Уҡыусыларҙың сенсор һәләттәрен үҫтереү алымдары
проект на тему

Халикова Лариса Финат ҡыҙы

Портфолиога

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ukyusylarzyn_sensor_hlttren_ustereu_alymdary_2.doc123.5 КБ

Предварительный просмотр:

    Сенсор системаһы — нерв системаһы өлөшө,ул тышҡы һәм эске мөхиттән билдәле бер сигналдарҙы ( сенсор стимулдарын) үҙләштереү өсөн яуаплы.

Сенсор системаһы рецепторҙарҙан, үткәреүсе  нейрон юлдарҙан һәм баш мейеһенең алынған мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү өсөн яуаплы бүлектәренән тора. Иң билдәле сенсор системалары: күреү, ишетеү, һиҙеү, тәм тойоу һәм еҫ тойоу. Сенсор системаһы менән температура, тәм, тауыш йәки баҫым кеүек физик халәттәрҙе билдәләп була .Анализаторҙарҙы ла сенсор системалары тип атап була. «Анализатор» төшөнсәһен ҡулланышҡа рәсәй физиологы И. П. Павлов индергән.Анализаторҙар (сенсор системалары) — тышҡы һәм эске мөхиттән ингән мәғлүмәтте үҙләштерә, тапшыра һәм анализлай торған сифаттар тупланмаһы.

Башҡортостан республикаһында ике дәүләт теле – башҡорт теле һәм рус теле – киләсәккә ысын мәғәнәһендә тигеҙ хоҡуҡлы йәшәһен өсөн, беренсе сиратта, башҡорт теле башҡорттарға ғына түгел, ә башҡа милләт вәкилдәренә лә өйрәнеү кәрәк. Ошо юҫыҡта сенсорлы алымдар ҡулланыу мөмкинлеген өйрәнеү ғәмәлгә яраҡлы типиҫәпләйем.

Башҡорт теле өйрәнеү өсөн дәреслектәр, һүҙлектәр, программалар баҫылып сыға һәм улар әкренләп камиллаша. Ләкин шуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә уҡыусыларҙың телде өйрәнеүгә булған ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, мөмкинлеген үҫтереү төп мәсьәлә булып тора. Ни өсөн күп уҡыусылар башҡорт телен үҙләштереп тә, уны практик рәүештә ҡуллана алмай? Ни өсөн беҙҙең йәш быуын дәүләт телен өйрәнеүгә битараф ҡарай? Әлбиттә, бының бихисап сәбәптәре бар: уҡыуға дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтыу, уҡыуҙан башҡа информацион саралар күп булыуҙа һ.б. Шулай ҙа, уларҙың туранан-тура үҙебеҙгә, йәғни тел уҡытыусыларына, ҡағылған үҙенсәлекле булғандары ла аҙ түгел. Шундай сәбәптәрҙең береһе – башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙа милли рух, милли үҙаң, милләттәрҙең бер-береһенә түҙемле ҡарашын тәрбиәләүҙе ситкә ҡуйып, дәрестәрҙе тик уҡырға, яҙырға һәм тәржемә итергә өйрәтеүгә ҡайтарып ҡалыу. Ә сенсор алымдар тағы өҫтәмә сараларсығанағы булып тора.Бына шунлыҡтан сенсорлыҡ һәләттәрен үҫтерә торған бик күп күнекмәләрҙе ҡулланыу ҡыҙыҡһыныу уятыр ине, баланың коммуникатив, танып- белеү һәләттәрен дә үҫтереүгә булышлыҡ итер  ине.

Маҡсат.

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың сенсорлыҡ һәләтен үҫтереүҙең   телмәр үҫтереүәге мөмкинлектәрен, әһәмиәтен билдәләү.

Бурыстар:

Сенсор  һәләттәрҙе үҫтереү алымдарының теоретик нигеҙҙәрен (психологик, педагогик, методик) өйрәнеү.

Сенсор  һәләттәрҙе үҫтереү аша уҡыусыларҙың коммуникатив компетенцияларын формалаштырыу.

Мәктәп тәжрибәһендә сағылышын өйрәнеү.

Балаларҙа аралашыу ихтыяжын тыуҙырыу, ижади фекерләүҙәрен үҫтереүҙә сенсор  һәләттәрҙе үҫтереү алымдарын ҡулланыу.

Тикшеренеү эшенең яуаптарын күләм һәм сифат яғынан анализлау.

Дәрес пландарын төҙөү һәм уҡытыу эшмәкәрлегендә ҡулланыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу.

Актуаллеге:

  1. Башҡорт  телен белеү башҡа төрки халыктар менән аралашырға мөмкинлек тыуҙыра. Тимәк, кешенең аралашыу даирәһен киңәйтә.

