Конспект ООД в старшей группе по развитию речи на башкирском языке на тему " Пересказ рассказа Л. Толстого " Косточка" с помощью картин.
план-конспект занятия по развитию речи (старшая группа)

Гульсасак Равиловна Уметбаева

Пересказ содержания рассказа Л. Толстого "Косточка" с помощью картин-помощников, составление интеллектуальной карты.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Телмәр үҫтереү буйынса өлкән төркөм балалары өсөн ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема: Лев Толстойҙың «Ҡара емеш һөйәге» хикәйәһенең йөкмәткеһен һүрәттәр ярҙамында һөйләү.

Маҡсат: балаларҙы бирелгән хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү, һүрәттәр ярҙамында бергәләп интеллект-карта төҙөү, хикәйәнең йөкмәткеһен бәйләнешле, эҙмә-эҙлекле, мөмкин тиклем тулы итеп, интеллект -картаға таянып һөйләргә теләк булдырыу, монологик һәм диалогик телмәрҙе үҫештереү, балаларҙы әхләки яҡтан тәрбиәләү – ғәҙеллек, дөрөҫлөк, ғаиләлә бер-береңә ихтирам тойғоһо булдырыу,  ҡул бармаҡтарының ваҡ мускулатураһын нығытыу.

Һүҙлек эше: ҡара емеш, һөйәк, карта, тәҙрә.

Методик алымдар:тексты уҡыу, һорауҙар, йомаҡ, күрһәтеү, интеллект-карта төҙөү, хикәйәне өлөштәргә бүлеп һөйләү.

Материалдар: текст, А-3 форматында ҡағыҙ бите, карта төҙөү өсөн һүрәттәр.

Дәрес барышы:

1-се өлөш:

Балалар, мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, ә һеҙ йомаҡты сисегеҙ.

Емештәр араһында

Ул айырылып тора

Йәшел күлдәге булһа ла

Күген нығыраҡ ярата

Эйе, был ҡара емеш (слива), һеҙ дөрөҫ әйттегеҙ. Ә ҡара емештең тәме ниндәй? Емеште ашап бөткәс, нимә тороп ҡала ?

Хәҙер мин һеҙгә  Лев Толстойҙың ҡара емеш тураһында яҙылған“Һөйәк” исемле хикәйәһен уҡыйым.

Хикәйәне уҡыу.

Йөкмәтке буйынса әңгәмә.

-Хикәйәнең төп геройы кем?

-Әсәһе балаларға нимә һатып алып уны аҙаҡ аштан һуң бирергә уйлаған?

-Атай балаларҙан нимә тип һораған?

-Ни өсөн Ваня илаған?

-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, нимәгә Ваня ҡара емеште һорауһыҙ алған?

-Ваня дөрөҫ эшләгәнме?

-Ә Ваняның урынында һеҙ нимә эшләр инегеҙ?

2-се өлөш:

Хикәйәне икенсе тапҡыр уҡып сығыу.

Бармаҡ уйыны «Компот».

Алмаларҙы турарбыҙ,

Грушаларҙы турарбыҙ,

Ә лимонды һығырбыҙ,

Ҡара емеш ҡушырбыҙ,

Әҙерәк шәкәр һалырбыҙ,

Ҡайнатырға ҡуйырбыҙ.

Тәмле компот әҙер булғас

Ҡунаҡтарҙы һыйлайбыҙ.

Тәрбиәсе хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләп күрһәтә.

Балалар, хәҙер мин һеҙгә ошо хикәйәне иҫтә ҡалдырыу өсөн бирелгән һүрәттәр ярҙамында карта төҙөргә тәҡдим итәм. Мин һеҙгә һорауҙар бирәм, ә һеҙ яуапты һүрәттәр араһынан табып картаға йәбештерегеҙ

-Әсәй балаларға нимә һатып алған?(ҡара емеш, ҡыяр, кәнфит).

-Ҡара емеш ҡайҙа ятҡан?( тәрилкәлә, сынаяҡта, кәстрүлдә)

-Ҡара емеште ҡүргәс, Ваня нимә эшләп китте?(асыуланды, кыуанды, аптыраны)

-Ваня нисә ҡара емеште ашаны?(1, 3,5)

-Ҡара емештәрҙе кем һанап ҡараны?(әсәй, атай, өләсәй)

-Ваня нисек итеп ҡыҙарҙы?(еләк, помидор, арбуз)

-Атай балаларға нимә тип әйтте?

