тағы ла шуны иҫтән сығарырға кәрәкмәй: синтаксис айырым һүҙҙәрҙән генә түгел, ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙең берләшмәһен дә, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттә тороуын да, йәғни текстың структур элементын тәшкил итеүсе ҡатмарлы синтаксик бөтөнлөктәрҙең барлыҡҡа килеүе, ойошоу, йәғни текст синтаксисының ҡанундарында да, тикшерә.

  Башҡорт теле материалдарында текст синтаксисының бөтә үҙенсәлектәре лә әлегә тулыһынса асыҡланмаған, ләкин быға ҡарап ҡына уҡыусыларға башҡортса текстарҙың төҙөлөү үҙенсәлектәрен аңлатырға кәрәкмәй тигән һығымта яһау ҙур хата булыр ине, сөнки уҡыусыларға текст синтаксисы тураһында туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә лингвистик белем биреү – бөгөнгө көн талабы. Дөрөҫ ойошторолғанда был эш уҡыусыларҙың филологик белемен дә, фекерләү ҡеүәһен дә, бәйләнешле телмәрен, йәғни уларҙың тел менән практик эш итә белеү һәләтен дә, үҫтереүҙә булышлыҡ итә кин бындай эш төрө кластан класҡа күсәгилешлек принцибана нигеҙләнеп дөрөс ойошторғанда ғына уның өлгәштәргә мөмкин. Мәҫәлән, уҡыусыларға бишенсе ктастан башлап, улар ҡабул итерлек кимәлдә тел һәм телмәр, уның дмалогик һәм монологик төрҙәре булыуы тураһында башланғас булһа ла төшөнсә бирә башлау талап ителә. Артабанғы кластарҙа уҡыусыларға диалогик һәм монологик телмәрҙең үҙенсәлектәре, бәйләнешле телмәр, уларҙың һөйләмдәрҙең логик һәм грамматик берҙәмлекте тәшкил итеү, фәғни ҡатмарлы синтаксис бөтөнлөктәрҙе барлыҡҡа килтереү, әҡатмарлы синтаксис бөтөнлөктәрҙең тексты ойоштороуы тураһында белем бирелә.

  Башҡорт телендә лә текстың структур элементтары булғые ҡатмарлы синтаксис бөтөнлөктәргә айырым һөйләмдәрҙе үҙ-ара бәйләүсе саралар конкрет миҫалдарға нигеҙләнеп аңлатыла. Бындай саралар иҫәбенә текста бер үк һүҙҙәрҙең ҡабатланыуы, ул, шул, теге, бында, унда кеүек зат, күрһәтеү, билдәләү алмаштарының ҡулланылыуы инә. Синоним һүҙҙәрҙең, перифраздарҙыңурын , ваҡыт рәүештәренең , ваҡыт һәм арауыҡ мәғәнәле исемдәрҙең; теркәүестәрҙең, бәйләүестәрҙең, инеш һүҙ, һүҙбәйләнештәрҙең; һөйләмдәрҙең, ҡылымдарҙың бер үк заман , төр формаһында тулы йәки кәм булыуы, уларҙың хәбәре вазифаһын үтәүсе ҡылымдарҙың бер үк ваҡытта эҙмә-эҙлек булған , билдәле ваҡытта мөнәсәбәтле булған эш-хәрәкәттәрҙе һ.б. мәғәнәләрҙе аңлатыу; бер составлы һәм ике составлы ябай һөйләм һәм ҡушма һөйләмдәрҙең үҙ-ара тематик бәйләнештә тороу; һөйләмдәге һүҙ тәртибенең билдәле коммуникатив маҡсатҡа яуап биреү; синтаксик конструкцияларҙың билдәле бер интонацияға һәм коммуникатив төргә ҡарау ла текст төҙөлөшө өсөн шулай уҡ әһәмиәтле.