Ә сенсорлы алымдарҙың уға булышлыҡ итеүе мөмкинме ?

  1. Уҡыусыларҙы алған белемдәрен ҡулланырға өйрәтеү ҙур әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Һәм сенсорлы алымдарҙы практикала ҡулланып, белем алыу сифатын күтәреү.

Тикшеренеү эшенең объекты:

Уҡытыу эшмәкәрлегендә сенсор методын ҡулланыу һәм уға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Бирелгән эштең  тикшереү өлкәһе булып – ҡала мәктәптәрендәге уҡытыу процесы тора.

Тикшереүҙең предметы – ҡала мәктәптәрендәге төрлө милләтле уҡыусыларға башҡорт телен өйрәткәндә сенсор һәләттәрҙе үҫтереү алымдары.

Тикшереү методтары:

  1. Теоретик: психологик, педагогик һәм методик әҙәбиәтте өйрәнеү.
  2. Диагностик: әңгәмә, анкета тултырыу, тикшереү эштәре үткәреү.
  3. Эксперименталь: констатациялаусы өйрәтеүсе эксперименттар
  4. Аналитик: эш яуаптарын күләм һәм сифат яғынан тикшереү.

Тикшеренеү эшенең фәнни әһәмиәте:

Башҡортостан Республикаһының ике теллелек шарттарында рус, башҡорт ике теллелек формалаштырыу барышында уҡыусыларҙа коммуникатив компетенция формалаштырыу өсөн сенсор  һәләттәрҙе үҫтереү алымдарының эффектлылығын  өйрәнеү һәм уның әһәмиәтен иҫбатлау.

Тикшеренеү эшенең практик әһәмиәте:

Эш тәжрибәләрен педагогик практика үтеүсе студенттарға, башҡорт теле уҡытыусыларына тәҡдим итәргә.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

  1. Уҡыусыларҙың белемгә, ижади активлыҡҡа булған ытылыштарының үҫеүе;
  2. Уҡыусыларҙың тел өйрәнүгә ҡарата мөнәсәбәттәренең уңай яҡҡа үҙгәреүе;
  3. Башҡорт теле  дәресендә уҡыусыларҙың коммуникатив һәләттәре арта.
  4. Сенсорлыҡ һәләтен эҙмә- эҙлекле һәм системалы ҡулланыу уҡыусыларҙың белемдәрен камиллаштырыуҙы тәьмин итә.

Сенсор  һәләттәрҙе үҫтереү алымдарын  ҡулланыу мәсьәләләре тикшерелә. Уның әһәмиәте, төрҙәре ҡарап кителә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә сенор һәләттәр аша ҡабул итеү, тойоу ҡарала.

Алынған педагогик тема өҫтөндә эшләү этаптары:

Этаптар

Саралар

Үтәлеү ваҡыты

Эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе

1.

I этап

Әҙерлек - ойоштороу

- Тикшеренеү өлкәһен билдәләү;

- Теманы асыҡлау;

- Психологик, педагогик һәм методик әҙәбиәтте барлау;

- Педагогтарҙың һәм тәжрибәле уҡытыусыларҙың

   эш тәжрибәләрен өйрәнеү;

- Тикшеренеү эшенең маҡсатын һәм бурыстарын асыҡлау, фараз итеүҙе билдәләү; - Эксперимент үткәреү;

- Төп йүнәлештәрҙе билдәләү.

2011- 2012 уҡыу йылы

Системалы рәүештә,

һәр ваҡыт 2011- 2013,

2011- 2012 уҡыу йылдары

2012 йыл, май

2012- 2013 йылдар

Доклад,реферат

Папка булдырыу

“Асыҡ дәрестәр”

2.

- Күнегеүҙәр системаһын туплау;

- Дәрестәрҙә сенсор методын актив ҡулланыу;

- Теоретик материалдарҙы туплауҙы дауам итеү;

2013 йыл

2012-2013 уҡыу

йылы

Йыл әйләнәһенә

Асыҡ дәрестәр, саралар

“Асыҡ дәрестәр” папкаһын тулыландырыу

Доклад

3.

II этап

Практикала ҡулланыу, алынған теманың эффектлылығын асыҡлау

- Педагогик тема буйынса мәктәптә асыҡ дәрестәр биреү (9а, 5б, 7б, 7в )

- Теоретик материалдарҙы туплауҙы дауам итеү;

2013- 2015

2014, 2016

йыл әйләнәһенә

Презентациялар

Таблицалар

4.

- Теоретик һәм практик материалдарҙы бер

    системаға килтереү;

- Күнегеүҙәрҙе камиллаштырыу;

- Асыҡ дәрестәр биреү (10а, 8б, 8в, 5а, 7б);

- Педсоветта сығыш яһау

йыл әйләнәһенә

2015-2016

2016 йыл март- май

“Асыҡ дәрестәр” папкаһын тулыландырыу

5.

