Конспект открытой организованной образовательной деятельности по познавательному развитию (окружающий мир) на башкирском языке Сәлимә әбейҙә ҡунаҡта" " в младшей группе №6
план-конспект занятия (младшая группа)

Яхина Гузелия  Гусмановна

Занятие на башкирском языке для детей в младшей грппы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл salima_abeyze.docx20.38 КБ

Предварительный просмотр:

«Сәлимә әбейҙә ҡунаҡта»

Маҡсат: Балаларҙы йорт хайуандары менән таныштырыу, уларҙы танырға һәм исемдәрен әйтә белергә өйрәтеү, уларҙың нисек ҡысҡырғандарын әйтә белергә өйрәтеү. Хайуандарҙы һаҡларға, тәрбиәләргә, уларға ҡарата мөхәббәт тәрбиәләү. Балаларҙа күтәренке кәйеф булдырыу. Йорт хайуандары тураһындағы белемдәрен дидактик уйындар, йырҙар, шиғырҙар аша нығытыу. Балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу:  Эт уйынсығы, «Йорт хайуандары» дидактик уйыны,  хайуандар уйынсыҡтары , хайуандар төшөрөлгән карточкалар, өй, ишек алды.

Һүҙлек эше: йорт хайуандары.

                       

Шөғөл (дәрес) барышы.

Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, бөгөн ниндәй матур көн, ҡояш йылмая, күңелдәр күтәренке. Әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән иҫәнләшеп алайыҡ.

Алтын ҡояш, һаумы,

Зәңгәр һауа, һаумы,

Шаян елкәй, һаумы,

Кескәй имән, һаумы,

Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә,

Сәләмләйем һеҙҙе лә.

( шул арала ишек туҡылдаталар)

Тәрбиәсе: Балалар , ишетәһегеҙме, кемдер ишек туҡылдата. Барып ҡарайым әле, кем икән ул?

(ишек артында эт, ул илай)

Тәрбиәсе:   Балалар, ҡарағыҙ әле был нимә килгән беҙгә?

Балалар:  Эт.

Тәрбиәсе:   Балалар,  әйҙәгеҙ әле эттең исемен һорайыҡ.

Балалар: Исемең кем?

Ҡарабай:  Минең исемем Ҡарабай.

Тәрбиәсе: Ул  ниңәлер илай, әйҙәгеҙ, эттән, ниңә илайһың тип  hорайык?

Балалар:  Ниңә илайһың Ҡарабай?

Тәрбиәсе: ( Эткә ҡарап)  Ниңә шул хәтлем илайһың? Беҙгә hөйләп кит әле. Балалар, эттең исеме Ҡарабай. Эт өйөн hәм хужаhын   юғалтҡан.  Хужаhының исеме Сәлимә әбей . Шуға ла бик  ныҡ илай икән. Ҡарабай беҙҙән ярҙам hорай. Балалар, нисек уйлайhығыҙ , Ҡарабайға ярҙам итергә кәрәкме?

Балалар:  Яуаптар.

Тәрбиәсе:  Улай булғас, әйҙәгеҙ Ҡарабайҙың хужаhын эҙләп барайыҡ.  Сәлимә әбей  ауылда йәшәй. Ауыл йыраҡта. Юл бик оҙон. Ҡарабай беҙгә юлды күрһәтер. (юл буйлап баралар)

Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, бында  ниндәй хайуандар  йөрөй икән?( hыйырҙы ҡулына  алып) Был ниндәй хайуан?

Балалар:  Һыйыр. 

Тәрбиәсе:   Әйҙәгеҙ әле, беҙ hеҙҙең  менән һыйырҙың мөңрәгәнен тыңлап ҡарайыҡ әле.

Аудиотаҫма №1. (Һыйыр)

Тәрбиәсе: Балалар, беҙ ҙә hеҙҙең менән һыйыр hымаҡ  мөңрәйек әле.

Балалар: Мө-ө-ө-ө.

Тәрбиәсе: Балалар , юлыбыҙҙы дауам итәйек. Ҡарағыҙ әле, баҫыуҙа тағы ла бер хайуан йөрөй. Ә был хайуанды беләһегеҙме, кескәйҙәр?

Балалар: Ат

Аудиотаҫма№2 (Ат кешнәй).