  Текстың структур элементы булған ҡатмарлым синтаксик бөтөнлөктәр тураһында уҡыусылар тәүге белешмә алғас , ҡатмарлы синтаксик бөтөнлөктәрҙең төҙөлөү үҙенсәлектәрен, уларҙағы һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеү сараларын таныҡ белә башлағас , балаларға башҡортса текстарҙың төрҙәре, уларҙың ҡайһы телмәр стиленә ҡарауы хаҡында ла төшөнсә биреү кәрәк була. Башҡортса ҡатмарлы синтаксик бөтөнлөктәрҙең дә хикәйәләү, тасуирлау, хөкөмләү тип аталған төрҙәр бар. Башта был төшөнсәләргә аңлатма бирелә, уларҙың һәр ҡайһыһының төҙөлөү үҙенсәлектәре асыҡлана. Мәҫәлән, хикәйәләү тибындағы ҡатмарлы синтаксик бөтөнлөктәр тураһында белешмә биргәндә, уларҙа иғтибар итеүҙең динамикаһын барлыҡҡа килтереүсе тел саралары: ике йәки бер составлы ябай һөйләмдәрҙең өҫтөнлөк итеүенә, һөйләмдәрҙе һүҙ тәртибенә хәл әйтемдәренең һәм сифат ҡылым берләшмәләренең, теркәүесһеҙ һойләмдәрҙең ҡулланылыуы, уларҙың хәбәренең бер үк заманда, төрҙә тороуын һ.б. иғтибар ителә.

  Артабан тасуирлау һәм һөкөмләү төрөндәге ҡатмарлы синтаксик бөтөнлөктәрен үҙенсәлектәре билдәләнә. Бының өсөн башта тасуирлау төшөнсәһенә аңлатма бирелә, шунан тасуирлаусы ҡатмарлы синтаксик бөтөндәре барлыҡҡа килеүсе сараларға : уларҙы теҙмә һәм эйәртеүле синтаксик конструкцияларҙың, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәоҙең ҡулланыуына , синтаксик параллелизм күренешенә, теркәүесле һәм бәйләүесле һөйләмдәрҙең булыуына, һөйләмдәрҙәге ҡылым хәбәрҙең заман һәм төрө категорияларының ҡулланылышы үҙенсәлектәренә иғтибар итә.

  Бында тағы ла шуны иҫтә тотарға кәрәк: уҡытыусы дәрес алып барғанда уҡыусыларҙың күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу уты тоҡанһа, йәғни уҡытыусы менән уҡыусы бер-береһен аңлаһа ғына, улар араһында ижади хеҙмәттәшлек барлыҡҡа килә, шунда ғына дәрестә ҡуйылған маҡсат тормошҡа ашһын өсөн шарт тыуа.

  Уҡыусыларға белем биреү һәм уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә бағышланған дәрестәр формаһы һәм йөкмәткеһе буйынса төрлөсә: лекция, әңғәмә, практик эштәр һ.б. булырға мөмкин, шулай ҙа дәрестә ижади эштәргә өҫтөнлөк биреү маҡсатҡа ярашлыраҡ, сөнки уларҙы башҡарғанда уҡыусылар үҙаллы һәм уҡытыусы ярҙамында төрлө типтағы текстарҙы төҙөргә өйрәнә, уларҙың лингвистик анализ яһай белеү күнекмәләре нығына. Тағы ла шуны оноторға ярамай: әгәр ҙә материалды аңлатыу өсөн уҡытыусы лекция методын һайлһа, уның телмәре уҡыусыларға аңлайышлы, улар ҡабул итерлек  һәм, әлбиттә, монологик телмәрҙең өлгөһө булырға тейеш. Бының өсөн уҡытыусының үҙ телмәрен ойоштороуға, уның төҙөлөшөнә, йөкмәткеһенә үтә лә иғтибарлы булыуы талап ителә.

  Иллюстратив материал рәүешендә файҙаланылған текстар хәҙерге осор күренекле башҡорт яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән, әҙәби-тәнҡит мәҡәләләренең, төрлө стилгә ҡараған телмәр төрҙәренән алынһа , отошлораҡ һәм маҡсатҡа йүнәлешлерәк була. Бындай материалдарҙы һайлау, уларға лингвистик анализ яһау уҡыусыларға төрлө жанырға ҡараған иншалар яҙғанда ярҙам итәсәк, ә әҙәби-тәнҡит, ғилми, публицистик стиль өлгөләрен ҡулланыу, матур әҙәбиәт әҫәрҙәренең теле менән был жанырҙарҙың тел үҙенсәлектәрен сағыштырып ҡарау, балаларҙың кәрәкле һыҙымталар яһауына килтерәсәк. Төрлө телмәр материалдары менән эш иткәндә, уҡыусылар айырым телмәр стиленә ҡараған ҡатмарлы синтаксик бөтөнлөктәрҙәге һөйләмдәрҙе үҙ-ара бәйләүсе ысулдарҙы, сараларҙы дөрөҫ билдәләргә өйрәнә. Бындай сараларҙы таныу, уларҙың телмәрҙәге ролен аңлау уҡыусыларға туған телдең грамматик категориаяларының асылына тәрәнерәк үтеп инергә, уларҙың телде һеҙемләү һәләтен үҫтереүгә, телмәрҙең лексик, грамматик, стилистик нормаларын телмәр процесында дөрөҫ ҡуллана белеүенә булышлыҡ итәсәк.

