Урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙың телмәрен үҫтереү алымдары
статья

Гимашева Альфира Раисовна
Урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙың телмәрен үҫтереү алымдары

Скачать:


Предварительный просмотр:

Урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡыусы  балаларҙың телмәрен үҫтереү алымдары.

Ғимашева Әлфирә Рәис ҡыҙы,

1-се һанлы ОлоЫҡтамаҡ лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы,

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Мәсетле районы.

Урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡыған башҡорт  балаларарына туған телде уҡытыҙа үҙенсәлекле ауырлыҡтар бар. Балаларҙың күпселеге урыҫ мөхитендә үҫеп, урыҫ телендә фекер йөрөтә. Өйҙә, тәнәфес ваҡытында, иптәштәре менән осрашҡанда ла ошо сит телдә һөйләшә. Бындай хәлдәр күпселек  район үҙәгендә тыуып, йәш ярымдан рус телле балалар баҡсаһына йөрөй башлаған балаларҙа күҙәтелә. Шунлыҡтан бала туған тел дәресенә тәү башлап килеү менән, башҡорт теле уҡытыусыһынан  балаға өн, хәреф, һүҙ, һөйләм кеүек төшөнсәләрҙе өйрәтеүҙән  тыш,    уҡыусының  башҡорт телендә иркен аралашыуын булдырыу, һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү , уның үҙ фекерен, уйлаған уйын матур һәм дөрөҫ итеп һөйләргә өйрәтеү талап ителә. Шул сиратта баланың ижади һәләтен үҫтереүҙе лә уҡытыусы күҙ уңында тоторға тейеш.

Иң беренсе сиратта өн, һүҙ әйтелештәрен камиллашырыу өҫтөндә эшләү кәрәк икәнлеген һәр уҡытыусы белә. Был эш беҙҙең һәр дәрестә фонетик өлөштә үткәрелә. Тел төҙәйткестәрен беҙ уҡыусылар менән үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ. Уҡытыусы башҡорт өн-хәрефтәрен яҙа, уҡыусылар ошо хәрефтәргә тура килтереп һүҙҙәр яҙалар. Бында ла уҡытыусы балаларҙан теләһә ниндәй һүҙ түгел, дәрестең темаһына тура килгән һүҙҙәр (исем, сифат, ҡылым һ.б.) талап итә. Мәҫәлән, 3 класс уҡыусылары менән ижад иткән эшебеҙ:

әҙ-әҙ-әҙ - әҙәпле

өл-өл-өл  - өлгөр

үҫ-үҫ-үҫ - үҫкән

ғо-ғо-ғо - тоғро

ҡы-ҡы-ҡы - ҡыйыу

һә-һә-һә - һәләтле

оҫ-оҫ-оҫ - оҫта

уң-уң-уң - уңған

ҙу-ҙу-ҙу - ҙур.

Уҡыусыларҙан дәрестең темаһын  формалаштырыу, дәрескә маҡсат ҡуйыу барышында  билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын ҡулланырға мөмкин. Ниндәй һүҙҙәр ҡуйыр инегеҙ?

Беҙҙең мәктәптә ...........,

.............бүлмәләр .........

Шундай ............. мәктәптә,

Уҡырға кәрәк яҡшы.

Нисек уйлайһығыҙ, ниндәй һүҙҙәр менән эшләйәсәкбеҙ? Билдәле шағир, балалар яҙыусыһы Сафуан Әлибай ниндәй һүҙҙәр яҙҙы икән?- тип шиғырҙы асып уҡығас балалар тағы ла дәртләнеп китәләр. Сөнки уларҙың һүҙҙәре шағир һүҙҙәренә яҡын йә булаһа тап килә.

        Уҡыусының бәйләнешле телмәрен үҫтереү маҡсатында бәләкәй синыфтарҙан уҡ инша яҙҙыра башларға кәрәк. Был эшкә ентекле әҙерләнеп, балаларҙың йәш кимәленә, мөмкинселектәренә ҡарап биреү мотлаҡ. Әгәр ҙә уҡыусыларға ауыр икән белешмә өсөн һүҙҙәр, һүрәттәр бирергә мөмкин. Мәҫәлән:

Минең исемем....... . Миңә ......... йәш. Мин ........класта ......... .Был беҙҙең ғаилә.  Атайымдың ҡулы ....... Ул .........  ҡурай, ........ ҡумыҙ яһай белә. Әсәйем бик ........ Ул ........ аштар бешерергә ярата. Минең ........ апайым һәм ....... ағайым бар. Беҙҙең ғаилә ........ Был минең өсөн ........ бәхет.