III этап

Эш һөҙөмтәләрен йомғаҡлау һәм эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу

- Педагогик тема буйынса эшләүҙең һөҙөмтәләрен анализлау;

-  Киләсәк педагогик эшмәкәрлеккә маҡсаттар

   һәм бурыстар билдәләү;

 - Эш тәжрибәһе менән ҡала кимәлендә уртаҡлашыу, һ.б.

2015- 2016

“Асыҡ дәрестәр” папкаһын тулыландырыу

.

Презентациялар.

Уҡыусылаоҙың фәнни эше

I Б Ү Л Е К

 Сенсор методын өйрәнеү

Сенсор үҫеш

             Сенсор үҫеш- ул беҙҙе уратып алған предметтарҙы, күренештәрҙе, ғөмүмән донъяны танып белеү, төшөнсә алыу, аңлау, күҙ алдына килтереү, күҙаллау һәм ҡабул итеү итеү һәләтен үҫтереү.

            Башта бала предметтың дәүмәле, формаһы, еҫе, төҫө менән уны ҡапшап, еҫкәп, тәмләп ҡарап, шыма, ҡытыршы, тәмле, әсе кеүек төшөнсәләрҙе белә башлай. Тауыш төрө, баҫым, еҫ, төҫ, форма, размер кеүек тышҡы ҡуҙғытҡыстарҙы баланың нервы системаһы ҡабул итә. Ошо үҙ тәжрибәләренән сығып, аҡыл, физик, эстетик яҡтан үҫешә.

           Тирә- йүнде танып белеү үҙе күргәндә, ишеткәндә, тәмләп ҡарағанда алған информацияны анализлауҙан башлана. Уны аңлау, үҙләштереү процессы иғтибар, хәтер, фекер үҫеше менән бәйле, эмоциональ төҫмөрләнеште  тойоуҙан тора.

 Сенсомотор интеллекттың  функциональ үҙенсәлектәре өҫтөнлөк итеү сәбәпле ябай ғына абстракт төшөнсәләрҙе аңлау  кесе йәштәге уҡыусыларға ҡыйын. Йәғни формалашыусы предмет образы, йә берәй төшөнсә балаларҙа күреү, тойоу, һиҙеү комплекстары нигеҙендә барлыҡҡа килә.

          Образды, предметты тулыһынса ҡабул итә белеү баланың фекерләү үҫешендә этәргес көс булып тора. Тимәк, ул предметтың өлөштәрҙән, деталдәрҙән тороуын аңлай алһа, бөтөн әйберҙең таралыу (боҙолоу) сәбәптәрен дә аңлай аласаҡ. Тик баланың эҙләнеү юлдары аша ғына, йәғни ҡапшап сығыу, маҡсатлы күҙәтеү, тикшереү, сағыштырыу, ҡапшау юлдары менән генә образды бөтөн килеш бөтә үҙенсәлектәре менән  күҙ аллай, аңлай  белеүе мөмкин.

.         Тикшереү- ул һөҙөмтәһен практик эшмәкәрлектә ҡулланыу маҡсатында махсус рәүештә предметты ҡабул итеү процесын ойоштороу. Тикшереү тәртибе ошолай:

  • Предметты (объектты) бөтөн килеш күрә, тоя белеү.
  • Предметтың төп өлөштәрен айыра һәм уларҙың үҙенсәлектәрен (форма, төҫ

      һ.б.) белеү.

-     Уларҙың пространстволағы урынлашыу тәртибен (бер- береһенән аҫта- өҫтә,

      уңда- һулда һ.б.)

  • Башҡа ваҡ өлөштәрен, дәүмәлен, урынлашыу тәртибен, бер- береһенә нисбәтен

      айырып күрһәтә алыу.

           Сенсор эталондарҙы үҙләштереү һүҙ менән нығытылып барырға тейеш. Тикшереү, сағыштырыу юлы менән алынған белем вербаль юл (эш- хәрәкәтен процессын һөйләп барыу, терминдарҙы әйтеү,эшмәкәрлегенең планын билдәләү) менән ҡуша алып барылмаһа, асыҡ ҡына һәм ныҡлы булмауы мөмкин.

          Төп факторҙарҙың береһе булып эшмәкәрлектең эмоциональ фоны тора. Тикшереү объекты ла, һөҙөмтәһе лә бала күңеленә тап килергә тейеш. Ошо тап килгәнлек информацияны артабан үҙләштереү, үҫтереү һәм предмет  менән артабан эшләү өсөн уңайлы шарт булып тора.