-Ҡара емештә нимә бар тине? (ҡара емештең һөйәге, эткә һөйәк, муйылдың һөйәге)

-Ваня ҡара емештең һөйәген ҡайҙа ташланы?(тәҙрәнән, биҙрәгә, кәрзингә)

-Хикәйә нисек бөттө?

Беҙҙең картабыҙ әҙер булды. Кем ошо картаға ҡарап хикәйәне һөйләп күрһәтә?

Хикәйәне өлөштәргә бүлеп һөйләү.

Балалар, һеҙгә хикәйәне һөйләү өсөн нимә ярҙам итте?

Хикәйәнән һеҙ нимә белдегеҙ?

Тормошта ошо хикәйә һеҙгә ярҙам итер микән?

Нисек уйлайһығыҙ, хикәйәнең ҡайһы өлөшө һеҙҙең өсөн һөйләргә ҡыйын булды?



Предварительный просмотр:

Ҡара емешһөйәге.

Лев Толстой хикәйәһенән тәржемә.

   Әсәһе баҙарҙан ҡара емештәр һатып алды. Ул балаларҙы төшкө аштан һуң һыйларға булды. Ҡара емештәр өҫтәлдә тәрилкәлә ята ине. Ваняның бер ҡасан да ундайҙы ашап ҡарағаны булманы. Шуға ул  бер нисә тапкыр емештәрҙе еҫкәп ҡараны. Тәмле еҫ уға ныҡ оҡшаны. Еҫкәй торғас, Ваняның ҡара емеште ашағыһы килеп китте. Һаман .өҫтәл эргәһендә йөрөнө. Шунан ул бер кем дә күрмәгәндә тиҙ генә бер ҡара емеште алып ашаны ла ҡуйҙы.

   Ашарға ултырыр алдынан әсәһе тәрилкәләге ҡара емештәрҙе һанап ҡарағайны, нимә күрһен – берәүһе юҡ. Ул был турала балаларҙың атаһына әйтте.

   Төшкө аш мәлендә атай балаларҙан: “Балалар, берегеҙ ҡара емеште ашаманымы?,-”тип һораны. Бөтәһе лә : «Юҡ»,- тине. Ваня еләк кеүек ҡыҙарҙы ла: «Юҡ, мин дә ашаманым»,- тине. Шунан атаһы: «Әгәр ҙә берәйһегеҙ емеште яңылыш ашаған булһа, был бик насар. Ҡара емештең эсендә бит һөйәге бар. Әгәр ҙә уны нисек ашарға кәрәк икәнен белмәгән кеше ашаһа, ул кеше бер көндән үлеп ҡуйыуы бар. Минең иң ҡурҡҡаным шул»,-тине.

   Ваня ҡурҡышынан ағарынып китте лә: “Юҡ, мин һөйәген тәҙрәнән тышҡа ташланым ул”,- тине.

   Бөтәһе лә көлөп ебәрҙе, ә Ваня иланы.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект занятия в старшей группе по развитию речи по теме: «Пересказ рассказа Л. Толстого «Лев и собачка»

Задачи. Связная речь: учить детей связно, последовательно и выразительно пересказывать без помощи вопросов воспитателя.              Сл...

Конспект НОД в старшей группе по развитию речи на тему "Составление сюжетного рассказа по картине "Мы играем в кубики. Строим дом"

Конспект НОД в старшей группе по развитию речи на тему "Составление сюжетного рассказа по картине "Мы играем в кубики. Строим дом"...

Конспект НОД в старшей группе по развитию речи/ознакомление с художественной литературой. Тема: Чтение украинской сказки "Колосок"

познакомить детей с новой сказкой, учить следить за развитием действия, характеризовать поступки героев, формировать свое отношение к персонажам....

Конспект НОД в старшей группе по развитию речи на тему: «Составление рассказа по сюжетной картине «Зимние забавы» (мнемотаблица)

Цель: развивать умение составлять описательный рассказ по сюжетной картине. Образовательные задачи: - учить детей составлять логический, эмоциональный и содержательный рассказ; - закреплять навык...

Конспект занятия в старшей группе по развитию речи на тему «Пересказ рассказа «По ягоды» Я. Тайца».

       Конспект занятия о работе в старшей группе по развитию речи с использованием пересказа рассказа «По ягоды» Я. Тайца, чтобы формировать у детей умение...