  Текстағы ҡатмарлы синтаксик бөтөнлөктәрҙең төҙөлөшөн, уларҙы барлыҡҡа килтереүсе ысулдарҙы, сараларҙы әҙер текстарҙа күҙәткәндән һәм анализлағандан һуң, уҡыусылар менән үҙаллы ижади эштәр башҡарыуға күсергә була. Тәүҙә хикәйәләү, артабан тасуирлау һәм һөкөмләү тибындағы ҙур булмаған ҡатмарлы синтаксик бөтөнлөктәрҙе төҙөү буйынса күнегеүҙәр эшләргә кәрәк. Быны уҡытыусы билдәле темаға бағышлаған хикәйәләү йәки тасуирлау тибындағы ҡатмарлы синтаксик бәтәнләктәрҙе төҙөү кеүек эштәрҙән: (мәҫәлән, Яҙ яҡынлаша, Беҙ ҡоштарҙы нисек ҡаршылайбыҙ, Йәйге йәшенле ямғыр алдынан, һ.б.) башлай ала.

  Бәйләнешле телмәр , йәғни текст төҙөү өсөн уҡыусылар телдең нескәләренең, факттарын (һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләүсе сараларҙы, “ҡанатлы” һүҙҙәрҙе, телдең эмоциональ-экспрессивлыҡ сараларын һ.б.); тормоштағы төрлө күренештәрҙе , кешеләр арһында булған мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ баһалай белергә, телдәге һүҙҙәрҙең, терминдарҙың мәғәнәһен аңларға, уларҙы урынлы ҡуллана белеү һәләтенә лә эйә булырға тейеш.

  Уҡыусыларҙың был йүнәлештә алған белем-күнекмәләренең ике төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин.

  Беремсе төркөмгә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәр төҙөү менән бәйле булған абзац, монолог, китап телмәре стиле, уның стилистик биҙәлеше, текст синтаксисы, стилистика; телмәрҙең темаһы, хикәйәләү, тасуирлау, хөкөмләү кеүек төшөнсәләрҙең йөкмәткеһе белеүе ҡарай.

  Икенсе төркөмгә уҡыусыларҙың көнкүрештәге предметтарҙы (әйберҙәрҙе); хайуандарҙы, биналарҙы, билдәле бер урынды һүрәтләй; дискуссион темаларға фекер йөрөтә белеү; теге йәки был күренештәрҙең эстәлеген асып бирә алыу төшөнсәләре инә.  Әлбиттә,был  төшөнсәләрҙең йөкмәткеһе билдәмәләрҙе ятлап түгел , ә практик йүнәлешле итеп үҙләштереүгә ҡайтып ҡала.

   Тәжрибәләр күрһәтеүенсә, белем алыу һәм уны телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмәләре уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү процесында барлыҡҡа килә: уҡыусылартекстар төҙөгәндә алған белемдәрен нығыта, был осраҡта шулай уҡ уларҙың интелектуаль фекерләүе, коммуникатив һәләте, факттарҙы туплай, иң кәрәклеһен һайлай, иң мөһимдәрен билдәләй, дөйөмләштерә, һығымталар яһай белеү күнекмәләре үҫешә.

  Был күнекмәләр уҡыусыларҙы текстың планын төҙөү, ҡыҫҡа, ләкин тулы итеп уның йөкмәткеһен һөйләп бирә белеү, уҡылғандврҙан сығып, кәрәк материалды һайлвп белергә өйрәнеү һәм киләсәктә уҡыусыларҙы белемде үҙаллы алыу һәләтен, теләген үҫтереүгә булышлыҡ итә.

  Кешеләргә, донъяға мөнәсәбәт ҡанундары иҫәбенә әхлаҡ һәм эстетик нормалар ҙа инә, улар төрлө темаларға нигеҙләнгән текстар менән эш иткәндә формалаша, күсәгилешлек принцибына таянып, кешеләргә, хайуандарға, тәбиғәт текстар төҙөү өҫтөндә эшләү процесында нығый.