          Кеше тыумыштан уҡ, енесенә һәм йәшенә ҡарамаҫтан, йә интуит, йә сенсорик була. Интуит информацияны дөйөм рәүештә генә ҡабул итә һәм аңлата ала, ә сенсорик информацияны бөтә деталдәренә тиклем ҡабул итә һәм аңлата ала. Интуиттың башында пргноздар, ваҡиғалар үҫеше һәм әллә ҡайҙағы алыҫ киләсәккә пландар. Сенсориктың күҙ алдында тирә- яҡ пространстволағы формаһы, төҫө һәм башҡа сифаттары булған конкрет әйбер. Ул уларҙы ғүмере буйына ла иҫләй. Ә интуит пространствоны ҡабул итә алмай, мәҫәлән, йорттарҙың нумерацияһын, подъезды иҫләмәй; ул ваҡыт арауығында йәшәй. Ләкин пространствола йәшәп өйрәнергә тейеш. Мәҫәлән, интуиттың гаражында әйбер әҙ генә һәм бөтәһе лә үҙ урынында, ә сенсориктың гаражында тәртипле- тәртипһеҙ ятҡан әйберҙәр күп, тик ул үҙе бөтә әйберҙәренең ҡайҙа ятҡанлығын иҫләй.

           Аш тәҡдим итһәң, сенсорик уның еҫен тойоп, нимәнән бешерелгәнлеген дә белеүе бар һәм ашаясаҡмы, юҡмы икәнлеген дә шунда уҡ әйтәсәк. Ә интуитҡа үҙ фекерен әйтеү өсөн ул аштың үҙен күрергә кәрәк. Уның фантазияһына деталдәр ҡамасауларға тейеш түгел. Ул һүрәтләнгән әйберҙәрҙең абстракт мәғәнәһен аңлай ала. Сенсорик яҙыусы Лев. Толстой имәнде өс биттә һүрәтләй, ә интуит кеше был һүрәтләмәне уҡып та тормай, уға  китаптың йөкмәткеһе өсөн был мөһим түгел. Сенсорик ваҡыттың ҡәҙерен сәғәтләп, минутлап, секундлап белә, уның өсөн иртә- көндөҙ- кис, көн бөттө- йоҡларға, ә иртәгәһен тағы иртә- көндөҙ- кис. Бөтөнләй ваҡыт белмәгән сенсориктар ҙа була. Ә интуиттар өсөн ваҡыт характеристикаһы аҙна, ай, квартал һәм сезондарҙан тороуы мөмкин.

             Йомғаҡлап, шуны әйтергә кәрәк: сенсорик та, интуит та мәктәпкә килә, икеһен дә тормошҡа әҙерләү бурысы тора педагогтар алдында.

Сенсорлыҡ эталондары

  • Төҫ эталоны- төҫтәр спекторының 7 төҫө.
  • Форма эталоны- геометрик фигуралар; дәүмәл- үлсәү оҙонлоҡтары.
  • Ишетеү эталоны- тауыш юғарылығы мөнәсәбәте, музыка ноталары, теге йәки был телдең фонемалары.
  • Тәмде беҙ татлы, тоҙло, әсегә бүләбеҙ.
  • Еҫтәр ауыр, еңелсә еҫ, тәмле һәм һаһыҡҡа бүләбеҙ.

Сенсорлыҡ һәләтен үҫтереүҙең әһәмиәте түбәндәгеләрҙән тора:

- интеллектуаль үҫештең нигеҙе ул;

- баланың тышҡы донъя менән бәйләнеш һөҙөмтәһендә алған төшөнсәләрҙе билдәле

  бер тәртипкә килтерә;

- күҙәтеүсәнлекте үҫтерә;

- реаль тормошҡа әҙерләй;

- эстетик зауыҡ үҫтерегә булыша;

- фаразлауҙы, ижади фекерләүҙе үҫтерә;

- иғтибарҙы үҫтерә;

- сенсор эталондарҙы үҙләштерергә ярҙам итә;

- уҡыу эшмәкәрлегендәге күнекмәләрҙе үҙләштерергә булыша;

- һүҙлек байлығын арттыра;

- күреү, ишетеү һәләтен, образлы иҫләүҙе һәм зиһенде үҫтерә.