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, беҙ ат һымаҡ  кешнәп ҡарайыҡ. Балалар:Ихо-хо-хо-хо.

Тәрбиәсе: Илмира, әйҙә әле ат тураһында шиғыр һөйләп күрһәт.

Топ-топ-топ итә,

Тауға менһә һоп итә.

Минең атым елдерә,

Бар ергә лә өлгөрә.

Тәрбиәсе: Ярар юлыбыҙҙы дауам итәйек. Ҡарағыҙ әле, балалар, бында тағы ла хайуандар йөрөй. Был ниндәй хайуан? ( кәзәне күрhәтеп)

Балалар: Кәзә. 

Тәрбиәсе: Кәзә нисек тауыш бирә?

Аудиотаҫма №3 (Кәзә).

Балалар: мә-ә-ә-ә.

Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ әле бер уйын уйнап алайыҡ. Бөтәгеҙ  ҙә түңәрәккә тороғоҙ. Бармаҡтарығыҙҙы кәзәнең мөгөҙө һымаҡ ҡуйығыҙ. Әҙерһегеҙме?

Бармаҡ уйыны:

Кәзә

Уҫал кәзә елеп килә,

Һөҙгәк кәзә етеп килә.

Тояҡтары топ-топ-топ,

Күҙҙәре ут-ут-ут,

Кемдәр һөтөн эсмәгән, ти,

Бутҡаһын ашамаған,

Һеҙҙе һөҙә, һөҙә, һөҙә, ҡас.

Тәрбиәсе: Афарин, балалар. Әйҙәгеҙ әле, килегеҙ минең эргәмә. Ҡарағыҙ, тағы ниндәй хайуандар бар бында? Был нимә, балалар?

Балалар: һарыҡ.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ әле, һарыҡтың тауыш биргәнен тыңлап ҡарайыҡ.

Аудитаҫма№ 4 (һарыҡ).

Беҙ ҙә һарыҡ һымаҡ тауыш бирәйек.

Балалар: бә- бә- бә.

Аслан, беҙгә һарыҡ тураһында шиғыр һөйләп күрһәт әле.

Аҡ һарыҡҡа һыу эсерәм,

Һыйлайым бесән менән.

Ҡышын беҙгә йылы ойоҡ

Бүләк итерен беләм.

Тәрбиәсе: Афарин, Аслан, бик матур шиғыр! Ҡарағыҙ әле, беҙҙең Ҡарабай бик ҡыуана башланы.  Ә-ә,  Сәлимә әбейҙең ауылына килеп еткәнбеҙ икән. Бына  Ҡарабайҙың да өйө күренде. Ҡарабай  шуға ҡыуана икән. Бында Сәлимә әбей йәшәй. Әйҙәгеҙ Сәлимә әбей менән һаулыҡ һорашайыҡ. (Өйҙән Сәлимә әбей сыға).

Балалар: Һаумыһығыҙ.

Сәлимә әбей: Һаумыһығыҙ, балалар. Миңә ҡунаҡҡа килдегеҙме?

Тәрбиәсе:   Балалар, беҙ ҡунаҡҡа килдекме?

Балалар: Юҡ, беҙ  Ҡарабайҙы  килтерҙек. 

Тәрбиәсе: Сәлимә әбей бына беҙ hеҙҙең этегеҙҙе килтерҙек. Ул, аҙашып, балалар баҡсаhына килеп сыҡҡан. Ҡарабай   беҙҙән ярҙам hораны.  Беҙ балалар менән кәңәшләштек тә, ярҙам итергә булдыҡ  hәм Ҡарабайҙы  hеҙгә килтерҙек.

Сәлимә әбей: Уй , бик шәп иткәнһегеҙ, мин әле генә борсолоп тора инем. Рәхмәт hеҙгә этемде килтергән өсөн. Ә hеҙ эттең нисек өргәнен белаhегеҙме?

Аудитаҫма№ 5 (эт)

Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ әле беҙ ҙә эт hымаҡ өрөп ҡарайыҡ.

Балалар:  hау-hау-hау

 Сәлимә әбей. Афарин, балалар, дөрөҫ. Балалар, юл буйында минең хайуандарымды  күрмәнегеҙме? Яҙ еткән ине, хайуандар, ишек алдында бер ҙә тормайҙар. Сығалар ҙа китәләр.