  Артабан эш ҡатмарландырыла: өйҙә уҡыусыларҙан стена гәзитенә мәҡәләләр яҙҙырыла, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау буйынса докладтың тезистары, конспекттар төҙөтөлә; этюдтар, һүрәтләмәләр, нәсерҙәр, күҙәтеүҙәр кеүек ижади эштәр башҡарырға ҡушыла.

  Шулай итеп, телде уҡытыу процесында уҡыусыларға филилогик белем генә бирелмәй, уларҙың аң-белеме, хис-тойғоһо, рух мәҙәниәтлелеге, индивидуаль сифаттары, ысынбарлыҡҡа ҡарата эмоциональ мөнәсәбәте лә формалаша, йәғни улар телмәр шәхесе булараҡ та тәрбиәләнә. Уҡыусылар туған тел факттары ярҙамында үҙҙәрен солғап алған тормошто танып белә, йәғни милли донъя картинаһы тураһында белем ала һәм эҙмә-эҙлек фекер йөрөтөргә өйрәнә. Ләкин был маҡсатҡа ирешеү өсөн уҡытыуҙың традицион методтары, алымдары менән генә эш итеү етмәй. Уҡытыусы заман талаптарынан сығып, яңы технологияларҙы ҡулланып, уҡытыуҙың үҫтереүсе алымдарын, педагогия, психология фәндәренең ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, тел уҡытыу методикаһында барлыҡҡа килгән һуңғы ыңғай тәжрибәләргә таянып, үҙенең барлыҡ һәләтен, белемен эшкә етергә тецеш була, сөнки һәр дәрес ул – ижади процесс.бында тағы ла шуны әйтергә кәрәк: дәрестә уҡытыусы үҙ фекерен уҡыусыларға көсләп тағырға тейеш түгел, уның бурысы – балаларҙың хис-тойғоларын, ысынбарлыҡҡа ҡарата мөнәсәбәтен белдереүгә, эмоцияларын дөрөҫ сағылдырыуға ярҙам итеү һәм быға ирешеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыуға ҡайтып ҡала.

  Башҡорт телен өйрәнеүсе балаларҙы ҡыҙыҡһындырыуҙан ысул һәм алым. дарҙы эшемдә ҡулланыу тәжрибәм менән уртаҡлашырға теләйем.

  Дәресте һәр ваҡыт артикуляцион күнегеүҙәрҙән башлайым, сөнки рус , марый балалары башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ауыр үҙләштнрә.

   Башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнеү өсөн өс минут ваҡыт бүләм.

                                                    уы  йы  йө

                                                     үе  йе  йо

                                                     уа  йү

                                                     үә  йә

бирелгән бүлемдәрҙе уҡыусылар ҡыйынлыҡ менән үҙләштерә. Шуға уларҙы йырлап иҫтә ҡалдырырға тырышыу отошлораҡ. (Мәҫәлән, билдәле бер башҡорт йырының көйөнә.) Күнегеүҙәр барышында уҡ бирелгән хәреф ҡушымсалары менән үҙҙәр төрөргә кәрәк.

Һыуыҡ   кеүек   теүәл   ҡыуа   ҡойон

Быуын  рәүеш   сеүәтә шыуа бойоҡ

Ҡыуыш  беүәл  ҡеүәт    быуа бойороҡ

Үыйыр   кейек    йүгән   төйәк бөйөк

Быйыл   бейек    йүләр     һөйәк бөйөр

Мыйыҡ  кейем   йүтәл     һөйәк төйөн

Уҡытыу барышында уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүгә, һөйләгәнде уҡығанды ишетеп аңларға (аудирование), диалогтар ҡорорға, тәҡдим ителгән ситуация буйынса һөйләмдәр төҙөүгә ҙур иғтибар бирәм.

  Сит телмәрҙе аңлау өсөн тыңлай белеү мөһим. Әлбиттә, сит телмәрҙе ишетеп ҡабул итеүҙең үҙ ҡыйынлыҡтары бар. Улар:

  • мәғлүмәттең тиҙ тапшырылыуы, ҡабатланыуың;
  • күргәҙмәлелектең булмауы һ.б.

Уҡыусыларҙы тыңлап аңларға нисек өйрәтергә?

 Телмәрҙе тыңлап аңлау хәтер үҙенсәлегенә бәйле. Төрлө типик һөйләм өлгөләре, әҙер телмәр ҡалыптарын хәтерҙә оҙағыраҡ һаҡлана. Ундай өлгөләрҙең иҫтә булмауы аңлауҙы ауырлаштыра.