   II бүлек

Сенсор методын мәктәптә ҡулланыу

Ҡул моторикаһы

Ҡул  моторикаһының үҫешмәүе сабыйҙарҙың күңел торошона, үҙ-үҙҙәрен баһалауына ла йоғонто яһай. Мәктәптә лә был мәсьәләгә , бигерәк тә башланғыс класта, иғтибар бүлергә кәрәк. Бармаҡ уйындарын ҡулланыу,

фигураларҙы йомаҡтар, ҡыҫҡа юллы шиғырҙар менән бәйләү баланың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, ишетеү һәләтен камиллаштыра, ҡыҙыҡһыныуын уята. Бармаҡ театрын да балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡара. Таяҡсаларҙан төрлө фигуралар төҙөйбөҙ. Уйындың был төрөндә балалар төҫтәр менән бергә геометрик фигураларҙы ла ҡабатлай, әйләнә- тирәләге предметтарҙың фигураларын, хайуан, һауыт- һаба һәм башҡа предметтарҙың фигураларын төҙөй. Шулай уҡ пунктир һыҙыҡтарҙы тоташтырыу ҙа балалар өсөн бик файҙалы. Фигураларҙы төҙгәндә, һөйләп барыу ҙа мөмкинлеге була.

Ҡул хәрәкәтсәнлеген үҫтереү түбәндәге ҡағиҙәләр ярҙамында тормошҡа ашырыла:

- Баланы мәжбүр итергә ярамай, эште уға оҡшаған күнекмәләрҙән

   башлау  зарур.  

- Күнекмәләр даими ҡабатланырға тейеш.

Бармаҡ уйындары, ҡул хәрәкәте  менән башҡарылған, мимка ярҙамында күрһәтеүҙе талап иткән уйындар башланғыс кластарҙан алып, хатта 8-9 класта ҡулланылыуы мөмкин. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау программаһы буйынса күнекмәләр эшләгәндә, хатта йырҙарҙы ла төрлө хәрәкәттәр менән башҡарырға мөмкин. Ял минутын дөрөҫ үткәреү бик мөһим. Ул, ял итергә мөмкинлек биреү менән бер рәттән, уҡыусының һүҙ байлығын арттыра, алдан үтелгән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрә.

Мәҫәлән.

Шым-шым ғына сысҡандар

Тау аҫтына ҡасҡандар

(Балалар сысҡан шикелле аяҡ остарында, шым ғына хәрәкәт итәләр).

Ә һаҙлыҡта торналар

Баҡалар баҫтыралар

(Балалар аяҡтарын өҫкә күтәреп, эре генә йөрөйҙәр).

Бал ҡорттары осалар

Быз-быз, бызылдайҙар.

(Балалар бал ҡорттары булып осоп йөрөйҙәр)

Был бармағым – олатай,

Был бармағым – өләсәй.

Был бармағым – атайым,

Был бармағым – әсәйем.

Был бармағым – бәпәйем.

Тупылдатып һөйәйем,

Әкиәттәр һөйләйем.

(“Минең ғаиләм”)

Бер, ике – алға,

Өс, дүрт – артҡа,

Биш, алты – уңға,

Ете, һигеҙ – һулға,

Туғыҙ, ун – ултырҙыҡ

Һәм яҙырға тотондоҡ. (“Һан”)

Беҙ, беҙ, беҙ инек

Беҙ ун ике ҡыҙ инек.

Баҙға төштөк, май ашаныҡ,

Таң алдынан юҡ булдыҡ.

(“Йомаҡтар”)

Ашлыҡтар үҫте (ҡулдарҙы өҫкә күтәреү),

Башаҡтар беште (сүгәләү),

Ҡояш бешерә (тороу),

Тиргә төшөрә (маңлайҙан тир һөртөү),

Бабай ашыға (йүгереү),

Китте баҡсаға (атлау),

Ҙур шалҡанды (ҡулдарҙы юғары күтәреү),

Тартып алырға (тартыу хәрәкәте яһау).

1. Айыу килә алпан-толпан,

Ҡуян килә һикереп.

Төлкө килә әкрен баҫып,

Айыу килә үкереп.

(“Ҡырағай хайуандар” темаһы)

Теманы нығытыу өлөшөндә уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыуҙа

ярҙам итеүсе “Осто-осто”, “Һин –миңә, мин – һиңә”, “Һинең сират”,

“Сылбыр” , “Кәбеҫтә- картуф”уйындарын ойошторорға мөмкин.

Ҡатырғаға тегелгән төрлө ҙурлыҡтағы төймәләр, муйынсаҡтарҙың һанын, формаһын  ҡарамайынса ҡапшап белергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта һөйләп тә бараһың. Моторика ла, һиҙемләү ҙә, телмәр ҙә, зиһен дә үҫешә.

Ишетеү һәләтен үҫтереүсе күнекмәләр

        Аудирование - һөйләгәнде ишетеү, аңлау  процесы. Ул һөйләшеү менән бер рәттән башҡорт телендә аралашыу өсөн ҙур мөмкинселектәр аса.            