Балалар: яуаптар.

Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ әле ниндәй хайуандарҙы күргәнде иҫәпләп китәйек.

Балалар: hанайҙар.

Сәлимә әбей: Эйе, дөрөҫ. Былар йорт хайуандары тип атала. Сөнки улар кешеләр эргәhендә йәшәйҙәр. Кешеләргә файҙа килтерәләр. 

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ,  яңы hүҙҙе ҡабатлап китәйек әле.

Балалар: ҡабатлайҙар

Сәлимә әбей: Тағы ла миндә бер хайуан йәшәй .

Ул өй эсендә йәшәй. Нисек уйлайһығыҙ, ул ниндәй хайуан?

Балалар: Бесәй.

Аудиотаҫма №6(бесәй).

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән бесәй һымаҡ мыяулап  ҡарайыҡ.

Балалар:  мыяулайзар. Мяу- мяу мяу.

Тәрбиәсе: Афарин, балалар. Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән Сәлимә әбейгә бесәй тураһында йыр йырлап күрһәтәйек.

Бесәй йыры.

Бесәй, бесәй, бесәй  шул

Бесәй әле кескәй шул.

Үҙе мырлай ҙа, мырлай,

Әллә ул шулай йырлай.

 Сәлимә әбей: Афарин, балалар, бик матур йыр. Йорт хайуандарын да бик шәп беләһегеҙ икән.

Тәрбиәсе: Балалар, Сәлимә әбейгә хайуандарҙы белгәнебеҙҙе күрһәтәйек әле. Әйҙәгеҙ өҫтәл эргәһенә килегеҙ. (Өҫтәлдә йорт хайуандары карточкаһы  ята). Бында бер хайуан йәшенгән. Ҡайһыһы икәнен күрһәтегеҙ.  

«Ниндәй хайуан йәшенде?» уйыны.

Тәрбиәсе: Афарин, балалар, беҙ һеҙҙең менән бик ҡыҙыҡлы сәйәхәттә йөрөнөк. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә эшләнек? Нимә менән таныштыҡ? Һеҙгә был сәйәхәт оҡшанымы?

Балаларҙың яуаптары.

Тәрбиәсе: Беҙгә хәҙер Сәлимә әбей менән һаубуллашырға кәрәк.

Балалар хушлашалар.

Сәлимә әбей: Миңә һеҙҙең менән бик оҡшаны. Һеҙ бик аҡыллы һәм шәп икәнһегеҙ. Тағы ла миңә ҡунаҡҡа килегеҙ. Минән һеҙгә бәләкәс кенә күстәнәс.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, балалар баҡсаһына барырға ваҡыт етте.  Балалар баҡсаhы бик йыраҡ, кире  нимә менән ҡайтырға була?

Балалар: Яуаптар.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән поезда ҡайтайыҡ. Бөтәгеҙ ҙә вагонға ултырығыҙ. (Балалар бер-береһенә тотоналар).

Поезд килә, поезд килә,

Пи-пи-пи

Юлда торма, юлда торма,

Кит-кит-кит.

Поезды ҡысҡыртайыҡ, балалар.

Чух-чух-чух. Ҡыңғырауын шылтыратайыҡ. Дзинь-дзинь-дзинь.

 (Балалар поезға ултыралар һәм баҡсаға ҡайталар).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект открытой организованной образовательной деятельности по познавательному развитию ( ФЭМП) на тему :" Три медведя" в младшей группе

Ход занятия:Педагог: Ребята к нам сегодня пришли гости давайте посмотрим на них, помашем и скажем…..Дети: Здравствуйте.Ой, а кто это у нас там спрятался и грустит?Дети: Мишука!Педагог: да, я то...

Конспект организованной образовательной деятельности по познавательному развитию на тему: «Детский сад – он так нужен для ребят!» в младшей группе

расширять и уточнять представления воспитанников о своём детском саде (зачем нужен, кто в нём работает, как взрослые заботятся о детях в детском саду);формировать у детей умение эмоционально реагирова...

Конспект открытой организованной образовательной деятельности по познавательному развитию для детей подготовительной к школе группы на тему «Государыня соль»

Во время занятия дети  расширяют знания о свойствах и видах соли,  о том, как добывают соль, о значении соли в жизни человека и животных.Развивают  наблюдательность, интерес к познанию ...