  1. Һинең яратҡан ашың (яҙыусың, китабың) ?
  2. Әле нисәнсе йыл (ай, дәрес) ?
  3. Әсәйем уҡытыусы булып эшләй (табип, ашнаҡсы) булып эшләй.
  4. Миңә китап (дәфтәр, ручка) кәрәк.
  5. Өләсәй ауылда (ҡалала, Башҡотостанда) йәшәй.
  6. Ул мәктәпкә (секцияға, түңәрәккә) бара.
  7. Мин уҡырға (яҙырға, йырларға) яратам.
  8. Әсәй (атай, дуҫым) менән театрға барам.

  Тағы ла шул мөһим: һөйләү темпы ысынбарлыҡтағы аралашыу темпына яҡын булырға тейеш. Уҡыусы аңлаһын өсөн яй һөйләргә тырышыу артабан башҡаларҙың телмәрен аңламауға килтерәсәк.

  Уҡыусы телмәре уҡыусылар өсөн өлгө, ә төрлө техник саралар ярҙамында башҡаларҙың телмәрен даими тыңлау иғтибарҙы, телде һиҙемләп, тойоп аңлауҙы үҫтерә. Шуны иҫәпкә алып, аудиотаҫма материалдарын ҡулланыуҙы ла ситтә ҡалдырырға ярамай.

   Һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушыу ҙа ҡатмарлы эш төрҙәренән һанала. Сөнки башҡорт теле ялғауҙарға бай һәм төҙөлөшө  буйынса аглютинатив типҡа ҡарай. Ялғауҙар ҡушылыу барышында һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен аңлау еңелдән түгел балаларға. Шуға уларҙы ныҡлап үҙләштермәй тороп, башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшеп булмай. Дәрестә ялғауҙар өҫтөндә күнекмәләргә ун минуттан артыҡ ваҡыт бүлгәндә генә ыңғай һөҙөмтә буласаҡ.

-да(-дә), -та(-тә), -ҙа(-ҙә),  -ла(-лә)

-да(-дә), -та(-тә), -ҙа(-ҙә),  -ла(-лә)

Ялғауҙарын һәм теркәүестәрен иҫтә ҡалырлыҡ итеп һөйләмдәр бирәм.

 Мәҫәлән,

Ағиҙел дә, Ҡариҙел дә - Башҡортостанда.

Әсәй ҙә, атай ҙа - өйҙә.

Алма ла, сейә лә - баҡсала.

Башҡорт та, урыҫ та – ҡунаҡта.

Һөйләм төҙөүҙе ошо схемаға ярашлы биреү уңышлыраҡ.

Оля ____________уйнай.

Оля___ урамда уйнай

Оля менән Коля_________урамда уйнай.

  Бер бала башлап һүҙ әйтеп, артабан сиратлап һөйләмде тултыра барырға мөмкин. Төркөмдәргә бүленеп эшләү тағы ла отошлораҡ, сөнки ярыш сәме балаларҙы эшкә этәрә.

  Уҡыусыларҙы предмет менән ҡыҙыҡһыныу, уны белеүгә һәм уҡыуға теләк уятыу – иң әһәмиәтле бурыстарҙың береһе. Мауыҡтырыу элементтарын уҡыу процесында ҡулланыу ҙур һөҙөмтә бирә. Уны тик уйын, күңел асыуға ғына ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Дәрестәрҙә мауыҡтырғыс күнегеүҙәр ҡулланыу материалды ҡыҙыҡлы итеп биреү менән бергә, әүҙем фекетләү ҡеүәһен дә тәрбиәләй.

  Мауыҡтырғыс материалдар төрлө булғанлыҡтан, уларҙы ҡулланғанда балаларҙың белем кимәлен,  йәш айырымлыҡтарын һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын да иҫәпкә алырға кәрәк. Бында К.Д.Ушинскийҙың һүҙҙәрен күҙ уңында тотоу мөһим: “ Уҡыуҙа бөтә нәмә лә мауыҡтырғыс булмаҫҡа мөмкин, унда, һис һүҙһеҙ , ялҡытҡыс әйберҙәр ҙә бар һәм булырға ла тейеш. Мауыҡтырғыс нәмәләрҙе генә түгел, үҙеңдең бурысыңды үтәүҙән ҡәнәғәтләнеү хаҡына мауыҡтырмағандарын да эшләргә өйрәтегеҙ. Һеҙ баланы тормошҡа әҙерләйһегеҙ, ә тормошта бөтә ваҙифалар ҙа мауыҡтырғыс булмай”.