       Башҡорт телендә һөйләгәнде аңлауҙы үҙләштереү түбәндәге  

операцияларҙың формалашҡан булыуын күрһәтә:

·     өндәрҙең ағымын ишетеп таныу;

·     ишеткәндең мәғәнәһен аңлау;

·     текстан кәрәк мәғлүмәтте айыра белеү;

      Аудирование  алымы уҡыусыларҙың уйлау һәләтлеген активлаштыра. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн аудиотекстарҙы дөрөҫ һайлай белеү - төп шарт булып тора. Еңел, йә булмаһа бик ауыр текстар уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын кәметә. Дәрес башында фонетик күнегеүҙәр үткәреү, башҡорт телендәге специфик өндәрҙе генә түгел, ә башҡа өндәрҙең дә рус телендәгегә ҡарағанда йомшағыраҡ әйтелеүенә иғтибарҙы йүнәлтеү мөһим. Өндәрҙе йырлау: лә-лә-лә, һә-һә- һә, ңо-ңо- ңо һб. 

Ңө-ңө-ңө- ана айыуҙың өңө

Нө-нө-нө- үкерә көнө-төнө

Ңы-ңы-ңы- өңө өр- яңы

Ға-ға-ға- әйҙә киттек урманға,

Шә-шә-шә- урманда еләк бешә,

Ле-ле-ле- ауыҙ итәйек әле,

Ге-ге-ге- ҡалай тәмле еләге.

Айырым өндәрҙе йырлау балаларҙың дикция үҫешенә лә булышлыҡ итә.

Ишетеү  һәләтен үҫтереүгә бәләкәс кенә йыр күнекмәләрен ҡулланыу ҙур файҙа бирә. Мәҫәлән:

Был күнекмәлә лә  “ғ”, “ҡ”, “ң” башҡорт өндәре өҫтөндә  эш – уларҙы дөрөҫ итеп йырларға өйрәтеү  бара.

Һай, туғай, туғай, туғай

Туғайҙа уйнай ҡурай

Серле ҡурайға кушылып

Беҙҙең балалар йырлай.

Һай, ҡурай, ҡурай, ҡурай

Бигерәк моңло уйнай

Һинең йырыңды тыңлап

Күңелем һаман туймай.

Балаларға  тауыш үҫтереү уйындарын уйнау ҙа бик оҡшай. Мәҫәлән, беҙҙе төрлө тауыштар уратып алған: ҡоштар һәм йәнлектәр тауышы, сәғәт, ямғыр тауыштары һ.б.

Һеҙҙең иғтибарға “Кем белә?” уйыны.

Был уйында бөтәһе лә

Бөтәһе таныш һиңә

Тыңлап ҡына әйт, эҙләмә.

Кем һиңә тауыш бирә?

Кемдәр нескә тауыш менән мыйылдаша?

“мяу-мяу-мяу, мяу-мяу-мяу”

Кемдәр ояһынан сыҡмай ырылдаша?

“уау-уау-уау, уау-уау-уау”

Кемдәр йомортҡа һалғас та шатланыша?

“Кыт-ҡыт-ҡыт, ҡыт-ҡыт-ҡыт”

Кемдәр һуң ҡанат ҡаға ла гел ҡабатлай?

“ Ҡаҡ-ҡаҡ-ҡаҡ, ҡаҡ-ҡаҡ-ҡаҡ”

Уйын “Был өйҙә кем йәшәй?”

өҫтәлгә төрлө предметтар һалына: быяла һауыттар, тимер ҡапҡастар, пластик бутылкалар, ағастан эшләнгән әйберҙәр.

тәрбиәсе быяла стаканға ҡәләм менән һуғып йырлай:

“Туҡ-туҡ-туҡ!

Бында кем йәшәй?”

Балалар яуаплай: “Бында быяла тауыш йәшәй”

Уҡытыусы: “Ә ағас тауыш ҡайҙа йәшәй икән?”

Саҡырылған бала сыға ла, ҡәләм менән кәрәкле предметҡа һуғып тауыш сығара: “ Ағас тауыш бында йәшәй”. Бала дөрөҫ яуап бирмәһә, унан фантик алына. Уйын дауам итә. Иң аҙаҡ фантиктар уйнала.

Шулай уҡ телмәрҙе музыкаль-ритмик хәрәкәттәр ярҙамында ла үҫтерергә мөмкин. Мәҫәлән беҙ тыпырлауҙы ошо һүҙҙәр ярҙамында өйрәнәбеҙ:

Тыпыр-тыпыр, тыпыр-тыпыр,

Тотонабыҙ бейергә

Тыпыр-тыпыр, тыпыр-тыпыр.

Бигерәк күңелле беҙгә!

Хайуандарға хас хәрәкәттәр яһағанда:

Шым-шым ғына сысҡандар

Тау аҫтына ҡасҡандар

(Балалар сысҡан шикелле аяҡ остарында, шым ғына хәрәкәт итәләр).