        Баланың ижади һәләтен асыу өсөн дәрес темаһына арнап дүрт юллыҡ шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр яҙырға мөмкин. Шиғыр  яҙғанда аквостих ысулын ҡулланыу бик отошло. Бының өсөн уҡыусыға биш минут та етә. Өлгөрмәйҙәр икән, өйгә эш итеп бирергә мөмкин. Бишенсе класта “Башҡорт аштары” темаһын үткәндә минең уҡыусылар һәр береһе тиерлек 4, 8 юллыҡ шиғыр яҙҙылар. Мәҫәлән, Әхмәҙуллин Илмирҙың шиғыры “Аҡбуҙат” журналының  2009 йылдың 7 һанында баҫылып сыҡты.

Атай һуйҙы һарыҡты,

Әсәй киҫте һалманы,

Мин әрсейем һуғанды,

Һеңлем әрсей картуфты.

Ҡайнап сыҡты һурпаһы,

Төштө уға һалмаһы,

Атайым ит тураусы,

Әсәйем аш биреүсе.

Бишбармаҡ өттө инде,

Үҙем туйҙым, күҙ туйҙы.

        “Уйын- белергә тырышыусанлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ утын тоҡандырыусы  осҡон ул. Уйнаған ваҡытта балалар алдында донъя асыла, шәхестең ижади һәләттәре асыла”- ти В.А.Сухомлинский [1. 199]. Шуның өсөн мин уҡыусыларҙың иғтибарын, ижади һәләтен үҫтереү, берҙәмлек тойғоһон тәрбиәләү маҡсатында  уйын алымдарын ҡулланам. Бигерәк тә “Кем күберәк һүҙ әйтер”, “Һүҙ сылбыры”, “Иптәшемә яҡшы һүҙ”.

Уҡыусыларҙа туғанлыҡ тойғоһо, ғаилә ағзаларына ҡарата ихтирам, иғтибар тәрбиәләү уҡытыусының мөһим бер бурысы булып тора. Был йәһәтән беҙ һәр бер дәрестә бер һөйләм ятлайбыҙ. “Әсәй, мин һине яратам”, “Атай, һиңә ҙур рәхмәт”,  “Апай, һин бик матурһың”, “Ҡустым, һин бик шәп малай”. Ошо һүҙҙәрҙең береһен өйҙә әйтергә ҡушам һәм көн һайын әйтергә кәрәклеге тураһында иҫкәтеп торам. Бындай типтағы һөйләмдәрҙе төрлө байрамдарға ҡарата өйрәнергә мөмкин. 1 октябрь – Оло йәштәгеләр көнөндә уҡыусылар олатай, өләсәйҙәрен ҡотлайҙар. Минең уйымса, башҡорт теле дәресенән ҡайтҡан улы йәки ҡыҙынан ошо һүҙҙәрҙе ишеткән ата-әсә бер ваҡытта ла “башҡорт теле беҙгә  кәрәкмәй” – тип әйтмәйәсәк. Был һөйләмдәрҙе мин  туған тел дәресендә лә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балаларға ла бирәм.

Һәр бер башҡорт балаһы туған телебеҙҙең ни тиклем бай, серле икәнлеген аңларға, уның ҡәҙерен белергә, хөрмәт итергә һәм ошо телдә һөйләшергә хаҡлы. Ә башҡорт теле уҡытыусылары, бар ижадын ҡулланып, балаларға тел асҡысын бирергә урыслы.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Телмәр үҫтереүҙә психология фәненең роле.

Башҡорт телен укытыу методикаһы үҙенең үҫешендә психология фәне ҡаҙаныштарына ла нигеҙләнә. Укытыу процесы ике яклы. Унда укытыусы һәм укыусы йәки өйрәтеүсе һәм өйрәнеүсе ҡатнаша. Укыусыларҙың й...

Башланғыс класс уҡысыларының телмәрен үҫтереү

Г.Д.Харисова,преподаватель башкирского языка и литературыГБОУ СПО “Сибайский педагогический колледж”,отличник образования РБ...

Телмәр үҫтереү алымдары

Телмәр үҫтереүҙә отошло алымдар  Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәр культураһын тәрбиәләү проблемаһы бөгөнгө көндә мәктәп алдында торған актуаль мәсьәләләрҙең береһе һана...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү

Бөгөнгө көндә  һөйләү телмәренен дәрәжәһе кәм булыуы  глобаль проблема. Телмәрҙе үҫтерергә кәрәк....

Презентация на мастер-класс по теме"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереү"

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереүгә ярҙам иткән алымдар...

Телмәр үҫтереү алымдары.

Методика фәнендә телмәр үҫтереү проблемаһы һәр саҡ актуаль. Ғилми Х.А Толомбаев, башҡорт телен , башҡорт мәҙәниәтен белмәгән рус һәм башҡа милләт балаларын башҡортса аңларға, аралашырға күнектереү өсө...