  Уның формаһында бирелгән күнегеүҙәр уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтерә.

Мауыҡтырғыс күнегеүҙәрҙе дәресте аңлатҡанда ла, үҙлештергәнде нығытҡанда ла, үтелгәндәрҙе ҡабатланғанда ла ҡулланырға була. Ләкин ун минуттан да артмаҫҡа тейеш. Ярышыу , белемең нигеҙендә ниндәйҙер яңы нимә белеү уҡыусыларҙа ҡәнәғәтләнеү тойғоһо тыуҙыра. Шуға төрлө башватҡыс, шарада, анаграмма, кроссворд, чайнворд, кроссчайнворд, ребус, криптограмма, серле яҙыуҙар, грамматик, фонетик, лексик уйындар ҡулланырға мөмкин. Әммә улар темаға ярашлы һәм күләме яғынан ҙур булмаҫҡа тейеш.

  Мәҫәлән, “Исем” һүҙ төркөмөн үткәс, анаграмма, шарадалар үткәреп була. Бигерәк тә һүрәтле криптограммаларҙы уҡыусыоар яратып сисә. Был эш төрө үткән дәрестәге яңы һүҙҙәрҙе тикшереү һәм нығытыу өсөн уңайлы.

Сабаҡ – баҡса                    ҡан-дала

Ҡәләм – мәҡәл                  тоҙ-аҡ

Таяҡ – ятаҡ                         ҡар-аҡай

Алҡа – ҡала                        ел-ем

Аманат – атаман                мал-ай

Уҡыусыларҙың дәрестә үҙаллы эшләй белеү мотлаҡ, сөнки үҙ аллы эшләп улар фекерләргә, һығымта яһарға өйрәнәләр. Мәҫәлән, башҡортса-русса һүһлектән һайлап , алфавит тәртибендә берәр һүҙ яҙалар һәм һығымта яһайҙар: башҡорт телендә ҫ, ң хәрефтәренә башланған һүҙҙәр юҡ.

  Әлбиттә информацион технологиялар ҡулланыу яҡшы, сөнки ул уҡытыусының алға ынтылышын күрһәтә. Әммә йәнле һүҙгә ни етә! Шуға уҡытыусы менән уҡыусының үҙ-ара йылы аралашыу, һис шикһеҙ, алыштырғыһыҙ алым.

 Беҙҙең төп бурысыбыҙ – балаларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, өйрәнгән һүҙҙәрҙе әүҙем ҡулланышҡа индереү, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү. Дәрестәрҙә һүрәттәр буйынса эшләү был бурыстарҙы тормошҡа ашырыуырға бик ярҙам итә. Уҡыусылар , тәү сиратта, башҡорт теленең байлығын, матурлығын уҡыусыларға күрһәтергә, телгә ҡыҙыҡһыныу уятырға, уны өйрәнеүгә теләк тыуҙырырға тейеш. “Көсләп астырған күҙҙең нуры юҡ!” тигән башҡорт халыҡ мәҡәлен бер ваҡытта ла хәтерҙән сығармаҫҡа кәрәк.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Телмәр үҫтереүҙә психология фәненең роле.

Башҡорт телен укытыу методикаһы үҙенең үҫешендә психология фәне ҡаҙаныштарына ла нигеҙләнә. Укытыу процесы ике яклы. Унда укытыусы һәм укыусы йәки өйрәтеүсе һәм өйрәнеүсе ҡатнаша. Укыусыларҙың й...

Башланғыс класс уҡысыларының телмәрен үҫтереү

Г.Д.Харисова,преподаватель башкирского языка и литературыГБОУ СПО “Сибайский педагогический колледж”,отличник образования РБ...

Телмәр үҫтереү алымдары

Телмәр үҫтереүҙә отошло алымдар  Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәр культураһын тәрбиәләү проблемаһы бөгөнгө көндә мәктәп алдында торған актуаль мәсьәләләрҙең береһе һана...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү

Бөгөнгө көндә  һөйләү телмәренен дәрәжәһе кәм булыуы  глобаль проблема. Телмәрҙе үҫтерергә кәрәк....

Презентация на мастер-класс по теме"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереү"

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереүгә ярҙам иткән алымдар...

Урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙың телмәрен үҫтереү алымдары

Урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙың телмәрен үҫтереү алымдары...