Ә һаҙлыҡта торналар

Баҡалар баҫтыралар

(Балалар аяҡтарын өҫкә күтәреп, эре генә йөрөйҙәр).

Бал ҡорттары осалар

Быз-быз, бызылдайҙар.

(Балалар бал ҡорттары булып осоп йөрөйҙәр)

Йырлы түңәрәк уйындарын дәрестәрҙә йышыраҡ ҡулланыу, ғәйәт файҙалы була, балалар башҡорт һүҙҙәрен тиҙерәк отоп аласаҡтар, сөнки һүҙҙәр һалмаҡ, көйләп, ижекләп һәм көслө тауыш менән әйтеләләр. Түңәрәк  уйындарҙың һүҙҙәре балалр өсөн ҡыҫҡа текстлы, әйтер һәм отоп алыр өсөн еңел булыға тейеш. Мәҫәлән:

1.Түңәрәктә булдыҡ беҙ,

Түңәрәктә булдыҡ беҙ,  

Булдыҡ беҙ, булдыҡ беҙ,

Түңәрәктә булдыҡ беҙ

(Балалар түңәрәк буйлап йөрөп  

Йырлайҙар, уртала- алып барыусы)

Матур малай күрҙек беҙ,

Матур малай күрҙек беҙ,

Күрҙек беҙ, күрҙек беҙ,

Матур малай күрҙек беҙ.

(Ҡулдарын маңлайға ҡуйыу хәрәкәтен күрһәтәләр)

Теләгәнен һайлап ал

Теләгәнен һайлап ал

Һайлап ал, һайлап ал.

Теләгәнен һайлап ал

(Түңәрәкте ҡыҫалар, тыпырлайҙар, киңәйтәләр-тыпырлайҙар, алып барыусы үҙенә пар һайлай)

Аҙыраҡ ҡына бейеп ал

Аҙыраҡ ҡына бейеп ал

Бейеп ал, бейеп ал,

Аҙыраҡ ҡына бейеп ал.

(Сәпәкәй итәләр, урталағы ике бала бейей)

2. Бына ниндәй яҙ килде (ҡулдарҙы алға һуҙып күрһәтеү)

Түбәнән тамсы тама ( бармак остары менән ус төптәренә сиртеү)

Көндөҙ көн йылы була (ҡулдарҙы сайҡайҙар)

Һыуыта кискә табан (сүгәләйҙәр)

Тамсылар бейей тып-та-тып (ҡулдарҙа бармаҡ остарын  бейетеү)

Уларҙы булмай туҡтатып

Улар яҙ алып киләләр (ҡул сабып бейейҙәр)

Шулай уҡ телмәрҙе музыка ҡоралдары аша күрһәтеп була.Һәр төрлө шиғырҙы  музыка ҡоралдары менән уйнарға мөмкин.

Мәҫәлән: “Тумыртҡа уйыны” (сүкештәр менән)

Тумыртҡа ағасҡа һуға

-Туҡ-туҡ-туҡ, туҡ-туҡ-туҡ!

Бар урман ҡушыла уға:

-Туҡ-туҡ-туҡ, туҡ-туҡ-туҡ!

“Сәғәт” уйыны. (барабан менән)

Сәғәт йөрөй- ваҡыт һанай

-Келт-келт-келт, келт-келт-келт!

Йөрәгем дә сәғәт кеүек

-Дөп-дөп-дөп, дөп-дөп-дөп!

Дәрес аҙағында шулай уҡ хушлашыу йырын  йырлайбыҙ.

Уң ҡул, һул ҡул (ҡулдарҙы бер-бер артлы өҫкә күтәрәбеҙ)

Уң ҡулға һул ҡул ( ҡулдарҙы тоташтырабыҙ)

Бер-ике, бер-ике (сәпәкәйләйбеҙ)

Ҡул бир ҙә хуш бул! (ҡулдарҙы болғап хушлашабыҙ)

Шулай итеп, был эш алымдары балаларҙың коммуникатив һәм ижади һәләттәрен үҫтерергә ҙур ярҙам итә.

Телмәр үҫтереүҙә төҫтәрҙе ҡулланыу

Тирә- йүнде төҫтәр аша ҡабул итәбеҙ. Шуның өсөн дәрестәрҙә төҫтәр менән эш итеү отошло. Мәҫәлән,

Шиғырҙар

Төҫтәр

Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян

Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.

Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына,

Ҡолағы оҙон икән.

Аҡ

Шыршы үҫә урманда,

Шыршылар бик күп унда.

-Их, уйынсыҡ элергә,- тип

Һикереп йөрөй ҡуяндар.

Йәшел, аҡ

Ҡар яуғас,

Ҡыш булғас,

Бар ағас

Яланғас.

Аҡ, һоро

Күреүегеҙсә, яңы тексты ла ҡабул итеү, аңлау, иҫтә ҡалдырыу һәм үтелгәнде (төҫтәрҙе) ҡабатлау процестары бара. Бәләкәй кластарҙа башланған был эш бөтә кластарҙа ла отошло дауам ителә. Юғары кластарҙа төҫтәр аша әҫәрҙең йөкмәткеһен иҫтә алдырыу, йәки иҫкә төшөрөү еңел. Анализлағанда ла ҡулланыу ыңғай һөҙөмтәләр бирә.

Мәҫәлән, “Ҡаһым түрә” йырының һүҙҙәрендә бөтә төҫтәрҙе лә күрәләр. “Ай тотолған төндө” трагедияһында ҡара менән аҡ төҫтө параллель күрәләр. Һары төҫтө ҡояш менән дә һағыш менән дә бәйләйҙәр. Һуғыш эпизодтарын- ҡыҙыл, ҡара, тәбиғәт күренештәрен йәшел, аҡ төҫтәрҙә күрәләр.

     

Йомғаҡлау

    Минең уйымса, сенсор методын дәрестәрҙә ҡулланыу  уҡытыусыларҙа һәм методистарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, артабан яңынан-яңы ғилми хеҙмәттәр менән байытылыр. Беҙҙең эшебеҙҙең һөҙөмтәләре  дәрестәрҙе ойошторғанда уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтер, тип ышанабыҙ.

Эшебеҙ инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡуланылған әҙәбиәт исемлегенән торҙы.

I бүлектә сенсор технологияһын өйрәнгән ғалимдарҙың ғилми хеҙмәттәре ҡаралды.

II бүлектә  сенсор методын башҡорт теле  дәрестәрендә, мәктәптә  ҡулланылыуы тураһында әйтелде.

“Башҡорт теле  дәрестәрендә сенсорлыҡ методтары” темаһы буйынса  педагогик эшемдең  һөҙөмтәләре менән уртаҡлашам.

Ҡулланылған әҙәбиәт

-Альмухаметов Р.В. Современный взгляд на историю образования Башкортостана.-Уфа,1996.

-Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.-Өфө: Китап, 2009.

-Ғүмәрова Ф. Уҡытыуға этномәҙәни ҡараш. Башҡортостан уҡытыусыһы,№6,2005й.

-Зәйнуллин М.В.  Туған тел һәм милли культура. («Башҡортостан уҡытыусыһы» №10,2005 йыл).

-Руденко Т.П. Привитие навыков межкультурной коммуникации на занятиях по английскому языку. Межкультурная коммуникация. Тикеев Д.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Һайланма мәҡәләләр.-Өфө, «Ғилем» нәшриәте,2002.

-Толомбаев Х.А. Башҡорт телен уҡытыуҙа көнүҙәк мәсьәләләре. (“Башҡортостан уҡытыусыһы”, №5, 2005 йыл.

-Хисаметдинова Ф.Г., М. Эрсен-Раш, Ураҡсин Ф. Учим башкирский язык.-Өфө, 1997й.

   


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдары

Инновацион проект "Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү алымдары"...

Открытый урок по казахскому языку "Қазақ ғалымдары"

Разработка урока по казахскому языку:Қазақ ғалымдары...

Телмәр үҫтереү алымдары

Телмәр үҫтереүҙә отошло алымдар  Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәр культураһын тәрбиәләү проблемаһы бөгөнгө көндә мәктәп алдында торған актуаль мәсьәләләрҙең береһе һана...

Телмәр үҫтереү алымдары.

Методика фәнендә телмәр үҫтереү проблемаһы һәр саҡ актуаль. Ғилми Х.А Толомбаев, башҡорт телен , башҡорт мәҙәниәтен белмәгән рус һәм башҡа милләт балаларын башҡортса аңларға, аралашырға күнектереү өсө...

Педагогик концепция: "Проблемалы уҡытыу аша уҡыусыларҙың монологик телмәрен үҫтереү".

Башҡорт теле уҡытыусыһының төп бурысы: уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдары уҡысының телмәре ярлылана бара. Шунлыҡтан мин ошо проблемаға туҡталып, уның хәл итеү юлдарын эҙләр...

Урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙың телмәрен үҫтереү алымдары

Урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙың телмәрен үҫтереү алымдары...

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереүҙә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдары

Педагогик проект темаһының актуаллеге бөгөнгө белем биреүҙең яңырыуы менән аңлатыла. Уҡытыусының төп маҡсаты – белем сифаты менән идара итеү өсөн төрлө юлдар һәм алымдар ҡулланып, киләсәктә илде...